-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Февраль , 14:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БАЛАЛАР ҮҪКӘС Хикәйә

Ташлы ауыл хакимиәте алдына оло-ҡара джип килеп туҡтаны. Унан йәштәрсә еңел итеп Сәғит килеп төштө һәм, хужаларса ныҡ баҫып, хакимиәткә килеп инде. Иң тәүҙә бүлмәлә ултырған эштәр башҡарыусы Сафураға күҙ ташланы. – Башлыҡ ҡайҙа? – тип ҡаты ғына һораны. Сафураның шунда уҡ кәйефе боҙолдо: – Районға китте. Саҡырттылар, – тине теләр-теләмәҫ кенә. – Йә, ҡабул итегеҙ, әбейегеҙҙе килтерҙем, – тип, Сәғит сығып китте. Иң тәүҙә иҫкереп бөткән түшәк-юрғанды, мендәрҙе индереп ырғытты. – Бына кейем-һалымы, – тип, бысранып бөткән өс тоҡто кертте. – Сәғит, дөрөҫ эшләмәйһең, – тип әйтеп ҡараны уға Сафура.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БАЛАЛАР ҮҪКӘС  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БАЛАЛАР ҮҪКӘС Хикәйә

Уның һүҙенә әллә ни иғтибар итмәгән Сәғит яңынан тышҡа сыҡты һәм, джибының артҡы ишеген асып, бер ҡарсыҡты һаҡ ҡына төшөрҙө.

– Бында һине көтәләр, өләсәй, ҡабул итерҙәр, ашатырҙар, сәй эсерерҙәр, – тип ҡарсыҡты шунда торған эскәмйәгә ултыртты ла машинаһында саң туҙҙырып, юҡ та булды.

Сафура шунда уҡ телефонына йәбеште һәм башлыҡҡа шылтыратты.

– Сәғит әле генә Мөршиҙә инәйҙе килтереп ҡалдырып китте.

Күп тә үтмәй башлыҡ үҙе лә ҡайтып етте.

– Сәғитте бер нисек тә язаға тарттырып булмай, – тине башлыҡ. – Мөршиҙә әбейгә уның мөнәсәбәте юҡ тиерлек.

– Нисек булмаһын? – тип ҡаршы төштө Сафура. – Атаһының, Миңнеғәле ағайҙың, һеңлеһе, яңғыҙ булғас, бөтә ағай-апайҙарының балаларын ҡарап үҫтереште. Хәҙер балалары үҫеп еткәс, уларҙың балаларын түгел, үҙен ҡарай алмағас, кәрәкмәй инде.

Хәтерләйем, Мөршиҙә инәй ғүмер буйы ауыл фермаһында һыйыр һауҙы. Алдынғы һауынсы ине. Һәр йыйылышта уны маҡтап һөйләнеләр. Әле хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ ҡына ферма тирәһендә бөксәңләне. Ә кейәүгә сыға алманы. Мөршиҙә инәйгә өйләнергә тейеш егеттәр һуғыш утында янды. Еңеү таңы атҡас, кейәүҙәр Мөршиҙә һымаҡ йәштәргә түгел, өлкәнерәктәргә лә етмәй ҡалды. Һыңар аяҡлы Мөғин тигән бер бабай була торғайны, шуға кейәүгә сығып, күпмелер йәшәп ҡалған. Тик бабай оҙаҡ йәшәй алманы, үлеп ҡуйҙы.

Бер туғандары күп булғас, кеменә барһа ла, һыйындырҙылар, эштән дә, аштан да өҙмәнеләр. Яҡындарына һыйынып, шуларға ярҙам итеп, балаларын үҫтерешеп, күңелен баҫты. Ап-аҡтан ғына алъяпҡыс тағып, башына матур яулыҡ ябып, беҙҙең урамдан фермаға үткәнен мин көн дә күрә торғайным. Хатта бер мәртәбә әсәйем менән атайым мәрхүмдең Мөршиҙә инәй хаҡында һөйләшеп торғандарын да хәтерләйем. Мөршиҙә инәйҙең апаһы Ғәшиә менән еңгәһе Сәмиғә үҙ-ара боҙолошҡандар. Сәмиғәнең улын үҫтерешкәндән һуң, Мөршиҙә инәй Ғәшиәһенең ҡыҙын ҡарарға тейеш булған икән. Сәмиғәһе, өйөмдә эш күп, үҙемдән бушамай, быйылға ебәрмәйем, тигән.

Тауыш сыҡҡан. Ауыл Советына барғандар. Һуңынан нисек хәл иткәндәрҙер, белмәйем, Мөршиҙә инәйҙең өтәләнә-өтәләнә ауылдың бер осонан икенсе осона бала ҡарарға йүгергәнен хәтерләйем әле. Ныҡ баҫып, кинәнеп ярҙамға ашыға торғайны яҡындарына. Үҙе лә егәрле булды шул. Ҡайһы арала өлгөргәндер: ферманан һыйыр һауып ҡайтҡан арала ғына апайҙарының, ағайҙарының өйҙәрен йыйыштырышырға, яҙын картуф ултыртырға, көҙөн йыйып алырға ярҙам итә торғайны.

Ярай, заманында Мөғин бабай менән йәшәп ҡалыуының бер файҙаһы тейҙе. Бер ҡайтҡанымда әсәйем, һуғыш ветеранының тол ҡатыны булараҡ фатир юллағандар, әбейең уйлай әле, күсенергәме, күсенмәҫкәме, ти. Һирәк-мирәк ҡайтҡылағанда ҡартайып бөткән әбейҙең һаман да ауылда йөрөгәнен күреп:

– Мөршиҙә инәй һаман ҡалаға күсенмәнеме ни? – тип һораным.

– Күсенергә йөрөй ине лә ул, – тине әсәйем. – Тик анауы Сәмиғәнең ҡыҙы фатирын юллағанмы, фатирҙы мин юлланым, юлламаһам, эләкмәҫ ине, байтаҡ ҡына үҙемдекен дә төртөргә тура килде, тип ҡарсыҡты индереүҙән баш тартҡан. Етмәһә, паспортын да юғалтып ҡуйғандар. Хәҙер инәйең ҡайҙа барырға белмәй аптырап, әле ағаһына бара, апаһына ла инеп ҡарай.

– Ә ниңә, әбейҙе закон яҡламаймы ни? – тип һораным мин.

– Үҙенекеләр менән боҙолошҡоһо килмәй инде.

Һуңғы ҡайтҡандарымдың береһендә Мөршиҙә инәйҙе тағы күрҙем. Ыҡсым ғына итеп, бөхтә кейенгән. Төҫ ташламаған әле. Ләкин элекке Мөршиҙә инәй түгел инде. Йүгерә-атлай баҫҡаны тойолмай, һаулығы ла самалы. Ҡан баҫымы күтәрелеп йонсота икән. Теге ҡалалағы фатирын күрһәтеп тә тормағандар. Ярай, ағай-апайҙары иҫән саҡта әллә ни ситләтмәгән һымаҡ тойолдолар. Ләкин улары гүр эйәһе булғас та тормош дауам итә бит әле.

Әбейҙе хәҙер яҡындарының ауылдағы ҡыҙҙары һәм улдары алмашлап ҡарай, мул ғына пенсияһын да ғәҙел генә бүлешәләр икән, тигән хәбәрҙәр ишетелгеләп ҡалды.

Ләкин былтыр әбей тамам йығылды. Хәҙер ятып ҡына тора. Апаларының, ағайҙарының ейән-ейәнсәрҙәре көн дә килеп, ауыл хакимиәтенән ярҙам итеүҙәрен, һис юғы социаль приютҡа оҙатыуҙарын талап итәләр икән.

Бына шул ваҡыт Сәғит, джибы менән килтереп, әбейҙе ҡалдырып китте лә инде.

Ҡайҙа барһындар, хакимиәт башлығы шундағы бинаның төпкө бүлмәһенә әбейҙе урынлаштырырға тәҡдим итте. Ауылдың сайтында, хакимиәттә ҡарттар йорто астылар, урынлашырға теләүселәр булһа, мөрәжәғәт итегеҙ, тип, көлөп яҙып та сыҡтылар.

Хакимиәт башлығы Ишембайға, Салауатҡа барып, әбейгә урын эҙләштереп ҡарағайны, сират икән. Берәр йылдан ғына килерһегеҙ, тигәндәр. Ярай, райондан ярҙам иткәндәр. Стәрлетамаҡта бер урын бүлгәндәр. Тик унда тәртип икенсе икән. Сәғит һымаҡ ишек алдына ғына ултыртып китеп булмай. Дауаханала медицина тикшереүе үтергә, уның өсөн йыуындырырға, етәкләп алып барырға кәрәк. Инде комиссияға алып барабыҙ тиһәләр, паспорты юҡ. Әбей кешегә паспорт нимәгә кәрәк инде? Уныһын юллағансы ай үтеп китте.

Сафура егәрле, кешелекле шул. Көн һайын хакимиәткә килеп, әбейҙе иртән сәй эсерә, төшкә ашата, кис тағы тамаҡландыра. Аҙна һайын мунсаһына алып ҡайтып йыуындыра.

– Ай-һай, – тинеләр ауылда. – Был Ҡотлобаевтар Мөршиҙә инәйҙең изгелеген бик тиҙ онотто. Үҙҙәрен Аллаһ ғына ярлыҡаһын инде.

Кем әйтмешләй,  ҡырҡ мулла менән тигән һымаҡ, тырыштырҙылар, ҡарсыҡты тәки ҡарттар йортона урынлаштырҙылар. Ҡартлыҡ берәүгә лә шатлыҡ түгел. Айырыуса ҡараусыһы булмаған Мөршиҙә әбей һымаҡтар өсөн. Уның бер кеме лә юҡ. Ә бына ҡараусылары булған әбей-бабайҙар ҙа, ҡартайғас, ҡәҙер-хөрмәттән мәхрүм ҡала бит әле.

Ярты йыл үттеме-юҡмы икән, Мөршиҙә әбейҙең һуңғы хәбәре килде. Оҙаҡ йәшәй алмаған ҡарттар йортонда, мәңгелек донъяға күскән.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в