Ғәйсәр Бүләк улы ике уйлап торманы, ҡыҙҙан бүлмәне йыйыштырырға ярҙам итеүен һораны. Егәрле ҡыҙға был ғына эш нимә инде, тиҙ генә иҙәнен йыуып, һауыт-һабаһын таҙартып, фатирын эшкиндереп бирҙе. Был хәлде күргән атай, эстән генә, уҡыуын уҡыр, тик үҙен ҡарай алмаҫ, имтихандарын бирә алмай, ас йөрөр, тип уйлап, улын өйләндерергә ҡарар итте. Ниңә, ике студент бер-береһенә терәк булып уҡырҙар, бер-береһен ҡарарҙар ине. Атай кеше әллә ҡайҙан таныштарын табып, һуңғы сиктә Мәғариф министрлығынан бер йүнәлтмә эләктереп, улын этеп-төртөп тигәндәй, уҡырға индереп ебәрҙе. Ә бына ауылда әсәһе менән генә йәшәгән Сәбилә өсөн тырышып йөрөүсе булманы һәм, һөҙөмтә билдәле, уҡырға ҡабул ителеүселәр исемлеге яҙылған бойороҡта ҡыҙ юҡ ине.
Фуаттың атаһы ҡыҙ хаҡында уйлап торманы, үҙе хәл иткәнсә, улының уҡыуын һәм тормошон хәстәрләргә тотондо. Атаһының һүҙенән сыға белмәгән егет үҙ яйы менән Сәбиләнең башын әйләндереп өлгөргәйне инде. Атаһы ла тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ҡарар итте. Институт эргәһенән генә бер бүлмәле фатир алып бирҙе, аҙаҡ күҙ күрер, тип һылтаулап, егет менән ҡыҙҙы, үтеп барышлай ғына, “Ләлә-тюльпан” мәсетенә индереп, никах уҡыттырып сыҡты. Никах таныҡлығы рәүешендә бирелгән ҡағыҙ ярпыһын уңлы-һуллы әйләндереп ҡараны ла, мулланан ҡат-ҡат: “Ә бының менән бергә йәшәргә яраймы?” – тип һораны. Ыңғай яуап ишеткәс, йәштәргә: “Һеҙ хәҙер – ир менән ҡатын”, – тип иғлан итте. Тегеләр, һиҙҙермәй генә, бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар. Сөнки улар был ҡағиҙәне, атай ҡыҫылышынан башҡа, бер ниндәй таныҡлыҡһыҙ, тормошҡа ашырғайны инде.
Сәбилә, һис тик ултыра белмәгән ауыл ҡыҙы, эргәлә генә гөрләп торған баҙарға эшкә төштө, ғаилә тормошона өйрәнә башланы. Ире лә былай үҙенә күрә түгел, ыңғай яҡтары ла бар, тиҫкәре сифаттары ла байтаҡ икән. Ҡыҙыу, еңел холоҡло, бер нәмә булһа, шунда уҡ йоҙроҡлана башлай. Ә Сәбилә инде бирешеп торғандарҙан түгел, иргенәһе бер һүҙ әйтһә, икене һоғондорҙо, йоҙроҡ болғаһа, ҡулына нимә эләгә, шуның менән ҡарымталауҙан да баш тартманы. Ә былай ғаилә матур көн итте, кеше араһында мах бирмәне. Шул арала Фуат, бер йылға һуңлатып булһа ла, уҡып бөттө, дипломын эләктерҙе. Етеш йәшәнеләр, сөнки Ғәйсәр Бүләк улы ғаиләне гуманитар ярҙамынан өҙмәне. Йөк-йөк ите лә, даими транш менән аҡсаһы ла, яумаһа ла килеп торҙо.
Бер йыл йәшәгәс, ҡыҙҙары тыуҙы, ике йылдан – улдары. Ҡыҫҡаһы, Сәбилә өсөн уҡыу мәсьәләһе үҙенең әһәмиәтен юғалтты.
Диплом алыу менән, Фуат Себергә юлланды. Өфө Нефть институтының абруйы ҙур, ҡуш ҡуллап, эшкә алдылар. Әлбиттә, тәүҙә юғары вазифа, яуаплы эш хаҡында һүҙ булманы. Буровойында ла өшөргә, торбаһын да ташырға, кәрәк саҡта ҡарын да көрәргә тура килде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бындай эш Фуаттың елкәһенә бик тиҙ үтте. Ваҡыт-ваҡыт, матур кейенеп, аҡ күлдәк, галстук менән яуаплы йыйылыштарға йөрөргә тура килә. Көндәлек өйрәнгән Сәбиләһе ике балаһы менән – Өфөлә, ә үтекләнмәгән салбар, күлдәк менән Фуат – Ханты-Мансиҙа.
Фуат ярты йыл да эшләмәне, шуға төшөндө: был промыслала тир түгеү өсөн эшләргә кәрәк икән. Әгәр ҡулыңдан эш килмәһә, һин ғүмер буйы торба ташып, ҡар көрәп, бер ниндәй дипломы ла булмаған малайҙар ыңғайына йөрөйәсәкһең. Ә һин тирләп-бешеп торба ташығанда, ана, һинең һабаҡташтар офиста кофе һемерә һәм һин ташыған торбаларҙы һанай. Ә эш хаҡы – һинекенән 5-6 тапҡыр күберәк. Ошо ла булғанмы ғәҙеллек?
Яңы йылды көс-хәл менән еткерҙе. Ҡайтып киләм, тигән һылтау менән, Өфөгә юлланды. Атаһы килеп төшөп, хәлде асыҡлағандан һуң, улын шым ғына дауаханаға урынлаштырҙы, әллә күпме аҡса түгелде, булған-булмаған диагноздар ҡуйылды. Һөҙөмтә шул, Фуат Себерҙә эшләргә эшкинмәй, тип табылды.
Атайға тағы тырнанырға, таныштарын барларға тура килде. Бер олпат ҡына фирмаға директор урынбаҫары вазифаһын таптылар.
Шулай итеп, Фуат рәхәткә сыҡты. Эше әллә ни ҡатмарлы ла түгел, яуаплылыҡ – юҡ. Йылы офиста ыҫпай кейенеп, эшемде ҡырған һымаҡ йөрөйһөң һәм кискә берәй мажара уйлайһың. Ә Өфөлә мажара баҙары шаҡтай киң ҡуйылған, аҡсаң ғына булһын, көнө-төнө күңел асырға мөмкин.
Баҙарҙа йәйге эҫелә, ҡышҡы һалҡында сауҙа итергә мәжбүр булған Сәбилә иренең хушбуй еҫтәре аңҡытып, һуңлап ҡайтыуын, шәмбе-йәкшәмбе ҡапыл командировкаға китеүен тикшерә башланы һәм ҡот осҡос һығымталар яһарлыҡ ваҡиғаларҙы асыҡланы... Электән үҙ мәшәҡәттәрен үҙе хәл итеп өйрәнгән ҡатын:
– Бәлки миңә ҡайтып китергә кәрәктер? – тип һораны.
– Юҡ, ҡайтмайһың, һин әле миңә кәрәк! – тине ире.
– Ҡасанға тиклем? – тип ныҡышты ҡатыны.
– Борсолма. Үҙем ваҡыты еткәс әйтермен, – тине ире.
– Аңлашылды. Тимәк, бында минең киләсәгем юҡ. Ә Гүзәл менән Рәсимде кем ҡарай?
– Борсолма, ҡабаланма, хәл итербеҙ.
Нефть баҙарында хаҡтар юғары, килемдәр туҡтауһыҙ үҫә, фирма гөрләп эшләй. Фуат типтереп йәшәүен дауам итә.
Ваҡыт-ваҡыт Фуат өйҙә лә кәрәк. Эшенә шылтыратһа, телефонды алмай. Әгәр секретаршаһына мөрәжәғәт итһә, уныһы тупаҫ итеп яуап бирә: “Фуат Ғәйсәровичта кәңәшмә бара. Уның һөйләшергә ваҡыты юҡ”.
Сәбиләгә һәм улы менән ҡыҙына атайҙың өйгә ҡайтҡанын, ярҙам иткәнен көтөргә генә ҡала.
Шуныһы йәтеш, балаларҙың олатаһы бында юлды һыуытмай. Әлбиттә, ул хәҙер ҙур начальник түгел, пенсионер. Шуға ҡарамаҫтан, ҡулынан килгәнсә улының ғаиләһен – ейәне менән ейәнсәрен – ярҙамдан өҙмәй. Бер килгәнендә, Сәбилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, фатир һатып алыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Дүртәүләшеп, бер бүлмәле фатирҙа күпме йәшәргә мөмкин?
Олатай был мәсьәләгә ең һыҙғанып тотондо. Көн һайын килһә, килде, аҡсаһын да тапты һәм балаларҙы, иҫкерәк булһа ла, өс бүлмәле фатирға керетте.
Ҡарт шул килгәнендә: “Бына – һеҙҙең фатир”, – тип ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә сығарып һалды. Сәбилә, ҡыуанып, фатирға таныҡлыҡты ҡулына алды. Төрлө яҡлап әйләндереп ҡараны, ләкин ҙур ҡағыҙҙың бер мөйөшөндә лә үҙенең дә, балаларының да фамилияһын күрмәне. Фатир тулыһынса Ғәйсәр Бүләк улы исемендә ине.
Инде нужаны байтаҡ күргән, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа аҙмы-күпме теше сыҡҡан Сәбилә икеләнеп торманы, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап, бер-нисә һүҙ әйтте. Әйтмәне, батырсылыҡ итте.
– Эй, килен балаҡай! – тине ҡайны. – Әгәр минең исемдә булһа, был ҡарт үлеп китһә, фатирҙы, йомарлап, кеҫәһенә һалып, үҙе менән алып китер, тип ҡурҡаһыңдыр инде. Ҡурҡма. Мин һеҙгә мираҫ итеп васыятнамә яҙып ҡалдырам.
Эх, ошонда Сәбилә урынында берәр ҡомағай, йә йылан аяғы киҫкән бисә булһа:
– Ана ғына тора нотариус, әйҙә, шуны эшләп киләйек, – тип әйтер ине. Беҙҙең башҡорт шулай вайымһыҙ бит. Сәбилә ышанды, ҡыуанып китте.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, Ғәйсәр Бүләк улы Өфөгә сәфәрен һирәгәйтте. “Ҡартайҙым, машина йөрөтөүе ҡыйын”, – тип яртышар йыл килмәй башланы. Гуманитар традициялар юҡҡа сыҡты, Сәбилә малайы менән ҡыҙын, береһен – уҡыта, икенсеһен – балалар баҡсаһына оҙатып ҡуя. Һаман да баҙарҙа бил бөгә, тоҡтар ташый, конкуренттары менән көрәшә һәм әрләшә.
Өйҙәге сираттағы мөнәсәбәт асыҡлауҙан һуң, төрлө еҫтәр сығарып, эсеп-иҫереп ҡайтҡан ире ҡапыл ғына айныған һымаҡ булды һәм ҡатынына төртөп күрһәтә-күрһәтә: “Һин – бисура! Сәсеңде лә тарамағанһың, битеңде лә йыумағанһың! Элек алтмыш кило инең, хәҙер йөҙгә етеп бараһың! Минән бисәлек хоҡуғы талап итәһеңме? Тәүҙә үҙеңде ипкә килтер! Битеңде йыу, сәсеңә берәй прическа эшлә! Кәүҙә ауырлығын да яйға һалырға кәрәк, һ.б., һ.б.” – тине.
Бындай мәсхәрәләүҙе ниндәй ҡатын күтәрә алһын инде. Ултырып иланы Сәбилә. Һуңынан, ҡурҡа-ҡурҡа ғына, көҙгөгә ҡараны. Үҙен көҙгөлә күргәс, ире һөйләгән мәсхәрәле һүҙҙәрҙе иҫенә төшөргәс, терт итеп ҡалды: балалар, ғаилә, тип ул үҙен тамам онотҡан икән дәһә.
Ә тормош көндән-көн насарланды. Нефткә хаҡтар төштө, фирма ла бөлөүгә табан йүнәлеш алды. Фуаттың да нәфсеһе ҡыҫылдымы икән, ҡапыл айныны һәм өйөнә лә ваҡытында ҡайта башланы. Ә Сәбилә үҙенә ашауҙы ҡыҫты, күберәк йәйәү йөрөй, һиҙҙермәй генә фитнесҡа ла барып күҙ һалды. Үҙенә күрә тәрбиә ҡылғайны, элек кейгән күлдәктәре ҙурайып китте. Ә бер көн ире бик кәйефһеҙ ҡайтып инде. Айныҡ.
– Нимә булды? – тип һораны ҡатыны.
– Беҙҙең фирма бөлдө, – тине ир, хатта күҙҙәре йәшләнеп китте, – ике айлыҡ эш хаҡы ла түләмәнеләр. Әллә тағы Себер юлланаһы инде?
– Хәтерем алдамаһа, һин унда булып ҡайттың түгелме һуң? – тине ҡатыны.
– Булдым. Унда ла минең дуҫтар эшләй.
Телефон шылтыраны һәм ҡайғылы хәбәр килтерҙе: Ғәйсәр Бүләк улы әле генә, ҡаты ауырыуҙан һуң, баҡыйлыҡҡа күскән.
Ерләү йолаһын үтәгәндән һуң, васыятнамә, мираҫ, фатир хаҡында һүҙ ҡуҙғатырға Сәбилә уңайһыҙланды. Фуатҡа ике донъя – бер мөрйә, тигән һымаҡ, был мәсьәлә бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел ине. Етмәһә, Өфөгә ҡайтҡас, Сәбилә иренә эшкә урынлашыу, ғаилә ҡарау тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны. Фуат ҡыҙып китте, тауыш сығарҙы һәм бер сумаҙан кейемдәрен алып, юҡ булды. Ул, мөртәт, тик кенә йөрөмәгән икән. Эшләгән фирмаһында секретаршаһына заманса фатир алып биргән, уның ҡыҙын үҫтерешергә ярҙам иткән һәм бер малайға ғүмер бирергә лә өлгөргән.
Сәбилә һаман да бирешмәй. Баҙарҙа, гөрләтеп, сауҙаһын алып бара. Һуңғы арала, үҙен ҡарағас, төҫ-башы ла арыуланды, егет-елән күҙенә эләгә башланы. Дөрөҫ, шул Ҡафтау егеттәре инде. Үҙебеҙҙекеләр ауыҙ асып йөрөгәс, ҡайҙа бараһың. Ләкин хәл-ваҡиғалар бөтөнләй күҙ алдына ла килтермәгән йүнәлештә ҡуйыра башланы.
Ғәйсәр Бүләк улы Фуаттың ғаиләһенә бик иғтибарлы булһа ла, барыһын да эшләп бөтөрмәгән булып сыҡты.
Фатирға бер көн Ғәйсәр олатайҙың кесе улы, йәғни Фуаттың энекәше Мансур килеп инде. Мираҫ хаҡында ара-тирә һүҙҙәр сыҡҡас, инде нисә тапҡыр ауыҙы бешкән Сәбиләнең күңеле борсолоп ҡуйҙы. Ҡәйнеш килгән, сығарып ебәреп булмай. Шунда уҡ аш ҡуйҙы, сәй әҙерләне, үҙе шым ғына аш-һыу менән булыша һәм Мансурҙың нимә эшләгәнен күҙәтә. Уныһы нимә эшләһен инде, мөйөш-һәйеште ҡарай, фатирҙы өйрәнә ине. Ашарға ултырҙылар.
– Ҡайһылай тәмле бешерәһең, еңгә! – тип маҡтаны Мансур. – Ағайым юҡҡа һинең ҡәҙереңде белмәгән.
Икәүләшеп, Фуатты әрләнеләр.
– Йә, ярай, ҡәйнеш. Еңгәң, ағайың менән донъя көтә башлағандан алып, ниҙәр генә күрмәне лә, ниҙәр генә ишетмәне. Атайың мәрхүм, ҡайнымды әйтәм, никахты теркәтмәй генә, беҙҙе ҡушты, беҙ уның нимә икәнен дә белмәнек. Шунан һуң, ошо фатирҙы үҙенә яҙҙырған, “васыятнамә һеҙгә яҙылыр”, – тип вәғәҙә ите. Уныһы ла тормошҡа ашманы. Дөрөҫөн әйт, ниңә килдең? Беҙҙе фатирҙан ҡыуып сығараһыңмы әллә – тартып ҡына алаһыңмы?
Был һорау ҡәйнеште иҫәңгерәтә һуҡҡандай булды. Тегеләй ҡараны, былай ҡараны, ыҡ-мыҡ итте, тирләп сыҡты:
– Һуң, еңгә! Ни эшләп ауыҙыңды асып йөрөнөң? Быға тиклем нимә уйланығыҙ? Фатир бит һеҙҙең исемдә түгел! – тине ҡәйнеш, күҙҙәрен ситкә йәшереп. – Ә хәҙер ни эшләмәк булаһығыҙ? Мин тартып алмаһам да, ҡыуалап сығармаһам да, урамда тороп ҡалаһығыҙ бит өсәүләшеп. Фуат ағайым менән һеҙҙең хаҡта һөйләшкәйнем, ул һеҙҙе бар тип тә белмәй. Әле һеҙгә килер алдынан да ҡат-ҡат киҫәтте: “Беҙ һине юрисҡа уҡыттыҡ. Һин законды яҡшы беләһең, был осраҡта ике һүҙгә урын юҡ, барыһы ла мираҫ хаҡында ҡануниәткә ярашлы тормошҡа ашырылырға тейеш”, – тине ағайым.
Сәбилә ҡыҙы менән улына ҡараны. Улар, әле нимә хаҡында һүҙ барғанын белмәй, шуға шым ғына ашауҙарын беләләр.
– Ярай, аңлашылды, – тине Сәбилә, уфтанып, – фатирҙы ҡайһы көнгә азат итергә?
Оһо, бигерәк тә шәп, тип ҡәйнеш дәртләнеп китте һәм, ике лә уйлап тормай, еңгә ырғытҡан емде һоғона ла һалды:
– Беҙ улай ҡомһоҙ, бөткән кешеләр түгел, еңгә, үҙең беләһең, ике аҙнанан атайҙың вафатына ярты йыл була, мираҫ асыла, дәғүәселәр билдәләнә, шунан һуң бер ике ай эсендә фатирҙың яҙмышы ла хәл ителер, тип уйлайым.
– Яҡшылап уйла, ҡәйнеш, хатаға юл ҡуйма. Ағайың әйтмешләй, закон буйынса эшләнергә тейеш. Тик шуны бел, ҡайным мәрхүм был фатирҙы беҙгә һатып алып бирҙе.
ЗАГС-та никахыбыҙ теркәлмәһә лә, Фуат ағайың – минең хәләл ирем, бына уның ике балаһы ултыра, улар һеҙҙең фамилияны йөрөтә. Шулай булғас, бында уларҙың өлөшө бар. Минең өсөн борсолма, ҡәйнеш. Мин яйын табырмын. Әммә минең ҡыҙым менән улым ошо фатирҙың бер илеһен дә бер кемгә лә, бер ниндәй шарттарҙа ла бирмәйәсәк.
Был һүҙҙәр ҡәйнеште һиҫкәндерҙе. Яңы диплом алған тәжрибәһеҙ юрист үҙенең хаталаныуына төшөндө һәм еңгәне ҡоролай ғына еңеп булмаҫын аңланы.
Артабанғы ваҡиғалар һәүетемсә генә барһа ла, байтаҡ кешенең ысын йөҙөн асырға мөмкинлек бирҙе. Көтөлмәгән ярҙам ҡәйнә яғынан килде. Мәрхүм олатай былай ғәҙел кеше булған икән, ике ҡыҙының, өс улының тормошҡа кәрәкле йорт-йыһаз, хатта транспорт мәсьәләләрен дә хәл итеп китергә тырышҡан. Ҡарсығы шыпа ҡартайһа ла, ҡартының һәр бер һүҙен хәтерендә тотҡан, ғәҙеллекте һаҡларға тырышҡан һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен ҡорғанда эште хөкөм залына тиклем алып барып еткермәүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Тәү ҡарамаҡҡа, бөтәһе лә ғәҙел, йәшәргә урын менән тәьмин ителгән, шуға низағҡа урын юҡ һымаҡ тойолғайны. Ләкин Фуат үҙен рәнйетелгән һәм байлыҡ бүлешеүҙән мәхрүм ителгән һымаҡ итеп тоя һәм әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, улы, ҡыҙы менән йәшәп ятҡан Сәбиләнең, йәки үҙенең балаларының, фатирына иҫәп тота, имеш. Кем белә, бәлки үҙ аҡылы менән дә эш итмәйҙер. Бында йәш бисәһенең нәфсеһе һәм йоғонтоһо тойолған һымаҡ. Әле быға тиклем берәү ҙә күрмәгән был ҡатын, көсөн һәм йоғонтоһон күрһәтеү маҡсатында, бер нисә сара ҡулланмаһа, йәғни ирен (Фуатты була инде) заманса фатирынан ҡыуып сығармаһа һәм бер осраҡта ниндәйҙер таныштары аша полицияға таянмаһа. Был хәл бәлки күҙгә лә салынмаҫ ине, йәш бисә үҙенең көс акцияһын видеоға төшөрөп, иң алдынғы алымдарҙы ҡулланып, иренең ағай-энеләренә, апаларына-һеңлеләренә таратып сыҡмаһа. Юрист ҡәйнеш еңгәһенә: “Фатирҙы бүлешеүгә Фуатты индереү, уны мөлкәт хужаһы итеп таныу буласаҡ һәм теге еңгә ағайҙы тағы бер-ике тапҡыр һелкетеп алһа, фатирҙы бүлешеүгә һәм үҙ өлөшөн яулап алыуға булышлыҡ итәсәк”, – тип аңлатып бирҙе.
Сәбилә ныҡ торҙо, сөнки шулай кәрәк ине. Әгәр был юлы ла ауыҙын асып торһа, йомшаҡлыҡ күрһәтһә, ваҡытында эләктереп ҡалмаһа, был фатирҙан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Өлөшләтә булһа ла.
Алда оҙайлы, һәр яҡты йонсоторлоҡ, адвокаттарҙы байытырлыҡ алыш көтә ине.
Тәүге алыш, йәғни суд ултырышы еңел генә башланһа ла, Фуаттың йәш ҡатыны яллаған бер түгел, ике адвокаттың тырышлығы менән, ҡатмарлы ғына төҫ алды. Әллә ҡайһы арала Фуат был ҡатындың эйәреп килгән ҡыҙын үҙенә яҙҙырып өлгөргән, әле йәшәгән фатир ғыналары ла заманса һәм яңы булһа ла, бәләкәй икән. Әгәр Сәбиләнең фатирынан, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, олатайҙың туранан-тура вариҫы булараҡ, иң кәмендә яртыһын бүлеп бирһәләр, таман булыр, хатта ғәҙеллек тә тантана итер һымаҡ ине. Етмәһә, эйәртеп алып килгән еткән ҡыҙы менән бәләкәй генә малайына тиклем, Сәбилә яғына ҡарап, азырайышып торалар. Ҡуй инде, Сәбиләнең вайымһыҙлығы. Анауы, ҡыҙы менән малайын эйәртеп килһә, ни булған? Тәүҙәрәк эйәртергә уйы бар ине, кемгә оҡшағандарҙыр инде, ҡыҙы – зачет, кесеһе – бөгөн конкурс, тип мәктәпкә тартылдылар.
ЗАГС таныҡлығы тураһында һүҙ сыҡҡас, Сәбилә, әллә ни ҙур өмөт бағламай ғына, “Ләлә-тюльпан”дан тоттороп ебәргән, хәҙер инде шаҡтай туҙған һәм уңған ҡағыҙ ярпыһын сығарып һалды. Йәш бисәнең адвокаттары мыҫҡыллы йылмайышһалар ҙа, судья әллә тәүге тапҡыр күргәнгә, был ҡағыҙҙы бик ентекләп өйрәнде, хөрмәт менән ҡабул итте, хатта хуплауын белдергән һымаҡ, ыңғайлап, баш һелкеп ҡуйҙы.
Суд әлегә аныҡ ҡына ҡарарға килә алманы, бер айға тәнәфес иғлан итте. Тегеләр еңеүгә бер генә ынтылырға ҡалған ҡиәфәт менән таралһа, Сәбилә был алыштың нимә менән бөтөрөн дә күҙ алдына килтерә алмай, иң һуңғы сиктә, булғандың яртыһын һаҡлап ҡалыу ҙа уның өсөн ҙур ҡыуаныс булыр һымаҡ ине. Сөнки суд залынан сығыр алдынан өс сәғәтләп барған алыштан башы әйләнгән Сәбилә тәүге тапҡыр Фуатҡа күҙ һирпеп алды һәм тертләп ҡуйҙы. Уныһы тамам ябыҡҡан, күҙҙәре эскә батҡан, танауы ослайған, яурындары һалынып төшкән, хатта бөкрәйгән һымаҡ тойолдо. Хәтеренә иренең уға төртөп күрһәтеп, сәсеңде тара, битеңде йыу, үҙеңде ипкә килтер. Һин бит хәҙер бер центнер. Миңә килгәндә, алтмыш ҡына кило инең, тигән мыҫҡыллы һүҙҙәре ишетелеп ҡалғандай тойолдо. Үсәмәне Сәбилә, ҡыуанманы ла. Уйланды. Оҙаҡҡа барырмы икән, юҡмы икән, тип шөбһәләнде. Теге юрист ҡәйнеше, Мансур була инде, әсәһенең күрһәтмәһенә ярашлы, судта баштан аҙаҡҡа тиклем ҡатнашырға, кәрәк булһа, атайҙың һүҙҙәрен еткерергә, һәр хәлдә, Сәбиләнең мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы ине. Ағайҙан ҡурҡтымы икән, бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ҡарап ҡына ултырған һымаҡ булды. Хәйер, быныһына ла рәхмәт.
– Ағайыңа нимә булған ул? – тип һораны Сәбилә ҡәйнешенән.
– Мин үҙем лә аптырайым, еңгә. Һуңғы бер-ике айҙа биреште лә ҡуйҙы шул.
– Әллә эсәме? – тип һораны Сәбилә.
– Элекке һымаҡ, артығын эсә алмай, тотҡолағаны һиҙелә.
– Бигерәк тә бөткән һымаҡ тойҙом. Бәлки яртыһын бирербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ? – тине Сәбилә, аптырағандың көнөнән.
– Һин нимә һөйләйһең, еңгә? Атайым әсәйемә әйткән: “Фуатҡа ышаныс юҡ, Сәбиләгә һәм уның ҡыҙы менән улына – өс бүлмә”. Әгәр мин әсәйемдең талабын боҙһам, атайҙан ҡалған “Джип” миңә эләкмәйәсәк. Икенсенән, ағайым алһа ла, бисәһе, фатирҙы һатып ебәреп, аҡсаһын үҙенә тартып аласаҡ. Ә аҙаҡ инде үҙен дә ҡыуып сығарасаҡ.
Фуат ҡыҙы менән улынан фатирын тартып алып өлгөрмәне. Ике көндән суд була, тип көткәндә әлеге, ҡан баҫымы күтәрелеп, ауырып китте. Йәш бисә, ярҙам итә, тип коньягын да эсереп ҡарағайны, ир тамам йығылды, ҡатыны “тиҙ ярҙам”ды саҡыртмай, байтаҡ ҡына ҡырталашты, аҙаҡ ирҙең хәленең тамам мөшкөлләнеүен күргәс, үҙе шылтыратырға мәжбүр булды.
“Тиҙ ярҙам” саҡ алып барып еткерҙе. Тамсы ҡуйып, укол ҡаҙап, саҡ эшкиндереп алдылар.
Фатирында, аҙаҡ дауаханала ни үле, ни тере ятҡан Фуат ҡатынының ни өсөн “тиҙ ярҙам” саҡыртмай ҡырталашыуын, аҙаҡ үҙен ниндәй яҙмыш көтөүен аңланы, шикелле. Дауаханаға йәш бисә бер тапҡыр ҙа килмәне. Уның ҡарауы, Мансур Сәбиләнең билмәнен, яңы ғына бешкән һурпаһын байтаҡ ташыны. Хәлһеҙ ятҡан Фуат кемдең нисек бешергәнен белә шул. Һоғалана-һоғалана ашаған сағында күҙ йәштәрен саҡ тыйып ултырҙы. Ҡайтыр ваҡыт еткәс тә, үҙен алырға әлеге юрист ҡустыһы килгәйне. Ағаһы “Джип”ҡа кереп ултырғас:
– Йә, ҡайҙа барабыҙ, ағай? – тип кинәйәле генә өндәште.
Ағайҙы был һорау аптыратты. Аһ! Ағай ҡапылда өндәшмәне. Һайлар мөмкинлек булһасы. Ғүмер буйы ҡылған хаталарҙы төҙәтергә яраһасы, тип эстән генә әсенеп ҡуйҙы. Шунан һуң телефонын алып, кемгә шылтыратырға белмәгән ҡиәфәт менән байтаҡ ултырҙы.
– Эшем күп, ағай, ҡабаланһаҡсы, – тип ҡусты ишаралап ҡуйҙы.
– Ҡабаланма. Көтөрһөң! – тине ағаһы. – Ағайыңды көн һайын ултыртып йөрөтмәйһең.
Фуат моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы, ҡустыһына бер ҡараны һәм телефонынан кемгәлер шылтыратты:
– Һаумы! Һин миңә кәрәк, мин һиңә ҡайтам, – тине.
Теге башта тәүҙә өндәшмәнеләр. Аҙаҡ салонға:
– Ҡасанға тиклем ҡайтаһың? – тигән һорау ишетелде.
– Бөтөнләйгә ҡайтам...