+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Февраль 2022, 20:00

Әлдә һин ҡайтҡанһың, ҡарттай!

- Еҙнә, еҙнәй! - йәш ҡыҙсыҡ еҙнәһенең күлдәк еңен тартҡыланы, - ә һинең иң бәхетле сағың ҡасан булды? Һөйлә әле, зинһар! - Ҡыҙыҡай һораулы ҡарашын еҙнәһенең аҡыллы күҙҙәренә төбәгән ине. Һуғыштан ҡайтҡан еҙнәһен бик тә ярата һәм хөрмәт итә ине ул.

Әлдә һин ҡайтҡанһың, ҡарттай!
Әлдә һин ҡайтҡанһың, ҡарттай!

Яйы сыҡһа еҙнәһенән һуғыш хәтирәләрен, баласаҡ иҫтәлектәрен һөйләтә йә башҡа берәй тормошсан һорауҙарға яуап эҙләтә ине. Шундай саҡтарҙа ҡыҙыҡайға еҙнәһенән дә аҡыллыраҡ, ҡыйыуыраҡ һәм дә абруйлыраҡ кеше юҡ һымаҡ ине. Хәйер, ул еҙнәһен аҙаҡ та бик ныҡ хөрмәт итте.
Йәш егет тирә йүн менән үтә ҡыҙыҡһыныусан балдыҙының күҙҙәренә ҡараны. Ҡыҙыҡай бөтә күҙәнәктәре менән түҙемһеҙләнеп, үҙенең һорауына яуап көтә ине. Егет яғымлы ғына итеп йылмайып ҡуйҙы. Уға ла балдыҙы менән тормошсан әңгәмәләшеүҙәр, ҡыҙыҡайҙың үткерлеге, тормош менән ҡыҙыҡһыныусанлығы оҡшай ине. Егеттең башынан ошондай мәлдәрҙә үҙенең ҡатынынан, уның үҙенән генә лә түгел атай-әсәһенән, туғандарынан уңдым тигән уй йүгереп үтә һәм күңелен йылытып ҡуя ине.
- Эх, балдыҙ, булды. Булды ул минең тормошомда иң бәхетле саҡ. Ул көн минең бөгөн дә күҙ алдымда тора, - тип тәүәкәлләп һүҙен башлап ебәрҙе һалдат, ә балдыҙы оҙон һәм бик ҡыҙыҡлы хикәйә ишетәсәгенә кинәнеп, ҙур иғтибар менән еҙнәһен тыңларға әҙерләнде.
-Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙында булды был хәл. Май башы тора ине. Беҙҙе көнсығышҡа, Япон сигенә ебәреүҙәре тураһында хәбәр иттеләр. Был хәбәрҙе белеү менән, тимер юлы буйлап барып етеү маршрутын асыҡлағас, Кинжәбикәмә (ҡарттайым һеңлеһенә шулай яратып өндәшә ине) телеграф аша хәбәр итә һалдым. Ул ваҡытта һеңлем ФЗО мәктәбен тамамлап, Свердлау өлкәһендә тимер юлы станцияһында эшләп йөрөй ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы юлым уның станцияһынан ситтәрәк үтә ине. Шулай ҙа, бәлки, нисектер яйы сығып, ул миңә ҡаршы килеү мөмкинселеген табыр тигән ышанысым бар ине. Көндәрҙе һанап сығарып, яҡынса осрашыу ваҡытын да хәбәр итергә онотманым. Ваҡыт етте, беҙ көнсығышҡа ҡуҙғалдыҡ. Матур май көндәре тора ине. Былай ҙа күкрәктән осоп сығырға әҙер торған йөрәкте иләҫ-миләҫ май көндәре тағы ла нығыраҡ тулҡынландыра, тыңғыһыҙландыра. Мин инде көндәр генә түгел, сәғәттәр, хатта минуттар һанап ыҙаланам. Күрешеп кенә булыр микән Кинжәбикәм менән?.. "Аймылышып, ғүмерлеккә айырылышһаҡ туғаным менән?" тигән ҡурҡыныс уй йөгөрөп үтһә башымдан, шул мәлдә тамағыма әллә ниндәй төйөр килеп тығыла, йөрәгем табаныма өҙөлөп төшкән кеүек була. Үҙемде тиҙ генә ҡулға ала һалып, тағы ла матур осрашыу хаҡында уйларға тотоноп китәм шул саҡтарҙа. Ниһәйәт, беҙҙең эшелон һөйләшелгән станцияға барып етергә бер туҡталыш ҡалған ерҙә туҡтаны. Беҙгә был урында 40 минут самаһы туҡтап тороуобоҙ, ә киләһе станцияла тиҙлекте кәметеп кенә уҙыбыуыҙ хаҡында хәбәр ителде. Минең күңелем өҙөлөп төшкәндәй булды. Вагонымдан сыҡҡан арала башымдаң төрлө уйҙар ағымы үтте. Нисек инде улай? План буйынса беҙ, киреһенсә, бында оҙаҡламай, ә киләһе станцияла 40 минут туҡталып торорға тейеш инек бит. Кем бойорған? Ниңә ундай кинәт үҙгәрештәр индергәндәр? Тағы ла әллә ниндәй һорауҙар мейемдә йәшен тиҙлегеме менән үтте. Шул арала күрше тимер юлынан, беҙ китеп барған яҡҡа ҡуҙғалып киткән поезды абайлап ҡалдым. Йәнәш торған егеткә: "Мине юғалтмағыҙ, киләһе станцияла ултыртып алырға онотмағыҙ. Борсолмағыҙ! Мине унда һеңлем көтә", - тип ашығыс хәбәр итә һалып, ҡуҙғалып киткән поездың һуңғы вагонына ырғып менергә өлгөрҙөм. Үҙемдең йөрәк дөп-дөп тибә, тирә яҡ әллә ниндәй тиҙлек менән әйләнә. Башымды: "Инде хәҙер Кинжәбикәм генә килеп өлгөрһөн ине," - тигән уй ғына бер туҡтауһыҙ игәй. Ярты сәғәтлек юл ярты айлыҡ юл һымаҡ булды. Барып етәмме бөгөн, юҡмы инде тигәндә, ниһәйәт, поезд һөйләшелгән станцияға килеп етте. Уның туҡтағанын көтөп торорға сыҙамлығым етмәне, шул көйө һикереп төштөм перронға. Күҙҙәрем таныш күҙҙәрҙе эҙләне. Перрон буйлап халыҡ ағыла. "Нимә эшләп йөрөйҙәр улар бында? Иркәмде табырға ҡамасаулап", - тигән уй үтеп өлгөрҙө башымдан. Шул саҡ сит, кемделер эҙләнеүсән ҡараштар араһынан әсәйемдең ҡарашы һымаҡ наҙлы, йылы ҡарашты абайлап ҡалдым. Ҡыуанысымдан саҡ абынып йығылманым, йөрәгем күкрәгемдән осоп сығырҙай булды. Көтә! Ул мине көтә ине! Мине йыраҡтан уҡ күреп, йылы ҡарашын миңә йүнәлткәйне. Уҡтай атылып йәнәшенә килеп еттем, яҡынымды күкрәгемә бар көсөмә ҡыҫтым. Ул мәлдә минән дә бәхетле, ҡанатлы кеше юҡ ине донъяла! Ул мәлдең татлылығы балдан да, майҙан да татлыраҡ! Шул мәлдә миндә иң беренсе ныҡлы ышаныс тыуҙы - беҙ мотлаҡ рәүештә был ҡәһәр һуҡҡан һуғышты йырып сығасаҡбыҙ, еңеп сығасаҡбыҙ. Шулай, балдыҙ, үҙ туғаныңдан да яҡын кеше юҡ был донъяла. Ул ваҡытта инде беҙ Кинжәбикәм менән бер-беребеҙ өсөн бер бөртөк кенә булып ҡалған инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәһәр һуҡҡан һуғыш өс ағайыбыҙҙы ла алып киткәйне инде... - был урында ҡарттайым һүҙенән бер аҙ туҡталып, көрһөнөп ҡуйҙы. Балдыҙының сылт-сылт йомған күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре тама ине. Ҡарттайым бер аҙ тын алғас, һүҙен дауам итте:
- Станцияла 40 минут тирәһе булғанбыҙҙыр. Унда эшләгән ағай бигерәк алсаҡ булып сыҡты, хәленән килгәнсә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ҡайнар һыу килтереп сәй яһап ебәрҙе, үҙенең эш өҫтәле артына ултыртып, беҙҙе икәүҙән икәү генә ҡалдырып сығып та китте. Был ағалы-һеңлеле икәү иркенләп һөйләшһен тигәндер инде күрәһең. Ә беҙ һөйләшеп туя алманыҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арала күберәк һөйләшеп, баштан үткәндәр менән күберәк бүлешеп ҡалырға тырыша инек. Һүҙ уртаһында йә һеңлем ырғып тороп мине ҡосаҡлай һала, йә үҙем күрешеү шатлығына түҙә алмай һеңлемде ҡосағымда ҡыҫам. Ниһәйәт, бер аҙ тынысланғас күптән инде әйтергә йыйынған хәбәремде әйтергә баҙнат иттем.
- Кинжәбикәү, туғаным, мин ҡайтып тормам инде... Һуғыш бөткәс тә хәрби хеҙмәттә ҡалырға булдым, ауылыбыҙға ҡабаттан ҡайтмаҫҡа ҡарар иттем...
- Нисек инде?.. Нисек инде ауылға ҡайтып тормам? Ағай, был ниндәй һүҙ тағын? Ә мин? Мин нимә эшләрмен һинһеҙ? - һеңлемдең шатлығы шунда уҡ һүрелде. - Беҙ былай ҙа икебеҙ ике бөртөк кенә һинең менән, ағай. Иртә йәтим ҡалдыҡ, ағайҙарыбыҙҙы ҡәһәрле һуғыш йотто. Бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙамлашып йәшәр урынына икебеҙ ике яҡта йәтим булып йөрөйөкмө? - Кинжәбикәнең ҡарашы етди, ололарса ине. Шул саҡ бөтөнләй икенсе кешене күргән һымаҡ булдым. Күҙ алдымда инде шаян, иләҫ-миләҫ ҡыҙсыҡ түгел, ә етди ҡарашлы, ололарса төплө фекер йөрөткән шәхес ултыра ине. Уның һөйләгән һүҙҙәрен тыңлаһы, әйткән фекерҙәренә ҡолаҡ һалаһы килә ине. Иркәм һүҙен дауам итте:
- Ә өйөбөҙ, нигеҙ йортобоҙ, атай йорто хаҡында уйланыңмы һин? Ул бит яңғыҙ, йәтимләнеп ҡалған. Уны ла ташлап ҡуяһыңмы? Ташландыҡ хәлендә ҡалһынмы, ә бәлки ситтәр ҡулына эләкһенме? Улай ярамай, Ахкам ағай. Һин - төпсөк малай. Тыуған нигеҙҙе ҡоротмау, нәҫелебеҙҙе дауам итеү - һинең изге бурысың. Тыуған ауылыбыҙға мотлаҡ ҡайтырға тейешһең, - тип һүҙҙәрен йөкмәп ҡуйҙы ҡыҙ кеше. Был ваҡытта уның менән һүҙ көрәштереүе түгел, хатта ҡаршы ҡарашлы бер кәлимә һүҙ ҙә әйтерлек түгел ине. Ниндәйҙер тылсымлы көскә, һүҙен йыҡмаслыҡ ҡөҙрәткә эйә ине был мәлдә Кинжәбикә һылыуым. Мин йомшара биреп яуап ҡайтарҙым:
- Ярай, Кинжәбикәм, һинеңсә булһын, һеңлем. Борсолма, мин ҡайтырмын.
Һанаулы ғына ваҡыт үтеп тә китте. Эшелоным мине ҡыуып килеп тә етте, - тип һөйләүен дауам итә бирҙе ҡарттайым. Балдыҙы уны тын да алмай тыңлай ине.
- Һеңлем менән хушлашып, үҙемдең вагонга менә һалдым. Поезд туҡтап та өлгөрмәгән ерҙән тағы ла тиҙлеген арттырып, ҡуҙғалып та китте. Шул саҡ һеңлемә әйтелмәгән иң мөһим һүҙҙәрем иҫкә килеп төштө. Шунда уҡ уларҙы ҡул болғап торған Кинжәбикәмә ҡысҡыра һалдым: "Рәхмәт, Кинжәбикәү! Әлдә күрештек, әлдә күрештек, иркәм! Рәх-мәт!!!"
Был осрашыуҙан һуң ике-өс көн үткәс, эшелоныбыҙ Байкал күле ярҙарына барып еткән саҡта, беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң шатлыҡлы булған, бына инде 4 йыл тилмереп көткән хәбәр алдыҡ - Һуғыш бөткән!!! Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш, беҙҙең барыбыҙҙың да яҡындарыбыҙҙы, минең ағайымдарҙы алып киткән һуғыш бөткән! Беҙ, эшелондағы һалдаттар, нимә эшләргә лә белмәйбеҙ! Ҡысҡырышабыҙ, көләбеҙ, йылайбыҙ, йырлайбыҙ, бер ике минут тыныбыҙ ҡыҫылған һымаҡ тынып ҡалабыҙ ҙа тағын ҡысҡырыша башлайбыҙ. Бер-беребеҙҙе ҡосағыбыҙға алып ҡыҫабыҙ, ҡайһыларыбыҙ хатта үбеп тә ала, тағын ҡосаҡлай. Шатлығыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ вагондар эсенә генә түгел, хатта бөтә йыһанға һыймай. Шулай, балдыҙ, был көн минең өсөн тағы ла иң бәхетле көндәрҙең береһенә әүерелде. Шул көндә мин тағы ла теге осрашыу көнөн иҫкә төшөрҙөм һәм шул ваҡытта, һеңлемде ҡосағымда ҡыҫҡан мәлдә, еңеү көнө бына-бына етеп килә тигән уйҙар мине алдамағанына инандым. Күңелемә ниндәйҙер татлы йылы йүгерҙе. Шулай, Ғәлиә балдыҙ, минең иң бәхетле сағым - Свердлау станцияһында Кинжәбикә иркәм менән осрашҡан сағым, - тип һүҙен тамамлап ҡуйҙы ҡарттайым.
Был хәтирәләрҙе беҙгә Ғәлиә әбейем мәрхүм һөйләне. Ихлас кеше ине. Шатланғанда шатланып көлә, ҡайғырғанда тартылып тормай илай ине. Туған күңелле булды. Йәшлек хәтирәләренә бирелеүсән булыр ине, беҙгә лә уларҙы ихлас һөйләр ине. Миңә инде ҡарттайым, ҡәртнәйем хаҡындағы хәтирәләр оҡшай ине. Айырыуса ошо осрашыу хаҡындағы хәтирә яҡын ине. Мин уны ниндәйҙер тылсымға эйә тип ышана инем. Ғәлиә әбейем мәрхүм үҙе лә яратып, йыш ҡына һөйләр ине был хәтирәне. Әгәр ҙә инде оҙаҡ ҡына ваҡыт онотолоп һөйләмәй торһа, мин уның иҫенә төшөрөп, ҡабаттан һөйләүен инәлер инем. Ниндәйҙер хәтирәһен һөйләп бөткәндән һуң, әбейем һүҙен тамамлап:"Эх, үтте инде ғүмер. Шәп саҡтар бар ине. Матур хәтирәләр ҙә күп. Барыһын бергә йыйһаң, кинога төшөрөрлөк йә булмаһа бер китап яҙырлыҡ" - тип өҫтәп ҡуйыр ине. Мине инде был һүҙҙәре бигерәк тә сәмләндерә ине. Баласаҡ батырсылығы менән хыялланырға керешә лә китә инем: "Үҫкәс, мотлаҡ рәүештә ҡарттайым, ҡәртнәйем, әбейҙәрем тураһында китап яҙам, ә, бәлки, киноһын да төшөрәсәкмен!" Эй, хыялый, һантый баласаҡ! Әгәр ҙә беҙ үҫеп еткәс, баласағыбыҙҙа булған хыялдарыбыҙҙың ундан бер өлөшөн генә булһа ла тормошҡа ашырһаҡ, беҙ ниндәй бәхетле кешеләр булыр инек!..
Улар инде барыһы ла мәрхүм: Ахкам ҡарттайым да, Кинжәбикә әбейем дә, Ғәлиә әбейем дә, Вәлимә ҡәртнәйем дә... Урындары ожмахта булһын! Яҡты иҫтәлектәре менән беҙҙе ҡанатландырып торһондар! Бәлки, ваҡыты еткәс, бер ни тиклем тәжрибә туплағас, ихтыяр көсөн йыйып, ҡанатланып, илһамланып, мин дә хыялланған китабымды яҙырға баҙнат итермен, Алла бирһә! Ә бөгөнгө көндә ҡарттайым, уның тормошо менән бер аҙ таныштырыу - минең изге бурысым.
Ҡарттайым Сафин Ахкам Сафа улы яҙҙың иң матур мәлендә, муйыл ағасы шау сәскәгә күмелгән саҡта, 1924-се йылдың 15 майында донъяға килә. Ғаиләлә улар күмәк була, 4 малай һәм бер ҡыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарттайым бик йәшләй йәтим ҡала: атайһыҙ - 5 йәшендә, ә әсәйһеҙ - 12 йәшендә. Ағайҙары был ваҡытта колхозда эшләп йөрөй, ҡайһылары үҙ ғаиләләрен дә ҡорорға өлгөргән була. Ә бына ҡарттайымды һәм уның һеңлеһен Кинжәбикә әбейемде ауылда йәшәгән ата-әсәһенең туғандары ҡарап үҫтерергә ярҙамлаша. Ҡарттайым 14 йәшендә үк тыуған колхозына эшкә төшә. Һуғыш башланған йылда ҡарттайыма яңы 17 генә йәш тулған саҡ була. Ағайҙары һуғышҡа китеп бер-бер артлы һәләк була. Ҡарттайым һуғышҡа 1942-се йылдың августында, ФЗО мәктәбен (школа фабрично-заводского обучения) тамамлағас китә. Һуғыштың ни саҡлы ҡот осҡос икǝнен йǝш һалдат тǝγ тапҡыр γҙенеӊ иӊендǝ Новороссийск ҡалаһында татый. Ундағы немец миналарынан диӊгеҙ ярҙарын таҙартҡанда, бер мина шартлай, ҡарттайымдың күҙ алдында уның ФЗО мәктәбендә бергә уҡыған, тормош михнәтен бергә бүлешкән иң яҡын дуҫы һәләк була. Был хәл уны үтә лә тетрәндерә. Ҡарттайым ғүмер буйы һуғышты тыныс ҡына иҫләй алмай ыҙалана, һуғыш тураһында һүҙ сыҡһа, күҙ йәштәрен тота алмай. Ә инде Еңеү көнө ҡарттайым һәм беҙҙең өсөн - иң оло байрам булып бөгөнгәсә һанала. Һуңынан ҡарттайым хеҙмәт иткән 97-се уҡсылар полкын Чечен республикаһына йүнәлдерәләр, ә унан һуң Афганистан сигенә. Бөйөк Еңеүҙе ҡарттайым Байкал күле ярҙарында ҡаршылай, уларҙың эшелоны көнсығышҡа, Япон сигенә юлланған саҡта. 1947-се йылда демобилизацияланғандан һуң, ҡарттайым тыуған ауылына кире ҡайта. Тыуған колхозына ҡайтанан эшкә төшә. 1948-се йылда минең өләсәйем Вәлимә Әхтәр ҡыҙына өйләнә. Тәү ҡарашҡа баҫалҡы, әммә шул уҡ ваҡытта маҡсатына ынтылышлы, тыйнаҡ, әммә бер һүҙле ҡыҙ ҡарттайымдың күңеленә шунда уҡ хуш килә. Улар бик матур, татыу ғаилә ҡороп ебәрә. Икеһе лә һәр яҡтан уңған, егәрле була. Ғаиләне ишәйтеп бер-бер артлы ата-әсәһенә оҡшап ҡыйыу, үткер холоҡло, егәрле, алма кеүек дүрт ҡыҙ донъяға килә: Зилара, Зифа, Рәмилә, Рая. Ҡарттайым ҡыҙҙарының барыһын да ғәҙел, ҡыйыу, кешелекле һәм егәрле итеп тәрбиәләй, һәр береһенә күңеленә хуш килгән һөнәр алырға ярҙамлаша, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтыра. Ҡарттайым ғүмер буйы тыуған ауылында абруйлы, хөрмәтле кешеләрҙең береһе булды. Ҡарттайым - Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Оҙаҡ йылдар Ростов ауыл советы рәйесе, колхоз бригадиры булып эшләй. Урман ҡараусыһы булып та оҙаҡ ваҡыт эшләп ала. Минеңсә, ул был вазифаһынан бигерәк тә ҡәнәғәт була, сөнки ҡарттайым урманды үлеп яратты. Урман киңлектәрендә онотолоп йөрөр ине, ҡай саҡ мине лә үҙе менән эйәртеп алыр ине. Емеш-еләк, балтырған, бәшмәк йыйырға әүәҫ ине, айырыуса бөрлөгәнде һәм ысын грөзләне ихлас йыйыр ине. Көтөү көткән саҡтарҙа ул, йыйған бәшмәктәрен тоҙлап, усаҡ өҫтөндә ҡурып, беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә ашатыр ине. Ул ашатҡан бәшмәктәрҙән дә тәмлерәк нәмә юҡ был донъяла. Ҡарттайымдың хатта яратҡан йыры ла урман тураһында, "Имәндәр шаулай" тип атала. Тағы ла ҡарттайымды урындағы совет депутаты, халыҡ суды тыңлаусыһы һәм дә ветерандар советы рәйесе итеп оҙаҡ йылдар һайлап ҡуялар. Ҡарттайымды үҙ өлөшөнән, яҙмышынан бик уңған кеше тип һанайым, сөнки ул эшенән дә, ғаиләһенән дә ныҡ уңды. Шул уҡ ваҡытта, тирә йүндәгеләр ҙә уның үҙенән бик уңды, сөнки ул, ҡайҙа ғына булмаһын, үҙ эшен ғәҙел, намыҫына тап төшөрмәй башҡарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарттайым бик иртә китте был тормоштан, миңә ул һәр ваҡыт етмәй торор инде. Ҡарттайым 1996-сы йылдың 13 июлендә 72 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты. Һуңғы көндәрендә уның йәнәшендә ҡатыны, ҡыҙҙары һәм ейән-ейәнсәрҙәре булды. Ғаилә ҡосағында яҡты донъя менән хушлашыу - үҙе бер бәхеттер ул.
Һүҙем тағы ла "Тылсымлы осрашыу"ға барып бәйләнә. Ул осрашыу тураһында бер беҙгә генә һөйләмәгән ахыры Ғәлиә әбейем, мәрхүмкәйең. Күрәһең, әбейемдәр, әсәйемдәр бәләкәй булған саҡта, улар менән дә өләшкән. Шул хәтирәне тәү ҡат ишеткән әсәйем үҙенең үкенесен ҡарттайыма белдерә һалған:
- Эх, әтей, шунда ниңә генә хәрби хеҙмәтте ҡалдырып ҡайтҡанһыңдыр? Мин хәҙер офицер ҡыҙы булып ҡуҡырайып йөрөр инем. Ауылға ҡып-ҡыҙыл тәтәй туфлиҙар кейеп, ҡып-ҡыҙыл ридикюль тотоп ҡайтып инер инем. Ауылдаштар, йәштәштәрем ах итер ине, - тип татлы хыялдарға бирелеп китә ҡыҙыҡай. Ҡарттайым төпсөгөнөң был шаштырыуын ишеткәс, өй тултырып шатланып көлә. Ихлас көлөп туйғас, ҡыҙсығының башынан йомшаҡ ҡулдары менән һыйпап ҡуя.
- Ҡыҙым, һуң мин бит ауылға ҡайтмай, хәрби хеҙмәттә ҡалһам, һин дә, апайҙарың да булмаҫ ине. Мин үҙемдең тыуған ауылыма ҡайтыуыма бер көн дә үкенмәйем. Хәрби хеҙмәт, әлбиттә, изге, оло эш. Ғәҙел, ҡыйыу һәм дә рухлы кешеләр хәрби хеҙмәттә күберәк булһын ине. Әгәр ҙә мин хәрби хеҙмәт кешеһе булһам, мин бының менән ныҡ ғорурланыр инем. Шул уҡ ваҡытта мин үҙ тормошомдан ныҡ ҡәнәғәтмен. Мин - бәхетле кеше. Үҙеңдең тыуған ауылыңда, үҙ халҡына намыҫлы хеҙмәт итеү - үҙе бер ғорурлыҡ, үҙенә күрә ҙур бәхет. Балам, ул ғына ла түгел иң мөһиме. Иң мөһиме, мин әсәйегеҙҙән һәм һеҙҙән уңдым. Мин, балам, һеҙҙең менән бәхетле. Шуны бер ваҡытта ла онотма, ҡыҙым, - тип, һүҙен тамамлап, ҡарттайым әсәйемде тағы ла яғымлы итеп арҡаһынан һөйөп ҡуя.
Ҡарттай! Әлдә һин ҡайтҡанһың! Рәхмәт! Мин һинән шул тиклем уңдым! Әлдә һин шундай ғәҙел, намыҫлы кеше булдың. Мин һинең ейәнсәрең булыу менән бәхетлемен. Һинең исемеңә, матур иҫтәлегеңә тап төшөрмәй, тормош юлын лайыҡлы үтә алһам ярар ине. Бынан да олораҡ бәхет юҡтыр донъяла.

Фото: Vk

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: