-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Февраль 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТӨНДӘЛЕКТӘР АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН...

Етмешенсе йылдарҙа  атайым   менән әсәйем Североморск ҡалаһына ағайымдар янына барып ҡайтты. Атайым шунда китап магазинында  маршал  Г.К. Жуковтың "Воспоминания и размышления" исемле мемуарҙарын һатып алған. Кем уйлаған, ошо китап беҙҙең өсөн бик ҡәҙерлегә әйләнер, тип. Атайым китаптың иң беренсе баҫмаһының "Ты, помнишь, Алеша, дороги Смоленщины..." тип яҙылған битен асып, үҙен күрһәтте.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТӨНДӘЛЕКТӘР  АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН...
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТӨНДӘЛЕКТӘР АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН...

Беҙ атайыбыҙҙы йыш ҡарай торғайныҡ, хатта китап битендәге фото бармаҡ төртөүҙән танымаҫлыҡ хәлгә килде, китап ҡулдан-ҡулға китеп юғалды.

Мин китапты, атайымды, тип аңлағыҙ, оҙаҡ эҙләнем. Бер мәртәбә китапханала осраттым, икенсеһендә осраҡлы ғына букиниста һатып алдым, иң өлкән ағайға бүләк итергә тура килде. Эш шунда, атайым яуҙаштары менән төшкән һүрәт маршалдың мемуарҙарының һәр баҫмаһында юҡ. Һүрәт компьютерҙа хәҙер иркен ҡулланыла."Ты помнишь, Алеша, дороги Смоленщины..."тип яҙһаң, һүрәт килә лә сыға. Ә маршалдың китабы миндә бар. Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовҡа атайымдың һүрәтен күрһәтеүем булды, ике лә уйлап тормай, үҙендәге мемуарҙарҙы миңә бүләк итте. Атайым хәҙер һәр ваҡыт минең менән. Миңә йыш ҡына, атайыңа оҡшағанһың, тиҙәр. Һеҙҙең быны сағыштырыу мөмкинлеге бар. Әгәр китапханағыҙҙа  "Воспоминания и размышления"  тигән китап ваҡыт һынауын үтеп иҫән ҡалһа һәм һаҡланһа. Иң алдан атлаған өсәүҙең пулемет һөйрәгәне –18 йәшлек башҡорт яугиры– минең атайым мәрхүм булыр.

 

 

 

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: