-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Февраль 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ОРСКИҒА – КӨНБАҒЫШ ҺАТЫРҒА!

Бер барғаныбыҙҙа  Кәримә апай Орск баҙарына барып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Буш ҡул менән йөрөмәгән, унлап шәл, быныһын кешегә һөйләп йөрөмәгеҙ, өс тоҡ көнбағышы булған. Ҡыуандыҡта, Орскиҙа көнбағыш шәп үтә икән, тигәндәрен ишеткәс, тоҡтарын күтәреп, сыҡҡан да киткән. Хәйер, бының өсөн иң тәүҙә вагонға ултырырға кәрәк бит әле. Поезд туҡтай, әлбиттә, бер нисә минутҡа. Ауылдан йылына ике-өс тапҡыр сыҡҡан башҡорт ҡатыны пассажирҙар поезы ҡағиҙәләрен ҡайҙан белһен инде? Башҡалар менән бер ыңғай, шәлдәр һалынған   сумкаһын һәм береһенән береһе ҙурыраҡ көнбағыш тулы өс тоғон һөйрәп, вагонға үрмәләй башлай. Ә унда тар ишектән киңерәк, йыуан проводник метр ярым өҫтә тора. Кәримә апайыбыҙ тоғон бер-бер артлы һалған һайын, вагон хужабикәһе тоҡтарҙы ергә ырғытып бара.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Төндәлектәр  ОРСКИҒА – КӨНБАҒЫШ ҺАТЫРҒА!
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ОРСКИҒА – КӨНБАҒЫШ ҺАТЫРҒА!

Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Вагон аҡрынлап ҡуҙғала, проводник һүгенә-һүгенә, ҡапҡа һаҡсыһы һымаҡ, тоҡтарҙы ергә елгәреп өлгөрә, ә апайыбыҙ бер һүҙ өндәшмәй тоҡтарын эләктереп, вагон өңөнә ырғытып бара. Ә поезд тиҙлеге артҡандан-арта, тоҡтар өҫкә лә, аҫҡа ла оса. Юҡ!  Кәримә апай бирешергә уйламай. Былар ябай тоҡтар түгел, уның хәләл көсө, балаларының ризығы, күҙ терәп торған берҙән-бер өмөтө һәм ышанысы. Нисек тамамлана инде был алыш? Әлбиттә,  Кәримә  апайҙың еңеүе менән.

– Икәүһен бер ҡулыма тотоп, һулаҡайым менән береһен ырғытыуға, теге мәрйә тимер ишеген ябам ғына тигәйне, икәүһен осороп, артынан үҙем дә килеп индем, – тип хәтерләй апай. – Тегеңә һөйләнә-һөйләнә, мине үткәреүҙән башҡа  сара ҡалманы.

 Кәримә апайҙың вафатына байтаҡ инде. Уны юҡһынғанда йыш ҡына ошо ваҡиғаны иҫкә төшөрәбеҙ. Барыбер еңеп ҡуйған бит, тип ҡыуанабыҙ.

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: