-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Февраль 2022, 18:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ОНОТОЛА ЯҘҒАН ӘҘӘМ Хикәйә

Бер көн үҙемдең элекке һабаҡташ Айратты осраттым. Саҡ таныным үҙен, элекке Айраттан тауышы ғына тороп ҡалған. Килеп һимергән, сикәләргә тиклем һырланған, сәсен көйә ашап бөткән. Ә мине әллә ҡайҙан танып тора. Осрашҡас та: – Әхәтте күргәнең бармы? – ти.          Мин әйтәм: – Ҡайһы Әхәтте һөйләйһең? – тим. – Һуң, теге, ике курс түбән уҡыны. Профсоюзға, комсомолға етәкселек итте, партком тирәһендә ураланды. – Ике Әхәт ине, ҡайһыһын һөйләйһең?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ОНОТОЛА ЯҘҒАН  ӘҘӘМ  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ОНОТОЛА ЯҘҒАН ӘҘӘМ Хикәйә

– Ике папка тотоп йөрөй торғанын.

– Ә, шуны әйтәһеңме ни? Күргәнем юҡ.

– Күрмәйәсәкһең.

– Ни эшләп? Нимә булған?

– Уҡығанда уҡ ғәләмәт эсә ине бит, үҙен тота алмаған. Ныҡ ҡына эскән дә, йоҡлағанда ғына “киткән” дә барған.

– Эй, бахыр, йәне йәннәттә булһын инде.

– Хәҙрәткә һөйләгәйнем, һабаҡташым үлде, йоҡлағанда ғына “үткән”, тигәйнем: “Ниндәй бәхетле үлем. Үҙе лә һиҙмәй ҡалғандыр”, – тип ҡуйҙы.

– Ә мин уны һәр ваҡыт ике ҡултығы аҫтына ике папка ҡыҫтырған килеш күҙ алдыма килтерәм. Папкаларын йоҡлағанда башы аҫтына һалып ята икән, тип һөйләй торғайнылар. Ҡайҙан ишеттең?

– Яңыраҡ Стәрлегә барғайным, Әхәттең ҡатыны килеп сыҡты, ул һөйләне.

         Әхәт уҡырға килгәндә эсеү түгел, араҡыны еҫкәп тә ҡарамай. Армияла партия сафына ингән, ундайҙар уҡыуҙа ла әрәм булмай, урын биләй, папка ҡыҫтыра, путевкалар, талондар һәм башҡа ташламалар бүлешә торған ергә мөнәсәбәте бар, яҡындарын исемлеккә индереп үткәреп ебәрә. Бушҡа түгел, хаҡы билдәле, әлеге “бер ярты” инде. Бер йыл да үтмәне, Әхәтебеҙ тамам эскегә һалышты. Иманым камил, ул үҙ аҡсаһына түгел, кеше иҫәбенә эсеп, алкашҡа әйләнде. Ниңә йәшереп торорға, ара-тирә тотҡолап-йотҡолап алған саҡтар булды, күбеһен Әхәт башлап йөрөнө, табындың уртаһында булды, юғары һүҙҙәр һөйләне, өләшеүҙе үҙенән башланы һәм үҙенә еткереп, түңәрәкләп ҡуйҙы.

         Уҡып бөткәс тә уның хаҡында хәбәрҙәр ишетелгеләп торҙо. Районда матур ғына карьера яһаған, киләсәккә өмөт тә бағлағандар, ваҡ-төйәк булһа ла, папка ла тотторғолағандар, ләкин әлеге, үҙен тыя алмаған. Иң хәл иткес мәлдәрҙә самаһыҙ эсеүе аяҡ салған. “Бында эсә, мин үҙебеҙең яҡҡа алып ҡайтам”, – тип ҡатыны тыуған яҡтарына күсенгән. Ләкин ҡайҙа ла шул бер араҡы бит инде. Ана бит, мәрхүм булып ҡуйған. Йәне йәннәттә булһын инде. Ожмахта ундайҙар ҙа кәрәктер.

 

***

Байтаҡ йылдар үтте, төрлө урында кешеләр менән осрашҡылайбыҙ, шулай бер мәл автобуста килгәндә бер ағай менән таныштым. 90-сы йылдар башында университет тамамлауым хаҡында ишеткәс, әтеү минең кейәүҙе беләһеңдер ул, тип һорайһы итте.

– Исеме нисек ине, кем ул?

– Әхәт инде, Әхәт Фәләнғолов, минең һеңлекәштең ире.

– Нисек белмәҫкә? Бәй, ул мәрхүм түгелме һуң?

– Эйе шул, күптән мәрхүм.

– Уҡығанда уҡ “төшөргөләй” ине, айныманы, тинеләр.

– Айныманы ғына, тиһеңме? Һурыҡмай, кипмәй эсте. Үлеме лә шунан булды.

– Ҡуй инде, йоҡлап ҡына ятҡанда, китеп барған, тинеләр.

– Йоҡлап ятҡанда? Кит, бушты һөйләмә! Эсә лә, сығып китә, аҙна-ун көн төрлө урында эсә торғас, һаулығы бөткәс, ҡайтып ҡолай.

– Аба! Шулай уҡ эсә инеме?

– Шулай шул. Был юлы, йәғни, һуңғыһында аҙна үткән, ике аҙна үткән, һаман ҡайтмай. Хатта ай булған, юҡ. Һеңлекәш юллап полицияға барған, төрлө урында табылып, исемһеҙ ерләнгәндәрҙең фотоларын күрһәткәндәр. Һеңлекәш илап ҡайтты...

– Тапҡанмы ни?

– Табылған шул. Үҙе һымаҡ берәү менән низағлашып киткән дә, тегеһе ултырып ҡайтҡан кеше икән, йыуан торба менән арттан килтереп, бер генә бәргән дә ҡуйған. Район зыяратының иң ситенә исемһеҙ бомждар менән бергә ерләп ҡуйғандар.

– Ҡуйсы, ишетмәгәйнем. Әрәм булған икән.

– Һеңлекәшкә әйттек инде, был алкашты ҡайҙан таптың, уның һымаҡтар беҙҙең ауылда юҡмы ни, тинек.  “Уҡығанда эсмәй ине”, – тигән була. Былай, шартына килтерҙек, өсөн-етеһен, һуңлап булһа ла, ҡырҡын уҡыттыҡ. Һеңлекәш бер йылды ла онотмай. Һирәкләп, зыяратына ла барып ҡайта. “Элек, ситтә булғас, анһат таба торғайным, хәҙер уртала ҡалған, саҡ табам”, – ти. Кәртәһен ҡуйҙыртты, таш һатып алды, исмаһам, ҡайҙа ерләнгәнен белә.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: