+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Февраль 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр Фәтих ағай Гүләев иҫкә төшкәндә

1986 йылдың йәй баштары ине, шикелле. Ейәнсура районының “Овцевод” совхозынан, Байыштың үҙенән түгел, әллә Дүртөйлө, әллә Юнай булды, бәләкәй генә бер ауылдан хат килде. Юғарыла иҫкә алған Фәтих ағай Гүләев исем-фамилиялы ауыл хәбәрсеһе яҙған. Үҙе шул яҡтағы Аҡдәүләт ауылынан, 30-сы йылғылар ине, шикелле, “Совет Башҡортостаны”на бик матур хаттар яҙа ине. Баяғы, уҡыу эләкмәгән, атаһы яу яланында ятып ҡалғандыр, ә үҙе тынғыһыҙ, урындағы түрәләрҙе байтаҡ миктәтте инде. Матур почерк менән яҙылған хатын тотоп, тәүҙә райкомға индем, машина бирҙеләр, “Байыш” яғына ыңғайланыҡ. Совхоз канторында беҙҙе Назаров фамилиялы парторг ҡаршы алды. Беҙҙең Хәсән Назарға ағай-эне, шикелле. Шағир үҙе шул яҡтан, Таулыҡай ауылынан (тик берүк Баймаҡтағы Таулыҡай менән бутамағыҙ). Парторг та, Хәсән ағай ҙа бер-береһенә оҡшап тора, үҙҙәре итәғәтле, тыныс һәм һабыр.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр  Фәтих ағай Гүләев иҫкә төшкәндә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр Фәтих ағай Гүләев иҫкә төшкәндә

Хәҙер үҙебеҙҙең һарыҡ көтөүенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Һикһәненсе йылдарҙа Ейәнсура районында һарыҡтар һаны кешеләргә ҡарағанда 3-4 тапҡыр күберәк ине. Шулай булғас, һарыҡтарға иғтибар ҙа күберәк. Бүреләр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ул яуыздар йыл әйләнәһенә халыҡты ла, һарыҡтарҙы ла йонсота торғайны.

Фәтих ағай көтөүселәрҙе яҡлап яҙып ебәргән. Ҡыҫҡаһы, бер көтөүгә бүреләр һөжүм иткән, байтаҡ һарыҡты тамаҡлағандар, зыянды көтөүсегә ҡапларға ҡушҡандар. Фәтих ағай, беҙҙә бүреләр күп, көтөүселәрҙе мылтыҡ менән тәьмин итергә, йә зыянды хужалыҡ иҫәбенә ҡаплатырға кәрәк, ти.

Ауылға төшөп килгәндә урындағы хужалыҡты һәм уның партия ойошмаһын насар яҡтан күрһәтеүсе миҫалдың шаһиты булдым. Юл буйлатып утын һөйрәп, бер ҡарсыҡ ҡайтып бара. Шайтан алғыры, бөтә ил менән коммунизм төҙөйбөҙ, ә ҡарсыҡты яғыулыҡ менән тәьмин итерлек рәтебеҙ ҙә юҡ. Түҙҙем, өндәшмәнем.

Бүлексә идарасыһы менән көтөүсе, Фәтих ағай көтөп торған. Парторг менән идарасы көтөүсене ғәйепле итергә тырыша. Ышаныслы булһын өсөн, уныһы нимәгә кәрәккәндер, бүреләр һарыҡтарҙы ҡырған ҡан ҡойош урынына ла алып барҙылар. Бик етди итеп ҡарашып торҙоҡ.

– Ә ниңә мылтыҡ бирмәйһегеҙ? – тип һорайым парторгтан.

– Биреп ҡараныҡ, – ти секретарь, – йә, эсеп, юғалталар, йә, бисәләрен көнләшеп, үҙ-ара атышалар. Саҡ йыйып алдыҡ.

Яландан кире канторға ҡайттыҡ. Эҫе, һыуһатты, сәй хаҡында уйлаған кеше юҡ. Юлда теге әбей тағы осраны, утынын һөйрәп, ҡайтып бара. Өндәшмәйем.

Шул арала Фәтих ағай үҙе тураһында һөйләп алды. Уҡырға теләге ҙур булған, уҡый алмаған. Эҫе йәйҙә кирза итек кейеп, беҙҙең менән йөрөгәнен әле лә хәтерләйем.

Эш бөттө, мәҡәлә яҙыу әле уйымда юҡ. Мәсьәлә былай ҙа асыҡ бит инде, йә  көтөүселәрҙе ҡоралландырырға, йә бүреләр килтергән зыянды ҡаплау юлын табырға.

Ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡаршыбыҙға буйтым утын һөйрәп, баяғы әбей килеп сыҡты.

– Нимә, совхоз эшселәрен утын менән дә тәьмин итә алмайһығыҙмы? – тинем мин, түҙмәнем.

– Иптәш Кинйәбаев! Шулай тип әйтерһегеҙ, тип уйлағайным да, – тине парторг. – Хәҙер мин һеҙгә уның донъяһын күрһәтәм...

Хәсән Назарға оҡшап торған матур һәм мөһабәт парторг ағай машинаһын урынында зыйлатып әйләндереп, беҙ коммунизм төҙөү менән мәшәҡәтләнгәндә йөкмәп, утын ташып, бар эште юҡҡа сығарған ҡарсыҡтың донъяһын күрһәтеү өсөн саң туҙҙырып ауылға яңынан ыңғайланы.

Ҡәҙимге совхоз йорттары инде, шырпы ҡабы һымаҡ бәләкәй генә өйҙәр, әле лә күҙ алдымда, стеналары ап-ап итеп буялғандар.

Парторг геүләтеп машинаһын баяғы әбейҙең йорт-ҡураһы эргәһенә килтереп туҡтатты. Бәләкәй ҡапҡаны асып, эскә үттек. Элек ҡалалар эргәһендә “Гортоп” исемле канторалар була һәм ҡала халҡын утын, таш күмер менән тәьмин итә торғайны. Ихата эсе шыплап утын, сыбыҡ-сабыҡ менән тултырылған һәм “Гортоп”тың бәләкәй һәм йыйнаҡ ҡына келәтен хәтерләтә ине.

– Бына Аня инәйҙең донъяһы, утыны һәм йәшәү шарттары, – тине Назаров юҡҡа рәнйетелгән кеше ҡиәфәте менән.

Утын өйөмдәренә ҡарап, мин нимә әйтергә лә белмәнем, сөнки утындарҙың байтаҡ өлөшө, күптән йыйылғанлыҡтан, үҙенең тәғәйен сифатын, йәки яныу һәләтен юғалтҡан, сүп-сарға әйләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, йорт хужабикәһе, пенсионер ҡарсыҡ бер минут та буш тормай, көн һайын, йыл  әйләнәһенә эргәләге урмандарҙан сыбыҡ-сабыҡ , утын ташый икән. Ул арала булмай, утынын һөйрәп, әбей үҙе лә ҡайтып етте.

– Мин ҡырҡмайым, йығылғанды алам, йығылғанды, – тип аҡлана башланы ул беҙҙе күргәс тә, – миңә кешенеке кәрәкмәй.

Аня әбей менән һөйләшкәндән һуң беҙ шуны асыҡланыҡ, ул заманында Ленинград блокадаһын кисергән, бөтә яҡындары үлгән, уны Башҡортостанға эвакуациялағандар һәм ошо ауылға килтергәндәр. Блокадалағы аслыҡ һәм өшөү уның үҙәгенә үткән. Бындағы тормошто ҡотолоу сараһы түгел, ожмах, бер хәсрәтһеҙ йәшәү урыны сифатында ҡабул иткән. Һуғыштан һуң барлыҡ кешеләр үҙҙәренең тыуған ҡалаһына ҡайтып киткән, ә ул бында мәңгелеккә тороп ҡалған.

Ул оҙаҡ торманы, арҡанын күтәреп, яңынан урман яғына ыңғайланы.

Ошо хаҡта элек тә бер нисә тапҡыр ҡәләмдәштәргә һөйләп ҡарағайным, әҙер драма, ниңә яҙмайһың, тинеләр. Икенселәр телевидение өсөн ғибрәтле материал, тип раҫланы.

Әле бына Фәтих ағай менән Аня инәй иҫкә төштө. Байыш яғы кешеләре осраһа, Назаров хаҡында ла һорашам. Үҙҙәрен хәтерләүселәр бар әле. Йәндәре йәннәттә булһын!

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы яҡынлаша бит, ҡәһәрле һуғышҡа уларҙың туранан-тура мөнәсәбәте бар. Үҙҙәрен бер иҫкә алайыҡ!

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: