-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ғинуар 2022, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр МОРЯКТЫҢ ҠЫҘҘАРЫНЫҢ ХӘЛЕН ХӘҘЕР АҢЛАНЫМ

Үткән төндәлектәрҙең береһендә ауылда 60-сы йылдар башында карантинды нисек кисереүебеҙ хаҡында бер аҙ һөйләгәйнем. 1961 йылдамы, 62-ләме, мал  араһында бер үлемесле сир килеп сығып, бер нисә бабайға  йоғоп, улар үлде, һыйырҙарҙы юҡ иттеләр, ә ауылдың был яғында, Фәррәхетдин бабайҙың өйөн, һыйырҙары ҡазаланыу сәбәпле, карантинға яптылар. Фәррәхетдин бабай Разифа инәй менән бик татыу йәшәйҙәр, колхозда, беҙҙең ауылса әйтһәк, геүләтеп эшләйҙәр ине. Шулай итеп, һыйырҙары ҡазаланы, йорт-ҡураларын кәртәләп алдылар. Мөйөшкә креолин тултырылған 200 литрлы мискә ултыртып ҡуйҙылар.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ     Төндәлектәр   МОРЯКТЫҢ ҠЫҘҘАРЫНЫҢ ХӘЛЕН ХӘҘЕР АҢЛАНЫМ
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр МОРЯКТЫҢ ҠЫҘҘАРЫНЫҢ ХӘЛЕН ХӘҘЕР АҢЛАНЫМ

Йәй башынан көҙгә тиклем ихаталарынан сығырға рөхсәт ителмәне. Өлкәндәре, Нурлығаян ағай, бик тыныс, ипле кеше, аралашып та йөрөмәй торғайны, хәтерҙә ҡалмаған, ә бына ҡыҙҙары Рәйсә менән Рәмилә апайҙар бик йонсой торғайнылар. Беҙҙән кесерәк Фәнил менән Фәнисте әйтеп тораһы ла юҡ. Улар көндәр буйына ситән ҡойма өҫтөндә беҙҙән көнләшеп ҡарап ултыралар. Уйнағылары килә, рөхсәт юҡ. Етмәһә, көн һайын Дугин килә.

Үткәнендә уның хаҡында яҙа-йоҙа һөйләгәйнем, шикелле. Уныһы инде – беҙ күрмәгән-белмәгән, тотоп ҡарамаған карантиндан да хәтәрерәк. Дугин тигәнебеҙ – участка   ветфельдшеры булғандыр. Бындағы тәртипте һаҡлау туранан-тура уның өҫтөндә. Уның аты оло юлдан беҙҙең тыҡрыҡҡа боролоуға, урамда малайҙар түгел, ҡыҙҙар ҙа ҡалмай торғайны. Һарыҡ-кәзә тәкәләрен әйтеп тораһы ла юҡ. Әле лә, хәтерләүемсә, Дугин ҡартты, тәкәләрҙе күҙ йомоп бестерә, тип маҡтай торғайнылар. Тәкә һәм үгеҙҙәрҙе ҡараштырған арала  шунда ауыҙ асып йөрөгән малай-шалайҙы ла буш итмәй, тигән хәбәр беҙ тыуғансы уҡ таралған, һәм беҙ уға ышана инек.

Килеп төшә был Дугин тигәндәре, кәртәләрҙе ҡарап сыға, тағы нимәләрҙер һөйләй һәм ары ҡуҙғала торғайны. Ҡайҙа ҡуҙғала инде? Йәкәү йылғаһы башында, ауылдан 2–3 саҡрым алыҫлыҡта, беҙҙең түбән яҡ халҡының һыйырҙары ята. Карантин тәртибе ҡаты, мал-тыуарҙы ауылға керетергә ярамай.

Шул осорҙан алты тиҫтә  йыл самаһы үткәс, карантин тигәндәре 2020 йылда минең үҙемде лә ҡыуып етте. Хәҙер моряк Фәррәхетдин бабайҙың ҡыҙҙарының һәм улдарының хәлен мин үҙ елкәмдә татыным. Еңел түгел икән карантин кисереүҙәре. Әйтергә онотҡанмын, Фәррәхетдин бабайҙың ҡушаматы “моряк” ине. Алыҫ Көнсығышта моряк булып хеҙмәт иткән һәм япондарҙы ҡыйратҡан. Исеме менән ул сикһеҙ ғорурлана ине. Ә хәҙер уның өй урынында “капитан” йәшәй. Ниндәй “капитан” – тиһегеҙме? Әхәт абзый инде – Таштимер бабайҙың өлкән улы.

Былтыр Ураҙаға ҡайтҡанда Әхәт абзый менән һөйләшеп торҙоҡ. Китаптарымды уҡый, спектаклдәремде ҡарай икән. Рәхмәт, күрше. Ни өсөн күрше? Мин тыуған йорт “капитан”дың хәҙерге өйөнә юл аша ғына ине. Икенсе йылына беҙ Йәкәү аръяғына күстек, һәм мин беренсе класҡа уҡырға барҙым.

Карантин ваҡытында ситәнгә яҡыныраҡ килеп, “моряк”тың балаларының нимә эшләгәнен күҙәтәбеҙ. Улар беҙгә ситән аша күңелһеҙ генә ҡарап торалар. Хәҙер мин уларҙың нимәләр кисергәненә төшөндөм.

Миллионлы ҡаланың бейек ҡатынан йәнһеҙ урамдарға бағыу һис тә еңел эш түгел икән. Рәйес Түләктең бер шиғырында шундай фекер бар: күрәһең, беҙгә быныһын да күрергә яҙғандыр. Түҙемле булайыҡ!

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: