-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Февраль , 20:00

Айырма

Уртағолда ҡасандыр йәшәгәйнек. Яратам мин уны. Әсәйемдәр күсенергә хәл итмәһә, бер ҙә китмәҫ инем дә. Бәлки, улар ҙа күсенмәҫ ине…  

Айырма
Айырма
Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Иң өлкәне булғас, иркә һеңлеләрем өсөн гел миңә яуап бирергә тура килде. Уларҙы, бик яратһам да, мыжып теңкәмә тейгәндәрендә «ошоларһыҙ рәхәтерәк булыр ине» тип уйлаған саҡтарым да булды. Ә инде йылдар үткән һайын «донъяла алай ҙа яңғыҙ түгелмен, алай ҙа һеңлеләрем бар», тигән фекерем нығынғандан-нығына.
Бала саҡта өйҙә өсәү генә ҡалғаныбыҙҙа иң тәүҙә «кем - атай?», «кем -әсәй?», «кем - бала?» булаһын асыҡлап алабыҙ, шунан ролдәрҙең үҙебеҙгә тәтегәнен ихлас уйнарға тотонабыҙ. Атҡаҙанған артистарҙан кәм булмағанбыҙҙыр. Өлкәндәр артынан ишек ябылыу менән мин «Аҫылйәр»гә әйләнәм. Эшем-һөнәрем дә бар: беҙҙең ауылдан былтыр Мәскәү һынлы Мәскәүҙең үҙенә ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барып ҡайтҡан алдынғы тракторсымын. Эштән гел майланып, бысранып ҡайтҡан кейемемде шундуҡ сисеп һалам, унан ҡатыным «Гөлсибәр»гә әҙ булһа ла еңелерәк булһын өсөн, йыуышырға ярҙам итәм. Эргәбеҙҙә “балабыҙ” йөрөй, әлегә берәү. Уның исеме — йә «Сөмбөл», йә «Йәнбикә», йә «Айһылыу» булып китә. Шулай булмайса, «артистар» өсәү генә, ә ғаиләләге биш кешене һынландырырға кәрәк. Күңелле ине бала саҡта.
Ә ысынында, мин һәр ваҡыт «ҙур апай» булдым, ни тиһәң дә башҡаларҙан теүәл биш йәшкә өлкәнмен бит, өҫтәүенә, атай менән әсәй ҙә, берәй ергә йыйынһалар, «апайығыҙҙы тыңлағыҙ, ул ҙур» тип иҫкәртә килде. Йәнбикә менән Айһылыуҙың йәш аралары яҡыныраҡ, йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡтыр. Әллә шуғамы, әллә башҡа сәбәптәнме, улар күберәген икәү уйнап ала ла китә ине, үҙ-ара ла бер-береһенә исемләп кенә өндәшергә өйрәнделәр. Кемеһе өлкәнерәк тә, кемеһе кесерәк икәнен үҙҙәре лә бик үк белмәне, күрше-күлән дә айыра алманы. Йыш ҡына «уларҙы нисек айыраһығыҙ ул?» тип беҙҙән һорар булдылар. Күрәһең, төҫтәре лә оҡшашыраҡ, кәүҙәләре лә бер ишерәк булғанға, уларҙың кемеһе «апай», кемеһе «һеңле» икәне күрер күҙгә бик үк салына һалып бармай ине шул.
Хәйер, айырма күҙгә ташланып торғанда уға бик үк иғтибар итә һалып та бармайҙар. Әммә ни өсөндөр айырма бөтөнләй булмаҫҡа тейеш һымаҡ ерҙән айырма эҙләй башлайҙар.
***
Лыулыу. Айһылыу донъяға килгәндә Йәнбикә, теле яҡшылап асылмағанға күрә, уға шулай өндәште. Ижекләп әйтеп төҙәтеп ҡараһаҡ та, әйтеп килештерә алманы. Йәнбикә арҡаһында Айһылыу һеңлем бәләкәйҙән ҡушаматлы булды. Быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, ҡушаматын исеменә ҡарағанда ла нығыраҡ яратты, шикелле. Шулай булмаһа, «Лыулыу» тип өндәшкәндә уның йөҙө балҡыбыраҡ китер инеме лә, күҙҙәренән наҙ түгелер инеме? Әйтерһең, шул «Лыулыу» һүҙе уны нурға ҡойондора…
Миңә лә оҡшай уға шулай өндәшеү. Тик әллә Йәнбикә һымаҡ әйтә белмәйем, әллә минең әйткәнде оҡшатмай, мин өндәшкәндә Айһылыуҙың күҙҙәрендә осҡонсоҡтар тоҡанып, нурҙар ҡойолмай.
Шуға ла өндәшә һалып бармайым. Йәндәй күргән һеңлеләремде ситтән генә өнһөҙ күҙәтеү мең артығыраҡ тим…
Бөгөн дә шулай иттем. Оҙаҡ ҡына күрешмәй торғандан һуң осрашҡас, Айһылыу менән икәүләп йә баҡсаһына, йә мунсаһына үҙ мәшәҡәттәре менән инеп-сығып йөрөгән Йәнбикәнән тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйбөҙ. Эштәренең бер аҙын атҡарғандан һуң ул аш бүлмәһенә үтте. Айһылыу ҙа уның эргәһенә инеп ултырҙы. Мин уларҙы үҙем күрерлек һәм ишетерлек ергә, залдағы дәү креслоға барып ҡунаҡланым. Кухняһының ишегенән улар асыҡ күренә. Миңә әйләнеп күҙ һирпкәндәй булдылар ҙа, бүленгән һүҙҙәрен шул яҡта дауам иттеләр…
—Эй, Лыулыу туғаным, ни өсөн тормош гел генә һин теләгәнсә бармай икән?
Айһылыу яуап бирмәне.
Бер аҙ йомоғораҡ холоҡло ул, хәбәргә тиҙ генә ҡушыла һалып та бармай. Шундай саҡтарында әллә апайына ҡарата күңелендә һаҡланған йылы һүҙҙәрен барлай, әллә эс серҙәрен унан тағы ла тәрәнгәрәк йәшерә…
Туғанының өндәшмәй, тынып ҡалыуына бик үк иғтибар итмәгән Йәнбикә һыуытҡысын асты. Шул арала уның лыҡа тулы икәнен күреп эстән ҡәнәғәтлек кисерәм. Етеш йәшәй Йәнбикәбеҙ. Тормошо еңел генә ыраны ла китте. Ҡола ялан ине ошонда. Кейәү менән бер нисә йыл эсендә күркәм йорт ҡына түгел, кәртә-ҡаралтыһын да төҙөп ташланылар. Балалар ҙа үҫтерәләр. Эштәрендә лә өлгөрәләр.
Ә бына Айһылыуҙың тормошо гел ҡырын тартты. Нисә абынып, нисә торғандыр. Әммә бер зарланып, бер илап ултырманы. Эстән тешләнһә, тешләнә — тышҡа сығарып һөйләп бармай. Бына бөгөн дә уйҙары менән күптән бында түгел ул.
Ай аҙағын нисек еткереп, нисек бурыстарын таратырын уйлай. Шунан был айҙа кемдәрҙән бурысҡа алып торорон күҙаллай. Таяныр кешеләренең ышанысынан сыҡмаҫҡа теләп, ниндәй танышынан күпме һорап торорға икәнен самалай.
Тотош «үтескә» ҡоролғанғамы, тапҡаны ла тормай шикелле. Шуға тормошон нисек тормош тип атайһың. Тормошта тапҡан торорға тейештер…
Айһылыуҙы йәлләйем мин, тик һыр бирмәҫ туғанымдың бер ваҡытта ла теҙ сүгеп, күҙ йәше түкмәҫен белгәнгә күрә, уны төпсөп маташмайым. Ә Йәнбикә улай итә алмай. Яйы сыҡҡан һайын һеңлебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Йә уныһын, йә быныһын көсләп биреп ҡайтарып тора. Хәйер, бүлешер нәмәләрем булһа, мин дә өләшер инем дә бит.

***
Был донъяла бөтәһе лә кәрәк булған өсөн башҡарыла кеүек: тауҙар аҡтарыла, йылғалар быуыла, бөйөк эштәр эшләнә… ергә кешеләр тыуа…
Донъяла булғас, мин дә кәрәкмендер тим…
Уртағолда йәшәгән көндәрҙе нығыраҡ һағынам. Бала сағым шунда үткәнгә түгел, бәлки, шунда тороп ҡалғанға. Көнтөшмәҫ тауының ҡуйы урманын яңғыҙ ҡыҙырған мәлдәремде иҫемә төшөрһәм, тәндәрем сымырлап китһә лә, ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән шаталаҡ сағымды юҡһынам.
Әллә ни эшләп шулай булдым шул. Әсәйем күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торһа ла, ул әйтмешләй, «күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыға» торғайным. Юғалһам, бер кем дә тапмаҫтай урыным да бар — Көнтөшмәҫтең көн үткәрмәҫ ҡуйы ҡара урманы. Хәйер, ситтән ҡарап торһаң ғына ул шулай ҡара булып күренә. Ә эсенә инһәң, ҡәҙимге урман инде, хатта «Көнтөшмәҫ», «Шырлыҡ» тиһәләр ҙә, урыны-урыны менән ҡояш нурҙарын туранан-тура үткәргән асығыраҡ урындары ла бар, емеше лә бер-бер артлы өлгөрә. Тәүҙә турғай еләге, унан бөрлөгәне, муйылы, баланы…
Ә мин бөрлөгәнен нығыраҡ яраттым, ағасҡа менәһе лә түгел, бер урында ла тик кенә ултырмайһың. Ҡулың буш ҡайтмағас, өйҙәгеләр ҙә тиргәй һалып бармай…
Ауылдан әлеге ҡырағай урманға минән башҡа аяҡ баҫырға йөрьәт итеүсе булманы. Бәлки шуғалыр ҙа ул күңелемә тағы ла яҡыныраҡ тойола торғайны. Тимәк, уға мин хужа, Көнтөшмәҫ шырлығы — минең биләмәм. Шулай тип уйлау мине был урманға тағы ла ылыҡтыра. Унда йышыраҡ, оҙағыраҡ булғым килә…
Шырлыҡты арҡырыға-буйға нисә гиҙгәнмендер, мәгәр хәҙер ҙә уны тотош беләм тип әйтә алмайым. Нисектер үҙгәреүсән ғәжәп холҡо бар уның: бер барғанда бер төрлө торған ағасы икенсе килгәндә урынынан шылып ултырған кеүек. Ололарҙың «Шырлыҡ — беҙҙең яҡта иң яман урман. Унда ете башлы, оҙон ҡойроҡло дәү дейеү йәшенеп йәшәп ята. Шул дейеү урманды үҙенә нисек кәрәк шулай күсереп алып йөрөй…» тип һөйләгәндәре дөрөҫкә лә оҡшап ҡуя. Шул легенданы белгәнгә ағастар шылған һымаҡ тойоламы, әллә улар ысынлап та күсәме, билдәләй алманым. Балалығыма барып, буғай, дейеүҙе әкиәттәгеләй күҙ алдыма килтерәм, уның менән һөйләшәм дә хатта…
Тағы бер нәмә мине ҡыҙыҡтыра: шырлыҡ менән Уртағолдо айырып елгә талғын ғына бәүелеп ятҡан иген баҫыуын кисеп үткем килә. Тик атайым тирен түгеп һөргәндән һуң сәселгән игенде тапарға ярамай икәнен белеү генә мине тота, ахыры, урау булһа ла, баҫыу юлы буйлап йөрөйөм, унан саҡ ҡына ла ситкә сыҡмайым. Артығыраҡ мауығып, оҙағыраҡ йөрөп ташлаһам, ҡайтҡанда шул юлдың саңын борҡотоп йүгереп төшәм. Ҡабаланам, үҙемсә.
Йәнә оло урам буйлап үтмәҫкә тырышам. Үрге ос ямаҡай шарылдаҡ Өрҡиә инәйҙең:
— Хыялыйҙыр был бала, тағы шырлыҡтан килеп сыҡты, Гөлсибәр әллә ҡайҙа ҡарай, — тигәнен яҙа-йоҙа булһа ла, ишеткем килмәй.
Ҡалайтаһың, уны ғына түгел, тотош ауылды шомландырған урманда йөрөгәс, үпкәләп тә булмай…

***
Беҙҙең ғаилә тап ошо шырлыҡ арҡаһында Уртағолдан күсенеп китеүен иҫәпкә алмағанда, үҙемде белә-белгәндән ауылда унан зыян күреүселәр булманы шикелле. Әммә барыбер бөтәһе лә шырлыҡтан нисектер ҡурҡты, мал-тыуарын да ул тирәнән йырағыраҡ йөрөттө, юл төшкәндә лә уны мөмкин тиклем урабыраҡ үтте.
Атайымдар Билдәшкә күсенгәндә лә шулай итте. Аттарын шырлыҡ буйынан үткән таҡыр юлға түгел, ә Кәкретауҙың ташлы юлына төшөрҙөләр.
Китеп барғаныбыҙҙа Көнтөшмәҫкә нисә әйләнеп ҡарағанмындыр, йәннәттең үҙендәй күргән урманыма кире йүгереп китергә әллә нисә уҡталып-уҡталып ҡуйһам да, донъялағы иң яҡын кешеләремде өҙөлөп яратыуым көслөрәк ине, уларға өнһөҙ-тынһыҙ эйәреп бара бирҙем. Арбала яурындарын терәшеп ултырған Йәнбикә менән Айһылыу үҙ-ара ниҙер һөйләшәләр, ә мин һөйләшә лә, хатта илай ҙа алмайым. Атайым менән әсәйем Көнтөшмәҫ урманынан йырағыраҡ китергә тырыша, ә миңә шунан да ауыры юҡ. Уларҙың, шырлыҡтан мөмкин тиклем алыҫҡараҡ китеп, тынысыраҡ йәшәгеһе килә, ә минең тыныслығым тап шунда тороп ҡалды ла, шикелле….
Шул күсенеүҙән һуң туғандарым менән һөйләшеүҙән тамам туҡтаным, һөйләшә алманым. «Телһеҙ ҡалдым». Ә бит шуға тиклем мин, әҙ генә булһа ла, шул һәләткә эйә инем. Шулай булмаһа, әсәйем бер нисә тапҡыр: «Мин Сөмбөлдө ишетәм, Сөмбөлдөң тауышын тағы ишеткәндәй булдым», — тип атайыма әйтмәҫ ине.
Бына күтәрмәгә атайым менән әсәйем ултырҙы. Уларҙың араһындағы буш ҡалған урынға тығылып өлгөрәм, сөнки беләм, үҙеңде бер юлы донъялағы иң яҡын ике кеше ҡуйынында тойоуҙан да юғарыраҡ бәхет юҡ.
— Аҫылйәр, Сөмбөлөбөҙҙөң тауышын тағы ишеттем бит бөгөн…
Атайым әсәйемә моңһоу ғына ҡарап ала. Ҡыуанысым сиктән аша — әсәйем ысынлап та ишетә икән, тимәк улар менән һөйләшә алам тип уйлайым. Тик шатлығымды атайым һыпырып юҡҡа сығара:
— Гөлсибәр, һинең ҡолағыңа ғына ишетеләлер ул, элеккеләрҙе онота алмағанлыҡтан…
Уның менән килешкем килмәй үрһәләнәм, сәбәләнәм. Әсәйем дә күнергә теләмәй:
— Ысынлап та ишетәм, Аҫылйәр, Сөмбөл ысынлап та минең менән һөйләшә…
Башын эйеп ултырған атайым минән аша тағы әсәйемә күҙ һирпә. Быныһында ҡаршы өндәшмәй.
Әсәйемдән башҡа берәү ҙә ишетмәгәс, унан шикләнә башланылар. Ишеткәнгә ҡарағанда, ишетмәүҙе хәйерлерәк һананылар.
Үҙем дә быны төшөнә башлағайным, шуға ла бөтөнләй өндәшмәҫ булдым.
Тик әсәй — әсәй бит ул.
Нисек итеп әсәй менән һөйләшмәйһең?
Иң ҡәҙерле кешемә, ҡайғырып киткән саҡтарында өндәшмәй ҡала алмай инем. Бигерәк тә түгелеп илаған мәлдәрендә эргәһенә йүгереп бара ла етәм. Сәстәренән һыйпап, күңелемдәге иң матур һүҙҙәрҙе теҙеп әйтә лә ташлай торғайным. Ә ул миңә текләп ала ла, яуап бирергә ҡурҡамы, мөлдөрәп кенә ҡарап ҡатып ҡала. Шунан минең һүҙҙәремдән уға тағы ла ҡыйыныраҡ икәнен аңлап, өндәшмәҫ булам да ул, тик әйтер һүҙҙәр әйтелгән шул…
Шундай саҡтар йыш ҡабатланғайны Уртағолда. Билдәшкә килгәс, һөйләшә ҡалһам, атайым тағы ла күсенергә булып китер, тип бөтөнләй һөйләшмәҫкә хәл иттем.
Ни тиһәң дә, донъялағы иң ҡәҙерле кешеләремдән башҡа ла, шырлыҡһыҙ ҙа булдыра алмайым.
Билдәш Уртағолдан бик үк йыраҡ түгел, тура тартһаң, ун саҡрым самаһы ара… Мин бит һаман да, бер кемгә лә белгертмәй генә, Көнтөшмәҫкә барып килә торғайным.
Хәйер, хәҙер үҙемде күҙәтеп-ҡарап та тормайҙар, ҡайҙа теләйем, ҡасан теләйем, шунда барам. Күпме кәрәк, шунса йөрөйөм…
***
Бер тапҡыр ошо шырлыҡта йәшенгә эләккәйнем.
Шырт-шырт иткән тауыштың аяҡ аҫтымданмы, әллә икенсе ерҙәнме килгәнен самаларға тырышып байтаҡ йөрөгәйнем ул көн. Нисектер бер нәмәгә лә күңелем ятманы. Башта күп күренгән бөрлөгән, эйелеп бер-ике өҙһәм, юҡҡа сыға ла ҡуя. Күҙемә салынған күбәләктәрҙе ҡыуа башлаһам, урман уларын да йәшерә. Быға тиклем бер тынмай һайраған ҡоштары ла ул көн ауыҙҙарына һыу йотҡандай өндәшмәҫ булғайны.
Шырлыҡтың шул сәйерлеге нисектер күңелемә шом һалғандай булғайны. Хәҙер аңлайым: шулай итеп ул мине үҙенән ҡыуып ҡайтармаҡ булған….
Их, шул саҡта шырлығымды аңлаған булһамсы…
Үкенәмме? Үкенәмдер…
Дауыл ул көндө ҡапыл ҡупты. Ҡояш та ҡайҙалыр ҡастымы, донъя бер мәлгә дөм ҡараға әйләнгәндәй булды ла күк күкрәп, йәшен уттары йән-яҡты хәтәр сыйып үтте… Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Нисектер асыулы башланды ул, ни аралалыр уйһыуыраҡ урындарҙа бер кемде лә аямаҫтан ҡырып-һепереп, бәреп-йығыр тулҡын менән йәһәннәмгә ағыҙып алып китерҙәй ташҡын барлыҡҡа килтерҙе… Биҙрәләп ҡойғандай ҡоторонған ямғыр баш күтәрер, күҙ асыр әмәл ҡалдырманы. Ҡурҡышымдан, йөҙйәшәр ағастарҙың ҡайһыһына һыйынырға белмәй, улай йүгерҙем, былай саптым. Ҡуйы үлән араһынан күренмәгән күләүектәрҙе сәпелдәтеп кисеп үттем. Шул арала өҫтөм лысма һыу булып, тағатылып өлгөргән толомдарымдағы сәстәрем ҡыуаҡ ботаҡтарына эләгеп йолҡолоп-өҙөлөп ҡалды.
Эйелеберәк үҫеп ултырған бер ҡайын төбөнә сүгеп боҫтом да, күҙҙәремде сырт йомдом. Ялағай уйнап, йәшен йәшнәп, күк дөһөрләгән һайын бөршәйеберәк ултырып, тешем тешкә теймәй дер ҡалтырауымды тыя алмай, ағасҡа нығыраҡ һыйына барҙым, һәм береһендә , ялағай ҡойроғо ергә йән асыуы менән һуғылған саҡта, ике ҡулым менән ҡайын олонон ҡосаҡлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шунда уның да дер ҡалтырағанын ап-асыҡ тойҙом. Юҡ, беҙ генә түгел, тотош донъя һелкенә ине...
Күпме яуғандыр ямғыр, миңә бик оҙаҡ тойолдо. Ололарҙың ошо урман тураһында һөйләгәндәре ҡабат иҫемә төшөп, тағы ла нығыраҡ ҡурҡыуға һалды.
— Шырлыҡ — иң насар урман. Шундағы ағастарҙы нисә йәшен һуҡты? Был бушҡа түгел, сөнки унда ете башлы, оҙон ҡойроҡло дейеү йәшенеп йәшәп ята. Йәшен шул дейеүҙе һуғам ти ҙә, яңылыш ағастарҙы ата ла ҡуя, — тип бала-сағаны, ҡурҡытыр өсөн һөйләгәндәрҙер, тип уйлай торғайным да, ул көн шул һүҙҙәргә ышана ҡуйҙым: ҡоторонған йәшен шырлыҡты һуңғы ағасына тиклем атып бөтөрһә — бөтөрөр, дейеүҙе тапмайынса тынысланмаҫ кеүек тойолдо.
Унда ҡала алмай инем. Шәп-шәп атлап урман ситенә тиклем килдем.
Урман менән беҙҙең өйҙө иген баҫыуы ғына айыра. Әлбиттә, баҫыу юлы арыраҡ… Әммә туп-тура, баҫыу аша ҡайтырға ла мөмкин дә баһа…
Ана, беҙҙең өйҙөң ҡыйығы башҡаларҙан бер башҡа бейегерәк булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Шулай булмайса, беҙҙең йорт урамда иң яңыһы, иң күркәме бит. Нигеҙе лә тәпәш түгел, ҡыйығында шифер буйҙары ла башҡаларҙан бер буйға күберәк. Ҡапҡабыҙ ҙа ҡалҡыуыраҡ, тик был яҡтан уны күреп булмай, йортобоҙ баҫыуға арты менән тора. Уның ҡарауы, ихатабыҙ эсе бынан ус төбөндәге кеүек асыҡ күренә. Мин йыш ҡына ошонан тороп өйҙәгеләрҙе күҙәткәнем дә булғыланы. Ишек алдында Айһылыу менән Йәнбикәнең эйәртенешеп улай-былай үткәне ифрат мәҙәк. Алыҫтан уларҙы бик үк танып та булмай, кейгән кейемдәренән генә ҡарап төҫмәрләргә мөмкин. Тауыштарын ишетмәһәм дә, нимәләр һөйләшеп йөрөгәндәрен яҡынса тоҫмаллай ҙа алам. Йәнбикә «әйҙә шулай итәйек», «әйҙә былай итәйек», тип бер туҡтауһыҙ һеңлеһенә инәләлер. Тегеһе, ыҡҡа килмәй, үҙенекен эшләп маташалыр.
Ә мин—урман ҡыҙы, ысын урман ҡыҙы. Урман мине һәр ваҡыт үҙенә тартты. Ошонда килһәм, нисектер рәхәт, теләгәнсә ҡысҡырып йырларға, былай ғына һөрәнләргә мөмкин. Бер кем дә тыймай. Хәйер, өйҙә лә бик үк тыйып бармайҙар ине…
Ниндәйҙер мәлгә туҡтап, күңелемә яҡын урмандан сығырға баҙнат итмәй Уртағолға ҡарап торҙом. Атайымдың тир түгеп һөргән баҫыуын тапауы ла әллә нисек.
Шул саҡ баяғы ялағай, әйләнеп килеп, ҡойроғон тағы яман һелтәне. Шырлыҡ эсе яҡтырып, бер нисә урында осҡондар сәсрәгәне күренеп ҡалды хатта.
Ҡурҡышымдан игенгә бер-ике аҙым да баҫҡайным, урман эскә тарттымы, әллә үҙем кире ырғыныммы, бер нисә секундтан тағы элекке урынымда тора инем.
Ни эшләргә? Урманда ла ҡала алмайым. Бынауындай йәшендә баҫыу аша йүгерергә лә ҡурҡам…
Ни булһа ла булыр, тинем дә тәүәккәлләргә иттем…
Быныһында урмандан ҡапыл сыҡманым, мөмкин тиклем ипләберәк ҡуҙғалырға тырыштым. Тәүге аҙымым барыбер нисектер яйһыҙыраҡ килеп сыҡты, абына яҙҙым. Икенсеһе, өсөнсөһө ышаныслыраҡ киттеме, ҡурҡыуымды еңдемме, йән көсөмә йүгерҙем. Баяғы хәтәр ҡойроҡло ялағай урап килгәнсе, өйгә ҡайтып етергә тейеш икәнемде генә белдем. Бөрлөгәнле сирпәгемде күкрәгемә ҡыҫтым да, елдерҙем генә… Тик йүгергән һайын хәрәкәттәр ауырая, еүеш тупраҡ ҡаталарға ҡатланыбыраҡ йәбешеп, һылашып табандарымды көс еткеһеҙгә әүерелдерә, әле бешеп етмәгән иген башаҡтары «туҡта!» тигәндәй, тубыҡтарыма аяуһыҙ һуғыла, тышарға самалағандай аяҡтарыма урала.
Алдан күҙаллауымса, әллә ҡасан өйҙә ултырырға тейеш инем… Ямғыр яуғандан һуң баҫыу аша йүгереү ҡырҡа ауыраясағын иҫәпкә алмағанмын.
Бер-ике генә ынтылырлыҡ ара ҡалғайны, баш осомда хәтәр ҡурҡыныс йәшен йәшнәне. Баяғы ҡойроҡ тап минең тапҡырҙа ғына һелтәнгән кеүек булды. Мине ергә һеңдерә һуҡҡандай тойолдо. Ҡулымдағы сирпәгемде әллә ҡайҙа осорҙо. Ундағы бөрлөгәндәр бая, урман эсендә, ялағайҙан һуң сәсрәп киткән осҡондар кеүек, күҙ алдымды аллы-ҡыҙыллы төҫкә мансып, сәсрәп һипелде. Тәнем аша ниндәйҙер тулҡын үтте. Уның көслө, бик көслө икәнен генә һиҙеп өлгөрҙөм…
Йәшен әллә мине һуҡтымы? Тәүҙә шуны төшөнөргә тырыштым. Ипләп кенә урынымдан ҡалҡынып ҡараным. Ҡалҡына алдым… Тимәк…
Тороп баҫтым. Нисектер бик еңел. Сирпәгемде эҙләп торманым. Быға тиклем бер ҙә таныш булмаған ниндәйҙер ғәйәт ҙур көс менән артабан йүгерҙем, хатта мәте йәбешкән аяҡтарымдың ауырлығын да, быға тиклем тубыҡтарыма туҡтауһыҙ һуғылған башаҡтарҙы ла тойманым.
Баҫыу ҙа нисектер тиҙ үк артта ҡалды, кәртә аша ла йәһәт кенә үттем, күтәрмәләргә менгәндә үҙемде бөтөнләй иҫләмәйем, өйгә лә нисектер шәп килеп индем, хатта ишекте асып-япҡанымды ла хәтерләмәйем… Нисектер тиҙ, бик тиҙ икәнен генә белдем…
Өйгә килеп ингәс, бер аҙға иҫемде йыйҙым.
«Ҡайтып еттем бит! Ҡайттым бит!» тигән ҡыуаныс күңелемде биләне…
Унда әсәйем, уға һыйынған туғандарымды күргәс, ғәләмәт ҡыуандым. «Улар ҙа ҡайтып өлгөргән икән. Бөтәһе лә өйҙә» тигән уй ниндәйҙер мәлгә ишек төбөндә тотто. Шунан ике туғаным араһынан үтеп әсәйемдең ҡуйынына тығылдым. Ниндәй рәхәт! Әйтерһең дә, бөтөнләй үҫмәгәнмен.
Тағы бер-ике тапҡыр ныҡ ҡына ялағай ялтлап, күк дөһөрләне лә йәшен туҡтаны. Донъя тынып ҡалды. Быға тиклем әсәйемдең шашыр сиккә етеп ниҙер шыбырлағанына иғтибар итмәй ултырғанмын.
«Сөмбөлөм генә имен булһын! Сөмбөлөм генә имен булһын!» — ти ине…
Ни ҙә булһа төшөнөп өлгөргәнсе, әсәйем ҡапыл урынынан ҡупты, «Сөмбөл апайығыҙҙы ҡарап киләм» – тип сығырға ынтылды.
Ныҡ аптыраным шунда. Тәүҙә ни әйтергә лә белмәй, шаңҡып ҡалдым, шунан иҫемде йыйып: «Әсәй, мин ҡайттым да инде», — тип әйтеп ҡараным. Тауышым сыҡманы. Улай ҙа түгел, әсәйем артынан ишек ҡаҡлығып өлгөрҙө. Ул нығыраҡ ҡаҡлыҡтымы, өй дер һелкенгән кеүек булды ла йәшен ваҡытына тип, күрәһең, ҡапланған япма көҙгөнән иҙәнгә һыпырылып төштө.
Бер нәмә шунда ҡатырҙы: ике туғаным, көҙгөнөң ҡаршыһындағы бөтә әйберҙәр ҙә унда сағыла, ә бына мин көҙгөлә юҡ, юҡ инем…
Шөбһәләнеп, туғандарым араһынан киҫкен һурылып сыҡтым да, көҙгөгә инерҙәй булып бик-бик яҡын килдем, ни тиклем текләберәк ҡараһам да, үҙемдең сағылышымды барыбер күрмәнем. Бер ни ҙә аңламаным. Әйләнеп, Йәнбикә менән Айһылыуға: «Һеҙ мине күрәһегеҙме, һеҙ мине күрәһегеҙме?» — тип өҙгөләнеп ҡысҡырҙым... Тегеләре «Эйе, күрәбеҙ» тип әйтеү түгел, миңә боролоп та ҡараманы. Дөрөҫөрәге, ҡаранылар, тик нисектер үтә ҡаранылар….
Ҡауғаланып үҙ-үҙемде ҡапшаным. Битемде, башымды, ҡулдарымды тотоп ҡарамаҡ булдым. Тота алманым. Шунда ғына көҙгөлә генә түгел, бында ла юҡ икәнемде төшөндөм. Мин юҡ… Мин юҡ инем… Минең кәүҙәм юҡ ине…
Бая ҡолаған еремә бар көсөмә йүгерҙемме, остоммо, киренән шунда барҙым…
Кәүҙәм ысынлап та шунда ине. Тик һулаҡай яҡтан ҡап-ҡара булып көйгән тән минеке лә, минеке түгел дә һымаҡ…
Кискә ҡарай мине таптылар… Ундағы кешеләр араһында ҡаңғырып үҙем дә оҙаҡ йөрөнөм, тик берәү ҙә аңғарманы.
Аңғарырға, башҡаларҙан ныҡ айырылам бит хәҙер: бүтәндәрҙең тәне бар, минеке— юҡ. Бар айырма шунда.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в