Айрат фотоға төшөрә , мин һорауҙар менән йонсотам. Юҡ, беҙгә нәмә кәрәклеген егеттәр аңламай. Яуап бирә алмай түгел, өндәшмәй. Шуға ҡарамаҫтан, Айрат уңлы-һуллы төшөрә, ә мин улар һауған һыйырҙарҙы булһа ла һөйләндерергә тырышам. Егеттәрҙең береһе бөтөнләй бойоҡто, икенсеһе эйәген һалындырып сығырға уҡталды.
– Ярай, йонсотмағыҙ, үҙем һөйләрмен дә ҡуйырмын, – тине рәйес. Эш бөткәс, хужалыҡ етәксеһе былай тине:
– Ауылда ҡалғандарҙан нимә көтәһең инде? Кем ҡала? Кем автобусҡа билет ала белмәй, шул ҡала. Билет ала белгәне ҡалаға ҡаса уның.
Хаталанған хужа, бушты һөйләгән. Һуңынан ара-тирә теге хужаны күргеләнем. Билет ала белмәгән егеттәрен һорашам.
–Ҡастылар, ҡырға эшкә киттеләр. – тине рәйес.– Хәҙер кешене ауылда тотоп булмай.