Түрәләрҙең береһе шағирҙың һәйкәленә ҡарап-ҡарап торған да:
– Ҡуй инде, туған, үҙең дә изгелек күрмәгәнһең, беҙгә лә тыныс ҡына эшләргә мөмкинлек бирмәйһең, – тип әйткән, имеш.
Үкенескә ҡаршы, бөйөк шағир булыу ғына баҡыйлыҡҡа күскәс тә төрлө ыҙаларҙан ҡотҡармай икән шул.
Өфөнән берәү, ғөмүмән, Туҡайҙың барлығын шик аҫтына ҡуйып яҙып сыҡты. Ул шундай дәлилдәр килтерә, хатта үҙе шағирҙың эргәһендә шәм тотоп торған һымаҡ итеп яҙа.
Ә Әстерханда вандалдар унан да уҙҙырып ебәрҙе. Улар шағирҙың һәйкәлен буяғандар, ул ғына етмәгән, еңенә свастика төшөргәндәр. Әле хулигандарҙы эҙләү бара.
Ләкин шағирҙы күпме генә түбәнһетергә тырышмаһындар, Туҡай барыбер бөйөк шағир булып ҡала.