Уның үпкәһен сирле тип таптылар һәм йылҡы аҫрарға рөхсәт иттеләр. Тик бер генә талап – фронтовик йыл һайын рентген аппаратында үпкәһендә эленеп торған мина ярсыҡтарын күрһәтергә тейеш һәм медицина комиссияһы үтә ине. Был талапты яҙған кеше, моғайын, бер заман мина ярсыҡтары ирер йә ҡойолоп төшөр ҙә ҡарт үҙ аты менән законһыҙ файҙаланыу мөмкинлеге алыр, тип уйланымы икән? Бәлки... Икенсе талап – илен һаҡлап ҡаты яраланған фронтовик аттың да тик айғырын ғына тоторға тейеш. Бейә малын, үҙегеҙ беләһегеҙ, тыйып булмай, тороға, һөҙөмтәлә, ҡолонлап та ҡуя. Ә совет илендә бер генә ат аҫрарға рөхсәт ителә. Бейә алып, уны ҡолонлатып, малды ишәйтеп, ундай ҡеүәтле илде алдарға ярамай. Тик айғыр ғына.
Әһлиулла еҙнәй иртә үлеп китте. Был барғаныбыҙҙа Мәрйәм апай менән бабайын иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ.
– Үпкә сирле ине бит, – тине апай. – Уға бейә тоторға мөмкин булған. Исмаһам, шуны ла әйтмәгәндәр. Силсәүит ныҡ тора : “Һеҙгә айғыр тейеш, бейә хаҡында уйламағыҙ ҙа!” – тине.
Юҡ, йәмәғәт! Беҙгә бындай илде юғалтыуыбыҙға тамсы ғына ла үкенергә кәрәкмәй.