-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Февраль 2022, 20:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ИКЕ ИР ҺӘМ ТӘСКИРӘ Хикәйә

Тәскирә бөгөн төндә әллә ниндәй төштәр күреп йоҡланы. Аҙ ғына ойоп китһә, анауы, элекке ире килә лә инә. Шул, Фаршаты инде. Уға тағы нимә ҡалмағандыр, тип әйтер ине, ошонда йөрөй, улымды һағынам, ти ҙә килә. Килмәй сараһы юҡ, берҙән-бер балаһы бит. Йома көн кис инеп алғайны, кисә йәкшәмбе индерергә тейеш ине. Килмәне. Бер-ике шылтыратып ҡараны, “абонент ҡырҙа йөрөй”, тинеләр ҙә ҡуйҙылар.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ИКЕ ИР ҺӘМ ТӘСКИРӘ Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ИКЕ ИР ҺӘМ ТӘСКИРӘ Хикәйә

Тәскирә үрелеп кенә видеокамераларының мониторына күҙ һалды. Өфө һымаҡ ҙур мегаполис эргәһендә йәшәгәс, һаҡланыу сараларын күрмәй булмай. Камераларҙы күрһәләр, насар ниәтле кешеләрҙең урап үтеренә лә шикләнмәй Тәскирә. Болдорға сыҡһа, ихата эсендә Фаршаттың машинаһы ултыра. Бәй, ҡасан килеп керҙе икән? Шулай ҡаты йоҡланымы икән, элекке иренең улы менән ҡайтып инеүен дә ишетмәгән бит әле. Моғайын, бәләкәй өйҙә йоҡлайҙарҙыр. Тәскирә иң тәүҙә иренең “Тойота”һының салонына күҙ һалды. Унда берәү ҙә күренмәй. Бәләкәй өйгә, тип атлағайны, күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды, йәйге беседканың һикеһендә ире Фаршат менән улы Раян йоҡлап ята. Уятмайбыҙ, тигәндәрҙер, өйгә инмәгәндәр. Фаршат һиҙгер йоҡлай, Тәскирә күренеү менән, һикереп тә торҙо:

– Ҡасан килдегеҙ? Ишетмәнем, – тине ҡатын һалҡын ғына.

– Икеләр тирәһе ине. Бәләкәй өйгә керәйек, тиһәк, бикле.

Тәскирәнең иҫенә төштө:

– Эйе, бикле. Бикле булырға тейеш.

– Унда кем йоҡлай?

Тәскирә өндәшмәне. Элекке ире булһа ла, нимә әйтергә хәл итмәгәйне. Ҡатын тос ҡына яуап уйлаған арала, бәләкәй йорттоң ишеге шығырлап асылды, һәм унан Фәрүәз күренде.

– Хәйерле иртә, Фәрүәз! – тип өндәште Тәскирә. – Нисек йоҡланың?

– Бик һәйбәт йоҡланым, рәхмәт! – тине теге ир.

– Фәрүәз! – тип тыныс  ғына өндәште Тәскирә. – Бына, таныш бул, минең улымдың атаһы. Элекке ирем була инде.

Ике ир, һөҙөшөргә әҙерләнгән ике үгеҙ һымаҡ, бер-береһен күҙҙәре менән ҡапшаны һәм баһаланы.

– Ярай, мин эш менән булайым, – тине Фәрүәз, балтаһын тотоп, мунса эргәһенә үтте.

– Әллә сәй эскәнсе, һыу инеп киләбеҙме? – тине Тәскирә, Фәрүәзгә ҡарап.

Теге ир, әллә миңә әйтәләрме, тигән ҡиәфәт менән ҡатынға боролдо. Тәскирәнең йыш-йыш күҙ ҡыҫыуын күреп:

– Ниңә, мөмкин, кисә бик шәп булғайны, – тип уйынға инеп китте.

– Һин ҡасан ҡуҙғалаһың? – тине Тәскирә, Фаршатҡа ҡарап.

Ябай һүҙгә әйләндергәндә, был һүҙ “ҡасан күҙемдән юғалаһың” тигәнде аңлата ине.

– Минме? Мин Раян менән балыҡ тотормон, тигәйнем.

– Ай-һай, һиңә тигән балыҡ бармы икән? – тине Тәскирә.

Ҡатын, яуапты көтөп тормай, тиҙ генә өйгә инеп, халатын кейеп, таҫтамал тотоп килеп сыҡты. Баҡса артында ғына ағып ятҡан йылғаға барып еткеләгәнсе, Тәскирә Фәрүәзгә: “Минең һүҙҙәремде йөпләп тор”, – тип бышылдап өлгөрҙө.

Үҙ биләмәһендә ят ирҙе күреү Фаршатты сығырынан сығарҙы: кем бында хужа булып йөрөй ул? Теге икәү ярҙан юғалыу менән, тиҙ генә күршеләге Ғәзизә инәйгә ҡойма аша ҡараны. Уныһы һуған түтәле утап аҙаплана ине.

– Хәлдәр нисек, Ғәзизә инәй? – тине Фаршат, мөмкин тиклем йомшаҡ тауыш менән.

Ҡарсыҡ шунда уҡ ҡойма төбөнә килде:

– Һаумы, улым, һаумы!

– Һин белмәйһеңме, минең бисә нимә ҡылана ул? – тине ир аптыранып.

– Һорашма инде, улым. Былай ҙа этем-һүтем йәшәп ятҡан ергә ят һөйәк килеп ҡыҫылды.

– Ҡасан килде?

–Әллә дүшәмбе, әллә шишәмбе иртән ошонда йөрөй ине. Һораштым, өндәшмәй. Тәскирәне әйтәм, көлә лә ҡуя.

– Полицияға өндәшмәнегеҙме?

– Кисә участковый Сәфәров күренде, нимә һөйләшкәндәрҙер, белмәйем. Былай дәғүәһе тойолманы.

–Исеме нисек икән? – тине ир.

– Фәрүәз, тине шикелле.

– Фамилияһы?

– Юҡ, фамилияһын белмәйем...

Оҙаҡламай, теге икәүҙең, көлөшә-көлөшә, һыу буйынан ҡайтып килгәне ишетелде.

 Фаршат үҙен һаман да хужа итеп тоя, шуға ул  иң алдан атлап, өйгә инде. Уға эйәрә биреп килгән Тәскирә, артҡа боролоп: “Фәрүәз, әйҙә, кер, иртәнге ашты ашайыҡ”, – тине.

– Тәскирә, һин эшкә бармайһыңмы ни? – тине Фаршат.

– Мин отпускы алдым, – тине Тәскирәһе, – ял итергә хоҡуғым бар.

– Ә ниңә мин был хаҡта беренсе тапҡыр ишетәм? – тине Фаршат.

– Мин һиңә был хаҡта әйтергә тейеш түгелмен! – тине ҡәтғи генә Тәскирә.

Фаршат ҡыҙып китергә самалағайны, тиҙ генә һүрелә һалды. Аңды-тоңдо белмәйенсә, низағлашмай торһон әле. Тәскирәнең бәйләнештәре бар, йә полиция саҡырта башлар. Ә был йорт уның исемендә. Былтыр, айырылышып, мөлкәт бүлешеү тураһында һүҙ сыҡҡас, Тәскирә ҡалалағы өс бүлмәле фатирынан баш тартып, ошо өйҙө һайланы. Фаршат тәүҙә ҡатынын отолдо, тип уйлағайны. Бер йыл йөрөгәндән һуң, киреһенсә, үҙенең байтаҡ ҡына юғалтыуына төшөндө. Сәй эсеүгә, Фәрүәз, рәхмәт әйтеп, сығып та китте һәм утын ярғаны ишетелә башланы.

– Быны ҡайҙан таптың? –тине Фаршат. – Документы-маҙар бармы?

– Тапҡанмы, тапмағанмы, лотерейға отҡанмы – уныһы минең эш. Шуға күрә, мөмкин булһа, минең тормошома ҡыҫылма.

– Ни тиһәң дә, мин – һинең улыңдың атаһы. Тимәк, беҙҙе уртаҡ яҙмыш берләштерә. Мин улым менән бер өйҙә кемдең йәшәүен белергә тейешмен.

– Улайһа, белеп тор: Фәрүәз Себерҙән ҡайтты. Менделеев урамында фатиры бар. Бында уға оҡшай. Минең менән булған тормошо ҡәнәғәтләндерә. Тағы ниндәй һорауҙарың бар?

– Һорауҙар юҡ. Минең әйтер һүҙем бар ине...

– Һөйлә, мин һине тыңларға әҙер, тик минең тормошома ҡыҫыла торған һүҙҙәр булмаһын.

– Һинең тормош... Ҡыҫҡаһы, мин һиңә кире ҡайтырға булдым.

– Һа! Һин ҡартаяһың, хәтерең насарланған. Былтыр нимәләр ҡыланып сығып киткәнеңде онотманыңмы? Иҫеңә төшөрәйемме?

– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй. Күргем дә, хәтерләгем дә килмәй.

– Юҡ инде, мин һинең хәтереңде яңыртып алырға тейешмен.

Тәскирә телефонын килтереп сығарҙы ла  видеоһын асты. Унда сәстәре туҙған Фаршат пәйҙә булды һәм ҡулдарын болғай-болғай һөйләй башланы: “Һин минең тормошомдо харап иттең, *****! Хәҙер мин нисек йәшәргә лә белмәйем, *****!“

– Етәр, мине язалама, – тине Фаршат, – ошоноң менән бәйле, үҙемдең үкенеүемде белдерәм, һәм һин мине ғәфү ит!

– Нисек ғәфү ит? Мин һинең тормошоңдо харап итәм? Һәм мин һине ғәфү итәмме?

– Шулай килеп сыға инде, – тип күнде Фаршат.

– Ә мин риза түгел, – тине Тәскирә, – әле мин һине ғәфү итергә уйламайым да! Шулай булғас, һин үҙеңдең “ирекле” статусыңды һаҡлай алаһың. Ә йәш бисәңде нисек ҡалдырырға уйлайһың?

– Уның менән минең проблемалар юҡ.

– Нисек проблемалар юҡ? Уның балаһы бар.

– Эйе, УНЫҢ балаһы бар. Ул бала минеке түгел.

– Улайһа, һин мине лә алданың килеп сығамы инде?

– Нисек оҡшай, шулай аңла, Тәскирә. Минең ул балаға мөнәсәбәтем юҡ.

– Бик ауыр хәлдә ҡалғанһың икән. Бала һинеке түгел, мин һинең менән йәшәргә теләмәйем, йәш ҡатының һине яҡын ебәрмәй. Һуң, исмаһам, фатирыңды һаҡлап ҡалдыңмы һуң?

– Мөмкинме, был хаҡта һуңыраҡ?

– Әһә, аңлашылды, – тине ҡатын, – йә фатирҙы һин уға биргәнһең, йә бүлешкәнһең.

– Тәскирә, мин унан ҡотолоу өсөн өҫтәп, аҡса бирергә лә әҙер инем. –––Аңлауымса, һинең йәшәргә урының юҡ һәм һин миндә туҡталырға булдың?

– Эйе, хәлемде аңла, Тәскирә.

– Аңлайым. Еңел түгел. Ә был көнгә һине кем төшөрҙө? Бары тик үҙең. Ә мин һиңә күпме һөйләнем: аҡылыңа кил, ғаиләңде тарҡатма. Улың һине ярата, һағына, тинем, һин тыңламаның.

– Хәҙер бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға яҡшыраҡ булыр.

– Фаршат, шуны бел: хәҙер минең трансфер хаҡы күтәрелде. Ә һинеке, киреһенсә, төштө. Һин бындағы түшәккә дәғүә итә алмайһың. Уның хужаһы бар. Ана, ишетәһеңме,”туҡ” та “туҡ” утын яра. Ә ул утынды былтыр уҡ һин ярырға тейеш инең. Һинең өсөн ул яра, һинең урыныңды ла ул алды. Шулай булғас, бында килеп, башымды әйләндереп, тормошомдо боҙоп, Фәрүәздең йәнен көйҙөрөп йөрөмә!

– Ҡабаланма, Тәскирә! Мин әлегә өмөтөмдө өҙмәйем. Уның һымаҡ, үткенсе ир күп булыр. Ә мин, барыбер, һыналған кеше.

– Эйе, һыналған кеше. Кире яҡтан баһа алған кеше һин.

Тәскирә мунса яҡ тәҙрәне асты ла:

– Фәрүәз, бында ин әле, һөйләшеп алайыҡ, – тип өндәште.

***

Оҙаҡламай Фәрүәз  йортҡа килеп инде. Тәскирә уны ниндәйҙер бер йылы ихласлыҡ менән өҫтәлгә саҡырҙы. Шулай итеп, ике ир был  юлы уртаҡ өҫтәл  артында осрашты.

Тәскирә үҙенең бында өҫтөнлөклө хужа икәнен йәшереп торманы. Фәрүәзгә аш һалып бирҙе, ҡалаҡ ҡуйҙы, шым ғына ашай башланылар.

– Йә, Фәрүәз, әйт әле,  бында нисек? – тине Тәскирә. – Юғиһә, бына Фаршат ҡустың борсола, һиңә бында оҡшаймы икән, ти.

– Ифрат оҡшай, бында йәшәргә мөмкин, – тине Фәрүәз.

– Тимәк, һин бында йәшәргә риза? – тине Тәскирә.

– Эйе, үҙем теләп килдем бит, – тине Фәрүәз.

– Бына Фаршат, ҡайтам, ти бит әле, өйгә кертәйекме?

Фәрүәз, был һорауға нәмә тип яуап бирергә белмәйенсә, бер Фаршатҡа, бер Тәскирәгә күҙ һалды һәм ҡатындың йылмайыуын күреп:

– Әллә тағы, бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыйырмы икән? Ай-һай, бик күп булыр ул.

– Мин дә шулай уйлайым, – тине Тәскирә. – Ике иргә бер хеҙмәтсе тура килә. Мин бер үҙем.

Фәрүәз һаман уйын ҡағиҙәләрен ҡабул  итергә тырыша:

– Беҙ инде бөгөн бар, иртәгә юҡ, ә һин бында хужабикә. Һин нисек әйтһәң, шулай буласаҡ.

Фаршат уларға уҫал ғына ҡарап алды.

– Күҙеңдең ағын әйләндермә, – тине Тәскирә. – Һин һаман шул элекке Фаршат икән. Мин һинең ҡайтыуыңа риза түгел. Бер йыл үтеп китте, мин күндем. Иҫеңә төшһә, сығып китәһең йә ҡайтып керәһең. Улай булмай. Ир була бел! – тине Тәскирә һәм үҙе шым ғына Фәрүәзгә күҙ ҡыҫты.

– Йә, Тәскирә, әйт, бына икәү ултырабыҙ, ҡайһыбыҙҙы һайлар инең? – тине Фәрүәз.

Был уйын Тәскирәнең үҙенә лә оҡшай башланы, хатта көлөп ебәрҙе.

– Мин бер ваҡытта ла һайланып йөрөмәнем, ундай мөмкинлегем дә булманы. Икегеҙҙе лә аҙмы-күпме беләм, мин, Фәрүәз, һине һайлайым һәм һиңә ҡалырға ҡушам.

Фаршат, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, үрһәләнде, ҡара янды, хатта үҙенән-үҙе йоҙроҡтары төйнәлде: ҡара, уны бит кәмһетәләр, ситкә тибәләр! Алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғандар былар. Юҡ, бөгөн ҡыҙырға ярамай – Фаршат үҙен тынысландыра. Әгәр кәрәк булһа инде, ул көрәшергә әҙер.

Икәүләшеп урамға сыҡтылар. Фаршат Фәрүәзгә терәлеп тигәндәй боролдо:

– Кискә ҡайтам, бында эҙең дә булмаһын! Мин ике ҡат һөйләп тормайым.

– Минең өсөн борсолма. Үҙеңә урын эҙлә һәм тап, ҡустым. Әле генә ишеттең: хужабикә миңә ҡалырға ҡушты.

Фаршат киҙәнеп һуғырға уйлағайны, Тәскирәнең сығып килгәне күренде. Асыуланған ир машинаһына ултырҙы ла ҡала яғына  ыңғайланы.

Тәскирә Фәрүәз эргәһенә килде:

– Һин, Фәрүәз, ҡыйыу икәнһең, бирешеп торманың, рәхмәт һиңә, миңә бик ныҡ ярҙам иттең, – тине. – Әллә кем булып йөрөмәһен әле. Бүлмәңдә нисек, йәйге йорт оҡшанымы? Нисек урынлаштың? Әйҙә әле, ҡарайыҡ. Серәкәйҙәр мәшәҡәтләмәнеме?

Бәләкәй өйҙөң ҡунаҡ бүлмәһенә үттеләр. Унда һалҡынса ғына икән.

– Бында уңайлы, – тине Фәрүәз, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡулдары Тәскирәне ҡосаҡлап алғандай булды. Тегеһе һабыр ғына йылмайҙы, юҡ, йылмаймай, яҡшылап ҡара – ул бит һине саҡыра, арбай. Юҡ, был ябай ғына арбау түгел – ҡатын мөхәббәткә, һөйөүгә  сарсаған, мәшәҡәтле тормоштан арыған, үҙен яратыусы, яратылыусы гүзәл зат итеп тойорға теләй. Ә күҙҙәре эргәлә генә, һутлы ирендәре уның утлы ҡарашын һурып алырлыҡ. Аһ, Тәскирә, нишләйһең тағы, йотолаһың бит! Нимә көтәһең, Фәрүәз! Ул ,үҙе лә һиҙмәҫтән, Тәскирәгә тағы ла яҡынайҙы. Ир кешегә ярай, уларға рөхсәт ителә.

Ҡатындың йәне көйә башланы: нимә көтәһең тағы, ҡыйыуыраҡ! Тәскирәнең мөлдөрәмә һөйөү тулы ҡарашы түгелгәндәй булды. Юҡ, әлегә сайпылды ғына. Фәрүәз һаҡ ҡына үбә, Тәскирә тамам онотолдо, икеһе бергә осоп киткәндәй булды.

Әллә алыҫтан, әллә эргәлә генә улы Раяндың “Әсәй!” тип өндәшкәне ишетелде.

***

Тәскирә ниндәйҙер гонаһ ҡыла яҙып, тотолоуҙан ҡотолған ҡиәфәттә йүгереп урамға сыҡты. Сыҡмай ни, берҙән-бере – улы саҡыра бит. Раян йәйге беседкала аптыранып, тирә-яҡты байҡап ултыра.

– Улыҡайым уянған бит! – тип әсәһе Раяндың арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйҙө.

Раянға ул ғына етәме һуң инде?

– Әсәй, мин асыҡтым, – тине һуҙып ҡына.

Тәскирә улын етәкләп эскә алып инде. Ашарға нәмә кәрәк, алдына теҙеп ултыртты. Кәнфиттәрен ситкә алып ҡуйҙы. Тағы тәмле-татлыға йәбешеп, аппетитын бөтөрөп ҡуймаһын. Кисә атаһы менән ашау бик эләкмәгән күрәһең, малай ҡалаҡҡа ныҡлап тотондо.

Урамда ярылған утын тейәлгән бер машина үтеп китте. Алыҫ та китмәне, кире боролоп, ҡапҡа алдына ултырҙы һәм сигнал бирә башланы. Тәскирә тәҙрәнән үрелеп ҡараны, утын тейәлгән машина ултыра, кем ебәрҙе икән? Бәлки берәйһен эҙләйҙер? Икенсе тәҙрәгә һонолоп, утын ярып йөрөгән Фәрүәзгә өндәште:

– Фәрүәз, ҡара әле, унда кемдер килгән, шикелле, сигнал бирә.

Ул арала булмай, утын тейәгән “Газель” мунса эргәһенә килде һәм йөгөн бушатып, сығырға йыйынды. Фәрүәз ҡапҡаны япты ла, өйгә керҙе.

– Нимә бар? – тип аптыранды Тәскирә, күҙҙәрен ситкә алып.

– Утын килтерҙеләр.

– Утын? Кем ебәргән?

– Адресын яҙған: “Үҙәк урам, 14-се һанлы йорт, Вәлиев”.

Фамилияһын әйткәс кенә, Тәскирәгә барып етте: утын өсөн бая Фаршатты әрләгәйне, моғайын, шул ебәргәндер. Ярай, урамға килеп ингән утынды өйөп ҡуйырға ғына кәрәк.

– Мин утынды өйә торам, – тине Фәрүәз.

– Ярай, беҙ ҙә сығырбыҙ хәҙер, ярҙам итербеҙ.

Өсәүләшеп, утын өйөргә тотондолар. Фәрүәз утындарҙы икешәрләп тә, өсәрләп тә ала ла, урынына теҙә бара. Үҙе бая Тәскирә менән булған хәлде уйлай. “Ныҡ ҡатын, әсә кеше шул. Улы саҡырыу менән, һыпырылып сыҡты ла китте”. Күңелендә Тәскирәгә ҡарата хөрмәт тойғоһо нығынды. Фәрүәз ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙҙы аңлай алманы. Әлеге осраҡ уны тағы бер уйланырға мәжбүр итте. Тәбиғи теләктән әсәлек инстинкты күпкә юғарыраҡ икән. Ана, улын ҡайһылай иркәләп, утын ташырға өйрәтә:

– Улым, көсөң етмәҫ, – ти әсәһе, – берәмләп кенә ал. Ошонда килтер ҙә, эргәһенә һалып ҡуй, буйың етмәҫ.

“Газель”ға утын күп һыямы ни инде, бер сәғәт тә булманы, тәҫләп өйөп тә ҡуйҙылар. Ярай, ҡышҡылыҡҡа артыҡ булмаҫ. Фәрүәз ҡалған утынды ярып ҡалды, Раян менән Тәскирә өйгә инеп киттеләр. Бер аҙҙан ҡатын кире сыҡты. Көрөшкә менән ҡымыҙ тотҡан.

– Фәрүәз, мә, ҡымыҙ ҡойҙом, эс, – тине ул.

– Эсһәм, ҡыҙып китәм бит, ни эшләрһең икән? – тине Фәрүәз, шаяртып.

– Ҡыҙғаныңды ла күрергә яҙҙы, – тип шаян йылмайҙы Тәскирә, – ярай улым саҡырып өлгөрҙө.

– Ә беҙ уны ҡабатлай алабыҙ, – тине ир, өй яғына күҙ ташлап.

– Өлгөрөрбөҙ, ҡабаланмайыҡ. – тине ҡатын, һаран ғына йылмайып. – Ә үҙең ҡатын-ҡыҙҙың башын әйләндерергә оҫта икәнһең! Кискә, ярармы?

– Бер аҙна көттөм, кискә тиклем түҙербеҙ, – тине Фәрүәз, йылмайып, – тик кискә мин булырмынмы икән?

– Ниңә, ҡайтырға итәһеңме ни?

– Бая ғына мин бик ҡәтғи күрһәтмә алдым. “Кискә эҙең дә булмаһын”, тинеләр.

– Кем әйтте? Фаршатмы?

– Ну, аныҡлап тормайым, һәр хәлдә, шул тирәнән. Тик мине унан ҡурҡты, тип уйлама.

– Бында мин – хужабикә. Минең күрһәтмәләр генә үҙ көсөнә эйә. Шулай булғас, һин уның һүҙҙәрен инҡар итә алаһың. Ана келәттә йоҙаҡ тора. Алып, урам ҡапҡаһын бикләп ҡуй. Кис ҡайтып, кем бикләне, тип тауыш күтәрһә, миңә һылтан. Ә асҡысын үҙең түгел, мин дә белмәгән ергә йәшереп ҡуй.

– Ә машинаһын ҡалдырып, ҡойма аша килеп керһә?

– Ҡалдырмаясаҡ. Сөнки бер нисә йыл элек урамда ҡалғайны машинаһы, дүрт тәгәрмәсен дә тишеп киттеләр. Шунан бирле, урамда ҡалдырырға ҡурҡа.

– Да, кемделер, дүрт тәгәрмәсте тишерлек итеп үпкәләтергә лә кәрәк бит әле.

– Заманында ҡыланды инде, – тип көлөп ҡуйҙы Тәскирә, – урамға сыға ла, үҙенең түрә икәнлеген күрһәтеп, тәртип урынлаштырып йөрөргә ярата ине. Иҫереп күренһәләр, шым ғына йөрөһәләр ҙә, милицияға, йә полицияға оҙатһынмы.

– Мине лә шулайтырмы икән? – тине Фәрүәз.

– Булмаҫ, тимә... Әллә һин унан ҡурҡаһыңмы?

– Эй, Тәскирә, мин ҡурҡыр йәштән үткәнмен инде. Хәҙергеләр араһында кемдәр генә юҡ. Ҡуйынында бысаҡ йөрөткәндәре лә бар, ҡайһы кеше, “травматик”һыҙ, урамға сыҡмай. Ә мин ҡорал яратмайым. Күп мәсьәләне ҡоралһыҙ ғына хәл итергә мөмкин.

– Ә мин кис булғанын көтәм, – тине Тәскирә, мут йылмайып, – тик һин ҡурҡып торма, ныҡ бул!

– Бирешмәм, тип уйлайым, – тине Фәрүәз, – ошо йәштә ҡатын-ҡыҙ өсөн көрәшеп йөрөүе – үҙе бер бәхет!

– Ысынлапмы? – тип яңғыратып көлдө Тәскирә. – Яңыраҡ әхирәттәр менән мунсаға барғайным, шунда, һүҙ артынан һүҙ сығып, кем өсөн нисә тапҡыр һуғышҡандары хаҡында маҡтаныштыҡ. Дөрөҫ булһа, Йәмилә менән Мәрйәм өсөн дөмбәҫләшеп тә, бысаҡлашып та, атышып та бөткәндәр. Ә минең өсөн, исмаһам, бер сәкәләшһәләр... Хатта уңайһыҙ булып китте.

– Һин бигерәк дөрөҫ юлдан атлай торған ҡатын-ҡыҙ шул. Шулай булмаһа, береһенә ҡылыс тоттороп, икенсеһенә хәнйәр биреп, “һуғыштырып” булмай инеме ни?

– Кем белә, бәлки алдағандарҙыр? Мин инде бушты бар, тип һөйләй алманым.

– Ярай, әҙерлән. Бөгөн был бушлыҡты ла тултырасаҡбыҙ. Исмаһам, емерелгән танауҙарыбыҙҙы күрерһең.

– Әллә һин, ысынлап та, һуғышырға итәһеңме? – тип аптыраны Тәскирә.

– Үҙең, минең өсөн һуғышҡандары юҡ, тип дәртләндереп тораһың да баһа. Әллә үҙеңде ир-егеттәр бер-береһе менән көс һынашырлыҡ түгелмен, тип иҫәпләмәйһеңдер?

Тәскирә тағы рәхәтләнеп көлдө. Хатта күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Ҡулъяулыҡ алып, битен-күҙен һөртә-һөртә  саҡ тынысланды.

– Йә, ярай, аңлаштыҡ, – тине ул, – тик, ҡара уны, бирешә башлаһаң, мин, һине яҡлап, күҫәккә тотонасаҡмын!

– Ә Раян кемде яҡлаясаҡ? – тине Фәрүәз.

– Ул ҡыҫылмаһын. Мин уны йоҡларға һалырмын.

Фәрүәз ҡулына таҫтамалын алды:

– Әйҙә, Раянды саҡыр, һыу инеп киләйек.

Һыу буйына төштөләр. Ҡала яҡын булғас, бында кеше лә күп шул. Тирәктәр күләгәһендә усаҡ яғып, ит ҡурыусылар күренә башланы, төрлө төҫтәге  палаткалар ултыра, сатырҙар ҙа ҡалҡа.

Фәрүәз төшөп, бер-ике сумып сыҡты.

– Ә Раян ниңә төшөргә икеләнеп тора?  Кил, мин һине йөҙөргә өйрәтәм.

Фәрүәз малайҙы һаҡ ҡына уртағараҡ алып, бер нисә күнекмә күрһәтте. Раян үҙе отҡор икән, күп тә үтмәне, һыуҙа ярайһы ғына иркен сума башланы. Шулай ҙа, әсәһе улы өсөн борсола, һайыраҡ тәңгәлгә  сығарҙылар. Йөҙөүҙең бер тәмен белеп алғас, туҡтай буламы һуң инде? Сумып та китә, йөҙөп тә килеп сыға. Яр ситендәге тирәк күләгәһенә ултырып, ҡымыҙ эстеләр, ҡомға төшөп, ҡыҙындылар. Киске алтыларҙан һуң яңынан өйгә ҡайттылар.

Көтөүҙән дә ауыр эш юҡ бит инде ул. Машина үткән һайын, Фәрүәз урамға ҡарай. Быға Тәскирә лә иғтибар итте.

– Көтәһеңме? – тине ул Фәрүәзгә ҡарап.

– Көтәм.

– Тулҡынланаһыңмы?

– Тулҡынланмайым.

– Дөрөҫ эшләйһең. Тулҡынланырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Көтөп, үҙеңде борсома. Ул һуң ҡайтасаҡ. Мәҫәлән, киске туғыҙҙарҙан һуң.

Өсәүләшеп ултырып, киске ашты ашанылар. Фәрүәз шуға иғтибар итте: ҡатын, бер тәрилкә ашты айырып, һыуытҡысҡа ултыртып ҡуйҙы. Фаршатҡа – киске аш. Хәстәрлекле икән. Үҙе  ситкә ҡыуһа ла, ашынан мәхрүм итмәй. Ас ҡайтыр, ас йөрөмәһен, тиҙер инде.

Ҡойма артында бер джип туҡтаны һәм сигнал биргәне ишетелде.

Фәрүәз шунда уҡ улар эргәһенә сыҡты. Иҫке генә джип, унан өс егет төштө.

– Ниндәй проблемағыҙ бар, егеттәр? – тине Фәрүәз.

– Һин Вәлиевмы? Фаршатмы? – тине егеттәрҙең йыуанырағы.

– Мин Фаршат та, Вәлиев та түгел, – тине Фәрүәз.

– Ә ул ҡайҙа? Бар, саҡыр, сыҡһын.

– Ул ҡайтып етмәне әле.

– Алдамайһыңмы? – тине теге “”Йыуан”. – Бәлки ул өйҙә боҫоп яталыр?

– Ә ул бында йәшәмәй.

– Йәшәмәй? Ә кисә машинаһы ошонда булған!

– Иртән ҡалаға китте ул.

– Һин нимә башты әйләндерәһең? – тине теге “Йыуан”.

Фәрүәз бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ихата эсенә кире инеп китте һәм ҡапҡаны шартлатып бикләп ҡуйҙы. Тегеләр ҡапҡаны шаҡый башланылар.

Фәрүәз кеҫәһенән телефон алды һәм тегеләр ишетһен өсөн, ап-асыҡ итеп: “Майор Мостафин борсой. Шатлыҡ ауылы, Үҙәк урам, 14-се йорт. Ниндәйҙер бандиттар ҡоторона. Наряд ебәрә алаһыңмы?” – тип әйтеүгә, урамдағы джиптың, асфальтты сыйылдатып, сығып киткәне генә тойолдо. Ярты сәғәт тә үтмәне, өс полицейский менән бер “Форд” килеп тә туҡтаны.

***

Полицейскийҙар оҙаҡ торманы. Фәрүәз менән ипле генә һөйләштеләр ҙә, теге джиптың номерын яҙып алдылар.

– Бөгөн таңға тиклем шылтырата алаһығыҙ, беҙ ошо юлда дежурҙа, – тине төркөмдөң етәксеһе, лейтенант.

– Юҡ, әллә ни мәшәҡәттәр көтөлмәй, – тине Фәрүәз, – шулай ҙа белеп булмай, ярҙам кәрәкһә, мин һеҙгә мөрәжәғәт итермен. Полицейскийҙар киткәс тә, Фәрүәз Тәскирә эргәһенә килде.

Фәрүәздең башына икеле-микеле уйҙар килә. Шикләнмәйенсә булмай шул, ул әле булһа, үҙенең хоҡуҡтарының ҡайҙа башланыуын һәм ҡайҙа бөтөүен белмәй. Ярай, Тәскирә менән уртаҡ тел таптылар, бергә донъя көтә башланылар, ти. Раяндың да улар менән йәшәүенә ризалашырға мөмкин. Малай Фәрүәзгә оҡшай – ул бик ихлас һәм ирәбе. Ә инде Тәскирәгә килгәндә, шәп-шәп атлап, һәр эште еренә еткереп башҡарып өйрәнһә лә, үҙенең ысын асылын асып бөтмәгән һымаҡ. Ярай. Фаршат сығып китте, мөлкәтте бүлеште, ти. Ана бит ҡайтып керергә лә күп һораманы. Ә инде уның Фәрүәзде ҡурҡытырға, бынан ҡыуырға самалауы бөтөнләй ғәмәлгә һыймай.

Кис көнө ашап алғас, Раян өй алдында уйнарға  сыҡты, ә Фәрүәз Тәскирә менән һөйләшергә теләп, ултырып ҡалды.

– Һин һаман үҙеңдең яҙмышыңды уйлайһың, шикелле, – тине Тәскирә көлөмһөрәп. – Мин һине бында юҡҡа алып килмәнем. Һин – минең ирем. Шуға, Фәрүәз, баҙнатһыҙ  ғына йөрөүеңде ташла.

– Күреп торам, һин бик тәүәккәл ҡатын, – тине Фәрүәз, – ләкин мин бында килгәнсе, һинең иреңдең ниндәй уй-ниәттәр менән йөрөүен белмәй инем. Әле ул, бына, ҡайтам, ти бит инде.

– Һин тағы икеләнәһең, миңә был оҡшамай. Мин һиңә ҙур өмөттәр бағлағайным, – тине Тәскирә, күңеле төшкән һымаҡ.

– Юҡ, мин һинең дә хәлеңде аңлайым. Мин ҡаршы түгел, хатта мин риза. Шулай булғас, беҙгә Фаршаттан ҡотолорға ла, бергә донъя көтә башларға кәрәк.

– Дөрөҫ әйтәһең, беҙ бергә буласаҡбыҙ. Фаршатты һин бөтөнләй онот. Ул юҡ, булманы һәм булмаясаҡ та. Элекке ирем үҙ ихтыяры менән сығып китте, ләкин, минең рөхсәтемдән башҡа, ҡайтмаясаҡ.

– Тәскирә, ә һинең атайың менән әсәйең тормошоңдо беләме?

– Әлбиттә, белә. Ләкин уларҙың да үҙ талаптары бар. Әсәйем, мәҫәлән: “Никах уҡытмайынса, ЗАГС-ҡа бармайынса, беҙҙең фатиханы алмайынса, бергә йәшәй башларға ашыҡмағыҙ”, – ти.

– Ярай, никахын уҡытмаһаҡ та, ЗАГС-ҡа барып, ғариза бирәйек? Мин һинең менән бергә йәшәргә теләйем, бер-беребеҙҙе байтаҡтан бирле беләбеҙ.

– Мин инде ризалығымды ҡат-ҡат әйттем, – тип көлдө Тәскирә, – тик әсәйем, ЗАГС-тан бигерәк, никах уҡытыуҙы мөһим, тип иҫәпләй. Ул намаҙ уҡый, беҙҙең өйҙә дини йолалар теүәл  һаҡлана, мин уларға ҡаршы бара алмайым.

– Ә ниңә ҡаршы барырға? Улар – риза, мин, мәҫәлән, уларҙың фекере менән килешәм, – тине Фәрүәз.

– Һинең тағы ниндәй тәҡдимең бар?

– Әйҙә, йома көндө, үҙебеҙҙең генә кешеләрҙе йыйып, никах уҡытабыҙ. Мин мулла алып килермен, – тине Фәрүәз.

– Ысынлапмы? – тип ҡыуанып китте Тәскирә. – Шәп булыр ине.

– Ҡарарбыҙ.

– Ярай, ҡарарбыҙ. Хәҙер инде һин, сығып китәм, тиһәң дә, мин ебәрмәйәсәкмен, – тине Тәскирә.

– Улайһа, исемлек төҙө, нимәләр алабыҙ – яҙ. Киләһе  йома сәғәт өстә никах уҡытабыҙ!

Ул арала булмай, ҡараңғы төштө. Раян килеп керҙе:

– Әсәй, мин ҡайҙа йоҡлайым? – тине.

– Әйҙә өйгә инәйекме? – тип әсәһе улын эскә алып кереп китте.

Бер ярты әсғәт тә үтмәне, Тәскирә яңынан сыҡты.

– Раянды әйтәм, арыған, ахыры, йоҡлап та китте.

– Арымай ни, күпме утын ташыны, һыу индек.

Улар икәүләшеп ағастар араһындағы эскәмйәгә барып ултырҙылар. Тирә-яҡты яҡтыртып, ай ҡалҡты. Төрлө урында музыка тауыштары ишетелә.

Фәрүәз ҡатынды ҡосаҡлап алды.

– Ҡуй, көтөп тор, ҡабаланма, – тип бышылданы ҡатын.

Фәрүәз, баяғы, һөйләшеүҙе иҫкә төшөрөп:

– Ярай, һин теләгәнсә булһын, – тип тынды, – ә никахҡа нисә кеше саҡырабыҙ?

– Бик яҡындарҙы саҡырабыҙ тиһәк – унау, дуҫ-иште тиһәк, егермеләп йыйыла инде.

– Бәй, улай күп булмаһа, кафеға ла барып ултырырға мөмкин.

– Миңә бында нығыраҡ оҡшай. Теләгәндәр – ҡуныр, мунса яғырбыҙ, һыу инербеҙ.

– Күңелгә ҡайһылай рәхәт, йылы. Саф һауа. Тап ауылдағы һымаҡ бит әле! Беҙҙең ауылда ошолай була торғайны, – тине Фәрүәз, – тып-тыныс, һауа шундай таҙа.

– Беҙҙең ауылда ла шулай, – тип бышылданы Тәскирә, – һин миңә үпкәләмә. Үҙемде йәп-йәш, ауылда егетемдең ҡосағында итеп тоямын.

– Ә ниңә, шулай түгелме ни? Мин бит – һинең егетең.

– Күңелем һиҙә һәм хаталанмайым һымаҡ – һинең менән йәшәргә була, Фәрүәз.

– Мин дә шулай уйлайым.

– Ә былтыр, Фаршат ташлап киткәс, мин бик ауыр хәлдә ҡалғайным. Ҡайҙа барһам да, нимә эшләһәм дә, ул алдыма килеп сығыр һымаҡ. Бер айға һуҙылды ошо яза. Ҡайтыуын шул хәтлем теләй инем. Әллә яраттыммы икән? Көн һайын төшөмә кереп йөҙәтте. Ҡатын-ҡыҙ күнә икән. Ана, үҙең күрҙең, ҡайтып йығылды, ә минең күрәһем дә килмәй уны.

Байтаҡ ултырҙылар. Икеһенә лә иртәгә эшкә түгел. Бер-береңә иҙрәп, таңға тиклем ултырырға мөмкин.

Шул ваҡыт бер машина килеп, уларҙың ҡапҡаһына боролдо һәм туҡтаны.

– Уф, тәки ҡайтты, – тине Тәскирә кәйефһеҙ генә.

– Кем ҡайтты? Фаршатмы?

– Шул булмай, кем ҡайтһын инде? Да, бынан ҡотолоуы ауыр буласаҡ.

Фаршат булды, ахыры, ҡапҡаны шаҡыны. Тәүҙә еңелсә генә, аҙаҡ нығыраҡ һуҡты. Хатта күрше Ғәзизә инәйҙең эте өрә башланы. Ҡарсыҡ үҙе килеп сыҡты, урам яғында мөңгөрҙәгәне ишетелде. Ҡапыл, баяғы, джип булдымы икән, геүләп, килеп сыҡты һәм туҡтаны. Кемдәрҙер йүгерешеп төштө, шикелле. Тегеләр ҡысҡырышыуға, тын һауаны ярып, кемдер атты. Фәрүәз ирҙәр дөмбәҫләшкән ергә йүгереп барыуға, тегеләр ҡуҙғалып та китте. Тыш яҡта, ҡапҡа эргәһендә, берәүҙең ыңғырашҡаны ишетелде.

Тәскирә, йүгереп кереп, өйҙән асҡысты алып сыҡты, Фәрүәз патруль машинаһына  саҡырып, шылтырата һалды. Сыҡһалар, ҡапҡа алдында ғына, Фаршат ята. Ул уң яҡ ҡабырғаһын тотҡан да, туҡтауһыҙ ыңғыраша. Ә машинаһы ҡайҙа? Машинаһы күренмәй. Тимәк, бая килгән бандиттар уның машинаһын тартып алыу өсөн эҙләгәндәр һәм әле алып та киткәндәр.

Полиция патруле килеп етте. Машинаһының номерын белергә тырышалар, ләкин ярым һушһыҙ ятҡан Фаршат нәмә тураһында һүҙ барғанын аңламай ҙа ҡуя. Полицейскийҙарҙың өлкәне рация аша ике машинаны туҡтатырға кәрәклеге хаҡында әйтте һәм шунда уҡ “тиҙ ярҙам” машинаһы саҡырҙы.

Өтәләнеп, Тәскирә килеп сыҡты һәм яралы ятҡан Фаршатты танып, йөрәгенә тотондо.

– Кемдең эше икән?! – тип Ғәзизә ҡарсыҡ аһылданы.

Фаршат аҙға ғына һушына килде, башын күтәрҙе һәм күҙенә Фәрүәз салынды:

– Һин, һинең генә эшең был! Мине атып үлтерерлек ниндәй зыян килтерҙем мин һиңә? Һин, һин, – тине һәм тағы ла һушын юғалтты.

 Фәрүәз тәүҙә Тәскирәнең элекке иренең яҫҡыныуына бик иғтибар итмәгәйне. Яралы кеше нәмә генә һөйләмәҫ. Тик Фаршаттың хаталаныуының үҙе өсөн бик ҡиммәткә төшәсәген ул һуңынан ғына аңланы.

Полиция саҡыртҡас, “тиҙ ярҙам” да тиҙ йөрөй икән. Ярты сәғәт тә үтмәне, медицина ярҙамы килеп етте һәм һушһыҙ ятҡан Фаршатты һуҙып һалып, ҡала яғына уҡталды. Полиция нарядының етәксеһе Фәрүәз эргәһенә килеп: “Һеҙгә беҙҙең  менән бергә эске эштәр бүлегенә барырға тура килә”, – тип иғлан итте.

Фәрүәз аптыраны. Уны ниңә алып китәләр? Ул үҙен алда нимә көтөрөн белмәй ине.

***

Фәрүәз арлы-бирле ҡаранғансы, күҙҙәре менән Тәскирәне тапҡансы, уны полиция машинаһының артҡы бысраҡ бүлегенә тыҡтылар ҙа, бикләп тә ҡуйҙылар. Аптыранған ир нәмә булғанын төшөнөрлөк хәлдә түгел ине. Ярҙамға өмөт иткән һымаҡ, тоноҡ ҡына тәҙрә аша тағы халыҡ яғына күҙ ташланы. Тәскирә уның яғына бөтөнләй ҡарамай. Арты менән баҫҡан да, эргәһендә торған оҙон буйлы бер ир менән нимә хаҡындалыр һөйләшә. Фәрүәз Тәскирәнең иғтибарын йәлеп итергә тырышып, тәҙрәгә шаҡып ҡараны. Ләкин, күпме генә шаҡымаһын, уға иғтибар итеүсе булманы.

– Нимә тауышланаһың? – тип бер полицейский тимер ишекте асты. Икенсеһе  киҙәнеп-киҙәнеп Фәрүәзгә һуҡты ла ҡулдарына бығау һалды.

Тәскирәне эҙләп, тағы ла ҡаранырға мәжбүр булды. Был юлы ул эҙләгән ҡатын бөтөнләй күренмәне.

Машина ҡала яғына ыңғайланы һәм төн уртаһында полиция бүлексәһенә килеп туҡтаны. Полицейскийҙар машинанан төштө, ҡабаланмай ғына, нәмә хаҡындалыр бик күңелле итеп һөйләштеләр, хахылдашып көлөштөләр. Фәрүәз үҙенең хоҡуҡтарын белә, шуға күрә донъяла үҙенең барлығын белдереп, “оя”һында һелкенеп ҡуйҙы. Ләкин полицейскийҙар араһында уға иғтибар итеүсе табылманы. Бер аҙҙан тегеләр яңынан машинаға тейәлеп, ҡыҙыллы-зәңгәрле уттарын ялпылдата-ялпылдата алға ынтылды. Оҙаҡламай, бер төнгө клуб эргәһендә туҡталдылар. Күҫәктәрен һөйрәп алып, үҙҙәренең коллегаларына ҡушылдылар. Икәүһе клуб эсенән берәүҙе һөйрәп алып сыҡты ла, Фәрүәз эргәһенә ырғытты. Теге әллә иҫергән, әллә наркотик ҡулланған, тәүҙә бер нәмәгә иғтибар итмәй, иҙәнгә бөгәрләнеп ятты. Урын тар булғас, Фәрүәзгә мөйөшкә күсеп ултырырға тура килде. Иҙәндә ятҡан кеше нәмәлер әйтергә теләй һымаҡ, ләкин хырылдағаны, ваҡыт-ваҡыт тыны быуылғаны һиҙелә. Дежур машина тағы ла ҡала буйлап китте. Иҙәндә ятҡан кеше бөгәрләнә-бөгәрләнә күсеп йөрөй һәм Фәрүәздең аяҡтарына тотонорға итә.

Тағы ҡайҙалыр туҡтанылар, төштөләр. Әһә, бында туй бара, шикелле, тип уйлап ҡуйҙы Фәрүәз, ап-аҡ күлдәктәге кәләште һәм уның эргәһендәге кейәүҙе күреп. Полицейскийҙарҙың тағы берәүҙе тотоп килгәне күренде. Бына улар дөбөр-шатыр ишекте асты ла өсөнсө кешене индереп һалды.

– Һеҙ нимә, егеттәр? Бында берәүгә ҡыйын, һеҙ өсөнсөһөн тығырға итәһегеҙ? – тине Фәрүәз.

– Ә быныһы һинең эшең түгел! – тип күҫәк менән берҙе һуғып та алдылар уға.

Таңға ҡарай, полиция бүлегенә яңынан әйләнеп ҡайттылар һәм өсөһөн дә индереп, бикләп ҡуйҙылар. Фәрүәзде дежур полицейский эргәһенә кереттеләр. Өлкән лейтенант Фәрүәздең исемен, фамилияһын, тыуған йылын, йәшен яҙып алды, ни өсөн бында килеп эләгеүе менән ҡыҙыҡһынды. Байтаҡ ҡына әңгәмәләшкәндән һуң, өлкән лейтенант Фәрүәзгә ҡарап:

– Бөтәһе лә дөрөҫтөр, тип уйлайым. Һеҙҙең яңғыҙ ҡатынға йортҡа инеүегеҙ башҡалар тарафынан раҫланыр, ләкин гражданка Тәскирә Вәлиеваның иренә һөжүм итеүҙе ойоштороуығыҙ мәғлүм. Яраланып ятҡан сағында Вәлиеваның ире лә һеҙгә төртөп күрһәткән һәм һеҙҙе был енәйәтте ойоштороуҙа ғәйепләгән. Уның ире, Вәлиев – ҡалала билдәле кеше, бизнесмен, йәмәғәт эшмәкәре. Уның ғүмеренә ҡул һуҙыу осрағын беҙ былай ғына ҡалдыра алмайбыҙ. Енәйәт эше иң юғары кимәлдә контролдә тора. Вәлиевтың яҡындары ла хәҙер прокуратура  юлын тапаясаҡ. Тәфтиш комитеты ла битараф түгел. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ҡыҙыҡ ҡына хәл күҙәтелә: һеҙ унда йәшәп ятаһығыҙ, ирҙе индермәйһегеҙ. Уға һөжүм итеп, атып китәләр.

– Ярай, үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай тикшерәһегеҙ. Минең адвокатым һеҙҙең менән һөйләшер, – тине Фәрүәз, – тик тикшереүегеҙҙә бәхәсле урындар тойола. Мәҫәлән, Вәлиевты эҙләп килгән өсәү, бәләгә тарыусының шәхси автомобиле һәм транспорт сараһының юғалыуы хаҡында һеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәйһегеҙ. Ул машина менән килеп туҡтаны һәм, беҙ сығыуға, Вәлиев шунда ыңғырашып ята ине, автомобилдәр юҡ ине. Был хаҡта уның элекке ҡатыны Тәскирә Вәлиеванан һорай алаһығыҙ.

Тәүге һөйләшеү шулай тамамланды. Төштән һуң адвокатының тырышлығының тәүге һөҙөмтәһе күренде: Фәрүәзде сығарҙылар. Ҡапҡа төбөндә уны Тәскирә көтөп тора  ине. Фәрүәз, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, Тәскирәнең автомобиленә барып ултырҙы. Ирҙең һалҡын ҡарашын тойоп, Тәскирә аптыранды:

– Нимә булды? Әллә миңә үпкәләнеңме?

– Үпкәләнеңме,  тип кенә әйтеү әҙҙер ул. Мине һуҡҡылай-һуҡҡылай, тейәп алып китәләр. Ә һин унда кем менәндер, мөкиббән китеп, һөйләшеп ҡалдың.

– Миңә бит уны следователь, тип әйттеләр. Ул миңә, хәҙер әңгәмәләшәбеҙ ҙә  ҡалдырып китербеҙ, тине. Шуға, аптырап, таң менән полиция бүлегенә үҙем килеп еттем.

– Ә Фаршаттың хәле нисек?

– Бер ҡурҡынысы ла юҡ. Травматик менән атҡандар. Ул үҙе лә электән бәләсел ине. Ҡорт саҡһа ла, һуҙыла ла ята. Хатта, ябай ғына киҙеү эләкһә лә, оло ҡара бәлә һала, шартына килтереп, “ауырый” торғайны. Бына, мин әйтте, тиерһең, беҙ ҡайтыуға, минең ихатамда хужа булып йөрөһә, ғәжәпләнмә.

– Тағы икебеҙҙе бергәләп ҡарарһыңмы икән? – тип көлдө Фәрүәз.

– Икегеҙгә берәү әҙ булыр ул, – тине Тәсирә, – берәй ярҙамсы саҡырмайынса  булмаҫ һымаҡ.

– Ярай, нисек бар, шулай ҡабул итәйек, – тине Фәрүәз. Мин инде, “үҙебеҙҙекеләр”ҙең тырнағына бер эләгеп, ҡотолғас, артабан ошонан да яҡшыраҡ булыр, тип өмөт итмәйем. Тоттолар, яптылар, сығарҙылар. Үҙеңдең көсөңә күберәк таянырға кәрәк икән.

– Шулай булғас, бергәрәк һәм яҡыныраҡ булайыҡ, – тине Тәскирә, – мин һинең үҙеңдең көсөңә  ышанғайным. Ә һин минән ярҙам көткәнһең икән. Беләһеңме, тормош һин бөгөн кисергәндәрҙән күпкә ҡатмарлыраҡ. Бөгөн беренсе тапҡыр ябай кеше сифатында йәшәп ҡараның. Эйе, ул еңел түгел. Башҡалар бындай законһыҙлыҡ кисергәндә, шунда уҡ һына, һынмаһа, бөгөлә. Ә һин һынманың, бөгөлмәнең, аптыранып ҡына ҡуйҙың. Шулай булғас, әйҙә беҙ уны икебеҙ өсөн булған бәләкәй генә бер һынау сифатында ҡабул итәйек.

Өйгә ҡайттылар. Никах уҡытырға исемлек төҙөнөләр. Мәсеткә барып, муллаһын да саҡырып ҡайттылар. Шундай мәшәҡәттәр менән көндәр үтеп китте, һәм йома ла килеп етте. Иртән тороп, ихата эргәһен ҡарап, күбеһе машина менән киләсәк, урын әҙерләп, ҡунаҡтарын көткөләп йөрөйҙәр ине, һаҡ ҡына ҡапҡа шаҡығандары ишетелде. Билдәләнгән сәғәткә бер аҙ ваҡыт бар, бәлки берәйһе ҡабаланалыр.Фәрүәз барып, ҡапҡаны асһа, шат йылмайып, Фаршат килеп инде. Фәрүәз, ғәжәпләнеүенән, нәмә тип әйтергә лә белмәне, ләкин тиҙ генә үҙенең статусын иҫкә төшөрҙө:

– Әйҙүк, Фаршат, рәхим ит! – тине Фәрүәз, мөмкин тиклем йылмайыбыраҡ.

– Ә мин индермәҫкә итәләр, тип ҡурҡҡайным, – тине тегеһе, – иртән яраны бәйләттем дә  ысҡындым. Ҡара әле, Фәрүәз, мин бит теге көн машина менән ҡайтҡайным, ҡайҙа ул минең машина?

– Мин дә машина менән ҡайтҡан һымаҡ итеп һиҙәм һине. Эйе, ысынлап та, ҡапҡа артында машинаңдың уты яна ине.

– Шунан нимә булды? – тип һораны Фаршат.

– Һине атып йыҡтылар ҙа, беҙ сыҡҡанда һин ыңғырашып ята инең...

– Һөйләмә, уныһы кәрәкмәй, – тип ҡул һелтәне Фәрүәз, – атып йыҡҡандарын үҙем дә хәтерләйем.

– Тәүҙә, һине эҙләп, өс бандит килде... – тип иҫенә төшөрҙө Фәрүәз.

– Беләм, беләм, уныһы ла кәрәкмәй, – тип һүҙҙе ситкә борҙо Фаршат, – әллә бөгөн һеҙҙә берәй байраммы?

– Эйе, байрам, байрамға әҙерләнәбеҙ!

– Әтеү мин ҡырынып сығайым әле, – тип ул мунсаға инеп китте.

– Кем килде? – тип Тәскирә сыҡты.

– Сит кеше түгел, Раяндың атаһы.

Бер-бер артлы ҡунаҡтар килә башланы. Баштан-аяҡ йыуынып, һөртөнә-һөртөнә, мунсанан Фаршат килеп сыҡты. Ҡунаҡтарҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгән: йә сәскә, йә бүләк тотҡандар. Иң аҙаҡтан мулла килеп инде, йәш кенә егет. Шартына килтереп, матур итеп никах уҡыны. Хатта эскелеккә ҡаршы көрәш, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау хаҡында бәләкәй генә вәғәз дә һөйләне. Йолаһын үтәне лә урындағы мәсеткә йомаға ҡабаланды.

Төпкө бүлмәлә, шифоньер эсендә, алдан хәстәрләп ҡуйылған байтаҡ ҡына эсемлектәр ултыра ине әле. Ҡунаҡтарҙың ҡайһы береһе, нимәлер көткән ҡиәфәт менән, өҫтәлгә лә, хужаға ла ҡараштырып ҡуйҙы. Фаршат иһә, еңелсә йылмайып, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, битараф ултырҙы. Үҙенә күрә, яңы тормош башланыуы, иң мөһиме, уның сиктәрендә элекке иргә урын ҡалмағанлығына күнгәндәй тойолдо. Фәрүәз Тәскирәһенә һораулы ҡарашын ташлап, шифоньер яғына бер-ике тапҡыр уҡталып ҡуйҙы. Теге затлы-затлы ялтыр башлы шешәләрҙе сығарып, өҫтәлгә теҙеп ултыртһа, гәлсәр рюмкаларға берәм-берәм ҡойоп сыҡһалар, береһенән-береһе яҡшыраҡ тостар яңғырар, изге теләктәр ишетелер һымаҡ ине. Юҡ, Фәрүәз кире уйланы, аҙаҡҡа ҡарай, төпкө бүлмәгә үткән саҡтарында, шифоньерға боролоп та ҡараманы. Табынды түңәрәкләгәс, ҡунаҡтар алмаш-тилмәш мунсаға ла инеп сыҡтылар. Һыу буйына төшөп, ит ҡурҙылар, ҡайтҡас, тағы ултырып, сәй эстеләр, кис ай яҡтыһында йырлашып ултырҙылар. Кемдер, моңайып, йәшлеген иҫкә төшөрҙө, тормоштарының ҡайһы бер ҡыҙыҡлы мәлдәре хаҡында һөйләштеләр. Фәрүәз үҙен еңде, шешәләргә үрелмәне.  Фаршат та, элекке ҡатыны тормошонда етди үҙгәрештең шаһиты булғас, дәғүәһен башҡа белдермәне, шым ғына юҡ булды.

Тантананың төп сәбәпсеһе ялтыр шешәләр генә түгеллеген Фәрүәз белә. Ул яңы тормош башлай. Унда эш һәм мәшәҡәттәр былай ҙа күп, күберәк уларҙы хәл  итергә кәрәк.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: