+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Ғинуар 2022, 19:30

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ИРЕ САҠ КИТЕП ӨЛГӨРҘӨ Хикәйә

Бөгөн Зәйтүнә эштән иртәрәк һорап сыҡты. Оҙаҡламай Батырының вафат булыуына ҡырҡ көн тула. Ҡәберенә барып сәскә һалырға ла өйгә ҡайтып, иртәгә саҡырылаһы дуҫ-иштәрен, ағай-энеһен телефон аша барларға уйлағайны. Ире үлгәне бирле зыяратҡа өсөнсөгә бара инде. Шулай итмәй булмай, бында ҡәберҙәр күп, юғалтып, аҙашып, таба алмай йөрөүең дә бар. Яңыраҡ бер танышы һөйләп торғайны, ире үлеп киткән, алып барып ерләгәндәр, икенсе йыл яҙ, йыйыштырып, сәскә ултыртам, тип барһа, таба алмай ҡайтҡан. Тегендә барған, бында барған – юҡ, аҙаҡ, ошолор, тип, бер ҡәберҙе күрһәткәндәр, арлы-бирле тәрбиәләгән һымаҡ итеп ҡайтып киткән. Йәй үткәсерәк барып, тағы күҙ һалһа, гөрләп сәскәләр үҫеп ултыра, ә ташында бөтөнләй икенсе фамилия. Әле тере кешенең ҡәҙере юҡ, үлгәнгә ҡайҙан хөрмәт булһын инде!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ИРЕ САҠ  КИТЕП ӨЛГӨРҘӨ  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ИРЕ САҠ КИТЕП ӨЛГӨРҘӨ Хикәйә

Ә ире менән бик матур йәшәнеләр. Нисек йәшәгәндәре иҫенә төшһә, әле лә түгелеп илай башлай. Ғаиләһен ныҡ ҡараны, бер ауырлыҡ та һалманы. Һуңғы минуттары ла шулай булды. Зәйтүнәнең әле лә күҙ алдында: эштән ҡайтты, ботинкаһын систе, плащын элеп ҡуйҙы, шунан, ауыр атлап, диванға барып ултырҙы ла тынды ла ҡуйҙы.

– Ашарға ултырттым, сыҡ, – тип барһа, өндәшмәй. Һуңынан табиптар, йөрәге туҡтаған, тинеләр.

Нурмөхәмәт хәҙрәт менән аралашалар ине, йыназаһын уҡырға хәҙрәт үҙе килде.

– Мөфти хәҙрәттәре һорашып торҙо, вафаты нисек булды, тип ҡыҙыҡһынды.

– Бына ботинкалары, бына плащы, бына баш кейеме, – Зәйтүнә бөтәһен күрһәтеп, һөйләп сыҡты.

– Ниндәй бәхетле үлем, – тине Нурмөхәмәт хәҙрәт. Изге күңелле ине, кешегә, ғаиләһенә ауырлыҡ һалмай, үҙен дә йонсотмай, үткән дә киткән инсан.

Аҙаҡ Зәйтүнә үҙе лә иҫкә төшөрҙө: Батыр кеше көнлө булып ятыуҙан, ғаиләһен йонсотоуҙан ифрат ҡурҡа ине. Ана, хәҙер ер аҫтында, теләге тормошҡа ашты.

– Ташланың да киттең, һинһеҙ донъя көтөүе ауыр, – тип һөйләнә-һөйләнә рәшәткә эргәһенә килгәйне, Зәйтүнә, шып туҡтап, аптырап ҡалды.

– Быныһы нимә була инде тағы? Кем килеп йөрөй икән? Таныштарҙан да улай килеп сәскә һалырлыҡ кеше юҡ.

Ҡәбер ташы эргәһендә ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләре ята ине.

Ире былай ярҙамсыл булды, берәүҙе лә бороп сығарманы, ҡулынан килгәнсә туғандарын ҡараны. Ә сәскәләр өр-яңы, бөгөн генә килтереп һалғандарҙыр. Ҡала эргәһендә бер һеңлеһе йәшәй, ҡустыһы ла вахта менән ҡайтып йөрөй. Сәскә һалғас, ҡәбер яңы икәнлеген күрһәткән һымаҡ.

Зәйтүнә, арлы-бирле йыйыштырып, тупрағын тигеҙләп, сәскәләрҙе рәтләп һалды ла ҡайтып китте.

Иртәгәһе табынға яҡындарын барлай-барлай сәскә тураһында бөтөнләй онотҡайны, кеҫә телефонына ят бер номер шылтыратты.

– Һаумыһығыҙ, Зәйтүнә апай, һеҙ мине онотҡанһығыҙҙыр инде? – тип һораны ул. – Батыр Усмановичтың етеһен кафела уҡытҡанда мин дә булғайным. Иртәгә ҡырҡын уҡытаһығыҙ икән, мин дә килеп, хәйер өләшергә ине. Бөгөн иртән зыяратына ла барып килгәйнем. Сәскә һалып, бер аҙ йыйыштырып ҡайттым. Һеҙ барғанығыҙ юҡ икән.

– Бөгөн барҙым мин унда, – тине Зәйтүнә. – Һеҙҙең рауза сәскәләрен дә күрҙем. Белгән кешеләр ҡәбер бер йыл эсендә лә ултырып бөтмәй, һуңыраҡ тәртипкә килтерергә мөмкин булыр, тинеләр. Адресты беләһегеҙме?

– Беләм, беләм, – тинеләр теге башта.

– Иртәгә сәғәт 1-ҙәргә килегеҙ. Элекке урында, “Ҡарлуғас” кафеһында осрашырбыҙ.

Зәйтүнә телефонды һүндергәс кенә таныш булмаған ҡатындың исемен һорарға онотҡанын иҫләне. Ярай, иртәгә килгәс, танышырҙар әле. Хужабикә таныштарын, ағай-энеләрен барлап сыҡты, күбеһе килә, бер-икеһе һуңлап киләсәк.

Батырҙың үҙе иҫән саҡтағы урынбаҫары Миңлегөл Зариповна ойоштороу эштәренең бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алғайны. Дини йола башҡарыуҙы хәтер кисәһе һымаҡ үткәрергә тәҡдим итте. Шулай килештеләр.

Шунда Зәйтүнәнең иҫенә төштө:

– Бер ҡатын шылтыратты, бергә эшләнек, ти, хәйер таратырға ла итә, кем булыр икән? – тип һораны.

Был хәбәр Миңлегөлдө шаҡ ҡатырҙы. Үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ:

– Тағы теге нәмәһе темеҫкенеп йөрөй микән... – тип һуҙып ҡына өндәшеп ҡуйҙы. Зәйтүнә ул ҡатындың иртән сәскә һалып килеүен әйтеүҙе лә кәрәк тип тапты.

– Шул, шул әтеү! Динараһы килгән.

– Уныһы кем тағы? Кем ул Динара? – тип төпсөнә башланы Зәйтүнә.

– Ух, шул нәмәне яҡын ебәрмәҫкә ине, – тип өҙгөләнде Миңлегөл. – Хужаның башын шул әйләндерҙе. Бөтәһе лә әйтә, шуны күрһә, Батыр Усмановичтың төҫө боҙолоп китә торғайны, ти.

– Кем ул, кем? – тип борсола башланы Зәйтүнә.

Әллә үҙенең артығыраҡ һөйләнеүен төшөндө Миңлегөл Зариф ҡыҙы, байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо.

– Бәй, Зәйтүнә еңгә, Динараны һин белмәйһеңме ни? – тип һаҡ ҡына өндәште.

– Мин уны белергә тейешме? Кем ул? Уға нимә кәрәк?

– Әллә инде, мин нимә тип әйтергә лә белмәйем. Ир-ат халҡын һин үҙең яҡшыраҡ беләһең бит инде.

– Иремде, әлбиттә, мин беләм, – тине Зәйтүнә. – Ә бына ниндәйҙер Динара хаҡында тәүге тапҡыр ишетәм.

– Ҡуй, еңгә, минән юҡты һорашма. Йә минең хаҡта әллә нәмә уйлап ҡуйырһың. Ағайымдың рухы ла тынысланып бөтмәгән, әллә кемдәрҙе иҫкә төшөрөп ултырмайыҡ.

– Иҫкә төшөрәһеңме-юҡмы, белмәйем, ул Динара исемле ҡатын иртәгә ағайыңдың ҡырҡында ултырасаҡ.

– Кит, еңгә, шуны саҡырмағанһыңдыр инде.

– Юҡ, саҡырманым, ләкин ул киләйем әле, тине, мин рөхсәт иттем.

– Уф, Аллаһым, табындың йәмен ебәрә икән, – тине Миңлегөл. Телефон аша тағы ла нимәләр һөйләнгәне ишетелеп ҡалды.

– Фамилияһы нисек? – тип һораны Зәйтүнә.

– Йәлилова ине. Кейәүгә сыҡҡан тинеләр, фамилияһы ошомо икән, үҙгәрттеме икән?

Һөйләшеү тамамланды. Миңлегөл бер һорауға ла йүнләп яуап бирмәне. Ни генә һөйләмәһен, барыбер бер нәмә лә аңлашылманы. Әүрәп йөрөгән берәй бисәһе булды, тиһәң, ул - был тойолманы. Етәксе кешенең һәр минуты, һәр сәғәте иҫәпле. Эшенә үҙе лә бик яуаплы ҡараны. Дөрөҫ, ҡарты армияға тиклем өйләнгән булған. Хеҙмәт итеп ҡайтҡансы, ҡатыны исемен байтаҡ сығарған. Шуға ярты йыл самаһы йәшәгәндәр ҙә айырылышҡандар. Ғүмерҙәренең һуңғы утыҙ йылы бергә үтте. Шик-шөбһә уятырлыҡ әллә ни нәмә булманы. Хәйер, нимәлер булһа ла, хәҙер соҡоуҙан ни фәтүә? Ана, уға хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй. Бөтәһе лә ерҙәгеләргә ҡала. Их, үҙе иҫән булһа, һорашыр, асыҡлар, яуабын табыр ине. Тегенән хат-сәләмдәр килмәй шул. Ярай, иртәгә барыһы ла асыҡланыр.

Асыҡланды, ти, һиңә! Йөҙләп кеше килгән, күбеһен Зәйтүнә беренсе тапҡыр күрә. Күберәге йәштәр, уларҙы ҡайҙан белһен инде ул? Халыҡ әҙәпте онотто инде, туйға тип килгәндәрме ни – береһенән-береһе сағыуыраҡ кейенгәндәр, сәстәрен рәтләгәндәр, балҡып торған биҙәүестәр таҡҡандар. Ух, байрамға ла был тиклем әҙерләнеп килмәҫтәр инде!

Зәйтүнә үҙе бик баҫалҡы кейенде. Быйыл ире менән бер хөкүмәт концертын ҡарағайны, шуға махсус ҡара тондағы бик матур күлдәк тектергәйне. Үҙенән-үҙе ҡулы һалынып төштө, быға теймә, туйға бармайһың бит, тине эстән генә.

Өсөнсө йыл иренең тыуған көнөнә алған күлдәкте кейергә булды. Әлбиттә, ҡара бәрхәт хәҙер әллә ни модала түгел, ләкин һәр ваҡыт ихтыяж бар һымаҡ.

Кешеләрҙе ултыртып бөтөүгә, эргәһенә тағы Миңлегөл Зариф ҡыҙы килде.

– Зәйтүнә еңгә, беҙҙең халыҡ шулайыраҡ инде, мөмкин булһа, берүк иғтибар итмә. Тамада ла яллағайныҡ, уныһы байрам кәйефе бирә лә ҡуя. Әйтерһең, береһенең тыуған көнөнә йыйылғандар инде.

Зәйтүнә кисәге Динара хаҡында һорашырға уҡталып-уҡталып ҡуйғайны, тыйылаһы итте. Үҙенең ниндәйҙер ҡатын менән ҡыҙыҡһыныуын бик тиҙ фашлап бармаһын әле.

Ултырыштылар, йәш кенә мулла, шартына килтереп, аятын уҡыны. Бик оҙаҡлап хәйер өләштеләр. Хәйер таратҡандар күп булманы. Зәйтүнә ҡулдан-ҡулға йөрөп хәйер өләшеүселәр араһынан Динараны күрергә тырышҡайны, һис тә аңғарып өлгөрмәне. Уға ҡалһа, әгәр ул ҡатын ире менән бәйләнгән булһа, бик текә һәм сибәр булырға тейеш һымаҡ ине. Анау ҡыҙыллы-зәңгәрле-аҡлы күлдәк кейгән ҡатын тип әйтер ине, уныһы бигерәк күрмәлекһеҙ, ни матур, ни текә тип әйтеп булмай. Үҙе хәйер өләшә, туҡтауһыҙ нимәлер һөйләй, тәрбиәһеҙ, нимә һөйләгән була икән? Юҡтыр, был түгелдер. Ә бынауһы бигерәк туҙған ҡиәфәтле, эскесе-маҙар түгелме икән? Йә килмәгәндер, йә һуңлағандыр.

Шул ваҡыт ишек асылып китте лә еңелсә кейенгән, ҡабартып ниндәйҙер сама белмәгән, әҙәпте юғалтҡан прическа эшләгән бер ҡатын, ул ҡатынды оҙатып, ике ир килеп инде. Зәйтүнә һораулы ҡарашын Миңлегөл Зариф ҡыҙына төбәүгә, уныһы тешен ҡыҫып нәмәлер әйтте һәм, эйе, тип, башын ҡаҡты. Аптыранғандай яурындарын һелкетеп ҡуйҙы.

Бына ул ханым. Зауыҡ тигән нәмә уның өсөн бөтөнләй ят икән, уның ире менән бәйле түгелдер ҙә инде. Ҡара-ҡара, бер ун йәштәрҙәге малай ҙа эйәрткән бит әле. Был кемдең улы булыр икән? Зәйтүнә һиҙмәй ҙә ҡалған, күрәһең, уларға урын алып ҡуйғандар бит әле. Башҡалар хәйер-саҙаҡаларын өләшеп бөтөүгә, ят ханым тотондо. Һәр береһенә нәмәләрҙер һалынған матур ғына тоҡсай өләшеп сыҡты. Зәйтүнә эргәһенә килгәс, быныһы һеҙгә, тип тоттороп китте. Зәйтүнә, һаман уны күҙәтеп, быларға урын булыр микән, тип уйлап өлгөрмәне, теге ике ир, эйәртенешеп, сығып та китте.

Мулла бер тәрилкә аш эсеп, доға ҡылғандан һуң ҡайтырға булды. Өҫтәл артында ултырғандар, тағы нәмәлер көтөп, төп яҡҡа һонолоштолар. Ул арала булмай, официанттар өҫтәлгә ялтыр башлы шешәләрҙе ултыртып сыҡты. Шунан башланды.

Эйе, бик матур башланып китте. Тамадалар репертуарын шаҡтай үҙгәрткән, күрәһең. Ыҡ-мыҡ итеп торһалар ҙа, йырҙарын һайлай белгәндәр. Гел моңло, хатта ҡайғылы, Батыр яратҡан йырҙар яңғыраны. Әлбиттә, иң тәүҙә “Абдрахман”ды башҡарҙылар. Эй, ошо йырҙы ярата торғайны. Зәйтүнә әле лә аптырай, нимәһен тапҡандыр был йырҙың?

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,

Һалдыр, егет, эйәр ҡашына.

Атам дуҫы, тип, ышанма, егет,

Атаң дуҫы етер башыңа.

Зәйтүнәнең күҙенә Миңлегөл салынды. Бәй, Миңлегөлө илап ултыра түгелме һуң? Әллә ысынлап та илатырлыҡ йыр булды инде?

Мәжлес дауам итте. Бер мәл һүҙҙе Динара Йәлилеваға бирҙеләр. Зәйтүнәнең йөрәге дарҫлап ҡуйҙы – нимә һөйләгән булыр икән инде?

Бына ул тороп баҫты. Килештерә инде. Күҙ йәштәрен һөртөп алған булды.

– Беҙҙең Батыр Усмановичты хөрмәт итеп килгән өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Онотмайһығыҙ, беҙҙең менән бергә ҡайғыраһығыҙ. Минең турала һеҙгә һөйләп тороу кәрәк түгел. Һеҙ мине, мин һеҙҙе яҡшы беләм. Беҙҙең мөнәсәбәттәр ҙә һеҙгә сер булманы. Беҙ уны йәшермәнек тә. Бына беҙҙең тормоштоң тере шаһиты, Ильяс Батыр улы, минең улым, ултыра.

Зәйтүнә ханымдың ҡан баҫымы күтәрелде, йөрәге дарҫлап, алҡымына килгәндәй тойолдо, бер тирләне, бер өшөнө. Тороп төкөрөнөр кимәлгә етә яҙҙы. Нимә һөйләй был аҙғын бисә?! Уның, Зәйтүнәнең, хәләл иренең китеүенә ҡырҡ көн үтмәгән, нимәләр һөйләй – фашлаймы, әллә маҡтанамы? Аһ, былай булһа, Зәйтүнә бер нәмә лә белмәй йәшәгән түгелме һуң?

Зал тынды. Йөҙ пар күҙ шым ғына бер Динараға, бер аҫтыртын ғына итеп Зәйтүнәгә күҙ ташлай һәм артабан нимә булырын көтә.

Ғәҙәттә, әйтелгән һүҙҙәргә бәрәбәр ошо урында низағ сығырға тейеш, сөнки ошо низағта яныр утын тығыҙлап өйөлдө, өҫтөнә кәрәсин һибелде, шырпы һыҙаһы ғына ҡалды. Ә шырпыһы, ана, Зәйтүнәнең ҡулында.

Ә Зәйтүнә һаман өндәшмәй. Өндәшмәй ҙә, тегенең һөйләгәнен дә тыңламай. Ә Зәйтүнә үҙ уйҙары менән көрәшә һәм төрлө яҡтан был бисәнең бер моңланып, бер уйланып, хатта шаярып һөйләгәнен тыңламаҫҡа тырыша. Ах, был тормоштоң ҡатмарлы баҫҡыстары! Ошондай һынау үтер, үҙенә лә, иренә лә лайыҡ булмаған һүҙҙәр ишетер, кешеләрҙе кинәндерер өсөн йыйҙымы ни ул был табынды?!

Еңелсә эсеп алғас, телдәр сиселде, хатта тамада ла бер-ике күңелле йыр иғлан итергә батырсылыҡ ҡылды.

Зәйтүнәнең эргәһендә уң яҡтан урын бушаны. Күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды: теге бисә аҡрынлап уның яғына ыңғайлай, малайын эйәрткән. Зәйтүнә менән һөйләшергә, танышырға самалайҙыр инде. Һөйләшмәй тор әле! Зәйтүнә һинең менән нишләп һөйләшһен? Һинең хаяһыҙланғаныңды ниңә тыңлап торһон? Зәйтүнә олпат ҡына итеп торҙо ла, тегеләрҙе күрмәмеш булып, кухня яғына кереп китте: йәнәһе, икенсе блюдо ҡасан була икән.

Тын да алмай быны күҙәткән халыҡ һиҙҙе: Зәйтүнә бының менән һөйләшеп, ваҡланып тормаясаҡ. Ярай, килгәнһең, хәйереңде өләшкәнһең, етте, артабан һиңә иғтибар итеүсе булмаясаҡ, сөнки һин юҡ, һин бында бер кем дә түгел.

Төшөндө теге ҡатын, аңланы. Улын етәкләп, яңынан урынына йүнәлде һәм шым ғына ашана башланы. Миңлегөл, Зәйтүнә эргәһендәге буш урынға килеп ултырып, тегенең өмөтөн тамам өҙөп ҡуйҙы. Ләкин мәжлес яңы башлана, табын ҡыҙа ғына ине әле. Бер нисә кешене тыңлағандан һуң, ҡыҫҡа ваҡытҡа тәнәфес иғлан иттеләр. Күптәр һиҫкәнде, тап ошо тәнәфес байтаҡ һорауҙарға яуап биреүе ихтимал.

Дини йоланың аҙағы яҡынлашып килгәне һиҙелде. Бая ғына эркелешеп йөрөгән ҡунаҡтар аҡрынлап һарҡа башланы. Барыбер ҙә таралып бөтмәнеләр әле. Мәжлестең иң аҙағына иң түҙемлеләр ҡалды. Ни йәнең менән ташлап сығып китәһең – бына-бына иң ҡыҙығы булырға тейеш. Үткер күҙлеләр бер ыңғай Зәйтүнәне лә, Динараны ла күҙәтеп тора. Әлбиттә, ҡулдарҙа телефондар күптән әҙер, ошондай тамашаны нисек видеоға төшөрмәй ҡалдыраһың инде? Ә Динараның малайы арыны. Ике ултырғысты бергә ҡушып ултыртҡайнылар, ойоп китте, йоҡлап алды. Ильяс, тәү ҡарамаҡҡа бик иркә күренһә лә, сыҙам икән, ыһ та итмәне, баштан алып аҙаҡҡа тиклем түҙемле ултырҙы. Ирекһеҙҙән күптәр уйлап ҡуйҙы: кемгә оҡшаны икән был малай? Батырға, тиһәң, мәрхүм яндырай холоҡло булды. Һәр хәлдә, нисек кенә ҡыҙыу ҡыланмаһын, ыңғай саҡтары күберәк ине.

– Сәй эсәбеҙ, тамамлайбыҙ, таралышабыҙ, – тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды. Артистар ҙа арынылар, аяҡсыларҙың береһе иҫереп тә китте шикелле.

Ә Зәйтүнә ханым бирешерлек түгел ине әле. Уның түҙемлелеге, барыһын да йөрәгенә һеңдерә алыуы күптәрҙе һоҡландырҙы.

Бер ҡараһаң, низағ өсөн генә ойошторолған һымаҡ ине был табын. Гүйә ул үҙенең Батырының тормошо менән йәшәгән һымаҡ булды. Бындай урында төрлө холоҡло кеше йыйыла, тауыш сыҡмай, янъял тыумай ҡалмай.

Сер түгел, аҙаҡтан ишетелеүенсә, Зәйтүнә ханымды йомшаҡлыҡта ғәйепләүселәр ҙә булған. Йәнәһе, нәмә ҡарап торорға? Тегеһе килгән, балаһын эйәрткән. Шунда бөтә халыҡ алдында рисуай итеп, сәсенән һөйрәп йөрөтмәһә лә, ботарла ла ташла бит инде. Юҡ, ул өндәшмәне, тегегә хатта бер генә лә күтәрелеп ҡараманы. Күрмәмеш булды ла ҡуйҙы бит.

Ә тегеһе, тегеһе нимә эшләне һуң? Бәлки, эскегә лә маһирҙыр – иҫереп китте бит. Малайының барлығын онотто. Уныһын кем генә яратманы ла кем генә хәлен һорашманы.

Ильястың эргәһенә Зәйтүнә лә килеп китте. Яҡыныраҡ торғандар шуны ишеткәндәр:

– Йә әле, улым, үҙеңде бер яратайым, – тигән Зәйтүнә. – Ҡалай үҫеп киткән бит әле ул! Ярай, улым, тағы осрашырбыҙ әле. Беҙгә килерһең. Беҙҙә апайҙарың, ағайҙарың бар. Шулар менән аралашырһың, – тип әйткән.

Шул аңлашылды: малайҙың әсәһе быны күрмәй ҡалды. Кухня тирәһенә сығып, нәмәлер белешеп йөрөгәнме, мөнәсәбәт асыҡлағанмы.

Ниһайәт, түңәрәкләү тураһында һүҙ сыҡты. Өҫтәл эргәһенә иң ныҡтар һәм түҙемлеләр йыйылды. Бөгөн улар үҙҙәре лә ныҡлыҡтың, аҡылдың һәм сабырлыҡтың шаһиты булды.

Йомғаҡлау һүҙе менән Зәйтүнә ханым сығыш яһай, тинеләр. Табын тып-тын ҡалды, хатта ара-тирә себен осҡаны ишетелә ине.

– Минең хәләл ирем Батыр Усман улы хөрмәтенә, уның яҡты рухына баш эйеп килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Ғүмер шулай тиҙ уҙа, ҡырҡ көн үтеп тә киткән икән шул. Үлгән һымаҡ та, киткән һымаҡ та булманы. Әле үҙем дә, ҡайҙалыр эш менән йөрөй ирем, үҙенә киске тамаҡҡа нимә бешерәйем икән, тип уйлап, алданып та ҡуям.

Һеҙ уны бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ. Ул ихлас, йомарт, изге күңелле кеше ине. Күптәрегеҙ уның ярҙамсыллығын татығандыр. Әгәр шулай булмаһа, көн оҙоно бергә ултырмаҫ инегеҙ.

Мәрхүмдәр тураһында аҙаҡ төрлө хәбәр сығыусан, уйҙырмалар таралыусан. Ундайҙар минең ирем хаҡында ваҡ-төйәк мажаралар һөйләмәһен. Ул лайыҡлы йәшәне һәм үҙе тураһында йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Әйҙәгеҙ, беҙ уны, Батыр Усман улын, яҡты иҫтәлектәр менән хәтерләйек.

...Һуңынан, барыһы ла таралышып бөткәс, эш мәшәҡәте менән иртәрәк ҡуҙғалғандар тороп ҡалғандарҙы, телефондан шылтыратып, байтаҡ йонсотто әле.

– Нисек булды?

– Нимә менән бөттө?

– Тегеләр нимә эшләне?

Нишләһен инде? Бер нәмә лә эшләмәне. Шатлыҡ та, йүгәнһеҙ хис-тойғо ла, мәкер ҙә өҫкә ҡалҡа алманы. Зәйтүнәнең аҡылы һәм түҙемлеге еңде. Нимә булһын инде? Шунда тауыш сығарһалар, исмаһам, бер-береһенә ауыр һүҙ әйтешһәләр, кемдәрҙеңдер күңеле булыр ине. Юҡ, барыһы ла юғары кимәлдә үтте.

Онотола яҙған. Аҙаҡҡараҡ Ильяс, Зәйтүнә эргәһенә килеп, һыйыныбыраҡ торҙо. Белмәҫһең, нимә өмөт иткәндер сабый. Быны күреп, әсәһе лә шымды бит әле. Бөгөн дөрөҫ әйттеләр шул: тормош бер ниндәй кәртәләргә ҡарамай дауам итә. Хатта быны Ильяс та аңланы шикелле.

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: