Йыйында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, беҙҙә сатираһы ла, юморы ла бар, тик беҙ уны файҙалана, халыҡҡа еткерә белмәйбеҙ. Ләкин милли сатира камедиклаб һымаҡ арзанлы һәм ҡатмарлы кимәлгә төшмәҫкә, үҙ юлын табырға тейеш.
Көлкө жанрының беҙҙең тормошобоҙҙа роле һәм йоғонтоһо шул хәтле ҙур, хатта беҙ уны баһалай ҙа белмәйбеҙ. Асылда һәр нәмәнең хаҡы булған һымаҡ, сатира һәм юморҙың да үҙ ҡиммәте бар. Уның өсөн сығымдар бүленә, хатта артабан ойоштора белгәндә табыш килтереүе лә ихтимал. Юғарыла иҫкә алған камедиклаб, мәҫәлән, бынан ун йылдар элек биш йөҙ миллион долларға һатылһа, бөгөн ул билдәле һәм йоғонтоло дәүләт структураларының береһенә ҡарай, ә хаҡы 2 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итә. Аналитиктар билдәләүенсә, был хаҡ Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр тәбиғи сеймалға түгел (газ, нефть, металл, урман, иген), ә аҡыл көсөнә нигеҙләнгән. Шулай булғас, ҡулынан килгән һәр кеше сатира һәм юмор ярҙамында тамашасыларҙы үҙенә йәлеп итә һәм табыш алыу мөмкинлегенә эйә. Йыйылыш үҙенең алдына ҙур маҡсаттар ҡуйҙы һәм көлкө жанры оҫталарын берләшергә, яңы тормошҡа яраҡлашырға саҡырҙы.
Кәкре Сүкештән алып, хәҙерге КВН оҫталарына тиклем күңелле тармаҡты йәнләндереп ебәрергә теләүселәр юҡ түгел. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә һәр яңылыҡ ауырлыҡ менән юл яра. Көлкө лә, әгәр бил тирәһенән ике-өс аҙым ситкә китһә, үҙенең көлөүселәрен юғалта.
Тышта һыуыҡ булһа ла, яҙға тиклем көтөргә кәрәкһә лә, түҙәйек, халыҡ, юмор тирәләй боҙ ҡуҙғалғандай булды. Был эште «Һәнәк» үҙ йәптәренә эләктерергә һәм әйҙәп барырға риза, сөнки аҙаҡтан сәй ҙә журнал иҫәбенә ойошторолдо һәм ҡайнар тойғолар уятты.
Артабан бындай сәйләшеүҙәр йышыраҡ булһа, ижадсылар күберәк йыйылһа, һеҙ ҙә ҡатнашһағыҙ, яҡшы булыр ине.