-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ғинуар 2022, 13:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... БУЛАТ АҒАЙ ХАҠЛЫ БУЛҒАН ИКӘН

Һикһәненсе йылдар аҙағында Өфөгә бер барғанымда атайымдың яуҙашы Сәйетнияз Атаев тураһында Булат ағай Рафиҡовҡа ла һөйләнем. “Һин ниңә үҙенә яҙаһың? Партияның Төркмәнстан үҙәк комитетына яҙ. Партия линияһы буйынса шунда уҡ табып  бирәсәктәр”, – тип кәңәш бирҙе. Ул ваҡыт – партияның йоғонтоло  сағы, Башҡортостан-Төркмәнстән мөнәсәбәттәренә лә файҙаһы булырға мөмкин, тип ишараланылар. “ЦК” тигән һүҙ сыҡһа, кешеләр шунда уҡ етдиләнә торғайны. Үҙәк Комитетҡа барып етеп булманы. Донъялар боларҙы, мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе, ҡиблалар ергә ҡоланы.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Төндәлектәр  АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН...  БУЛАТ АҒАЙ ХАҠЛЫ БУЛҒАН ИКӘН
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... БУЛАТ АҒАЙ ХАҠЛЫ БУЛҒАН ИКӘН

1989 йылда Горбачев сираттағы күрәләтә  һәләкәткә илтеүсе “Парламент реформаһы”н башланы. Март аҙаҡтарына СССР Халыҡ депутаттарын һайлау көнөн тәғәйенләне. Был һайлауҙарҙың атайым мәрхүмгә һәм яуҙашына ниндәй мөнәсәбәте бар, тип һораһағыҙ, иҫегеҙгә төшөрәм. 4–5 мең халыҡ депутатының яртыһы төрлө сәйәси, ижтимағи ойошмаларҙан һайланырға һәм Горбачевтың һәр һүҙенә сәпәкәй итеп ултырырға тейеш ине. КПСС – 100 депутат, ВЛКСМ – 100, профсоюздар – 100 депутат, кемдәрҙер – 50 депутат, баҡса яратыусылар – 10, тарихҡа иғтибарлылар 10 депутат һайларға тейеш. Мин ул йылда Ишембайҙа йәшәй инем. Ике-өс аҙнаға бер тапҡыр урындағы китапханаға инеп, ваҡытлы матбуғат менән танышып сығам. Шул осор “Ветеран” исемле аҙналыҡ гәзит сыға ине. СССР-ҙың ветерандар советы үҙҙәренең сираттағы пленумында 100 халыҡ депутатын һайлаған. Исемлектә: “Сәйетнияз Атаев Төркмән ССР-ының ветерандар  советы рәйесе, драматург”, тигән яҙыуҙы күреп, атайҙың яуҙашының иҫән-һау икәнлеген белдем һәм СССР Халыҡ депутаттарының 22 майҙа асыласаҡ съезына барып эләгеү дәрте менән яна башланым. Бының ике юлы бар. Депутат булып һайланырға, йә хәбәрсе  сифатында теркәлергә кәрәк. Тәүгеһенә, үҙегеҙ беләһегеҙ, бер мөмкинлегем дә юҡ, ә икенсеһе – минең өсөн иң ҡулайлы. Ләкин Аллаһы Тәғәлә  минең үтенесемде ишетте һәм үҙем өсөн бөтөнләй көтөлмәгән өсөнсө – еңелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ һәм иҫтә ҡалырлыҡ юлын тәҡдим итте.

 

                              РӘХМӘТ ҺИҢӘ, МӘСКӘҮ!

      СССР халыҡ депутаттары булып һайланыуға дәғүә итеүселәрҙең исемлектәре билдәле булып, ҡыҙыу көрәш башланғас, Ишембай ҡалаһында мин йәшәгән фатирға депутатлыҡҡа бер түгел, ике кандидат килеп керҙе. Был һайлау кампанияһында күргән, кисергән мажараларҙы ентекләп яҙып тормайым, мәҡәлә ул хаҡта түгел. Шуны ғына әйтәм: был һайлауҙар иң тәүгеһе һәм иң ғәҙеле булды. Ҡалғанын үҙегеҙ аңлағыҙ.

      Дуҫым Хәйҙәр ағай Шаһиев хужалыҡ рәйесе “Минстрой” етәксеһе Миңлерәйес Усмановҡа ҡаршы сығып ҡараһын әле! Стәрлетамаҡ, Ишембай, бөтә партноменклатура – Хәйҙәр ағайға ҡаршы.Ә ул 75 процент йыйҙы һәм Милләттәр палатаһына һайланды.  Союз палатаһына Фәрит Вәхитов үҙенең кандидатураһын ҡуйғайны. Һайлау алды йыйылыштарына килә лә ағайым  аптыранып тик ултыра. Етмәһә, көндәше – эшлекле, ҡыйыу егет – һәр йыйылышта яҡташымды ботарлай ҙа ташлай. Бер йыйылыштан һуң “Әрмет” колхозының рәйесе, буласаҡ яҙыусы Флүр Яхин икебеҙҙе сәйгә алып ҡайтты. Фәрит ағай борсолоп ултыра, сәй эсерлек тә түгел. Мин тегене тынысландырам: һиңә эйәреп, Мәскәүгә барам, урын булмаһа, һинең койкаңа ятып йоҡлайым, тип тегене  дәртләндерергә тырышам. Флүр мәрхүмдең ҡатыны: “Карауатығыҙҙы һындырып ҡуймағыҙ”, – тип көлгән була бит әле...

Ғәфү итегеҙ, ситкә юрғаланым. Ҡыҫҡаһы, минең дуҫтарым да,  атайымдың дуҫы – Төркмәнстандан Сәйетнияз Атаев та – депутат булып һайланды.

Шул  көндәрҙә Өфөнән яҙыусылар союзынан шылтыраттылар: “15 майҙа СССР-ҙың йәш яҙыусыларының IX конференцияһы асыла. Барырға теләгегеҙ юҡмы?”

“Йә, Аллаһ! Бынан көткәнемде Мәскәүҙән бирҙеләр. Риза, риза!” – тип ике аҙна эсендә хикәйәләремде тәржемә итеп, Мәскәүгә ебәрҙем. Сәфәрҙе ВЛКСМ-дың Өлкә комитеты ойоштора икән. Юл хаҡын (Өфө-Мәскәү-Өфө) улар түләй. Минең өсөн бер генә яйһыҙ яғы бар – яҙыусылар конференцияһы 15 майҙа асыла, 20-дә бөтә. Ә Халыҡ депутаттарының съезы 22 майҙа иртән асыла. Шулай итеп, конференцияға, тигән һылтау менән, Мәскәүгә килеп төштөк. Беҙ – дүртәү: Әмир ағай Әминев, Хисмәтулла ҡорҙашым Юлдашев һәм уның хәләл ефете Тамара Искәндәриә. Унда күргән мажаралар үҙе бер китаплыҡ. Бер заман яҙырмын әле, тип ниәтләгәйнем, хәҙер кире уйланым. Хәйер, кем белә...

Конференция үтеп китте. Уңай килһә, килә бит! Төркмәнстандың йәш яҙыусылары менән таныштым. Уларҙың бында вәкиллеге бар икән. Мәскәүгә килгән төркмәндәр менән улар идара  итә. Телефондарын, адресын бирҙеләр һәм беренсе тапҡыр шылтыратыуҙа уҡ, вәкиллектән: “Халыҡ депутаты Сәйетнияз Атаев Мәскәүгә килде, ул әле “Мәскәү” ҡунаҡханаһының 412-се бүлмәһендә ял итә”, – тинеләр һәм телефонын әйтеп, яҙҙырҙылар. Мин шунда уҡ урамдағы автоматтан ҡунаҡханаға шылтыраттым.

– Һаумыһығыҙ, Сәйетнияз ағай! Һеҙҙе Башҡортостандан полкташығыҙ Мөстәҡим Кинйәбаевтың улы борсой! – тип әйтеүемә:

– Ай-һай-һай! Улым! Һин мине ҡайҙан таптың? – тип яуап бирҙе. Бер сәғәт тә үтмәне, беҙ ҡунаҡхананың фойеһында осраштыҡ. Унан  ике-өс сәғәт ҡунаҡхана эргәһендә йөрөп, һөйләштек, күңелебеҙ булманы, иртәгә тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Мин Сәйетнияз ағайға күстәнәс итеп бал, тәүге китабымды, шунан һуң Мәжит Ғафуриҙың 100 йыллығында сығыш яһаусыларҙың телмәрҙәре яҙылған йыйынтыҡты алып килгәйнем.

Иртәгәһен беҙ тағы ла осрашырға һөйләшеп, хушлаштыҡ. Ул арала булмай, Фәрит Вәхитов менән Хәйҙәр Шәһиев килеп сыҡты.

 

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: