Һуғышҡа ла ауылдан иң тәүгеләрҙең береһе булып китә. 1941 йылдың ноябрендә сапёр батальонында хеҙмәтен башлай. Күпер төҙөгәндә фашист снайперы күкрәгенә ата, ләкин Миңлеәхмәт иҫән ҡала. Госпиталдән һуң уны танк экипажына наводчик-радист итеп әҙерләйҙәр. Бында ла һынатмай Миңлеәхмәт бабайыбыҙ. 1943 йылдың йәйендә Прохоровка ауылы эргәһендә мең фашист танкыһына ҡаршы мең совет танкыһы алышҡа күтәрелә һәм беҙҙекеләрҙең еңеүе менән тамамлана. Ошо донъялағы иң ҙур танкылар һуғышынан һуң да иҫән сыға Миңлеәхмәт бабай һәм ҡайтҡас, балаларына: “Тимер иреп аҡты, ләкин беҙ бирешмәнек, еңеп сыҡтыҡ”, – тип һөйләй.
1941 йылдың ноябренән 1945 йылдың авгусына тиклем хеҙмәттә була Миңлеәхмәт бабай. Һуғыштан һуң маршал Жуков үҙе иҫән ҡалған танк экипаждарын йыйып: “Рәхмәт һеҙгә, һалдаттарым!” – тип әйтә һәм миҙалдар тапшыра.
Бынан 20 йылдар элек Прохоровка ауылы эргәһендә ошо һуғышҡа арналған мемориаль комплекс асылды. Комплекстың ҙур өлөшөн яуҙа ҡатнашҡан танк экипаждары исемлеге алып тора. Әгәр юл төшһә, кереп, ҡарағыҙ. Исемлектә Миңлеәхмәт Айытбай улы Кинйәбаев та бар. Ул – Ҡабыҡҡыуыш батыры! Курск һуғышынан һуң Кёнигсбергты азат итеүҙә ҡатнаша. Батырлығы өсөн тиҫтәләрсә миҙал менән бүләкләнә. Ҡайтҡас, тыуған колхозында шофер, тракторсы, тимерсе булып эшләй. Хәҙер Миңлеәхмәт бабайҙың яҡты иҫтәлеген уның ҡыҙҙары, улдары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре һаҡлай. Ҡабыҡҡыуыштың иң уңған кешеләре кемдәр, тип һораһағыҙ, Кинйәбаев Илнурҙың ғаиләһе, тип әйтерҙәр. Илнур үҙенең хәләл ефете менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Айнур – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле милли көрәш батырҙарының береһе. Әгәр Миңлеәхмәт бабайҙың улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен һанай башлаһаң, осона сығырлыҡ түгел, утыҙҙан ашып китә.
9 Май байрамында ауылдаштар үҙҙәренең еңеүсе атайҙарын, бабайҙарын, олатайҙарын иҫкә алырҙар. Өй түрендә еңеүселәрҙең фотоһүрәттәре торор. Эйе, был – беҙҙең байрам. Атай-олатайҙарҙың рухын һаҡларға, уларҙың иҫтәлеген хөрмәт итергә беҙ бурыслы!