Ә бына Европа илдәренең күпселегендә ураҡ менән сүкеште фашистик символдар менән тиңләүҙәрен мин, ғөмүмән, аңлай алмайым. Ошо хаҡта элек йыш уйлана торғайным. Әле лә “атай, һуғыш әле бөтмәгән” тигән һүҙҙәр йыш ҡына хәтергә төшә...
Европаны азат иткәндә миллиондарса совет һалдаты һәләк булған. Шул ҡорбандар күмелгән туғандар ҡәберлеге Көнбайыш Европа илдәрендә меңәрләп иҫәпләнә. Хәҙер бөтә Европала тип әйтерлек ана шул ҡорбандар күмелгән туғандар ҡәберлектәрен юҡ итеү кампанияһы бара. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата ҡасандыр үҙен азат итеүселәргә ҡарата Чехия Республикаһы ҙур “бүләк” эшләне. Праганың иң матур һәм бейек ерендә урынлашҡан Маршал Иван Коневҡа ҡуйылған һәйкәлде алып ташланылар. Иң аяныслыһы шул – һәйкәлдең яҙмышы республика, ҡала кимәлендә түгел, ҡаланың бер районы башлығы ҡарары менән генә хәл ителгән. Әлбиттә, шунда йәшәүсе халыҡтың ризалығы менән.
Мөмкинлектән файҙаланып, немецтарҙың (элекке фашистарҙың балалары, тип аңлағыҙ) өнө-тыны сыға башланы. Германияла ҡасандыр тиңдәшһеҙ Прохоровка танкылар һуғышында еңгән совет һалдаттарына һәйкәл ҡуйылған булған. Был һәйкәл 30 йыллап торған әле, уны буяуҙарына, мәсхәрә итеүҙәренә ҡарамаҫтан. 75 йылдан һуң немецтар нимә менән ҡәнәғәт түгел? “Бында немец танкистарына һәйкәл торорға тейеш. Улар ҙа һуғышҡан, беҙҙекеләр ҙә ҡорбан булған. Ә һеҙ үҙегеҙҙең һәйкәлде Прохоровкаға алып китегеҙ”, – тип асыҡтан-асыҡ дәғүә белдерәләр. Ошондай оятһыҙлыҡтан һуң да, һуғыш бөткән, тип нисек әйтерһең?
Иң һуңғы күңелһеҙ хәбәр Рәсәй ғүмер буйы ҡурсалап, азат итеп, һаҡлап “братушка”ларҙан – Болгариянан килде. Софияның иң бейек нөктәһендә ултырған, Рәсәй-Болгария дуҫлығының символы булған Алеша һәйкәлен шартлатырға һәм юҡ итергә теләйҙәр.
Бына шулай, маршал Конев һәйкәле, металдан ҡойолоу сәбәпле, уның аҙ ғына булһа ла матди ҡиммәте бар, ә Болгариялағы Алеша һәйкәле, таштан эшләнгәс, шартлатыуға ғына эшкинә икән. Әйткәндәй, беҙҙекеләр маршал Коневтың һәйкәлен Рәсәйгә ҡайтарыуҙарын һорағас, уның металдан эшләнеүен күҙ уңында тотоп, баш тартҡайнылар. Шулай ҙа маршалдың һәйкәлен ҡотҡарыу буйынса һөйләшеүҙәр бара шикелле.
Ә, шулай ҙа, үкенесле хәл: һуғыш әле һаман тамамланмаған һымаҡ. Бер заман Европа илдәрендә лә айыҡ аҡыл өҫкә сығыр, һәйкәлдәр менән түгел, кешелеккә янаған һәләкәттәр, сир, аслыҡ менән көрәшергә кәрәклегенә төшөнөрҙәр. Ана бит, йоғошло сир баҫып ала башлағас та, Европа илдәре сәйәсмәндәре телмәрҙәренең йөкмәткеһен үҙгәртте, ярамһаҡлана башланы. Балтик буйы илдәрендә рус телендә һөйләшкән өсөн штраф түләтәләр ине, хәҙер күпселек аңлаһын өсөн, ватып-емереп булһа ла, русса мөрәжәғәт итәләр. Хәйер, был хаҡта, донъя шулай ҡоролған, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә, тип әйткәйнем инде.
2020 йыл