+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Февраль 2022, 19:30

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ҠАҘАН ДА ҠАҘАН, ТИҘӘР...

Күпме ҡырғыслап йыуһаң да, Ҡаҙан булып ҡала инде ул. Шул ҡалаға ымһынып, ауыҙ һыуҙарын ағыҙғандарҙы аңламайым. Күрҙем мин ул ҡаланы, теүәл ярты быуат элек. Белмәйем, директорыбыҙға  нимә булғандыр, беҙҙе, уҡыу алдынғыларын, Ҡаҙанға – сәфәргә алып барырға ҡарар итте. 20 баланы бер үҙем генә ҡарай алмам, тигәндер, оҙатыусылар икәү булырға тейеш, тигән. Шуға, ярҙамсы итеп теләһә кемде түгел, ҡатынын эйәртеп алды. Икәүләшеп ике ҙур тоҡ күтәреп килеп сыҡтылар һәм ГАЗ-51 әрйәһендә урын алдылар. Тәүҙә – район үҙәгенә, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа автовокзалға мажараһыҙ килеп еттек. Күмәк һәм уҡыусы балалар булыуыбыҙҙы иҫәптә тотоп, автобусҡа билетты сиратһыҙ бирҙеләр. Көн уртаһында ҡуҙғалған автобусыбыҙ күҙ бәйләнер алдынан ғына Өфө тауына үрмәләй башланы.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр  ҠАҘАН ДА ҠАҘАН, ТИҘӘР...
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ҠАҘАН ДА ҠАҘАН, ТИҘӘР...

ЛАЗ турист автобусының салондағы двигатель еҫен мин әле лә, илле йыл үткәндән һуң да, хәтерләйем. Сөнки юл буйына беҙ алмашлап тәҙрәнән баштарыбыҙҙы һоноп, иртән ашаған аштарыбыҙҙан мәжбүри рәүештә ҡотолоп барҙыҡ. Бер өлкән генә ағайҙың, беҙҙең интегеүҙәрҙе күреп, ошо автобус хаҡында түбәндәге һөйләгәндәре иҫтә ҡалған: “Был автобустарҙы хәҙер Украинаның Львов ҡалаһында йыялар икән. Уның заводы беҙгә, контрибуция сифатында, Германиянан тартып алынған. Немецтар унан элек “душегубка” тигән машина яһағандар. Һуғыш ваҡытында совет балаларын киноға, циркка, экскурсияға алып барабыҙ, тип уның эсенә тыңҡыслап тултыралар ҙа, ярты сәғәттән урап килеүгә (йә, Аллаһ!) бер тере бала ла ҡалмай, тонсоғоп бөтә һәм уларҙы йылылай ғына яндырып бөтәләр икән. Фашистар еңелгәс, был заводта беҙҙекеләр автобус етештерә башлаған. Ләкин теге ҡәбәхәттәр, фашистар инде, салонға газ үтмәһен өсөн двигателдең ҡайһы тишектәрен тығырға икәнлектәрен әйтмәгәндәр. Шуға салонға газ үтеп инә. Өҫтәүенә, уны хәҙер Львовтағы элекке фашист хеҙмәтселәре – бендеровсылар йыя, улар, киреһенсә, тишектәрҙе ямамай, уларҙы өҫтәштереп ебәрә икән”.

Беҙ, ауыл  малайҙары, автобус тәҙрәһенән баштарын һоноп, балыҡ һымаҡ, ауыҙҙарын асып һауа һуларға ынтылған һабаҡташтарҙы күреп, юғарыла һөйләгәндәрҙең дөрөҫлөгөнә тамсы ғына ла шикләнмәнек. Һәр хәлдә, киләсәктә кемдеңдер табылырына һәм тишектәрҙең ямалырына өмөт иттек.   

Ә әлегә беҙҙе Өфө мәктәптәренең береһендә лә көтмәйҙәр. Ҡунырға урын эҙләп, тоҡсайҙарыбыҙҙы һөйрәп, байтаҡ йөрөргә тура килде. Ни ғәжәп менәндер, бер мәктәп ихатаһында, рәхмәт яуғырҙар, башҡортса һөйләшкән тауыштар ишетелде. Көтөүебеҙ менән шунда ябырылдыҡ һәм шуны белдек: Ишембай районы Әхмәр ауылынан беҙҙең һымаҡ сәфәр сыҡҡан уҡыусылар, директор, 19 ҡыҙ һәм бер малай Ҡаҙан яҡтарына ыңғайлаған икән. Шулар эргәһендә бер бүлмә буш, хатта бер нисә туҙған матрац артыҡ булып сыҡты. Аш-һыу тураһында хәстәрләгән кеше юҡ, общепит беҙҙең өсөн мәшәҡәтләнеп торманы, берәр һыныҡ икмәк һәм һалҡын һыу  менән ашҡаҙаныбыҙҙы тынысландырҙыҡ. Ләкин был ваҡ-төйәктең беҙҙең өсөн иң бәләкәй һынауҙар икәнлеген әле беҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Хатта, һиҙмәй ҙә инек. Сөнки директорыбыҙ, иртән тороу менән, “Югалтып бөтерсез”, тигән һылтау менән, аҡсаларыбыҙҙы йыйып алды. Хәҙер ни өсөн Ҡаҙанға юлланыуыбыҙҙың сәбәптәренә төшөнгәнһегеҙҙер, тип уйлайбыҙ. Беҙгә иһә, аҡсабыҙҙы юғалтмаҫ өсөн һумдарыбыҙҙы иҫәпләп, һаҡлауға тапшырыу бурысы ғына ҡалды. Беҙ уны бик еңел башҡарҙыҡ, Әхмәтйән исемле һабаҡташыбыҙға күпкә ауырыраҡ тура килде. Атаһы, мәрхүм, йәне йәннәттә булһын инде, Мөхәммәтйән ағай, бик йомарт күңелле, ләкин һаҡсыл кеше ине .

Улының аҡсаһы, нисек әйтергә,  барғансы юғалмаһын, теүәл  йөрөһөн, тинеме икән, ныҡ тегелгәйне. Өс малай өс яҡтан тороп ыштанының иң яуаплы еренән саҡ һүтеп алырға тура килде.

Иртән тороуыбыҙға директорыбыҙ, быларҙың аҡсаһы юҡ, әллә ҡайҙа китә алмаҫтар, тинеме икән, хәләл ефете менән ике тоҡтарын күтәреп, һеҙгә хәҙер поезға билет, сәйәхәткә путевка алабыҙ, тигән һылтау менән юҡ булдылар. Киске ҡараңғыға тиклем. Беҙҙең йәш, үҫеп килеүсе организмдар ҡараусыһыҙ ҡалғас, тамам үҙ-үҙҙәрен юғалтты, мажаралар һәм шуға өҫтәп ашарға эҙләй башланы. Тирә-яҡты байҡап сыҡҡас, шуға төшөндөк, урамда ҡараусыһыҙ үҫеп ултырған алмағастарҙың әлегә өлгөрмәгән емештәренән башҡа беҙҙе киләсәктә бер яҡшылыҡ та көтмәй. Ҡыҫҡаһы, көнө буйына ҡаланың ошо өлөшө тирәһендә элмәңләп йөрөүҙән башҡа сара ҡалманы. Шул ваҡыт үҙебеҙҙән ирекле һәм мәжбүри алынған аҡсаларыбыҙҙан тыш ҡайһы бер һаҡсыл  сәфәрҙәштәребеҙҙең үҙҙәренә аҙ ғына булһа ла аҡса ҡалдырыуҙары асыҡланды һәм уларҙың абруйы күҙ алдында күтәрелде. Рәхмәт яуғырҙары, үҙҙәре һатып алған икмәктән һәм печеньенан астар иҫәбенә өлөш сығарҙылар.

Кисен тоҡтарын күтәреп етәкселәребеҙ ҡайтып төштө. Тоҡтар әллә ни бушамаған, ә билет иртәгә кискә генә алынған. Әйткәндәй, күршеләребеҙ, ишембайҙар, көнөндә үк Ҡаҙан яғына ыңғайланы.

Иртәгәһен тимер юл вокзалына килтереп бер мөйөшкә өйөрөп ҡуйғандан һуң,  директорыбыҙ беҙгә тәртип, ситкә китмәү, юғалмау, бәләгә тарымау хаҡында байтаҡ мәтриләгәндән һуң ярҙамсыһы һәм тоҡтары менән тағы юҡ булды.

Был осор Өфө тимер юл  вокзалында ғәйәт ҙур ремонт эштәре башланғайны. Иҫегеҙгә төшөрәм, был 1970 йыл ине. Йәй уртаһындағы вокзал ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп тора. Килеүселәр, китеүселәр, оҙатыусылар, йүнәтеүселәр һәм беҙҙең һымаҡ “асыҡ ауыҙ”ҙар үҙ-ара уҡмашҡан, һәм һәр береһе үҙ маҡсаты менән, алда нимә көтөрөн белмәй, йәшәү өсөн көрәшә.

Әйткәндәй, ремонт хаҡында. Миңә ҡалһа, шул йылдарҙа башланған ремонт эштәре Өфө вокзалында, бына хәҙер нисәмә йыл  инде, дөрөҫөрәге, ярты быуат ҡыҫҡа-ҡыҫҡа тәнәфестәр менән дауам итә, һәм әле лә уның осо-ҡырыйы күренмәй. Матбуғатта 35 йылдан ашыу эшләү дәүерендә вокзалыбыҙ хаҡында нисәмә мәҡәлә, яңғырауыҡлы рапорттар, миллиард һумдар хаҡында ниндәй генә мәғлүмәттәр уҡыманым һәм ғәжәпкә ҡалманым. Хәйер, йүнәтеү эштәре әле лә дауам итә, һәм уға мөнәсәбәте булған кешеләр өсөн ул бик табышлылыр, тигән фекерҙәмен. Ҡаршылығым юҡ, Рәсәй Тимер юлдары иң фәҡир ойошмаларҙан түгел, бөлмәҫ.

Ә беҙ ремонт эштәренең иң уртаһында ҡайнап ятабыҙ. Ашарға түгел, эсергә һыу юҡ. Мохтажлыҡ эҫе июнь башындағы вокзалдан беҙҙе тышҡа, эргәләге ағастар араһына, ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Беҙҙең ҡыҙҙар нығыраҡ бит инде, уларҙың бер нисәүһе эстә тороп ҡалды. Йәнәһе, директорыбыҙ килеп сығып, беҙҙе таба алмай ҡайтып китмәгәйе. “Ҡайтмаҫ, – тинеләр белгәнерәктәр. – Тоҡтарын ҡосаҡлап, бер баҙар мөйөшөндә тораларҙыр әле”.

Поезға билет киске һигеҙгә, тинеләр. Һуңлап ҡына ҡуймаһалар ярар ине. Юғиһә сәфәребеҙ өҙөлөп, танауҙарыбыҙ төшөп, ауылға ҡайтып төшөүе ниндәй оят! Ҡаҙанға киттеләр, тип ярты ауыл оҙатып ҡалһын да, уларҙың өмөт-ышанысын аҡламай ҡайт инде!

Шул ваҡыт беҙҙең эргәгә, ҡыуаҡлыҡҡа, бер егет килеп һырылды. Ә уның – үҙ мәшәҡәттәре. Ҡыҫҡаһы, бик ауыр һөйләшә, дөрөҫөрәге, һөйләшә белмәй. Күберәк ым һәм бармаҡ менән аңлатырға ынтыла. Арабыҙҙа иң өлкәне – Нурфәйез, ауылыбыҙҙың иң егәрле, уңған, сибәр егеттәренең береһе, үҙе килеп аҡыллы һәм һабыр, егеткә нимә кәрәклегенә төшөндө. Анау барактың икенсе ҡатындығы мөйөштәге бүлмәлә әлеге егеттең һөйгән ҡыҙы йәшәй икән. Егет шуны күрергә теләй, ә уның хәлен белгән ата-әсәһе ҡыҙҙы егет менән осрашыуҙан тыя. Шайтан алғыры, беҙ асбыҙ, һыуһағанбыҙ, аяҡ осонан ғына шалтырлап уңға-һулға трамвайҙар үтеп йөрөй, ә уға ҡыҙ кәрәк. Егет Нурфәйезде теге ҡыҙҙы саҡырып сығарыуын үтенә икән. Ағайыбыҙ үҙенең танауы еҫ һиҙә башлаған саҡтыр, ләкин егете ҡыҙының исемен әйтә алмай һәм уны нисек саҡырырға белмәй. Шул егет менән йонсой торғас, ярты көнөбөҙ үтеп тә китте. Кис етте, ҡояш байырға итә, поезға билетыбыҙҙың Мәскәү ваҡыты менән тамғаланғаны асыҡланды. Тимәк, ике сәғәт өҫтәп көтөргә. Ләкин беҙ, түҙемле халыҡ, күндәм генә ике тоҡ күтәргән ир менән ҡатынды көтәбеҙ.

Әле лә күҙ алдымда. Бәлки хәтерләүселәр барҙыр, туҡтауһыҙ уңға-һулға үтеп тороусы трамвайҙар туҡталышы тимер юл вокзалы тәңгәлендә генә, өҫтәрәк ине. Ошо ваҡиғанан һуң бер тапҡыр ҙа үткәнем булманы, хаталаныуым да бар. Туҡталыштан уҡ өҫкә табан таш баҫҡыстар күтәрелә һәм байтаҡ ара биләй. Ә туҡталыш эргәһендә, өҫтә, бәләкәй генә күҙәтеү майҙансығы һымаҡ урын бар. Беҙ шунда Наил, Әхмәтйән һәм мин тоҡтарҙы көтәбеҙ. Сөнки Мәскәү ваҡыты ла сығып бара, һанаулы минуттар ҡалды, беҙ борсолабыҙ, ә беҙҙе сәфәргә алып сығыусыбыҙ юҡ. Һәр трамвайҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Шул ваҡыт Әхмәтйән дуҫым: “Ана, директор абый!” – тип күрһәтте ,һәм мин баштар диңгеҙе өҫтөндә ике тоҡтоң сайҡалыуын аңғарып ҡалдым. Беҙ улар артынан ынтылдыҡ.

Ирекһеҙҙән, ҡайғылы хәтирәләргә бирелергә  мәжбүрмен. 1969 йылдың 16 июне шәмбегә тура килде , һәм ул медицина хеҙмәткәрҙәре байрамы ине. Минең Рәфис исемле ағайым шул көндө “Урал” мотоциклы менән аварияға осраны. Уны дауаханаға һуңлап килтергәндәр. Етмәһә, һөнәри байрам булыу сәбәпле, ярҙам күрһәтерлек табип табылмай. Ағайым вафат булды.

Ошо фажиғәнән һуң атайым тәүҙә Ҡаҙанға барырға рөхсәт итмәне, минең малайҙарым күп түгел, тип кенә һылтанды. Аҙаҡ кешеләр әҙ икәнлеге билдәле булғас, нисектер ризалашты, аҡсаны ла ул бирҙе. Ҡат-ҡат: “Үҙеңде ҡарап йөрө, бәләгә тарып ҡуйма!” – тип киҫәтте. Атайымдың күңеле һиҙгән икән шул.

Беҙ өсәүләп, тоҡтарҙы күреү менән, улар артынан томоролдоҡ. Әхмәтйән менән Наил  дуҫтарым йылғырыраҡ һәм йылдамыраҡ, улар суйын тәгәрмәсле ҡыҙыл  трамвай мөйөшөндә юҡ булғанда  мин: “Әхмәтйән!” – тип кенә ҡысҡырып өлгөрҙөм. Трамвай алдында бер урыҫ миңә: “Куда прешь!? Жить надоело?” – тип әллә этеп ебәрҙе, әллә һуҡты. Танауыма терәлеп тигәндәй, ғифриттай трамвай үтеп киткәндә мин ниндәй бәләнән ҡотолоуымды аңларлыҡ һәм төшөнөрлөк хәлдә түгел инем әле. Ҡат-ҡат ҡаранып, рельстар аша үттем, ә тегендә мине Әхмәтйән менән Наил  аптыранып көтөп тора.

 

Бер ҡатлы бала саҡ. Был хаҡта оҙаҡламай директорыбыҙ ҙа белде, өсөбөҙҙө ныҡ ҡына әрләп алды, ләкин беҙгә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрмәне, тип әйтерлек. Сөнки беҙҙе алда яңынан-яңы мажаралар, Өфө-Ҡаҙан маршруты буйлап тимер юл вагонында мауыҡтырғыс сәфәр көтә, беҙ плацкарт урындарҙы бүлешәбеҙ һәм үҙебеҙ өсөн уңайлы урындар эҙләйбеҙ. Беренсе ҡатта ултырыу, ҡапыл һикереп торғанда икенсе ҡатҡа баш бәрелеүен иҫәпкә алмағанда, байтаҡ өҫтөнлөктәргә эйә һымаҡ. Ә икенсе ҡатта тирә-яҡты ятып ҡарарға мөмкин. Урын барыбыҙға ла етте, беҙ ваҡлана торған халыҡ түгел, әлегә вагон тормошон өйрәнәбеҙ, состав буйлап теге башҡа ла, был башҡа ла үтәбеҙ, юлға алынған ҡоро-һары ла беҙҙе ҡәнәғәтләндерә, ҡиммәт булһа ла, сәй ҙә бар. Һәр хәлдә, йәшәргә мөмкин.

Директорыбыҙ, әйтергә онотҡанмын, өҫтәүенә, беҙҙе географиянан уҡыта һәм мөмкинлек сыҡҡан һайын, беҙҙең белемдәребеҙҙе һынап ҡарай. Беҙ үҙебеҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Вагон стенаһындағы маршрут картаһына ҡарап, юлыбыҙҙы барлайбыҙ һәм күңелле сәфәр көтәбеҙ.

Поезд Ульяновск ҡалаһында байтаҡ ҡына торғанда шуныһы иҫтә ҡалған, директорыбыҙ ҡайҙандыр хуш еҫле, ап-аҡ, йомшаҡ булкалар алып килде. Уның беҙгә етмәй ҡалыуы әле лә хәтерҙә. Нисауа, алда – Ҡаҙан . Унда нимәлер бешәлер, һыйланыр көндәребеҙ алда әле.

Бер аҙ торғандан һуң, ни ғәжәп, алға елдергән поезд, килгән яғына, тиҫкәре яҡҡа, ҡуҙғалды ла китте. Директорыбыҙ аңлатып бирҙе: “Поезд машина түгел, ул борола белмәй, тура һыҙыҡ буйынса алға бара, тура һыҙыҡ буйынса – артҡа”.

Сит яҡтарҙың ере лә икенсе төрлө. Беҙҙәге һымаҡ, ҡап-ҡара тупраҡ түгел, әллә ҡом, әллә көл төҫөндәге һорғолт балсыҡ. Ярай, быныһына ла күнербеҙ. Алда – Волга, тинеләр.

Аһ, бындай ҙа йылға булыр икән! Хәтерем алдамаһа, күперҙең оҙонлоғо ғына 6 километрҙан ашыу һәм поезд был күперҙе10 минуттан артығыраҡ үтә, тинеләр. Беҙҙән аҫта ваҡ-ваҡ пароходтар ҡалҡыуыс һымаҡ ҡына күренеп ҡала. Ҙурлығы, киңлеге! Беҙҙең бәләкәйлегебеҙ алдында мөһабәт күренеш асыла.  Байтаҡ ҡына зиһенебеҙҙе йыя алмай шым барабыҙ, хатта телһеҙ ҡалдыҡ һәм нимә әйтергә лә белмәйбеҙ. Хәйер, ошондай ҙа мөһабәтлек һәм ҡеүәт алдында нимә әйтерһең? Баш етерлек түгел бит, малайҙар! Бөтәһе лә шул тиклем тетрәнде, ләкин Әхмәтйән дуҫым бөтә эште уйҙы ла ҡуйҙы һәм тәьҫораттарҙы юҡҡа сығарҙы:

– Абый, был Ҡара диңгеҙме ул? – тип һораны ауыл малайҙарына хас бер ҡатлылыҡ менән.

Әле генә шым торған директорыбыҙ ауыҙ эсенән генә нимәләрҙер тип әйтте һәм һөйләнә башланы:

– Ә һин Волганың ҡайҙа ҡойғанын беләһеңме? – тине ул.

– Каспий диңгеҙенә ҡоя, – тип яуап бирҙе Әхмәтйән шартлатып.

– Йә, уйлап ҡара, – тине директор. – Шулай булғас, беҙ Ҡара диңгеҙгә ҡайһы күперҙән барырға тейешбеҙ?

Алда беҙҙе Ҡаҙан көтә. Килеп еттек. Вокзал тиһәләр, хәҙер ҡот оса торғайны, ярай, бында ремонт юҡ икән. Кемдәрҙәндер һорашып, белешеп, үҙебеҙ туҡталасаҡ мәктәпкә барып еттек. Кәйефтәр күтәрелде. Ни өсөн, тиһегеҙме? Директорыбыҙ бер ашханаға алып инеп, беренсе, икенсе блюдолар ашатты, сәй эсерҙе. Күҙҙәр асылды, кәйефтәр күтәрелде, йәшәге килә башланы. Беҙ тамаша һәм икмәк менән генә сикләнмәнек, үҙебеҙ йәшәгән урынды тулыһынса ҡарап сыҡтыҡ һәм кисәге таныштарыбыҙға тап булдыҡ. Бәй, былар бит – ишембайҙар! Әхмәр тигән ауыл бар икән. Әйтерһең, туған-тыумаса булмаһа ла, боронғо таныштар. Ҡыҙҙар-малайҙар күрешеп, таныша ла башланыҡ. Бер генә малайҙары бар, Миҙхәт Хәйбуллин исемле. Алғараҡ китеп әйтәм, бынан ике тиҫтә йылдар самаһы элек беҙ уның менән осрашып, Ҡаҙанға сәфәребеҙе иҫкә төшөрөп, хәтирәләргә бирелеп ала инек. Ифрат аҡыллы, көслө, күптәрҙә булмаған, үҙенә генә хас ғилемгә эйә ине. Хатта үҙенең асыштары менән таныштырҙы. Ундағы ғилми көскә, уның фараздарына әле лә һоҡланам. Үкенескә ҡаршы, һуңғы осорҙа үҙен күргәнем, ишеткәнем юҡ, бәйләнешкә сыҡмай. Иҫән-һау була күр, Әхмәрҙән сыҡҡан Миҙхәт дуҫ.

Ә әхмәрҙәр йылғыр икән. Беҙ ятаҡлаған мәктәпән алыҫ та түгел, әллә күпме баҡса күргәндәр, хатта байтаҡ ҡына алма алып ҡайтҡандар. Алмалары эре, ләкин, беҙҙең ауылдар әйтмешләй, әлегә туң, тәм дә инмәгән. Уны-быны уйлап тороу юҡ, үҫмер организмдары, алда киҫәттем, витаминдар һәм аҙыҡ һорай. Беҙ ҙә барып, байтаҡ емеш менән ҡайттыҡ. Эх, бер ҡатлы малайҙар! Эргәбеҙҙән эйәреп килеүсе бер бәлтерәп бөткән бабай ошо тирәнән үтеп барыусы ғына булмаған икән. Ул – ошо баҡсаларҙың хужаһы, әллә ҡарауылсыһы, беҙҙең ҡайҙа урынлашыуыбыҙҙы әллә күҙәтеп, әллә юллап килгән.

 Кемдәрҙер  килеп етте, тикшереү эштәре башланды, әлеге, беҙгә ныҡлап тотонорҙар ине, малай-шалайҙан нимә алаһың, етәксебеҙҙе, йәғни, директорыбыҙҙы талап итәләр. Ә ул, һәр ваҡыттағыса, юҡ һәм тоҡтарын күтәреп, мәшәҡәттәрен хәл итеп йөрөйҙөр, тип фараз ҡылам хәҙер. Уның ҡарауы, Әхмәр уҡыусыларының етәксеһе беҙҙең өҫкә менеп килә, иң ҡаты язаға тарттырыуҙарын талап итә. Ләкин  барымтабыҙҙа яҡташтарыбыҙҙың да туранан-тура ҡатнашыуы мәғлүм булды, һәм ваҡиғалар бөтөнләй икенсе йүнәлеш алды. Ул арала булмай, ҡайҙандыр директорыбыҙҙы ла табып килтерҙеләр. Алма баҡсаһына юлды беҙ түгел, әхмәрҙәр һалған булып сыҡты. Әхмәрҙең матур һәм йылғыр ҡыҙҙары алма баҡсаһына төшкәндән һуң  беҙ ауыҙ асып ултырырға тейешме ни? Ҡыҫҡаһы, уларҙың етәксеһе, күҙлекле, спорт яратыусы ағай, үҙенекеләрҙе язаға тарттырыу өсөн киске эңерҙә урамға йүгертеп алып сығып китеүҙән башҡа сара тапманы.

 

 

***

Беҙ Ҡаҙанда нисә көн булдыҡ, хәтерләмәйем. Дүрт көнмө, биш көнмө, бәлки алты көндөр. Ағай менән апайҙың тоҡтары йоҡара, тимәк, ҡайтыр көндәребеҙ ҙә яҡыная.     Беҙ әхмәрҙәр менән дуҫлашып бөттөк, уларҙың ҡыҙҙары барыһы ла Нурфәйезгә ғашиҡ булды һәм уның менән дуҫлашыу юлдарын эҙләй башланы. Ул беҙҙең арала иң өлкәне,  өндәшмәй, бик һөйләшеп тә бармай. Ишембәттәр – үҙ баһаһын белгән, олпат халыҡ. Таһир Вәхитовты ҡарағыҙ. Уның өләсәһе, Фруза апай, беҙҙең ауылдыҡы – ишембәттәр тоҡомонан.

Хәҙер уйлайым, шуның өсөн дә серле, яғымлы һәм хисле тойолғандыр Нурфәйез ағай. Килеп егәрле, ипле, өлгө алырлыҡ егет ине. Атаһы ла, әсәһе лә матур кешеләр, ҡустылары, һеңлеләре үҙҙәре һымаҡ – яғымлы һәм ихлас. Байтаҡ йылдар үткәс,  Нурфәйез, армиянан ҡайтып барышлай уҡ, беҙҙең янға, институтҡа киләсәк, әҙерлек курсына уҡырға инәсәк, ҡаты ауырыуға дусар буласаҡ, күҙ алдында, ике-өс көндә, шәм һымаҡ һүнәсәк. Ә беҙ был хаҡта әлегә белмәйбеҙ. Беҙ –Ҡаҙанда.

 

Беҙ ил-йортобоҙҙо, айырыуса, әсәйҙәребеҙҙең бешергән аштарын һағынып та өлгөрҙөк, беребеҙҙә лә аҡса юҡ. Тәүге көндәрҙә күстәнәскә, тип алынған тәмлекәстәр көн эҫелегенән эремәй, ә беҙҙең ашҡаҙандарыбыҙҙа урын таба һәм юҡҡа сыға. Билләһи, мин әйтәм, былары – ваҡ-төйәк, беҙ бит Ҡаҙанға сәфәр ҡылдыҡ һәм башҡалар. Ҡайтыу хаҡында һүҙҙәр йышыраҡ сыға.

Шул көндән һуң ашап-эсеүгә иғтибар артты, ләкин хәтеребеҙҙә унда ашаған тәмһеҙ икмәк, эскән хлорлы һыу нығыраҡ ҡалған. Хәҙер башҡасараҡтыр, тип уйлайым. Ҡаҙан йөҙөн шаҡтай яҡшыртты, ҡыҙыҡлы туризм үҙәктәренең береһенә әйләнеп бара. Беҙгә уларҙан өйрәнергә һәм тәжрибәләрен үҙләштерергә кәрәктер.

Әлегә беҙ 1970 йылда Ҡаҙанды һәм уның тарихи, иҫтәлекле урындарын барлайбыҙ. Хәтер төпкөлдәрендә   бик ныҡ соҡонам, барларға, табырға тырышам, ләкин беҙ, 12–14 йәшлек үҫмерҙәр, моғайын, күбеһен аңлап та, белеп тә  бөтмәгәнбеҙҙер. Ул осорҙа күргәндәрҙе ҡабул итеү бер төрлө булһа, хәҙер бөтөнләй икенсе. Мәҫәлән, бер ял  паркы эсендә революция ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәл ята ине. Эйе, йөҙ түбән ҡараған, ҡап-ҡара, баҡырҙан ҡойолған һын, уң һулын алға һоноп, ятҡан килеш ҡайҙалыр ынтыла. Ҡайҙа ынтылһын? Шул, еңергә ынтыла инде. Ул ятһа ла, беҙҙән бейек һымаҡ, хатта оҙон, беҙҙең эргәһендә йүгерешеп йөрөп уйнауыбыҙҙы хәтерләйем. 2000 йылдарҙан һуң төрлө һылтау менән Ҡаҙанға сәфәр ҡылырға тура килгеләне, мин әлеге революция ҡорбандарына һалған һәйкәлде күрергә теләк белдерҙем. Барып күрҙем һәм алданыуыма төшөндөм. Сөнки йөҙ түбән ятҡан ҡорбан һәйкәле ике метр самаһы, йәғни, минән саҡ ҡына оҙонораҡ ине. Бала саҡ дәүмәлдәре менән өлкәндәр масштабы бер үк түгел икән.

Ярты көн сират торғандан һуң Ҡаҙан дәүләт университетында  даһи Ленин уҡыған парта эргәһенән үтеү, хатта  Кокушкиноға барып етеү әллә ни тәьҫораттар уятманы. Кокушкино тигәндә, хаталаныуҙан ҡурҡам, даһи Лениндың университеттағы мажараларынан һуң һөргөнгә ебәрелгән урыны булманымы икән?

Бәлки миңә генә шулай тойолғандыр, ас, һыуһаған, арыған бала аҡылы нимә генә үҙләштереп өлгөрҙө, ниндәй генә тәьҫораттарға дусар булды икән? Сөнки алдан уҡ белдереп, байтаҡ көттөрөп, мәҫәлән, планетарий тигән урынға алып барҙылар. Көмбәҙҙе ҡараңғылатыу менән, беҙ барыбыҙ ҙа йоҡоға сумдыҡ һәм был хаҡта ҡулдарыбыҙҙан иҙәнгә төшөп киткән ваҡ-төйәктең шаҡылдауы ғына хәбәр итеп тора ине. Тағы бер мәл бөйөк Ғабдулла Туҡайҙың ҡәберенә зыярат ҡылыу булды. Кешенең күплегенә, сәскәләрҙең өйөлөп ятыуына хайран ҡалыуыбыҙ ғына иҫтә ҡалған һымаҡ.

Сәфәрҙәремдең береһендә Татарстан мәҙәниәт министрлығында, пьесаларым ҡуйылыу менән бәйле, килешеү төҙөргә тура килде, бер аҙ буш ваҡыт бар ине, Туҡайҙың ҡәберенә нисек барырға һәм ерҙә ятҡан революция ҡорбаны һәйкәлен ҡайҙан табырға икәнлеген һораным. Ҡорбандың һәйкәлен бик тиҙ аңлатып бирҙеләр, ә бына Туҡайҙың һуңғы төйәге менән бәйле аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты, күрһәтә алманылар. Мин ғәжәпләнмәнем. Мәҙәниәт министрлығында яуаплы вазифа биләүсе чиновник бәлки барыһын да белергә лә тейеш түгелдер.

Ура! Беҙ ҡайтабыҙ! Бер нисә көндән өйҙә буласаҡбыҙ! Ләкин беҙҙең хаҡта түгел, тоҡтары хаҡында уйлаған директорыбыҙ беҙҙән: “Йә, балалар, нимә менән ҡайтабыҙ? Пароход менәнме, әллә поездамы?”– тип һорауына, беҙ бер ауыҙҙан: “Пароход менән!” – тинек һәм үҙебеҙҙе сираттағы һынауҙарға дусар иттек. Хәйер, беҙ түгел, директорыбыҙ егермеләп йонсоған һәм ас баланы аҙна буйы  тип әйтерлек, ҡарап алып ҡайтыуҙы уйларға тейеш ине. Ә әхмәрҙәр нимә эшләне? Уларға беҙгә эйәреүҙән башҡа  сара ҡалманы. Мажаралар дауам итә.

 

                                    ***

 

Ҡаҙандың ҡайнап торған йылға порты. Меңдәрсә кеше йылға вокзалының таш баҫҡыстарына ныҡлы баҫып, өҫкә күтәрелә  йә түбән төшә. Беҙ шул ағымға ҡушылып, вокзал эсенә инәбеҙ һәм бер мөйөшкә һыйынабыҙ. Ҡайҙа булһындар инде, ҡыуанышып, әхмәрҙәр килеп сыҡты. Пароходты, төштән һуң була, тинеләр. Тирә-йүнде байҡайбыҙ һәм, ғәҙәттәгесә, оҙатып йөрөүселәребеҙҙе көтәбеҙ. Бына “Петр Комаров” исемендәге пароходҡа ултырырға саҡырҙылар. Беҙ ваҡ-төйәк тоҡсайҙарыбыҙҙы, әйберҙәребеҙҙе йөкмәп, кеше ыңғайына, бер пароходты аша үтеп, икенсеһенә инәбеҙ һәм урындарыбыҙҙы барлайбыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта ҙур-ҙур бер нисә каюта һәм урын етмәгәндәргә аҫта трюмдарҙа, поездағы һымаҡ, үтәнән-үтә күренмәле, ярым ҡараңғы, кәртәләнгән урындар. Биш-алты малай, беҙ – өҫкә урынлаштыҡ, уңға-һулға йөрөп, ҡуҙғалып китергә торған пароходты үтәнән-үтә  сығып, шул арала иң өҫкө палубанан ҡыуылып төшөргә лә (унда капитанға һәм уның ярандарына ғына менергә рөхсәт ителә икән) өлгөрҙөк. Машина бүлегендә булып, кәрәсин еҫкәп, әллә йыуанлығы берәр метрлы ине, ялтыр шатундарҙың аҫҡа-өҫкә геүләтеп эшләгәнен күрҙек.

Бына, ҡуҙғалып киттек. Ҡыуанабыҙ, шатлығыбыҙ йөҙҙәребеҙгә сыҡҡан. Ниңә ҡыуанмаҫҡа? Беҙ бит ҡайтып барабыҙ! Эй, бер ҡатлы бала саҡ! Беҙ әле үҙебеҙҙең пароходта аҙнаға яҡын йонсоробоҙҙо, был сәйәхәттән тамам арырыбыҙҙы белмәй инек.

“Петр Комаров”. Ул космонавт түгел, ниндәйҙер бер ғалим, тинеләр. Ләкин кем булыуы мөһим түгел, сөнки ошо сәйәхәт мәңгелеккә минең хәтеремә уйылып ҡалды, йылғала йөҙөү, пароходҡа ултырыу хаҡында һүҙ сыҡһа, мин шунда уҡ ошо сәфәрҙе иҫкә төшөрәм һәм хатта кәмәгә булһа ла  ултырып йөрөүҙән баш тартам.

Һуңғы 15–20 йылда Өфө-Ҡаҙан-Өфө маршрутында сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт әһелдәре йәй һайын иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙар һәм сәфәр ойоштора. Республика матбуғат сараларына ошо күренекле сәнғәт әһелдәре ҡатнашҡан сәфәрҙе яҡтыртыу бурысы ҡуйыла һәм иң тәүҙә баш мөхәррир саҡырыла ине. Күңелем тыныс, мин бер тапҡыр ҙа барманым. “Башҡортостан”дан бармаған кеше ҡалманы, тип әйтерлек. Бында ҡурҡыу йәки ниндәйҙер фобия эҙләмәгеҙ. Теләгем юҡ һәм барғым килмәй.

Беҙ пароходты ентекләп ҡарап сыҡтыҡ. Миңә, мәҫәлән, трюмдағы урындар оҡшаны. Бында Максим Горькийҙың “На дне” пьесаһындағы һымаҡ, халыҡтың ниндәйе генә юҡ. Беҙ улар менән яҡындан танышып, дуҫлашып алдыҡ. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ, ярым ҡараңғы арандар, тоноҡ ҡына итеп лампочка яна, эргәлә генә – йомро тәҙрәләр. Аҙаҡ беҙ уның иллюминаторҙар икәнлеген белдек. Ваҡыт-ваҡыт тәҙрәләрҙә һыу сайҡала һәм ниндәйҙер, беҙ әле булһа күреп етмәгән, бәлки беҙ көҫәгән шом һәм серлелек һиҙелә. Ә инде эргәнән генә, һеҙ бында ни эшләп йөрөйһөгөҙ, һеҙҙе бында кем керетте, тигән ҡиәфәттә хужа булып йөрөгән асыулы ҡомаҡтар беҙҙең колхоздың сусҡа фермаһындағыларҙан күпкә вағыраҡ, тимәк, хәүефһеҙерәк тойола.

Ҡабатлағым килмәй, сәйәхәтнамәмдең һуңғы өлөшөндә мин принципҡа барып, махсус рәүештә ашау хаҡында бер һүҙ ҙә яҙмаясаҡмын. Хәйер, нисәлер көн йөҙгәс, беҙҙе етәксебеҙ пароходтың ресторанына саҡырҙы. Беҙҙе унда берәр ҡалаҡ бутҡа көтә ине. Ул бутҡаның тәмен мин әле лә хәтерләйем.

Шулай тура килде, беҙҙең менән пароходта капитаныбыҙҙың ғаиләһе лә сәфәр ҡыла булып сыҡты. Уның ике малайы һәр урында үҙҙәрен хужа итеп тоя һәм ваҡ ҡына сәбәп өсөн дә низағ эҙләп йөрөй, һуғышырға самалай ине. Ә ҡатыны иһә, бер тапҡыр нәмә өсөндөр тауыш сығарып йөрөгәнен генә хәтерләйем. Ҡалғанын иҫләмәйем, тимәк, лайыҡ түгел.

Әйткәндәй, лайыҡ түгелдәр хаҡында. Зирәк уҡыусы, айырыуса, минең һиҙгер ауылдаштарым, сәфәрҙәштәрем, Аллаһҡа шөкөр, Нурфәйез мәрхүмдән башҡаһы, күбеһе тере һәм иҫән-һау, һиҙгәндер, мин барыһын да яҙып бөтмәйем, сөнки кәрәк тә түгел. Яҙғандарымды ла мин тулыһынса, тип әйтерлек, йомшарттым, ваҡ-төйәкте һүҙ ыңғайы ғына иҫкә алдым, унда ла көлкөгә һабыштырырға тырыштым.

Бына, мәҫәлән, Яр Саллы эргәһенән үтеп барабыҙ. “Камаз” төҙөлөшөнөң яңы моронлаған сағы. Беҙгә шул хаҡта һөйләргә кеше табып, палубаға саҡырҙылар. Татарстандың географияһы менән камил таныш түгелмен. Яр Саллы Волга йә Кама ярында ултырамы икәнен белмәйем. Хәйер, ике яғы яр менән сикләнгән, йылға уртаһында нимә күрәһең дә, нимә һөйләйһең? Ҡалғанын сәфәрҙәштәремдән һорағыҙ. Онотмаһалар, әйтерҙәр. Ә минең хәтерҙән сығараһым юҡ.

Беҙ ҡайтып барабыҙ. Мин белмәйем, пароход нисә көн йөрөй икән? 4 көнмө, 5 көнмө? Һәр хәлдә, арыған, йонсоған бала өсөн бик күп. Шуны беләм, Волганан Камаға йөҙөү бик ауыр булды. Беҙгә ҡотҡарыу сараларын кейергә ҡуштылар. Бөтәбеҙгә лә етмәне. Өҫтәүенә, төн уртаһы ине. Каманан Ағиҙелгә, былай, мәшәҡәтһеҙ күстек. Бер нисә көндән Бөрө ҡалаһының ҡомло ярҙарын күрергә лә насип булды. Һәр береһе үҙ мәшәҡәттәре  менән йәшәй, алға ынтыла, тиҙерәк ҡайтып етергә тырыша.

Бер көн барыбыҙҙы ҡыуандырып: “Өфө! Ана, Өфө күренә!” – тип ҡысҡырҙылар. Йүгерешеп, пароходтың ике яғын барлайбыҙ, ҡайҙа бында Өфө? Ярҙарҙан башҡа, бер нәмә лә юҡ та инде.

– Ана, Өфө, – тиҙәр.

Күҙҙәребеҙгә бейек завод торбалары һәм уларҙан сыҡҡан ҡара төтөн күренде. Беҙҙең уйыбыҙса, Өфө булғас, хәҙер, Ҡаҙандағы һымаҡ, гөрләп торған йылға вокзалына килеп төшәбеҙ ҙә, поезға йә автобусҡа ултырып, Стәрлегә ҡуҙғалабыҙ. Ә унан беҙҙең ауылға 70 километр ғына, ни бары 3–4 сәғәтлек юл.

Ҡапсығыңды киңерәк тот! “Петр Комаров” төтөнлө торбаларҙы әллә тәүлеккә яҡын ураны ла ҡуйҙы. Етәксебеҙ беҙҙе иртәнсәк Өфө тимер юлы вокзалына, уның ремонтланыуы хаҡында алдан яҙҙым, өйөрөп ҡуйҙы һәм тағы юғалды.

Нурфәйез:

– Бында ултырмайбыҙ! – тип, бөтәбеҙҙе лә ағастар араһына, саф һауаға алып сыҡты. Хәҙер уйлайым, ул, өлкән булғас, беҙгә ҡарата ҡылынған, нисек әйтергә, йомшағыраҡ һүҙ эҙләйем, әллә ғәҙелһеҙлекме, бәлки битарафлыҡтыр, йә яуапһыҙлыҡты, яҡшыраҡ аңлағандыр. Мин бында ла барыһын да яҙып бөтмәйем. Нурфәйез беҙҙән өлкәнерәк, ул күберәкте күргәндер. Уның шунда ҡылған ғәмәле миңә оҡшаны, хөрмәт тойғоһо уятты, мин уны әле лә һаҡлайым.

         Ҡараңғы төшкәнсе, төнгө сәғәт 1 тулғансы, Өфө-Күмертау поезы ҡуҙғалғансы, вокзалда йонсоноҡ. Хатта билеттарыбыҙҙы тотоп килеп сыҡҡан директорыбыҙҙы битараф ҡаршы алдыҡ. Беҙҙең өсөн барыбер ине. Ләкин беребеҙ бер һүҙ өндәшмәне. Беҙ инде кешеләр түгел, ике аяҡлы йәндәрҙән торған көтөү инек.

Етмешенсе йылдарҙа Өфөнән көньяҡҡа ҡуҙғалыусы поезда сәфәр ҡылырға яратыусылар, хәтерләйһегеҙҙер, төнгө берҙә  уның вагондарындағы мәхшәрҙе. Етмәһә, көтөүебеҙҙән берәүебеҙ, мәктәбебеҙҙең ғорурлығы булған уҡыусыбыҙ, аймылыш булып, тороп ҡалған. Ҡараңғы вагондарға ултырғас, уның юҡлығы асыҡланды. Етәксебеҙ, асыулы һөйләнеп, уны эҙләп сығып китте. Ярай әле, ҡайҙандыр барып тапҡан. Нимәлер тип ҡысҡырған, ҡыҙ бала шаңғыған. Ул ҡайтып еткәнсе илаған, өйөнә инеп йығылғансы, иҫенә килә алмаған.

Төнгө поезда, ярай, ҡыҙҙарыбыҙға ултырырға урын таптыҡ, беҙ иһә, малайҙар, аяҡ өҫтө йоҡлап, әйберҙәребеҙҙе урлатмаҫҡа тырышабыҙ. Ә юлдаштарыбыҙҙың кеме генә юҡ. Күбеһе иҫерек һәм бик шикле бәндәләрҙән торған юлаусылар беҙҙе төрткөләп, тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә. Былары беҙҙең өсөн ваҡ-төйәк. Беҙ инде, һынауҙарҙы, утты-һыуҙы үткән халыҡ, Ҡаҙандың үҙен күреп, тере ҡалып, ниһайәт, ҡайтып барабыҙ.

Стәрлетамаҡҡа таң менән килеп төштөк, шунда уҡ автовокзалға йүгерҙек, Стәрлебашҡа билетты беҙ тәүге булып алдыҡ. Иртәнге туғыҙҙарҙа үҙебеҙҙең Стәрлебашта инек. 2–3 сәғәт үттеме-юҡмы, ауылыбыҙҙан йөк машинаһы килеп, беҙҙе тейәп алды. Беҙ хәҙер өйҙә!

Арығайныҡ, йонсоғайныҡ. Мин арлы-бирле  сәй эсеп, тамаҡ туйҙырҙым да йоҡлап алырға булдым. Кискә клубҡа сығырбыҙ, дуҫтар менән осрашырбыҙ. Баҡсалағы йәй көнө йоҡлай торған таҡтанан ҡоролған бүлмәмә индем һәм башымды йомшаҡ, таҙа мендәргә терәнем.

Бер мәл уянып китһәм,  әсәйем шыжылдатып һыйыр һауып ултыра. Һикереп тора һалдым, ашарға ла, клубҡа сығып, кино ҡарарға кәрәк! Үҙем арлы-бирле кейемдәремде барлайым һәм нәмәлер әллә етмәй, әллә артыҡ икәнлеген һиҙәм.

Әсәйем миңә өндәшә:

– Улым, ашап ал да, канторға бар, Фәүәз менән икегеҙгә һарыҡ көтөүе бирәләр. Шуны көтөрһөгөҙ.

– Ниңә кискә? Иртәгә иртән барырбыҙ.

Әсәйем аптырана:

– Һуң, әле иртән икәнлеген һиҙмәйһеңме ни? – ти.

Мин ҡояшҡа ҡарайым. Бәй, көнсығыштан яңы сығып килә лә инде. Тимәк, әле кис түгел, икенсе көндөң таңы, мин тәүлеккә яҡын йоҡлағанмын була түгелме һуң? Ярай, клубҡа бөгөн кис барырбыҙ.

Ул арала булмай, Фәүәз, көтөүҙәшем, мине эҙләп килеп етте. Беҙ йүгерә-атлай һарыҡ фермаһы яғына ыңғайланыҡ. Шат инек, беҙ әлегә бәләкәй, ләкин беҙгә 450 һарыҡтан торған көтөү ышанып тапшырҙылар.

Мин, хәҙер килеп, тап ошо көндә бала сағым менән хушлашыуыма төшөндөм.

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: