+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ғинуар 2022, 20:00

Оҙон юлдың башы

Яратыуға һис кем түҙә алмай – Һулҡ-һулҡ әрней йөрәгем. Быйыл ҡыш ҡаты килде. Һуңғы йылдарҙа шартына килтереп ҡыш яһай алмауының ҡоһорон ҡайтарғандай, тәбиғәт ҡарын да, һыуын да, буранын да йәлләмәне. Өс үркәс ауылында һыуыҡ бабай айырыуса дәрт менән типтергәндәй: соҡорҙараҡ, өс тау араһында боролош яһап аҡҡан йылға үҙәнендә ултырған ауыл тотошлайы менән тиерлек ҡар аҫтында ҡалды; урамдың ике яғында ҡара-ҡаршы ултырған өйҙәр ҡыйыҡтары менән типә-тиң көрт менән тоташты. 

Оҙон юлдың башы
Оҙон юлдың башы
Бындайын ҡарҙы, бынауса һыуыҡты, зил-зилә ҡуптарған бурандарҙы үҙ ғүмерендә аҙ күрмәгән Мазһар ҡарт кеүек ололар: “Әллә –лә-ә... был ни хәл булды был, әллә-лә-ә...” – тип тел шартлатты, баш сайҡаны..
 
***
Автобустан төшкәс автотрассанан ун өс саҡрым ситтә ятҡан Өс үркәс ауылына йәйәү атланы Мансура. Һуңғы бурандарҙың үтеүенә күп уҙмаған ахыры – юл юҡ. Ситтән килгән берәү булһа, ауылды таба ла алмаҫ ине. Әлдә ауылға электр уты илткән бағаналар бар, юл шулар тәңгәленән бара, һәр хәлдә күҙ бәйләнгәнсе ыратып атлағанда, аҙашмаҫҡа була. Унан – ҡалҡыулыҡ. Башына менеп етһәң, күңелдә өмөт уянып, йәнде йылытып, уттар йымылдағаны күренә. Мансураның өләсәһе йәшәгән Шанхай урамы ауылдан бер аҙ ситтәрәк, йылғаның, Ҡарандың, боролош яһаған ерендә айырылыбыраҡ ултыра. Мансура ғәҙәттә оло юлдан ҡалҡыулыҡты төшкәс үк борола һәм берҙәм һуҡмаҡ буйлап туп-тура өйҙәренә тарта торғайны. Әле һуҡмаҡ юҡ. Шуныһы шөкөр: ҡар ҡатып өлгөргән, ҡаты көрткә әйләнгән. Аяҡ батмағас, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ кәртә артынан ғына өйөнә килеп инер. Инеүен инер, ә кем уны ҡаршы алыр? Почта йөрөмәгән, телефон тотмаған, бер һүҙ менән әйткәндә Хоҙай тарафынан онотолоуға дусар ителгән Өс үркәс ауылында бөгөнгө көндә кемдең тере, кемдең юҡ икәнен дә белмәй бит ул...
Мансура уйҙары менән алға китһә лә, үткәне артҡа тарта. Арҡаһына аҫҡан йөк ауырлығынан түгел, эсендәге уйҙарҙан арый, һөрөнмәҫ ерҙә һөрлөгә, абынмаҫ ерҙә абына. Күңелендә – бушлыҡ. Сеңләп, зыңлап торған күңелдең иң тәрән биләмәләрен әрнеткән, йөрәген өтөп-көйҙөрөп алып барған һағыш.
Мансура атаһын хәтерләмәй. Белмәй. Иҫ инә башлаған сағы булдымы икән, әсәһенән ул бер саҡ уның хаҡында һораны. Йәй ине. Ул, әсәһенең эҙҙәренә баҫа-баҫа, еләктән ҡайтып килә. Арыған, һыуһаған. Улар эргәһендә тағы бер ҡыҙыҡай менән әсәһе килә. Бер түбәлә ял итергә туҡтанылар.
– Мин башҡа атламайым, – тине теге ҡыҙ, – арыным.
– Шунан? – тине әсәһе, биҙрәһендәге еләктәрҙе тәмләп, – нишләмәксе булаһың?
– Ятам да йоҡлайым. – Шул саҡ мотоцикл күренде. Ҡыҙыҡай һикереп торҙо. – Ура! Атайым! Атайым, килә!
Мотоцикл улар эргәһендә туҡтаны. Апай кеше артҡа, ҡыҙыҡай люлькаға ултырҙы.
– Еләгеңде апҡайта торайым, Сәбилә, – тине ҡатын, биҙрәгә үрелеп.
– Кәрәкмәй, күп ҡалмаған, – тип әсәһе күнәген бирмәне. – Хәҙер! Ферманы үтһәк, өс саҡрым ер ҡала!
Улар китте.
– Ә минең атайым ҡайҙа? Ул ниңә килеп беҙҙе ултыртып алып ҡайтмай? – Мансура уйға батҡан әсәһенең күлдәк итәгенән тартты. – Әсәй, әсәй тием!
– Атайың... ул бында юҡ. Ана күрәһеңме таштан һалынған аҙбарҙарҙы? Ул төҙөнө шуларҙы. Унан киттеләр, китте...
– Ә ниңә килмәй?
– Әрмән ине ул. Иленә ҡайтты. Һинең барлыҡты ла белмәй китте.
Мансура төшөндө: атаһы киткән. Исеме уның Әрмән. Аҙаҡ, беренсе класҡа уҡырға барғас, исемлекте уҡып барлағанда:
– Мөхәмәтова Мансура Рубен ҡыҙы, – тинеләр.
– Минең атайым Рубен түгел, Әрмән! – тине Мансура һикереп тороп. – Ул һыйырҙарға таштан аҙбар һалған! Үәт!
– Эйе, һинең атайың – әрмән, ләкин исеме – Рубен, – тине уҡытыусы, уның янына килеп. – Бик оҫта ҡуллы кеше булған икән атайың!
Мансура шымды. Әгәр үҫкәсерәк белһә был хаҡта:
– Эйе, оҫта булған. Мансураны әтмәләгән. Әтмәләгән дә – ҡасҡан! – тиер ине. Ә ул саҡта әсәһенә рәнйене: ниңә ул атаһының ысын исемен әйтмәгән? Ни был турала һөйләшер-аңлашыр зат юҡ эргәһендә – Мансура инде күптән балалар йортонда.
Ҙур ҡара күҙле, ҡара ҡашлы, милли үҙенсәлектән ҡоро ҡалмаған танаулы Мансура сит-ят ҡараштарҙы һәр саҡ тартты. Хатта ситтән тикшереү эше менән килеүселәр ҙә, Мансура осраһа: “Ә был ҡыҙыҡай... ҡайҙан?” – тип төбәшмәй, Мансураның милли сығышын байҡамай туҡтаманы. “Ә-ә-ә... әрмән ҡаны? Ҡара, әллә ҡайҙан күҙгә ташлана”, – тигән һүҙҙәр Мансураны көтөү артынан эйәргән себен-серәкәй кеүек оҙатты. Мансураның йәне көйҙө: бер ауыҙ әрмәнсә белмәгән көйө әрмән булып буламы икән?!”
– Һин йәмһеҙ түгел, – тине Мәймүнә өләсәһе Мансураға, – тик, атаң алыҫ йыныс кешеһе булғас, күҙгә ташланып бараһың. Әсәңдең башына йыуашлығы етте, һин бына уҫалыраҡ, тел-тешле бул. Яраһы сәскәһе булғас, тыуғанһың инде...
Яулығын ҡашын баҫыра биреберәк ябынып, өнһөҙ-тынһыҙ эшкә бирелеп йәшәгән әсәһе һәр саҡ күҙ алдында уның. Мансура – Сәбиләнең сәскәһе – әсәһе үлгәндә ни бары биш йәштә ине. “Өләсәң ҡарт, өҫтәүенә сирле, һин балалар йортона барасаҡһың”, – тинеләр уға. Һәм алып та киттеләр. Бәғзе йәйҙәрҙә Мансура өләсәһе эргәһенә ҡайта алды, ә бәғзеләрендә – юҡ. Килеп алған кеше булмаһа, уны ебәреп, кем башына бәлә алһын? Балалар йортонан һуң, кем булырға теләйһең тип һорап тороу ҙа юҡ – һөнәрселек училищеһы. Уҡырға һәләтле булһа ла, класташ малай менән етенселә үк енси бәйләнешкә ингән Мансураға ҡараш та шулай булғандыр инде. Дауахана койкаһында күп ҡан юғалтыуҙан саҡ үлмәй тере ҡалған ҡыҙыҡай үҙ-үҙенә: “Ғүмерҙә кейәүгә сыҡмам! Ғүмерҙә лә бер генә ир затын яҡын ебәрмәм!" – тип ант итте. Уның әсәһе лә бит ошо рәүешле донъя ҡуйҙы, тик ул өйҙә ятып йән бирҙе. Эргәһендә өләсәһенән башҡа ике ҡарсыҡ бар ине, шуларҙың береһе:
– Гонаһ! Йән ҡыйҙыҡ! Табып ҡына ҡуйманы! Малай ғына булған бит әле! – тип әсенде. – Мансура быларҙы яҡшы хәтерләй.
– Әйтеүе еңел дә ул, – тине Мәймүнә өләсәһе. – Сәбиләгә бер серкеү етмәгәндер шул? Берәү булһа – ҡулың бәйләнә, икәү булһа – аяғың да тышала. Бәлки, былай, Сәбилә лә йүнле-башлы иргә сығыр...
– Ирҙәрҙең арыуы – үҙ бисәһе менән йәшәй, Мәймүнә. Ит үлтерергә инеп сыҡҡандың файҙаһы, ана! – ул ишек төбөндәге тулы һыулы биҙрәгә күрһәтте.
Мансура быларҙы урындыҡтың ситендә, шаршау эсендә йоҡларға ятҡан ерендә ишетте. Ниҙелер һиҙенде, ә ниҙелер аңланы. Ә иң ҡыйыны: әсәһе иртәнсәк торманы, күҙҙәрен асманы...
Мансура иһә ун дүрт йәшендә дауахананың “Гинекология” тигән бүлегенә инеп ятҡанда ысынбарлыҡтан хыялды, тормоштан әкиәтте, баланан ҡурсаҡты айыра алмаған хәйләһеҙ йән эйәһе ине. Унда күргән- кисергәндәре лә ҡатын-ҡыҙ кисереше булмаған уның. Хәтерендә бер өлкән генә кәүҙәле бойоҡ ҡатын (йәше ҡырҡ тирәһе булһа, Мансураға ул оло тойолғандыр), тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, кемделер көттө. Уфтанды. Береһе килер ҙә: “Әйҙә, сыҡ! Бала булһын, тыуһын!” – тиһә, ул бынан хәҙер ысҡыныр төҫлө. Бер кем килмәне, ул иртәгеһенә “Операционная” тип яҙылған ишеккә беренсе булып инеп китте.
Мансура башҡаларҙы күҙәтте. Үҙендә эше юҡ. Шулай ҙа, сираты етә башлағас, был өлкәлә тәжрибәле күренгән бер ҡатындан:
– Ауыртамы? – тип һорай ҡуйҙы.
– Юҡ, рәхәт кенә.. Йоҡлағандағы кеүек..
Кемдер башын аҫҡа эйҙе, кемдер шырҡылдап көлөп алды.
“Тамуҡ, ахыры, ошо, – тип уйланы операция барышында Мансура, – Тамуҡ!”
Аҙаҡ, операциянан һуң, сиратта теге үҙе менән бергә торған ҡатын:
– Шунан... Нисек? Рәхәт булдымы? – тип һораны. Мансура стена яғына боролоп ятты, дауахананан сыҡҡансы бер кемгә бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шымды. Асыҡ-ярыҡ, илгәҙәк ҡыҙыҡайҙан ҡашын төйгән һытыҡ сирайлы үҫмергә әүерелде. Тимур менән дә араһын өҙҙө. Һигеҙенсене бөткәс, таралыштылар. Мансура һөнәрселек училищеһының штукатур-маляр төркөмөнә уҡырға инде, Тимур, туғандарым шунда йәшәй тип, Туймазыға китте, электрик һөнәрен һайланы.
Аҙаҡ – ятаҡханала койка-урын. Эш – төҙөлөш. Әле бер, әле икенсе объектты тапшырҙылар. Улар тапшырған йорттарға кешеләр күсенде, тәҙрәләрендә – селтәрҙәр, тәҙрә төптәрендә – гөлдәр хасил булды, кис булһа, ҡыҙыллы-йәшелле-күкле уттар тоҡанды. Кистәрен сығып, шул бәхетле тәҙрәләргә оҙон-оҙаҡ ҡарап торор ине Мансура. Ниңә уның, тик уның – Мансураның – ошо бәхеткә юлы ябыҡ икән? Ә бер отпускаһында ул тотто ла Өс үркәскә, өләсәһенә, ҡайтып китте. Ишектә уны ҙур ғына йоҙаҡ ҡаршы алды. Күршеләре: “Өләсәйеңде ҡустыһы үҙенә күсереп алып китте. Ул да яңғыҙ ҡалған”, – тине. Ике көн йоҡлағас, ул кире ҡалаға китергә булды. Бөгөнгө кеүек, трассаға тиклем 13 саҡрым араны йәйәү үтте. Юлда уны еңел машина ҡыуып етте.
– Әйҙә, ултыр, – тине автомобиль тәҙрәһенән башын сығарған егет. – Ҡаланың үҙенә тиклем алып барам!
– Ҡалаға?! – Мансура уға ғәжәпһенеп ҡараны. – Яҡын ер түгел. Күпме һорайһың? – Үҙе машина ишегенең тотҡаһына үрелде.
– Бер үпһәң, шул еткән, туташ!
– Пошел ты! – Мансура ишекте шарт япты.
– Эй, эй! Мин бит шаяртам ғына! Һин теге... Мәймүнә инәйҙең ейәнсәре Мансура бит!
– Шул, үҙе!
– Әйҙә, асыуланма! Мин машинаны стоянкала ҡалдырам. Ҡалала. Үҙем Себерҙә, вахтовкала. Оноттоңмо ни – мин Заһир бит!
Ул арала рейс автобусы күренде – Мансура ҡул күтәрҙе. Автобусҡа инеп барғанда артына ҡайырылды:
– Ғәфү ит, Заһир. Миңә – икенсе яҡҡа!
Юҡ, Мансураға ла шул бер яҡҡа ине. Ниндәйҙер эске ғорурлығымы, тәкәбберлегеме, әллә инде йөй-йөй булып ҡалған элекке яраһымы баш күтәрҙе – алсаҡ йылмайып үҙ янына өндәшкән егеттең саҡырыуын ҡабул итмәне. Онотмағайны уны Мансура. Бала саҡта бергә һыу инәләр ине, бергә уйнанылар ҙа. Ошо Заһирҙың дуҫы Ғәйфулла Мансураның күлдәген йәшерҙе бер. Көн һалҡынса, Мансураның теше-тешкә теймәй. Ҡалтырай. Сүкәйеп ултырҙы ла ҡатты. Бөтәһе лә таралды. Күлдәк юҡ. Нисек итеп ауыл урамы буйлап яланғас атламаҡ кәрәк? Былайҙа ҙа бит унан берәй нәмә булһа: “Әрмән – әрмәнде!” – тип көләләр...
– Бына! – башын күтәреп ҡараһа, ағас башында ошо Заһир ултыра. – Ал күлдәгеңде!
Ҡыуанысынан Мансура малайға “рәхмәт” әйтергә лә онотто, кейенеп алғас, ауылға тоҡойҙо. Аҙаҡ, йылдар үткәс, Мансура гелән: “Әгәр шунда Мансура балалар йортона китмәһә, Заһир менән аралары артабан нисек булыр ине икән?” – тип уйланы. Бала саҡтың яҡты бер иҫтәлеге булып ҡалды Заһир. Әллә уның менән йәнәш ултырып оло юлдан елдереүгә шул хәтирә ҡамасауланымы? Шул яҡтылыҡты Заһирҙың:“ Мин өйләнгән инде”, – тигән һүҙе боҙоуҙан ҡурҡтымы? Ә, бәлки, ул өйләнмәгән дә булғандыр. Бәлки... бәлки. Эҫе ине уға Заһир, бик тә эҫе ине...
Эйе... Юл оҙон. Хәтирәләр иҫкергән йорттоң стеналары кеүек, өҫкә ишелә, туҙаны зиһенде томалай, һағышы үҙәктәргә үтә. Мансура, тамағы кибеп, ҡар алып ҡапты. Рюкзагының бауын бушата бирҙе. Әллә һыуыҡ тынды ҡура, әллә февраль һыуығынан да өшәнесерәк кисерештәр артҡа тарта. Әммә теге саҡтағы шул ҡайтып килеү Мансураның тормошон ҡапыл үҙгәрергә мәжбүр итте: ул аҡса эшләргә сығып китте. Башта Грецияға юлланды. Ал-ял белмәй эшләне. Дүрт-биш йылдан үҙенә торлаҡ һатып алды. Ҙур түгел, әлбиттә, мәгәр йәшәрлек. Тик, бәхетһеҙлегенә күрә, ул йәшәгән утрауҙы һыу баҫты. Мансура тағы ла бер нәмәһеҙ тороп ҡалды.
Әмәлгә ҡалғандай, балалар йортонан алып дуҫ булған Динә Италияға, үҙ янына саҡырҙы. Мансураға юллыҡ аҡса һалды. “Квартира аласаҡмын. Барыбер үҙ мөйөшөм буласаҡ!” – Мансураның да тәҙрәләрендә аллы-гөллө ҡорғандар торасаҡ, гөлдәр балҡып сәскә атасаҡ. Таңдан тороп, кухняла газға сиратҡа тормаясаҡ! Дөйөм душтың бушауын ҡарауыллап ваҡыт үткәрмәйәсәк! Уға бит әле утыҙ ҙа тулмаған! Ул бөтәһен дә үҙ ҡулдары менән булдырасаҡ! Машина ла алыр. Заһир эргәһенән зыйлап үтеп тә китер. Бәлки, ҡул да болғар ул, бәлки... туҡтар.
Хыял ҡанаттары уны Италияла оҙаҡ, бик оҙаҡ йөрөттө. Башта тел белмәүе ҡамасауланы. Ярай, зиһене үткер – тиҙ өйрәнде. Эште бер тапты, бер юғалтты. Мыжыҡ, талапсан, ете ҡат тиреңде сығарғансы эшләтә торған итальянкаларға ла яраны. Балалар йортонда саҡта ул иртән тороу менән бәләкәйҙәр янына йүгерер ине. Сәстәрен үрә, түшәктәрен ҡарай, йыуындыра, кейендерә ине. Шул тәжрибәһе ярҙам иттеме – ул кеше ҡарауҙан сирҡанманы. Эштең ҡараһы, йә ағы булмай, ти торғайны Мәймүнә өләсәһе. Йәнә: эшләһәң, эш ҡарышмай, тине. Эшең кеше өсөн булһа ла, белгәнең – үҙең өсөн, тип тә өҫтәр ине. Бәләкәй генә буйлы, ҡаҡса ғына өләсәһе арыуҙың ни икәнен белмәгән кеүек ине. Бойҙай, арпа, тары сәсте. Шуларҙы төйөп, тирмәндә тартып, бутҡа бешерҙе. Еләк-емеш күп йыйҙы, киптерҙе, ҡаҡ ҡойҙо, майланы, тартып, май ҡушып йомғаҡлап та ризыҡ яһаны. Йәл, уның янына Мансура ғына һәр йәй һайын ҡайта алманы.
Италияла “баданка” – хеҙмәтсе, ялсы ҡатын булып йөрөгән саҡтарында ла күҙ алдында һәр саҡ өләсәһе торҙо: уның егәрлелеге – бер эштән дә баш тартмаҫҡа, уның сабырлығы – түҙергә, уның алсаҡлығы – һүҙ күтәрә белергә өйрәтте. Ниһайәт, аҡса тупланы Мансура. Шулай: Италия ҡарсыҡтары алған пенсия Мансураға хыялына ирешергә ярҙам итте! Ә бит үҙ илендә Мансура төҙөлөш һынлы төҙөлөштә эшләп тә осон осҡа саҡ ялғаны. Хатта отпускаларын да ял итмәй эшләп үткәрергә мәжбүр булды. Инде байыны. Фатирҙан ҡалған аҡсаһы өйөнә йыһазға етте. Тәҙрәләренә ҡиммәтле туҡымаларҙан ҡорғандар тектерҙе. Йыһазды ла бик ҡарап, һайлап йөрөп алды: сит ил байҙарының көнкүрешен тикшереп, күҙәтеп, үҙенсә һығымта яһағайны: ҡиммәтле икән, тимәк, оҙаҡҡа, ғүмерлеккә. Теге сиған халҡы әйтмешләй: арзан әйбер алырлыҡ бай түгелмен әле. Үҙенә уңайлы эш тә тапты: инглиз, итальян, грек телдәрен яҡшы белгәнлектән, тәржемәсе сифатында сит илдән килгән эшҡыуарҙарҙы оҙатып йөрөй башланы, репетиторлыҡ кәсебенән дә баш тартманы.
Тормошо яйланып, күңеленә һиллек килгән ваҡытта уға тағы нимәлер етмәй башланы. Урамға сыҡһа, бала етәкләгән парҙар иң элек күҙенә салынды; бала күтәргән, йә йөклө ҡатын – уның идеалы. Эх! Уға ҡасан ошондай бәхет тәтер? Әгәр тәтемәһә?..
Балаһыҙ йорт толҡаһыҙ. Үҙенең матурлығы, мөһабәтлеге менән эреләнеп ултырған кеүек бынау өй йыһазы. Өй тулы әйбер, ә күңел – буп-буш. Әллә кире Италияға сығып олағырғамы? Эш тапмай хитланыу, сиркәү бешергән йылы аш менән хушланып, ҡайҙа етте шунда төн ҡунып, бәхет ҡошоноң килеп ҡуныуын көтөү – бәлки тағы шул кәрәктер Мансураға? Тап ошондай күңеленең иләҫ-миләҫ сағында осраны уға Тигран Ашот улы Вардалян.
– Һеҙ... Ереванданмы? – тип өндәште уға ҡырҡ биш-илле йәштәрҙәге ир. – Мин һеҙҙе ҡайҙалыр осратҡан кеүекмен.
Банктан сығып килгән Мансура был оҙон буйлы, саҡ ҡына көмөш ялатылған ҡара бөҙрә сәсле, үткер ҡарашлы, ҡиммәтле духи еҫтәре аңҡып торған бәҫле кейемле иргә аптырап ҡараны:
– Юҡсы, мин нишләп... Еревандан булайым?
– Һеҙҙең йөҙөгөҙ ныҡ таныш, – китә башлаған Мансураның ир кеше сабырһыҙланып алдына сыҡты. – Таныш булайыҡ: мин Тигран.
– Бик һәйбәт. Ғәфү итегеҙ, мин бик ашығам.
– О! Эйе! Һеҙ... – Ул машиналар теҙелеп торған яҡҡа ҡараны.
– Юҡ, мин йәйәү.
– Һуң, ҡайҙа кәрәк? Зинһар, тәҡдимемде кире ҡаҡмағыҙ: мин һеҙҙе ҡайҙа теләйһегеҙ, шунда алып барам!
Мансура ысынлап та ныҡ ашыға ине: Италиянан әхирәте Динә бына-бына ҡайтып төшөргә тейеш. Самолеттың килеп етеренә бары ҡырҡ минут ҡалған.
– Әләйһәң, аэропортҡа! Такси саҡырғайным...
– Ни-ни! – Тигран еңел атлап автомобиленең алғы ишеген асты. – Мадам!..
Шулай башланды улар танышлығы. Танышлыҡ – дуҫлыҡҡа, дуҫлыҡ оҙаҡ та тормай яҡын мөнәсәбәткә әйләнде. Ошоға тиклем тешен ҡыҫып түҙеп, теге етенсе класта булған хәлдән һуң биргән антына тоғро ҡалып, ир-ат тураһында ишетергә лә теләмәгән Мансураны Тигран әллә арбаны, әллә тиләне: Мансура уның ихтыярына буйһондо. Хатта бер талайға күңелендә йөрөткән хыял ҡошо – Заһир ҙа онотолдо.
“Өрмәгән урындыҡтарға ултыртмам тигән ине” йырындағы кеүек, Тигран уны ысынлап та алиһәләй ҡәҙерләне. Уның менән үткәргән тәүге төнө – ысын мәғәнәһендә – ҡәҙер кисе булды.
– Ҡәҙерлем минең! Гәлсәр-яҡутым, алтын-көмөшөм, һине... ошо йәшеңдә ғиффәтлелер тип уйламағайным! Мин аҡылдан яҙам! Бәхетемдән сәсәп үләм бына! – тине Тигран, Мансураның бөтә тәнен ҡайнар үбеү менән оҙатып. – Шулай уҡ бер кемең дә булманымы ни? Ә һин бит мадонна! Илаһи! Ах... мин иренем, мин юҡ...
– Әгәр бала саҡтағы ауанлыҡтан килеп сыҡҡан бер хәлде иҫәпкә алмағанда, булманы, – тине Мансура, үҙе ысын ир арыҫланы тип атарлыҡ мыҡты Тиграндың ҡосағына нығыраҡ һарылды, хәленән килһә, уның менән бер бөтөн булып уҡмашыр ҙа, башҡа мәңге айырылмаҫ ине. – Ҡәҙерлем! Мин яратам һине, яратам!!!
Уның менән үткән биш айы – биш көндәй ҙә булманы. Иң аптырағаны: тәүге кистә үк ауырға ҡалды. Ҡыҙыҡ, ҡатындарҙың: “Ауырға ҡалғанымды һиҙмәй йөрөгәнмен...”, – тигәндәрен күп ишеткәне булды Мансураның, ә бит үҙе шунда уҡ, шул кистә үк үҙендә яңы яралғы яралғанын тойҙо. Күңеле һиллеккә, йәне йәннәткә олғашты. Донъяһы – түп-түңәрәк. Хоҙай уны ошо бөтөнлөктө, камиллыҡты, сихри илаһилыҡты татытыр өсөн ҡатын-ҡыҙ итеп яратҡандыр, биллаһи! Эргәһендә – һыйыныр кешеһе. Ул булмаһа, әгәр ул донъяға ниндәйҙер сәбәп менән тыумай ҡалған булһа, Мансура был бәхетте мәңге татый алмаҫ ине бит! Үҙ донъяһында, үҙ ише менән бергә бөгөн Мансура. Төнгө лампанан һүрән генә сәселгән ҡыҙғылт утта өй йыһазы ла күркәм, яғымлы күренә. Атлас тышлы мендәрҙәр, юрған – бөтәһе лә яғымлы, наҙ һәм иркәлек бөркә. Ана Тигран ниҙәндер тертләне, унан йәһәт кенә Мансураға үрелде, күкрәгенә ҡыҫты, ҡайнар ирендәре уның ебәктәй йомшаҡ түштәренә тап килде.
– Ҡәҙерлем! – Был һүҙ икеһенең ауыҙынан бер юлы сыҡты.
Әммә үҙенә яҙған батыры менән ҡауышҡандан һуң теүәл туғыҙ ай ҙа туғыҙ көн үткәс, бәхетле кәләш ул таба; малай ай үҫәһен көн үҫә, күп тә үтмәй, атаһы кеүек баһадир булып етешә, тигәндәр әкиәттә генә икән ул. Мансураға “ҡәҙер кисе”нән теүәл туғыҙ көн үткәс, хәсрәт даръяһын кисеүҙәр башланды: ул тамағына тәғәм ризыҡ ҡаба алманы. Ул ғына түгел: ниндәй генә ризыҡ күрмәһен – уҡшыта. Бөтә донъя гүйә арты менән әйләнде. Уны уратып алған кешеләр ҙә, һарыҡ тиреһе тунын сисеп, бүренекен кейҙе. Мансура хәлһеҙләнде, ҡапыл ябыға башланы. Тиграны алдына ни алып, ни ҡуйырға белмәй ҙә бит. Уның иғтибарлылығына, түҙеменә иҫе китте Мансураның: “Мөхәббәте шул саҡлы көслө, ахыры, – тип уйланы ул, – уның хәҙер яратырлыҡ ни ере ҡалды?” Дауаханаға һалдылар уны:
– Язваң асылған бит, ҡыҙыҡай! – тинеләр, эсәк йоттороп ҡарағас.
– Язва?! Ул миндә юҡ инесе...
– Булған ул. Элек. Хәҙер асылған, сөнки ашамайһың. Һиңә, ахыры, ауырыңдан бушанырға тура килер...
– Юҡ! Был мөмкин түгел!.. Был минең... һуңғы өмөтөм!
– Ай-һай... Әлбиттә, беҙ һинең организмды системалар, витаминдар менән йәшәтергә тырышасаҡбыҙ, ләкин балаға ул ғына етмәй.
– Мин бөтәһенә түҙергә риза, тик сабыйға теймәгеҙ. Миңә бит
ҡырҡ йәш! Аңлайһығыҙмы: ҡырҡ!..
– Беҙ аңлайбыҙ ҙа. Гипоксия. Бала нормаль үҫешә алмай.
Мансура бына шундай әсе һыҙланыуҙар, уҡшыу, болоҡһоуҙар эсендә ятҡанда, Тигран:
– Ҡәҙерлем! Беҙҙең бәхеткә юл асылып тора: минең дуҫ Арарат өйөн һата, – тине.
– Өйөн?!
– Ну!..
– Ә нишләп? – Мансура ул йортто күргәйне. Шуғамылыр ғәжәпләнеүе хатта бер талайға һыҙланыуҙарын онотторҙо. – Ундай йортто!.. Ниңә?
– Ҡайта ул. Ата-әсәһе ныҡ сирле. Шуға әйтеүем: Арараттың шундай мөғжизәне сит кешегә һатҡыһы килмәй.
– Әллә һиңә тәҡдим итә?
– Ну-у-у...
– Бик күп һорай микән?
– Күпме һораһа ла минең алиһәм һәм тыуасаҡ улым өсөн – йәл түгел.
– Рәхмә-ә-әт.
– Әйтмә... – Тигран Мансураның ауыҙын ҡайнар ирендәре менән ҡапланы. – Рәхмәт әйтмә. Минең донъяға тыуыуымды бер нәмә генә аҡлай: ул һиңә хеҙмәт итеү. Ҡолоң, олторағың булырға ризамын – тик һин бәхетле бул! Эй минең татлыҡайым, ожмах емешем! Ҡосағыңда эреп юҡҡа сығырға, эрергә, юғалырға риза бит мин!..
Ире ҡосағында аҙға булһа ла һыҙланыуҙарҙан арынған Мансура ҡәҙерлеһенең күкрәгенә башын һалды:
– Ни теләһәң, шуны эшлә, ҡәҙерлем. Тик ундай ҙур сумманы, ә мин ул йорт өсөн Арарат 10-дан да кәм һорамайҙыр, тип уйлайым, беҙҙең хәл...
– Яратам аҡыллы ҡатындарҙы! Һин шундуҡ аңланың, хаҡын да билдәләнең. Ах-а-ах! – Ул Мансураның битен, ҡулдарын, иңбашын, муйындарын өтөп алырлыҡ үбеү менән күмде. – Һине осратҡанса мин нисек йәшәнем икән?
Көн артынан көн үтте. Мансура үҙенең насар күрә башлауын һиҙеп ҡалды. Йә бер, йә икенсе күҙен ҡаплап уҡырға иткәйне, уң күҙе бөтөнләй күрмәй булып сыҡты. Ҡото алынған Мансура, “Гинекология”нан һорап сыҡты, “Күҙ институты”на тикшерелергә барҙы.
– Расслоение сетчатки. Вам срочно нужно оперироваться.
– Мин ауырлы!
– Бына шул биргән дә... Күҙең шунан өҙлөккән. Токсикозмы?
– Эйе. Ә ҡасан операцияға мөмкин?
– Йөгөңдән ҡотолғас.
– Нисек?!
– Шулай. Операция наркоз менән яһала, ә ул балаға – ҙур зыян.
– Бала тыуғанын көтәйек әләйһәң?
– Ул саҡта икенсе күҙеңдән дә яҙаһың.
Күҙ менән килеп сыҡҡан мәсьәләләрен Мансура Тигранға әйтә алманы. Сабый кеүек шатланып малай көтөп йөрөгән ғәзизенең кәйефен төшөргөһө килмәне. Ә бер килеүендә уның йөҙө бик борсоулы күренде.
– ЗАГС-ҡа барып өлгөрмәнек – һин дауаханаға индең, – тине ул. – Бәлки, һорап сыға алырһың? Ғариза биреп ҡуйһаҡ әле. Юғиһә, малайға мин кем булам?
– Ашыҡма, ҡәҙерлем... Миндә бит... ЗАГС ҡайғыһы түгел...
– Аңлайым, аҡҡошом! Ай-ҡояшым! Бәхетем! Ләкин һин мине лә аңла: ярты атай, ярты ир булып йөрөгән кеүекмен. Ах, ул ҡайһылай тибешә! – Тигран ҡолағын Мансураның ҡорһағынан айыра алмай. – Белә бит атаһының килгәнен! Тоя!
Мансура һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты, бала тирәһендә һүҙ ҡуйыртырға выжданы ҡушмағандай: үлсәүҙә – бала ғүмере һәм һуҡырайыу.
– Ҡәҙерлем, ә, өй нисек?
– Ә-ә! Өй! Ул минеке инде! Документтарҙы оформлять итә башланым. Тик... тағы 5 лимон кәрәк! Минең йыйған бол етмәне. Дөрөҫ, был хаҡта туған-тумасаға хәбәр ебәрҙем ебәреүгә... Һин был хаҡта борсолма! Йорт ҡайғыртыу – ирҙәр эше. Ә һин – сәскә. Нескә, хуш еҫле рауза!.. А-а-ах, нисек һағындым мин һине! Еҫеңде, үҙеңде, бәпесте...
Мансураға ҡыйын. Наҙға, яратыуға һыуһаған, ҡорһаҡһыған күңеле һулҡ-һулҡ әрней, ҡәҙерлеһен йәлләй, уға ниндәйҙер байрам, яҡшылыҡ бүләк иткеһе килә.
– Ҡәҙерлем, һин ҡартайған ата-әсәңде тартҡыслама: үҙебеҙҙең проблемаларҙы үҙебеҙ хәл итәйек.
– Нисек? Асығыраҡ һөйлә, ҡояшым?
– Минең фатирҙы һатайыҡ.
– О-о! Был минең өсөн ғәрлек! Мин – ир кеше, нисек итеп ҡатын-ҡыҙ ярҙамына мохтаж булайым! Мин бит әрмән ире!
– Юҡ, һин тыңла...
– Ғәфү ит, аҡҡошом, ҡатыраҡ бәрелһәм...
– Эш унда түгел. Беҙ бит һинең менән бер тән – бер йән. Шулай түгелме?
– О-о! Гәүһәрем, яҡутым, татлыҡайым... Мин һинең татлы ауыҙыңда бөртөк тешең булып ҡатырға риза!
– Кәрәкмәй, ҡатмай тор. Юғиһә, кем мине ҡосаҡлар? Кем наҙлар?
– Ғәфү ит, мин һинең юҡлыҡтан ғазапланам. Төндәрен һалҡын мендәр ҡосоп ятам, бөтә тәнем, йәнем һине һорай, дарманым һине көҫәй...
– Һин ғәфү ит мине, ҡәҙерлем, – Мансура тамағына тығылған йәштәрҙе йотто. – Һат минең фатирҙы. Евроремонты – сифатлы, үҙәктә. Этажы – йәһүттеке. Йыһазы – ҡиммәтле, уларҙың үҙенән генә бер лимон сығыр. Һат!
– Шулай тиһең...
– Эйе... Яңынан алырбыҙ. Яңы өй, яңы планировка. Әлеңге мебель ярамаҫ та хатта!
– Әгәр баш тартһам?
– Үпкәләйем!
– Ә мин һине үпкәләгән сағыңда ла яратам, хатта... нығыраҡ! Бәлки, бөгөн һорап сығырһың?
– Юҡ... ғәфү ит, ҡәҙерлем. Мин... үҙемде насар тоям.
Иртәгәһенә Тигран дауаханаға нотариаль контора хеҙмәткәре менән килде. Ҡырынмаған, йөҙө ҡырыҫ, ҡарашы – йыраҡта. “Ауыр кисерә. Әрмән ирҙәре – ғорур халыҡ шул”, – тип уйланы Мансура. Кистән дауахананан һорап сығып, ғәзизенең күңелен күрмәгәнгә үкенеп тә ҡуйҙы. Тик... үҙенең йәне ҡыл өҫтөндә. Етмәһә – ҡарынында бала тулай. Әллә һиҙә инде? Ул хәс тә сығып ҡасырға иткәндәй. “Генеральная доверенность” тигән ҡағыҙға мисәт ҡуйылды – ул үҙ көсөнә инде. Бынан һуң Мансура Мөхәмәтованың милке менән Тигран Вардалян идара итәсәк. Мансураның өҫтөнән йөк төштө: уның ҡәҙерле кешеһе тәьмин ителгән, йөҙ һыуын түгеп, кешенән бурысҡа аҡса һорап йөрөмәйәсәк. Улар ашығыс ҡына сығып китте. “Үбергә онотто”, – тигән уй йүгерҙе Мансура башынан. – Йә, ярай, кеше менән килгән, ҡабаланалыр”.
“Их, сабыйым! Көтөп кенә алған ҡолонсағым, һуңлап ҡына ярған ал сәскәм! Белһәң ине әсәйеңә нисек ауыр икәнен! Һуҡыр әсә бала ҡарай аламы? Тигран бар. Эйе, уға хәлде һөйләр Мансура. Ул нимә тиер? Яңғыҙ түгел әле, яратҡан, улар өсөн өҙөлөп торған ир аҫылы, балаһының атаһы бар”.
Бала тынғыһыҙлана. Ахыры ул әсәнең хәлен бөтә күҙәнәктәре менән тоя. “Һәр тере йәнгә әжәленең килеп еткәнен тойоу һалынған”, – тип кем әйткәйне әле... Ҡасан ишеткәйне.. Ә-ә-ә.... Балалар йортонда саҡта. Ит комбинатына экскурсияға алып барҙылар. “Колбаса нисек яһала – һеҙ уны белергә тейеш”, – тинеләр. Иң алда уларҙы “Бойня” тигән ергә индерҙеләр. Аттар сиратта тора. Сираты еткән аттың башына кувалда менән тондоралар. Ҡалғаны тиҙ: тиреһен һыҙырып, өҫкә аҫалар, ошоно күрә-күрә әжәлгә сират көткән аттар ярһый, сығынлай, был күренеште күрмәҫ өсөн баштарын ситкә бора, үҙҙәренең күҙҙәренән субырлап йәш аға...
Шул көндән башлап, Мансура колбаса ашауҙы туҡтатты, уны ауыҙына алмағанына утыҙ йыл. Аттар үҙенең әжәлен аңлағанды, уның ҡарынындағы бала ниңә аңламаһын? Бөгөн үк атаһына әйтер кәрәк булған! Нишләп әле Мансура баланың яҙмышын бер үҙе хәл итергә ята? Кем уға ундай хоҡуҡ биргән? Эйе, үҙ атаһы уны ташлаған. Ләкин ул бит әсәһе Сәбиләнең ауырлы икәнен белмәгән! Уның атаһы ла, бәлки ошо Тигран кеүек изге бер зат булғандыр? Ана, әле ул шылтырата: “Тыныс йоҡо, минең ҡәҙерлеләрем, бәү-бәү!” Яғымлы тауыш, хәстәрлекле ауаз. Ә Мансура, үпмәй китте, тип үпкәләй яҙҙы. И Илаһи! Ниндәй ҡөҙрәт менән бирҙең һин миңә был ирҙе?! Ә бит теге балалар йортондағы класташы, Тимур, армиянан: “Мансура, мин һине гел уйлайым. Йылдар үткән һайын нығыраҡ яратам. Мин армияла. Көт. Ҡайтыу менән өйләнешербеҙ. Беҙҙең күп, бик күп балаларыбыҙ булыр”, – тип хат яҙғайны. Мансура иһә: “Үткәнгә – салауат. Бала саҡ ауанлығы менән ҡылынһа ла, гонаһ – гонаһ булып ҡала. Гонаһлы үткәнемә ҡабат ҡайта торғаным юҡ”, – тип яуап яҙҙы. Шулай өҙөлдө аралары. Бер ниндәй әрнеүһеҙ өҙөлдө. Тигран – башҡа. Уның менән Мансура меңләгән ҡатын-ҡыҙҙың теләп тә көтөп ала алмаған бәхет кисерә. Эйе, биш ай – биш көндәй ҙә булманы. Бындай яратыуға, бындай ҡайнар ихласлыҡҡа Мансураның йөрәге нисек түҙҙе икән? Улай тиһәң, Мансура ла үҙендә вулкан булып ер ҡарынын аҡтарырлыҡ дәрт-дарман ятҡанын белмәй ине! Шуға ла тәүге ҡауышыуында уҡ ауырға ҡалды ул, бала ниндәй сапсан! Ҡайнар шул уның, Тиграндың ҡосағы. Үтә лә ҡайнар, үтә лә татлы уның менән үткән төндәре!
 
***
– Консилиум йыйыла, һинең операция мәсьәләһе шунда хәл ителәсәк, – тип шылтыраттылар Мансураға “Күҙ ауырыуҙары институтынан”.
– Ҡасан?
– Ике көндән.
Ул арала Тигран шылтыратты:
– Квартираны йыһазы-ние менән бергә алдылар.
– Шулай... тиҙме? – Мансураның башына ҡапыл ут ҡапты.
– Уңай килеп сыҡты – тине Тигран. – Әле бер бүлмәле квартираны ваҡытлыса файҙаланыуға алдым. Кис асҡыс биреп китермен.
– Асҡыс? Ул миңә нимәгә?
– Ҡайтып китерһең ул, сәс йыуырға, мәҫәлән.
– Һин бит мине килеп алаһың. Һине осратҡаны бирле ҡала транспортында йөрөгәнемде хәтерләмәйемсе...
– Ҡәҙерлем, мин бит былай ғына. Арлы-бирле хәл килеп сыҡһа тип, әлбиттә, йәйәү йөрөтмәйем! Йөрөтмәйәсәкмен дә... Һеҙ бит хәҙер икәү!
– Үбәм, ҡәҙерлем!
– Мин дә һине...
Кисен Тигран асҡыс килтерҙе:
– Тик һин, һөйөклөм, ингәс, күргәс, иҫеңде юйма: йыһаз – иҫке, обойҙар – өҙгөләнеп бөткән.
– Ә үҙебеҙҙең йорт, ул бит әҙер! Унда кеше йәшәй...
– Эшләнеп бөткән дә, газ, йылы һыу тоташтырылмаған.
Уңайлыҡтары булмаған өйгә һеҙҙе нисек алып ҡайтайым? Һеҙ бит – икәү!
– Эй! Нисек тә түҙер инек әле...
– Кәйефеңде төшөрмә, һин бит аҡыллы ҡатын. Минең һине үҙ һарайына ҡайтып ингән ханбикәне ҡаршылағандай ҡаршылау яһағым килә! Һин быға хаҡлыһың, һөйөклөм!
– Мин риза, тик... – Мансурала шул саҡ консилиум, баланың, үҙенең яҙмышы хаҡында һөйләп биреү теләге уянды. – Ҡәҙерлем, беҙгә... һөйләшергә ине.
– Һөйләшергә?! Ә беҙ әле нишләйбеҙ?
– Һөйләшәбеҙ, – Мансура уңайһыҙланыу аша көлөмһөрәне. – Мин башҡа нәмә хаҡында.
– Ҡәҙерлем, ваҡыт самалы минең! Газовиктар саҡыртҡанмын. Улар инде килгәндер, тышта көтөп тораларҙыр.
– Ҡәҙерлем, беҙ бит... кеше йәшәгән йортто һатып алдыҡ! Газовиктар, һыу – ул проблемалар булырға тейеш түгел ине бит?
– Һәр яңы хужа көнкүрешен үҙенсә ҡора. Арарат, әлбиттә, шәп коммерсант, ләкин күп нәмәне дөрөҫ уйламаған булып сыҡты. Ә мин – төҙөүсе-инженер. Бер юлы бөтә яңылышты төҙәтәм дә – аҙаҡ тыныс йәшәйбеҙ. Ярты-йорто эште енем һөймәй...
– Үҙең беләһең, ҡәҙерлем..
– Тик һин борсолма. Мин иртәгә, бәлки, килә алмам: йыл аҙағы, отчет. Иртәнән һуң да килерем икеле – тик һин хафаланма. Ике-өс көн түҙһәң... Түҙерһеңме?
– Түҙермен.
– Яратам аҡыллы ҡатындарҙы. Ә һин шуларҙың иң аҡыллыһы, иң сабыры, иң, иң иңе...
– Ярай, ярай... Бар, газовиктар килә тинең бит.
– Ах, эйе, газовиктар! Хуш, йәнем!
– Хуш...
Шулай хушлашты улар. Артабан – консилиум: Мансураның үҙен саҡырҙылар.
– “Промедление смерти подобно” , – тигән кеүек, – тине хирург. – Баланы алдырмай булмай. Бер аҙна ваҡыт һиңә. Шунан ҡалһаң, һуҡыраяһың, беҙ ярҙам итә алмаясаҡбыҙ.
– Ыһ-һ! – Мансураның йөрәген йыртып килеп сыҡҡан ауаз хирургты ла һиҫкәндерҙе.
– Аңлайым, ләкин... балаң тағы булыр, әммә сырағыңды ҡайтара алмаясаҡһың.
Мансура урамға сыҡты. Тәүге уйы – Тигранға шылтыратыу. Ҡуртымға алған фатирҙарының асҡысы ҡулында. Адресы иҫтә. Юҡ. Ҡайтайым, өйҙә көтәйем! Ул ни тиһә, шул булыр. Мин яңғыҙ түгел! Ошо уйҙар уға көс биргәндәй. Асып инде. Бик бөхәл генә фатир. Иҙәндә – бәйләм-бәйләм әйбер: Мансураның кейемдәре, китаптары, ҡашығаяҡ. Бөтәһе лә сумкала, йә төргәктә. Ниңә Тигран быларҙы, яңы йортҡа күсермәйенсә, бында килтерҙе икән? Күпме әйбер! Шуларҙы бит йәнә тегендә ташырға кәрәк! Эй, ир кеше – ир кеше инде. Исмаһам, китаптарҙы бында килтермәһә ни булған?! Аптыранды Мансура. Сисенергә лә онотоп, иҙән уртаһында шаҡ ҡатты ла ҡалды. Туҡта... шылтыратып һөйләшер кәрәк. Алып китһен ул был әйберҙәрҙе яңы йортҡа, бында бит... аяҡ баҫыр урын юҡ. “Абонент временно недоступен!” Тағы шылтыратты, тағы шул яуап. Ахыры арыны. Хәлһеҙләнеп, диванға ҡыйшайҙы. Йоҡлап киткән. Уянғанда ҡараңғы ине. Сит-ят донъя. Төн. Ҡылт итеп күргән төшө иҫенә төштө. Өләсәһе менән еләккә китеп баралар. Эре-эре ҡып-ҡыҙыл еләктәр осрай, ә өләсәһе һаман алға бара. Мансура бешкән еләктәрҙе тапауҙан ҡурҡа, өҙөргә эйелгәйне генә – торна балаһы. “Торна! Өләсәй, торна! Балаһы!”.. “Ҡуй, ебәр! Уны ни итәһең? – Өләсәһе уға ҡайырылып ҡарап тороп асыуланды. – Оҙаҡ ҡулда тотһаң, ҡош балаһы сиргә һалыша ул. Ебәр! Осһон! Ебәр, ебәр!.. Ысҡындыр!..”
Тигран ҡайтманы. Мансура керпек тә ҡаҡмай уның шылтыратыуын көттө. Иренеп кенә таң беленде. Мансура, барлыҡ хәлен йыйып, такси алып, үҙҙәренең яңы йортона китте. “Шундалыр, – тип уйланы. – Газ менән мәшәҡәтләнәлер, ә телефоны машинаһында ҡалғандыр. Күп тапҡыр шулай булғаны бар”.
Арараттарҙа икәүләп булғандары бар. Ҡунаҡсыл ул, алсаҡ. Тик ниңә китергә булдылар икән? Шул саҡлы шәп донъя ҡорғас, йәшәргә ине лә. Мансура ҡапҡаның ҡыңғырауына үрелде: “Зинь, зинь”. Эстән тауыш ишетелде:
– Кто там?
Атаҡ, был бит Арарат тауышы. Тимәк, ул китмәгән?
– Был мин – Мансура.
– Какая Мансура?
– Ну... Тиграна супруга!
– Тиграна? – Арарат ҡапҡаны асты. Аптырап Мансураға текәлде. Ниңәлер өйгә саҡырмай.
– Так в чем дело, девушка?
– Тигран нужен. Его ищу.
– Он же уехал!
– Куда?
– На родину.
Мансураның арҡаһынан һалҡын тир бәреп сыҡты.
– С родителями что-то?
– Какие-такие родители? Нет у него родителей. Давно их нет. Жена родила. Мальчика! А то все девочки были у него. Уехал он, уехал насовсем.
Хәлһеҙләнгән Мансура аяҡ аҫтында ер шыуғанын, ер менән үҙенең дә әллә ҡайҙа йәһәннәмгә осҡанын тойҙо.
– Девушка! Девушка! Не надо! Девушка...
... Һәм бына ул операция өҫтәлендә. “Өләсәмде төшөмдә юҡҡа күрмәнем, – тип уйланы. – Ул баланы ебәрергә ҡушты. Был – ишара!” Иҫенә йәнә етенсе класта башынан үткән хәлдәр төштө, теге тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп кемделер көткән ҡатын күҙ алдына килде. Ҡанға батып үлгән әсәһенең ап-аҡ йөҙө күҙ алдынан үтте. Береһенә лә һуңғы ҡарар еңел бирелмәүен төшөндө шул саҡ. Әсәһен дә, теге ҡатынды ла йәлләне, битенән борсаҡ хәтле эре йәштәр тәгәрәне. “Хоҙайым! Был баланың йәнен миңә кире ҡайтар, зинһар! Күҙҙәрем күрә башлағас, мин ҡабат әсә булырмын, тап ошо малайға әсә булырмын”... – тип ялбарҙы эсенән. Шунан йәнә ике операция. Улары – күҙенә. Уң күҙ әлегә күрмәй – йәнә ике, йә өс операция кәрәк, тинеләр. Ике айҙан килергә ҡуштылар.
Хәҙер ул Өс үркәскә ҡайтып бара. Уның башҡаса барыр ере, батыр күле юҡ. Әйберҙәрен әхирәтенә ҡалдырҙы. “Мин кире Италияға китәм. Лука саҡыра. Һин минең фатирҙа йәшәп ҡал әйҙә”, – тине Динә. Мансура баш тартты. Йәшәүҙән туйҙы. Арыны. Еләтте был тормош. Тик нисектер бер яҡыны ла булмаған ерҙә йән биргеһе килмәй. Киткәнендә кемдер илап та ҡалырға тейештер бит? Ауылда... Ул шунда тыуҙы. Шунда ҡайтып бара. Китмәҫ өсөн. Инде бер ҡасан да бер ҡайҙа ла китмәҫ өсөн. Мәңгегә. Ниңәлер кәүҙәһенең сит-ят зыяратта ятыуын теләмәне... Анау ҡалҡыуҙы үтһә, Өс Үркәсе. Шул уның мәңгелек төйәге.
 
***
Элек Мансура был ун өс саҡрым араны сәғәт ярымда үтә ине. Йәй көндәре бигерәк тә юл күңелле: тирә-яҡта, тау итәктәрендә – ҡайындар. Улар бала итәкле елфер күлдәк кейеп ҡабалана-ҡабалана ҡунаҡҡамы, йыйынғамы китеп барған еңгәләрҙе, ҡартыраҡтары уларға ҡарап-һынап торған ҡарсыҡтарҙы хәтерләтә. Ҡош тауыштары, әрем, кейәү үләне, ергән, тағы әллә күпме сәскә-үлән еҫтәрен таратҡан йәшеллек һулышты иркенәйтә, күңелде күтәрә. Ә хәҙер ҡыш. Ҡалын ҡар аҫтында ҡалған үҫемлектәр яҙ күкрәп сәскә атыр өсөн хәл йыя. Бына ҡояштың тәүге йылы нурҙары иркәләүе аҫтында иң элек умырзаялар морнар. Улар, ер ҡарынын өҙөп, йәшәү ҡомарын, тормош дәртен ҡеүәтләр бер моң булып яҙғы елгә, яҙғы шауға, ғәмғә үҙ йырын өҫтәр. Ә хәҙер – ҡыш. Һепертмә буран сығырға торған кеүек: ел әле бер, әле икенсе яҡтан килеп биткә беҙҙәй ҡаҙалыусан ҡар бөртөктәрен бәрә. Ошо һуңғы ҡалҡыулыҡҡа, һуңғы артылышҡа етһә, артабан ауылға еткәнсе – һөҙәк. Ел арттан булһа , йүгерә-атлай төшөргә була. “Ә унда? – Мансура ҡалҡыулыҡ башында, ҡарлы-ташлы теҙмәләр өҫтөндә, ҡарайып күренгән заттарҙы сырамытты. – Нимә былар? Кем?!” Яҡыная төшкәс, уларҙың дүртәү икәнен шәйләне һәм зиһенен: “Бүреләр!” тигән уй сыйып үтте. – Бүреләр...”, – былай ҙа аяҡтарын көскә һөйрәп килгән Мансураның ҡапыл быуыны ҡороно. Тамағы кипте. Шулай уҡ Өс үркәсте күрергә насип булманымы? Ә кем уны көтә Өс үркәстә? Кем? Ҡайтып, бер ботаҡҡа аҫылынып йән бирҙең ни ҙә, ас бүрегә ем булдың ни? Барыбер! Йәне-тәне, теше-тырнағы менән йәшәргә, әҙәмсә көн итергә тырышып та бер ни сығара алмаған Мансура өсөн – барыбер. Ҡаршыһында ултырған дүрт йән эйәһенең йыртҡыс тоҡомонан икәнен белә тороп, Мансура аҙымын тиҙләтте. Бына улар, береһе ҙур ғына, ҡалған өсөһө вағыраҡ. Күрәһең, көсөктәре. Ҡаты февраль һыуығы, аслыҡ уларҙы өңөнән бәреп сығарғандыр. Инә бүре үрсемен аслыҡтан һаҡлар өсөн сыҡты инде һунарға. Ә бына Мансура үрсемен һаҡлай алманы. Һуҡырлыҡтан ҡурҡты. Өйһөҙ-ниһеҙ, етмәһә һуҡыр, сеп-сей бала менән икәүҙән-икәү урамда ҡалыуҙан ҡурҡты. Хәҙер ул яңғыҙ. Әммә үҙенә-үҙе кәрәк түгел. Әйҙә анау тешен ыржайтҡан шөҡәтһеҙ ябыҡ инә бүре уның бер кемгә кәрәкһеҙ һөйәктәре менән аслыҡтан эстәре эскә йәбешкән көсөктәрен туйҙырһын...
Әммә... Мансура яҡынлашҡан һайын, бүреләр, ҡойроҡтарын бот араларына ҡыҫтырып, сигенә башланы. Ҙур бүре ыржайҙы, ырылданы, балалары, уны тыңлап, Мансуранан апаруҡ алыҫайырға өлгөргән инәләре эргәһенән урын алды, ас күҙҙәре менән һепертмә буран эсенән килеп сыҡҡан яңғыҙ, шау һөйәк ҡатынға төбәлделәр. Мансура туҡтаны. Тегеләр ҡымшанманы. Бер аҙ торғас, ҡатын ауылына табан юлын дауам итте, артына әйләнмәне...
 
***
Ауыл – ауыл инде. Башҡа ауылдарҙан Өс Үркәс әллә ни айырылмай, тик эш шунда, ул бүлем-бүлем булып өс ҡалҡыулыҡ буйлап, өскә бүленеп ултырған. Ауылдың халҡын, үҫемлектәрен, малын һуғарған Ҡаран йылғаһы, шул үркәстәрҙең һәр береһен мәскәүләй-мәскәүләй артабан йүгерә. Һәр Үркәстең үҙ боролошо, тимәк, һыулауы. Үҙ ҡойоһо, үҙ күпере. Тауҙарға шул боролоштар аша һалынған аҫылма күперҙәр аша сығып йөрөйҙәр. Бер ерҙә күпер боҙолһа, ул үркәс-урам кешеләре икенсеһенә килә – шуның аша сыға. Ҡойолар ҙа бында һәр үркәстеке айырым. Улар ғәҙәттә Ҡарандың үркәс эргәһендә боролош яһаған еренә уйыла. Мансура тыуған-үҫкән үркәс – тәүгеһе. Ул оло юлға яҡын. Мансура унда арттан, картуф баҡсалары буйлап барып инмәксе. Ана, боролош. Унда бер ҡарасҡы ҡыймылдай. Мансураның бер күҙе бөтөнләй һуҡырайған. Әлегә бер күҙе генә саҡ ҡына күргәнлектән, барып етмәйенсә айырым-асыҡ күрмәй. Хәйер, Мансураға хәҙер барыбер. “Донъя киңлегенән ниндәй файҙа, аяҡ кейемдәрең тар булғас”, – тип йырлай торғайны өләсәһе. “Тарҙы киңгә алыштырып булмай микән?” – тип аптырар ине Мансура. Юҡ икән шул – булмай. Яңынан аҡса эшләп фатир һатып алыр өсөн центнер тартҡан итальянкаларҙы күтәреп йөрөтә алмай ул хәҙер! Үтте... Яҡыная биргәс, Мансура ҡыбырлаған йәндең кеше икәнен айырҙы. Ул бында нишләй? Бәй, мүкәйләп йөрөй?
– Һаумыһығыҙ?
– Һаумын, – ҡарт ҡулындағы балтаһына таянып торорға итте. – Кем әле һин? Мәстүрә килен, тиһәм... – Ул ҡылау һырыған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙөн тауыш килгән яҡҡа – Мансураға борҙо.
– Мансура мин.
– Мансура? Бер ҙә иҫләмәйемсе. Беҙҙә Мансура юҡ бит ул.
– Мәймүнәнең ейәнсәре Мансура. Балалар йортонда үҫтем мин. Ә һеҙ... Мазһар бабай түгелме?
– Һәй, ауыҙыңа май булғыры. Шул һинең исемеңде йөрөткән
ҡотоҡто соҡоп ултырам бит инде!
– Нисек? Минең... исемде?
– Ауыҙыңа май булғыры. Бер каникулға ҡайтҡаныңда, өләсәйеңә яҡын булһын тип, ошонда ҡотоҡ ҡаҙып киттең бит! Оноттоң дамы? Шунан бирле ошонан эсәбеҙ. “Мансура ҡотоғо” тип йөрөтәбеҙ. Әле бына ҡар баҫҡан, юлды таҙартам, тип сыҡһам, ҡотоҡтоң үҙен дә күмеп киткән.
– Алай!..
– Шулай, балам, – ҡарт көрәген үрелеп алды, аяғүрә баҫты. Беҙ, ауыл кешеһе, шулай инде: эсәр һыуҙы ла көрәп асып алабыҙ, крандан ағып тормай бит. Үҙең һуң? Ниндәй елдәр ташланы, тиемме. Әллә кемдән салыу-сарпыу хәбәр ишеткәйнек. Һине сит илгә сығып киткән тигән һымаҡ булғайнылар...
– Булдым сит илдә. Ҡайттым.
– Әле ни эш бөтөрөп йөрөүең?
– Әле... Өс үркәскә ҡайттым. Бөтөнләйгә.
– Һы, – ҡарт бейәләйҙәрен ҡағыштырҙы. – Һы... Мәймүнәнең – өләсәң мәрхүмде әйтәм, өйө туҙыңҡыраны инде. Туҙҙы. Ҡыш өҫтөнән йүнәтеп инә алғандай түгел ул.
– Шулай уҡ насарайҙымы? – Мансура Мазһар көрттән таҙартҡан тар һуҡмаҡ буйлап ҡарт артынан атланы.
– Хужаһыҙ өй тиҙ иҫкерә. Ҡараштырып торорҙай кеше лә юҡ бит ауылда. Бына мин ошо ҡотоҡто, юлды таҙартып торам. Мин булмаһам, эш харап.
– Ә һиңә нисә йәш олатай?
Ҡарт артына әйләнә бирҙе:
– Йәйгә туҡһан өстө тултырам. Ә һин, ни... көймә. Беҙҙә… миндә туҡта. Инәйең донъя ҡуйғанға ла ун йыл үтте. Күңел етһә, ризыҡ та, урын-ер ҙә етә. Аптырама.
– Оят булмаҫ микән...
– Илгә ҡайтыуҙың ояты юҡ. Ул нишләп оят булһын, ти ул, ә?! Тыуып-үҫкән ереңә ....
– Ярай, олатай, рәхмәт.
– Рәхмәтте, ҡыҙым, һинең үҙеңә әйтергә кәрәк. Ана бит, күпме ваҡыт үтһә лә, онотмай, илеңә ҡайтып киләһең! , – Унан ҡарт, тыны ҡурылып, туҡтай бирҙе. – Ни бит... Атайың да ошонда ерләнде бит...
– Атайым? Ул.. нисек? Ул бит…
– Шулай. Тупрағың ҡайҙа яҙа бит. Сәбиләне эҙләп килде ул. Һинең барлыҡты ла ишеткән. Шул. Иртә яҙ ине. Бысраҡ мәл. Кистән йөрәге тотҡан. Тауҙарҙан өйәрҙәр төшкән саҡ. Юл ҡамалды. Уны алырға килгән ырыуҙаштары ауылға үтә алманы, ә беҙ мәйетте сығара алманыҡ. Үлекте оҙаҡ һаҡлап булмай. Шунда, әсәң эргәһенә ерләнек. Поп табыр хәл юҡ, үҙебеҙсә, мосолманса, ясин сығып, ергә тапшырҙыҡ.
 
***
Мазһар ҡарт өйөндә йүкә балы менән мәтрүшкә, ҡарағат япрағы ҡушып бешерелгән, ҡуйы кәзә һөтө һалынған сәйҙе тирләп-бешеп эскәс, Мансура иркен өйҙөң бер бүлмәһендәге урындыҡҡа ауҙы.
Йәйәү килеүҙән талсыҡҡан аяҡтар тартыша, һыуыҡтан йылыға инеүҙән бит остарына ут ҡапҡандай. Йөрәктә лә ут: бүреләр, “Мансура ҡойоһо”, атай булған кешенең тарихы. Бөтәһе бер мейегә һыймағандай. Мансура үҙе лә үтә хәлһеҙ, үтә арманһыҙ, уларҙы аңлап, ниндәйҙер һығымта яһарлыҡ хәлдә түгел. Ул бында бөтәһенән төңөлөп ҡайтты. Дөрөҫө – үлергә. Бер кемгә лә кәрәге ҡалманы бит, уға ла бынан кире кем дә булһа кәрәк түгел. Ауылда һыу юлын таҙартырлыҡ кеше ҡалмаған! Мазһар бабай... Ул да бит бер аяғы менән ерҙә торһа ла, икенсеһе менән – гүрҙә. Әле ул тағы кемдеңдер хәлен белеп килде. Ахыры, кемгәлер һыу илтте, кемдеңдер бәҙрәфкә барыр юлын таҙартты. Балтаһы – билендә, көрәге – ҡулында. “Изгелек ҡыл да һыуға һал: балыҡ белер; балыҡ белмәһә, халыҡ белер”, – тиер ине өләсәһе. Изгелек онотолмай, күрәһең. Ана бит, әллә ҡасан Мансура ҡаҙып, тирә-яғын таш бурап нығытып яһаған ҡотоҡто халыҡ уның исеме менән атаған!.. “Мансура ҡойоһо”. Ишетер ҡолаҡҡа ҡайһылай ятышлы, моңло кеүексе. Ә уны Мансура барлығы аҙна эсендә эшләп бөткәйне. Таш килтереүе генә ауырыраҡ булды. Таштарҙы ек ҡалдырмай теҙергә олатаһынан өйрәнгәйне. Шул ғына! Кисә үлгән булһа, бөгөн уның исемен йөрөткән шишмә барлығын да белмәй китер ине бит!.. Ә бүреләр? Уны күргәс, ниңә сигенделәр? Инә бүре ниңә көсөктәрен артҡа әйҙәне? Был нимә? Ә атаһы? Тиграндан һуң бер әрмәнде күрерлек, баш күтәреп ҡарарлыҡ түгел ине – бына һиңә: атаһы уларҙы эҙләп килгән. Хоҙайҙың ҡушыуымы – ҡәбере әсәһе эргәһендә. Юҡ! Ҡәҙимге әҙәм аҡылы иңләрлек түгел Мансураның бөгөнгө кисерештәре. Иң яҡшыһы: йоҡларға. Иртәгә уйҙарының осона сығыр ул. Мансура, юрғанын эйәк осона ҡымтып, башын мендәргә ҡулайлап урынлаштырҙы. Ҡулы йоҡа эске күлдәге аша тығыҙлығын юғалтып, бушап ҡалған түштәренә тейҙе, тәнен еңелсә ҡалтырау телеп үтте: улар эсендә ниҙер бызырлағандай, леберҙәгәндәй. Йылға ла, ташыу бөткәс, ярҙарына ҡайта. Күрәһең, уның күкрәктәре кире элекке үлсәменә ҡайта, сабый ирендәре ҡағылыуҙан өмөтөн өҙә, шиңә...
 
***
– Был урында, Шанхайҙа, ете өйҙә кеше йәшәй, – тине Мазһар ҡарт, – Мансура яһап ултыртҡан иртәнге сәйҙе тәмләп һемергәс. – Йәштәр юҡ. Ҡарт-ҡоро ла, ғәрип-ғөрәбә.
– Социаль хеҙмәткәр? Ул киләме?
– Элек булды ул. Урта Үркәстән бер ҡатын килеп йөрөнө, тик ул китте. Күстеләр. Бала-саға – бер Ишбикә ҡарсыҡта.
– Нисек... ҡарсыҡта?
– Килене үлде. Улы Себерҙә. Өс баланы килтерҙе лә бәрҙе.
– Өс баланы?
– Өс... бәләкәйенә – өс, олоһона – ете. Ҡайғы аҡыл таптырмай. Эшләмәй йәшәп тә булмай. Теге... вахта менән йөрөй. Элек ситтә эшләгәндәрҙе зимагор тинеләр. Хәҙер – вахтовик. Уныһы – ул, Ишбикә үҙе ауыр хәлдә. Түшәктә. Кисә шуға барып килдем. Һинең килгәнде әйттем. Иҫләй. Мәймүнә әхирәтемдең ейәнсәре, ти. Ауыр, бик ауыр хәлдәләр. Мин нимә? Һыу апарҙым, ҡарын көрәнем. Анау ете йәшлек ҡыҙғынаһы бешерә ашарҙарына, – ҡарт бите буйлап ағып төшкән йәшен ҡул һырты менән һөртөштөрҙө. – Шулай, ҡыҙым. Хоҙай йән биргәнгә йүн бирә – түҙәбеҙ. Ҡараға баҫһаҡ, бер аҙ еңеләйер, иншалла. Үҙең ниңә эсмәйһең? Ҡапҡыла, хәл инер. Бигерәк аҡһыл сырайың.
– Мин эсеп ултырам. Ҡапҡылайым да...
– Ярай, мин бәләкәй ятып торайым. Кәзәгә бесән һалдым, һыу әпкилгәнмен. Мейескә яғырға утын әбингәнмен. Бөгөн мунса яғырбыҙ. Арыуың бөтөр. Шәбәйерһең. Тыуған яҡ һауаһы бит ул. Мин ниместә плендә булып ҡайтҡанда... һи-и-... Һөйәк тә тире инем, һи-и-и... Үтә ул, үтә...
***
Мансура өйөнә йүнәлде. Мазһар ҡарттан алыҫ та түгел икән. Ана ул йорт. Зәңгәр рәшәткәләре төҫһөҙләнеп ҡорһаҡһыған, урыны менән көрт эсенә сумған, баҡса эсендә сирень ҡыуаҡтары, ҡарҙан ос-мосон сығарып, тырпайышып ултыра, өй бүрәнәләре араһына ҡар һырыған, тәҙрә ҡапҡастарының ҡайһыһы ҡыйшайған, ҡайһыһы сөйөнән ысҡынып аушайған, ҡапҡа бикле, өйгә инер өсөн арт яҡтан үтергә кәрәктер. Мансура шулай уйлағайны ла. Мазһар ҡартҡа эйәреп китмәһә, артҡы һайғау ҡапҡа аша ынтылған булыр ине. Кәртә-ҡура емерек. Утын лапаҫы арыу ғына һаҡланған – эсендә ярылған ҡайын утыны. Болдорға менде. Ишектә-йоҙаҡ. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса, ҡулын өҫкә күтәрҙе, ишек башын һәрмәштергәйне – бармаҡтары асҡысты тотоп алды. Йоҙаҡҡа полиэтилен тоҡсай кейҙерелгәнгә, тутыҡмаған булып сыҡты. Тиҙ асылды.
Бына өй эсе. Инеү менән уға ике тәҙрә араһында торған рамдан әсәһенең ғәзиз, ҡәҙерле йөҙө ҡараны: “Һаумы, ҡыҙым!” “Һаумы...” “Ҡайттыңмы?” “Ҡайттым, әсәй...” Икенсе урам яҡҡа ҡараған тәҙрә араһында – өләсәһе портреты. Аҡ яулыҡ, аҡ күлдәк, ҡара камзул. Мансура был камзулдың еҫен дә яҡшы хәтерләй: төтөн, ҡорот, һөт, йәнә үләндәр. Кеҫәһендә – йә кәнфит, йә прәник. Мансура өсөн. Ә аҫта – ҙур бантлы, ҙур ҡара күҙле, ҡабарынҡы иренле ҡыҙыҡай фотоһы. Был – Мансура. Уға портреттан донъяны ғәжәп бер тамашалай күреп баҡҡан ҡыҙыҡай ҡараны. Әллә танымай ҙа инде ул Мансураны. Танымайҙыр. Уның ҡаршыһында тормоштан арыған, йәшәүҙән туйған, талсыҡҡан, таушалған ҡатын баҫып тора. Ниңә килгән ул бында? Нимәһен юғалтҡан? Уларға, был өсәүгә, былай ҙа яҡшы. Улар шулай бергә-бергә көндө лә, төндө лә үткәреп өйрәнгән. Сәғәт тә туҡтаған. Кәкүге, был өсәүҙең тыныслығын боҙорға теләмәгәндәй, эскә йәшеренгән. Ишек башында – болан мөгөҙө. Өләсәһе: “Кесе йома көндө әруахтар килеп, шунда ҡуна, – тиер ине. – Ҡоймаҡ еҫе – уларҙың ризығы. Доғалар – уларҙың йән аҙығы.” Болан мөгөҙө.... Ул да урынында. Тик май еҫе сығарған, доға уҡып ишеттергән кешеһе генә юҡ...
Тәҙрә ҡорғандары ла тартылған. Улар был тын донъяға ҡояш нурын үткәрмәҫкә тырышҡандай. Эйе, ваҡыт быларға хөкөмдар түгел. Былар өсөн Ваҡыт үҙе үлгән. Туҡта! Мансура бит тере! Тик теге фотолағы ҡыҙ уны танымай! “Мин бит бар! Мин – тере! Тере!” – Мансура боғаҙынан ошо ауаздар сыҡҡандай булды, ә бәлки сыҡмағандыр ҙа. Ул, башы әйләнеп, койкаға йығылды. “Әсәй, өләсәй! Мин бит был – Мансура!” – ул һыңҡылдап, бала төҫлө буҫлығып илап ебәрҙе. – Мин һеҙгә ҡайттым, бөтөнләйгә...”
Күпме илағандыр, күпме ятҡандыр – Мансура хәтерләмәй. Өшөнө. Күптән өшөй. Ҡайһы саҡ эҫе лә булып китә. Муйынынан шарфын систе, тунының төймәләрен ысҡындырҙы. Эҫе! Инде уның торорға теләге лә, хәле лә юҡ. Уйҙар ҙа сыуалды, симәлде. Әллә инде ҡараңғы ла төшә башланы. Төшһөн. Күп тә үтмәҫ, ул портреттағы теге ҡыҙ менән бер йән, бер тән булып уҡмашыр. Шул тынлыҡтан урын алыр. Кесе йома көндәрендә уның йәне лә болан мөгөҙөнән урын алыр. Өләсәһенең, әсәһенең, Мансураның... инде атаһының да йәндәре ошонда килеп, тәҙрәнән тауҙар артынан ҡояш сығыуын күҙәтер; доға урынына буран олоуын, йә булмаһа, өйҙәге тынлыҡты тыңлар, тәҙрәгә ара-тирә бәрелгән сирень ҡыуаҡтары тауышына һиҫкәнер... Уның күп тапҡырҙар уйлағаны, ҡайһы саҡ ҡурҡҡаны ошо рәүешле тыныс ҡына хәл ителер тип уйламағайны Мансура. Мансура? Эйе, Мансура бит. Мансура. Хәҙер тунын сисеп ырғытыр. Системе, әллә... уйланы ғынамы? Системе, сисмәнеме. Эҫе! Әллә тотош донъяға ут ҡаптымы?.. “Мансура!” Әллә ҡайҙан килә был тауыш. “Ҡотоҡ яғын ҡара әле, “Мансура ҡотоғо”!.. Тауыш, тауыштар... Кемдер уны күтәрергә итә, ут эсенән алып сыҡмаҡсы... “Мансура!” “Күҙеңде ас, ҡыҙым!” “Мансура!..”
***
Мансура кем өйөндә, күпме ятҡанын хәтерләмәй – зиһене берсә асылды, берсә томаланды. Зиһене яҡтыра төшһә, эргәһендә ниндәйҙер шәүләләр сайҡала, улар Мансураның тәнен әллә ыуалар, әллә төрткөсләйҙәр. Бойороулы тауыш та ишетелгәндәй, теге шәүләләр, ахыры, шул фарманға буйһона, уның теләген үтәй.
– Уянды, ул уянды, – ти кемдер.
– Ярай инде, борсома. Өҫтөн ҡымтып яп – тир сыҡһын. Теге төнәтмәне тағы яһа. Йоҡлаһын. Уянғас, эсерерһегеҙ. Үтен ебәрер кәрәк.
– Ә ул башҡа... үлмәйме? – Быныһы бала тауышы.
– Үлмәй.
– Ул... минең әсәйемме?
– Әсәйең. Бар һин дә йоҡлап ал.
– Ә ул үлеп ҡуйһа?
– Әйттем бит үлмәй тип. – Бойороулы тауыш эйәһе тамаҡ ҡырҙы. – Барығыҙ, бар, теге яҡҡа сығығыҙ. Гөлбикә, апсыҡ балдарҙы.
“Әсәйең? Мин кемдең әсәһе һуң?” – Мансура күҙен асырға итте, тик хәле етмәне. Унан башҡа бүлмәлә тағы кемдер бармы икән? Теге бала... кемде “әсәй” тине? Әсәй... Уның ҡарыны әле бала тулағанын онотмаған. Балаҡайының тәүге тапҡыр тибешеүен дә хәтерләй уның тәне. Ул тибешеүҙе Мансура әле лә бөтә йәне-тәне, күҙәнәктәре менән тоя. Мансура? Тимәк, мин Мансура? Мансура! Өс үркәсле ҡыҙы Мансура. Әсәһенең ҡанһырап үлгәнен үҙ күҙҙәре менән күреп торған Мансура! Үҙенә арыу һүҙ ҡушҡан һәр ир-аттың күҙҙәренә ҡарап, атаһын эҙләгән Мансура. Ҡапҡа тышына сығып, ейәнсәрен балалар йортона алып киткән машинаны моңһоу күҙҙәре менән оҙатып ҡалған Мәймүнә өләсәһенең тере һынын хәтерендә һаҡлаған Мансура; балалар йортонда ғазаплы көндәр, көндәрҙән дә яман ғазаплы оҙон төндәр үтеп, сыҡҡас яҙмыш ҡосағында япа-яңғыҙ ҡалған Мансура; һәр тинен тир түгеп эшләп тапҡан, эштең бер төрөнән дә иренмәгән, әҙәмсә йәшәргә теләү хаҡына биштәрен аҫып Италияға юлланған, бер үҙе биш кеше башҡараһы эштәрҙе атҡарып, бол туплап, иленә ҡайтып, фатир һатып алған Мансура; ғүмере буйы ғаиләле, бала-сағалы булыу хаҡында хыялланған Мансура; шул хыялының кәүҙәләнешен Тигран исемле ирҙә күреп, ҡаты йән ғазабына дусар ителгән Мансура; һуҡырлыҡ менән әсәлек бер бизмәндең ике үлсәменә ятҡанда, сырағын һайлап, балаһынан яҙған Мансура; алданған, фәҡирлеккә төшкән, йәнһеҙ һәм йәмһеҙ булып ҡалған Мансура... Эйе, ул иҫенә килде. Ана, битен ҡайнар йәштәр өтә. Ул йәштәр шундай эҫе, ҡайнар, һөртөр ине – ҡулдары үҙенә буйһонмай.
– Илама, әсәй. – Кескенә ҡул уның биттәренән шул йәштәрҙе һыпыра. – Илама. Һин ҡабат үлмәйһең ул. Мин һине ялатам, әсәкәйем. Мин һине һағындым, әсәйем. Ә һин мине һаман ялатаһыңмы?
– Яратам, – Мансура быны ап-асыҡ әйтте – үҙе лә ишетерлек итеп әйтте. Шул һүҙҙе йәнә ҡабатлағыһы килде. – Яратам. Бик ныҡ яратам!
Бойороулы тауыш телгә килде:
– Гөлгөл, әсәйеңде борсома, ул арыған. Бар, ана, Гөлбикә апайың, Ғаяз ағайың янына сығып тор.
– Ялал...
Кескенә аяҡтарҙың йомшаҡ ҡына баҫып сығып киткәне ишетелде.
– Мин ҡайҙа? – Шик юҡ, кемдәрҙер уны үҙ әсәһе урынына күрә.
– Һин, ҡыҙым, борсолма. Мазһар олатайыңдың күршеһе мин. Һине ул әпкилде беҙгә. Хәлең ауыр ине – дауаланыҡ. Инде бирешмәҫһең, Мансура.
– Һин мине белә инеңме?
– Белмәй... Өләсәң... Мәймүнәнең... әхирәте инем мин.
– Ә балалар? Улар кемдеке?
– Улар, – ҡарсыҡ ауыр тын алды. – Улар улымдыҡы.
– Ә-ә-ә... беләм. Мазһар олатай әйткәйне.
– Әйткәндер. Ул ҡарай беҙҙе. Бәләкәсе әсәһен көтә ине. Һине өйгә индереү менән: “Әсәй!” – тип илап өҫтөңә ауҙы.
– Мин, инәй, баламды юғалттым.
– Беләм.
– Беләһең?!
– Һаташтың бит, Мансура. Барыһын да үҙең һөйләнең.
– Һаташтыммы ни...
– Көймә, Хоҙай баланы бәндәгә төрлө юл менән бирә. Һиңә яҙғандары – ошолар.
– Миңә… яҙғандары?!
– Һиңә насип табыштар юғалтыуҙар аша килә, ахыры. Йоҡла, бөгөнгә ял ит. Ҡалғаны – һуңынан.
Мансура бойороулы тауышҡа буйһондо. Мазһар олатаһының: “Ишбикә баҡшы” тигәне, ахыры, ошо ҡарсыҡ. Ә улы кем икән?” – Йоҡо баҫты. Ул әлмисаҡтан бирле беренсе тапҡыр сәләмәт һәм тәрән йоҡоға талды.
***
Йоҡонан уянғас, Мансураның тәүге эше Ишбикә баҡшы донъяһын бысраҡтан таҙартыу булды. Балаларҙың ҡатҡан өҫтәрен дә йыуҙы, ашарға бешерҙе. Нимә эшләһә лә Гөлгөл менән Ғаяз тотам ҡалмай уның артынан эйәрҙе. Гөлбикә ятһыраны. Ситтән күҙәтте. Мансура ярҙамға саҡырһа, ихлас ярҙамлашты. Кис, ятырға булғас, Ишбикә Мансураға урын күрһәтте.
– Һин ошонда ят, – тине ул, ғәҙәттәге бойороулы тауыш менән.
Мансура сисенеп ята башлағас, Гөлбикә ҡапыл килеп урынға ултырҙы:
– Бында атайым ятты. Гөлниса әсәйем менән.
– Әләйһәң, әйҙә, мин һинең янға ятайым. Рөхсәтме?
Гөлбикә ризалыҡ биреп башын һелкетте. Ятҡас, Мансура уны ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап, үбеп алды.
– Үҫкәнем минең! Мин аңлайым. Әсәйҙе бер кем дә алмаштыра алмай. Тик бит... бәләкәстәр. Һин бит уларҙы яратаһың?
– Эйе...
– Үҙең һуң нисек уйлайһың? Әсәләренең уларҙы икенсегә ташлап китеүен күтәрә алырҙармы?
– Юҡ.
– Юҡтыр шул. Алданыуҙы күтәреү ауыр бит ул.
– Ә ниңә һеҙҙә… өйҙә әсәйеңдең фотоһы күренмәй?
– Өләсәй фотоларҙы йәшерҙе.
– Ниңә?
– Гөлгөл онотһон өсөн. “Әсәһенең йөҙөн онотҡаны яҡшы, – ти өләсәй. – Икенсе әсәй килһә…” – Ул әйтеп бөтә алманы, мыш-мыш танауын тартты.
– Алай…
– Ә һин… китмәҫһеңме? – Ҡыҙыҡай уға табан әйләнде. – Һин беҙҙең әсәйгә хатта оҡшағанһың да.
– Мин китмәм… Тырышырмын. Йоҡла, үҫкәнем. “Бәпесем” тигән һүҙ Мансура ауыҙынан сыға биреп ҡалды, тик үҙен тыйҙы: әлегә Гөлбикә ул һүҙҙе сит ҡатын ауыҙынан ишетергә әҙер түгел. Ә Гөлгөлдө ул бәпләп, иркәләп йоҡлатты. Хатта имеҙгеһе килде, әммә ваҡыт үткән – балаға өс йәш. Ғаяз: “Минең үҙемдең әсәйем бар ине ул”,– тип, бер аҙ киреләнһә лә Мансураның наҙҙарынан баш тартманы, малай кеше йоҡоға киткәнендә ҡәнәғәт йылмая ине…
 
***
Буран тынды. Өс үркәс түбәләре ҡояшта сағыла. Санаға бидон ултыртып, һыуға барырға әҙерләнде Мансура. Һыуға – “Мансура ҡойоһо”на. Ҡыҙыҡ. Күп нәмә ишетте Мансура, күрҙе лә, мәгәр үҙ исемен йөрөткән шишмәнән һыу алғаны юҡ ине әле. Уға Гөлбикә, Ғаян эйәрҙе. Гөлгөл өләсәһе менән ҡалды.
– Оҙаҡлама, – тине ул Мансураға. – Мин тәҙләнән ҡалап һине
көтөп тололмон.
– Оҙаҡламам, бәпесем. – Мансура уның арҡаһынан тупылдатып һөйҙө лә, һикегә баҫтырҙы. – Өләсәңде тыңла, яраймы?
Һыуға урам буйлап киттеләр. Ана, Мансураларҙың өйө. Күптән түгел булған хәлде иҫләүҙән тәне буйлап ҡалтырауыҡ йүгерҙе, йөрәге дәрелдәне: “Тиҙерәк үтергә бынан, тиҙерәк”... – Мансура аҙымын ҡыҙыулатты. Сананың бидондан артҡан өлөшөнә Ғаязды мендерҙе – әйҙә шыуып барһын! Әммә ҡойоҡтоң юлын да, үҙен дә буран баҫҡан булып сыҡты. Һыйпап, тигеҙләп ҡуйған.
– Һеҙ тау шыуа тороғоҙ, мин Мазһар олатайҙан көрән алып сығам. – Ул йүгерә-атлай ҡаты көрт өҫтөнән китте.
Мазһар ҡарт уны түшәктә ҡаршыланы.
– Көрәк кәрәме? – тине ул, тынын көскә алып. – Белдем баҫҡанын, тора алманым. Ҡараға баҫҡансы Хоҙай ғүмер бирһә, тигәйнем...
– Уй олатай, баҫырһың. Баҫырбыҙ. Дарыуҙарың бармы?
– Эсәм дә ул, бер ҙә ебәрмәй әле. Ҡалайтыр икәнһең, ҡыҙым? Беҙҙең урамда минән башҡа мәке уйырҙай кеше лә юҡ бит әле...
– Үҙем уйырмын. Әле шуға килдем. Көрәкме, ломмы тигәндәй...
– Ауыр булыр...
– Мин еңелгә өйрәнмәгән, олатай. Кис инеп, хәлеңде белеп, ашарыңа йүнәтермен. Ут яҡҡанһың...
– Шәрифә ҡарсыҡ инде, ул яҡты, рәхмәт яуғыры.
Мәке уйылды. Һыу юлы ҡарҙан әрселде. Ул арала балалар тау шыуып, “Алтын тау батшаһы” уйнап кинәнде, йөҙҙәре алһыуланды, тауыштары ла көрәйҙе. Уларҙың бәхетле йылмайғанын күреп, Мансура күҙҙәренә йәш эркелде.
***
Көн артынан көн үтә торҙо. Мансура инде бөтә Өс үркәс ауылының хәлен белә. Ауыл Советы Өс үркәстә түгел икән хәҙер – Яңауылда. Хакимиәт башлығы – ҡатын кеше.
– Наилә апай булам, – тине күрешкәндә, кескенә ҡулдарын Мансураға һуҙып. – Ә һин беҙҙең ауыл ҡыҙы икәнһең. Шунан? Бөтөнләй ҡайттым, тиһең инде, ә?
– Әлегә шулай... – Мансура ни әйтергә лә белмәне. Бер уй уға тынғы бирмәй: балаларҙың атаһы бар бит, бисә алып ҡайтыр ҙа...
– Әлегә-мәлегә түгел инде, һеңлем. Ауыл ҡартайҙы. Тәк, ниҙәр эшләй беләһең? – Ул кешене үтәнән-үтә быраулай торған күҙҙәрен Мансураға төбәне, бармаҡтарын элекке кәнсәләрҙә генә була торған эре счет төймәһенә терәне.
– Тәүге һөнәрем – штукатур-маляр.
– Бер, – ҡатын йәнә Мансураға текәлде.
– Икенсеһе – тау колледжы. Автомеханик.
– Ике, – ҡатын алға эйелеберәк ултырҙы, ә бармаҡтарын һаман счет төймәһенән алмай, һәр яуапҡа төймә тартып ҡуя.
– Шунан инде... сит илгә сәфәр. Инглиз, француз, итальян телдәрен яҡшы беләм, тип әйтә алам. Тәржемәсе булып та эшләнем. Бешерәм, тегәм, ауырыуҙарҙы ҡарай алам.
– Өс, дүрт, биш, алты, ете! – Наилә ҡәнәғәт йылмайҙы. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Һинеке – почти етмеш! Мәслихәт... Һуңғылары – бигерәк тә: социаль хеҙмәткәр булып эшләрлек кеше юҡ ине беҙҙә, ә ҡарттар – быуа быуырлыҡ.
– Әллә инде...
– Әллә-мәлләһе юҡ. Бөгөн үк оформлять итәбеҙ. Барыбер ҡарайһың бит! Исмаһам, эш хаҡы китеп барыр. Ә теге... телдәрҙе белеүең... Мәктәптә сит телдәр уҡытылмай тора!
– Минең махсус педагогик белемем юҡ.
– Уҡып алырһың. Ниңә? Ситтән тороп уҡырға инәһең дә уҡыта башлайһың. Уның нимәһе? Уның әллә нимәһе юҡ. Алда – башланмаған ғүмер!
– Минең әле күҙгә операцияға барып ҡайтаһым бар.
– Барырһың. Беҙҙең ауылда егерме операция үткәргән ҡарсыҡ йәшәп ята. Гөлйыһан инәй. Уға туҡһан тула, ә ул тереләрҙән терерәк, һауҙарҙан һауыраҡ, һинән-минән шәберәк!
– Мин... китәйем инде...
– Хоҙай һине беҙгә үҙе ҡайтарҙы, Мансура! Үҙең ҡаҙыған ҡойоноң һыуын үҙеңә эсергә насип булған! “Был да белә”... – Мансура йылмайҙы. Ҡайһылай көтөлгән кеше икән ул ауылында! Наилә, Мансураның барлығын бер аҙға онотҡандай, күҙҙәрен тышҡа төбәп уйлана бирҙе лә һүҙен дауам итте:
– Беләһеңме нимә, Мансура. Мин үҙем дә күп йөрөнөм ул. Себере лә ҡалманы, сит илдәр ҙә. Шунан аңланым: һәр кешенең туҡтар ере була ул, тик уны таба белер кәрәк. Ә инде тапҡас, һаҡларға.
Хәҙер инде Мансураға көн етмәй ҡала, төн иҫәбенә үҙ донъяһын, йәғни Ишбикә баҡшы өйөн, таҙарта. Йыуа-йыша, үтекләй. Яҙын сәскә атыр тигән өмөт менән тәҙрә төптәренә гөлдәр ултырта. Балаларға рус һәм сит телдәрҙе өйрәтә. Улар ни апаруҡ һупалай ҙа башланылар.
– Бында мәктәп юҡ, мин ҡайҙа уҡырмын икән? – ти Гөлбикә.
– Әле юҡ, бәлки көҙгәрәк булып та китер, – ти Мансура. – Бөтөн
ауылдан беренсе класҡа барыусы, моғайын, бер һин түгелдер? Һис булмаһа, машинала алып йөрөрмөн.
– Ә һин йөрөтә беләһеңме?
– “Право”м бар, машинам ғына юҡ. Әлегә.
– Ә атайҙың машинаһы бар. Гаражда.
– Күрҙем.
– Уның санаһы ла бар. Шәп итеп, үҙе йөрөй торған.
– Күрҙем.
– Һин уны йөрөтә беләһеңме?
– Беләм. Мин бит автомеханик та. Шуларҙа йөрөтөр өсөн уҡығанмын, тимәксемен.
– Хәтәр...
Шулай ҙа Мансураға өләсәһенең өйө тынғы бирмәне. Шундағы болан мөгөҙө лә иҫенән сыҡмай. Йәшәүҙән төңөлөп, үлем һорап ятҡан мәле йәнә күңелен өшөтөп тик тора. Бер көн ул Гөлбикәне етәкләне лә өйөнә йүнәлде – яңғыҙы ишеген асып инергә йөръәт итмәгәндәй булды. Бына өй эсе. Тынды ҡурырҙай һалҡын һауа.
– Был кемдең өйө?
Уйҙарына сумған Мансура тертләне.
– Нимә?..
– Кемдең өйө был?
– Беҙҙеке... минеке...
– Һин бында күсенергә итәһеңме ни? – Гөлбикә уға ҙур асылған, ҡурҡыу алған күҙҙәрен текәне. – Һин китәһеңме ни беҙҙән?
– Юҡ, аҡыллым. – Мансура болан мөгөҙөнә әйләнде. – Күрәһеңме мөгөҙҙө. Унда кесе йома һайын өләсәйем, олатайым, әсәйем... йәнә атайымдың йәндәре килеп ҡуна.
– Ни өсөн?
– Ни өсөнмө? Үҙҙәрен иҫләгәнде көтәләр. Таба еҫе сығарғанды, доға уҡығанды... Өләсәйем үҙе һәр саҡ әруахтарын шулай иҫкә алыр ине.
– Мөгөҙҙө үҙебеҙгә алып ҡайтайыҡ, әләйһәң... Минең дә әсәйем
килер. Уны ла иҫкә алырбыҙ.
– Эй Гөлбикә! Ҡайһылай аҡыллы һин!
Мансура мөгөҙҙө ысҡындырҙы, саңын һыпырҙы, стенала эленеп торған фоторәсемдәрҙе һөлгөләр менән ҡапланы, ә үҙенекен үҙе менән алды. Ҡайтҡас, болан мөгөҙөн ишек башына ҡаҡты.
– Аҡ һөлгө эл, – тине Ишбикә баҡшы. – Әруахтар шуға ҡуныр.
– Ә мин ҡулъяулыҡ йәйһәм яраймы? – тине Гөлбикә. – Әсәйемдең йәне минең ҡулъяулыҡҡа ҡунаҡлар.
– Йәй әйҙә, йәй, – Мансура Гөлбикәне өҫкә күтәрҙе. – Бына шулай!
Мансура ҡоймаҡ ҡойҙо. Ишбикә баҡшының аят уҡыған тауышы фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһын тоташтырған тылсымлы ауаз булып яңғыраны.
***
Балалар уға тиҙ өйрәнде. Ишбикә баҡшы ғына һаман һынап ҡарағандай. Төпкә йәшеренгән күҙҙәренә ҡарап ни уйлағанын белеп тә булмай. Ҡайһы саҡ Мансура әсә, хужабикә роленә үтә ныҡ инеп китмәнемме, тип борсола. Уның ошолай “балам”да “бәпесем” тип бөтөрөлөп йөрөүе ҡарсыҡҡа оҡшаймы, юҡмы... Бәхет Мансураға бер юлы, ҡолас тултырып килеп инде кеүек бит! Шулай ҙа буламы икән ни…
– Инәй, – тине ул бер, балалар йоҡлап бөткәс. – балаларҙың атаһы... – ул тотлоғоп ҡалды. – Һаман...
– Эйе, улым тиҙ ҡайтып булмаҫ, тип шылтыратҡан, арғы урамда телефон тота бит. Мәстүрә әбей килеп һөйләп китте бөгәсә. Әбъект тапшыралар, ти...
– Ул ҡайтырын алдан хәбәр итһә, – Мансура бите-башына ут ҡабыуын тойҙо. – Мин Мазһар олатайға кире китермен ул...
– Эйе, китерһең... – ҡарсыҡ көлөмһөрәне. – Өс балаңды алып.
– Улар минән ҡалмаҫ инде, мин дә ташлай алмам.
– Шуға, – ҡарсыҡ йәтешлеберәк ятты, – башҡа ҡайғың булмаһа, быға көймә. Ултыр әле, ултыр бәләкәй. Ошо өйҙө һалғанда, йола буйынса, нигеҙенең дүрт мөйөшөнә дүрт ҡот йомартҡаһы күмдем.
– Ҡот йомортҡаһы?
– Эйе. Тауыҡтар ҡәҙимге йомортҡа һала-һала ла ҡапыл кес кенә итеп һалып ҡуя. Шуны халыҡ “ҡот йомортҡаһы” тип йөрөтә. Ахыры ул тауыҡтың һуңғы түле була. Шул. Төндә төш күрҙем: ҡот йомортҡаһын күмгән ерҙә бер бала ултыра. Ҡыҙ бала. “Атаҡ, – мәйтәм, – был кем балаһы?” Абайлап ҡараһам, Мәймүнә әхирәтемдең ейәнсәре.
– Мәймүнә... әхирәтемдең... ейәнсәре?!
– Бөгөнгөләй хәтеремдә ул төш: ул ҡыҙ бала – һин инең.
– Мин?!
– Һин, ҡыҙым. Һин инең. Шунда уйланым мин: был нигеҙ – һиңә насип нигеҙ. Тик мин һинең был нигеҙгә нисек, ҡасан, ни рәүешле килереңде генә белмәнем.
– Аптыраттың, инәй!
– Үҙем дә һинән кәм ғәжәпләнмәйем. Шуға әйтеүем: көймә. Аллаһ ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй, ти китап. Яҙмышыбыҙ үҙебеҙҙән алдараҡ тыуа, шәй. Был һинең яҙмыш. Һин үтәһе юл.
– Йә Хоҙа!..
– Ят, балаҡай, йоҡла. Эшең күп, арыйһың. Мазһар ни хәлдә?
– Арыуыраҡ. Ҡараға баҫһам, шәбәйәм, ти. Шуны көтә.
– Шәбәйермен тип түгел инде ул, кеше ыҙалатмай, бәндәнән туң ерҙе тубыртмай китеүен хуп күрә ул. Һәр икебеҙ шуны теләй. Йә ярай, тыныс йоҡо. Ҡояш аяҙға байыны, иртәгә көн, ахыры, матур булыр...
***
Ике ай ике көндәй ҙә тойолманы – Мансураға операцияға ятырға ваҡыт етте. Балалар, Ишбикә баҡшы, Мазһар олатаһы менән хушлашыу еңел булманы. Мансура инде үҙе хеҙмәтләндергән ҡарттарға өйрәнеп үҙ кешеһе булып бөттө.
– Оҙаҡлама, әтү мин илалмын, – тине Гөлгөл.
– Машина апҡайт, үҙе йөрөй торғанын, – тине Ғаяз.
– Әлифба осраһа, – тине Гөлбикә, – уҡый белһәм дә, барыбер “әлифба” алғым килә.
Юлға уны Наилә сығарып ҡуйҙы:
– Уйланма. Беҙ инде бирешерлек түгел. Ҡышҡы бурандар үтте. Ҡараға баҫтыҡ, шәй.
– Мазһар олатайҙы дауаханаға һалырға ине...
– Барһа, һалырбыҙ. Үҙең беләһең: ҡарт үҙһүҙле.
Инде Мансура ҡалала. Әл дә Динә асҡысын биреп ҡуйҙы уға, юғиһә, ҡайҙа туҡтар ине? Динә уға Италиянан бер-нисә хат та ебәргән булып сыҡты. Саҡырған. “Һиңә лә эш сығып тора”, – тигән ул, Мансураны һаман элеккесә һауһаҡ, көслө тип уйлай микән? Тиграндан хәбәр юҡ. Күңеле төбөндә баҙраған өмөтө уны һуңғы көндәрҙә Өфөлә ҡуртымға алған фатирына ла алып барҙы. Унда башҡалар йәшәй. Мансураны һорап килеүсе булмаған, яҙыу ҙа ҡалдырмағандар.
Операцияға ятҡансы балаларға кәрәк-яраҡ алып ҡуйырға тип, Мансура “Башҡортостан сауҙа үҙәге”нә йүнәлде, ҡарашын “Хужалыҡ тауарҙары” бүлегенең кассаһы эргәһендә торған мыҡты кәүҙәле ир йәлеп итте. Тигран! Ә – юҡ, түгел. Оҡшаған ғына. Бер-береһенә оҡшаған кешеләр аҙмы ни донъяла? Өҫтөнә ҡайнар һыу түктеләрме – бына ҡайһылай ауыр булды Мансураға. Ә ысынлап осрай ҡалһа?! “Ах Тигран! Һине ер күтәрһә лә, Мансура һинең хыянатыңды, һинең уғрылығыңды, һин һалған яраларҙы кисерә алмаҫтыр...”
Бер-ике төргәк әйбер алғас, Мансура туҡталышҡа атланы. Хоҙай уны Тигранға башҡаса дәл итмәһен – шул ғына.
***
Операция алдынан кеше уйланыусан, бөтәһен дә кисереүсән. Мансура ла кистән үҙен рәнйеткәндәрҙең барыһын да кисереүен һораны Хоҙайҙан. Кемгәлер күңелендә рәнйеш йөрөткәне өсөн үҙенә лә ғәфү ялбарҙы. “Әлхәмдуллилаһи шөкөр, – тине ул кис ятҡас. – Юғалған өйө урынына өй бирҙе Мәүлә. Хатта Мазһар ҡарт та донъямды һиңә яҙҙырам, тип йөрөй. Юғалтҡан балаһы урынына бер түгел өс сабый насип итте Раббыһы. Рәхмәтлемен, Хоҙайым! Бынан һуң да фатихаңдан ташлама, Раббым?!”
Операция урындағы наркоз менән яһалғас, Мансура барыһын да ишетеп ятты һәм шуны аңланы: токсикоз көслө булғас, Мансураға туҡтауһыҙ система ҡуйғандар, етмәһә, ҡан тамырҙарын киңәйтә торған дарыуҙарҙы самаһыҙ ҡулланғандар. Әлбиттә, докторҙар быны баланың ғүмерен һаҡлау хаҡына эшләгән, ә күҙгә зыяны хаҡында уйлап еткермәгәндәр. Күҙ – нескә урын. Күҙ селтәре ҡатынан айырылған, теткеләнеп, юҡҡа сыҡҡан. Күрерме? Икеле. Ярай, һул күҙе күрә. Бына уны һаҡларға тырышыр кәрәк. Бер юлы уға ла операция яһанылар.
Барыһын да аңланы Мансура. Төшөндө. Үҙен көтөп ҡалған өс сабыйҙы үҫтерерлек сыраҡ бирһә Хоҙай! Ҡалғаны ҡурҡыныс түгел. Тыумыштан һуҡырҙар ҙа йәшәй. “Балаларымдың бәхете хаҡына күҙемде ас инде, Раббым?!” – Мансураның әйткәнен бер доктор ишетте, ахыры:
– Күрерһең, – тине ул. Ышаныс менән әйтте. – Тағы ике аҙна үтер. Дауахананан сығара алмайбыҙ әлегә.
– Мин риза ятырға. Унда, ауылда, мине бәләкәстәрем көтә. Уларға бит күргән әсәй кәрәк.
– Әлбиттә!
Уның хәлен энәһенән-ебенә саҡлы белгән докторҙар менән Мансураның теләге бер йомғаҡ, бер хыял булып уҡмашты. Кешегә бәхет теләгәндәрҙең йөҙө нурлы була: уларҙың да йөҙөндә нур уйнай, фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килде, ахыры, теләктәре – Мансура күрә!
***
Мансура ҡасан ҡайтырын алдан хәбәр итмәне: ҡыш үтте, аҙаштырыр бурандар мәле уҙҙы. Йөгө лә артыҡ ауыр түгел: бер-ике китап, уйынсыҡ машина, балалар кейеме, йәнә – күстәнәстәр. Ҡарҙар ирегән, ер ҡояш йылыһында иҙерәй, умырзаяларын елберләтеп, бихисап үҫемлеккә ғүмер бирергә әҙерләнә. Бәхетле сағы ерҙең: ҡарынында меңләгән йәш йәшеллек морнай. Мансураның да бәхетле миҙгелдәре. Итәк тулы балалары – Хоҙайҙың уға тәғәйен бүләге. Уйҙары ошо тәңгәлгә еткәс, зиһенен йәнә ҡурҡыу телеп уҙҙы: аталары... ҡатын менән ҡайтҡан булһа?! Юҡ! Ишбикә баҡшы әйтте бит! Төшөн һөйләне!
Ниңә гел икеләнә уның күңеле? Күп алданғанғамы? Ә кешегә ышанмай нисек йәшәргә?! Ана, һуңғы түбә. Ҡырас таштар башында ниҙер ҡыймылдағандай. “Бүре! Бүреләр?!” йөрәге шыу итте Мансураның. “Ирҙәр булмағас, әрһеҙләнде шулар, – тигәйне Мазһар олатаһы. – Ауылға яҡын уҡ киләләр. Ферма малы бөттө. Кешенекенә яҫҡыналар”... Инде нишләргә? Мансура туҡтаны. “Бер, ике, өс, дүрт...” Береһе – ҙур. Туҡта! Былар бит – кеше! Кешеләр!” Мансураның уйын ишеткәндәй, улар тауҙан йүгереп төшә башланы.
– Әсәй! Әсәкәй!
– Бәпестәрем!
– Әсәй, был – һиңә! – Кемелер сәскә һуҙа, кемелер итәгенә йәбешә. Арттараҡ берәү йылмайып ҡарап тора:
 
 
– Һаумы, Мансура!
– Бәй... Заһир?!
– Мин, – оҙон буйы, көләс, ирҙәрсә көслө ихтиярлы йөҙ йылмайҙы уға, – Ҡаршыларға юрый машина менән килмәнем. Һин бит... автобус яратаң. Минең машинаға ултырмайһың.
– Минең ҡайтырҙы ҡайҙан белдегеҙ?
– Ә беҙ инде бер аҙна көн дә киләбеҙ.
– Гөлгөл сыҙатмай таптыралыр...
– Гөлгөл – Гөлгөл инде. Атаһы унан кәм көткән тиһеңме? – Мансураның бармаҡтарын Заһир ҡайнар усына алды. – Шул хаҡта уйланыңмы?
– Мазһар олатай... – Уңайһыҙланған Мансура һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға ашыҡты, – ул нисек?
– Уны ерләнек.
– Ә-ә-ә… Ишбикә инәй?!
– Ул һине көтә. Ул беҙгә... һиңә, миңә... фатиха бирергә ашҡына.
Күргәндәренән, ишеткәндәренән Мансураның күҙҙәре йәшкәҙәне. Ул битен умырзаялар гөлләмәһенә йәшерҙе. Ә гөлләмәнән зиһенде дүндерерҙәй яҙ еҫе килә. Ер, ҡояш, тупраҡ, наҙ һәм йәшәүгә булған көслө ихтыяр еҫе. Заһир бер ҡулы менән Гөлгөлдө күтәргән. Икенсе ҡулының усында – Мансура бармаҡтары. Ҡулдан ҡулға күскән тартыу көсө бармаҡтарҙы дерелдәргә мәжбүр итә. Ошо һиҙелер-һиҙелмәҫ дерелдәгән бармаҡтар алыҫ бала саҡтан килгән ауаз булып Мансураның мейеһен сыйып үтте:
– Кем кәрәк?
– Мансура кәрәк!
– Кем кәрәк?
– Заһир кәрәк!
“Аҡ тирәк – Күк тирәк” уйнаған Мансураға һәр саҡ Заһир, ә Заһирға һәр саҡ Мансура кәрәк булды. Әйтерһең дә улар ҡулға-ҡул тотоношоп торор өсөн генә ошо уйынға баҫтылар. Был Мансураның Заһирға үҙе лә аңламаған тартылыуы булған да бит…
 
Заһирҙан бөркөлгән тартыу һәм уға тартылыу көсөнән ҡурҡып, теге саҡ Мансура уның машинаһына ултырмағайны. Уның тормошонан ғорур көйө юғалайым, тип уйланымы, әллә үҙен кәмһетелеүҙән, хистәренең яуапһыҙ ҡалып, Һаҡ менән Суҡтай аҙашыуынан ҡурҡтымы...
Инде улар таҡыр тура юлға сыҡты. Гөлбикә менән Ғаяз өләсәләренән һөйөнсө һорарға алдан йүгерҙе. Гөлгөл, атаһы ҡулында килеш, битен Мансураның еүеш яңағына терәне. Уның һулышында, саф ирендәрендә шул уҡ умырзая еҫе. Яҙ еҫе. Ауыл да күренде. Ә был өсәүҙең иҫәбе – шулай барырға ла барырға. Оҙон юлдың башы ғына бит был.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: