Ағайымды эскәмйәгә ултыртыу маҡсаты менән, бер ҡаҙаҡҡа ҡарап: "Рядовой Кәримов, урыныңды оло кешегә бир!"– тип бойороуға, һалдат һикереп торҙо.Ҡустының белмәгән кешеһе юҡ, тигән кеүек аптыраған ҡараш ташланы миңә ағайым. Мин билет эҙләп йүгерҙем. Бер генә танышым бар, ләкин унда индермәйҙәр, ҡораллы ике кеше тора. Мин партбилетты сығарыу менән үткәрҙеләр. Сәғәт тә үтмәне, билет алып килеп тә сыҡтым. Самолет Ленинградҡа иртәгә таң менән оса, әлегә ҡайтырға булдыҡ. Ул арала рядовой Кәримов та иҫенә килде, мине танымауын белдерҙе . Мин һеҙҙе белмәйем,тисе. Ә мин уны ҡайҙан белергә тейеш? Тик фуражкаһының эсенә хлорка менән Кәримов тип яҙылған. Бар танышлыҡ шунан ғына.Ҡаҙаҡтар юмор ярата икән, рәхәтләнеп көлдөк. Ә бөгөн ҡаҙаҡ илендә хәлдәр һис тә көлөрлөк түгел. Иҫән-һау булығыҙ!