-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Ғинуар , 20:00

Күл буйындағы һый

Дамир ағайының яҙ үтте, йәй уртайы етте, һине һаман тәбиғәткә сығырға күндерә алмайым, нишләп улай инәлтәһең әле, ҙурайып киттеңме, тип үпкәләп шылтыратыуына Ғәлимйән аҡланырға һүҙ таба алманы: быға тиклем бер нисә тапҡыр ваҡыты юҡлығына, һөйләшеп-килешеп бөткәс-икәс ашығыс мәшәҡәттәре тыуыуына һылтанғайны – бигүк йөрөгөһө килмәһә лә был юлы ризалашырға мәжбүр булды.

Күл буйындағы һый
Күл буйындағы һый
Ҡара, һинән өс йәшкә олораҡ мин, ниңә тыңламайһың, ярты көн эсендә донъяң емерелмәҫ, йәнәһе. Әрләй, төрттөрә, намыҫына тейә. Нишләйһең, тупһыҙыраҡ инде.
– Ҡайһы тирәгә барабыҙ һуң? Йыраҡҡамы?
– Зәңгәркүлгә. Һиңә лә яҡын, миңә лә уңай. Ошо шәмбе сәғәт өҫтәргә барып ет. Һыу инербеҙ, шашлыҡ, уха, башҡаһы. Ҡыҙҙар булмаҫ, деловой разговор. Үҙебеҙгә үҙебеҙ ял ойошторайыҡ. Йәй үтер ҙә китер ул. Гел эш тә эш тимәгән. Давай, ҡустым, – Дамир Ғәлимйәнгә үҙенең ололоғон белгерткеһе килһә, ҡустынан һалдыра, был юлы ла шул ғәҙәтен ҡыуҙы. – Һөйләштек: шәмбе, өстә. Осрашҡанға тиклем.
– Минән нимәләр талап ителә? Нәмә алып барырға?
– Үҙеңдән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәген үҙем хәстәрләрмен. Ике туған ғына ағаңдың арлы-бирле пикник ҡына ойошторорға ла хәле юҡ тип уйлайһыңмы ни? Минең ҡайҙа эшләгәнде онотма.
Шулай ҙа көнө килеп еткәс Ғәлимйән ҡармағын, кәмәһен, алмаш кейем-һалым, кәрәк булырҙай башҡаһын, бер шешә араҡы алды. Бындай сараларға һирәк йөрөгәс ни, тағы нәмә алырға һуң, тип аптыраны. Дамир, үҙем хәстәрләрмен тиһә лә, бөтөнләй буш ҡул менән барып булмай ҙа.
Ауылдарынан ун саҡрым самаһында ята теге күл. Ярайһы уҡ аулаҡ урын, йыраҡ күреп халыҡ бик йөрөмәй. Юлы ла һәр машина үтерлек түгел, соҡор-саҡырлы, төрлө ерҙән йырмаслап, ҡаҙып бөткәндәр, ямғыр яуһа батҡаҡҡа әйләнә. Шөкөр, бына аҙна-ун көн яумай, шуға ла, юл тигәнең апаруҡ ҡоро һәм Ғәлимйән үҙенең «УАЗ»игында бер сәғәттә барып та етте.
Ағаһы, йәнә ике дуҫы күл буйындалар ине инде. Усаҡ яғырға ла, ҡаҙан аҫырға ла өлгөргәндәр, шашлыҡ теҙеп маташалар. Иҫәнләштеләр, көлөшә-шаярыша ҙур аҡ брезент өҫтөнә табын ҡорҙолар. Ризыҡтары күп, араҡылары ла, һыралары ла байтаҡ. Байрам итә белә инде Дамир. Төптән йыуан, башынан аяғына тиклем солоҡ умарталай йоп-йоморо, башы тап-таҡыр ҡырылған Дамир аш-һыу эшендә ҡатнашмай, ярҙағы мүкле сирәмдә күбәләй өйөлөп һуйҙайып ята, күбеһенсә бая, бына, иптәштәрем, бергә эшләйбеҙ, тип таныштырған ике егет хәстәрләй – хужаның шуны ал, шуны сығар, быны килтер, тигән бойороҡтарын үтәй. Осрашыу хөрмәтенә, яҡшы ял өсөн тип бер-бер артлы ике рюмка күтәрҙеләр. Ҡапҡылап алдылар. Йәнә икәүҙе күтәрҙеләр. Быларына ла һүҙен тапты Дамир. Эскелек түгел, ә сара булғас һүҙ мотлаҡ әйтелергә тейеш, тип иҫәпләй ул. Балыҡ һурпаһы өлгөрөүгә тағы тоттолар.
– Нимәгә саҡырҙым мин һине, ҡустым, – тине Дамир байтаҡ ҡына дөйөм хәбәр, лаҡап, көлдөргәс һөйләгәндән һуң. Был юҫыҡта ағаһынан бигерәк егеттәр маһирлыҡ күрһәтте, әйтерһең дә, лаҡап-анекдот, бигерәк енси ваҡиғалар һөйләүгә махсуслашҡандар һәм Дамир уларҙы нәҡ шуның өсөн үҙе менән алған. Ҡыҙарған йөҙө етдиләнде, хатта асыу яғылды, күҙҙәре ҡыҫылды, икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен ыуҙы.
– Шашлыҡ ашатыр өсөн генә саҡырмағаныңды самалайым инде, – тине Ғәлимйән, ағаһына текәлеп. – Һин былай ғына, бер ниндәй сәбәпһеҙ, туған тип кенә йөрөй булаһыңмы?
– Әсе телләнмә, әрем тел. Ҡусты тип әллә һыйлағаным булманымы? Тормош ул – ҡатмарлы нәмә... – Ғәлимйәндең алдан алыуын оҡшатманы Дамир, берауыҡ өндәшә алмай торҙо хатта. – Бер тәҡдимем бар. Икебеҙ өсөн дә отошло.
– Ике яҡ өсөн дә отошло нәмә булмай ул. Күпселектә бер яҡ ота, икенсе яҡ отола. Физика законы. Хәйер, әйт башлағас, давай.
– Аттарыңды, әйҙә, миңә килтер. Күпме тәҡдим итәһең, шунса алам.
– Һин осһоҙға алаһың бит.
– Әле һөйләшмәгәнбеҙ, һин осһоҙ тип тораһың.
– Юҡ, Дамир, беҙ ул турала бер нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараныҡ, тик килешә алманыҡ, әле лә килешә алмабыҙ. Икебеҙгә лә отошло тиһәң дә һиңә отошло, ә миңә убыток ҡына буласаҡ. Иҫәпләгәнмен хаҡын.
– Элеккенән күберәк бирәм, бәй.
– Һин теге юлы ла өҫтәйем тигәйнең, өҫтәмәнең, мин ыштанһыҙ ҡалдым. Икенсе тапҡырға... ғәфү ит.
– Ул ике йөҙ баш йылҡыны ҡайҙа ҡуйып бөтөрмәксеһең? Күпме бесән, һалам, фураж, һоло әҙерләргә, дала яғынан ябырылған бурҙарҙан һаҡларға кәрәк. Һәр тауар әйләнештә булырға тейеш.
– Уныһы минең эш. Беренсе йыл ғына тотмайым бит. Эш юлға һалынған инде. Ашантыны ат үҙенә-үҙе әҙерләй, ул һыйыр түгел. Көнөнә бер нисәне алып китеп торалар, проблема юҡ, Дамир. Йыл әйләнәһенә шулай. Бурҙарҙан һаҡлар кешеләр ҙә бар.
– Вертолеттан атып алалар, тип ишеткәйнек, шул ысынмы? – быныһын Дамирҙың иптәше һораны.
– Булғылай ундай хәлдәр ҙә. Өс тайҙы шулай әрәм иттеләр.
– Нисек улай өлгөрәләр һуң? Вертолеттан төшөп, салып, итләй алып китәләрме, әллә берәй нисек тулайым тейәйҙәрме? – егет йәнә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтте. – Ҡарауылда егеттәр бар тиһең дә.
– Малдың эсен ярып, сапҡылап алып менеү өсөн ярты сәғәт ваҡыт етә. Белгән кешеһе, йәнә лә таҙа ике кеше кәрәк. Күтәреп мендереү өсөн. Тәүгеһендә минең егеттәр барып өлгөрҙө – тартып алып ҡалдылар. Икенсеһендә өлгөрмәнеләр. Өсөнсөһөндә үҙҙәре ташлап ҡасты. Хәҙер өйөр айғыры ҡолағына чип ҡуйып, компьютерҙа өйөрҙөң ҡайһы тирәлә йөрөгәнен белеп торабыҙ. Ситкә китә башлаһалар, барып, әйләндереп алабыҙ.
Ҡараҡтар тағы ла камилыраҡ хәйлә тапты хәҙер. Өйөргә йәш, көслө айғыр ебәрәләр. Ул беҙҙең айғырҙы тибеп йә тешләп имгәтә лә өйөрҙө үҙ яғына ҡыуып ала ла китә. Күрше райондағы бер таныштың илле ҡымыҙ бейәһен шулайтып өйөргән. Миңә лә ебәргәйнеләр, мәлендә белеп ҡалып, биш һыбай ир көскә ҡыуып ебәрҙек. Китмәй, ялтанып сабып тик йөрөй. Махсус өйрәтелгән тиерһең.
– Вәт, әй, хәс тә шпион. Сит мөлкәткә яҫҡына икән? Илле ат бер айғырҙан шулай ҡыуылып торамы? – егеттәр Ғәлимйәндең хәбәренә ышанманы, күҙҙәре ялтлап ҡуйҙы.
– Ниңә, ул илле башты табып булмаймы ни? Кәбәндәге энә түгел дә, – икенсе егет һүҙ ҡыҫтырҙы.
– Район, республика сигенән үттеме – тот ҡойроғон. Ҡом араһына һенгән һыу һымаҡ юғала ла ҡуя. Унда бит көтөп торалар. «Производство» юлға һалынған. Ә өйрәнгән өйөр тулыһынса айғырға буйһона – ҡайҙа бара, ҡайҙа әйҙәй баш баҫып китә лә бара. Шуға ла ситтән килгән айғырға ҡаршы торорҙай көслө айғыр кәрәк өйөргә.
Һәр кем был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә теләгәндәй уйланып, тынып ҡалды. Тормош-көнкүрештәре ат менән бәйле булмағас Дамир ярандарына был хәл ҡыҙыҡ, хатта асыш ине.
– Йә, ҡустым, уйла, килешәйек: берәм-һәрәм биреп ултырыу бөгөн серьезно түгел, ә мин оптом, оптом алам, әйтәйек, берыңғай унды, егермене, хатта күберәк тә. По- крупному надо играть! Мясокомбинат хәҙер ҙурайҙы, реконструкция эшләнек, беҙҙең ундай ғына итте эшкәртергә мөмкинлегебеҙ бар. Аҡсаһын шундуҡ бирермен, уныһына ҡайғырма.
Тынлыҡ урынлашты. Өндәшмәй генә сәкәштереп эсеп ҡуйҙылар. Һәр кем үҙ уйына сумды.
– Йә, ҡулға ҡулмы? – Дамир икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен тырнаны.
– Юҡ, Дамир. Дөрөҫөн әйткәндә, туған кеше менән бизнес эшләп булмай. Үткәнендәге һымаҡ бәхәс сығасаҡ. Берләшеп ҡараныҡ, әммә тәмһеҙләшеп айырылыштыҡ таһа.
– Әй, еңгәң ҡыҫылды ла. Шулай ҙа былай, нишләп тегеләй түгел... Ҡыҫҡаһы, минең решение булманы.
– Артабан да ҡыҫыласаҡ, һин артабан да унан уҙып бер ни ҙә эшләй алмаясаҡһың.
– Аҡыл алдым, инде ҡыҫылдырыу бөттө. Берәй нәмә һөйләһәмме, билләһи лазим, Алла һуҡһын.
– Аллаһы Тәғәлә исеме менән һатыу итмә. Ысынлап һуғып ҡуйһа? Үтәй алмаһаң нишләрһең?
– Үтәр өсөн бына ант итеп ултырам да инде.
– Юҡ, Дамир, булмай, үҙ йүнемде үҙем күрәйем, һин үҙең башҡа. Йылҡы малы һинең өсөн бынау шашлыҡ, колбаса ғына, минең өсөн башҡорт тоҡомон һаҡлау, үрсетеү, таратыу.
– Ниңә, һуғымға ла алмайҙармы ни?
– Мин ихатамда һуймайым, итләтә һатмайым, алып киткәс һуяларҙыр ҙа, бәлки, әммә аҫрар өсөн таратам. Һин әйткән унды, йә егермене берыңғай ит цехына оҙатыу өсөн түгел. Ит өсөн, ана, һыйыр малы, сусҡа тулып ята. Ал шуларҙан.
– Ҡыҙыҡ философия. Шул рәүешле тоҡомдо һаҡлап ҡалырға маташаһың, тимәк? – Дамир мыҫҡыллы көлдө. – Был теләгеңде белмәй инем әле.
– Эйе, тап шулай.
– Да-а, булмай, тимәк, килешеп? Был һинең һуңғы һүҙме?
Ғәлимйән өндәшмәне, күл яғына ҡарап баш ҡына ҡаҡты. Йәнә күтәрҙеләр. Иҫерешеп тә баралар. Ғәлимйән, ярар, үҙең әйтмешләй, ял да итәйек, мин һыу инеп сығам, тине.
– Төшмә, эстең бит.
– Һыу буйына килеп һыу ҙа инмәй ҡайтайыҡмы ни? Әйҙә һеҙ ҙә төшөгөҙ.
Ғәлимйән футболкаһын сисеп ырғытты ла күлгә төшөп тә китте. Сумды, йөҙҙө, арҡаһында ятты, ах та ух килеп оло ҡәнәғәтлек кисерҙе. Ә ярҙағылар ашыҡманы, мәғәнәле ҡарашып ымлаштылар һәм Дамирҙың ике егете аяғына баҫты, кирелде, көт, сыҡмай тор, беҙ ҙә төшәбеҙ, тип һөрәнләне. Йәнә берәр рюмка күтәрҙеләр, шунан ашыҡмай ғына күлгә атланылар. Яр ҡырсынташлы, төпкәрәк ингән һайын күл төбө батҡыллана бара. Һыуы ла һалҡыная. Ағып ятҡан һыу булмағас ни, әллә ни таҙа ла түгел, буйраҡ. Егеттәр Ғәлимйән янына йөҙөп барып еттеләр ҙә берауыҡ эргәһендә йөҙҙөләр, шунан береһе ҡапыл арттан ташланды ла муйынынан һығып аҫҡа батырҙы, икенсеһе, ҡулынан тотоп, һыу эсенә һөйрәне. Быны һис көтмәгән Ғәлимйән аптырап ҡалды, тыпырсынды, ниҙер әйтергә теләне, аяҡтары менән тибенде. Әммә салҡатан һыуға батырылған башын ысҡындыра алмағас бер аҙҙан хәрәкәттәре туҡтаны.
Дамирҙың ике яраны Ғәлимйән ҡаршылашыуҙан туҡтап, тамам тынысланғас, икеһе ике яҡҡа китеп йәнә йөҙгән кеше булдылар ҙа ах та ух ярға сыҡтылар.
Ярты сәғәт самаһы үткәс кенә егеттәрҙең береһе, бәй, һинең братың ҡайҙа булды, һыуҙан сыҡмай түгелме һуң, тип аптырап унда-бында текәлде. Уға икенсеһе ҡушылды, шунан Дамир ҙа ғәжәпләнгән кеше рәүешендә күл яғына боролдо.
– Бәй, ысынлап та, сыҡманы лаһа, давай, бегом һыуға, тиҙ генә тикшерегеҙ, табығыҙ, батып ятмаһын! – тип бойороҡ бирҙе. – Бергә йөҙҙөгөҙ түгелме ни? – Аяғына баҫты, ҡабаланып футболкаһын кейҙе.
Егеттәр атлай-йүгерә күлгә йомолдо, эйелеп тикшерҙе, сумды, тегеләй-былай йөҙҙө, байтаҡ бер тирәне айҡап-байҡап йөрөгәндән һуң... Ғәлимйәндең кәүҙәһен өҫкә ҡалҡыттылар. Ахылдап Дамир һыуға төштө. Әйттем, төшмә тип, әйттем, тип ҡабатлай- ҡабатлай, егеттәренә уны ярға сығарырға ярҙамлашты. Ҡом-ҡырсынлы ярға һуҙып һалдылар, күкрәген баҫҡылап, яһалма тын алдырырға маташтылар, салҡатан әйләндерел, елкәһенә һуҡтылар. Әммә фәтеүә булманы. Ғәлимйән үлгәйне инде. Эх, ҡустым, ҡустым, әйттем мин һиңә, ә һин тыңламаның, һәр ваҡыттағыса үҙ һүҙле булдың, ағайҙы тыңларға кәрәк шул, тип һөйләнде.
– Тәрәнгә ингән бит, йөҙә белмәгән кеүек тә ине, – тине егеттәрҙең береһе.
– Аяҡтарын көҙән тартҡандыр, һыу өҫтө йылы булһа ла төбө шишмә кеүек һалҡын бит,
– тине икенсеһе.
– Һеҙ бер тирәлә йөҙҙөгөҙ ҙә инде. Батып барғанында тауыш-фәлән бирмәнеме ни? – тип ыҫылданы Дамир.
– Юҡсы, ишетмәнек. Беҙ йөҙгәндә ул да шунда ине, беҙ сыҡҡас батҡан инде. Янында булһаҡ ярҙам итер инек тә.
Дамир тағы ниҙер әйтергәме, һорарғамы уҡталды ла ниңәлер өндәшә алманы, башын сайҡап ҡулын ғына һелтәне. Уның ишараһы буйынса егеттәре мәйетте өҫкәрәк, үләнгә үк һөйрәп һалды. Һәм табын элеккесә дауам итте.
Байтаҡ күңел асҡас осло күҙле егеттәрҙең береһе үҙҙәренән әллә ни йыраҡ та түгел, ярҙағы бейек ҡамыштар араһында, берәүҙең ҡармаҡ һалып ултырғанын шәйләне.
Быға тиклем нисек күрмәгәндәр? Сыбар йәшел күлдәге, шундай уҡ йәшел салбар кейгән икән шул, хатта башындағы кәпәсе лә йәшел төҫтә. Тимәк, уларҙы күреп, Ғәлимйәнде батырғандарын ҡарап ултырған... Ҡәһәрең... Тауышы ла сыҡманы бит әле.
Егет терһәге менән Дамирға төрттө лә балыҡсы яғына ымланы. Дамир тәүҙә иптәшенә, унан баш иҙәгән яҡҡа боролдо. Күрҙе. Күҙҙәре түңәрәкләнде, яңаҡ мускулдары тартышты, шашлыҡ киҫәген ауыҙына килтергән еренән яй ғына кире төшөрҙө.
– Эй, балыҡсы брат, кил беҙҙең янға, тот йөҙ грамм.
Теге ҡуҙғалманы. Яуап та бирмәне. Дамир хәҙер уға түгел, ярандарына өндәште.
– Бар әле, килтерегеҙ шуны елтерәтеп. Ишетмәмешкә һалыша. Ҡолағын ыуғылап алығыҙ, асылып китер.
Балыҡсы янауҙы ишетте. Яй ғына ҡалҡынды. Оҙон ҡармаҡ сыбығын ергә һалды ла табын янына атланы. Лутсы барайым, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндер.
– Бәй, Әхиәр, һин түгелме ни? Сәләм-сәләм, шунан, ҡабамы? Күптән ултыраң, ахыры. Балыҡ тоторға әүәҫлегеңде белмәгәйнем, – балыҡсы үҙҙәренә яҡынлағас Дамир ғәжәпләнеп һөйләнде. – Егеттәр, был минең ауылдаш ағай, таныш булығыҙ.
– Һеҙҙең бөтәһе лә туған, ауылдаш, – тип мөгөрҙәне ярандарының береһе ҡәнәғәтһеҙ генә.
– Бәй, ысынлап ауылдаш! Донъя тар, кем әйтмешләй. Әйҙә, яҡын кил, табыныбыҙҙы уртаҡлаш. Беҙ ҡайғынан, ҡайғынан! Ай, иҫәр булып сыҡты Ғәлимйән ҡусты. Иҫерек көйө күлгә төштө лә батты. Саҡ табып, һөйрәп сығарҙыҡ. Көҙән тотҡандыр йә йөрәге туҡтағандыр. Әйттем, төшмә, тинем, тыңламаны. Үҙһүҙле, бүкән күҙле булды ғүмере буйы. Бына хәҙер яуап бир инде. Һин үҙең дә күреп ултырғанһыңдыр инде. Шаһит кәрәк булһа, ҡеүәтләрһең, Әхиәр ағай. Әйҙә, ултыр яныма. Мә, тотоп ебәр, бер һүҙле булайыҡ, закусывай, әллә ашағанһың, әллә юҡ... – Дамир мышҡылдатып танауын тартты, күҙҙәрен һөрттө. – Тормош ҡатмарлы нәмә шул...
Бына ошо икәү батырҙы Ғәлимйәнде, – тине Әхиәр көтмәгәндә, йөҙө асыулы, нәфрәтле, әммә тыныс ине. – Ике яҡтан йөҙөп килделәр ҙә береһе арттан йәбешеп башын һыуға тыҡты, икенсеһе ҡулынан тартты.
– Нисек ... батырҙы? Ошо егеттәрме? Һин дөрөҫ күрмәгәнһең, Әхиәр ағай, ул үҙе батты. Не может быть! Егеттәр, шулаймы, әллә ағай әйткәнсә, һеҙҙең этлек булдымы? – Дамир күҙҙәрен аҡайтып алмаш-тилмәш ярандарына текәлде.
– Юҡ, Дамир Шакирович, нишләп беҙ ти инде? Алла һаҡлаһын. Беҙ ни һыу индек тә сыҡтыҡ, ул ҡалды. Ҡараһаҡ, ярҙа ла, һыуҙа ла юҡ. Һеҙ әйткәс кире төштөк эҙләргә, йөрөй торғас саҡ таптыҡ. Шып-шым ғына төпкә киткән дә ҡуйған, – егеттәрҙең береһе шулай һөйләнде.
– Эйе, дөрөҫ, мин уларға, үҙемә ышанғандай ышанам. Ул үҙе батты, Әхиәр ағай.
– Дамир, мин бит һуҡыр түгел, күреп ултырҙым батырғандарын.
– Күреп торғас ниңә әйтмәнең, ҡысҡырманың һуң? Мине лә танып ултырғанһыңдыр әле? Вәт свидетель, былар батыра, ә ул спокойно ҡарап ултыра, әммә өндәшмәй. Бәлки һин үҙең төшөп батырғанһыңдыр, ә? Короче, Әхиәр ағай, шулай, һин бында булманың, бер нәмә лә күрмәнең. Аңлашыламы? Һөйләнеп йөрөһәң телеңде тиҙ ҡыҫҡартырбыҙ. Тормош үтә лә ҡатмарлы нәмә...
– Дамир Шакирович, һөйләнһә ни, уға кем ышанһын?
– Һүҙ китәсәк. Йәшереп булмай, мал түгел, кеше. Әхиәр ағай, хужалығығыҙға берәй ярҙам кәрәкмәйме? Ремонт, материал, ағас, таҡта, тимер, мәҫәлән. Ярҙам итермен. Аҡсалата ла мөмкин. Ҡайҙа эшләгәнемде, мөмкинселегемде беләһең.
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Үҙең әйттең бит, мин бында булманым, бер нәмә лә күрмәнем.
– Дөрөҫ яуап, Әхиәр ағай. Һин бит аҡыллы кеше. Мин иҫкәрттем генә.
Күпме көсләһәләр ҙә балыҡсы араҡыға ла, брезент буйлап тәртипһеҙ сәселгән ризыҡҡа ла ҡағылманы. Берсә Ғәлимйәндең мәйетенә, берсә күлгә текәлеп, ҡымшанмай ултырыуын белде. Тулҡынланыуын белдермәҫкә тырышһа ла, эсендә нәфрәт, асыу ҡайнағанын яңаҡ мускулдарының тартышып, ҡулдарын ыуғылауынан күреп була ине. Бер аҙҙан ауыр ҡалҡынып, ярҙағы ҡамышлыҡта ҡалған ҡармағы
яғына атланы.
– Әхиәр ағай, ярар һау бул, әйткәндәрҙе онотма, – тип ҡалды Дамир уның артынан. Әхиәр әйләнмәне лә, яуап та бирмәне.
Дамирҙың егеттәре, аңламаныҡ, шулай китәме ни, тигән ҡиәфәт менән хужаларына текәлде. Дамир ярандарына алмашлап ҡараны ла баш сайҡаны. Тегеләре яурын һикертте.
Сәйнүкте, ҡаҙанды түктеләр, өҫтөндәге ризыҡтарҙы ҡыуаҡ төбөнә һирптеләр ҙә, мәйетте брезенткә төрөп багажникка тыҡтылар. Ашығып ҡуҙғалып китеп илле- алтмыш метр самаһы ара үткәс ҡапыл туҡтанылар. Йүгерешеп төшөп Ғәлимйәндең машинаһын һыу ситенә үк этеп килтереп ут төрттөләр.
Иртәгәһенә эңерҙә Әхиәрҙең ауыл осондағы өйө янына сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Ялтыр кабинаһынан берәү төшөп уны ихатаһынан саҡырып сығарҙы ла, әйҙә әле, һүҙ бар, тигән булып машина артына ымланы. Кабинанан йәнә берәү төштө, эскә ултырырға ҡушты, Әхиәр тыңламағас, башына ауыр асҡыс менән һуҡты. Ҡамырға әйләнгән кәүҙәне йәһәт кенә багажникка тыҡтылар ҙа китеп тә барҙылар.
Ауылдан илле саҡрым самаһындағы һөҙәк тау битләүендә яңғыҙ ҡарт ҡарағай янында туҡтанылар. Аңына килгән Әхиәрҙе, багажниктан һөйрәкләп сығарып, аяғына баҫтырҙылар. Күҙ бәйләнерлек ҡараңғы ялмағайны инде тирә-йүнде.
– Әхиәр ағай, һин кисә Зәңгәркүлдә булдыңмы, юҡмы? – Дамир, терәлеп тигәндәй ҡаршыһына баҫып һораны.
– Юҡ, булманым, – балыҡсы соҡор-саҡырлы, күләүек-һыулы тау юлынан ойпаланып килеп тәненең ауыртыуынан йөҙөн һытып саҡ ике һүҙ һығып сығарҙы.
– Һинең ҡармаҡ һалып ултырғаныңды күргән кешеләр бар бит.
– Унда булмағас нисек ҡармаҡ һалайым? Мин һеҙҙе лә күрмәнем. Дамир ҡустым, ебәр, әйтәм бит, бер нәмә лә күрмәнем. Ҡурҡма, минән һүҙ сыҡмаҫ.
– Ә минең егеттәр ниңәлер һиңә ышанмай, – Дамир алмашлап ярандарына ҡараны. – Һинең Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәнеңде еңгәй белмәй булмаҫ?
– Белә инде. Нисек әйтмәй йөрөйһөң? Әле лә һеҙҙең алып киткәнде күрҙе, – Әхиәр Дамирҙы ҡурҡытырға ниәтләп шулай тине.
– Бына бит, – Дамир ҡулдарын бөйөрөнә таянып берауыҡ өндәшмәй торҙо. – Әпәт свидетель. Улайһа еңгәне лә «тыйырға» тура килер.
– Дамир, зинһар, ҡағылма уға. Еңгәңдең бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ! – Әхиәр илап ебәреүҙән саҡ тыйылды, ирендәре ҡалтыранды, күҙҙәре аҡайҙы.
– Шакирович, һүҙ бутҡаһы тыңлар өсөн килдекме ошо тиклем ергә? – тип ҡыҫылды ярандарының береһе. – Бәйләнек – эш тә бөттө. Кеше килеп тапҡансы һөлдәгә ҡаласаҡ.
– Ҡараңғы төшә, аҙашып йөрөүебеҙ бар. Соҡор ҙа-саҡыр, һыу, батып ултырһаҡ, – тип йөпләне иптәшен икенсеһе. Ҡайтыу юлын ҡайғыртҡас, быныһы шоферҙарылыр.
– Ауыҙын скотч менән сырмайым. Нимә тип тыңлап торабыҙ? Ҡана...
– Давай, йәһәт кенә.
– Дамир ҡустым, минең ни ғәйебем? – шулай тип кенә әйтеп өлгөрҙө Әхиәр, йәнә башына тондорҙолар.
– Ғәйебең бар шул, ағай, кәрәкмәгәнде күреп ултырҙың.
Елкәһе аша алып ауыҙын ҡалын скотч менән сырманылар, инәнән тыума сисендерҙеләр, ҡулдарын, аяҡтарын ҡарағайға айырым бәйләнеләр, ағас аша биленән ураттылар. Ҡабаланып ҡуҙғалып киткәнендә ул һаман аңына килмәгәйне әле.
Ул нисек тә бәйҙән ысҡынырға тырышты. Асырғанып ҡулдарын тартты, аяҡтарын ҡыймылдатты – бәлки йүнләп бәйләмәгәндәрҙер – ләкин синтетик шпагат епте бушатырлыҡ түгел ине. Киреһенсә, һыҡты ғына. Етмәһә, теге ике башкиҫәр, Дамир ҙа ҡушылғандыр, епкә һейеп, уны еүешләгәйнеләр. Ауыҙын сырмаған скотч та ныҡ йәбештерелгән.
Шулай өс көн, өс төн торҙо ғәйепһеҙ балыҡсы ҡарағайға сырмалған килеш. Тәүҙә тартылырға, ҡыймылдарға көсө бар ине әле, яйлап хәле бөтә барҙы, бөтә барҙы. Асыҡты, һыуһауҙан тамағы кипте. Уныһына ла түҙергә мөмкин, бына серәкәй, күгәүен оторо йонсота. Әрһеҙ хәшәрәттәр бөтә тәнен һырып алды. Тешләүҙәре тәүҙә ауырта, ҡысыта ине, тора-бара уны ла һиҙмәй-тоймай башланы, тотош бер һыҙлауға әүерелде лә ҡуйҙы. Туйып төшкәндәре урынына икенселәре йәбешә. Күҙ, танау тишектәренә, ҡолаҡтарына кергәндәре, йән еренә ҡаҙалғандары инде энә ҡаҙаған кеүек. Тәне буйлап ҡырмыҫҡалар, тағы әллә ниндәй бөжәктәр йүгерешә, ҡарағай башына һайыҫҡандар, эре-эре ҡоҙғондар ҡуна башланы...
Бер мәл күҙен асһа алдында айыу баҫып тора. Ике балаһы ла бар. Айыу яҡын үк килеп, уны еҫкәне, башын сайҡаны, унан томшоғон өҫкә күтәреп үкереп ебәрҙе. Торҙо-торҙо ла китеп барҙы. Ниңә ботарламаны, былай этләнгәнсе үлеп ҡотолор инем яфаларҙан, тип уйланы балыҡсы томаланған аңы менән. Йәне булғанға теймәгәндер, уға мәйет кәрәктер. Хәйер, ысынында тере мәйет ине ул.
Икенсегә аңы ҡайтҡанда, эргәһенән боландар үтеп барғанын шәйләне. Баштарын текә тотоп, берсә өркөп, берсә ғәжәпләнеп уға ҡарайҙар. Әммә яҡынламайҙар. Байтаҡ киткәс тә боролоп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙолар. Һикерәндәп ҡуяндар үткеләй, төлкө темеҫкенә.
Бер мәл бала-сағаның сыр-сыу килгәне ҡолағына салынды. Улар ҡарағайҙан йыраҡ та түгел үтеп бара, араларынан берәүһе ҡапыл уны шәйләне лә башҡаларына ҡысҡырҙы. Балыҡсы уларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡыймылдарға, башын борғоларға тырышты, әммә бер көтөү мәктәп балаһы ағасҡа ҡуша бәйләнгән шыр яланғас кешенән – бәлки, ул кеше түгелдер, шайтан бисура, йәки урман эйәһелер – ҡоттары алынып эләгә-йығыла тау түбәненә йүгерҙе. Араларында ир-егет уҡытыусылары ла бар ине. Ғәжәп, ул да ҡурҡты яҡын килеүҙән. Бала-сағаның урман буйлап экскурсияла йөрөп ятыуылыр, моғайын.
Самолет осоп үтте, төнөн йондоҙҙар атылды. Дөбөр-шатыр күк күкрәп биҙрәнән ҡойған ише ямғыр яуҙы, ялағай ялтланы. Ямғыр һыуы бер ни тиклем еңеллек килтерҙе, тәнендәге серәкәй, күгәүендәрҙе, лайлалы әллә ниндәй бөжәктәрҙе, ҡырмыҫҡаларҙы йыуып төшөрҙө...
Ҡарағайҙы уратып йәш ҡыҙҙар әйләнә. Матур кейенгәндәр, барыһы ла оҙон толомло, баштарына төрлө төҫтәге сәскәләрҙән таж үреп кейгәндәр. Улар күңелеңде аҡтарып сығарырлыҡ һағышлы йыр йырлай. Мәктәп балалары тиһәң, олораҡ һымаҡ, клубтарындағы үҙешмәкәр ансамбле тиһәң йәшерәктәр. Йөҙҙәре таныш түгел.
Ҡыҙҙар томан араһына инеп юғалғандай яйлап һүнә бара, арттарынан аттар өйөрө пәйҙә була бара. Өйөр шулай уҡ ҡарағайҙы уратып саба башлай, ҙур түңәрәк яһап сабалар. Кешнәйҙәр, ярһығандар, нимәнәндер өрккән, ҡурҡҡан кеүектәр. Әллә берәйһе баҫтыра, әллә өйөр алдынан барған аҫау айғырға ҡороҡ ташларға йыйына. Иғтибарлабыраҡ күҙ һалһа, ҡара йылан ише оҙон сыбыртҡы менән уларҙы бынау Дамир ҡыуа, имеш. Яра ғына. Меҫкендәр, ниңәлер, әлеге түңәрәктән сыға алмайҙарсы. Үҙе, әленән-әле, һеҙ хәҙер минеке, барығыҙҙы ла иткә оҙатам, Ғәлимйәнгә – шиш, бирмәй маташты, әрем тел, тип һөрәнләй. Шунан ҙур йылҡы өйөрө үрәпсей-үрәпсей, янғын эсенә инеп юғалды ла, тауҙай өйөлөп, шашлыҡ булып килеп сыҡты...
Йәнә өс көндән балыҡсы иҫенән яҙҙы, кәүҙәһе буш тоҡ кеүек һәленеп төштө. Тәненә батҡан нәҙек ептәргә күпме аҫылынып торғандыр, кемдеңдер ауыҙын томалаған скотчты яй ғына аҡтарғанынан аңына килде. Ептәрҙе ҡырҡҡылағанын да хәтерләй. Бәйҙән ысҡынғас аяҡ быуындары тотмай ҡолап китте. Күпме ятҡандыр, хәтерләмәй, күҙҙәрен асҡанда Алла бәндәһе янында юҡ ине. Әллә бөтөнләй булманыламы? Балыҡсы тубыҡланды, терһәктәренә таянды, ҡарағайға йәбешә-тотона аяғына баҫты ла тәнтерәкләй-тәнтерәкләй тау түбәненә атлап китте. Абынып йығылды. Бысраҡ, күләүек-һыуға, соҡор-саҡырлы һуҡмаҡ ишаратынан бары торғас ҡуйы урманға инде, шунан бесән сапҡан туғайға аяҡ баҫты. Туғай уртаһында яңы ғына ҡойолған кәбән ултыра. Кәртәләп тә өлгөрмәгәндәр. Балыҡсы шунда тәнтерәкләне. Хәле юҡ, арыған, уға ял кәрәк. Шунһыҙ артабан атлай алмаясаҡ. Ҡоро бесәнде тартҡылап, эткеләп өң яһаны ла шунда инеп ятты. Башы терәлеү менән йоҡлап та китте.
Күҙҙәрен асҡанда ҡояш байтаҡҡа күтәрелгәйне. Аллаһ бәндәһе кисә төш тирәһендә ысҡындырһа, тәүлек самаһы йоҡлаған булып сыға. Аңы теүәл, тәне ял итте, йоҡоһо туйҙы. Кәрәк йүнәлеште самаланы – беленер-беленмәҫ әлеге юлды ташламаһа, ауылына сығарасаҡ. Кеше күҙенә салынмаҫҡа, бигерәк тә теге хәшәрәттәргә осрамаҫҡа кәрәк. Берҙән-бер мәсьәлә шул. Асығыуы быуынһыҙ итмәҫ борон.
Ауылына яҡынайған һайын теләгенә ҡаршы кешеләр тап булды. Яҡындан күргәне ситкә тайпылды, бармағын сикәһе тирәһендә әйләндерҙе, көлдө, аптыраны, йыраҡтан шәйләгәне – туҡтап ҡарап торҙо. Тәүҙәрәк ҡыйынһынһа ла килә-килә балыҡсы үҙенең яланғаслығына өйрәнде, күнекте. Нишләһен, сараһыҙҙан бит. Көнө буйы атланы. Осраған шишмә-күлдәргә ятып һыуһынын ҡандырҙы, бөрлөгән, ҡурай еләге ҡапты. Йәнә бер кәбән эсенә инеп төн үткәрҙе. Һәм икенсе көндөң кисенә ауылына ҡайтып етте. Төнгә йыраҡ, түҙә алмай, картуф баҡсалары аша өйөнә яҡынланы. Малын эҙләп әрәмәлектә йөрөгән күршеһенең бисәһен ҡурҡытты – теге, уны, күрәһең, таныманы, сәрелдәп өйөнә сапты. Ҡоро һөйәккә ҡалған, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан яланғас әҙәмде ҡайҙан таныһын инде? Соланына ингәйне, өйҙән сығып килгән ҡатыны ҡулындағы сәйнүген ташлап ултыра төштө. Танығас, ҡосаҡлап алды ла, һинме был, тип түгелеп илап ебәрҙе. Балыҡсы, кейем бир йәһәтерәк, тип көскә әйтә алды. Өйгә ингәнендә ишек тупһаһына эләгеп йығылып китте. Ҡатыны кейем тапҡансы, элгестә элеүле торған пинжәген эләктереп диванға ауҙы. Кейенгәс, ҡалтырана-ҡалтырана бер сүмес һыу эсте, хәлен һөйләне. Ҡатыны, әллә ниндәй кешеләр килеп уны һорағандарын бәйәнләне. Һин нимә тип яуапланың һуң, тигәс, Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәйне, шунан ҡайтманы, юғалды, тип әйттем, тине. Үҙе, төнөн күрше ауылда йәшәгән бер туған һеңлеләренә барып йәшеренергә кәңәш бирҙе. Сөнки теге кешеләрҙең йәнә килеүҙәре ихтимал... Ашағас, мунсаға йылымыс һыу ташып ҡабалан- ҡарһалан сайҡанды ла баҡса артынан күрше ауылға юл тотто. Әхиәр бер әжәлдән ҡотолдо, икенсеһенә һис юлығырға түгел. Тимәк, ул юлда саҡта барып ҡарағандар, юҡлығын күреп, эҙләп йөрөгәндәр. Ниндәй мөғжизә менән тап булышмағандар, аптыраҡ. Кәбән төбөндә йоҡлаған мәлендә үтеп киткәндәрҙер...
Көҙөнә ҡаланың билдәле бизнесмены, ит комбинаты директоры Дамир Шакирович ғәйеп булды. Иртәнсәк эшенә киткән, йомош менән ҡайҙалыр барып килгән, төшкөлөгөн комбинатта ашаған, кисенә машинаһында ҡайтырға сыҡҡан, әммә өйөнә ҡайтып етмәгән...
Оҙаҡ эҙләнеләр, төрлө фараздар булды. Эшендәгеләрҙән, ғаиләһенән, дуҫ-иштәренән һорау алып бөттөләр. Әммә береһе лә кәрәкле мәғлүмәт бирә алманы. Юғалғандан бер ай үткәс кенә сереп ҡурышҡан мәйетен таптылар. Ауылынан илле саҡрымдағы тау битләүендә. Яңғыҙ ҡарағайға сисендереп, сырмап, ауыҙына елемле таҫма йәбештереп киткәндәр, тиме. Ундалығын кем белгәндер, шулай уҡ билдәһеҙ. Хәйер, участкаһын тикшергән лесник күргән, тигән хәбәр ҙә йөрөнө.
Йылтырап торған ҡара иномаркаһы ла эргәһендә торған икән...

Фото: oir.mobi

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в