+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Ғинуар 2022, 13:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТӨНДӘЛЕКТӘР АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... “ҮЛЕМ ЮҠ УЛ, ЕГЕТТӘР!”

Икенсе көнөнә беҙ Сәйетнияз ағай Атаев менән тағы ла осраштыҡ. Хаттарыма яуап бирмәгәне өсөн ғәфү үтенде. Сәбәптәре лә булған – инфаркт алған, оҙаҡ дауаханала ятырға тура килгән. Ҡыҫҡаһы, бер-беребеҙҙе аңлаштыҡ. СССР дәүерендә һәр милләттең мәҙәниәтен үҫтереүгә, формаль яҡтан булһа ла, иғтибар бар ине. Шуға таянып, төркмәндәрҙең үҙ киностудияһы эшләгән. Ә Сәйетнияз ағай 20 йылға яҡын ошо киностудияға етәкселек итә. Киностудия һәйбәт иҫәптә була. Мөмкинлектән файҙаланып, Сәйетнияз ағай үҙе яҙған сценарий буйынса һуғыш тураһында “Үлем юҡ ул, егеттәр!” тигән фильм төшөрә.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ   ТӨНДӘЛЕКТӘР  АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН...  “ҮЛЕМ ЮҠ УЛ, ЕГЕТТӘР!”
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТӨНДӘЛЕКТӘР АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... “ҮЛЕМ ЮҠ УЛ, ЕГЕТТӘР!”

Атайҙың яуҙашы һөйләгәс, нәфис фильмды бик күрергә теләк бар ине, булманы. Ә инде, заманалар үҙгәреп, донъябыҙҙы интернет баҫып алғас, 15-се йылдарҙа булдымы икән, ошо хаҡта иҫкә төшөрҙөм. Иң өлкән ағайым Инсаф, интернетты төрткөләү ярҙамында ғына үҙләштергән кеше, “Мосфильм”дың һаҡлағысынан кинофильмды килтереп тә сығарҙы. Рәхәтләнеп ҡараныҡ, атайҙы күргән һымаҡ булдыҡ.

Шул  осрашыуҙа Сәйетнияз ағай әйтеүенсә, авторҙың сценарийына ярашлы, башҡорт егете Кинйәбайҙың образы иң сағыуҙарҙың береһе булған. Тик сценарийҙы тикшергәндә худсовет башҡорт урынына ҡаҙаҡты индереп ебәргән. Фамилияһын шул уҡ Кинйәбаев тип ҡалдырған. Нисек кенә булмаһын, заманы өсөн бик мауыҡтырғыс кино килеп сыҡҡан.

– Һинең атайың бик күңелле һәм шаян кеше ине, – тип хәтерләне Сәйетнияз Атаев. – Бер мәл дошман тылында йөрөйбөҙ, элемтә сымы һуҙылған бағаналарға тура килдек. Шунан һуң ул  наушникты тоташтырҙы ла, немецтар менән, ул – башҡортса, тегеләр – немец телендә – һөйләшәләр. Нимә һөйләштең? Аңланылармы? – тип һорайым. – Аңлаһалар, килеп етерҙәр ине, – тип көлә.

Йылдар үткәс, яҙмыш шундай осрашыу бүләк итте. Был сәфәрҙең иҫтәлеге булып “Үлем юҡ ул, егеттәр!”  тигән фильм ҡалды. Кем белә, бәлки 100 йыл үткәс тә, төркмән киноһы тарихын өйрәнеүселәр ошо киноны ҡарарҙар һәм беҙҙең атайыбыҙҙы күрерҙәр.

 

 

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: