-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Февраль 2022, 20:00

Ҡарғыш

– Исмаһам, дөмөкмәй ҙә бит. Үлгәнен күрер көнөм булырмы икән, Хоҙайым. Мәйетен өйҙән алып кит­кәс тә, әхирәткәйем, үҙеңә күлдәклек бирер инем, ‒Мәстүрә өҫтәлгә табан боролдо. ‒ Яһа әле шул сәйеңде. Уф, тамағыма арҡыры ултырған һымаҡ шул йүнһеҙең. Берәйһе һуғып ҡына үлтерһә ярар ине, Раббым. Тамам үтте үҙәгемә…

Ҡарғыш
Ҡарғыш
Әхирәтенең хәлен белеп бөткән Ғәлимә өндәшмәне. Кәйефе ҡы­рылһа, һуңғы ваҡыт ирен тиргәй ҙә тора, ҡарғай башлай. Бер уйлаһаң, Исмәғил дә бынамын тигән. Эйе, аҙ-маҙ төшөргөләп ала, тик ауылда ҡайһы ир эскеләмәй һуң? Утыны кәрәкћє, лесникҡа тотоп бараһың, һалам-бесәнен дә шул нәмәһеҙ килтереп бирмәйҙәр, тирмән тарттырыу, баҡса һөрҙөрөү, сираттағы көтөүҙе уҙғарып ебәреү... һанап бөткөһөҙ. Эргәһендә малайҙары булмағас, кешегә инәлергә ҡала инде. Ике ҡыҙы үҫеп етеп, кейәүгә сығып киттеләр ҙә ҡайтҡандары ла юҡ. Ҡайтһалар ҙа, кәйеф-сафа ҡороуҙан бушамайҙар. Бер Исмәғил ни эшләһен? Хәлдән тайғансы өҙгөләнеп, кеше ыңғайына өй бөтөрҙө, яңыраҡ аҙбар һалды. Юҡ, ярамағас ярамай инде Мәстүрәгә.
– Һуғып ҡына үлтермәйҙәр бит шуны. Кисә тағы лаяҡыл иҫереп ҡайтҡан. Уф… – Мәстүрә сәйен әр­һеҙләнеп һемерҙе. – Ай, бигерәк эҫе… Ҡана, йылтыр тышлы кәнфиттә­рең юҡмы ни шунда? Йә, ярай, булмаһа. Үҙем тотоп килергә баш эшләмәгән шул. Анау, ала күҙ хәстрүшкә үртәнеп сығып киттем, онотҡанмын…
Ғәлимә Исмәғилдең яҙғы ауыр ҡар аҫтында һынған кәртә-ҡортаһын йүнәтеп, ҡағаһын ҡағып, иҫкергәнен алмаштырып йөрөгәнен күргәйне.
‒ Бәй, ҡар көрәп, кәртә менән булаша ине түгелме һуң кисә? – тип, аптырап һораған булды ул.
– Тотто, ти, тотмай ни. Мин ҡы­уып сығарғас, йөрөнө инде шунда һәлберәп, балта-сүкешен һелтәп. Үт­те ғүмерем шуның менән, дөмөкмәй ҙә, исмаһам. Бына ҡара, элекке сибәр­кәйҙән ни тороп ҡалды, – Мәстүрә өҫтәл артынан тороп, әйләнгеләп алды. Күкрәктәрен өҫкә күтәргеләне, арт һынына шапылдатып һуҡты. – Шәл бәйләп, өй һалдырттым, шәл бәйләп, аҙбар яңырттырҙым. Аҡса тапҡас, любой мужик килеп эшләп бирә инде ул. Ҡырҡ биштә әбей булып ултыр инде…
Ғәлимә түҙмәне. Әхирәтенең һүҙ күтәрмәүен белһә лә, уйлағанын әйтергә булды.
‒ Һин, Мәстүрә, иреңде ҡарғама…
‒ Атаҡ-атаҡ, әхирәтен яҡламай, бер йолҡошто яҡлап торасы. Ирме ни ул, урам алкашы, сепрәк! – Мәстүрә ҡыҙҙы, мейес артына барып, лыстлатып төкөрҙө.
– Яҡлағандан түгел, бына минең ирем үлгәнгә ун йыл. Утыҙ биштә тол ҡалдым…
– Һуң, индерергә ине берәйһен йортоңа. Кем һиңә йәшләй ҡартайырға ҡушҡан?
– Эш ир индереүҙәме ни, минең Басирыма барыбер етмәҫ ине. Һуңынан, балаларға атай була аламы йортҡа ингән ир? – Ғәлимә тынып торҙо… Моғайын, күҙ алдына һөйгәне килеп баҫҡандыр. – Малайҙар бит. Бына береһе өйләнде, икенсеһе әрменән ҡайтырға тора. Аллаһы бойорһа.
– Ә минеке дөмөкһә, уйлап та тормай, берәр настоящий мужикты индерер инем. Ҡыҙҙарҙың хәҙер үҙ донъяһы. Кейәүҙәрҙе ус төбөндә генә бейетәләр, үҙемә оҡшағандар… – Мәстүрә ҡәнәғәт йылмайҙы. Ләкин оҙаҡҡа түгел, йөҙөн тағы болот шаршауылай ҡара һөрөм ҡапланы. Нисектер төптән, эстән янып ҡарая ине ул. – Дөмөкһә генә ярар ине. Берәйһе һуғып ҡына үлтермәй бит шуны, Хоҙайым…
– Һин, Мәстүрә ҡарғама, ярамай улай. Өйҙө лә, аҙбарҙы ла шәл бәйләп кенә һалып булмай. Боронғолар, һаҫыҡ булһа ла, ҡартың булһын, тип юҡҡа ғына әйтмәгән. – Ғәлимә етдиләнде. – Шунан һуң, ҡарғаған са­ғыңда Хоҙайҙы иҫкә алма. Ул ундай кешене яратмай, хилаф, гөнаһлы эште хупламай…
Ишек “шап” итеп ябылды. Быға тиклем йомшаҡ ултырғыста ирәйеп китеп йоҡлаған бесәй тертләп китте. Түбә таҡтаһы араһынан тупраҡ ҡойолдо. Урам яғынан Мәстүрәнең тауышы оҙаҡ ишетелеп барҙы: «Әхирәт тигән булып һүҙ һөйләгән булам бит әле. Үҙе бер йолҡошто яҡлап тора. Тфү…»
– Эх-х, ‒ тип ауыр һуланы Ғәлимә. Өҫтәл артына барып ултырҙы ла самауыр мороно аҫтына сынаяғын ҡуй­ҙы. ‒ Басирым иҫән булһа-а… Ниңә генә беҙ, ‒ ҡатындар, ‒ ир ҡәҙерен үҙҙәре янда булғанда белмәйбеҙ икән?
Ғәлимә күҙ алдынан уңала башлаған, киреһенсә, хәтеренә, күңеленә уның һайын нығыраҡ уйыла барған иҫтәлектәрен барларға тырышты. Барыһы бергә буталды, уҡмашты, сорналды. Һис береһе ҡалҡып сығып, айырым ғына һүтелергә уйламаны. Шулай ҙа…
Ах, ул иртә. Таң һарыһы ла беленмәҫ борон Басирҙың йылы, балта һабынан һөйәлләнеп ҡытыршыланған, шул уҡ ваҡытта ирҙәргә генә хас хәстәрлекле ҡулдың һыйпауына уянып китте Ғәлимә. Һөйгәненең ирлеген ҡуҙғытырлыҡ, сәмен уятырлыҡ итеп кенә ыңғырашып алған булды ла, тәнен һыйпаған, наҙлаған ҡулдар иркәләүенә, ҡолағына йылы һулышын бөркөп, йыш-йыш тын алыуына, сығып килгән һаҡал-мыйығы муйынын, ҡулбаштарын еңелсә ҡытыҡлауына, ҡайнар ирендәренең һаҡ ҡына үбеүенә илерәп ятыуын белде. Шул саҡ ҡатындың да күкрәк тәңгәлендә әйтеп аңлаталмаҫлыҡ хис-тойғо урғылды, шарламалай ташып, тамаҡ төбөнә үрмәләне, уртында теле тыңлашманы, йәне-тәне үрһәләнде…
Яратты Басир ҡатынын. Юҡ, китаптарҙа яҙылғанса, боронғо ҡиссаларҙа һөйләнгәнсә түгел, башҡаса – Басирса яратты. Ҡояштың тәүге нурҙары ерҙе алһыу төҫкә мансығандан алып, тирә-яҡты зәңгәр моң­һоулыҡҡа күмә башлағансы, дала һыҙаты артына төшөп киткәнсе һөйгәненең һәр хәрәкәтен күҙәтер ине, билләһи. Бигерәк тә ай яҡты­һында, Ғәлимәһе әллә нисәмә дилбегә етмәҫ оҙонлоҡтағы көн һуҙымында арып, алйып йоҡлап киткәс, уның тәне менән һоҡланырға яратыр булды. Был сағында Аллаһы Тәғәләнең фәрештәһе ир менән ҡатынға йөкмә­гән бурысты үтәгән була Басир. Ә Ғәлимә, иренең ғәҙәтенә күнеп бөткән ҡатын, юрғанын өҫтөнә тарта ла, тағы йоҡо тигән илаһи серлелеккә сума. Рәхәт уға был саҡта: быуындар йомшарған, талсыҡҡан тәне буйлап таралған ләззәт кисерештәре үҙен йәйғор-күпер аша алып сығып, ожмах баҡсаһы буйлап йөрөтә төҫлө…
Төн ҡыҫҡа, ай-һай, бик ҡыҫҡа шул: тора-бара айҙың көмөш нурҙары һүрелә, төҫһөҙләнә, ир менән ҡатындың аңын, ер-йөҙөнә ятҡан эңер, томан һымаҡ, сәйер тойғо биләй бара. Мәшәҡәтле лә, ығы-зығылы ла яңы таң ата. Үҙе әлегә күренмәгән дә ҡояштың алһыу нурҙары барса йәшеллектән ынйылай емелдәшкән ысыҡ бөртөктәрен ҡойорға тотона…
Эх, белһә икән Ғәлимә ошо саҡта һуңғы тапҡыр ире ҡосағында иреүен. Алдарына теҙләнер, имгәкләр, ялыныр, ялбарыр, әммә эшкә ебәрмәҫ ине. Күңеле һиҙҙе бит, һиҙҙе. Атлап түгел, осоп йөрөнө Басир ул көндө: келәттән балтаһын алып сыҡты, ҡатыны әҙерләгәнде лә көтөп тормайынса, ашарғаһын хәстәрләне, бысҡыһын тырылдатып алды. Үҙе шат, һис ҡасан булмағанса шат ине!
– Ғәлимә, бөгөн ауҙарып бөтәбеҙ, шунан инде, бүрәнәләрҙе ташып, бурайһы ғына ҡала. Быйыл уҡ күтәреп, башын ябып ҡуям, ‒ тине лә Басир, ҡатынын ҡосаҡлап үпте. – Өй буласаҡ, яңы өй!
– Атаҡ-атаҡ, ни ҡыланыуың ул? ‒ тип аптыраны Ғәлимә, иренең егеттәрсә ҡыланыуына аптырап. Үҙенә шундай рәхәт ине – әйтеп кенә аңлатырлыҡ, һөйләп кенә бирерлек түгел кисерештәрен. ‒ Алла бойорһа, тиген. Өй һалыуҙы әйтәм, Алла бойорһа…
– Һәй, Алла бирһә лә һалам, бирмәһә лә һалам. Бүрәнәһе генә килһен…
Басир урманға китеп, өс-дүрт сәғәт үттеме-юҡмы, уларҙың ҡапҡа­һын иренә ярҙамлашырға барған егет асты…
Ҡабаланғанмы Басир, күрәсәге шул булғанмы, һуңғы ағастарын йыҡҡан саҡта ауҙарылғаны икенсеһенә барып һөйәлгән. Әжәл ҡабаландырғандыр инде, уны-быны уйлап тормай, ир ауғанын тотоп торғанының олонона бысҡыһын батыра. Уныһы иһә, бысылып та бөтмәй, ярылып китә. Һөйәлгәне, гөрһөлдәп, бысҡыһын алырға аҙапланған Басир өҫтөнә төшә…
Дөп-п… Уйҙарына бирелеп ултырған Ғәлимә тертләп китте. Ишек шар асылды ла унан курткаһының иҙеүҙәре ысҡынған, өҫ-башы туҙған Мәстүрә күренде.
– Ней, ней… Ғә-Ғә… Ай-й…
– Ни булды, йә әйт, ни булды, Мәстүрәкәйем? ‒ Ғәлимәнең башындағы, был мине баяғы һүҙҙәр өсөн һүгергә килгән икән, тигән уйҙарының әҫәре лә ҡалманы. – Йә, әйт, ни булды?
– И-исмә-ғи-илл…
– Исмәғил менән берәй нәмә булдымы әллә? Ниңә өндәшмәйһең? Мә, сәй уртла, эс-эс…
– Исмәғи-ил… Шарлауыҡҡа төшкән, йылғаға-а…
Аты нимәнәндер өркөп, сығыштан 20-30 метр түбәндәрәк, йылғаның ҡышын да туңып бармаған еренә ҡайырылған. Йоҡа, йылға ситтәрендә «туш» ҡалҡытҡан боҙ аты тәңгәлендә генә ярылған. Сана, ҡалҡыуғыс һы­маҡ, яртылаш өҫтә ҡалған. Хайуанҡай тонсоҡҡан, бата башлаған. Исмәғил, балтаһын алып, ҡамыт бауҙа­рын, арҡалығын киҫергә төшкән. Ләкин, атын быуған, аҫҡа һөйрәгән бауҙарынан ысҡындырыуы була, үҙенең аҫтынан боҙ убыла…
Оҙаҡ эҙләнеләр Исмәғилде. Боҙҙо быстылар, лом, балта менән сапҡыланылар, ырғаҡтар батырҙылар. Баҡһаң, төшкән еренән алыҫ та аҡмаған икән, ситтәге тал тамырына эләгеп ҡалған.
Шулай итеп, апрелдең башы ҡайғы алып килде Мәстүрәгә. Етмәһә, үҙәген өҙөп, бер туҡтауһыҙ аты кешнәне, хужаһын таптырҙы. Һалған бесәнен, һолоһон ашаманы, сапсынды ла кешнәне, сапсынды ла кешнәне. Ахыр сиктә, Мәстүрә түҙ­мәне, сығарып ебәрҙе. Меҫкенкәйең, зыяратҡа барып, ҡапҡаһы яҡлап ҡына ерләнгән Исмәғилдең ҡәбере тәңгә­ленән китмәне. Ябыҡты, һөлдәгә ҡалды, кипте. Аҙна-ун көн тигәндә зыяраттың нишләптер асыҡ ҡалған ҡапҡаһынан ингән дә, хужаһы ҡәберенә башын һалып, йән биргән…
Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ике әхирәт, береһе утыҙ биш йәштә, икенсеһе ҡырҡ биштә генә тол ҡал­ған ике йәш ҡатын, үҙҙәренсә донъя көтөргә тырышты, теге мәшәҡәткә сумды, был… Ләкин, нисек кенә уңған булмаһындар, ирһеҙлек үҙенекен итте. Ярай әле Ғәлимәнең улдары бар ‒ ял көндәрендә ҡағаһын ҡағып, төҙәтәһен төҙәтеп китәләр, ә бына Мәстүрәнең ҡыҙҙары ҡайтманы. Хатта, һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, аталарын ерләргә лә…
Хужаһы булмағас, әйтерһең, Исмәғил ҡорған йорт-ҡураны өй менән аҙбар эйәһе ташлап китте. Ҡотһоҙлоҡ баҫты: тәүҙә аҙбарҙа мал бөттө, хатта тауыҡтар ҙа ҡалманы; һуңынан әле бер бағана сереп ауҙы, әле икенсеһе ҡыйшайҙы, рәшәткә-кәртәләр емерелде, һынды. Өй ҙә, ҡарайып, өс-дүрт йыл эсендә теҙ сүккәндәй итте.
– Белмәйем, әхирәт, – тине Мәс­түрә ингән сағында, ‒ ҡыҙҙар бер мужикты димләй ҙә ул, әллә, тим, йортҡа индерәйемме икән? Бигерәк ҡыйын, күңелһеҙ бит, әле иллегә лә кермәгән­беҙ…
– Кем һуң ул, мужик тигәнең, үҙен күреп беләһеңме? Ишетмәгән-бел­мәгән кешегә кит тә бар, имеш. Ай-һай, уйлап эш ит, әхирәткәйем…
– Әлиә ҡыҙым мужиктарҙа разбираться итә инде, хи-хи-хи… – Мәстүрә кеткелдәп алды, мут йылмайып, һүҙен дауам итте: – Үҙе бит өсөнсөгә бара. Барһын, тәүгеһе бер мәжнүн, быҙау булды. Уныһына итәк тулы бала кәрәкте. Минең ҡыҙ алйотмо ни, йәшләй генә бала бысрағына батырға. Икенсеһен осратты. Тик уныһы тәүге иренең сабыйын яратманы, ене кеүек күрҙе. Малайын ҡоҙағыйҙарға ҡалдырҙы ла, яңы мужигы менән йәшәй башланы. Быныһы йүнлеме тиһәк, алкаш булып сыҡты. Ҡыуып сығарҙы. Әлеге ке­йәүгә етәме ни, ул фатиры бар, ул машинаһы. «Мама, һине иномаркаға ғына ултыртып йөрөтөрмөн, сыҡ минең дядяға кейәүгә», тип өҙөлөп тора. Һайланмаһа, мәйтәм, торор ине Әлиәм беренсеһе быҙау, икенсеһе алкаш менән. Һайланырға кәрәк шул, һайларға, һайлатырға, үҙеңә ҡаратырға. Дядям, ти бит кейәү, шуға риза булайым да ҡуяйыммы икән, тим, кейәүгә оҡшаһа, насар нәҫел булмаҫ әле…
– Белмәйем инде, иллегә табан атлайбыҙ, – Ғәлимә әхирәте өсөн борсолдо. – Исмәғил, исмаһам…
– Нимә Исмәғил?! Исмәғил, Исмә­ғил. – Мәстүрә ҡыҙып китте, ауыҙын турһайтып, Ғәлимәгә арты менән боролдо. Һуңынан, ҡапыл әйләнеп, бармағын янаны. ‒ Онот һин уны, йәме. Һыуға төшмәһә, мыңарсы һу­ғып үлтерерҙәр ине. Әллә ҡасан сереп бөткән Исмәғилде һөйләп ултырғансы, әлегеһенә кейәүгә сығырға ҡыҫтар, әхирәткә һанаһаң, бәхет теләр инең.
Ундай саҡта өгөт-нәсихәт биреп буламы ни, башҡаса өндәшмәне Ғәлимә, һүҙен кирегә борҙо:
‒ Ҡана, самауырҙы яңыртайым. Самауыр сәйе тәмле була шул. Сәйнүктеке ни, ҡабалан саҡта ғына һемереп алырға бит ул, һөйләшеп ултырыр өсөн түгел, – тигән булды.
Йортҡа индерҙе ҡыҙы таныштырған мужикты Мәстүрә. Ир килештеме, башҡа мәшәҡәткә сумдымы, һирәк инә башланы әхирәте. Электән кешегә бик барырға яратмаған Ғәлимә лә уларға инмәне. Осрашҡанда сәләм алыштылар ҙа, шуның менән вәссәләм. Уның ҡарауы, Мәстүрә магазин тирәһенә йышланы. Хатта көнөнә икешәр тапҡыр юлланды. Яҙа-йоҙа ишетелеп ҡалыуынса, хәмер ала икән. Аҡсаһы булмаһа, һатыусыларҙан үтескә журналға яҙҙыра, ти. Хәйер…
– Ыһы-ыһы…
Тамаҡ ҡырған ҡатын-ҡыҙ тауышына түр яҡтан сыҡҡан Ғәлимә аптырап китте.
– Мә-әс-түрәкәйем, һинме был?
Әхирәтенең өҫ-башы таушалған, йөҙө шешенгән, күҙ төптәре күгәргән ине. Ауылса әйткәндә, ҡасан ғына ҡойроҡһоҙ һайыҫҡан шикелле һикергеләп йөрөгән Мәстүрәне алыштырып ҡуйғандар тиерһең.
‒ Ней, ней, Ғә-ѓәлимә, бер генә минутҡа индем, берәр мең һум аҡса биреп тор әле, һис булмаһа, запас-фәләнең юҡмы, тим, араҡыны әйтәм, араҡыны. – Мәстүрә ҡыйынһынды, тотлоҡто, тирә-яғына ҡаранды, итеген дә сисеп тормайынса, түрҙәге тәҙрәнән урам яғын күҙәтте.
Ғәлимәне һеңгәҙәтә һуҡтылармы ни, үҙ күҙенә үҙе ышанманы, аңына һаман әхирәтенең, элекке шат, көлөп торған әхирәтенең яңы ‒ ҡурҡыныс йөҙө барып етә алманы. Юҡ, булмаҫ, бына әлеге кейем-һалымын, битенә кейгән битлеген һалып ырғытыр ҙа, шарылдап-шарылдап өҫтәл артына килеп ултырыр, сәйнүк сәйенә генә риза булмайынса, самауырҙыҡын таптырыр төҫлө. Ләкин…
– Йә, бирәһеңме, булмаһа, сығып киттем…
– Ы-ы… Хәҙер-хәҙер… ‒ Ғәлимә «ҡара көнгә» һаҡлаған аҡсалары араһынан меңлекте алды. Шул саҡ «келт» итеп, ҡунаҡ килеп төшһә, тип алып ҡуйған «сәкүшкә»һе иҫенә төштө. ‒ Ней, әхирәт, әллә берәр илле генә грамм тотаһыңмы? Күреп торам, ауырыйһың?
Эсерәһе килгәндән тыуманы уның башында бындай уй. Әхирәтенең йортҡа индергән иренә эйәреп, насар һуҡмаҡтан киткәнен былай ҙа ишетеп белә, тәҙрәнән урам буйлап магазин яғына үткәнен дә йыш күрә. Тик Мәстүрәгә ошо хаҡта нисек әй­тәһең дә, өгөт-нәсихәттең файҙаһы бармы? Бәлки, тип уйланы Ғәлимә, ошо юл менән булһа ла, берәй әмәлен табып аңлатып ҡарар, сығарып ебәр ошо әҙәм аҡтығын, тип әйтер. Элеккесә донъя көтөп була бит, тиер, өгөтләр, алдарына теҙләнер, әхирә­тен бәләнән йолоп алыр.
– Нишләп уны әллә ҡасан әйт­мәйһең, йә, һал, күреп тораһың бит ауырығанды. Юҡ, баш ауыртмай, ә бына ошонда өҙөлә, күкрәгемде өтә барыһы… Ниңә генә миңә Хоҙай шундай ҙа михнәттәр бирҙе икә-ән?! – Мәстүрә өҫтәлдәге буш сынаяҡты алып, Ғәлимәгә һуҙҙы. – Ошоно тултырып һал да, магазин төшкөлөккә ябылғансы өлгөрөргә кәрәк.
Ғолт-ғолт… Мәстүрә сынаяғын түңкәрҙе. Шап. Уның артынан ишек ябылды…
Китте әхирәте. Сәй ҙә эсмәне, һөйләшмәне лә. Китте…
… Бәй, урам буйлап нимәгә кешеләр йүгерешә икән? Өҫтөнә еңелсә генә кейенде лә, Ғәлимә тышҡа атылды.
– Ни, ни булған, ниңә йүгерешә­һегеҙ? – тип саҡ һорай алды күрше килендән ул. ‒ Ут сыҡҡан тиһәң, төтөн фәлән күренмәй…
– Мәстүрә апайҙы ире үлтергән, тиҙәр, ире-е…
Ғәлимә быуынһыҙ булды. Аяғы атламаны. Баҫҡан ерендә, кәртәгә һөйәлде лә, ҡатты ла ҡалды.
‒ Нисек? Ни-ни-се-ек?! Мәс-Мәстүрә-кәйе-ем…
Ғәлимә барғанда Мәстүрәнең мәйетен йөк машинаһына һалып торалар ине. Ел йөҙөнә тартылған простыняһының ситен күтәргәндә, йөҙөн генә күреп ҡала алды. Ағарған, ҡанға батҡан…
– Һуғып үлтергән, ҡәһәрең, – тине йыйылыусыларҙың береһе.
– Милисә алып китте, китмәһә, өҙгөләп ташлар инек, ‒ тип элеп алды икенсеһе.
– Таба менән башын ярған бит, бәдбәхет, ашарға таптырғандыр инде. Бәрәңгеләре иҙәндә һибелеп ята…
– Ашатырҙар әле хәҙер бәрәңгене, ашатырҙар! Ватыҡ шешәләр ҙә тулып ята, мужыт шешә менән башын ярғандыр…
– Ҡыҙҙарына телеграмма һуғырға кәрәк, Әлиәһе Өфөлә генә шикелле, ҙурыһы Себерҙә үк…
– Ы-ы… – Ғәлимә иҫенә килгән­дәй булды. ‒– Миндә Әлиәнең телефон номеры бар, ә Сәриәһенә телеграмма һуғырбыҙ. Унан һуң өйөн йыйыштырып сығырға кәрәк…
… Исмәғилдең ергә һеңгән, урыны менән убылып төшкән, өҫтөндә сүп үләндәренең иҫке сыбыҡсалары тырпайған ҡәбере эргәһендә яңы­һы – Мәстүрәнеке барлыҡҡа килде. Баш осона имән юнып ултырттылар. Исем-шәрифен яҙып торманылар. Ҡыҙҙары килер, ҡарар, тәрбиәләр, тинеләр.
– Ҡыҙҙары тәки ҡайтманымы? ‒ тип һораны аранан берәү.
– Юҡ…
– Үәт, оятһыҙҙар…
Ҡыҙҙарының ҡайһыһы ҡайтһа ла, асҡысын бирермен, тип, Ғәлимә өй ишеген бикләне. Шул саҡ кеҫә телефоны шылтыраны.
– Ғәлимә апай, дөрөҫ аңлағыҙ, мин мәйеттән ҡурҡам, – тине теге яҡ­тағы Әлиә тауышы. – Шунда хәстәрен күрегеҙ инде. Ә, ерләнегеҙ ҙәме? Ярай, нишләйһең инде, үлгәс оҙаҡ тотоп булмай… Дә, Ғәлимә апай, әсәй өйөн документлаштырып, яңыса оформить иттеме икән? Белмәйһе­геҙҙер инде, ну, ладно, бер-ике аҙнанан ҡайтҡас, разберемся. Әлегә асҡыс һеҙҙә тороп торһон…
Ту-ту-ту… Өҙөлдө. Ғәлимә телефонын һалыр өсөн кеҫәһенә тығыл­ғайны, Сәриәнең Себер тарафынан ебәрелгән телеграммаһы иҫенә төш­тө. Уҡығас та, бөгәрләп һалып ҡуй­ғайны, Мәстүрәнең өйөндә ҡалдырырға онотҡан.
«Галима апа, мать похороните. На похороны не успею. Приеду в отпуск через месяц. Скажите Алие, дом продадим вместе»…
Ғәлимә бәләкәй ҡапҡаны асты. Исмәғил уны үлер алдынан ғына яһағайны. Ваҡыт тигәнең үтә шул, өҫкө яғы килеп төшкән, аҫты ерҙе тырнап шығырлай. Ҡатын арҡырыға һынған көрәк һабы бәйләп ҡуйҙы ла, яй ғына өйөнә табан атланы…
 
Фото: ftrip.ru
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: