Туҡталышҡа етер-етмәҫтән, урам сатынан боролоп, Ғилман эргәһенән генә «Газель» үтеп китте. Нәҡ улар яғына бара. Ул йүгерә-атлай ашыҡты. Туҡталышҡа еттем генә тигәндә… аяғы тайып китте лә, йығылмаҫҡа тырышып, электр бағанаһына һул ҡулы менән ынтылды. Усы, унан ҡулы буйлап, үҙәк өҙөп, елегенә етеп һыҙлау үтте. Еңен, плащ, хатта салбар балаҡтарын, боҙланған ерҙе ҡан тамсылары «биҙәй» башланы. Нимә булғанын аңламаған Ғилман әйләнеп әлеге бағанаға ҡарап ҡуйҙы. Абау, кемдер тоҙаҡ бәйләп киткән! Эшһеҙлектән йонсоп, ел ҡыуып йөрөгән малайҙарҙың этлегелер. Ус ярып ебәрерлек булғас, бик ҡаты тоҙаҡ осо булған. Ҡанды туҡтатып, йәһәтерәк ҡулды бәйләргә кәрәк. Ғилман, салбар кеҫәһенән һау ҡулы менән ҡулъяулыҡ сығарып, ҡан таптарын һөрткөләне лә, ҡып-ҡыҙыл булғас, яралы усына шуны ҡыҫып, тағы нимә эшләргә тигән һораулы төҫ менән аптырап ҡалды.
Туҡталышта тиҫтәгә яҡын кеше таптана. Шул саҡ уның янына бер ҡатын яҡынлашты.
– Һаумыһығыҙ. Күреп торам, бәләгә тарынығыҙ, – тине ул башҡортса. – Әйҙәгеҙ, ҡулығыҙҙы бәйләйек.
Ғилман өсөн, ҡапыл алған ҡул яраһы кеүек, был өндәшеү ҙә көтөлмәгән хәл ине. Шуға аптырабыраҡ ҡалды.
– Рәхмәт, борсолмағыҙ, – тине ниңәлер балаларса уңайһыҙланып.
– Юҡ, былай ярамай, аҙып китеүе бар. Мин бынау поликлиникала эшләйем, ҡатын уң яҡтағы бинаға күрһәтте лә урынынан ҡуҙғалды. Профессорға уға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Төнгө һаҡта ултырған ҡарттан ишек астырғас:
– Чечняла ғына түгел ир-егет юлда ла яралана, ярҙам итмәйсә булмай, – тине лә ҡатын икенсе ҡатҡа – үрләй башланы. Яйлап ҡына баҫҡыстарҙан күтәрелгән Ғилман, таныш булмаған ҡатындың ҡыҫҡа ғына ҡуныслы итектәре ҡаплап бөтөрә алмаған матур балтырҙарына ҡарап. хәлдең шулай килеп сығыуына хатта һөйөнөп тә ҡуйҙы. Эйе, ҡәнәғәтлек, хатта әҙ генә рәхәтлек кисерҙе. Тиҙерәк исемен һорашҡыһы, танышҡыһы килде. Бүлмәһенә ишеген асып кереү менән ут яҡтыртҡас, ҡатын өҫтөндәге пальтоһын, ялтлап торған йомшаҡ йөнлө һорғолт бүркен һалғас, халатын кейеп, ултырғысҡа күрһәтте.
– Әйҙә, ултырығыҙ. Шунан Ғилмандың уйында булған, тел осонда ғына торған һорауына үҙе үк яуап биреп:
– Мин Ҡунаҡбаева Райхана Саматовна булам. Ошо поликлиникала эшләйем, врач-терапевт, – тине.
– Эске ауырыуҙарҙы дауаламайһығыҙ икән. Мин һеҙгә «врач психолог» тигән исем дә бирер инем.
– Бәй, – тип йылмайҙы Райхана, – шулай тиҙ арала дәрәжәне күтәрәһегеҙ түгелме?
– Cөнки һеҙ кешенең эске серҙәренә тиҙ төшөнәһегеҙ, уны ла уңышлы дауалайһығыҙҙыр, моғайын. Артабан ике аралағы һөйләш еп-еңел барҙы. Райханаға көтөлмәгәндә ҡабул итергә тура килгән пациент Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы, профессор булыуы, кафедраға етәкселек итеүе хаҡында әйтте.
Бүлмәнән сығыр алдынан Райхана:
– Ә мин Ғилман Хәйруллин тигән яҙыусыны ла беләм. Телевизорҙан һөйләгәнен күргәнем, ишеткәнем бар. Ниңә ул һеҙҙең исем-фамилияғыҙҙы алған? – тип һораны ла ҡара күҙҙәрендә нур уйнатып, тигеҙ тештәрен күрһәтеп яғымлы йылмайып, яңы танышына текәлде. Ғилман ике ҡулын күтәрҙе лә:
– Биреләм! – тине, кинәнесле, шатлығын йәшермәй. – Ҡатын-ҡыҙ белмәгән донъяла бер генә сер ҙә юҡ, тигәндәре дөрөҫ икән…
Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, улар яңынан урамға сыҡты. Ниңәлер, Ғилмандың бер ҙә йортона ҡайтаһы килмәне. Хатта эстән генә Райхана йәшәгән яҡҡа транспорттың оҙағыраҡ килмәүен теләй ине ул. Төнгө һалҡын һауа бер ни тиклем йылынып киткәндәй тойолдо Ғилманға. Ҡулындағы яраһы ла бөтөнләй һыҙламай кеүек. Туҡталышта бер нисә автобус торғанын күреп, Ғилман тертләп ҡуйҙы. Ысынлап та, Райхана арттағыһының номерын күргәс тә:
– Беҙҙең яҡҡа бара, ярар, таныштыҡ, һау булығыҙ, – тип ашыҡты.
– Һеҙгә йүнләп рәхмәтемде лә әйтергә өлгөрмәнем… бәлки, такси тоторбоҙ, оҙатып ҡуярмын… Былай әллә нисек килеп бит әле… Хәҙер такси тотам… – Ғилман шулай һөйләнеп, ҡулынан килгәнсә яңы танышына ярҙамлаша-ярҙамлаша уның эргәһенән йүгерә-атлай барҙы.
– Рәхмәт, борсолмағыҙ, ҡулығыҙҙы яңынан бәйләргә онотмағыҙ, – тине лә Райхана автобус эсенә инеп юғалды.
– Ә мин һеҙҙе табырмын! – Ғилмандың был вәғәҙәһен Райхана ишетмәне – автобус ҡуҙғалып китеп тә барҙы.
Ғилман, ҡулын бәйләтеп ҡайтҡас, ҡатыны менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп-серләшеп ултырҙы. Ул нимә булғанын һөйләп бирҙе. Тик ҡулын кем бәйләүен өндәшмәне, дежурҙағы больницаға барырға тура килде, тине. Әллә ҡасан Алма-Атанан Ғилманға күстәнәс итеп бирелгән матур шешәле шараптарҙың берәүһен алып, ике рюмка ауыҙ иткәс, икеһенең дә кәйефе күтәрелеп китте. Тик Гөлзифа ғына бер мәл әллә балалары хәсрәтенән, әллә иренең бәләһе ҙур булмау шатлығынан әҙ генә балауыҙ һығып алды. Ғилман уны бәләкәй балалай итеп һөйөп ҡуйғас, иркәләгәс тиҙ тынысланды, йәш саҡтағыса күҙҙәре нурланып, йөҙҙәре алһыуланып китте. Иренә нығыраҡ һыйынды ла, уның һау ҡулын ыуғылап:
– Һин дә ныҡ арының, берәй ерҙә ял итергә кәрәк, – тине.
– Ял итеп ултырам бит… Ул «ял» тигәндәре нимә була һуң ул? – Ғилмандың был яуабында әҙ генә шаярыу ҙа, аҫтыртын ғына төрттөрөү ҙә һиҙҙе Гөлзифа. Ысынлап та, уның яңғыҙ ғына ла, ҡыҙы менән дә ял йорттарында булғылағаны бар. Ә бына Ғилманға элегерәк бары бер генә тапҡыр Абхазиялағы Пицунда санаторийында ял итеп (дөрөҫөрәге, яҙышып) йәшәргә тура килде. Ул йә ғилми, йә яҙыусылыҡ эшенән башын күтәрә, ял-йәйҙәрен төҙөлөш, ер мәшәҡәттәренән бер көн дә арына алмай. Ошо хәлгә күнеп бөттө, ғәҙәти тормошо тип һананы. Һуңғараҡ, илдә буталыштар, уны бүлеүҙәр башланғас, аҡсалары ла, форсаттары ла булманы. Хәҙер улар матди яҡтан, уның эш хаҡын бер ни тиклем күтәргәс, китаптары ла сыҡҡылай башлағас, ярайһы ғына аяҡҡа баҫтылар.
– Льготалы путёвка таба алмаһаң, үҙ хаҡына һатып алырбыҙ. Ял кәрәк һиңә, – тип һүҙен дауам итте ҡатыны. – Беҙҙең күҙ терәп торған кешебеҙ – һин бит!.. – Гөлзифаның тауышы йомшаҡ та, бер ни тиклем ҡәтғи ҙә ине. Ғилман, ниндәй ваҡытлы тәҡдим тип уйлап ҡуйһа ла, ҡатынының баш тартасағын белеп:
– Барһаҡ, бергә барабыҙ инде, – тине. – Айырым-айырым йөрөргә, беҙ бит йәш егет, йәш ҡыҙ түгел хәҙер.
– Эй-й-й, – тине Гөлзифа үкенесле итеп һуҙып, көрһөнөп, – биш аяҡлап, рәхәтләнеп барыр инем. Малайҙың бер үҙен нисек ҡалдырып китәйем… Ҡыҙыбыҙ тормошоноң да рәте юҡ. Әле ҡайта, әле китә. Эштәге хәлдәрҙе лә белеп тораһың. Ә һиңә, сәбәбен табып, китергә була. Кафедраң күтәрелеп осмаҫ, ана, йәштәр күпме – эшләһендәр. Көндәр буйы шундаһың… Һинең өтәләнеүеңдән нимә үҙгәрә? Хәҙер бер кем дә бер нимәгә лә яуап бирмәй. Үҙ һаулығыңды уйла.
– Ярар, әсәһе, путёвка табырмын, ял итермен. – Был мәлдә Ғилман, үҙенең һаулығынан бигерәк, теге ҡатынды уйлай ине. Һылыу йөҙө, аҡ халат кейгән килешле кәүҙәһе менән күҙ алдында, ниңәлер, баҫып тик торасы.
Райхана ваннала йыуынып урынына ятыуы булды, телефон шылтыраны:
– Һаумыһығыҙ? Был Ғилман Хәйруллин ине. Уңайһыҙ хәлгә ҡуйһам, трубканы һалам.
– Юҡ, юҡ һөйләгеҙ, тыңлайым.
– Телефонығыҙҙы белгәнгә аптырамағыҙ инде. Һеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйткем килде. Борсоғанға ғәфү итегеҙ.
– Рәхмәт әйтер өсөн борсоғандарға мин дә рәхмәт кенә әйтәм.
– Улай булғас, һәйбәт. Тауышығыҙҙы ла ишеттем. Күңел күтәрелеп китте… – Ғилман бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды. Әммә Райхана телефон трубкаһын һалырға ашыҡманы. – Беләһегеҙме, мине йома көнгә дуҫ саҡырғайны. Һеҙ минең менән бармаҫһығыҙмы?
– Бына быныһын булдыра алмайым, ғәфү итегеҙ, – тине Райхана.
– Бәлки, бүтән берәй саҡ…
– Ғәфү итегеҙ, килеп сыҡмаҫтыр, моғайын. Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, әлбиттә.
– Һеҙ ҙә ғә ғәфү итегеҙ, йоҡоғоҙҙо ҡалдырһам. Шулай ҙа уйлай ҡуйһағыҙ, минең сотовый телефон номеры…
– Туҡтағыҙ, яҙайым, юҡһа, йә тағы өйгә шылтыратырһығыҙ. Өйҙә гел генә яңғыҙ булмайым бит. Әйтегеҙ…
Райхана һандар яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡул сумкаһына һалып ҡуйҙы ла йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Тәҡдимдән баш тартһа ла, Ғилмандың шылтыратыуына үҙе бик ҡәнәғәт ине. Эстән генә көтөп тә йөрөгәйне.
Райхана урынына барып ятҡас, яңынан тороп, шәрә килеш көҙгө алдына барып баҫты. Ҡырҡ йәше лә тулмаған ҡатын… Әҙерәк ябығырға кәрәк икән тип уйлап ҡуйҙы. Ә күкрәктәре тулы, имсәктәре йомарланған май кеүек әле. Битенә йомшаҡ ҡына кершән һөртөп, сәстәрен тараны ла, телевизор тоҡандырып, яңынан урынына барып ятты. Тик уның кино ҡарағыһы килмәне, йоҡо ла алманы. Ниңәлер йөрәге ярһып типте. Һыуытҡысты барып асты ла, башланған кагор алып, әҙерәк һалып эсте. Сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт үтте, тик ире һаман да шылтыратманы. Тағы бер нисә рюмка төшөргәс, Райхана бөтөнләй иҫерә башланы. Сәғәт ун беренсе китеүгә телефон шылтыраны. Трубканы күтәреүгә иренең тауышы ишетелде.
– Командировканы кәмендә ике-өс көнгә оҙайтырға тура килә, – тине ул, – бәлки, икенсе аҙнаға ла ҡалырға тура килер. Үҙең нисек? Ҡыҙ шылтыратамы? Ауылға ҡасан бараһың?
– Бөтәһе лә һәйбәт. Ҡыҙ шылтыратып тора. Ауылға теге аҙнала барырмын тип торам. Был аҙнала минең дә мәшәҡәттәр күп.
– Ярар, ауылға барып ҡайт. Мин дә, ашыҡмай, теге аҙна аҙағына тиклем булырмын. Был осорға ҡыҙҙың дә сәйәхәте бөтә булһа кәрәк. Үбәм…
Ире менән һөйләшеүе тамамланғас, Райхана тағы ла урынына барып ятты. Күңелен елкенеүле хис-тойғолар биләп алды, йәнендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ырғып торҙо ла, тағы бер рюмка төшөрөп, сумкаһынан Ғилмандың телефоны яҙылған ҡағыҙҙы, унан сотовый телефонын ҡулына алды. Таныш тауыш ишетелгәс:
– Алло, мин инем был, Райхана, – тине. Һеҙҙе ҡайҙа көтөргә?
Университеттың филология факультетын тамамлаған Ғилман студент йылдарында бер кемгә лә ғишыҡ тотманы, ҡатын-ҡыҙҙар менән артыҡ буталманы. Юҡ, йыуашлыҡтан, баҙнатһыҙлыҡтан түгел ине был. Киреһенсә, оҙон буйлы, ҡара һөрөнкө йөҙлө, һоро төҫтөге күҙле, артыҡ йәйелмәгән йәлпәк танаулы егеттә тел дә, йылғырлыҡ та, кәрәгендә ҡыҙҙар ҡаратыр шаянлыҡ та бар ине. Тик ул барлыҡ һәләтен, тырышлығын уҡырға бирҙе. Бөтә маҡсаты, теләге карьера эшләүгә, юғарыға үрләргә ҡоролғайны. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, филология фәндәре докторы, тел кафедраһы мөдире Йәмил Ғәлиәхмәтов уны аспирантураға алып ҡалды. Бер йыл үтер-үтмәҫтән биология факультетының бишенсе курсында уҡып йөрөүсе, ошо юғары вузда эшләүсе философия фәндәре докторының ҡыҙы Гөлзифа менән бары ике ай танышып йөрөнө лә һәләт кенә уға өйләнеп тә ҡуйҙы. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауға, ҡыҙҙары тыуыуға уларға ике бүлмәне фатир бирҙеләр.
Бына шулай Ғилмандың тормошо ла, ғилми уңышы ла ыңғай барҙы. Фән кешеләренең күптәре яҙыусылыҡ ижады менән дә шөғөлләнгәс, был өлкәгә ынтылыу сире уға ла йоҡто, берәүҙән да ҡалышҡыһы килмәне. Тәүҙә балалар, тора-бара, ололар өсөн хикәйәләр, повестар ижад итеүгә күсте. Һәр редакцияла, һәр урында кисә үҙе лекциялар уҡыған шәкерттәре ултырғас, ҡайһы берҙәре әҙәбиәт буйынса ситтән тороп аспирантурала уҡығас, уға әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу әллә ни ауырға тура килмәне. Таланттың бер өлөшө тыумыштан, туғыҙ өлөшө тырышлыҡтан икәне билдәле. Ғилмандың иһә ун өлөшө лә тырышлыҡтан ине. Көн тимәҫ, төн тимәҫ – төрлө әҙәби китаптар, фәнни йыйынтыҡтар, дәреслектәр менән тыңҡыслап тултырылған шкафтары уртаһына ҡуйылған ҙур өҫтәле артында ҡулдан йә яҙып, йә машинкаһында туҡылдатып ултырҙы ла ултырҙы ул. Бынан ике йыл элек ошо ныҡышлығы менән тырышлығы уны тағы бер баҫҡысҡа күтәрҙе: әллә күпме йылдар яҙған романы, төрлөсә «төрткөләй торғас», ниһайәт, айырым китап булып донъя күрҙе. Бынан һуң инде, ғалимдар араһынан тағы ла бер әҙип артты, тип, хуплап-маҡтап, уны Яҙыусылар союзына алдылар. Ағзалыҡ билетын кеҫәгә һалғас, Ғилмандың күңеле күккә күтәрелде. Сөнки был хәл ижтимағи даирәлә мода ғына түгел, тел һәм әҙәбиәт ғалимдарында һәр кем мотлаҡ өлгәшергә тейеш оло абруй иҫәпләнә.
Ғилмандың кеше араһында, тантаналарҙа хәҙер рәсми телгә алыр исем-дәрәжәләре байтаҡ. Ләкин өлгәшмәгәндәре күберәк шул әле. Юллау ҡағыҙҙары тейешле инстанцияларға барып етеп, яҡын йылдарҙа атҡаҙанған фән эшмәкәре булып китһә, унан инде берәй төрлө премия юллауҙы ла башларға мөмкин. Ҡайныһы дөрөҫ әйткән уға: исемдәрҙе, премияларҙы төрлө бүләктәрҙе хәҙер талант өсөн генә бирмәйҙәр, кәрәк урында шарап, ҡайһы саҡ талап ҡуйып, һорап, яйлап, хатта яулап алалар. Эйе, ҡартластан күп нәмәләргә өйрәнергә мөмкин ине. Фәндә өс тинлек асыш булмаһа ла, ә исем-дәрәжәләре байтаҡ ине уның! Тик яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы. Таянысы ҙур ине Ғилмандың. Хәҙер бына яңғыҙына уйларға, үҙенә юл ярыр кәрәк. Юҡ, бирешмәҫ, өлөшөн ебәрмәҫ Ғилманов. Байтаҡ тәжрибә лә туплап өлгөрҙө бит. Тормошонда иң ышаныслы тоғро Гөлзифаһы бар. Унһыҙ нимә ҡылыр ине. Балалар ҡарау, аҙыҡ ташыу, аш-һыу әҙерләү кеүек донъя көтөүҙең бөтмәҫ хәстәрлек-мәшәкәттәрен ул үҙ өҫтөнә ала.
Ҡәйнәһенә лә рәхмәт. Иренең – Гөлзифаның атаһы үлгәс, ул күберәк уларҙа була. Кейәүен үҙ балаһы кеүек яҡын күрҙе. Ғилман да уны ныҡ хөрмәт итә. Ата-әсәһе донъянан йәшләй киткәйнеләр, әйтеп аңлатмаһа ла, уларға һаҡлаған күңел йылыһын ҡәйнәһенә бүлергә тырыша. Йыл да тип әйтерлек ул, ҡатыны – өсәүләп – ауылда ғаиләһе менән йәшәгән берҙән-бер апаһына ҡайтып әйләнәләр. Ә инде балалары өләсәләрендә үҫте тиергә лә була. Әле лә Артур күберәк ваҡыт шунда йәшәй.
Бер-береһенә йән мөхәббәттәре артыҡ булмаһа ла, Ғилман менән Гөлзифа үҙ-ара татыу, күп осраҡта аңлашып, килешеп йәшәнеләр. Бигерәк тә туған-дуҫтары араһында күрер күҙгә уларҙың мөнәсәбәттәре һоҡланғыс тойолдо, өлгөлө ғаилә ҡороусы юғары интеллектлы кешеләр һаналдылар. Асылда, Ғилман үҙен йыш ҡына япа-яңғыҙ итеп тойҙо, йәнен ҡайһы саҡ әллә ниндәй билдәһеҙ һағыш-хәсрәт сорнап алды. Ул ирем һәм балаларым тип йәшәгән Гөлзифаһы янына ла ҡайтҡыһы килмәй, кафедрала ҡалып, бүлмәләге сейфынан коньяк һалып эскеләне, күңеле урынына ултырмағас, толҡа тапмай, яңы башлаған яҙмаларына тотонғоланы. Ундай мәлдәрҙә ҡулына эш барманы, аң-аҡылына йүнле уй-фекер килмәне. Бары ҡанына һеңгән ғәҙәти хеҙмәтен башҡарырға тырышыу ғына ине был. Их, курсташ, бүлмәләш дуҫы Сәлих иҫән булһа икән. Йөрәгендәген асыр ҙа һалыр, ә ул уны тыңлар, аңлар, үҙенекен дә һөйләр, һиҙҙермәй генә кәңәшен дә әйтеп ҡуйыр ине. Иртә китте шул дуҫы. Бергә эшләгәндәрҙән кемгә һөйләйһең? Улар бары үҙ-ара көндәштәр…
Ғилман менән Гөлзифа араһында, оло талаш-тартыштар булмаһа ла, йәшерәк саҡтарында һауыт-һаба шылтырап ҡуйғылай торғайны. Әммә бер-береһенә ышанмауҙан, кемгәлер көнләшеүҙән, ҡыҙғанышыуҙан килеп сыҡманы улар. Тәүҙәрәк әйтелгән һүҙҙәре аҡсаға, әйбергә бәйләнешле булһа, балалары үҫә төшкәс, үҙ-ара аңлашылмаусылыҡҡа, күберәк тәрбиәгә ҡайтып ҡалды. Һәр кем үҙ хәҡиҡәтен яҡларға тырышты.
Өфөнөң биология фәнни тикшеренеү институтында эшләүсе Гөлзифа Сәхи ҡыҙының балаларына йоғонтоһо ҙур ине, әлбиттә. Бигерәк тә улдары Артурға. Ҡыҙы Эльза бәләкәй ваҡытында, киреһенсә, атаһына нығыраҡ яҡынланы. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡымаһа ла, уның өлгәшеүенә артыҡ һүҙ тейҙерерлек түгел ине. Университетҡа ла көсәнмәй, еңел барып керҙе. Атаһы имтихандар мәлендә ҡыҙына бары күҙ-ҡолаҡ булып ҡына йөрөнө. Ҡыҙҙары сит телдәр факультетының икенсе курсында уҡығанда уҡ дүртенсе курс студентына – буласаҡ инженер-технологҡа кейәүгә сыға һалып та ҡуйҙы. Уҡыуыңды бөтөрмәй һөйләнмә лә, тип тыйып та ҡаранылар, юҡ, барыбер үҙенсә эшләне. Ата-әсәләр бик бай кейәүҙәренең фатиры, бөтә нәмәһе булһа ла, тик йәштәр рәтле йәшәй алманы. Ҡыҙҙары күп тигәндә ярты йыл ире менән торҙо ла яңынан ҡайтты, тағы барҙы. Бына шулай бергә лә, бергә лә түгел йәшәп яттылар. Хәҙер бына Эльза яңынан үҙҙәрендә.
Ә инде Ғилман менән Гөлзифаның малайы Артурҙың бәләһе тыуыу менән башланды. Сабый сағында уҡ әле һыу сәсәге, әле скарлатина менән йонсоно. Әллә нисә тапҡыр хәстәханаға һалдылар, әжәл тырнағынан саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалған мәлдәре булды. Мәктәптә лә йүнләп уҡый алманы. Төрлө мажараларға эләгеп бөттө. Гөлзифа бөтә ваҡытын, көсөн улын ҡарауға бирҙе. Ғилманды ла бала сағында Артурының ауырыуы, уҡыуы борсоһа, малайы үҫә төшкәс, улы уның баш, аҙаҡ инде «кеҫә сиренә» әүерелде. Бер бәләһенә икенсеһе өҫтәлеп кенә торҙо. Этеп-төртөп урта мәктәпте тамамлағас, атаһы уны университеттың тарих факультетына урынлаштырҙы, тик унда Артур тәүге курсты ла тамамлай алманы. Бер ҡыҙҙы көсләүҙә ҡатнашып, уҡыуынан ҡыуылды, саҡ-саҡ төрмәгә ултыртыуҙан ҡотҡарып ҡалдылар. Ул саҡта Гөлзифа менән Ғилмандың ҡайғырыуҙары, йөрөүҙәре…Үҙҙәре генә белә.
Ғилман улын армияға алыуға башта ныҡ ҡаршы булһа ла, һуңынан, бәлки, төҙәлеп ҡайтыр тигән уйға килеп, уны алып ҡалыу өсөн бер ни ҙә ҡылманы. Гөлзифаһы иһә, Чечняға эләкһә, күрәләтә улымды үлемгә ебәрәйемме, тип бөтә йөрәге, булмышы менән ҡаршы булды, бының өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине.
Осрашырға ризалашһа ла, дуҫы йортона саҡырған Ғилман тәҡдименән Райхана баш тартып, фатирына яҡын, әммә кеше күҙҙәренән йырағыраҡ, тынысыраҡ урынды – Өфөнөң Якутов исемендәге парктың күл ярын һайлағас, Ғилман әҙ генә шымып торҙо ла:
– Һеҙ тигәндә – мин күл төбөндә! – тине, шатлығын йәшермәй.
Һөйләшеүҙең икенсе көнөндә сәскәләр бәйләмен, һалҡын тиеүҙән бигерәк таныштар күҙенә салынмаһын өсөн ҡат-ҡат урап, һау ҡулына тотоп паркка юлланды. Ул килгәндә алты тулмағайны әле. Һәр урындағыса, күл янындағы ағастарҙан, бөтә нәмәнән ҡыштың яҡынлашҡаны һиҙелеп тора. Баҡсала кешеләр һирәк-һаяҡ ҡына күренә. Күл эргәһендә бары бер нисә пар йөрөп ята.
Ғилман Райхананы әллә ҡайҙан таныны, әйтерһең, көн дә осрашып торалар. Бер күреүҙә лә ҡайһы берәүҙең атлауы, һәр хәрәкәте хәтергә инеп ҡала икән. Бығаса берәүҙе лә ул шулай иҫендә ҡалдырғаны юҡ ине. Бәлки, ошо араларҙа тик уны көн-төн уйлағанғалыр. Ғүмер уртаһы үтеп барғанда, уйламағанда-көтмәгәндә, осраҡлы ғына осрашыуҙан ғашиҡтар күленә ҡолағына тиклем сумған үҫмерҙәй йөрөп ят сәле! Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ, тиҙәр ҙә ул. Яҙҙырмай торғаны микән?..
Ғилман бына шулай, уйлана-ҡыуана, Райханаға ҡаршы атланы. Гөлләмә тапшырғас, Райхананың бит осонан саҡ ҡына, һаҡ ҡына үбеп алды ла:
– Килгәнегеҙгә рәхмәт, – тине шым ғына, үҙен бының өсөн ғәйепле кеше һымағыраҡ тойоп.
– Саҡырғанығыҙға рәхмәт, – тип йылмайҙы ла Райхана, – ҡулығыҙ ни хәлдә? – тип һораны.
– Һеҙ һаман минең хаҡта хәстәрлек күрәһегеҙ. Яңынан бәйләттем. Уның хаҡында онотоп барам инде. Ә һеҙ онотмайһығыҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә.
– Мин үҙем ҡабул иткән пациенттарымды онотмайым. Бигерәк тә күҙ алдында яраланғандарын…
Ғилман менән Райхана араһында бына шулай тәбиғи, ихлас башланған әңгәмә осрашыуҙың аҙағынаса дауам итте. Улар был кисте оҙаҡ аралаштылар, парктан тыш башҡа урындарҙа ла йөрөнөләр. Бер-береһенең тормошонан, яҙмышынан күп нәмә белделәр. Мөхәббәткә, ғаиләгә ҡағылғандарҙың да иң мөһимдәре асыҡланды, ләкин ҡайһы берҙәре күңел диңгеҙе төбөндәге сер булып ҡалды. Бер-ике осрашып ҡына уларҙы ҡайҙан беләһең. Ир менән ҡатындың күпме йылдар бер түшәкте уртаҡ итеп тә бер-береһен аса алмаған, тик үҙе өсөн генә ғәзиз һәм мөҡәддәс серҙәре була. Донъянан киткәс, ошо серҙәре тәне-йәне менән бергә серей. Юҡҡа ғына халыҡ, ҡатын менән ир – ике сир һәм ике сер, тип әйтмәгәндер. Кешелек донъяһы башланғандан бирле күпме рух һәм һүҙ даһиҙары шул серҙе асырға тырышҡан, бөйөк әҫәрҙәр тыуҙырғандар, ләкин ул һаман йәшәүҙең иң оло сере булып ҡала килгән, килә, киләсәк.
Райхана менән Ғилман да быны ғына аңлау түгел, бер кем белмәҫ һөйөү серҙәрен йөрәктәрендә яңғыҙ һаҡлап атлаған донъяның яп-ябай йән эйәләре. Тәжрибәләре әллә ни ҙур түгел, бигерәк тә Ғилмандыҡы. Шуға ла һүҙ үткән тормош, ғаилә, үҙ-ара мөхәббәт, мөнәсәбәт кеүек мәсьәләләргә килеп төртөлһә, быларҙы артыҡ ҡуйыртманылар, дөйөмләштереп тормайынса, күп осраҡта шаярыуға борҙолар. Осрашыу-танышыуҙарҙың дауамында Ғилман:
– Быйылғы көҙ һеҙгә оҡшаймы? – тип һорай ҡуйҙы.
– Көҙ-көҙ инде, – тине Райхана иҫе китмәй генә, – яҙ түгел, һалҡын. Башҡа йылдарға ҡарағанда һыуығыраҡ кеүек. Ә һеҙгә нисек?
Ғилман көткәйне был һорауҙы.
– Һоҡланғыс! – тине ул, хатта ян-яҡҡа ҡулдарын йәйеп. – Ниңә, тип һорағыҙ?
– Cөнки был көҙҙә донъялағы иң сибәр, иң аҡыллы ҡатынды осраттым, үәт!
Шул саҡ улар йылмайышып бер-береһенә ҡарашы. Райхананың күҙҙәрендә ниндәйҙер әйтеп аңлатылмаҫ нурҙар бар, улар, гүйә, рәхмәт, дауам итегеҙ, тиҙәр кеүек. Ғилман дауам итте.
– Әйт әле, Райхана, мин хәҙер һинһеҙ нисек йәшәргә тейеш? – Ғилман үҙенең «һеҙ»ҙән «һиңә» күсеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Яуабын таба алмайым.
– Һин, беҙ ҡасан тағы осрашабыҙ, тип һорайһыңмы? – Райхана ла «һиңә» күсте. – Мин был көндәрҙә япа-яңғыҙ…
Ошо саҡ Ғилман, уның алдына боролоп баҫты ла, Райхананы ҡапыл үҙенә тартып, һығып ҡосаҡлағас:
– Иртәгә үк! – тип, уның ирендәренә үҙ ирендәрен батырҙы… Тирә-йүндә кеше күренмәне, шуға ла ҡосаҡлашыуҙары ихлас, оҙаҡ булды.
– Ә хәҙер мине оҙатып ҡуй, – тип Райхана йәшәгән йорттары яғына ыңғайланы. Оҙаҡламай улар, шылтыратышырға һөйләшеп, йылы хушлаштылар…
Һуңлап ҡайтҡан Ғилман иртәгә Нефтекама ҡалаһынан килеүҙәре, унда үтәсәк фәнни конференцияға уны ла алып китәсәктәре хаҡында әйткәс, бындай сараларға күнегеп бөткән ҡатыны: «Булғас ни, бараһың инде», – тип кенә ҡуйҙы. Гөлзифаһының үҙ ҡайғы-хәстәрлектәре башынан ашҡан: больницаға малайы янына көн дә йүгерә, уға Мәскәүҙәге таныштары яңы дарыуҙар ебәрергә тейеш, ҡыҙына бәйләнешле мәшәҡәттәр ҙә етәрлек…
Ысынбарлыҡта, кисләтеп кенә Ғилман Райхана йортона килде. Хужабикә, һалҡын урамда йөрөргә беҙ йәш егет менән ҡыҙ түгел, тип үҙенә саҡырғас, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай торҙо ла, сәскә гөлләмәһе, төрлө күстәнәстәр күтәреп уның фатирына килеп керҙе. Килеүен тәҙрәнән күҙәтеп торған Райхана ул инер саҡта, биктәрен ысҡындырып, ишеген ҡыҫып ҡына асып ҡуйғайны инде. Ғилманға, ҡулындағы бүләктәрен тоттороп, уны ҡосаҡлап үбеп, сисенеп, тәҡдим ителгән ҙур бүлмәгә үтеү мәшәҡәте генә тороп ҡалды.
Райхана ҡыҙ сағындағыса һаҡланған еңел, уртаса буйлы кәүҙәһенә килешле йомшаҡ бәрхәт халат кейеп алғайны. Электр утында ялтлап торған ҡарағусҡыл сәстәре, шундай уҡ күҙҙәре уның алһыу йөҙөнә тағы ла алсаҡлыҡ, мөләйемлек өҫтәгән. Ә инде килешле тура танауы менән тулы ирендәре сибәрлеген арттырып, гүйә, уны бер алиһә иткән. Ризыҡ, шешәләр менән тулы түңәрәк өҫтәлгә йәнәш ҡунаҡлаған ултырғыстың береһенән Райхана урын күрһәткәс, Ғилман ҡулдарын йыуырға йүнәлде. Залға сығып, ултырғыстарҙың береһенә йәнәшәһенә Райхана ултырғас, көтмәгәндә күктән төшкән ошо бәхеттән Ғилман, нимә әйтергә, ни ҡылырға ла белмәй, алйып-аптырап ҡалды. Шуны һиҙептер, Райхана:
– Аҡты һалһам, ҡаршы килмәйһеңме? – тип һораны ла, ҡунағының ризалағын аңлап, ғәжәп һырҙар менән семәрләнгән ҙур шешәнән уға, үҙенә һырлы бәллүер рюмкаларға эсемлек ҡойҙо. – Беҙҙе осраштырған көҙ өсөн, – тине.
– Һине күргән онотолмаҫ кис өсөн, – тип Ғилман рюмкаларҙы сәкәштерҙе. Икеһе лә бөткәнсе эсеп ҡуйҙылар. Шунан улар бер-береһенә яҡыныраҡ ултырҙылар. Тойғолар, теләктәр әйтелеп, тағы ла бер нисә рюмка эселгәс, Райхана йоҡо бүлмәһенә атланы, унда яй ғына тауышҡа музыка ҡуйҙы ла Ғилманды тансаға саҡырҙы. Улар бер-береһенең ҡулдарына тотоноу менән ирендәре иренгә уйылды, телдәре иркәләште. Ғилман Райхананың биленән тағы ла нығыраҡ үҙенә тартты. Икеһе лә шул хәлдәге рәхәткә бер нисә секундҡа ғына, тындары бөткәндәй, ҡатып ҡалдылар. Ғилман, Райхананың ирендәренән айырылып, уның муйынын үбә башланы. Ҡапыл ғына Райхана халатының бауын тартты. Эстән уның бер нәмәһе лә юҡ ине. Ғилман түштәренә лә ирен тейҙергәс, Райхана уларҙы алғараҡ кирҙе. Ҡараштары менән осрашмаҫҡа тырыштылар. Ғилман уң ҡулын аҫҡа төшөргәс, Райхана:
– Һин нимә эшләйһең? – тип һаҡ ҡына бышылданы.
– Белмәйем… аҡылдан яҙам, ахыры…
Ваҡыт һиҙелмәне. Ҡушылған тәндәре аша йәндәре лә бер бөтөнгә әүерелеп, гүйә, бүлмә биләмендә түгел, зәңгәр күк бейеклегендә бәүелде… Ләззәт йыһанында…
Улар һүҙһеҙ генә йәнәшә ятҡас, тәүләп Ғилмандың теле асылды:
– Беҙ тағы ла бер нисә осрашһаҡ, мин һинең алдыңа тубыҡланып, миңә кейәүгә сыҡ, тиәсәкмен.
– Ә һин тағы осрашыуға икеләнәһеңме ни?
– Һин баш тартырһың, тип ҡурҡам.
– Был донъяла һин булған өсөн… Мин икебеҙгә лә берәй ял йортона путёвка алам.
– Ал, тик үҙеңә генә. Мин яныңа барырмын.
– Ғүмеремдә беренсе тапҡыр ял иткем килә. Бары һинең менән.
– Ә мин ғүмер буйы бары һинең менән ошо йортомда. Ошо урында ошолай йәнәш ятҡым килә.
– Выждан… Ҡыҙымдың, иремдең күҙҙәренә нисек ҡарармын?.. Былай ҙа гонаһҡа баттым…
– Юҡ. Эҙләгән кешеңде тапҡан өсөн ниңә үкенергә? Тик һуң шул инде. Барыбер бөтәһе лә элеккесә ҡаласаҡ.
– Ә минең элекке тормошом селпәрәмә килде кеүек.– Ғилман, Райхананы ҡыҫып ҡосаҡланы ла, тағы ла ирендәрен, күҙҙәрен үбеп алды. Һинең менән осрашҡандан һуң…
– Йә әйтеп бөтөр, – тине Райхана уға нығыраҡ һыйынып.
– Йәшәй генә башланым, ахырыһы…
– Ҡуй, Ғилман, илатма мине… Бәхетте ҡурҡытып ҡуймайыҡ…
Улар шым ғына оҙаҡ яттылар. Тик ваҡыт менән тормош, билдәле, туҡтаманы, үҙ яйы, үҙ хөкөмө менән алға тәгәрәне.
Башҡортостандың төньяк-көнсығыш районының ҙур ғына ауылында донъяға килгән Райхана бала саҡтан уҡ тиҫтерҙәре, бигерәк тә әхирәттәре араһынан айырылыбыраҡ торҙо. Төҫкө-башҡа һылыулығы, ыҡсым буй-һыны менән генә түгел, аң-аҡылы, һәр нәмәне зирәк төшөнөү менән дә башҡасараҡ, өҫтәүенә, һәр саҡ шат, ғәҙел, игелекле ҡыҙ ине ул. Беренсе кластан уҡ яҡшы уҡыны. Улар, атаһы әсәһенән киткәнсә, өсәүләп, мәктәпкә яҡын ғына йортта йәшәнеләр. Оләсәһе менән олатаһы, ҡыҙы һәм малайы менән уларҙан алыҫта – оҙон ауыл урамының иң осонда торҙо.
Улар өйө тирәһендә һәр саҡ кеше йыйылыр, бигерәк тә Райхананың тиҫтерҙәре күп килер ине. Дәрестәр бөтөп, әҙерәк буш ваҡыттар булһа, бөтәһе лә уның менән бергә булырға тырышты. Башланғыс кластарҙа уҡығанда мәктәптә, клубта нимә генә уйлап сығармай торғайнылар! Күпме концерт, спектакль ҡуйҙылар. Һәр яңылыҡҡа әйҙәүсе, уны ойоштороусы Райхана булды. Юғары кластарҙа уға ғашиҡ булмаған егет ҡалманы, тик был хаҡта белдерергә береһе лә батырсылыҡ итә алманы. Һәр кем Райхананың һәр йәһәттән унан бер башҡа юғары тороуын белә, аңлай ине.
Бына шулай ваҡыт үтә торҙо. Райханаға урта мәктәпте тамамларға бер йыл ҡалғас, ауылға яңы уҡытыусы килде. Ошо уҡ райондан, мәктәп директорының дуҫы, математика факультетын бергә тамамлағандар икән. Өйләнгән, ҡатыны, бәләкәй ҡыҙы бар.
Уларға Райханаларҙан йыраҡ түгел хужалары йәшәргә ҡалаға күскән бәләкәй генә бер йорт бирҙеләр. Ҡатыны колхоз бухгалтерияһына урынлашты. Үҙен «Мәһәҙи Мәхмутович» тип танытҡан яңы уҡытыусы Райханалар класында физика фәнен уҡыта башланы. Урта буйлынан саҡ ҡына оҙонораҡ, яҫы ғына ҡаштарын ҡаплап торған ҡарағусҡыл йөҙөндәге көмөрөрәк танауҙағы ҙур күҙлеген һис һалмаған был физик уҡыусыларға тиҙ оҡшаны. Ауыл халҡы ла уны ятһынманы. Белемле, күп һөнәрҙәргә маһир был ир кемдеңдер йә телевизорына «йән өрҙө», йә берәйһенә тейешле урынға ғариза, юллау кеүек ҡағыҙҙар яҙырға ярҙамлашты. Аралашып бармаҫ, үҙен бер ни тиклем һауалыраҡ, көнләшеүсән, ҡылтым ҡатынын ғына ауыл халҡы әллә ни өнәп етмәне.
Райхана яңы уҡытыусыны күргән көндән үк йән тыныслығын юғалтты. Байрамдарҙа, төрлө тантаналы сараларҙа кейгән матур күлдәген, килешле джинса салбарын ҡыҙыл кофтаһы менән ғәҙәти көндәрҙә лә мәктәпкә кейә башланы. Әсәһе: «Бөтөрәһең бит, имтихандар бирергә ҡалаға нимә кейеп барырһың?!» – тип, бер ниcә тапҡыр әйтеп ҡараны – тыңламаны. «Бер ике йыл үҙебеҙҙең мәктәптә эшләйем, директор менән һөйләштем», – тип кенә ҡуйҙы. Әсә кеше, үҙ һүҙле ҡыҙын барыбер еңә алмаҫын белеп, ҡул ғына һелтәне лә башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы.
Райханаға физика фәне иң көтөп алған дәрескә әүерелде. Һәр саҡ әҙерләнеп килде, тик бишлегә генә уҡыны. Дәрестәрҙә төрлө һорауҙар бирҙе, гелән һәр урында яңы уҡытыусы күҙенә салынырға тырышты. Ҡайһы бер көтөлмәгән һорауҙары йәш физикты хатта ауыр хәлгә лә ҡуйғылай ине. Тик ул һиҙҙермәне, бары уҡыусыһының ғәҙәти булмаған ҙур күҙҙәрен үҙ күҙҙәре менән осраштырмаҫҡа ғына тырышыр ине.
Райхананың яңы уҡытыусыға үлеп ғашиҡ булғанын мәктәптә лә, ауылда ла тиҙ белделәр. Күптәр аптыраны, тик ҡайһы берәүҙәр генә һис иҫтәре китмәй: «Ниңә, бер-береһенә торош, һәйбәт пар булырҙар ине», – тип кенә ҡуйҙы.
Мәһәҙиҙең ҡатыны Розала был хәл тәүҙәрәк ҡыҙыҡһыныу ғына уятһа, тора-бара уны нәфрәт, үс алыу тойғоһо биләп алды.
Райхана тирәһендә уралған, күңелдәрендә ниндәйҙер өмөт-хыял йөрөткән егеттәргә лә еңел түгел ине был күренеш. Башҡа саралары булмағас, өлкән синыф уҡыусылары, уны элеккесә Мәһәҙи Мәхмүтович тип түгел, яңы ҡушамат уйлап, үҙ-ара Күҙлек тип кенә йөрөтә башланылар. Асыуҙарын нисек тә булһа әҙерәк баҫырға кәрәк шул.
Мәһәҙи, йәш ҡыҙҙың мауығыуы ваҡытлыса ғыналыр, үҙемдә лә булды бындай хәл, үтеп китер, тип уйлаһа ла, көндәр үткән һайын үҙенә ҡарата Райхананың етди икәненә төшөнә барҙы, үҙ күңелендә лә ниҙер ҡуҙғалғанын, уянғанын һиҙҙе, тойғоларының ҙурға китеүенән ҡурҡа башланы. Розаһының бына-бына ене ҡуҙасағын тойоп йөрөнө. Бер тапҡыр һүҙ башлағайны бит инде.
– Уның өсөн яуап бирә алмайым. Йәште эҙләйһеңме, тиһең, мин һиңә шулай уйларға берәй сәбәп бирҙемме? Ауылда бөтә нәмә үтәнән-үтә күренеп тора. Бигерәк тә ситтән килгән кешеләрҙең һәр аҙымын күҙәтеп-ҡарап торалар.
Мәһәҙиҙең ошо һүҙҙәренән һуң, ире үҙен тыныс, бәҫле тотҡас, ҡатыны туҡтап ҡалғайны. Хәйер, бөгөн туҡталды, иртәгә тоҡанды, тигәндәй, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың ҡылығы бер тәүлектә ҡырҡҡа үҙгәреп ҡуя. Роза ла шулар нәҫеленән. Ә Мәһәҙи урынын-яйын табып, Райхана менән аңлашып, мөнәсәбәттәрен асыҡлап ҡуйырға тигәйне лә, уйлана торғас, быны эшләмәҫкә булды. Тиҙҙән мәктәпте бөтә, иң алдынғы уҡыусы, моғайын, берәй юғары уҡыу йортона имтихан тапшырыр, уҡыр, башҡалар менән аралаша башлаһа, бөтәһе онотолор ҙа бөтөр, тигән уйы еңеп ҡуйҙы. Ләкин Райхана уны бер генә көнгә, бер генә сәғәткә онотманы. Һаман да бөтә һылыулығында йәш уҡытыусыһының күҙенә нығыраҡ салынырға, янында булырға ынтылды.
Бер көн шулай мәктәп эргәһендәге уҡыусылар, уларҙан бушағас ололар өсөн ойошторолған ауыл ашханаһына төштән һуң Райхана барып инде. Байтаҡ ҡына халыҡ йыйылған, кешеләр ашарға сиратҡа баҫҡан. Иң артта – Мәһәҙи. Райхана уның эргәһенә килеп торҙо ла уҡытыусыһы менән һөйләшә башланы. Шул саҡ ашхана ишегенән Мәһәҙинең ҡатыны күренде. Роза етеҙ аҙымдар менән улар уртаһына килеп баҫты ла бөтәһе лә ишетелерлек тауыш менән:
– Оят түгелме һиңә, туҡтауһыҙ кеше ире артынан йүгерәһең?! Ҡайҙа һинең ҡыҙ намыҫың, оятың?! – тип ҡысҡырҙы. Мәһәҙи:
– Туҡта, Роза, нимә һөйләйһең? – тип, уны еңенән тартып, туҡтатмаҡсы иткәйне, ҡатыны ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп:
– Теймә миңә! – тип тағы ла яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы.
Райхана атылып тышҡа сыҡты ла ямғыр күҙҙәре һибәләй башлаған урам буйлап яҡындағы йылға яры туғайлығына йүгерҙе. Кешеләр күрмәҫ ышыҡ урынға барып еткәс, ямғырға ҡушылған күҙ йәштәрен берсә уң, берсә һул ҡулы менән һөрткөләй-һөрткөләй, ергә сүгәләне. Унан, тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш, башын эйеп оҙаҡ ултырҙы. Ғәрлеге тамағына төйөн булып тығылды…
Ҡараңғылатып ҡына өйҙәренә ҡайтҡан Райхана был көндө аттестат алыу менән ауылдан китергә тигән ҡәтғи ҡарарға килде. Тик йортонда яңғыҙ ҡаласаҡ әсәһен уйлаһа, яңынан йәнен хәсрәт биләп алды…
Уның бындай аптырап ҡалған көсһөҙ сағы ошоғаса булғаны юҡ ине ләбаһа. Мөхәббәт шулай була микән ни? Юҡ, ул башҡаса ғашиҡ булмаясаҡ, булһа, кешегә күрһәтмәйәсәк, һиҙҙермәйәсәк…
Райхана, урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү, йәки башҡа берәй ҙур ҡаланың юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләһә лә, иптәштәренән берәү ҙә бармағас, был хыялынан баш тартты. Алыҫыраҡ яҡта булһам, ауылға һирәкләп ҡайтылыр, физика уҡытыусыһы менән осрашмам, тип уйлағайны, тик яңғыҙы ғына сәфәр тоторға йөрәге етеңкерәмәне. Өҫтәүенә, әсәһе быға ҡаршы булды. Ул ҡырт киҫмәһә, бәлки тәүәкәлләр ҙә ине.
Уларҙың мәктәбенән дүрт кеше Өфө медицина институтына барҙы. Райхана менән бер егет кенә, имтихандарҙы уңышлы биреп, ҙур конкурстан үтеп һөйөнә алды.
Һылыу ҡыҙға күҙ һалыусылар баш ҡалала ла әҙ булманы. Үҙең яратыу ғына бәхет килтермәүҙе тәүләп татыған Райхана хәҙер инде ир-егеттәрҙең ул тип йән атыуҙарын теләне. Маҡсат ҡуйһа, бөгөндән кейәүгә сыға ала ине ул. Бығаса осрағандарҙың матур итеп һөйләгәндәре, күңелле итеп көлгәндәре күп, ә бына ул тип үлгәндәре, ул тип көйгәндәре күренмәй һымаҡ Райханаға. Шуға ла кейәүгә сығырға ашыҡманы, дөрөҫөрәге, Альберт Фәйзуллин тигән егет менән аралашҡанға тиклем. Бер группала уҡыған егет бишенсе курсты бөтөрөүҙе байрам итергә, атаһының ҙур баҡсаһына алып барғайны. Бында башҡа йәштәр ҙә булып сыҡты. Асылда уларҙы таныштырыу өсөн ойошторолған кисәлә Райхананың теләк-хыялы тормошҡа ашты ла инде. Оҙон буйлы, ҡыр моронло, етди уйлы лейтенант ҡыҙҙы, халыҡ теле менән әйтһәк, «күрҙе лә – үлде!» Бөтәһе лә ҡыҙып алғас, уйын-көлкө, йыр-таҡмаҡ башланғас, Райхананы икенсе тапҡыр тансыға саҡырҙы ла:
– Мин һеҙҙе яратам. Һеҙҙе бер кемгә лә бирмәйем! – тип, уңайын килтереп, уның ҡолағына шыбырҙаны.
– Быны әйтергә оҙаҡ уйланығыҙмы? – тип Райхана егеттең йөҙөнә матур күҙҙәрен төбәне.
– Һеҙҙе күргәс тә… Ә бына башҡортса нисек әйтергә күп уйланым. Сөнки мин гел русса уҡыным.
– Һәйбәт һөйләшәһегеҙ ҙә.
– Шулай тиһегеҙме? Уйлашырбыҙ…
Альберттың мөхәббәте лә, ныҡышлығы ла үтә ҡайнар һәм ихлас булып сыҡты. Ул юлын, яйын табып, Рязань яғынан Өфөгә бер йылда әллә нисә тапҡыр килде. Архангель районында тыуып, баш ҡалала йәшәгән туғандарын (ата-әсәһе бала сағында уҡ вафат) буласаҡ кәләшенең әсәһе, туғандары менән осрашып та өлгөрҙө. Дипломын алғас, Өфөлә танышыу кисәһе үткәреп, яҙылып, Райхананы ҙур булмаған ҡалаға бер көндө алды ла китте. Уларға дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, бер йылдан ҡыҙҙары Розалина тыуҙы.
Йәштәрҙең тормошо бына шулай һәйбәт кенә башланғайны. Йәшәгән туғыҙ ҡатлы дөйөм ятаҡта ла кешеләр менән танышып, бер-береһенә йомошҡа, ҡунаҡҡа йөрөшәләр ине. Үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғас, былар бөтәһе лә әллә ҡайҙа була барҙы. Был ятаҡтан, фатир алып, йүнлерәк ғаиләләр ҡайҙалыр күсә, киреһенсә, бында эшһеҙҙәр, эскеселәр һаны көнләп арта торҙо. Ятаҡ күргеһеҙ хәлгә килде. Сүп-сар, эт, бесәй тиҙәге еҫтәре һәр этажға таралды. Күп осраҡта лифттар ҙа бер аҙналар буйы урынынан да ҡуҙғалманы.
Аптырағас, Райхана үҙҙәре подъезын дежур итеү графигын төҙөп, элеп, йәшәүселәрҙең байтағын йыйып, һөйләшеп ҡараны. Дөрөҫ, кәрәк, тип шаулаштылар ҙа – эш тә бөттө: берәү ҙә һепертке, сепрәк тотоп сыҡманы, күренмәне. Этаждарҙа бысраҡтан баҫыр урын ҡалмағас, уларҙа көпә-көндөҙ тараҡандар йөрөй, сысҡандар йүгерә башлағас, тамам нервыһы ҡаҡшаған Райхана:
– Етте, башҡа түҙер хәлем ҡалманы: йә һин беҙҙе машинаң менән Өфөгә алып барып ҡуяһың, йә баланы үҙем күтәреп сығып китәм, – тине. – Күпме шулай йәшәргә мөмкин?!
– Хеҙмәттән әҙ генә бушаһам, Рязанға сабам, бер генә ялым да булғаны юҡ. Квартира төҙөргә аҡса еткереп киләм бит. Киләһе йыл нигеҙен һала башлайбыҙ…
– Юҡ! Минең бында башҡаса ҡалыр көсөм юҡ! Хәҙер хатта сүп сығарырға ҡурҡыныс: беҙҙең өҫтә – эскеселәр шайкаһы, ҡаршыла – шизофренечка, аҫта – наркомандар. Беләһеңме ошо йылда ғына миңә өс тапҡыр милиционерҙарға шаһит ролен үтәргә тура килде. Һуңғы йылдарҙа был ятаҡта, уның тирә-яғында әллә нәмәләр булып тора…
– Арттырам. Шулай инде, һин ҡайтаһың да йоҡлап та китәһең. Яныңа йәш ҡатыныңдың ятҡанын да һиҙмәйһең. Уның теләге булыуы ла аҙналар буйы башыңа ла килмәй…
– Мин бит ат кеүек эшләйем, Райхана. – Ошо һүҙҙәрҙән һуң Альберт бер аҙ ғына һүҙһеҙ торҙо ла, – көс тә, теләк тә ҡалмай, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Альберт алдындағы ашап ултырған макороны тәрилкәһен ҡапыл этеп ҡуйҙы ла:
– Әллә аңламай, әллә аңлап шулай һөйләйһең, – тине, өс метрлы кухняһында тегеләй-былай йөрөп, – бөтәһен дә һеҙҙең өсөн һуңғы сиккә еткәнсә эшләгәнде лә аңламайһыңмы?! Һин тип, Розалина бәхетле йәшәһен тип тырышам да баһа! – Альберт яңынан өҫтәл артына ултырып, ҡатыны күҙҙәренә ҡараны. – Иң күбе бер йыл ҡалды, унан төҙөй башлайбыҙ.
Райхана, тештәре һыҙлағандай тыны менән ауыҙ эсен һурып, ирендәрен генә ҡыйшайтып ҡуйҙы.
– Ул йорт кәмендә ике-өс йыл төҙөләсәк. Юҡ, ысынлап әйтәм, бында башҡаса ҡала алмайым. Беҙҙең бит квартира һатып алырлыҡ аҡса бар, хатта ике бүлмәлене. Ниңә беҙҙе, язалайһың. Розалина өсөн ҡурҡам! Баланың йә ошо хәшәрәттән, йә ауырыуҙан, йә берәй хәлдән һәләк булыуын көтәһеңме ни?
Был һүҙҙәр Альберттың башына һуҡҡандай тәьҫир итте. Ул бер ни тиклем шаңҡып ултырғандан һуң, аҡыл туплап:
– Йә, ярай, – тине. – Мин һеҙгә Өфөнән фатир һатып алып бирәм. Мебелдәр ҙә ҡуям. Тик миңә тағы бер ни тиклем ваҡытҡа рөхсәт итегеҙ. Килеп сыҡмаһа, мин дә ҡайтырмын.
Райхана, шатлығынан тәгәрәгән күҙ йәштәрен һөртөп, шкафтан бер шешә шарап алып, өҫтәл уртаһына ҡуйҙы…
Гөлзифа менән Ғилман больницаға килгәс, көтөп тороусылар залында берәү ҙә күренмәне. Быныһы һәйбәт ине. Иркенләберәк һөйләшергә була. Тик малайҙары, бигерәк тә атаһы менән, артыҡ аралашып, һөйләшеп бармай.
Дежурҙа ултырыусы ҡыҙ саҡырғандан һуң бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә, спорт костюмында Артур күренде. Ябығып, күҙҙәре ҙурайып, ниңәлер тештәре һарғайып ҡарайып киткән. Әсәһе, уны был хәлендә көн дә күргәс, артыҡ аптыраманы.
– Ялыҡтыңмы? – тип һораны.
– От чего? – тине малайы иҫе китмәй генә, ишек яғына ҡарай-ҡарай.
– Чем-то лечат. – Артур һаман ишек яғынан күҙен алманы, ул кемделер көтә ине. Оҙаҡламай залға таныш егет килеп инде лә, Ғилман менән Гөлзифаны күргәс, иҫәнләшеп тә тормай, йылп итеп ишектән сығып һыҙҙы. Бер аҙҙан Артурҙың ата-әсәһе дежурҙағы ҡыҙға дауалаусы табипты күрергә кәрәклеген әйтеп, өсәүләшеп өҫкө ҡатҡа күтәрелделәр. Тик кәрәк кеше урынында булмай сыҡты. Шәфҡәт туташынан:
– Ниңә Хәйруллинды дөйөм палатаға күсерҙеләр? – тип һорағас, ул:
– Артурға кемдер нәмәлер килтереп эсергән, уға һәр саҡ контроль кәрәк, – тине лә яҙышыуын дауам итте.
– Кем уға эсерһен?! – тине Гөлзифа, тауышын күтәреберәк.
– Белмәйем, нимә эсергәндәрҙер… Минеңсә, ул наркотик ҡабул иткән.
– Һеҙ нимә? – тине әсә кеше баяғы ҡәтғи тауыш, шул уҡ ваҡытта аптыраулы йөҙ-ҡиәфәт менән, – ул больницала ята, кем эсерһен?! Аҡылдан яҙҙығыҙмы?!
– Мин аҡылдан яҙманым, ә бына малайығыҙ… – тине ҡыҙ үҙ эшенән айырылмай ғына.
Дауалаусы табиптың ҡасан килерен асыҡлай алмағас, улдарына килтергән аҙыҡтарын ҡалдырып, Гөлзифа менән Ғилман коридор буйлап сығыу яғына ыңғайланылар.
– Шабашниктар, – тине Гөлзифа ярһыуын һаман да баҫа алмай, – бөтә урында аҡса ҡайырырға ғына ултыралар! Әллә нимә уйлап табалар!
– Ә ысын булһа? Артурҙан юҡ-бар көтөргә мөмкин…
– Көтәһең инде, бөтәһен минең әсәйем өҫтөнә ташлап ҡуйғас.
– Һеҙ бит унан икәүләшеп супермен яһанығыҙ. Минән бер һүҙ әйттермәнегеҙ. Ни теләһә – шуны эшләне… Тиҙерәк бынан алып сығырға кәрәк үҙен.
– Бер ҡайҙа ла алып сыҡмайбыҙ. Тағы өс аҙна ятырға тейеш.
– Ә ике йылға армияға китһә? Чечняға ебәрһәләр? Ҡыҫҡа булырмы?
– Бәлки, уға армия бары файҙаға …
– Ауыҙыңды ла асма! Һөйләшелгән, уға армияға яраҡһыҙ тигән диагноз ҡуясаҡтар. Түләрбеҙ. Мин берҙән-бер улымдың табутта ҡайтыуын теләмәйем…
– Ниңә, мин теләйемме ни? Телең әйләнеп нисек шулай тип әйтәһең?
– Ярар, исмаһам үҙ-ара талашмайыҡ. Беҙгә балалар хәсрәте лә еткән. Ә һин, путёвка алып, һөйләшкәнсә, санаторийға барып ҡайт. Һуңғы ваҡытта йүнләп йоҡлағаның да юҡ. Һин дә бирешәһең, беҙ ни ҡылырбыҙ? Артурҙы ҡарарға беҙ өсәү. Өлгөрөрбөҙ. Хәбәрләшеп торорбоҙ…
Ҡыҙы филология факультутында уҡыған профсоюз рәйесе урынбаҫарына – яҡын танышына Ғилмандың путёвка хаҡында шылтыратып өндәшеүе булды, уныһы:
– Ҡайһы яҡҡа кәрәк? – тип кенә һораны. Нисәү?
– Һайланмайым, бер генә путёвка, ошо көндәрҙә кәрәк, – тигәс, танышы бөгөн үк Профсоюз йортонан килеп алырға ҡушты. Шулай булмай, ҡыҙын уҡыуға индереүҙә ярҙамлашҡас, осрашҡан-һөйләшкән һайын теләгән ваҡытҡа льготалы путёвка бирәм, тип иҫенә төшөрҙө, ҡатыны менән ял итеп ҡайтырға ҡотортто. Райхананың ире, ҡыҙы тағы бер аҙнаһыҙ ҡайтмаясаҡ. Иң уңайлы мәл ине был. Шул көнө ун ике көнгә бер кешелек путёвка алып, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында һомғол ҡарағайҙар ҡуйынындағы санаторийға килеп, Ғилман иртәгәһенә үк айырым бүлмәгә урынлашты. Икенсе көнө, күстәнәстәр тейәп, кисләтеп кенә Райхана ла килеп етте. Яҙыу-һыҙыу эштәре күплегенә һылтанып, ике көн буйы Ғилман дауаланыу процедураһы бүлмәһенә йөрөмәне. Райхана менән һуң ғына, ял итеүселәр бүлмәһенә кереп бикләнгәс кенә, йорттарҙан алыҫ урман төпкөлөндә саф һауа һулап серләшеп йөрөп ҡайттылар. Бүлмәлә лә һүҙҙәре бөтмәне, бер-береһен яратышып туя алманылар. Душта ҡойоноп сыҡҡас, татлы әсе-мәсе ауыҙ иттеләр. Икеһе лә ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр тәндәре, йәндәре менән иң бәхетле, гүйә, йәш ғашиҡтар ине улар был мәлдәрҙә.
Райхана китер көндө икеһе лә иртә уянды. Хәйер, йүнләп йоҡламанылар ҙа…
Иркә йәнлектәй Ғилманға һыйынған Райхана түшәмгә текәлгән күҙ-керпектәренән, сикәләренән ағара төшкән ҡуйы сәстәренән һыйпап ҡуйҙы ла:
– Ниңә шул тиклем моңайҙы минең кавалер? – тип еңелсә генә шаяртып алды.
– Эй, Хоҙай, – тине Ғилман тәрән һулап, һәр көн, һәр төн бына шулай бары яратҡан кешеһе менән ҡосаҡлашҡан бәхетле кешеләр бар бит. Ниңә яҙмыш беҙҙе шулай һуңлап остраштырҙы икән?
– Ҡуй, ҡуй, Ғилман, үкенмәйек. Алдағы көндәр хаҡында ла көймәйек. Ни яҙһа – шул булыр.
– Мин бөтә көнөмдө фәнгә, ижадҡа бирергә тырыштым. Йә, нимә иҫбат иттем һуң? Мине аңлар, тыуған телемдә һөйләшә алған балалар ҡалдыраммы? Мөхәббәтемде, бәхетемде таптыммы?
– Таптың, таптың, ҡуйыныңда ята…
– Таптым да бит, бына-бына осоп китәсәк шул ул. Унан инде…
– Унан инде һағынышып йәшәрбеҙ.
– Ә минең улай йәшәгем килмәй.
– Һин – иреңдән, мин ҡатынымдан айырылам.
– Ә нисек хәл итергә һуң?
– Белмәйем… Ашыҡмаҫҡа кәрәктер, бәлки, тормош үҙе хәл итер?
– Тормош… Уны беҙ хәл итергә тейешбеҙ.
– Минеке үҙ яғында йорт һала бит. Бәлки, Өфөгә килергә уйы ла юҡтыр?..
– Нимә, миңә көтөп йөрөргәме ни? Ә минең ҡатыным барыбер һиҙәсәк. Хатта бынан ҡайтыу менән…
– Һиҙәсәк, әлбиттә. Беҙҙең халыҡты был мәсьәләлә алдау ауыр, барыбер беләбеҙ беҙ. Мин дә иремдең хыянатын бер нисә тапҡыр тойҙом. Тик өндәшмәнем, дауыл ҡуптарманым. Ул башлап хыянат итмәһә, бәлки, беҙ былай ятмаҫ та инек. Хыянат… хыянат тыуҙыра.
– Беҙҙең ҡушылыуҙар бары үс алыу өсөн генә булдымы ни?
– Юҡ, бының өсөн генә булманы. Яратмаһам, һиндә уй-хыялымдағы ирҙе күрмәһәм, һин миңә яҡын да килә алмаҫ инең. Эҙләгән ирҙе таптым. Башҡаһына әлегә башым етмәй… – Райхана, ҡосағын йәйеп, ике ҡуллап Ғилманды биленән ҡыҫып ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫты. Улар, бәхеттәренән иреп, яңынан мөхәббәт-ләззәтенә бирелделәр.
Райхананың Өфөгә ҡайтып китеүенә ике көн үткәс, Ғилман ҡатынына шылтыратты. Трубканы улы Артур алды. Атаһының тауышын танығас та малайы, иҫәнләшеп тә тормай:
– Мама на работе, – тине, ашығып.
– Ҡайҙа ҡабаланаһың, һин ниңә больницала түгел? – тине атаһы, асыулыраҡ тауыш менән.
– Һиҙеп торам, өйҙә яңғыҙ түгелһең. Кем бар унда?
Файҙаһыҙ икәнен белһә лә, йәне үртәлә барған Ғилман тағы ла бер тапҡыр улына тәьҫир итергә уйланы:
– «Дуҫ» тип әйт. Шуны ла тыуған телдә әйтергә хәлеңдән килмәйме ни? Күпме өйрәтәм…
– А зачем? – тине Артур иҫе лә китмәй. Родной язык нужен был тебе стать профессором, писателем. Я не собираюсь. Теперь ими пруд пруди…
Малайының, тағы ла әллә нимәләр әйтерен аңлап, һүҙҙе Ғилман, икенсегә борҙо.
– Кем ул һинең «друг»? Исеме барҙыр бит?
– Һин ҡабат больницаға ҡасан бараһың?
– Ярар, улым, мин һеҙҙе һағындым. Әсәйеңден эшенә шылтыратырмын.
Артур, әлбиттә, дуҫы менән «видик» ҡына ҡарап ултырмай ине.
– Кем унда? – тине Радик, икенсе бүлмәнән Артур күренеүгә.
– Атай! – тине уныһы, асыуланып. – Әсәйҙе һораны. Нимә кәрәктер инде ҡартласҡа, ял итеп кенә ятмай.
Дуҫы һул ҡулын ғына һелтәне. Уң ҡулындағы уколды Артурға һуҙып:
– Әйҙә, ярҙам ит, – тине. Радиктың беләге күп энә ҡаҙауҙан сыбарланып бөткәйне. Артур дуҫына, унан үҙенә уколдар ҡаҙағас, икеһе лә карауатҡа менеп яттылар.
– Йә, нисек? – тип һораны Артур бер аҙҙан.
Оҙаҡламай, ысынлап та, уларҙың бөтә тәне буйлап рәхәт ағып йүгерҙе. Икеһе лә ләззәттән һуҙылып ятты, был донъяның иң иркә улдарына әүерелделәр…
…Ғилмандың санаторийҙан ныҡ үҙгәреп ҡайтҡанын Гөлзифа тәүге сәғәттәрҙә үк һиҙҙе. Унда китмәҫ элек тә тоя ине. Тик улы, эше, ижады өсөн борсолоуҙарҙыр тип кенә уйларға тырышты. Иренең ныҡ йонсоуын һиҙеп, уға мотлаҡ ял итергә кәрәклеген белһә лә, күңеленә барыбер шик төшкәйне. Ғилман ял итеп ҡайтҡас, ҡатыны уның үҙенән алыҫ булыуын аңланы. Иренән ниндәйҙер һалҡынлыҡ килә, уға ҡарата вайымһыҙлыҡ тойола. Икенсе төндө һүҙһеҙ байтаҡ ятҡас:
– Нимә булды? – тип һораны Гөлзифа. Өндәшмәй ҡалыу мөмкин түгеллекте аңлаған Ғилман:
– Булды, – тине, ҡараштарын ҡайҙалыр алыҫҡа текәп, – дөрөҫөн әйтәйемме, әллә был хаҡта һөйләшмәйекме?
– Әйт, түҙермен. Бөтәһенә күнеп барам инде.
– Мин һинән…китермен ахырыһы…Мин һиңә хыянат иттем.
Гөлзифа саҡ-саҡ ирендәрен ҡыбырҙатып:
– Шулай килеп сыҡты инде.
– Тимәк, мине ҡосаҡлап, уны уйлап ятҡанһың. Шулаймы?
– Мыҫҡыл итеүҙең ошонан да ҙурырағын уйлап таба алманыңмы?
– Мыҫҡыл түгел был… Һин – алтын… Ләкин мин икенсе бер ҡатынды яраттым. Нишләргә лә белмәйем…
– Хәҙер үк был өйҙән сығып кит.
– Уныһын мин белмәйем… Яратҡан ҡатының янына кит.
– Унда минең ни эшем? Сығып кит, хәҙер үк сығып кит!..
Гөлзифа урынынан тороп ултырҙы ла, тубыҡтарын ҡосаҡлап, алға-артҡа бәүелә башланы. Ғилман нимә эшләргә лә белмәне. Ҡатыны бары бер һүҙҙе ҡабатланы:
– Хәҙер үк сығып кит. Кит, кит!..
– Тыныслан, – тине Ғилман, аптырап-алйып карауатта уның менән йәнәш ултырған килеш, – бәлки, һуңғараҡ һөйләшербеҙ.
– Беҙҙең һөйләшер һүҙебеҙ ошо минуттан бөттө. Һин үҙең дә минең өсөн ошо минуттан юҡ. Үлдең… Бәлки, фажиғәле һәләк булһаң…миңә еңелерәк булыр ине…
– Туҡта, Гөлзифа, улай уҡ ҡырт киҫмә…
– Киҫәм! Йәнемдең яртыһын киҫеп ырғытам!.. Кәрәкмәй ул миңә!.. Күҙемдән юғал!
Гөлзифаның ҡыуалауын артабан да дауам иткәнен күреп-ишетеп, Ғилман ишекте шым ғына ябып сығып китте. Гөлзифа үҙ-үҙен ҡосаҡлаған килеш, хәҙер инде бәүелмәй, урынында ҡатҡан таш һымаҡ ултырып ҡалды.
Төн уртаһы етеп килгәндә, Ғилман, дуҫы Мәхмүткә шылтыратты. Ул ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтында экономика буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Фән докторы, профессор. Өс йыл самаһы элек ҡатыны мәрхүмә булып ҡалғайны. Өйләнмәй йөрөп ята. Берҙән-бер улдары ҡайҙалыр Алыҫ көнсығышта лётчик булып хеҙмәт итә. Улар, яҡташтар, Ишембайҙа бер мәктәптә уҡынылар, Өфөлә лә юғары уҡыу йорттарын бер осорҙа тамамланылар. Һуңынан ҡатындары менән дә танышып, аралашып йәшәнеләр. Мәхмүт яңғыҙы тороп ҡалғас, Гөлзифа уға бер әхирәтен димләп тә булашты. Бер аҙ ғына тороп ҡаранылар ҙа, ниңәлер, ҡауышып ҡуя алманылар.
Командировкала, йәки кеше-фәлән булмаһа ярар ине тип икеләнә-ҡурҡа ғына шылтыратҡайны, бәхетенә, Мәхмүт өйҙә булып сыҡты. Ғилман:
– Барыһын да һуңынан һөйләрмен, миңә бер ни тиклем ваҡытҡа төйәкләнер урын кәрәк, – тигәс, дуҫы:
– Такси тотоп ултыр ҙа кил, күпме кәрәк шул тиклемгә төйәкләнерһең, көтәм, – тине…
Был төндө улар йоҡламанылар ҙа тиерлек. Һөйләшеп-серләшеп таң аттырҙылар.
– Тағы бер тапҡыр әйтәм, Ғилман дуҫ, һин Гөлзифа янына ҡайтырға тейешһең, – тине Мәхмүт һөйләшкән хәбәрҙәрен йомғаҡлап. – Ҡартайғанда – тыртайған, тигәндәй, беҙҙең йәштә ҡатын яңырталар тиме? Ҡарт түгелбеҙ, ләкин барыбер һуң инде. Мин үҙемдән беләм. Гөлзифа таныштырған ҡатын матур, уңған ҡатын ине. Яңғыҙ килеш тә мин уға күнегеп китә алманым. Унан улым, ейәндәр алдында уңайһыҙландым. Ә һин?.. Гөлзифаны уйламаһаң, улың менән ҡыҙың, улы кеүек күргән ҡәйнәң бар бит… Артур хаҡында һөйләнең. Ошондай саҡта ғаиләнән китеү – яҡын кешеләрең алдында хыянат, ҙур хыянат…
– Ярар, Мәхмүт дуҫ, өҙгөләмә йөрәкте. Мин балаларҙы ғына аңлар йәштәмен... – Ғилман күҙҙәренә тығылған әсе йәштәрен уң ҡулы бармаҡтары менән ҡапыл ғына һөртөп алды. – Нишләргә лә белмәйем. Райхана йәнемә инде лә ултырҙы. Йөрәктән сыҡмай, күҙ алдынан китмәй. Мауығыу ғына булһа, быны Гөлзифаға әйтер инемме ни? Белмәҫ тә ине…
– Әйтеп, хата эшләгәнһең шул. Ярар, төҙәтербеҙ.Үҙем һөйләрмен.
– Бына быныһы кәрәкмәй! Үҙем тыуҙырған бәлә, сараһын да үҙем табырға тейеш. Райхананы күрергә кәрәк.
– Кәрәк микән? Хәйер, үҙең беләһең. Бындай мәсьәләләрҙә кәңәшсе булыу, ҡыйын… Бәлки, бер аҙ ял итеп алырбыҙ?
Ғилман ул килгәнсә диванда әҙерләнгән урынға, Мәхмүт эш бүлмәһендәге карауатҡа табан атланы…
Ғилман менән Гөлзифаға бәлә-ҡаза, бигерәк тә айырылышыу, зәхмәт бер ҡасан да ҡағылмаҫ кеүек ине. Икеһе лә ауылда тыуҙылар. Ғилмандың әсәһе бала саҡта уҡ яман шеш ауырыуынан донъя ҡуйҙы. Ҡатынһыҙ ҡалғас, ҡанаты ҡайырылыуҙан атаһы ла ата ҡоштай йорт-ҡура тирәһендә ҡаңғырып йөрөнө лә, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, ҡапыл ғына теленән төшөрмәгән хәләлбикәһе янына китеп барҙы. Өйҙәрен һатҡас, Ғилман алтынсы кластан апаһы менән еҙнәһендә йәшәй башланы. Уҡырға тырыш, эш-көшкә беше булды. Урта мәктәпте тамамлаған йылда уҡ университетҡа уҡырға барып керҙе.
Гөлзифа ла ауылда тыуҙы. Атаһы, ситтән тороп аспирантурала бер йыл уҡығас, уларҙы – өләсәһен, әсәһен, уны – Өфөгә алып килде. Бер йыл ғына кеше фатирында йәшәнеләр. Ауылда ҙур өйҙәрен, мал-тыуарын һатып, баш ҡаланың урта өлөшөнән үҙҙәре лә һәйбәт кенә йорт һатып алдылар. Өләсәләре әле лә шунда йәшәй.
Ата-әсәһенең ярҙамы, хәстәрлектәре ҙур ине. Әммә Гөлзифа үҙе лә тырыш, тормошҡа сыҡҡас та егәрле, тынғыһыҙ ҡатын булды. Һуңғы йылдарҙа бары сәстәренең аҡтары күбәйҙе, маңлай һырҙары йышая төштө. Былары малайы менән ҡыҙы өсөн хәсрәтләнеп уйланыуҙар «емеше» ине, әлбиттә. Ярай әле һуңғы ваҡытта ҡыҙының тормошо рәтләнеүгә бара. Нисә йылдар буйы ауырға ҡала алмай йөрөнө. Һуңғы ҡаралғанда шатландырып ҡайтарғандар. Ире менән яңынан ярашҡас, был юлы үҙе килеп алып ҡайтып киткән. Гөлзифа быны белеп ҡанатланып осоп китерҙәй булды. Тик бына бит яңы хәсрәт, яңы бәлә, яңы ҡайғы… Ниндәйе бит әле. Урамдан табылған бер ҡатын улар тормошона килеп керһен дә – ояларын туҙҙырһын имеш. Һинән өҫтөнөрәк күренеп, ҡатын-ҡыҙ намыҫыңдан көлһөн, ҡуйыныңды йылытҡан-иркәләгән, ашатҡан-эсергән, көн-төн хәстәрлек күргән, бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән уртаҡ балалар үҫтергән ғәзиз кешеңде айырып алып китһен әле. Тереләй ярты йәнеңде киҫеп алыу бит был…
Ошоларҙы уйлаһа, Гөлзифаның хәле бөтә, тыны ҡыҫыла башлай. Тәүге көндәрҙә ул эшенә лә йөрөй алманы. Ауырыйым, тип шылтыратты. Хатта ул көн Артуры янына барырлыҡ хәл-әмәле ҡалмағайны. Кисен әсәһе килгәс, уға күңелен сискәс кенә урынынан тороп ултырҙы, бер аҙҙан бүлмәләрендә тегеләй-былай йөрөргә кереште.
– Ул тиклем өҙгөләнмә, балам, – тине әсәһе, ҡыҙын тынысландырырға тырышып, – кейәүҙең мауығып шиҡандауы ғыналыр. Ғаилә бит һине көткән ҡатын ғына түгел, ә йорт, йәм, ҡот… Ир-ат барыбер шунда ҡайта. Кейәү ҙә ҡайтыр!..
– Ҡайтыр кеше, мин һинән китәрмен, ахырыһы, тип әйтәме ни? Тимәк, быны ныҡ уйлағандар тегеһе менән.
– Белмәйем, уйнашсылар менән ҡыҙыҡһынмайым. – Ошо һүҙҙәрҙән һуң Гөлзифа кухнялағы һыуытҡыстан бер шешә сығарып, ҙур рюмкаға тултырғанса шарап һалды ла, ғәжәпләнеп ҡарап торған әсәһен күрмәгән кешеләй, бөткәнсе эсеп ҡуйҙы.
Ҡыҙының бындай ҡыланышын әсә кеше ғүмерендә тәүләп күрә ине.
– Ҡуй, ҡыҙым, – тине ул, тағы ла тыныс ҡына, – сабыр бул… Атайыңдың да ҡоторған саҡтары булды. Тик барыбер ҡайтты. Кейәү ҙә ҡайтасаҡ…
– Ҡасан?! Ҡасан ҡайта ул?.. Миңә тормоштоң һәр сәғәте тамуҡҡа әүерелде!.. Ҡайтмаһын!.. – Гөлзифа күҙ йәштәрен йота-йота һөйләнде. – Тик балам… у-лым ғына и-и-иҫән булһын… Мин у-у-ның хаҡы-на бөтәһе-нә лә түҙә-сәк-мен…
Әсәһе, Гөлзифаның янына килеп ултырҙы ла, уның башынан һыйпаны, сабыйҙай итеп арҡаһынан һөйөп-һөйөп алды. Ҡыҙы, уның йомшаҡ алъяпҡысына башын ҡуйып бер аҙ ятҡас, бала һымаҡ мышнай-мышнай йоҡлап китте…
Дауалаусы табип менән Ғилман Артурҙы больницаға һалғансы уҡ таныш ине. Шуға ул унан кешеләр булмаған аулаҡ ваҡыттараҡ ҡабул итеүен һораны.
Табип эш аҙағына килергә ҡушты. Ғилман менән Гөлзифаның һуңғы ваҡытта малайҙары янына айырымыраҡ йөрөүҙәрен, осрашһалар ҙа йүнләп һөйләшмәүҙәрен үҙ ҡулы аҫтында эшләгән шәфҡәт туташынан һорашып белгәнлектән, улар араһында ниҙер булғанын һиҙенә ине. Шуға ла яңғыҙы осрашырға теләүенә аптыраманы. Килешкән сәғәттә бүлмәһендә ҡабул итте. Тәүҙә кофе эсеп алдылар.
– Һеҙҙең улығыҙ армияға яраҡһыҙ, – тип башланы табип.
– Ярай, һәйбәт булған, – тине Ғилман, ҡатыны Гөлзифаның был йүнәлештә хәстәрлегенең бушҡа китмәүен иҫенә төшөрөп.
– Юҡ, һәйбәт түгел, – тине табип, – ул – ауырыу, дауалауҙы дауам итергә, уны иҫәпкә ҡуйырға кәрәк!
– Ҡайҙа ҡуйырға кәрәк һуң?
– Психо-неврология диспансерына. Улар иҫәптә торалар.
– Улығыҙ шизофрения менән ауырый. «Гебодная симптоматика» тип атала был диагноз. Уны хәрби-психик экспертиза ҡуя.
– Бәлки, улай уҡ түгелдер?
– Шулай. Йәштәр араһында ул ауырыу йышайҙы. Улар йәмғиәткә ҡурҡыныслы, ә бигерәк тә үҙҙәре өсөн ҡурҡыныслы. Тәртиптәренә контроль юғала. Иҫәптә торһа, берәй нәмә ҡылһа, уны төрмәгә түгел, больницҡа ябасаҡтар. Нәҫелегеҙҙән кемегеҙҙер ауырыманымы?
– Юҡ. Эсергә яратыусылар бар.
– Дауалап буламы һуң уны?
– Тәртибен бер ни тиклем корректоровать итергә мөмкин. Дауалауға бик үк бирелеп бармайҙар.
– Cараларын эҙләргә, ҙур белгестәргә күрһәтергә, дауалауҙы барыбер дауам итергә кәрәк.
– Элегерәк армияға алһалар, бәлки…
- Армияла ундайҙар етерлек. Уларҙы артыҡ тикшереп тормайҙар. Сафтарҙы тултырырға кәрәк бит. Ярай әле больницаға һалғанһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә белмәҫ инегеҙ.
– Зинһар, был хаҡта Гөлзифаға әйтмәгеҙ. Уның башҡа ла хәсрәте етәрлек.
– Бөтәһен дә әйтмәбеҙ, әлбиттә. Һеҙҙән дә күп нәмә тора. Бындай саҡта ғаилә берҙәмлеге кәрәк.
– Аңлайым. Консультацияғыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Ғилман менән табип артабан да осрашып торорға, бер-береһенә ярҙамлашырға һөйләшеп, ҡул ҡыҫышып айырылыштылар.
Өфөгә күскәс, Райхана тыуған ауылына һуңғы йылдарҙа тик ире, ҡыҙы менән ҡайта торғайны. Был юлы, бер аҙналыҡ ялын файҙаланып, санаторийҙан яңғыҙы ғына килде. Шуға ла ишектән күренеү менән Заһиҙа апаһының:
– Ҡайҙа кейәү, ҡыҙың? – тигән һорауын ишетте.
– Ҡыҙ сәйәхәттә, Альберттың эше күп, һаман ҡайта алмай, – тип яуапланы Райхана. Апаһы уға текләп:
– Ай-һай, шулай микән? Алдашмайһыңмы? Минеңсә, араларығыҙҙа нимәлер булған. Йөҙөндән, күҙеңдән күреп торам, – тине.
– Шулаймы? Ярар, үҙең беләһең… Һин, Райхана, кейәүҙе әбижәт итмә. Ундай ирҙе көндөҙ сыра яндырып та…
– Ә кем уны обижать итһен, – тине Райхана, ә үҙе эсенән «иттем инде, нимә ҡылайым» тип ҡуйҙы.
Апаһы киткәс, Райхана йортҡа ҡаршы баҡсаға инеп, еҙнәһе эшләгән яңы эскәмйәгә ултырҙы ла тирә-яғына күҙ ташланы. Баҡса бер ни тиклем яңыртылған, тик алма, сейә ағастары һәм башҡа нәмәләр – барыһы ла элеккесә, үҙ урындарында. Ә бына физика уҡытыусыһы әүәлгесә улар ауылында уҡытмай икән, ун саҡырым самаһы алыҫлыҡтағы урта мәктәпкә күскән мәктәп директоры булып. Бисәһе менән айырылышҡан, тип һөйләйҙәр. Ул ахмаҡ ҡатын менән кем түҙеп йәшәһен?! Хәйер, хәҙер бының ниндәй әһәмиәте бар. Әгәр Ғилманды осратмаһа, бәлки, ҡыҙығыр, хатта күрергә тырышыр ине. Кем уйлаһын яҙмышы шулай «шаяртыр» тип. Былай килеп сығыуына уның ниндәй ғәйебе бар? Хоҙай алдында ғына барҙыр, бәлки… Альберт? Уның алдында ғәйепле-гонаһлымы? Ул, ысынлап та, апаһы әйтмешләй, көндөҙ сыра яҡтыртып эҙләһәң дә табып булмаҫ ир. Ғилман осрамаһа, бәлки, шулай уйланмай, янмай-көймәй йәшәр ҙә йәшәр ине. Тик ире менән уның был тиклем дә бәхетле минуттар кисергәне булманы. Нимә был, үтеп китәсәк елкендергес ваҡиға ғынамы? Әллә яңы яҙмышмы? Икенсеһе булһа?.. Бында ғәйеплеләр ҙә, гонаһлылар ҙа юҡ. Кеше бит һәр саҡ бәхеткә ынтыла. Һау-сәләмәт әҙәм өсөн донъялағы иң ҙур бәхетһеҙлек, моғайын, яңғыҙлыҡтыр. Уның дарыуы юҡ. Хәйер, күп осраҡта парлашҡандар ҙа таба алмай. Өйләнгән килеш яңғыҙҙар аҙмы ни…
Атаһы менән булған ваҡиғаны Райхана һис кенә лә онота алмай. Ул өйҙән киткәндә уға һигеҙе тулып килә ине. Был көндө әсәһе оҙаҡ, ваҡ-төйәк һатып алырға район үҙәгенә киткәйне. Уның ҡапҡа төбөндә атаһының әсәһе – өләсәһе менән баҫып тороуы хәтеренә уйылып ҡалған. Ҡояш байып барған бер мәлдә Райхана атаһы ҡайтып килгәнен күрҙе. Уға ҡыҙыл күлдәк кейгән ҡатын эйәргәйне. Райхана атаһының ҡаршыһына йүгереп барырға ынтылғайны, уны өләсәһе бер ҡулынан тотоп алды. Шул килеш уларҙың яҡынлашҡанын көтөп торҙолар. Атаһының йөҙөндә ниндәйҙер аҫтыртын йылмайыу, шул уҡ ваҡытта аптырау, ғәйеп һиҙелә ине. Атаһы Райхананың башынан һыйпаны ла ниңәлер ҡыҙына, әсәһенә түбән эйелгән башын күтәреп ҡараманы. Уға эйәргән ҡатын да башын баҫҡан һәм һүҙһеҙ ине.
– Әсәй… – саҡ-саҡ бер һүҙҙе үҙенән һығып сығарҙы атаһы.
– Бер нимә лә өндәшмә! Ишетергә лә теләмәйем! – тип ҡысҡырҙы өләсәһе.
Райхана, аптырап, өләсәһенә ҡарап ҡуйҙы. Сөнки ул бер саҡта ла улай ҡысҡырып һөйләшмәй, тауышы һәр саҡ йомшаҡ, яғымлы һәм тыныс була торғайны.
– Мин, әсәй… – атаһы тағы һүҙ башлап ҡараны.
– Һайла: йә ҡатының менән ҡыҙың, йә бынау … урам кәнтәйе!
Атайым эргәһендәге ҡатындың йөҙө ҡыҙыл күлдәге төҫлө ине был саҡ. Ул тәрән итеп һулыш алып ҡуйҙы, әммә өндәшмәне.
– Уны һайлаһаң, – өләсәһе әлеге ҡатынға уң ҡулы бармағы менән төртөп күрһәтте, – һине улым тип иҫәпләмәм. Минең улым булмаясаҡ!
Атаһы, бер һүҙ өндәшмәй, ҡыҙыл күлдәкле ҡатынды ҡулынан етәкләп мәктәп урамынан сыҡты ла, уңға боролоп, килгән юлдарынан атланылар. Улар әлеге ҡатын менән алыҫлашҡандан-алыҫлаша барҙылар…
Бынан һуң Райхана атаһын ҡабат күрмәне. Ул әсәһе, өләсәһе, күрше ҡатындарҙың һөйләгән хәбәрҙәренән атаһының һөйәркәһе менән ҡалаға китеүен, уларҙың бер балалары тыуыуын ғына ишетеп белде. Атаһының йәш кәләшен «урам кәнтәйе», улының да исеме менән әйтмәй, бары «ул» тип кенә һөйләр ине.
Райхананың йөрәк-күңеле, киптергес кеүек, әсәһенең хәстәрен, өләсәһенең асыу-нәфрәтен үҙенә һеңдерҙе. Ул бит ҡатынын ғына түгел, берҙән-бер әсәһен дә ташлап китте. Хатта хушлашып та торманы. Бер генә тапҡыр ҙа хат яҙманы. Ул күп йылдарға һүҙһеҙ, эҙһеҙ юғалды. Райханаға ебәрәлгән алимент аҡсалары ғына һирәк-һаяҡ килгеләне. Быныһына ла рәхмәт…
Хәҙер Райхананың ғаиләһенән ҡасҡан атаһы өсөн йөрәгендә ғүмерлеккә һыҙланыу ҡалһа ла, ваҡыт үтә бара йән әрнеүе яйлап уңала килә. Хәҙер инде уға ҡарата артыҡ нәфрәте лә, шулай уҡ бала сағындағы мөхәббәте лә юҡ. Бөтәһен дә ваҡыт йырағайта. Күңелендә алыҫлашҡан ниндәйҙер бер тойғо ғына бар: ҡайҙалыр уға ғүмер биргән атаһы йәшәй. Хәйер, ғүмер генәме ни – үҙенекенә бер ни тиклем оҡшаш уға холоҡ-ҡылыҡ та ҡалдырған бит. Быны һиҙеп-тойоп йәшәй Райхана. Атаһы кеүек, мөхәббәт утында яңынан ҡабыныуҙан, кемделер һағыныуҙан, баланы етем итеүҙән ҡурҡа. Ә бит теге саҡта, шайтан ояһы кеүек ятаҡта йәшәгән йылдарҙа, ул ҡот осҡос урындан тиҙерәк ҡотолоу өсөн йә ҡайтып, йә берәй яҡҡа сабыйын күтәреп китеп барырға уйлаған мәлдәре лә булманы түгел. Ярай әле фатирлы, аҡсалы ҡотортоусы берәй ҡыйыу ир-атҡа тап килмәне… Хәйер, хәҙер ундай еңел-елпе уйлы күбәләк сағы үткән инде уның. Атаһы ҡалдырған биргән һабағы ла еткән. Нығыраҡ уйлағанда, уның, ғаиләһен ташлап, ят ҡатын менән ҡайҙалыр сығып китеүе тәүҙә өләсәһенең, аҙаҡ ике йылдан һуң, әсәһенең ғүмерен алды. Ярай әле хәҙер өләсәһенең ҡыҙы Заһиҙа апаһы, еҙнәһе, уларҙың балалары бар. Улар, ана, өлкән улдарын өйләндерҙеләр ҙә өйҙәрен йәштәргә ҡалдырҙылар, үҙҙәре ана шул мәктәп урамындағы Райханалар йортона күсте. Өфөнөн ике бүлмәле фатир һатып алырға йөрөгән көндәрҙә Райхана ике тапҡыр бында ире Альберт менән килгәйне. Егетте апаһы тәүге күреүҙә ныҡ оҡшатты. Хеҙмәтен тамамлағас, тегендәге йортон да һатып бөткәс, бәлки, Өфөлә бөтөнләй төпләнерен белгәс ныҡ шатланды.
Ысынлап та, Райхананың ире булдыҡлы, маҡсатлы, тырыш, һәр эшен аҙағына еткермәй туҡтамаҫ ир-егет. Бер йыл эсендә Өфөнөң урта өлөшөнә яҡын урындан ике бүлмәле ҙур ғына фатир, уға мебель һатып алды. Ялдарында үҙ ҡулдары менән заманса ремонт эшләне, бүлмәләрҙе үҙенсәлекле итеп йыһазландырҙы. Шундай ирҙән нисек айырылыр икән ул? Ҡыҙын өҙөлөп ярата, уны ла һағынып ҡайта. Юҡ, уларҙы ташламаҫ ул… Ә бәхет? Райхананың ғүмер буйы быға хоҡуғы юҡмы ни? Ғилман нимә эшләр? Көн дә шылтырата…
Әллә нисек инде был яҙмыш тигәнең. Тормошоңдо рәткә һалһаң, сәбәбен сығарып, күңелең донъяһын емерә. Быныһы бигерәк тә ауырыраҡ, ғазаплыраҡ. Нимә менән бөтөр һуң был? Әгәр бөтмәһә, үтмәһә?..
Мәхмүттәрҙә йәшәй башлағас та Ғилман ҡыҙына шылтыратты. Әсәһенән китеүе хаҡында әйткәс, Эльзаһы оҙаҡ ҡына өнһөҙ ҡалды. Мышылдап, һүҙ әйтә алмай илай ине.
– Мин беләм… Һин ҡайҙа? – тине ҡыҙы, ҡалтыранған тауыш менән. Был мәл Ғилман үҙе лә, күҙҙәрен һөрткөләп, көс-хәл менән тыйылып тора ине.
– Ә ниңә йәш кәләшең фатирына китмәнең?
– Ярар, ҡыҙым, был хаҡта башҡа ваҡытта һөйләшербеҙ.
– Башҡа ваҡыт, имеш. Һиңә кәрәк ине… теге… яңы мөхәббәтеңә башҡа ваҡыт табырға. Мин иртә менән әсәйем янына килдем. Ул хәсрәтенән ҡара янған. Йөҙ-башына ҡарарлыҡ түгел. Етмәһә, Артур…
– Мин дә бер ҡайтам, бер барам, тиһең.
– Булды, хәҙер улай булмаясаҡ…
– Ҡотларһың, олатай булғас… Беҙ бит, атай, татыу ғаилә инек. Ә һин уны үҙең емерәһең. Беҙ кемдән өлгө алырға тейеш?..
– Етте, ҡыҙым, миңә былай ҙа ауыр, яраға тоҙ һалма…
Ҡыҙы менән ошо һөйләшеүенә ике көн үтеүгә, Ғилмандың яраһына ғына түгел, гүйә, йөрәген телеп тоҙ һалдылар – дауаланған больницаһынан малайының үлеп ҡалыуы хаҡында хәбәр әйттеләр.
Артабан уларға шул билдәле булды. Больницаға әлеге дуҫы Радик килгән. Көтөп йөрөгән Артур уны тәҙрәнән күргәс, тегеһе сығырға ишара яһаған. Уңайлы мәлде табып, ике дуҫ больница эргәһендәге үҙҙәре генә белгән ағас-ҡыуаҡтар янына килеп, ғәҙәттәгесә, беләктәренә укол ҡаҙағандар… Артур, һуңғы көс-хәле менән больницаға килеп, дежур бүлмәнән шылтыратмаҡсы булған. «Әсәй» һүҙенең тәүге өнөн генә әйтә алған: торған урынында ауып, шунда уҡ йән биргән. Һуңынан, наркотиктың ҙур дозаһын алған, тип аңлатты табиптар…
Гөлзифа был көндәрҙә, әйтерһең, үҙе лә бер мәйет ине. Ҡыҙы, әхирәттәре янынан китмәне. Укол ҡаҙап, ҡарап ҡына торҙолар. Малайының әжәленә ышана алманы – аҡылына барып етмәне. Көндәрҙең төндәр менән алышыуын да һиҙмәне, Артурын ерләп, бер нисә көн үткәс, мәсеткә барып, Хоҙайҙан теге донъяға үҙен тиҙерәк алып китеүен үтенде…
Ғилман да малайының ғүмере шулай иртә фажиғәле өҙөлөр тип күҙ алдына ла килтермәгәйне. Табибы менән һөйләшкәс, малайының ауырыуы етди икәнен яҡшы белә, ныҡ аңлай ине. Ваҡытын, аҡсаһын, танышлығын тик уның сәләмәтлеген нығытыу өсөн йүнәлтәсәген уйлап ҡына ҡалмай, ҡайһы бер саралар ҙа күрә башлағайны инде. Тик бәхетһеҙлек йәненә, ғаиләһенә тиҙ арала килеп керер ҙә, уны уй-хыял-өмөт донъяһынан хәсрәт даръяһына ташлар тип уйламағайны. Бына бит нисек тормош: бер нурлы, бер күләгәле яҡҡа борола, берсә көтмәгән ҡыуаныс менән тилертә, берсә күрелмәгән бәлә-казаһы менән күңеленең күгенә ҡара пәрҙә тартып төшөрә.
Ғилман ҡатынынан китеүен Райханаға әйткәйне, осрашҡас һөйләшербеҙ, тигәйне ул. Малайы фажиғаһын ишеткәс, Ғилманға Райхана үҙе шылтыратып:
– Хәсрәтең ҙур, ныҡ бул, бирешеп ҡуйма, – тип йыуатты. – Һине уйлаған, һине һағынған кеше барлығын онотма… Беҙ хәҙер өсөбөҙ ҙә Өфөлә. Был көндәрҙә һиңә лә, миңә лә осрашыу кәрәкмәҫ. Күрешмәй ҙә йәшәү мөмкин түгел кеүек. Бөтәһе лә йөрәккә йыйылды…
Ошо һөйләшеүҙән һуң Ғилманға күңелендәге хәсрәте бер ни тиклем таралып киткәндәй тойолдо.
…Хәйруллиндәр ғаиләһендә Артурҙы юғалтыу фажиғәһенән һуң бер ни тиклем ваҡыт уҙып китте. Был осор эсендә Гөлзифа бер нисә тапҡыр больницала ятып сыҡты. Ғилман, айырым бүлмәлә түләп яңғыҙ йәшәһә лә, ҡатынының хәле ауыр саҡтарҙа һәр саҡ уның янында булды. Бигерәк тә улын, әсәһен ерләгәндән һуң Гөлзифаһы ғүмеренең киҫкен, һынылышлы мәлдәрендә бер көн дә яңғыҙын ҡалдырманы. Янына барҙы, бара алмаһа, шылтыратып хәлен белешеп торҙо. Гөлзифа ла быны баһаланы. Уның фатирҙан сығып китеүендә үҙенең дә ғәйебе барлығын һиҙепме, «ауыр саҡта ташлап китте, мин һине кеше иттем, һин үҫһен, ижад итһен тип бөтә шарттар тыуҙырҙым, ашар-эсереңә, кейереңә һәр саҡ әҙер булды» һәм башҡа шундай һүҙҙәр менән әрләмәне, үпкәләрен күрһәтмәҫкә тырышты. Был хәл Ғилманды нығыраҡ ғазапланы. Әйтһә, әрләһә, уға еңелерәк булыр кеүек ине.
Выжданы алдында шулай язаланған саҡтарҙа Райхананы иҫкә төшөрһә, һағыныу хис-тойғоларына ҡаршы тора алмай үҙ-үҙенә бүтән юҫыҡта һорауҙар ҙа бирҙе: шәхси бәхеткә хоҡуғым юҡмы ни минең? Ниңә, әҙәм Ергә бары ниндәйҙер бурыстар башҡарырға ғына килгәнме ни… мөхәбббәттә һуңлау булған кеүек, ниңә уны төҙәтеп-бороп булмаҫҡа тейеш һуң әҙәм балаһы?
Шундай саҡтарҙа Ғилман Райханаға шылтыратырға ынтылып ҡуя. Тик вәғәҙәләре лә бар, эх…
Их, донъя, их, тормош… Кешелек донъяһы мөхәббәттән яралһа ла, һәр ғаиләнең даланы ла, яраһы ла үҙенсә генә икән. Юҡҡа ғына халыҡ, мөхәббәт таш ярҙыра, тимәгән. Уның закон-ҡанундары ла, даланы ла , яраһы ла үҙенсә. Шуға ла ғаиләң дә, йөҙөң-күңелең аҡ булһа, ғаиләң бәхетле һәм шат булыр, тигән халыҡ. Бәхет – ҡош түгел, бер ысҡынһа, тотоп булмай.
Оҙаҡламай Хәйруллиндар ғаиләһенә ҡыуаныс өҫтәлде – ҡыҙҙары Эльза малай тапты! Бына улар дүртәүләп – ҡыҙы, кейәүе, шатлыҡтарынан еңел баҫып, өләсәй булған Гөлзифа, олатай дәрәжәһенә үрләгән Ғилман – һөйөклө сабыйҙы күтәреп, таксиға табан атлайҙар…