+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Февраль 2022, 19:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ “ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” Хикәйә

Бишөйлө районы һуңғы ун йылда бер ҙә етәксенән уңманы. Төрлөһөн килтереп ҡуйып ҡаранылар. Бына бер заман Марат Сәмиғуллинға ла сират етте. Министр урынбаҫары булып эшләп йөрөгән еренән һыпыра тартып алдылар ҙа, ике-өс көн эсендә райондың иң юғары етәксе вазифаһына ултыртып та ҡуйҙылар. Марат үҙе менән бергә уҡыған Фәриттең бында эшләгәнен белә ине. Колхоздар бөткәнсе экономист булып йөрөнө, аҙаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығына начальник итеп ҡуйғандар. Марат Фәриттең ойоштороу ултырышында иң артҡы рәттәрҙең береһендә ултырғанын күреп ҡалды. Тәки ,бергә уҡыныҡ, тип Мараттың эргәһенә килмәне, шылтыратманы, ҡотламаны. Марат урынбаҫарынан: “Ғәлиев нисек эшләй?” – тип кенә һораны. “Ҡушһаң, эшләй, ҡыуһаң, китә”, – тип яуап бирҙеләр.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  “ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ “ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” Хикәйә

Эйе, Марат менән Фәрит бергә уҡыны. Улар уҡығанда аграр вуз студенттары мединститут студенттары менән берлектә кисә үткәрә торғайны. Йәнәһе, студенттар менән студенткалар кисәлә таныша ла, ҡыҙҙар егеттәргә кейәүгә сығып, ауылға китә. Икәүләшеп, шунда Сәриәне беренсе тапҡыр күрҙеләр, икеһе лә оҡшатты, ләкин Фәрит йылғырыраҡ булып сыҡты. Марат быға иғтибар ҙа итмәҫ ине, әгәр был хәл беренсе тапҡыр һәм осраҡлы булһа. Ауылда саҡта ла икәүләшеп колхоз рәйесенең ҡыҙын оҙатырға йөрөй торғайнылар. Хужаның ҡыҙы уларҙы һанға һуғамы инде? Фәритте әүрәтеп йөрөгән булды ла, Мәскәүгә уҡырға китте һәм шунда тороп ҡалды. Марат, Фәрит Сәриә менән кисәләрҙә байтаҡ осраштылар әле. Марат үҙен рәнйетелгән һымаҡ тойҙо. Әйтерһең, бик кәрәкле, матур уйынсығын тартып алдылар. Яҙа-йоҙа һораштырып, улар хаҡында ҡыҙыҡһынып йөрөнө. Ни әйтһәң дә, Фәрит – дуҫы, класташы, ауылдашы. Бына бит, юлдар тағы киҫеште. Ана, Фәрит район үҙәгендә бәҙрәф таҙарта, ә Марат уның ҡолағын бора. Әлбиттә, насар эшләгәне өсөн.

Фәрит бер яҡшылыҡ та көтмәне, күрәһең, бер тапҡыр ҙа килмәне, тимәк, үҙен ғорур һанай, баш эйгеһе килмәй. Марат Сәриәнең баш табип урынбаҫары булып эшләүен белә ине. Уның хаҡында ла һорашты. “Һәйбәт эшләй, етешһеҙлектәргә, низағтарға эләккәне юҡ”, – тинеләр. Бер көн Марат тотто ла, үҙе шылтыратты. Сәриә тулҡынланды, ҡаушап ҡалды, байтаҡ ҡына һөйләшеп, элекке таныштарҙы хәтергә төшөрөп, хәл-әхүәл белештеләр. Һүҙ араһында Фәритте лә иҫкә төшөрҙөләр.

– Марат Вафич, шуға берәй урын бирер инегеҙ, – тине көтмәгәндә Сәриә. – Һеҙ бит бергә уҡынығыҙ, һеҙҙе ул бик хөрмәт итә.

– Әгәр хөрмәт итһә, исмаһам, бер килер ине, – тип әйтеп ҡуйҙы Марат.

– Әйттем, әйттем мин уға – уңайһыҙлана. Ауылдашы, класташы, һабаҡташы килеп тә еткән, тиер, тине.

– Ярай, һөйләшербеҙ, – тине Марат. – Миңә һинең үҙеңде күрергә ине. Күптән осрашҡаныбыҙ юҡ.

– Мине күр-гегеҙ киләме? – ҡатын тотлоҡто. – Нисек булыр? Килешерме икән?

– Ни эшләп килешмәһен? Мин вазифам буйынса дауахана эшмәкәрлеге менән таныша алам, бер ыңғай үҙеңде лә күрермен. Белә инең, мин һине ныҡ оҡшата инем...

– Ҡуйығыҙ инде, Марат Вафич.

– Әйҙә, бер йәшлеккә әйләнеп ҡайтайыҡ. Иртәгә биштәргә һеҙҙең яҡҡа киләм, мин “уазик”та булырмын. Номеры – өс дүртле.

– Ярай, – тип килеште ҡатын төшөнкө генә. – Иртәгә ҡарарбыҙ.

Киске эңер тиҙ төшә. Декабрь айы булғас, 5 тулыу менән, ҡараңғылана ла башланы. Марат машинанан сығып, тәүҙә район үҙәге буйлап урамдарҙы барлап сыҡты. Ҡарҙы насар көрәйҙәр икән, юлдар ҙа бик тигеҙ түгел. Быларға, әлбиттә, Фәриттең мөнәсәбәте юҡ, уның башҡа эше лә етерлек. Марат үҙенең ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған секретаршаға шылтыратты.

– Ғәлиевты табығыҙ, киске алтыға килеп ултырһын әле, мине көтһөн.

Ун минут та үтмәне, секретарша яңынан шылтыратты:

– Ғәлиев Фәрит алтыға килеп торасаҡ.

Алтынсы яртыларҙа Марат “уазик” менән дауахана эргәһен ҡыҙыра башланы һәм поликлиникаға яҡыныраҡ урында туҡтаны, шым ғына көтә башланы: килерме, юҡмы? Марат өсөн барыбер ине, килһә лә, килмәһә лә борсолмай. Бөгөн килмәһә, иртәгә килер, иртәгә лә килмәһә, икенсеһе килер. Шул ваҡыт эргәлә тәҙрәгә һуҡҡан һымаҡ булдылар. Ҡараһа, Сәриә тора. Былай, ҡараңғы булғас, тойолмай – үҙгәргәнме икән, юҡмы. Марат тиҙ генә төшөп, ишекте асып, ҡатынды артҡы рәткә ултыртты һәм аҡрын ғына ҡуҙғалып китте. Шөкөр, берәү ҙә күрмәне, шикелле.

– Йә, Сәриә, һаумы, хәлдәрегеҙ нисек? – тине Марат.

– Ой, Марат Вафич, борсолоуымды белһәгеҙ... – шәшке кәпәсен систе, ҡаушағандыр, тунының һиҙәптәрен ысҡындырып өлгөрҙө. – Туҡта, һеҙ мине ҡайҙа алып киттегеҙ?

– Ә мин Бишөйлөнө бер аҙ беләм, анау урамдың сатында бер матур ғына сквер бар.

– Юҡ, юҡ, юҡ...– ҡатын тертләне. – Скверҙа йөрөйһөбөҙ юҡ, кеше күреп ҡалыр. Фәрит көнләшә, беҙҙең главврачтан да көнләшеп, эт була.

– Мине бында ҡуйғас, ҡыуанғандыр, тип уйлағайным, – тине Марат.

– Ҡыуана һиңә. Улмы һуң инде ҡыуана белә торған кеше?

– Ҡайғырҙымы?

– Уфтанды ла уфтанды. Яратмайым шул мыжыҡ, ҡалтыранып торған ирҙәрҙе. Һеҙҙе етәксе итеп ҡуйғандан, донъя емерелеп төшмәй бит. Бында эштәр насар. Көслө, һеҙҙең һымаҡ етәксе кәрәк.

– Ярай, эш хаҡында һуңынан һөйләшербеҙ, – тип Марат бүлдерҙе.

 

Машинаһын ағастар араһына туҡтатты. Үҙе артҡы рәткә төшөп ултырып, шунда уҡ ҡатындың ҡулынан тотто. Тегеһе ҡулын алырға иткән һымаҡ булды ла, күнде, күрәһең, өндәшмәне.

– Ә ниңә, мине күрергә теләмәйһеңме ни? – тине Марат ҡыйыу ғына.

– Әллә, гәзит уҡыйбыҙ, телевизорҙан күрәбеҙ, һеҙҙең уңыштарығыҙға ҡыуанып йәшәйбеҙ инде, – тип көлөп ебәрҙе Сәриә.

– Поликлиникала үҙеңдең эштәрең нисек? Һин начмед булып эшләйһең икән...

– Беҙҙең эш инде көйләнгән, эш хаҡы бирһәләр, проблемалар хәл ителә. Көн һайын әле береһе, әле икенсеһе табылып тора инде.

Сәриә ҡабалана, туҡтауһыҙ сәғәтенә ҡарай.

– Ҡабаланаһыңмы? – тип һораны Марат.

– Фәрит көн һайын 6 сәғәт 15 минутта мине килеп ала, саҡ ҡына һуңлаһам, ҡайтып китә. Шунан мин машина эҙләп йөрөйөм, ҡайтырға, тип. Көтһә була бит инде, – тип зарланып алды Сәриә.

– Бәлки һине баш врач итергәлер? – тип үҙе лә һиҙмәҫтән әйтеп ҡуйҙы Марат. Сәриә көлөп ебәрҙе. Тимәк, оҡшаны был тәҡдим.

– Ой, Марат Вафич! Унда эштең күплеге!.. Ир-ат ҡына күтәрә торған эш ул. Һеҙ, әгәр мөмкин булһа, класташығыҙҙы ҡарағыҙ. Фәриткә лә хәҙер 40 булды, ә бер йүнле эштә эшләгәне юҡ. Бәлки үҙе асылып китер.

– Беләм мин уны, – тине Марат. – Сәғәт 9-ҙа эшкә килеп, 6:15-тә ҡайтҡан кешенән бер яҡшылыҡ та көтөп булмай.

– Уҡығанда ла шулай булдымы ул? – тип һораны Сәриә.

– Уҡығанда ла шулайыраҡ булды шул. Мин уға аптырай торғайным: беҙ уҡыуға китәбеҙ, ә ул – йоҡлап ҡала.

– О, йоҡларға ул әле лә ярата, – тине ҡатыны. – Ирек кенә бир. Шәмбе-йәкшәмбе, эш булмаһа, төшкә тиклем уятып булмай.

– Әллә уға кейәүгә сыҡҡаныңа үкенәһеңме? – тип Марат ҡатындың икенсе ҡулынан да тотто. – Миңә Бишөйлө нимәгә кәрәк, һин булмаһаң, ҡайтып та тормаҫ инем, – тине Марат Сәриәне ҡосағына алып.

– Ысынлап әйтәһегеҙме? Ә теге ваҡыт, институтта уҡығанда һеҙ күрмәгәндә оҙаҡ ҡына ҡарап торғайным мин һеҙгә. Ниңәлер йыуаш һымаҡ тойолдоғоҙ. Үҙем дә белмәйем, нисек Фәритте һайлағанмындыр инде. Ярай, ҡайтайыҡ, булмаһа. Беҙҙең яҡҡараҡ алып барһағыҙ, – тине Сәриә. Үҙе Маратҡа нығыраҡ һыйынғандай булды.

– Мин Фәритте көтәһеңдер, тип уйлайым.

– Уны көтә башлаһаң... Кисә лә ҡалдырып ҡайтып киткән. Ун биш минут көтә алмаған. Ҡатынға хөрмәтте шулай– күрһәтә инде. Бәлки бөгөн алып ҡайтыр.

– Әле ҡайҙа икәнен беләһеңме?

– Белмәй, һуң, хужа саҡыртты, уф, ни эшләйем икән, ни эшләтер икән, тип ҡалтырана башлағайны инде. Әле лә ни үле, ни тере ултыралыр инде. Ә беҙ бында һинең менән икәүләп йәшлекте иҫкә төшөрөп ултырабыҙ.

– Фәритте әйтәм, ысынлап тулҡынланамы икән?

– Тулҡынланыу ғына тиһеңме, дер ҡалтырап, хәле бөткәндер инде.

– Фәриткә шылтырат әле, керҙеңме, тип һораған бул. Шылтырат, шылтырат...

 Ҡатын йылмайып ҡуйҙы ла, телефондан иренә шылтыратты.

– Йә нисек, кереп сыҡтыңмы? Һөйләштеңме?

– Юҡ, – тип кемдеңдер мөңгөрҙәгәне ишетелде телефондан. – Өфөнән шылтыратҡандарын көтә икән. Ваҡыты булмағас, ниңә саҡырғандыр инде?

– Көтәһеңме? – тип һөйләндерҙе һаман ҡатын.

– Мин начальник – һин дүрәк, һин начальник – мин дүрәк. Көтөргә тура килә инде дүрәкте, – тине тегеһе бөтә салонға ишеттереп. Марат көлөп ебәрә яҙҙы. Ярай, Сәриә ауыҙын ҡаплап, туҡтатып торҙо.

– Ярай, көтһөн, – тине аҙаҡ.

– Уны ни эшләтергә уйлайһың инде? – тине Сәриә.

– Эштән ҡыуып булмай бит инде бергә уҡыған һабаҡташты. Бында урынбаҫар вазифаһы бар ул, Насировты эштән ебәреү ҡурҡынысы янай.

– Марат Вафич, шунда ҡуйһағыҙ, тырышып ҡына эшләмәҫме икән?

– Үҙенән тора, – тине Марат кинәйәле генә итеп. – Үҙе эшләһә, ҡулынан килһә, ҡуйырға мөмкин. Һәм... һинән тора, – тине ул ҡатынды ҡыҫып ҡосаҡлап.

Ҡатын өндәшмәне.

– Һәр хәлдә, мин уға һине рәнйетергә ирек бирмәйәсәкмен.

– Ә ҡатынығыҙ киләме? – тип һораны Сәриә.

– Ул минең ҡайтыуыма бик ҡаршы  ине, әле эшләгән урыны бик һәйбәт, шуға уның бында күсенеп килерен бик күҙ алдына килтерә алмайым. Өлкән ҡыҙыбыҙ ике йылдан 11-ҙе бөтә, уҡырға индерергә кәрәк, уҡытырға кәрәк.

Бындай саҡта ваҡыт тиҙ үтә бит.

Хушлашыр алдынан ҡатын тамам Маратҡа һыйынып ултырғайны.

– Хәҙер ни эшләйһең? – тине Сәриә.

– Әгәр теләһәң, мин һине өйөңә илтеп ҡуям. Шунан һуң Фәрит Сәхиевич менән һөйләшәм.

Ҡатын тағы пырхылдап көлөп ебәрҙе. Тимәк, бөгөнгө осрашыуҙан ҡәнәғәт. Ә үҙе һаман төҫ ташламаған – матур, яғымлы, һөйләшеүе лә ябай.

– Ғаиләңде килтерәһеңме? – тип һаман ныҡышты Сәриә.

– Бишөйлө менән  Өфө араһы алыҫ түгел, ике-өс сәғәтлек юл, бында ҡунып йөрөргә урын да бар. Ярай, мин һине оҙатып ҡуяйым, булмаһа.

“Уазик” район үҙәге яғына ыңғайланы. Улар икеһе лә ҡәнәғәт ине. Ир шуға төшөндө – ул бында дәртләнеп, шатланып эшләйәсәк, үҙенең тыуған яғы бит. Ә ҡатын һаман да ирен генә уйлай ине...

 

Марат машинаһын гаражға индереп ҡуйҙы ла үҙе генә белгән ишектәр аша кабинетының артҡы ял бүлмәһенә үтте. Видеокамераларға тоташтырылған экранға ҡараны. Секретарь үҙенең эше менән мәшғүл, ә ишектең уң яғында бөршәйеп кенә Фәрит ултыра. Әллә кем булып, ҡабарып йөрөй торғайны, бер метр ҙа һикһән сантиметрлы баһадир, тип һис кем уйламаҫ. Марат элекке дуҫына бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Элекке дуҫы? Ниңә әле элекке дуҫы? Ҡасан ул Мараттың дуҫы булды әле ул? Марат ябай колхозсы ғаиләһенән, ә Фәрит – бригадирҙың улы. Атаһы ауылды дер һелкетеп тота торғайны. Ә хәҙер ана күңелһеҙ генә мөйөштә ултыра. Хатта күренер-күренмәҫ кенә. Бына шулай, власть, әгәр теләһә, күтәрә, бәләкәй генә кешене лә ҙур итеп күрһәтә. Ә инде оҡшамаһа, баһадирҙы ла юҡҡа сығара. Фәрит Мараттан бер башҡа бейегерәк булды. Бейегерәктәр, ғәҙәттә, алдан атлай, улар әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә бәләкәйҙәр – уларҙың ышығында. Уңайлы, әлбиттә, ләкин күренмәү ҙә насар. Ә Марат – күренде. Сөнки уның алдынан атлағандар үҙе менән бер сама ине.

Сәй эсерергәме, коньяҡ ҡойорғамы икән был “дворник”ка? Ярай, ҡарарбыҙ, сәйе әҙер торор, коньягы – ҡул осонда ғына. Ә, туҡта әле, кем әле ул, бында тәүге кереүҙән үк хужа менән коньяк эсеп ултырырға? Юҡтыр, килешмәҫтер. Бик ябай булып күренмәһен әле. Марат йыбанып ҡына сәғәткә күҙ төшөрҙө. Ете тула. Бер сәғәт самаһы көтә был. Ул өҫ-башын һыйпаштырҙы, сәсен тараны, эш урынына барып ултырҙы. Секретарына өндәште:

– Кем бар унда?

– Ғәлиев алтыға саҡырылғайны...

– Шулаймы? Үткәрегеҙ.

Бына ишек шаҡынылар, һәм унан бөкрәйеп, Фәрит күренде.

– Мөмкинме, Марат... Марат Вафич!

– Үт, үт, Фәрит!

Тегеһе мөмкин тиклем нығыраҡ баҫырға тырышып, кабинет хужаһы эргәһенә үтте һәм өҫтәл аша күрешергә ҡулын һондо. Өҫтәлгә ятып тигәндәй, Мараттың ҡулын эләктерҙе.

Фәрит түрәләр араһында беренсе йыл йөрөмәй, шуға яҡшы белә: күрешеүҙең үҙ тәртибе бар. Әгәр һине саҡырған кеше саҡ ҡына булһа ла хөрмәт итһә, сығып, ҡабул итеү бүлмәһендә үк саҡыра, йә кабинет уртаһында көтөп тора. Ауылдаш, класташ, дуҫ көтмәне, ябай ғына итеп ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла, кире үҙенең креслоһына сумды.

Фәрит ҡапыл һиҫкәнде. Ул бит ҡотларға онотто! Матур ғына һүҙҙәр, йылы ғына теләктәр әҙерләп ҡуйғайны, теле тотлоҡто, бер һүҙ ҙә әйтә алманы ла ҡуйҙы. Ниңә әйтә алманы? Уны һауала яңы таралған нескә, күңелде дәртләндерерлек, кәйефте күтәрерлек хушбуй еҫе шаңғытты. Был еҫтән Фәритте алдап булмай. Ул был хушбуй еҫен тиҫтәләрсә еҫ араһынан танып тора. Ни өсөн таный? Сөнки күңелгә яҡын. Ул – уныҡы. Былтыр үҙе Анталья бутиктарының береһендә әллә күпме һатыулашып, һатып алғайны. Сөнки ҡатыны ошо хушбуйҙы ярата. Ә ул еҫ бында нисек килеп еткән? Ҡайһы арала? Шик-шөбһә Фәритте быуҙы, боғаҙынан алғандай булды. Тын алыуы ауырлашты. Был бит әле генә уның эргәһенән килгән! Ниндәй мәкерле әҙәм! Уҡығанда ла шулай ине, әле лә шул икән! Кабинет ҡунағы ҡан баҫымының күтәрелеүен, йөрәгенең дөпөлдәтеп һуғыуын ишетте. Ә үҙе ниндәй йылмайып, һин дә мин ултырған була.

Тимәк, ул Сәриә менән алдан һөйләшкән, үҙен бында саҡырырға ҡушҡан һәм Сәриә менән осрашырға киткән. Дә... Фәрит үҙе нимәлер булырын һиҙә ине, ләкин ул тәүге көндә үк булыр, тип көтмәгәйне. Тимәк, уның Марат бында тәғәйенләнгәс тә уйлаған фекере раҫҡа сыға. Ул бында һабаҡташының тормошон ҡыйратыр өсөн генә ҡайтҡан! Фәриттең эсендә ут дөрләп яна. Ә хужа ҡараштары менән быраулап, һауалы ултыра.

Марат Фәриттең нәмәләр кисергәнен тоя, быҫҡып түгел, дөрләп ут янғанын да күрә. Шуға бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ кисерә ине. Йә инде, кем уйлаған уның ышанып йөрөгән дуҫы аҙаҡ сәләм дә бирмәгән дошманына әйләнерен, хәҙер уның аяҡ аҫтында мәсхәрәгә ҡалып ятыр, тип. Шулай ул донъя, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә, тип ҡәнәғәтләнеп уйланды Марат һәм тегеһенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап һөйләй башланы:

– Ярай, дуҫ, – тине ул мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып. – Ихлас ҡотлауҙарың өсөн рәхмәт! Ошо райондан сыҡһам да, урындағы ваҡиғаларҙы бик насар беләм, беҙҙең район өсөн ағай-энелек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ хас, миңә Башлыҡ бөтәһен дә урынына ултыртырға ҡушты. Районда тәртип юҡ. Хәҙер бер ай көрәшәм, бер фәтүә лә юҡ, сөнки мин бер үҙем, минең командам юҡ. Беҙ һинең менән бергә уҡыныҡ, дуҫ булдыҡ, икмәккә тиклем бүлешә торғайныҡ, хәтерләйһеңме? Иң беренсе һин килергә тейеш инең, мин һине бер ай көттөм. Һине үҙемдең командамда күрергә теләйем. Ни эшләп беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итә белмәйбеҙ? Миңә үҙем электән белгән, һинең һымаҡ ышаныслы урынбаҫарҙар кәрәк. Ишеткәнһеңдер, Насиров был аҙнала эшен ҡалдыра. Байтаҡ ҡына етешһеҙлектәргә юл ҡуйған. Уның урынында мин һине күрәм, йә уның урынына кеше табып бирәһең. Ул беҙ белгән, беҙҙең ышанысты аҡларлаҡ кеше булырға тейеш.

Бындай телмәрҙән һуң Фәрит шаңҡып ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән, быуылғандай, тәрән итеп тын алды, теге хушбуйҙы юллағандай, еҫкәштереп ҡуйҙы. Бәй, тойолған ғына ла инде! Һин нимә бушты уйлап сығарып ултыраһың? Һинең бисәңдең хушбуйы бында ҡайҙан килеп сыҡһын? Хужа уны ҡайҙан белһен, ҡайҙан күрһен?

– Марат Вафич, – тине тулҡынланып Фәрит. – Ошондағы етешһеҙлектәр менән көрәшеп, сәсем ағарҙы. Инде бер подряд булһа, матур ғына итеп тендер үткәрәбеҙ тиһәк, йә Насировтың ҡоҙаһы, йә уның күршеһе килә лә сыға. Юҡ, бында ныҡлы тәртип урынлаштырырға кәрәк! Быны һин, ошонан сыҡҡан кеше генә, хәл итә алаһың. Мин инде төңөлөп, ҡул һелтәп бөткәйнем. Һинең ҡайтыуың бөтә районды күтәреп, уятып ебәргән һымаҡ булды.

Фәрит тағы әллә нәмәләр һөйләне, мөмкин тиклем хужаның күҙҙәренә ҡарап, ул ышанырлыҡ итеп әйтергә тырышты.

– Ярай,–тине Марат арыған ҡарашын һабаҡташына төбәп. – Иртәгәгә тиклем уйла, мин һиңә урынбаҫар урынын тәҡдим итәм.

– Бында уйлап тораһы ла юҡ! – тине Фәрит. Еңдәрен һыҙғанған һымаҡ итте. – Ең һыҙғанырға ла, тотонорға кәрәк!

– Аңлашылды, – тине тегеһе. – Сәй эсәйек, бәлки урынды шул ыңғай йыуып та ҡуйырбыҙ. Йә, институтта уҡығанда ниндәй сәй ярата торғайныҡ? Тәки онотмаған, грузинский инде! Ярты сәйнүк һыу ҡайнап сығыр алдынан ғына бер ус сәйҙе “борҫ” – 20 секундтан бынамын тигән сәй әҙер. Тәме әле лә ауыҙҙа тора.

Тиҙ арала сәй ойошторҙолар, өҫтәл уртаһына виски килеп ултырҙы.

Бер арала уҡыған осорҙо хәтергә төшөрөп, курсташтарҙы  иҫкә алдылар. Улар менән бик һәйбәт егеттәр уҡығайны. Ваҡыт һынауын бөтәһе лә үтә алманы, береһе эсеп үлгән, икенсеһе эсеп, аварияға эләккән...

– Ә беҙ – иҫән-һау, – тине Марат. Сөнки беҙ үҙебеҙҙең дәүләткә, халыҡҡа кәрәк икәнлегебеҙҙе беләбеҙ. Беҙҙең өсөн ғаилә ҡиммәттәре мөһимерәк. Әйткәндәй, ҡатыныңдың исеме нисек ине әле?

– Сәриә, начмед булып эшләй, – тине Фәрит Мараттың күҙҙәренә ҡарап.

– Ә, эйе, – тине Марат. – Балалар үҫәлер...

– Береһе медта уҡый, икенсеһе – нефтянойҙа...

Фәрит ҡапыл урынынан торҙо.

– Марат Вафич, һин бында бер үҙең, әйҙә, киске ашҡа беҙгә барайыҡ!

– Нисек барайыҡ?

– Сәриә аш һалғандыр. Эш менән булып, мин уны бөгөн барып алырға ла оноттом бит. Йә, инде, әрләнәм икән тағы. Юҡ, юҡ, миңә барабыҙ, донъямды күрһәтәм. Бәлки һиңә лә шул яҡта оҡшар.

…Һабаҡташтар кейенә башланы.

 Марат сығып барғанда шуға иғтибар итте – ҡунағының йөҙө асылды, түше кирелде, күҙҙәре нығыраҡ ялтырай башланы. Белә Марат, байтаҡ күрҙе ни сәбәптән был күҙҙәрҙең ялтырағанын. Ошо урында туҡталырға, баш тартырға, һабаҡташын үҙен генә ҡайтарып ебәрергә уйлағайны, ләкин ҡыҙыҡһыныуы еңде. Күңелендә 20 йыллап инде бер сибәр ҡыҙ һаҡлана. Хәҙер ул нисек йәшәй икән?

Баяғы осрашыуы дәртләндереп ебәрҙе. Ниңә, барып күрһен әле. Нисек ғүмер итә икән уның мөхәббәте менән һабаҡташы.

Автомобилгә инеп ултырыу менән, Фәрит кеҫә телефонын алды һәм ҡыҫҡа ғына итеп күрһәтмә бирҙе: “Мин бер үҙем түгел, икәү. Әҙерлән!” – тип кенә әллә өндәште, әллә екерҙе, әллә мыңғырҙаны.

Фәрит донъяһы менән таныштырып сыҡты. Мулдан, иркенләп файҙаланған үҙенең мөмкинлектәрен райондың баш дворнигы. Күренеп тора, был тиклем тимер, кирбес ҡайҙан килһен, әгәр оят белмәйенсә ташый алмаһаң. Уға, шәп, быныһы бигерәк шәп, тип әйтеүҙән йәки хуплауҙан башҡа сара ҡалманы.

– Һиңә лә төҙөйөм! – тине ул. – Мә, биште тот, минекенән шәберәк буласаҡ! Миңә министрҙар килеп йөрөй, кем белә, бәлки “бабай” ҙа ҡунып сығыр.

Ошо урында Фәрит Маратты туҡтатып:

– Күршеләрҙән оят, район үҙәгендә, исмаһам, “бабай”ҙы сәй эсереп сығарырлыҡ бер ашхана юҡ. Шуға ул беҙҙә сәй ҙә эсеп тормай, үтә лә китә. Белә ул ҡайҙа туҡтарға, кем менән сәй эсергә. Һиңә тиклемге берәү әҙерләтеп ҡарағайны, үҙем ишеттем, һиндә беҙ кереп сәй эсерлек урын бармы ни, тип көлдө лә ҡуйҙы ҡунағы, – тине.

Марат һиҙҙе, был ваҡытты һуҙа... Йәнәһе, кереүенә Сәриәһе өҫтәлен ҡороп та ҡуясаҡ. Ултырып, ашап-эсергә генә ҡала. Белергә ине, белергә кәрәк... Кемдән һорарға, бының бит күҙҙәре бигерәк ныҡ ялтырай. Ә былай, уҡығанда, ундай етешһеҙлеге тойолманы. Дөрөҫ, бай булды, аҡсалы... Ҡаршы ултырып, уңлы-һуллы эсеп-аҙып йөрөгәне тойолманы. Икеһе ас та ултырманылар, кәрәк булһа, тимер юл вокзалына төшөп, вагон да бушаттылар...

Өйгә инер алдынан Фәрит Маратты тағы туҡтатты:

– Үҙең беләһең, кордон яғында бер-ике урын бар, мин һиңә тигән өйҙө шунда күрәм. Егеттәр ярҙам итер, теләһәң, ағастан, теләһәң, кирбестән... Ике ҡат, 400 метр һиңә таман буласаҡ. Әгәр теләһәң, иртәгә, төштән һуң, барып ҡарап та киләбеҙ! Һөйләштек?

– Ҡарарбыҙ, – тине Марат.

Иртәгә кис түгел, бөгөн төндә нимә булырын ул әле белмәй ине.

– Өйгә! – тип бойорҙо йорт хужаһы һәм ишекте тибеп тигәндәй асты ла, – Сәриә Ғафуровна, һеҙгә ике пациент, – тип өндәште, үҙенең шаяртыуынан хахылдап, көлөп ҡуйҙы.

Өйгә килеп инделәр.

– Рәхим итегеҙ, – тип, йүгереп тигәндәй, хужабикә күренде.

Инделәр, залға үттеләр. Ҙур, иркен фатир, ләкин әллә ҡыш булғанға, әллә хужалар яңы эштән ҡайтҡанға, фатир бигерәк шыҡһыҙ һәм һалҡын ине. Фатирҙы йылытыр өсөн яғыу ғына етмәй шул, күңел йылыһы, ихласлыҡ, иң мөһиме, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡайнар булмаһа ла, йылы, хис-тойғоға бай булыуы кәрәк. Уҡығанда ла көс-хәл менән атаһының елкәһендә генә уҡып сыҡҡан Фәриттә ҡайҙан булһын күңел йылыһы? Атаһы һәр сессия алдынан иҫке “жигули”йына тейәнеп килеп ҡайта ла, шуның иҫәбенә уҡый торғайны. Хәйер, ул үҙе генә түгел ине. Күптәр уҡып бөтһә лә эшләй алманы – һайланды, һөнәр алыштырҙы, эсте – юҡҡа сыҡты.

Ә Марат белә ине, белемең, мәғлүмәтең етһә, эсмәһәң, абынмаһаң-йығылмаһаң, ышанысты аҡлаһаң, ундайҙарға ихтыяж бар – күтәреп алырға ғына торалар. Һәр хәлдә, уның биографияһында таплы урыны юҡ, тип әйтерлек. Бер нисә ваҡ-төйәкте иҫәпкә алмағанда. Ә бөгөн ул бында килмәҫкә тейеш ине. Ике аяғының береһен атламаҫ ине, әгәр ҡыҙыҡһыныуы көслө булмаһа. Фәрит лауылдап, фатиры менән таныштырҙы. Ҙур, иркен, тик, баяғы, йылы һәм яҡты етешмәй. Бер ишек алдында оҙағыраҡҡа туҡтаны.

– Бында һеҙгә, Марат Вафич, кереү мотлаҡ түгел, быныһы беҙҙең мөхәббәт бүлмәһе, – тип бышылданы һәм яңғыратып, әҙәпһеҙ көлөп ҡуйҙы.

Залға үттеләр. Бик матур табын ҡоролған. Ҡаҙ ите, өйрәк ите...

– Бына, әйттем бит, 60 минут! – тине йорт хужаһы сәғәтенә күрһәтеп. – Минең ҡатын мөғжизәләр яһарға оҫта. Әйҙә, ауыҙ итәйек! Шунан өҫтәлдең уртаһына күрһәтеп, ҡатынына уҫал итеп ҡараны:

– Ә... Ҡайҙа?..

Сәриә ярҙам эҙләгән һымаҡ, тәүҙә иренә, аҙаҡ өҫтәлгә һәм уңайһыҙланып ҡына ҡунаҡҡа ҡараны.

– Иртәгә эшкә булғас, килешерме икән?

– Как килешмәй!? Как килешмәй!? Бында мин хәл итәм! Килешмәһә, килештерәбеҙ! Сығар!

Марат ҡайҙа килеп эләгеүенә төшөнә башланы. Да, был “дворник”тың мәшәҡәттәре бар икән. Коньякты ҡулына алды. Марат эсеү яғына бик әүәҫ түгел, ләкин ҡайҙа нәмә, кем менән, ни өсөн эсергә икәнлеген белә. Һәр хәлдә, ялған даны сыҡҡан Ҡафтау аръяғы коньягын ғүмерендә лә эскәне юҡ. Ялған һәм суррогат булғаны өсөн түгел, үҙенә хөрмәт йөҙөнән.

– О, шәп коньяк, – тине ул шешәне ҡулына алып. – Но минең коньякка аллергия. Үҙем дә аңлата алмайым, ҡулдарым, битем тимгелләнә лә ҡуя, – тине ул аҡланған һымаҡ.

– Ә виски, әле генә виски йоттоң? – тине Фәрит.

– Виски бит ул – виски . Унда бөтәһе лә тәбиғи, таҙа продукция.

Хужа аптырап ҡалды, ләкин тиҙ арала:

– Сәриә, араҡы! – тип мөңгөрҙәне.

– Араҡымы? Уныһы, әлбиттә, үҙебеҙҙеке. Ярай.

Маратҡа ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ярай, тәмләп ҡараһын, күтәрелеп осмаҫ әле. Быныһы Мараттың икенсе хатаһы булды.

– Дөрөҫ эшләйһең, – тип Фәрит Маратҡа күҙ ҡыҫты. – Үҙебеҙҙең араҡыға етмәй. Виски-миски, коньяк-моньяк тип, юҡҡа алданабыҙ.

Берәрҙе тотҡас, мул ғына итеп ашап алдылар. Дворник умыра ғына, әллә сәйнәп тә тормай инде. Бер ҡулы менән өҫтәлдән ит алһа, икенсе ҡулы менән һөйәген мөнйөп бөтөр-бөтмәҫ, эргәләге тәрилкәгә ырғыта. Шул арала майлы ҡулдары менән кәсәгә йәбешергә, үҙенең рюмкаһына ҡойорға, түңкәреп ҡуйырға өлгөрә.

Ә Марат ҡабаланмай. Бер ыңғай һорауҙар биреп, Фәритте һөйләндерә, ул һөйләгән арала бынан мөмкин тиклем шымыраҡ сығыу юлдарын эҙләй һәм күҙҙәре, күңеле менән Сәриәгә һоҡлана ине. Сәриә, бына ғәжәп, үҙе лә күтәреп-күтәреп ҡуя икән. Бына йөҙҙәре алланып, күҙҙәре асылып ҡалды. Ихлас йылмайғанда ике сикәһендәге соҡорҙары йөҙөн асып ебәргән һымаҡ.

– Аш! – тип бойорҙо йорт хужаһы.

– Марат Вафич, һеҙгә билмәнме, әллә туҡмасмы?

– Белмәйем, миңә – икеһен дә! – тине йорт хужаһы тешен соҡой-соҡой.

Туҡмас та килде, билмән дә булды, тағы күтәрҙеләр, уҡыған йылдарҙы иҫкә төшөрҙөләр. Нимәгә иғтибар итте Марат, һәр кем үҙ самаһын белеп эсте, бик ҡыҫтаманылар. Ә бына Фәрит хаҡында быны әйтеп булмай икән. Ҡатынының, Сәриәнең, арлы-бирле тотҡолауын иҫәпкә алмағанда, хужа кеше шешәне бер үҙе, тип әйтерлек, бушатты һәм: “Тағы сығар!” – тип бойорҙо.

– Һуң, Фәрит Сәхиевич, һиңә иртәгә эшкә бит.

– Ниндәй эш һөйләйһең? Мин эштән һуң, ял итәм. Миңә хужа килде, мин уны ҡунаҡ итергә тейеш! Етмәһә, беҙ 20 йыл осрашҡаныбыҙ юҡ.

Ошо урында Марат мәжлесте туҡтатырға, шешәне астырмаҫҡа, рәхмәт әйтергә һәм ҡайтырға тейеш ине, ләкин ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, өсөнсө хатаны ла ҡабатланы.

Икенсе шешә етдиерәк төҫ алды, ләкин бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй ине. Тағы берҙе күтәрҙеләр. Марат теш араһына ҡыҫтырып, аҙыраҡ йотоп ҡына ҡуйҙы.

Сәриә уңған икән. Кистәрен ҡунаҡханаға ҡайтҡас, ҡоро-һары менән генә сикләнергә тура килә. Былай Марат ас йөрөмәй, ни әйтһәң дә, хужа кеше бит. Иртәнсәк тә ашаталар, төшкөһөн дә. Уйланыуҙарын Фәриттең мөңгөрҙәүе боҙҙо.

– Марат Вафич, баянан бирле ҡарап ултырам, бер ҙә тотмайһың, әллә мине һынайһыңмы? – тине ул һөҙөп ҡарап. – Ҡунаҡханала ас ятмайһыңдыр, беләм, ашатып торалар, ә бына Сәриәнең бешергәнен беренсе тапҡыр ашайһың. Һин бит башлыҡ, хужа кеше, ас йөрөргә тейеш түгелһең. Әйт әле, быға тиклем ҡайҙа ашап йөрөнөң? Һин миңә килергә тейеш инең! Мин һине ҡарарға, мин һине ашатырға тейешмен!

– Ярай, килгән, килгән. Ас йоҡлағаным юҡ, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө. Тегеһе тупаҫ бүлдерҙе:

– Әле кем һине ас йөрөй, тине? Әҙәм көлөр, Бишөйлөнөң башлығы  асҡа үлгән, тиерҙәр. Мәсхәрәһе үҙе ни тора!

– Төшөндөм, – тине Марат, тегенең һүҙен ыңғайына һыпырып.

– Күреп торам, һин мине һынап ултыраһың. Күпме эсер икән, эскәс, үҙен нисек тотор, нисә шешә эсә алыр, тип уйлайһыңдыр. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, эсеүгә әүәҫ түгелмен. Ә һин тәҡдим иткән урын, әйткәндәй, мин уны ҡабул иттем, ниндәй яғы менән ҡурҡыныс, беләһеңме?

– Әллә тағы, – тине Марат аптырап. – Бик яуаплы урын инде.

– Яуаплы ғына тиһеңме? – тине Фәрит. – Ул урында берәү ҙә оҙаҡ ултырмай. Ҡурҡыныс урын. Ни өсөн ҡурҡыныс? Хәҙер мин һиңә аңлатам. Сәриә, ҡунаҡ минең өйөмдә күңелһеҙләнеп ултырырға тейеш түгел, ҡара! – тине лә өҫтәл артынан торҙо.

 

Хужа һелкетә баҫып сығып китте, уның гөрһөлдәп ауғаны ишетелде. Кеше йәнле бәндә, Марат, урынынан һикереп торҙо: “Бәлки ярҙам кәрәктер?” Хужабикә көлөп ҡуйҙы һәм ҡул һелтәне:

– Ҡуйығыҙсы, борсолмағыҙ, уға нимә булһын?

– Нисек нимә булһын? Бәлки имгәнеп ҡуйыр? – тине ҡунаҡ Сәриәнең битарафлығына ғәжәпләнеп.

– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ бит, беренсе тапҡыр түгел. Иртәгә иртәнсәк, бер нәмә лә булмағандай, килеп торасаҡ, күтәреп, бер шешә һалҡын һыу эсәсәк тә, эшкә китәсәк. Тынысланығыҙ, – тине Сәриә ҡунаҡҡа туп-тура ҡарап.

– Ғәжәп, ғәжәп... – тине Марат ишек яғын тағы ла бер байҡап. – Ул хәтлем дөбөрҙәүгә ҡотом ҡалманы, берәй ере имгәнгәндер, тип уйлағайным.

Ҡатын тағы ла көлөп ҡуйҙы:

– Йөҙ килограмм килеп төшһөн әле!

– Уның менән нисек йәшәйһең ул? – тип аптыраны Марат.

– Йәшәмәй, ҡайҙа бараһың инде, – тип күңелһеҙ генә йылмайҙы Сәриә. – Мин күндем инде.

– Һуң, ғәфү итегеҙ, кисә генә уға берәр урын кәрәк, тип әйткән һымаҡ булғайнығыҙ, – тип ныҡышты ир.

– Юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңламағанһығыҙ. Мин һеҙгә берәй урын табылмаҫмы, тип әйтмәнем. Мин һеҙгә асыҡтан-асыҡ: “Һеҙ бергә уҡығанһығыҙ, шуға берәй арыуыраҡ урын табығыҙ әле”, – тип һораным. Эйе, йоҡларға ярата, ялҡаулығы ла бар. Шуға ҡарамаҫтан, һораным. Бәлки үҙенә яуаплылыҡ алыр, эшкә тотонор, үҙен күрһәтер. Әлбиттә, тәүге торошона ҡарап, мин уны берәй председатель, йә совхоз директорының улылыр, тип уйлағайным, хаталанғанмын. Ул бригадирҙың малайы булып сыҡты.

– Үкенәһегеҙме? – тине ир.

– Ә үкенеп, ҡайҙа бараһың? Әлеге лә баяғы, күнәһең инде.

Күрше бүлмәлә тағы дөбөрләгән тауыш ишетелде. Хужаның нимәлер тип ҡысҡырғаны тойолдо.

– Мөмкин булһа, мин ҡарап киләйем, – тине лә Марат, түҙмәйенсә урынынан торҙо.

Сәриә нығыраҡ көлдө:

– Ҡарағыҙ әле, һеҙ бит уны 20 йыл күргәнегеҙ юҡ. Ә мин 20 йыл, 12 ай, 56 аҙна, һәр йыл  365–366 көн шуны күрәм һәм түҙәм. Ә һеҙ – ҡарағыҙ, барып ҡарағыҙ.

Марат урынынан торҙо, иң тәүҙә “мөхәббәт бүлмәһе”нә кереп, һабаҡташына күҙ һалды: йоҡлай, хырылдай-хырылдай йоҡлай. Шул тиклем дә бешеккән кеше булыр икән! Ай-һай! Ныҡлығына хайран ҡалырһың! Бүлмәне тултырып, хырылдай, ара-тирә кинәнес менән ауыҙын сәпелдәтеп ҡуя. Иҫенә төштө: уҡығанда ла шулай ине. Хырылдай һәм ауыҙын сәпелдәтә ине. Ғәҙәтен ташламаған икән. Биш йыл буйына түҙҙе бит, түҙмәй, ҡайҙа барһын. Бригадир малайы! Мараттың атаһы, ҡайтҡан һайын: “Дуҫыңды ҡара, дуҫыңды ҡара, бесәнгә бараһың – ат кәрәк, утынға – ат кәрәк”, – тип таҡылдай торғайны. Ярай, йоҡлаһын. Уға ла ҡайтырға ваҡыт инде. Марат ишекккә сығырға йүнәлде һәм ишек төбөндә уны Сәриә туҡтатты.

– Ә мин һине 20 йыл көттөм...

– Ҡабаланма, – тине Сәриә. – Саҡ ҡына көт. Бер өн дә сығарма...

Залға сығып ултырҙылар. Марат үҙенең нимә ҡылғанын әле аңламай ине әле.

– Һин уны йоҡлай, тип уйлайһыңмы? – тине ул.

– Әлбиттә, мин уның эсемлегенә, әйтһәм, әйтәйем, йоҡо дарыуы тамыҙҙым. Юғиһә, һиңә лә, миңә лә тынғы булмаясаҡ.

Бына нисек... Марат үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Тимәк, барыһын да алдан хәл итеп эшләгән.

– Ә һин мине көтә инеңме? – тине ир ҡатынға туп-тура ҡарап.

– Көтә инеңме?.. Көтмәй, ҡайҙа барайым, көн һайын кис ҡайта ла, уфтанып, һине һөйләй: “Шунда барған, бында барған, шуны күргән, былай тип әйткән...” Шунан, мин әйтәм: “Һылтау тап та, үҙең дә бар. Кешеләр һине яманлап һөйләп бөтөрҙәр. Бар ҙа, үҙеңдең проблемаларыңды һөйләп бир. Ана, беҙҙең баш табип, ике көн дә үтмәне, пакет тотоп, кереп тә сыҡҡан”, – тим.

– Баш врач? Пакет тотоп миңә килдеме? – Марат аптыранды.

– Эйе, главбух әйтә. Шуны, шуны алаһығыҙ, тип исемлек төҙөп бирҙе. Супермаркетҡа кереп, үҙем һайлап алдым, ти.

Марат урынынан тороп китте:

– Һин ниндәй пакет һөйләйһең? Был бит хакимиәт, унда пакет менән кереп булмай! Кешеләр ҡайһылай оҫта файҙалана икән! Иртәгә үк тикшертәм!

– Тикшерт, конечно! Ҡайҙа ул пакет, ни эшләп миңә килеп етмәгән, кем ашаған, кем эскән, тип әйтегеҙ. Главбух – һин иртәгә эштән алырға тейеш Насировтың килене. Ул барлыҡ Бишөйлөнө тултырасаҡ: “Быны кемдәндер, моғайын, Сәриәнән ишеткәндер, үҙенә килеп эләкмәгән пакетты юллап йөрөй. Әһә, аңлашылды, ирен урынбаҫар итә, ә ҡатынын... Ҡатынын баш табип урынына тәғәйенләй”, – тигән хәбәр таратасаҡ. Әйткәндәй, мин уйланым да, Фәрит урынбаҫар була икән, ә ниңә миңә баш табип урынынан баш тартырға? Ана, проекттарҙы тормошҡа ашырырға нисәмә миллион аҡса бүләләр. Беҙ уларҙы ирем менән үҙләштерергә ярҙам итер инек, – тип ҡулын ыуғыланы ҡатын.

Икәүләшеп көлөштөләр. Ә күрше бүлмәнән хужаның нимәлер тип һөрәнләгәне ишетелде.

– Ана, ишетәһеңме, ул риза, – тип көлдө Сәриә, йоҡо бүлмәһе яғына ишаралап.

Марат аҡрынлап шуға төшөндө: ул бигерәк ҙур, яуаплы вазифаға килгән. Бында эшләүе һис тә еңел булмаясаҡ. Ә шулай ҙа бер һорау уны борсой:

– Фәритте әйтәм, шулай власть яратамы?

– Ә кем власть яратмай? – тине Сәриә. Шул арала сәй яһап килтерҙе. – Һин власть яратмаған кешене беләһеңме?

– Былтыр көҙ булдымы икән, Аҡҡуянда участка дауаханаһына барып килгәйнем, оло юлдан дауахана яғына боролһам, машиналар тығында ултыра. Мигалканы тоҡандырып ебәргәйнек, юл бирҙеләр. Килеп етһәм, бер гаишник менән минең ир, эйе, минең ир, теге бүлмәлә йоҡлап ятҡан Фәрит, шоферҙарҙы туҡтатып, таныҡлыҡтарын алып торалар. Күҙемә күренә, тип торам. Тегеләренең сығарып биреүен әйт, ул бит гаишник түгел! Нимәгә праваларын ала, тиһең инде? Бында бер ун биш-егерме метрҙа юл насар ине, йәй буйы һөйләнем инде, шунда асфальт түшә, асфальт  түшә, тип. Знак ҡуйғандар, урап үтергә юл яһамаған, машиналар тура үткән. Ә был шуны күреп, власть күрһәтә инде, йәнәһе. Праваларын тартып алып тора. Эргәһенә туҡтаным да: “Фәрит Сәхиевич! Әллә эш урынығыҙҙы алыштырҙығыҙмы?” – тип һораным. Ҡулын һелтәне лә ҡуйҙы. Етмәһә, ҡайтҡас, үпкәләй: “Һин минең намыҫыма тейҙең”, – ти...

– Рәнйетмәйме? – тип һораны Марат.

– Рәнйетеп ҡараһын! Ҡурҡаҡ бит ул...

...Ошо ике сәғәт эсендә булған ваҡиғалар Мараттың күҙ алдынан кино һымаҡ үтеп китте һәм һабаҡташы: “Әйҙә, миңә барайыҡ!” – тип урынынан һикереп торғас, тәүҙә һиҫкәнеп ҡуйҙы һәм ентекләберәк ҡарағас, иғтибар итте: Фәриттең йөҙө асылды, түше кирелде, күҙҙәре нығыраҡ ялтырай башланы. Белә Марат, байтаҡ күрҙе ни сәбәптән был күҙҙәрҙең ялтырағанын. Тышҡа сыҡтылар. Хакимиәт алдында тағы бер-ике фекер алыштылар.

– Бишөйлө ҙур түгел, – тине Марат тирә-яғына күҙ ташлап. Һиңә һабаҡташ, дуҫ, ауылдаш, тип кереп сыҡҡанда ла булыр ине. Әле беҙҙең алда Насировтан ҡотолоу бурысы тора. Ваҡыты етер, үҙем һөйләшермен, һеҙҙең өйҙө лә барып күрербеҙ. Ә әлегә хушлашабыҙ, – тине Фәриттең күҙҙәренә ҡарап. Бая ғына ялтырап торған күҙҙәр тоноғайып ҡалды.

– Юҡҡа баш тартаһығыҙ, Марат Вафич! Сәриә әҙерләнгән булғайны...

Улар әлегә хушлашты.

Иртәнге мәл. Тышта һалҡын. Ҡар шығырҙай. Марат эшкә китеп бара. Хәйер, китеп бара, тип кенә әйтеү аҙ булыр. Ул осоп, ҡыуанып, дәртләнеп, эшкә китеп бара. Әле ара-тирә, яйы сыҡһа, нисәмә йылдар элек таныштары, яҡташтары уның Бишөйлөнән сыҡҡанлығын хәтергә төшөрөп, сираттағы етәксегә танышырға тәҡдим итәләр ине. Тегеләре ябай ғына итеп: “Ҡайтып йөрө, ҡайтҡан сағыңда кермәй үтмә, һөйләшеп ултырырбыҙ”, – тип йылы ғына тәҡдим яһай торғайнылар. Үткән йылдар эсендә өсмө-дүртме етәксе алышынды, Марат бик уҡталһа ла, район үҙәгенең уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы һәм ике байраҡлы йортҡа кереп сыға алғаны булманы.

Инеп сыҡ, кереп сыҡ – ошо яҡтың һөйләше инде. Инһә, керһә, сыҡмай буламы һуң инде...

 

Марат олпат, тыныс аҙымдар менән кабинетына инде. Иртәнге дежур секретарь көтөп тора икән. Күрһәтмәне үтәгән – сәй, ваҡ бәлеш алған, бер-ике пирожкийы күренә, һөт тә бар... Сәй яһағас, уныһы әсегән икәнлеге асыҡланды. Марат уфтанып ҡуйҙы: йә инде, баш ҡалала өйрәнгән йәшәү рәүешен ҡалдырып, ошонда килеп, мажараларға тарып, эшләп йөрө инде! Эшләмәй, ҡайҙа бараһың, әгәр эшләйһең икән, тимәк, һиңә ышаналар. Ә эштәр бында көнө-төнө сүпләһәң дә, бөтөрлөк түгел.

 

Иртәнге сәй эсеп алғас, бөгөнгө көн тәртибенә күҙ һалды: малсылыҡ буйынса бәләкәй генә кәңәшмә, газ үткәреү, һыу үткәреү тураһында ағымдағы эштәрҙе көйләү, мәктәптәргә сантехника үткәреү. О, быларын да ул йырып сығырға тейешме? Ул арала булмай, көндәлек секретарь Лиза эшкә килгән икән. Ул һағайыулы һәм һынсыл ҡараш менән:

– Куратор шылтырата – Риф Мансурович, – тине.

Марат шунда уҡ трубканы алды.

– Һаумыһығыҙ, Марат Вафич! Хәлдәр нисек? – тине Богданов.

– Түҙерлек, Риф Мансурович! Эшләйбеҙ! Бөгөн – кәңәшмә, һәм башҡалар...

– Һине ҡотлайым! – тине куратор рәсми тонда...

Ҡыҫҡа ғына тынлыҡ ваҡытында Марат: “Куратор нимә менән ҡотлай тағы? Эшләй башлауына бер ай ҙа булманы бит...”, тип уйлап алды һәм:

–  Рәхмәт, – тине яуап урынына. Еңелсә көлөп ҡуйҙы, тегеһе лә ҡушылып көлдө:

– Йә, ярай, һинең папкаға беренсе “ҡарлуғас” осоп килеп ҡунды.

Сәмиғуллин һиҫкәнде. Аңлашылды. Ҡалынмы?

– 3–4 күнәк булыр. Көлә-көлә сүпләнек...

(Әҙәмсәгә тәржемә итһәк, йөкмәткеһе былай: “Һиңә тәүге ялыу килде, 3–4 бит булыр, йөкмәткеһе бик ҡыҙыҡ...”)

– Яҡшы! – тине Марат. Тимәк, эшләй башлағанымды күргәндәр. Минең ҡайтҡан һайын, элекке глава менән ашап-эсеп, ҡунаҡ булыуымды яҙғандармы?

– Әлбиттә! Оноталар буламы һуң инде? Ә, теге, нимә әле, КТЖХ-мы, Жилколхозмы, унда һинең дуҫың эшләй...

– Фәрит Сәхиевич?

– Мин дә беләм уны, шутник инде, шутник, бик шаян кеше. Уны зам итеп алырға вәғәҙә иткәнһең, етмәһә, бисәһенә – баш табип урыны. Һин 3–4 йылдан Өфөгә ҡайтаһың икән, әлбиттә, министр булып. Ә теге шутник һинең урынға ҡаласаҡ, имеш. Әйткәндәй, һин уның өйөндә ҡунаҡ булырға өлгөрҙөңмө әле?

– Юҡ, кисә саҡырғайны, барманым...

– Кисә саҡырғайны? Бына һиңә мә! Әллә һинең арттан күҙәтеп йөрөйҙәрме?

– Белмәйем, белмәйем... – тип көлөп ебәрҙе Марат.

– Кисә төштән һуң ғына, “Ышан, ләкин тикшер!” системаһы аша килде. Кешеләрҙең өмөтөн аҡла, ҡунаҡҡа бармағанһың, ә һине яҙғандар. Тимәк, барырға булған! Ғаиләң күсеп килдеме әле?

– Юҡ.

– Оҙаҡ... Бер ай булып килә, һаман күсермәгәнһең.

– Төйнәлә, гәлсәрҙәрен төрөп ултыра ине.

– Нығыраҡ төрһөн! Юл насар. Юғиһә, ватылып ҡуйыр!

Марат тәүге ялыуҙан күңеле төшһә лә, Богданов менән һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалды. Юморҙы аңлай торған кеше менән эш итеү еңелерәк шул. Байтаҡ һөйләштеләр эш хаҡында. Район әллә ни ҙур түгел, ләкин һәр ауыл, һәр кеше үҙенә күрә иғтибар талап итә. Күберәк мәғлүмәт сараларына таянырға тура килә.

Бына күрше өлкәнән хәбәр: “Фәлән райондың фәлән ауылында яңғыҙ көн итеүсе ҡарсыҡ һалҡын өйҙә ас ятҡан”. Шунда уҡ урынбаҫарына шылтыратып, күрһәтмә бирҙе: барлағыҙ, ауыл һайын тикшерегеҙ, исемлек төҙөгөҙ, ауыр хәлдә ҡалған, ас ултырған кеше булырға тейеш түгел!

Бына шуның һымаҡ ваҡ-төйәк тойолған ләкин мөһим эштәр яуаплы кешегә тын алырға ла ирек бирмәй. Улары – ағымдағы мәсьәләләр. Иртәгә нимә эшләргә? Иртәгәнән һуң – улары ла аныҡ билдәле булырға тейеш. Хәҙер ауыр һәм мәшәҡәтле һөйләшеү көтә. Ун икегә Насиров килергә тейеш. Хәбир Ғиниәтович... Ун биш йыллап урынбаҫар булып эшләгән. Ошонда карьера төҙөгән, ихтирам яулаған кеше. Төҙөлөш, ремонт өсөн байтаҡ аҡса килә, шуларҙы оҫта ғына итеп тейешле кешеләргә йүнәлтеү юлдарын хәл иткән. Һөҙөмтәлә, төҙөлгән объекттарҙың сифаты насар, ә аҡса – тотонолған. Эшенән ебәрергә тура килә. Әлбиттә, ул үҙенең түбәнәйтелеүенә риза түгел. Эргәләге ҡаланың фирмаларының береһенә, моғайын, үҙенекелер инде, урынлашырға теләге бар. Тик ул осраҡта райондағы объекттарын юғалтыуы ихтимал...

 

Ауыр атлап керҙе Хәбир Ғиниәтович. Күренеп тора: кәйефе юҡ. Бәхәсләшергә лә теләге тойолмай. Кереп ултырғас, бер нисә секунд бер-береһенә ҡарашып ултырҙылар.

– Ни өсөн саҡырғанымды аңлайһығыҙҙыр, Хәбир Ғиниәтович? – тине етәксе.

– Беләм, – тине ул күндәм генә. Шунан стенала эленеп торған портреттарға ҡараны. – Өҫтә беләләрме? – тине ул, йәнәһе, кемгә һонолғаныңды аңлайһыңмы, тиеүелер.

– Һәр мәсьәлә менән иң юғарыла шөғөлләнмәйҙәр. Мәсьәләне хәл итеү миңә тапшырылған. Шулай булғас, бында һатыулашыу урынһыҙ.

– Ярай, – тине Насиров, бер аҙ тын торғандан һуң. – Минең урынға кем килә? Ғәлиевмы?

– Мин әлегә һеҙгә уны әйтә алмайым, – тине Марат йәне көйөп.

– Әллә, был хәбәрҙе хәҙер бер ай һөйләйҙәр инде, – тине Насиров.

– Бер ай? – тип аптыранды Марат. – Минең эшләй башлауыма – 27 көн. – Шунан көлөп ебәрҙе. – Ә, атыу теге ялыуҙы һинекеләр әтмәләгән инде?!

– Ниндәй ялыу? – Насиров һиҫкәнде. – Минең бер ниндәй ҙә ялыу яҙғаным юҡ.

– “Ышан, ләкин тикшер!” системаһына ялыу яҙғандар инде ошо хаҡта.

– Да... Бында шулай ул, – тине Насиров. – Үпкәләмәгеҙ, Марат Вафич, бындағы халыҡ, күп тапҡыр иғтибар иткәнем бар, бер-ике аҙнаға, һис юғы 2–3 көнгә алдараҡ йәшәй. Имәнйортта мәктәп ремонтлауға аҡса килде. Әле конкурс  юҡ, тендер үтмәгән, министрлыҡтан аңлатма һорайҙар. Аҡсаны Насиров менән “Батыр” фирмаһы бүлешә, тип... Бына шулай, миңә пенсияға ике-өс йыл ҡалды, быға тиклем эшләнем бит, сығарып ебәреүҙәренә күңелем төштө. Ә бит ул күрә, белә ине. Насиров портретҡа күҙ ташлап алды. – Түрәләр алышына, ә мин һаман эшләйем.

Яңынан портретҡа күҙ ташлап:

– Үткән йәй килгәнендә хәлемде һорашып торҙо. “Бындағылар алышынып тора, ә һеҙ – һаман эшләйһегеҙ. Маладис!” – тип әйтте.

Мараттың үҙенә лә уңайһыҙ булып китте.

– Былай һөйләшәйек,  – тине ул. –Ике айлыҡ отпускығыҙ бар икән. Һеҙгә ярашлы берәй эш ҡарарбыҙ, үҙем һөйләшермен.

Насировтың кәйефе күтәрелеп китте.

– Рәхмәт, Марат Вафич! Миңә бит күп кәрәкмәй, ике йыл да ике ай...

Бына уртаҡ тел дә таптылар һымаҡ.

– Ә һеҙҙең урынға кеше кәрәк бит, – тине Марат Насировтың күҙҙәренә ҡарап.

– Район ҙур түгел, кешеләр әҙ, бәлки ситтән йәлеп итерһегеҙ?

– Ә Фәрит Сәхиевичҡа нисек ҡарайһығыҙ? – тине етәксе.

Насиров йылмайып ҡуйҙы:

– Ну, Фәрит Сәхиевич үҙе бер легенда инде ул, ныҡ кеше. Беләһегеҙме, унда миңә нәмә оҡшай? Ул танк һымаҡ... Юҡ, юҡ, танк бында урынһыҙ. Үгеҙ һымаҡ. Башын эйеп, күҙенең ағын әйләндерә лә, алға бара ла бара. Ғәфү итегеҙ, һеҙ уның менән бергә уҡыманығыҙмы?

– Ә ҡайҙан беләһегеҙ?

– Ҡайҙан беләһегеҙ, тип... Бер ауылданһығыҙ, бер осор вузда уҡығанһығыҙ. Бында һуҡыр күрәҙә булыу кәрәкмәй.

– Шулай шул, донъя ҡыҫынҡы, тиҙәр, – тип Марат та көлөп ҡуйҙы. – Нисек уйлайһығыҙ, эшләй алырмы?

– Әйтә алмайым, – тине Насиров ҡулын йөрәгенә ҡуйып. – Был бик ауыр тармаҡ. Бында саҡ ҡына берәй етешһеҙлеккә юл ҡуйһаң, төҙөлөш талаптарын боҙһаң, аҙағы бик насар бөтәсәге билдәле. Мин һәр объектты үтәнән-үтә ҡарап, тикшерә торғайным. Ғәлиев быны эшләй алырмы икән? Подрядчик ул – бик хәйләкәр. Уның маҡсаты – төҙөлөш объектын эләктереү һәм иң кәм сығымдар менән объектты файҙаланыуға тапшырыу.

 

Ә ул – урынбаҫар – район мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ булырға тейеш. Миңә ниндәй генә ғәйеп яҡмаһындар, мин – яҡланым. Әгәр минең фекер кәрәкһә, мин Фәрит Сәхиевичты алырға кәңәш итәм. Сөнки ул – һеҙҙең кеше. Ә был урында һеҙ үҙегеҙҙең кешегеҙҙе күрергә теләйһегеҙ. Тимәк, һеҙ уға ышанаһығыҙ. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Совет осоронан ҡалған бер ҡағиҙә йәшәй – хеҙмәткәр үҙенән юғары торған түрәнең йомшаҡ булыуына өҫтөнлөк бирә. Шуның өсөн “урта ҡул” беренсе секретарҙар Брежневтың эш стилен үҙләштерҙе һәм вазифаларын оҙаҡ биләне.

Икенсе ҡағиҙә. Киткән кеше үҙенең урынына һәр ваҡыт “йомшаҡ” кешене ҡалдырырға тырыша. Сөнки ул үҙенән алдағы етәксене уҙып китергә тейеш түгел. Фәрит Сәхиевич менән тап шулай булыуы ла ихтимал. Ләкин уның бер өҫтөнлөгө бар: ул аҡса һанай белә.

 

Һөйләшеү шуның менән ыңғай юҫыҡта тамамланды.

Марат төшкө аштан һуң кабинетына үткәйне, “смс”-ка килде. “Мин һеҙҙе киске ашҡа саҡырам. Һеҙҙең йәштә ас йөрөү зыянлы”. Марат йылмайып ҡуйҙы. Дөрөҫ яҙа бит...

 

Төштән һуң етәксе көньяҡ йүнәлештәге хужалыҡтарға сығып килде, юлдарҙы ҡараны, урындағы етәкселәргә алдан шылтыратып торманы. Улары был хәлде үҙҙәре лә белмәй ҡалды, шикелле. Ҡарағайлыны үткәндә хакимиәт алдында бер “Нива” ултыра ине, туҡтарға ла теләгәйне, ләкин үтеп китте.

Күңеле бер төштө, бер мәл күтәрелгән һымаҡ та булды. Ғөмүмән, халыҡ йәшәргә тырышып ята. Өйҙәр, ҡоймалар ҡараулы. Хәҙер күбеһенеке тимерҙән яңыртылған. Шифер түбәлеләр ҙә байтаҡ. Бында килеп, халыҡ менән осрашып, артабан нисек йәшәү тураһында уйларға кәрәк булыр. Сөнки элекке фермалар яғына хатта юл да ярмағандар. Шәхси хужалыҡтарҙың кәртәләрендә һыйыр малының һәм йылҡының күплеген күреп ҡыуанды. Шул кешеләр менән осрашҡыһы, уларҙың хәлдәрен белгеһе килде. Былай, еңелсә үтеп-һүтеп, машинанан ғына бөтәһен дә күреп-белеп булмай шул. Хәҙер яйға һалырға кәрәк – көн һайын бер хужалыҡ менән танышыуға өс-дүрт сәғәт ваҡытын бүлергә тейеш.

 Ҡайтырға сыҡҡас, үҙенең ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратты: “Сәғәт алтыға Фәрит Сәхиевич килһен”.

Район үҙәгенә кергәс, аҡрынлап ҡына ҙур урамдар, тыҡрыҡтар яғын ҡарап сыҡты. Юҡ, бында юлдарҙы ҡараулы, тип әйтеп булмай. Әйткәнде, ҡушҡанды эшләргә күнеккәндәрҙер, ләкин яуаплылыҡ, кешегә хөрмәт тигән нәмә бында юҡ. Бына шуның һымаҡ ваҡ-төйәктән башлана инде кешегә мөнәсәбәт. Әгәр кешеләр тыҡрыҡтан йәйәүләп тә үтә алмай икән, улар ниңә һалым түләй һәм ни өсөн был власты аҫрай?

Район үҙәгенә халыҡты йыйып алырға кәрәк булыр. Бынау “Ышан, ләкин тикшер!” системаһы байтаҡ ҡына мәсьәләләрҙе хәл итегә мөмкинлек бирә, “ҡарлуғас”тарҙы кәметә. Урындағы гәзит менән телевидение ла күңелле ваҡиғаларҙан алыҫ китә алмай.

Эш урынына килеп еткәс, машинаһын гаражға ҡуйҙы ла икенсе ҡатҡа күтәрелде. Кейемен сисеп, мониторға күҙ һалғайны, һабаҡташын күрҙе. Элекке һымаҡ, бөршәйеп кенә ултырмай бөгөн. Уртала ҡабарып, ҡулдарын болғай-болғай секретарға нимәлер һөйләй. Белһәң ине, нимә һөйләгән була икән? Ҡара, ҡара, тегеһенең йығылып ятып тыңлауын әйт әле, башҡа эше бөткәнме икән ни? Икәүләшеп, митинг ҡороп ултырмаһалар бында. Сәғәтенә ҡараны, 7-се киткән.

Марат үҙенең Фәриткә булған мөнәсәбәтен асыҡларға теләне. Кисә уның менән аралашыу, өйөнә барыу менән бәйле төрлө фараздарҙы эшкә ҡушып ҡарағайны, һөҙөмтәлә, бер яҡшылыҡ та килеп сыҡманы. Бөгөн, ана, тағы “смс”-ка ҡуҙғатып ебәргән һымаҡ булды. Үҙеңдең ни өсөн барыуыңды аҡларға кәрәк бит. Ә сәбәп бар – ул үҙенә урынбаҫар тәғәйенләргә теләй. Ябай урынбаҫар түгел, төп мәсьәләләрҙең хәл ителеше уның ҡулында. Әгәр Фәрит Сәхиевичтың донъяһы насар, ҡоймаһы емерек, ишеге ҡыйыш икән, унан ниндәй урынбаҫар сығыуы мөмкин? Хәҙер кешеләр өйҙәрҙе зиннәтле һарайҙар һымаҡ ҡойоп ҡуялар. Шунан һуң, унда Сәриә лә бар бит әле, урынбаҫарҙың ҡатыны ғына түгел, үҙе лә дауаханала төп урындарҙың береһен биләй.

– Ғәлиев бындамы?

–Эйе, Марат Вафич, һеҙҙе көтә.

– Бында керһен.

Етәксе ишек алдына уҡ килеп, көтөп тороп, ауылдашын ҡаршыланы, икәүләп өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙылар, эш тураһында һөйләштеләр.

– Бер мәшәҡәт тә юҡ, Хәбир Ғиниәтович менән һөйләштем, ул хәҙер отпускыһын ала, һин юридик процедураны беләһең бит инде, әлегә башҡарыусы вазифаһын үтәйәсәкһең. Уныһы еңел-елпе йөрөүҙе аңлатмай. Һин ең һыҙғанып эшләргә, был урында осраҡлы кеше түгел икәнлегеңде раҫларға тейешһең. Үҙеңдең көсөңә ышанаһыңмы? – тине ул һабаҡташының күҙҙәренә ҡарап.

– Былай тип яуап бирәм: мин быға тиклем төрлө урында эшләнем, бер ҡайҙа ла насар иҫәптә булманым. Эшен дә эшләнем, ялыуын да яҙҙылар, ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрем дә булды. Әгәр ышанып тапшыраһығыҙ икән, мин эшләргә әҙер. Урыҫ әйтмешләй, көршәкте бит Аллаһы Тәғәлә яндырмай. Минән шикләнәһегеҙ шикелле, Марат Вафич, – тине һабаҡташ күҙҙәрен ситкә алып.

– Бер шигем дә юҡ, – тине кабинет хужаһы. Сөнки мин һине хәҙер ҡырҡ йылдан артыҡ беләм. Бергә үҫтек, институтта иң яҡшы студенттарҙың береһе булдың, атайың менән әсәйең һәйбәт кешеләр ине. Ярай, тағы ла һөйләшербеҙ, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ.

– Киске аш мәле, – тип уңайһыҙланып ҡына башланы Фәрит. – Бәлки беҙгә генә барып ашарбыҙ? Кисә лә тартындың. Сәриә бик әҙерләнеп көткәйне. Бөгөн дә иртәрәк ҡайтып тотондо. Ул бит кухня тирәһендә булышырға ярата.

– Барайыҡ, булмаһа, – тип урынынан ҡалҡты Марат.

Әлбиттә, был хаҡта һүҙ буласаҡ, кураторға ла барып етеүе ихтимал. Әйтер, бергә уҡыныҡ, белергә теләнем, донъяһы нисек икән, төҙөк йәшәйме...

Ярты сәғәт тә үтмәне, һабаҡташтың йорто алдында туҡтанылар. Бер төймәгә баҫыу менән, автомат ҡапҡа күтәрелде. Бейек, иркен гараж, брезент ябылған бер машина ултыра. Йорт хужаһы Мараттың ҡарашын күреп, ҡул һелтәне:

– Малайҙың машинаһы, былтыр бәрҙергәйне. Әле ремонтлатманым, йәйәү йөрөп өйрәнһен әле.

Өйгә үттеләр. Иркен, төҙөк, әллә ни шаҡ ҡатырлыҡ түгел, ябай ғына, зауыҡ менән төҙөлгән. Бәлки шулай булырға тейештер ҙә.

Йүгереп килеп, хужабикә ҡаршы алды:

– Әйҙә, керегеҙ, кер. Көтәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

Залға үттеләр. Әллә ни бай түгел, ләкин, һәр хәлдә, Мараттың үҙенә оҡшаны. Шаштырып, донъяның артына тибеп йәшәй торғандарҙан түгел икән былар. Атаһы үҙе лә шулайыраҡ кеше ине, тимәк, малайын да хәләл аҡсаның ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәткән. Хәйер, барыһын да хәләл тип кенә әйтеп булмайҙыр инде. Залдың был яҡ стенаһында төрлө йылдарҙа төрлө урындарҙа төшкән фотолар тора. Бергә танышҡан осорҙары, туй фотолары. Йорт хужаһы төртөп күрһәтте:

– Ә бына, бынау егетте таныйһығыҙмы?

Марат үҙен сырамытты. Эйе, бында уның да фотоһы бар икән, туйҙа ҡатнашҡайны. Хәтеренә төштө. Хәстәрләгән, тапҡан, рамы өр-яңы. Кисә булмаһа, бөгөн, төшкө аш ваҡытында ғына килтереп элгәндер. Ҡайһы бер рамдарҙың урындары буш, тимәк, алып та ҡуйғандыр. Алһын, хужа кеше үҙе белә, үҙенә нисек кәрәк тип тапһа, шулай эшләй. Ә бына былары – яңы фотолар. Төркиә, Мысыр, Кипр, Греция...

Ошо урында Марат үҙен уйлап ҡуйҙы. Кешеләр йыл һайын ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй, Ҡаф тау артына бер-ике тапҡыр барҙы ла, ҡул һелтәне. Шул да булған ял! Ватандаштарыңдың көн һайын эсеп-иҫергәнен ҡарап, ваҡыт үткәрергә белмәй тик ятыуҙы ла ялға иҫәпләп буламы икән? Ял булғас, бына ошолай булырға тейештер ул. Бына – Испания. Күренеп тора, хәлле кешеләр ял итә. Айырым вилла яллағандар. Кем әйтә һиңә яллағандар тип? Бәлки ул үҙҙәренекелер? Декларацияһын да ҡарарбыҙ әле, нимәләр бар икән? Әгәр үҙенең исемендә икән, һорауҙар бик етди буласаҡ. Айырыуса, хәҙерге заманда. Марат иғтибар итте – был виллала төрлө йылдарҙа төрлө кешеләр менән ял иткәндәр. Тимәк, йә үҙенеке, йә берәй дуҫыныҡы. Марат төртөп күрһәтте лә:

– Ә мине ҡасан саҡыраһың? – тине.

– Ҡасан теләйһегеҙ? – тип тегеһе шаяртыуын күтәреп тә алды. – Ҡасан теләйһегеҙ, шунда киләһегеҙ. Асҡыс уң яҡта келәм аҫтында. Идарасы менеджер бар.

– Ысынлап әйтәһеңме?

– Ниңә, мин шаяртҡанға оҡшағанмынмы ни? – тине Фәрит ысынлап үпкәләп.

Сәриә кереп, өҫтәлгә саҡырҙы. Ыҡсым ғына өҫтәл. Аш-һыуға оҫта икән ҡатыны. Бөтәһе лә үҙ урынында, тәмле һәм зауыҡлы. Марат үҙенең, асығыуҙан бигерәк, өйҙә бешерелгән аш-һыуҙы һағыныуына төшөндө. Ентекләп, үҙ-ара һөйләшеп, матур ғына итеп ашанылар.

– Ә ҡайҙа ашап йөрөйһөгөҙ, Марат Вафич? – тине Сәриә уңайһыҙланып ҡына.

– Ул мәсьәлә әле хәл ителеп бөтмәгән, – тине Марат асыҡтан-асыҡ. – Һурпалыла – бер көн, өйрәлелә – ике көн тигән һымаҡ, үҙемде тибендәге ат һымаҡ итеп тоям. Эләккәндә, эләгә, эләкмәгәндә – юҡ. Ғөмүмән, үҙем ашауға битарафмын, ләкин һеҙҙең һурпағыҙ алдында, Сәриә Ғафуровна, башымды эйәм. Кистәрен ас ҡорһаҡҡа йоҡларға ятҡанда хәтергә төшөп, йонсотмаһын өсөн, мөмкин булһа, рөхсәт итһәгеҙ, тағы ла бер тәрилкә мөмкинме?

– Бәй, бәй, мөмкин, әлбиттә, мөмкин! – тине хужабикә.

 

Марат был киске ашты бик оҙаҡ күңелендә һаҡлаясаҡ. Асыҡҡан сағында ғына түгел, ҡасандыр үҙенең күңелен арбаған, хәтеренең иң төбөндә бер яҡты мәл һымаҡ байтаҡ үҙен иләҫләндереп торасаҡ әле. Бына өйөн күрҙе, ғөмүмән, ҡәнәғәт ҡалды. Әлегә һабаҡташ башҡарыусы вазифаһында йөрөп торһон, уныһын да үтергә кәрәк. Һынауҙы күтәрә алмағандар ҙа осрай. Ә бының теләк ҙур һымаҡ.

Марат аҡрын ғына ашай һәм ара-тирә йорт хужаһының һүҙҙәренә ҡолаҡ һала, яуап бирә һәм уның үҙ-үҙен тотошон өйрәнә. Иң мөһиме, үҙен тота  белә. Сөнки ул етәкселек итәсәк тармаҡтың күпселек мәсьәләләре, ҡағиҙә булараҡ, өҫтәл артында хәл ителә. Хәҙер элекке һымаҡ түгел – мәжбүр итеп эсереү, ҡолатырға тырышыу юҡ, сөнки эш күп, һәр һүҙең өсөн генә түгел, артыҡ эсеүең өсөн дә яуап бирергә тура килә.

Бына, Сәриәһен дә күрҙе. Уныһы ла, уңайһыҙланған һымаҡ, ике ир араһына ултырып алған да, көнсығыш ҡатындарына хас күндәмлек менән өндәшмәй, ҡыҫылмай тыңлай. Ә, былай ҡараһаң, баш табип урынбаҫары бит! Эшенә дәғүә юҡ, тинеләр. Булмаһын. Күпме кешенең һаулығын хәстәрләргә тура килә бит уға.

Ярай, иртәгә Фәрит Сәхиевичтың яҙмышын тулыһынса хәл итеп ҡуйырға тура килер...

 

Марат Сәмиғуллин иртән иртүк эшкә килһә, ҡабул итеү бүлмәһендә бер ҡатын ултыра. Тәүҙәрәк танымай торҙо. Аҙаҡ иҫенә төштө: был ҡатын мәҙәниәт идаралығы начальнигы булырға тейеш. Иҫәнләшкәндән һуң хәлен белешкәс, ҡылт итеп хәтеренә төштө: эшләй башлауының иң тәүге көндәрендә отпускыға ғариза яҙып ҡалдырып киткәйне. Алдан уҡ ял һорап, һөйләшеп йөрөгән икән. Кабинетына инеп ултырғас, эшкә күмелеп, уның хаҡында бөтөнләй онотҡан. Етмәһә, сәғәт унға төҙөлөш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә тәғәйенләнгән. Бер ингәнендә секретаршаһы иҫенә төшөрҙө:

– Һеҙ Зарипованы саҡырғанһығыҙ икән, – тине.

– Кем ул Зарипова? Мин уны саҡырманым.

– Мәҙәниәт идаралығы начальнигы.

– Ә, иртән килеп ултырғайны, иҫемә төштө.

– Ике-өс минуттан бер нисә минутҡа ғына керһен.

Был ҡатын хаҡында, элекке башлыҡтың фавориткаһы булған икән, тигән хәбәр ҡолағына ҡайҙалыр ишетелеп ҡалғайны. Бына ул тыҡылдата баҫып килеп инде лә, аяҡтарын үреп, яҡындағы ултырғысҡа ултырҙы.

–Мин эшкә сыҡтым, – тине ул күҙҙәрен уйнатып.

– Яҡшы! Эшегеҙҙе башҡарығыҙ. Әллә берәй проблема бармы?

– Мин... Нисек әйтергә... Мәҙәниәт һеҙҙе ҡыҙыҡһындырамы, тип һорарға теләгәйнем, – тине ҡатын көтмәгәндә.

– Нисек ҡыҙыҡһындырмаһын? Мәҙәниәт – беҙҙең рухи донъябыҙ. Өфөлә йәшәгәндә бер концертты ла, премьераны ла ҡалдырмай торғайным. Мәктәптә уҡығанда бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, кәрәкһә, йырлап та күрһәтә алам, – тип яуап бирҙе Марат.

– Ә бөгөн үҙешмәкәр түңәрәктәрҙең сираттағы концерты була, беҙ һеҙҙе саҡырабыҙ.

– Сәғәт нисәлә?

– Киске етелә.

– Ваҡытты ҡарармын, һуғылырға тырышырмын.

Шуның менән һөйләшеү бөттө.

Кәңәшмәлә ул Фәрит Сәхиевичты төҙөүселәр менән таныштырғандай итте.

– Таныш булығыҙ, тиһәм, бик үк дөрөҫ булмаҫ, уны барыһы ла белә. Һеҙҙә яңы етәксе – Фәрит Сәхиевич Ғәлиев. Һеҙгә ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтелеүен һанап китеү урынһыҙ, тип иҫәпләйем. Асыҡлыҡ индереп китәйем: Насиров Хәбир Ғиниәтович беҙҙең командала ҡала. Уның тәжрибәһе, эшлекле сифаттары кәрәк буласаҡ әле. Беҙ әлегә уның менән хушлашмайбыҙ. Хәбир Ғиниәтович ике ай ял итәсәк. Һуңынан, уның тәжрибәһенә ярашлы, эш тәҡдим итербеҙ. Ә хәҙер, Хәбир Ғиниәтович, һеҙгә хакимиәттең рәхмәт хатын тапшырырға рөхсәт итегеҙ!

Халыҡ Мараттың Насиров хаҡында һөйләгәнен бик һаҡ, хатта һалҡын тыңлаған һымаҡ булғайны. Рәхмәт хаты тураһында ишеткәс, гөрләтеп ҡул саптылар.

– Кешенең ерҙә төҙөгән ҡоролмалары ҡала, – тине Марат Насировҡа хатты тапшырғанда. – Һеҙҙең 15 йыл ғүмерегеҙ район менән бәйләнгән. Был – йөҙҙәрсә объект, тигән һүҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Беҙгә һеҙҙең кәңәшегеҙ кәрәк буласаҡ әле.

Һөйләшеү оҙаҡ барманы. Күберәк төҙөлә башлаған объекттар тураһында һүҙ барҙы.

Аҙаҡ, иҫенә төшкән һымаҡ, Насиров та ҡалҡынды.

– Саҡ иҫемә килдем, егеттәр, – тине ул тулҡынланып. – Рәхмәт һеҙгә, Марат Вафич! Һис көтмәгәйнем. Ошо рәхмәт хаты миңә барлыҡ наградаларҙан да ҡәҙерлерәк! Сөнки мин уны үҙемдең тормошомда бик ҡатмарлы ваҡытта алам. Интернетҡа, юғарыға күпме яҙҙылар... 90 проценттан ашыуы – ялған ине. Бәлки ҡалғанын үҙем дә хаталанғанмындыр. Кемделер рәнйетһәм, егеттәр, ғәфү итегеҙ... Бына, күрәһегеҙме, яңы етәксе килде. Ул беҙҙе кешеләрсә аңлай белә. Әйҙәгеҙ, уға ярҙам итәйек, бергәләп күтәрәйек районды!  Әле Марат Вафич әйтеп китте – йөҙҙәрсә объект, күпме коммуникациялар. Һыу, йылы, электр... Уларҙың мин барыһын да беләм, һәр бина аҫтынан ҡайҙан үткәнен хәтерләйем. Теләгән ваҡытта, төн уртаһында килегеҙ – мин һеҙгә ярҙам итермен. Кешеләрсә ҡарашығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Марат Вафич!

Кәңәшмәнән һуң Марат Ғәлиев менән Насировҡа китмәҫкә, аҫҡа төшөп, сәй эсергә тәҡдим итте. Эштәр идарасыһы, эсергә нимә алайыҡ, тип ауыҙын асҡайны: “Кәрәкмәй”, – тип бүлдерҙе Марат.

Өсәүләп төшөп, тыныс ҡына ултырып ашанылар. Фәриттең тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡһа ла, үҙен тыныс тоторға тырыша. Ашап ултырған ерҙән ҡапыл тынып ҡала. “Әле үҙенә төшкән яуаплылыҡ хаҡында уйлай, –  тип һығымта яһаны Марат. – Тәбиғи хәл. Ана, Насировты егеттәр нисек йылы тәбрикләне”. Күңелле генә итеп һөйләшә-һөйләшә ашап алғас, ике тулғансы ултырҙылар. Элекке заманда бында бильярд та булған, аҙаҡ кабинет итеп бүлгеләгәндәр.

Кисен Марат кабинет тәҙрәһенән урамға ҡарағайны, мәҙәниәт һарайы алдында йәнлелек күреп, үҙешмәкәрҙәр концертына саҡырыуҙары иҫенә төштө. Бәлки барып килергәлер? Мәҙәниәт һарайына ыңғайланы. Фойела кешеләр байтаҡ ҡына. Алдан киҫәтеп тормағас, ҡаршылаусы-маҙар юҡ. Уны әле күптәр танып та бөтмәй, шуға ябай халыҡ ыңғайына сиратта тороп, өҫ кейемен сисергә һәм зал яғына үтергә тура килде. Алдынан ғына, мәҙәниәт йорто директоры булды, ахыры, күҙе аларып, ҡайҙалыр сығып йүгерҙе. Мараттың күҙенә бер ҡыҙыҡай салынды. Моғайын, мәҙәниәт идаралығынандыр.

– Һеҙ бында эшләйһегеҙме? – тип һораны ул ҡыҙҙан.

– Эйе, идаралыҡта эшләйем.

– Бөгөн кемдәр концерт ҡуя?

– Полицейскийҙар һәм врачтар. Ә һеҙ кем?

– Мин – саҡырылған ҡунаҡ, – тине лә Марат, зал эсенә үтеп китте. Мәҙәниәт һарайының залы тулы ине, тип әйтерлек.

Шул ваҡыт бая алдынан ғына сығып йүгергән ир:

– Ғәфү итегеҙ, Марат Вафич! Мин һеҙҙе күрмәй ҡалғанмын. Әйҙәгеҙ, иң тәүҙә миңә үтәйек! Кейемегеҙ ҡайҙа? – тип һораны.

– Гардеробта.

– Уф, гардеробта юғалтып ҡуйһалар... Унда бит номерҙар ҙа юҡ...Тунығыҙ ниндәй төҫтә?

Башлыҡ туҡтаны ла, уға ҡарап:

– Ә, минең туным ниндәй төҫтә ул? Минең тунмы? Минең тун Өфөлә.Ә мин бында зәңгәр куртка менән. Шәшке бүрек.

– Табырбыҙ, табырбыҙ. Әйҙәгеҙ, минең кабинетҡа.

Ҙур кабинеттың бер мөйөшөнә өҫтәл ҡорғандар. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре кейемендә ике кеше һәм Сәриә Ғафуровна шунда уҡ сәй эсеп ултыралар. Башлыҡты күргәс, һикереп тороуҙарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Берәр сынаяҡ сәй эсеүгә, ете лә тулды. Концерт башланды. Бөйөк Еңеүгә арналған концерт икән. Мараттың янында  бер яҡтан – мәҙәниәт бүлеге начальнигы, икенсе яҡтан – социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар ултырҙылар. Бер сәғәттән һуң тәнәфес иғлан иттеләр. Сәй эскәндә, һиҙелеп тора, һәр береһе башлыҡтың фекерен белгеһе килә.

– Йәш саҡтар иҫкә төштө, – тине ул. Ауылда ла, институтта ла үҙешмәкәр булып байтаҡ йөрөлдө. Миңә оҡшай. Беренсе бүлектән һуң китермен, тигәйнем, ҡарап бөтөргә теләк бар.

– Икенсе өлөшө матурыраҡ буласаҡ, сөнки табиптар сығыш яһай, – тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы.

– Шулай ҙа, һеҙгә һорауым бар, – тине Марат начальникка ҡарап. – Инзирә Фуатовна, үҙегеҙ ялда булдығыҙ, ә концертты кем ойошторҙо?

– Үҙҙәре. Бер ҡыҫылышыбыҙ ҙа булманы, үҙҙәре эшләне. Ысын йөрәктән эшләнеләр.

– Һәйбәт! Үҙҙәре тотонғас, бигерәк тә һәйбәт! Мин дә шуға иғтибар иттем: һеҙҙең эшегеҙ тойолмай.

Начальник сынаяғын түгә яҙып, кире өҫтәлгә ултыртты.

–Күренеп тора, режиссура юҡ. Үҙешмәкәрҙәргә ошо ла ярай, тигәнһегеҙҙер. Музыкаль яҡтан биҙәү миңә оҡшаманы. Башлағанда һуҙып, берәүһе ҡурайҙа уйнап, йәм өҫтәп ебәрһә, ҡайһылай һәйбәт булыр ине! Көслө ҡурайсыларығыҙ бар бит.        Начальниктың оҙон, ап-аҡ, эш күрмәгән бармаҡтары еңелсә ҡалтырана ине. Һәм Марат, үҙе лә һиҙмәҫтән, ниндәй һүҙҙәр әйтеүен аңғарып, һөйләшеүҙе ҡырҡа бороп ебәрҙе.

– Ә үҙегеҙ ҡатнашмайынса, ситтән тороп шундай концерт ойошторғанһығыҙ икән, молодец, хуплайым! Тимәк, һеҙҙә был эш һәйбәт ҡуйылған.

Концерттан һуң шунда уҡ тағы ла сәй эсергә саҡырҙылар.

– Миңә эшкә китергә кәрәк, һеҙ үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тине ул.

Марат сығып өлгөрмәне, Сәриәнең телефонға тотонғанын күреп, уның йөҙөнә иғтибар итте. Нимәгәлер бик борсолғайны. Шунан һуң ул хәсрәтле төҫ менән Марат эргәһенә килде лә:

– Ғәфү итегеҙ, Марат Вафич, дауахананан шылтыраттылар. Әле генә Насиров Хәбир Ғиниәтович вафат булған.

Марат ултыра төштө лә ҡуйҙы.

– Нисек? Әле генә?  Миңә водитель керһен. Адресын белегеҙ, мин өйөнә барып киләм, – тип кенә әйтә алды.

Эй, кешенең ғүмер генәһе! Күпме ҡайғыларға, бәләләргә бирешмәй йөрөй ҙә, бер шатлыҡты, ҡыуанысты күтәрмәй бөгөлә лә төшә. Ул бит кеше. Ярай, аҡылы етеп, йылы мөнәсәбәт ҡороп, үҙенә кешесә өндәшеп, бәләкәй генә булһа ла рәхмәт хаты тоттора белде. Иртәгә сыға торған гәзиткә урынбаҫарҙы фотоһы менән сығарырға ҡушҡайны. Үтәһәләр, ярар ине. Башҡа ваҡыт булһа, иғтибар ҙа итмәҫ ине. Ә әле ул бик мөһим. Насиров өсөн түгел – уның ғаиләһе өсөн, ҡатыны өсөн кәрәк.

Марат мәрхүмдең өйөнә ауыр атлап, көс-хәл менән керергә мәжбүр итте үҙен. Үҙе лә белә, аңлай, Марат Насиров менән бергә эшләмәне, ул уны эштән ебәрмәне, ялға сығарҙы. Бергә эшләмәгәс, уның килеүе лә мотлаҡ түгел һымаҡ. Ләкин Марат уныһын яҡшы аңлай: Насиров уның һымаҡ уҡ кеше – системаға, власҡа, халыҡҡа, районға бар һаулығын, ғүмерен бағышлаған. Өй эсендә әле ҡайғы-хәсрәт килеп етһә лә, уның кешене шаңғыта һуға торған көсөн әле татып өлгөрмәгәндәр. Марат кереп хужабикәнең ҡайғыһын уртаҡлашты.

– Эй, ҡыуанып ҡайтҡайны, рәхмәт хатын тотҡайны. Күҙ менән ҡаш араһында ошонда ғына ултырҙы, ошонда ғына... Бына, хатын тотоп, йығылды ла ҡуйҙы.

Марат ҡайтҡанда ла шул хаҡта уйлап ҡайтты: кеше ғүмере бигерәк нескә, ҡаты бәрелергә, өмөтөн өҙөргә ярамай. Кеше менән эшләргә өйрәтмәйҙәр шул. Рәхмәт хатын әҙерләгәндә лә кемеһелер: “Уға нимәгә кәрәк инде, алырын алып бөттө бит”, – тип ауыр һүҙ өндәште. Эш алып бөтөүҙә генә булһа икән! Ҡасан бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға өйрәнербеҙ?

 

 

Бер-береһенә оҡшаған көндәр, вагондар һымаҡ, күҙ асып-йомғансы, үтә лә үтә. Марат үҙенең көндәлек тормошон тәгәрмәс эсендә йүгергән тейен хәлендә күрә башланы. Тейен дә бит, йүгерә лә йүгерә, ә үҙе һаман бер урында тора. Бер ҙә ҡыҙыҡ та, ҡыҙығырлыҡ та түгел. Барҙы, күрҙе, һөйләште, ҡатнашты, сығыш яһаны, осрашты – район гәзите һымаҡ, көн дә бер үк хәбәр. Аптырағас, Марат интернет аша табып, сит илдәрҙең муниципалитет башлыҡтары нисек эшләй икән, шуны өйрәнеп ҡараны. Уларҙа бөтөнләй икенсе тормош, имеш. Беҙҙәге һымаҡ аҡса эҙләп, мәшәҡәттәрҙе хәл итеү, осон-осҡа ялғау өсөн тырышыу һымаҡ проблемалар бөтөнләй ят. Уларҙа күбеһе шәхси ҡулдарҙа, үҙ иҫәбенә көн итә. Ә мохтаждарына аҡса бүленгән, барлыҡ мәсьәләләр хәл ителгән.

Күрәһең, юл ярып атлағанда беҙҙә башҡаса мөмкин түгелдер. Кем белә, бәлки беҙҙә лә түләүле балалар баҡсалары, мәктәптәр барлыҡҡа килер. Быға тиклем әле бик алыҫ. Көн һайын үҙебеҙҙең шарттарға яраҡлашырға, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә, ни тиклем ялҡытҡыс һәм ғәҙәти яңғырамаһын, халыҡ тормошон хәстәрләргә тура килә. Шуныһы өмөтләндерә – күпселек яңы шарттарға яраҡлаша. Шулай була күрһен инде.

Эшкә килеп, ҡағыҙҙар барлай башлағайны, баш ҡаланан куратор шылтырата, тинеләр. Иҫәнлек-һаулыҡ белешкәс, Марат һүҙҙе үҙе башланы:

– Эшләй башлауыма оҙаҡламай өс ай була, тәүге айҙа бер «ҡарлуғас», икенсе, өсөнсө айҙа бер түгел, ике «ҡарлуғас», – тип һөйләп өлгөрмәне, Богданов көлөп тә ебәрҙе.

– Һиндә аналитика көслө, Марат Вафич. Дөрөҫ әйтәһең – икәү, – тине һәм ҡағыҙҙарын ҡыштырҙата башлағайны, Марат уны туҡтатты.

         – Мин элек эшләгән урында тыныс булған икән, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Унда ла шул уҡ хәл ине. Традициялар дауам итә. Ошондай юл менән кешеләр 30-сы йылдарҙа бер-береһен ҡырғандар. Совет дәүерендә шул хәл ҡабатланған. Был мөмкинлектән файҙаланыусылар әле лә бар. Былай, тыныс ҡарайым. Мине дүртенсе «ҡарлуғас» нығыраҡ уйландыра. Әйҙә, бәхәсләшәйек, нимә хаҡында булыр икән?

Богданов тын ҡалды, хатта көсөргәнешле уйлағаны һиҙелде.

– Ну, халыҡ фантазияһы сикһеҙ бит инде ул. – тине Риф Мансурович. – Һин унда власть вертикале нығытып бөтөп киләһең, район төрлө эштәргә байтаҡ ҡына финанс бүлдереүгә өлгәште. Бәлки шул тирәнән эҙләрбеҙ.

– Юҡ. – Марат кире ҡаҡты. – Минеңсә, ялыуҙы ойоштороусылар ошо финанстарға иҫәп тотоусылар булыуы бик ихтимал. Улар көтәсәк, хата эҙләйәсәк. Әлеге «ҡарлуғас»тар – өйрәнсектәре генә. Уларҙың күләгәһендә... оҫталар күренә. Риф Мансурович, минме һуң инде һеҙҙе өйрәтә торған кеше? Һәр районда, һәр ҡалала бар ундай кешеләр. Һәр хәлдә, һиңә, миңә бында күңелле буласаҡ.

– Йә, әйт, дүртенсе «ҡарлуғас» нимә хаҡында? – тип ныҡышты Богданов.

– Нимә тип уйлайһығыҙ, – тине Марат. – Әлбиттә, мине сафтан сығарырға тырышасаҡтар һәм гүзәл зат темаһын башлаясаҡтар

– Эйе, – тине Риф һуҙып ҡына, – ҡатыныңдың барырға теләмәүе хаҡында ишеткәс, уйлап ҡуйғайным.

– Беҙҙең хәлдәр шулай, – тине Марат. – Мин һеҙҙән йәшереп тормайым.

– Беләбеҙ, – тине Риф Мансурович. – Һеҙгә дәғүә юҡ. Әлегә... Эшегеҙҙе белеп башҡараһығыҙ. Халыҡ менән йыш осрашаһығыҙ, үтенестәрен хәл итәһегеҙ. Етәксенән һәм халыҡтан тағы нимә кәрәк булһын? Үҙ-ара аңлашып эшләү.

Шуның менән һөйләшеү бөттө. Марат төпкө бүлмәгә үтеп, сәй ҡуйҙы һәм диванға ултырҙы. Бына, өс айҙа – өс «ҡарлуғас» һәм тәүге йылы һүҙ: “Кешеләр менән эшләйһең”. Артабан нисек булыр. Ҡабул итеү бүлмәһенән шылтыраттылар.

– Бөгөн концерт була икән, һеҙҙе саҡыралар.

– Кемдәр ҡатнаша?

– Мәктәп менән район үҙәгендәге ауыл биләмәһе хакимиәте.

– Кем саҡыра?

– Инзирә Фуатовна – мәҙәниәт бүлеге начальнигы.

– Ярай инде, ваҡыт юҡ, Инзирә Фуатовнанан ғәфү үтенәм, – тип трубканы һалып ҡуйҙы.

Йомшаҡ ҡәнәфигә ултырҙы һәм күҙҙәрен йомдо. Ҡатыны, балалары өйҙәлер инде. Киске ашҡа әҙерләнәләр. Өс ай булды, өс кенә ҡайтып килде. Һуңғы ҡайтҡанында ҡатыны менән етди генә һөйләшеү булды. Марат бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты ла:

– Бәй, һеҙ һаман төйнәлмәнегеҙме ни? – тигәйне.

– Ә был хаҡта беҙ һөйләшмәнек тә инде, – тине ҡатыны күҙҙәрен ситкә алып...

Улар һөйләшеп ҡараны, ләкин аҙағы ике яҡ файҙаһына ла  түгел ине...

Креслола йомшаҡ икән, ошолай ғына йоҡлап алғанда. Ҡунаҡханала уны тағы ла ҡасандыр бешкән ваҡ бәлеш һәм тағы ла әсегән һөт көтәме икән? Командировкала йөрөгән кешенең яҙмышы шул инде. Шул ваҡыт һул яҡтан йөрәк тәңгәлендә, “мин бында”, тигән һымаҡ, нимәлер сәнсеп ҡуйҙы. Юҡ, сәнсмәне, әле төртөп кенә алды. Үҙе хаҡында иҫкә төшөрәме икән? Һау-сәләмәт ир үҙ ғүмерендә бөгөн беренсе тапҡыр йөрәген хәтергә төшөрҙө. Бәй, шулай ҙа була икән, уң ҡулын йөрәге тәңгәленә килтереп, бер төймәһен ысҡындырып, күкрәген ыуып ҡараны. Ниңә ҡурҡаһың, тип үҙе менән һөйләште ул. Әле йөрәгең туҡтарлыҡ ниндәй эш ҡылдың? Әле ауыртамы? Тимәк, киҫәтә. Киләсәктә үҙеңдең ҡәҙереңде белергә яҡшыраҡ булыр. Аҙ ғына ойоп киткән һымаҡ булды. Ауыртыу ҙа баҫыла төштө. Белһәң ине, алда уны тағы нимәләр көтә икән? Сөнки киләсәктә ул кисерәсәк һынауҙар менән сағыштырғанда, йөрәктең һиҙелер-һиҙелмәҫ сәнсеүе ваҡ-төйәк һымаҡ ҡына булып тойолор ине.

 

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: