-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Февраль 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЯМҒЫР БҮЛӘК ИТЕҮСЕ Хикәйә

 Ғүмәр эшендә тыныс ҡына йөрөп ята ине, бер мәл  күҙенә дуҫы Сәфәр салынды. Килеп йәмрәйгән, кәйефе  юҡлығы әллә ҡайҙан күренеп тора. Бәй, нимә булды икән? Өндәшмәҫкә уйлағайны, түҙмәне, эргәһенә килде, хәлен белеште. Һиҙеп тора ине Сәфәрҙең үҙенең мәшәҡәттәрен өйөрөнә, өйөп кенә ҡалманы, сығарып күмде лә ҡуйҙы. Ялдан яңы ғына сыҡҡан, ә начальство Ҡунаҡбайға командировкаға ҡыуалай икән. Бынау эҫелә тын алырлыҡ түгел, ҡайҙа командировка ҡайғыһы? Йәлләне егетте Ғүмәр, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ҡана, үҙем барып ҡайтайым һуң”, – тип әйтте лә һалды.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ЯМҒЫР БҮЛӘК  ИТЕҮСЕ  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЯМҒЫР БҮЛӘК ИТЕҮСЕ Хикәйә

Тәүҙә поезға сығырмын тигәйне, эҫе вагонда сәғәттәр буйы тауҙар араһынан артылыуын күҙ алдына килтереп, кире уйланы. Үҙенең автомобиле менән барыр. Йәкшәмбе көн сыҡһа, ҡабаланмай ғына Биләрит аша, туҡтап ял итә-итә, тәбиғәт ҡосағында йоҡлап, дүшәмбе кис барып та етер.

Бәлки, юлда берәй пассажир тура килер, халыҡтың эркелеп йөрөгән сағы. Донъя күреп ҡайтһын әле.

Болғаҡты үтеп, һулаҡайға ғына боролғайны, юл сатында торған кешеләр күҙенә салынды. Килеп туҡтауына ябырылдылар, кемгә Ҡарлыман, кемгә Ҡырмыҫҡалы. Ғүмәр:

– Биләриткә тиклем генә алам, – тип өндәшеүгә, бер еңел генә кейенгән ҡатын алғы ултырғысҡа инеп тә ултырҙы һәм, эйәген алға ослайтып, бойороу ишараты күрһәтте. Бик ышаныслы итеп урынлашты. Ҡатын-ҡыҙ ғәҙәттә артҡы рәткә ултырыусан. Алғы ултырғысҡа үҙ ҡәҙерен һәм баһаһын белгәндәр генә һонола. Оҡшаны булды был холҡо ҡатындың. Шулай ҙа Ғүмәр һораны:

– Ҡайҙа тиклем? Биләриткәме?

– Юҡ, Таштауға.

Ғүмәр туҡтала яҙҙы:

– Таштауға түгел, Ҡунаҡбайға барам.

– Булһын. Таштауға тау аша ғына, тиҙәр.

Ҡуҙғалдылар.

Тәүҙә өндәшмәй генә барғайнылар. Ғүмәр һораша торғас, ҡатын, Гәүһәр исемле икән, барыһын да һөйләне лә бирҙе.

– Таштауға һабаҡташтар менән осрашыуға барам, – тине ул, – Стәрлетамаҡта тамамлағайныҡ, уҡып бөтөүебеҙгә егерме йыл.

Ғүмәр шунда уҡ һығымта яһаны: ҡырҡ бер-ҡырҡ ике йәштәрҙә булыр был күркәм ҡатын. Бына ҡыҙыҡ, Стәрлетамаҡта уҡып бөт, Таштауҙа осраш.

– Бынау эҫелә балаларыңды ҡалдырып, – тип ишараланы Ғүмәр, йәнәһе, ғаилә статусың ни хәлдәрәк?

– Юҡҡа борсолаһығыҙ, илап ҡалған балам юҡ, барыһы ла башлы-күҙле булып бөттө, – тип, салон яңғыратып көлдө ул. – Иргенәһен дә күптән оноттом, отставкаға ебәрҙем мин уны. Ҡайҙа йөрөгәнен дә белгән юҡ. Борсолма, үҙемә үҙем хужа.

Ғүмәр эстән генә көлөмһөрәп ҡуйҙы, ишеткәнебеҙ генә түгел, күргәнебеҙ ҙә бар һинең һымаҡтарҙы. Еңел холоҡлоға оҡшаған был. Тәүҙә әүрәгән булып ҡылана, аҙаҡ үҙе әүрәтеп ала.  Башын-күҙен уйнатып, ни ҡыланғанын белмәй. Ә былай ҡарап тороуға насар түгел. Ә ниңә? Һатып алырға түгел. Бер-ике көнлөк мажара һуңынан һалҡын ҡышта эҫе йәйҙе иҫкә төшөргәндә хәтерләрлек ваҡиға булыр. Тәмәке тартмаһа, эсеп иҫереп, салонды бысратмаһа, йөрөп ҡайтырлыҡ. Ә үҙе бәүелеп килһә лә, йоҡларға уйламай, юлды харап ныҡ ҡарап килә.

Сәғәт икеләр тирәһендә Биләрит тауҙарын артылдылар. Гәүһәр Ҡәйнә телен аһ итеп ҡараны, телефонындағы аппараты менән уңдан да, һулдан да төшөрҙө. Байтаҡ ҡына һоҡланып барғас, ял итеп, ашап-эсеп алдылар. Гәүһәр әҙерлекле сыҡҡан, ҡыяры ла, помидоры ла мул ғына, майлы ғына ҡалъялары ла өйөлөп ята. Оҡшаны Ғүмәргә ҡатындың үҙен иркен тотоп, ҡыуана-ҡыуана һыу инеүе лә, аҙаҡ тартынып тормай ир эргәһенә сығып ятыуы ла.

Ғүмәр ҡабаланмай. Әле сама менән иҫәпләгәндә лә тәүлек тирәһе бергә буласаҡтар, өлгөрөр, хаҡын сығарыр. Эстән генә уйлай: был ҡатынды тағы нисек итеп һоҡландырырға икән, тип самалай.

– Үҙең ҡайһы райондан? – тип һораны Ғүмәр.

Шишмәнән икән.

– Беҙ үҙебеҙ Дим буйынан,

Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән, – тип белгән көйҙө йырлап күрһәтте Ғүмәр. Гәүһәр ҡушылып йырлап китмәһенме!

Оҙаҡ та бармай, Ағиҙел буйында туҡталдылар.

Һиҙеп тора Ғүмәр: ҡатын уға мәғәнәле ҡараштар ташлай, күренеп тора – көтә. Көтһөн. Ә Ғүмәр ашыҡмай. Һуң, белеп буламы ни ошо ҡатын-ҡыҙҙы, ымһыныр ҙа китер. Мажара көҫәп, артынан ҡалмаҫ. Көтә бирһен әле. Ҡатын-ҡыҙҙың эше – көтөү. Шулай бара торғас, Өстирәкте  үттеләр, Байрашҡа  килеп еттеләр. Икәү килгәс, ваҡыттың үтеүҙән бигерәк, иҫәбе юғалыуын онотҡандар. Сәғәт дүрт тә тулмаған. Телефоны ҡайһылай һәйбәт тота бит әле. Ғүмәр үҙен ҡаршыларға тейешле урындағы түрәләргә шылтыратты.

– Һеҙ ҡайҙа, Ғүмәр Ғәбитович? – тинеләр ололоҡлап.

– Ҡайҙа булһын? Байраштың  башында  ултырам. Ә ҡаршылаусы юҡ. Әллә мине көтмәйһегеҙме?

Теге оста баҙап ҡалдылар, шымдылар.

– Һеҙ ысын Шумахер һымаҡ, Ғүмәр Ғәбитович, – тип йәүкәләне  икенсеһе. – Килеп тә еткәнһегеҙ. Бер сәғәттәнҠунаҡбайҙа көтәбеҙ, туп-тура.

– Ә мин һулаҡайға киттем, – тине мәғәнәле генә итеп Ғүмәр. – Сөнки бер үҙем  түгел. Хәҙер минең менән юл ауырлыҡтарын уртаҡлашыусы ханымға, әгәр рөхсәт итһәгеҙ, Таулыкүлде бүләк итергә тейешмен.

Ҡатын ҡыуаныуын йәшермәне, сәпәкәйләп ҡуйҙы:

– О-о-о, мин Таулыкүлде күрәсәкмен?!

Ғүмәр аптырап уға боролдо:

– Бәй, Гәүһәр, һинең Таулыкүлде лә күргәнең юҡмы ни?

– Ҡайҙан күрәйем? Мин был яҡта беренсе тапҡыр.

Ғүмәр, телефонын һүндереп, ситкә алып ҡуйҙы. Әйҙә, эҙләһендәр, кәрәкһә, килеп табырҙар әле. Ғүмәр саң туҙҙырып, һулаҡайға төшөп китте, Таулыкүл  тәңгәленәрәк еткәс, ҡеүәтле  машинаһы менән эргәләге тауҙың битләүенә күтәрелде һәм туҡтатты.

Гәүһәр, аһ итте, тип кенә әйтеү аҙ булыр һымаҡ. Ул, тау-таш араһында йәйелеп ятҡан күлде күреп, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Ғүмәр үҙе бында булғаны бар, һыуын да инде, мунсаһында ла сабынды, ҡәҙер-хөрмәтте буйтым күрҙе. Күл  яғына ҡарап, табын ҡорҙолар, термостағы сәй эҫе әле. Ә ҡатынға был  ғына етмәгәндәй, һаман күҙҙәрен майландырып, Ғүмәрҙе саҡырған һымаҡ. Ул арала урындағы түрәләр ҙә килеп етте шикелле, ана, туҡтауһыҙ шылтыраталар, борсолалар, күрәһең. Борсолмай, ҡайҙа барһындар, нимә эшләһендәр инде? Өфөнөң үҙенән килеп төштөләр бит.  

Хужа булып ултырған һәм үҙен әһәмиәтле кеше итеп күрһәтеп өлгөргән Ғүмәр бер күлгә ҡарай, ҡатынды ла онотмай. Теләр-теләмәҫ кенә телефонды алды.

– Ғүмәр Ғәбитович, һеҙ ҡайҙа? Һеҙҙе юғалттыҡ бит, – тип күҙе тона ҡаршылаусының.

– Күҙҙәрегеҙҙе нығыраҡ асып, тау һыртына ҡарағыҙ әле, – тип ирештерә Ғүмәр.

– Күрәбеҙ Аҡбуҙатты, ҡояшҡа ялтырап ултыра, – тип еңел һулай тегеләре.

Ул арала булмай, ике яҡтан ике машина, әйтерһең, ҡамап алалар, килеп тә еттеләр.

Әллә ысынлап һағынғандар, әллә бурыстарын ғына атҡаралар, ихлас тип әйтерлек иҫәнләшеүҙәр, шап та шоп арҡа һөйөп ҡосаҡлашыуҙар. Машиналарынан, бына беҙҙең ҡунаҡсыллыҡтың ҡәҙерен бел, тигән һымаҡ, йәш кенә ике ҡатын төштө. Иш янына ҡуш булһын тигәндәй, улары табын ҡороп ебәрҙе. Ултыртмаған ризыҡ, бешермәгән аҙыҡ-түлек ҡалманы. Ғүмәр, ҡулын һоноп, Гәүһәрҙең дә килеп ҡушылыуын талап итте.

– Бына, таныш булығыҙ, минең менән юл ауырлыҡтарын уртаҡлашыусы юлдашым Гәүһәр булыр, – тине Ғүмәр.

– Һеҙ инде бигерәк, – тип иркәләнде тегеһе. – Бер ниндәй ҙә юл аҙабы булманы, күңелле мажаралар мәңге онотолмаҫлыҡ мәшәҡәттәр менән алмаш-тилмәш солғанып барҙы.

Аҙаҡ төшөндө Ғүмәр ни өсөн тау итәгендә ҡаршылауҙарына, ошонда Таулыкүл эргәһендә ял йортона урынлаштырырға булғандар. Ҡапыл  пландар үҙгәреп киткәс, урын мәсьәләһе хәл ителмәгән икән. Ә йәй уртаһында бында буш түшәк табыу еңелдән түгел. Үҙе генә булһа, тағы бер хәл, парлашып килеп төштөләр бит әле. Бына бер заман, ваҡыт-ваҡыт ситкә китеп, телефондан ҡысҡырышҡан хужаларҙың һәм урынбаҫарҙарының йөҙө асылды. Баш ҡала ҡунаҡтарын ял йортона әйҙәй башланылар.

Ҡабаланмай Ғүмәр, һаман үҙенекен ҡыуа.

– Гәүһәр, хәҙер һыу инергә төшәйекме, әллә ял йортона барып урынлашайыҡмы? – ти Ғүмәр.

– Тәүҙә һыу инәбеҙ, һуңынан ял йортона барабыҙ, – тип ныҡышыуҙан бигерәк бойороп ҡуя Гәүһәре. Әйтерһең, ул бында хужабикә, ә Ғүмәр уны оҙатып йөрөүсе генә. Еңелсә генә бәхәсләшә торғас, шулай килештеләр: тәүҙә тиҙ генә урынлашып сығалар һәм Таулыкүлдең берәй ярында һыу инергә төшәләр. Ә ял урыны шәп: бер түгел, ике бүлмә, ҡайҙан тапҡандарҙыр, кемде һөрөп сығарғандарҙыр – Ғүмәрҙе быныһы ҡыҙыҡһындырманы. Аҙаҡ ишетеүенсә, кемдер килеп етмәгәнме, әллә иртәгә төшкә киләме, уныһы мөһим түгел. Хужалар үҙҙәрен һынатманы. Ғүмәрҙең абруйы Гәүһәрҙең күҙ алдында тағы ла күтәрелеп киткәндәй булды.

Ә Таулыкүлдең  теге ярында күл буйлатып төтөн тарала. Күмәкләшеп шунда атланылар. Барып етһәләр, Ғүмәрҙең күҙҙәре шар булды: ҡунаҡбайҙар  был йәһәттән ғүмер буйы башҡалар өсөн өлгө булды – эшләнеләр ҙә, уйнанылар ҙа, һыйлай ҙа белделәр. Әле лә һис бер етешһеҙлеген табырлыҡ түгел. Ғүмәр һиҙҙермәй генә Гәүһәрҙе күҙәтә: йәнәһе, йә, нисегерәк беҙҙе ҡаршы алалар!

Бая ғына Таштауға һабаҡташтар янына ынтылған ҡатын бындағы һый-ниғмәтте күргәс, тамам онотолдо, ҙур тирмәләрҙең береһенә инеп, түшәккә ҡоланы, йәнәһе, көнө буйы эшемде ҡырған, шул тиклем арыған, хәҙер ял итеп алырға ла хоҡуғы бар. Ай-һа-ай, әҙерләнгәндәр.

Шул ваҡыт йәшен йәшнәне, күк күкрәне, ялт-йолт ялағайҙар уйнаны, геүләтеп килеп ямғыр яуҙы. Барлыҡ ризыҡ-ниғмәтте тирмә эсенә ташып өлгөрҙөләр. Шунда мәжлес башланды. Ғүмәрҙең ҡәнәғәт ултырыуын күр әле. Уны түгел, гөбөрнатырҙың үҙен ҡаршылайҙармы ни?!  Аяҡ бөкләп, мулдан ҡыландылар. Ҡараңғы төшкәйне, шәм яндырҙылар, ут индерҙеләр.

– Һеҙҙең килеүегеҙ, беҙгә ошондай ямғыр бүләк итеүегеҙ район өсөн ифрат кәрәк,– тип олонан һалдырҙы хужаларҙың береһе. – Был тиклем мул ямғырҙы заказ буйынса ла алып булмай, беҙҙең яҡтарға йышыраҡ килегеҙ.

Буйтым ҡунаҡ булдылар. Һыу инеп сыҡтылар, тағы ултырып ашанылар, иртәгә нәмә эшләрҙәрен барланылар. Ә эштәре күп. Күп булмай ни? Район ифрат ҙур бит. Барыһын да күрергә, тикшерергә, ҡағыҙын да яҙырға кәрәк.

– Ә ниңә уны иртәгә ҡалдырып торорға? –  тине Ғүмәр. – Мин килгәнсе көнэлгәре әҙерләп ҡуйманығыҙмы ни?

Үҙе белә ни һөйләгәнен. Хәҙер ошондай табындан һуң тикшереп йөрөһә, Аллаһ һаҡлаһын, етешһеҙлектәрен табып ҡуйһа, тәнҡитләп, берәмтекләп күрһәтеп актын төҙөһә, кеше аптырар.

Бая ғына ятһынып ҡарап торған ҡунаҡ үҙенең юлдашы менән һәм хужалар бер-береһенә өйрәнеп, үҙ кешегә әйләнделәр. Хәҙер ҡараңғы төштө, серәкәйҙәр күбәйҙе, күл буйы, әлбиттә, саф һауалы, үҙенә тартып тик тора, ләкин нисек кенә һыу йылы булмаһын, йоҡларға, ял итергә кәрәк. Ғүмәр буйтым булған. Эйе, иртәгә лә көн бар. Ана, Гәүһәр ҙә килеп уға ике ҡуллап аҫылынды. Үҙенсә урынын билдәләй, башҡаларға, йоғонмағыҙ, тип ымлай инде. Кем белә, бәлки, шулай тойолған ғыналыр. Ә теге ике йәш ҡатын, беҙҙе нишләп бында йонсотоп йөрөтәһегеҙ, тигән ҡиәфәттә ваҡыт-ваҡыт Гәүһәр менән Ғүмәргә бер аҙ асыулы һәм аптыраулы ҡараштарын ташлап ҡуя.

Һалҡын күл буйында иҫерек кеше тиҙ өшөүсән, етмәһә, Ғүмәр курткаһын да алмаған икән. Эргәһендә ҡалтыранып Гәүһәр килә. Улар өнһөҙ-тынһыҙ ғына шифахана яғына ыңғайланы.

Хужаларҙан былай ғына ҡотолоп буламы һуң инде. Ялан ҙурлығы ашханаларының төп яғында тағы бәләкәй генә ыҡсым бер бүлмә бар икән. Уф! Шунда өҫтәл ҡорғандар. Оҡшаны Ғүмәргә. Һаранланып торманы, хужаларҙы тағы маҡтаны. Әле улары ҡунаҡтың береһенән-береһе майлыраҡ  маҡтау һүҙҙәрен уғата битараф  тыңлауҙарына иғтибар итте. Алмаш-тилмәш йөҙҙәренә ҡараны һәм шуны күрҙе: “Уттай эш ваҡыты, һин йөрөйһөң мәшәҡәтләп! Әллә һин беҙҙе һинең һүҙҙәреңә мохтаж тип иҫәпләйһеңме?” тип йөҙҙәренә яҙылғайны. Был көтөлмәгән асыш Ғүмәрҙе тетрәндерҙе. Хатта башы әйләнеп китте, еңелсә тирләп сыҡты. Ҡапыл өшөй башланы, ҡәһәрең, был ямғыр аҫтында йөрөп, ауырып ҡуйыуың да бар. Ана бит, тамағы ауыртып та торған һымаҡ тойола. Эргәһенә боролоп ҡараны. Ә Гәүһәр нимә эшләй икән? Уныһы бөтөнләй икенсе  донъяла йәшәгән һымаҡ.  Битараф ҡына нимәлер көйшәй.

– Әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙең темаһын үҙгәртәйек! – тине уны ҡаршылаусыларҙың хужаһы. – Беҙҙеке инде – барыбыҙҙың күҙ алдында, ғәжәпләнерлек бер нәмә лә юҡ. Һеҙ нисек йәшәйһегеҙ унда? Юғарыла нимәләр бар?

– Барыһы ла боронғоса. Иҫ китерлек үҙгәрештәр юҡ тип әйтерлек. Һеҙҙә инде яңылыҡтар! – тип мөңгөрҙәне Ғүмәр.

            Бәй, төптән барлай башлаһаң, юғарылағылар менән бындағылар араһында уларҙы бәйләрлек бер нәмә лә юҡ икән дәһә.

            Өндәшмәй генә ашанып ултырҙылар. Инде нисәнсе ҡат бөгөн бер-береһенә һаулыҡ теләштеләр.

– Юлда йонсотҡан, – тип ишараланы Ғүмәр. – Иртәгә – эш, ял итеп алырға ла кәрәктер.

            Хужалар ҙа арығандыр, күрәһең, ҡунаҡтың табынды түңәрәкләүгә ымлауын ҡапыл хәрәкәтләнеп ҡабул  иттеләр.            Ошонда ғына Ғүмәр үҙенең ныҡлы иҫереүенә төшөндө. Ара-тирә эргәһендә күндәм генә килгән Гәүһәргә күҙ ташланы. Ул нимә эшләһен инде, өндәшмәй.

            Йоҡлар өсөн тәғәйенләнгән урындары бигерәк затлы икән. Бындайҙарҙы элиталы ял  йорттарында ғына күрергә мөмкин. Гәүһәр таң ҡалғандыр инде. Белһен әйҙә, үҙенең ҡайҙа килеп эләккәнен. Шулай кәрәк икәнлеген Ғүмәр үҙе генә белә һәм киләһе төндөң иң юғары кимәлдә булырын көтә.

            Хужалар ҡунаҡтарҙы оҙатып ҡуйҙылар, урынлаштырҙылар һәм тулыһынса тормошҡа ашырылған маҡсаттар менән хушлаштылар. Артабан улар артыҡ һәм уларҙың бер нәмә лә күрмәүе яҡшыраҡ. Ана, Гәүһәр тиҙ генә әҙерләнде лә, душҡа инеп тә китте. Дөрөҫ эшләй. Шулай булырға тейеш.

            Ғүмәр үҙенең йоҡоһон еңергә тырышып ҡараны. Ғаиләһе иҫенә төштө. Сәғәткә лә ҡарап тормай, телефонын алды, ҡатынының номерын тапты һәм ,үҙе лә һиҙмәҫтән, шылтыратты. Ҡатыны уяу шул. Бер-ике шылтырау менән, яуап та бирҙе. Йылы ғына иҫәнләштеләр, бөтәһе лә теүәл һәм урынында икән. Шулай ҙа, һиҙенде ҡатыны:

– Әллә һин иҫерекме?

– Юҡ! Тамсы ла эсмәнем! Юлдан йонсоп килгәнмен. Ял итәм.

            Шалтырлап душ ишеге асылды һәм кире ябылды.

            Сос ҡолаҡлы инде ҡатыны, ишетә һалған:

– Әллә һин бер үҙең түгелме?

– Юҡ, әлбиттә! Минең менән кем булһын? Үҙем йөрөйөм.

            Уф! Тотола яҙҙы бит! Йылы ғына хушлаштылар. Ғүмәр күпереп ятҡан ап-аҡ мендәргә башын терәне. Иҫенә төшөрҙө, йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡтарҙы автомобиленән алдымы икән, юҡмы икән? Аңы тамам быуылды, үҙенең ҡайҙа икәнлеген онотто һәм саҡ ҡына ойоғандай булды.

            Тертләп уянып китһә, эргәлә генә ҡоштар һайрай. Тышта йылы һәм саф һауа. Һикереп тора һалды. Бәй, яңы көн тыуған түгелме һуң? Ниндәй төштәр күреп йоҡланы һуң әле бөгөн? Ҡосағында кем булды? Кем булһын, эргәһендә берәү ҙә юҡ. Мендәрендә лә үҙе генә. Ә теге ҡатын, уның менән бергә килгән Гәүһәр, күренмәй түгелме һуң? Башы шаңғып ауырта, ауыҙы ҡорғаҡһып кипкән, күҙенә һыуытҡыс салынды. Шыуышып тигәндәй, барып асып ебәрһә, эсендә ниндәй генә һыу, ниндәй генә һут юҡ! Ҡарап та тормай  алып, ғолғолдатып эсте. Башы асылды, ҡапыл тағы ла тирләне, донъяның рәхәтлеген әйт әле! Ә сәғәт телдәре биште күрһәтә. Таңғы биш! Ғүмер буйы етелә тороп өйрәнгән ир ҡыуанып ҡуйҙы: бына бит ауыл ере нимә эшләтә! Иртә тороуҙың да бер нимәһе лә юҡ икән.

            Люкс бүлмәне тағы бер байҡап сыҡты. Хатта карауат аҫтын да ҡарарға мәжбүр булды. Юҡ, күренмәй. Әйтерһең, бында ул бер үҙе генә йоҡлаған, хатта Гәүһәр исемле ҡатынды эйәртеп тә йөрөтмәгән. Уныһы бында бөтөнләй булмаған. Йыуыныу бүлмәһендә ятҡан тараҡҡа тиклем тап-таҙа. Гәүһәрҙең бында булыуы хаҡында һөйләүсе сәс бөртөгө лә күренмәй. Туҡта әле, ул кисә бит бер үҙе генә килде түгелме һуң? Нисек бер үҙе булһын? Уларҙың икәүләшеп килеүен унлап кеше күрҙе. Яйы сыҡҡан һайын, Гәүһәр ханымдың матурлығын маҡтап, бер һүҙ өндәшмәһә лә, аҡыллылығына һоҡланып тостар тоттолар.

            Һигеҙҙән һуң иртәнге ашты индерҙеләр. Битараф ҡына ашаны. Кәйефе юҡ. Туғыҙ тулыр-тулмаҫ, хужалар күндәм генә теҙелешеп баҫтылар.

            Ғүмәр, уның менән килгән ҡатын тураһында һорашырға теләп, ауыҙын асҡайны, ваҡытында туҡтап ҡалды. Ярай, телен тыйып өлгөрҙө, юғиһә, мәсхәрәгә ҡала ине бит! Әҙәм ышанмаҫ! Икәүләп кил  дә, бер үҙең яңғыҙ йоҡла, имеш!

– Иртән тороп йөрөлдө, тегене оҙатып ҡуйҙым, – тип ышандырырлыҡ итеп һөйләнде. – Йә, хужалар, артабан ниндәй күрһәтмәләр булыр?

            Хужаларҙың өлкәнерәге киң өҫтәлгә ҡағыҙҙарҙы сығарып һалды. Бөтәһе лә һәйбәт, хатта юғары кимәлдә икән.

– Берәй ауылға  йә хужалыҡҡа барып әйләнмәйбеҙме? – тип өндәште Ғүмәр.

– Бәй, кисә һөйләштек тә инде, – тине өлкәне. – Халыҡ бесәнгә төшә, утын әҙерләй, ҡамасаулап йөрөһәк, килешерме икән?

            Килешмәҫ, тип таптылар.

            Әй, көн бының менән генә бөтәме инде, тағы Таулыкүл буйына төштөләр, ҡолас ташлап йөҙҙөләр. Табын тағы ла мул булды. Хушлашыр мәл  дә етте.

            Шартына килтереп, район сигендә оҙатып ҡуйҙылар.

            Ғүмәр өсөнсө көнөнә эшкә сыҡты һәм иң тәүге күргән кешеһе Сәфәр булды.

– Минән һиңә – бер виски! – тине тегеһе. – Ҡара әле, миңә ҡаныҡтылар! Шеф Яңауылға ҡыуа, барып ҡайтырға теләгең юҡмы? Былтыр барғайным, әй, ҡунаҡсылдар! Унда минең һабаҡташ эшләй, шылтыратып ҡуйырмын.

            Ғүмәр ҡалтыранып китте. Тағы шул ғына ҡалғайны!

– Етәр инде, бер ҡотҡарҙым бит. Быныһында үҙең бараһың!

            Сәфәрҙең йөҙө һүрелде, кәйефе боҙолдо һәм тышта тороп ҡалды.

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: