Бер аҙ көттөргәндән һуң, ике кеше сыҡты һәм Әнүәрҙе күрше бүлмәгә саҡырҙы. Тағы бер тапҡыр документын үҙе менән сағыштырып ҡаранылар, телефондарын, асҡыстарын өҫтәлгә һалырға ҡуштылар. Әнүәрҙең аптыраулы ҡарашына: “Телефонығыҙ барыбер бында тотмай, сыҡҡанда кире алырһығыҙ”, – тип яуап бирҙеләр. Тағы күпмелер ваҡыт үтте. Әнүәр аптырана башланы. Бер аҙҙан эргәһенә ябай ғына кейенгән бер кеше килде һәм киң йылмайып: “Мин булам инде һеҙ эҙләгән Мусин Батыр Ғарифович”, – тине. Әнүәр ентекләп Батырҙы ҡараны. Власть тирәһендә күпме өйөрөлә, һис күргән кешеһе түгел. Ҡабул итеү бүлмәһенең бер мөйөшөндә ике диван тора.
– Әйҙәгеҙ, ултырайыҡ.
Әнүәр аптыранды. Ошонда кешеләр үтеп-һүтеп йөрөй, һөйләшеү булырмы икән? Әнүәр Батырға яҡыныраҡ ултырҙы һәм һүҙ башланы:
– Һеҙ, Батыр Ғарифович, мине ғәфү итегеҙ... Бик ашығыс эш килеп сыҡты...
– Һеҙ ҡаушайһығыҙ, – тине Мусин Әнүәргә тишерҙәй итеп ҡарап. – Һеҙҙең хәлегеҙҙе күреп, мин борсола башланым. Нимә әйтергә теләйһегеҙ? Ҡабаланмай, йәшермәй бөтәһен дә һөйләп бирегеҙ.
Әнүәр был һүҙҙәрҙән нығыраҡ ҡаушаны. Ҡыҙарынды, тирләп сыҡты. Тирләмәй ҡара. Ни әйтһәң дә, Әнүәр бит миллионлы баш ҡаланың йөҙөк ҡашы булған Салауат районының мәғариф идаралығы начальнигы, көн һайын йөҙҙәрсә кеше менән аралаша, ул бындай тонда һөйләшеүгә өйрәнмәгән...
– Беҙ икәү генә хәл итерлек ифрат мөһим мәсьәлә килеп сыҡты, – тине ул һаман да ни әйтергә белмәй.
– Сәйер хәл, – тине Мусин. – Һеҙ – мәғариф хеҙмәткәре, нисек әйтергә, уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың етәксеһе, ә мин – бизнесмен. Минең эш – төҙөү, мәғрифәткә бер мөнәсәбәтем дә юҡ, тип әйтер инем, төҙөргә, ремонтларға, ну ҡайһы ваҡыт ярҙам итергә тура килә. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә һорауҙар бирәм, һеҙ – яуап бирегеҙ.
– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй! Мин үҙем, – тине Әнүәр ҡаушауының сигенә сығып. Һәм көс-хәл менән:
–Минең улым медицина университетының беренсе курсында уҡый, – тип әйтте.
Батырҙың йөҙө шунда уҡ үҙгәрҙе:
– Минең ҡыҙым менән бер төркөмдәме? – тине.
– Эйе... – тине бошонҡо ғына Әнүәр.
Батырҙың битараф йөҙө күҙ алдында ҡырыҫланды, хатта сикәләре уйнап ҡуйҙы.
– Аңлашылды... – тине ул асыулы төҫ менән. – Улар, ысынлап та, бер төркөмдәме?
– Эйе. Ҡарағыҙ әле, Батыр Ғарифович! Төшкө аш мәле, мин һеҙҙе ресторанға саҡырам. Ашайыҡ, эсәйек. Былай ҡоролай ғына хәл итә торған мәсьәлә түгел.
Батырҙың йөҙө һағайыулы һәм асыулы төҫ алды:
– Ошо бинала ресторан бар. Әйҙәгеҙ, шунда барып ашайыҡ. Аңлауымса, һеҙ саҡыраһығыҙ?
– Эйе, эйе, мин саҡырам.
Батыр шунда уҡ урынынан торҙо, эргәһенә йүгереп, бер егет килде. “VIP зал... Ике кешелек өҫтәл...”, – тигән һүҙҙәр генә ишетелеп ҡалды.
– Бара тороғоҙ, һеҙҙе оҙатырҙар, – тине лә кабинетына үтеп китте.
Бер аҙҙан улар ҙур түңәрәк өҫтәлдең ике яғында ултыралар ине.
– Бәлки ҡойорғалыр?
– Һеҙ саҡырҙығыҙ, мин ҡаршы түгел, – тине Батыр аптыранған һымаҡ.
Виски эсергә булдылар. Официант ҡойҙо һәм сығып та юғалды.
– Йә, һөйләгеҙ, Әнүәр Әхмәтович, – тине Мусин.
Әнүәр, ҡабул итергә ваҡыт тапҡаны өсөн Батыр Ғарифовичҡа рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ мине тамам аптыраттығыҙ, – тине ул ризаһыҙлығын йәшереп тормайынса. – Бөгөн эшем күп ине. Хәҙер һеҙҙең менән баш ватып ултырырға мәжбүрмен. Әйтегеҙ, һеҙгә нимә кәрәк?
Әнүәр ҡаушаны. Етмәһә, эсәм тип, һыуҙы түгеп ебәрҙе.
– Батыр Ғарифович... Мин һеҙгә тураһын әйтәм: минең улым менән һеҙҙең ҡыҙығыҙ Ләйсән – бер-береһен ярата.
Бизнесмен:
– Нисек ярата? Минең ҡыҙымдың йөрөгән егете юҡ! Беҙ уның менән бер йортта йәшәйбеҙ, уның һәр сәғәте һанаулы, уға водитель һәм һаҡсы беркетелгән. Өйҙә уның менән даими шөғөлләнеүсе хеҙмәткәр бар. Мин һеҙҙең улығыҙҙы ҡыҙымдың тормошонда күрмәйем. Улығыҙҙы исеме нисек?
– Рифат.
– Юҡ! Хәтерләмәйем, белмәйем, күргәнем юҡ, күҙ алдыма ла килтерә алмайым!
– Эйе, – тине Әнүәр тирә-яғына ҡаранып. – Ләкин минең әйтергә теләгән һүҙем бының менән генә бөтмәй.
– Йә, тағы нимә бар?
– Мәсьәләне ябайлаштырам, – тине Әнүәр. – Мин һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың ҡулын улыма һорайым. Ябай ғына итеп әйткәндә, уларҙы өйләндерергә кәрәк.
Батыр шаңғып ҡалды:
– Өйләндерергә? Һеҙ, улар бер-береһен ярата, тиһегеҙме?
– Эш яратыу менән генә бөтмәй шул, – тине Әнүәр, тәрән итеп тын алды. – Уларҙың балаһы буласаҡ.
Мусин һиҫкәнде, ишек яғына ҡараны.
– Һеҙҙең хәбәрегеҙ дөрөҫмө? – тине Батыр Әнүәргә һынсыл ҡараш ташлап.
– Эйе, улым миңә барыһын да һөйләне. Улар Яңы йылдан бирле бергә...
– Аңлашылды, – тине Батыр. – Эштәр шулай тәрәнгә киткәнме? Ваҡыты күпме?
– Оҙаҡламай, бер ай була, – тине Әнүәр.
– Бер ай була? Һәм мин был хаҡта һуңғы булып ишетәмме? Йә, Аллаһ! Әйткәйнеләр миңә, киҫәткәйнеләр, әсәйһеҙ ҡыҙ бала үҫтереүе ҡыйын була, тип...
– Минең улым ҡаршы түгел, – тине Әнүәр. – Ул өйләнә, баш тартмай.
– Баш тартмай, тиһеңме? – тине Батыр ерәнес йөҙ менән. – Һеҙ, бәлки, Мусиндың кем икәнлеген белмәйһегеҙҙер. “Минең улым риза, баш тартмай!”… Үҙегеҙ тураһында бик юғары фекерҙә икән! Һеҙ мине тамам шаңғыттығыҙ...
Әнүәр юғалып ҡалды. Һөйләшеү киҫкен булырын ул һиҙә ине. Ләкин бындай уҡ кимәлдә түгел. Әлбиттә, ҡала ҙур, кеше күп. Шулай ҙа Мусин кимәлендәге эшҡыуарҙар урам тулып, эркелеп йөрөмәй. Уларҙың күбеһенең эш менән генә мәшғүл булыуын да белә. Шәхси тормоштары, ғөмүмән, башҡаларға таныш түгел. Нимә генә әйтһәң дә, улар ҙа кеше бит. Әнүәр Мусинға ҡараны ла:
– Батыр Ғарифович! Туй үткәреп, йәштәрҙе үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырыуға беҙгә бер нәмә лә ҡамасауламай.
Батыр тоҡанып киткән һымаҡ булды:
– Ә һеҙ әле минең ризалыҡты алдығыҙмы? Мин – атай кеше. Ҡыҙым өсөн мин яуап бирәм! Һеҙ мине риза булыр, тип уйлайһығыҙмы?
Әнүәр шаңғып ҡалды. Кисә ҡатыны менән был хаҡта һөйләшкәндә шикләнмәй ине. Был кеше бик ҡатмарлы икән. Тормош булғас, нәмә генә булмай, осрашалар, танышалар. Йәштәр хәҙер бигерәк ҡабалана...
– Илсегә үлем юҡ, – тип йылмайҙы Әнүәр мөмкин тиклем тыныс тауыш менән, – бындай осраҡта мәсьәләне хәл итеүҙең бер генә юлы бар: йәштәрҙе өйләндерергә кәрәк! Әле һуң түгел. Әгәр риза булһағыҙ, киләһе шәмбе ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорап һеҙгә килергә теләйбеҙ.
– Ярай, уйларбыҙ, – тине Батыр, күнгән һымаҡ булды. – Төшкө аш өсөн һеҙ түләйһегеҙме? – тине ул тағы ла арыған ҡарашын Әнүәргә йүнәлтеп.
– Эйе, эйе, мин карта менән түләй алам.
– Мин һеҙгә шылтыратырмын. Һау булып тороғоҙ! – Батыр торҙо ла, арғы ишектәрҙең береһенән сығып та китте. Официант картаны алды һәм бер нисә минуттан карта менән чекты өҫтәлгә һалды. Әнүәр чектағы суммаға ҡарағайны, күҙлеге төшөп китә яҙҙы. Унда “34200 һум”, тип яҙылған ине. 34200 һум! “Дә, күңелле башланды, – тине ул үҙен әрләй-әрләй. – Улыма кәләш алам, тип килеп, 30 кешелек ашап-эсеп сыҡ әле! Хәйер, анау виски тос күренә ине, бер 30 меңлек булғандыр”. Әнүәрҙе оҙатып сыҡҡан кеше ентекләп телефондарын яҙып алды, адресын белеште, өҫтәп ҡатынының, улының телефонын һораны. Ир ғәжәпләнде, ләкин йәшереп тормай, барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирҙе. Ул артабанғы һөйләшеүҙең нисек булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ине әле.
Әнүәрҙең – үҙ хәсрәте. Бынан ярты йыллап самаһы элек мәғариф министрлығында, аҙаҡ хакимиәттә үҙе менән һөйләшеү булғайны. Тәҡдим ябай: ҡала кимәлендә шундай уҡ вазифаны биләү. Коллегалары араһында иң йәше, районда эшләп күрһәтте, ҡаланы яҡшы белә.
Яңыраҡ ошо тәҡдимде тағы ҡабатланылар. Министр ҙа ҡаршы түгел. “Ҡалала проблемалар күп, уларҙы хәл итергә яңы кеше кәрәк, – тине министр бер аҙ уйлап торғандан һуң, – хәҙер заман үҙгәрҙе, кешеләр уҫалланды. Һаҡ булығыҙ, берәй мажараға юлығып ҡуймағыҙ”, – тип өҫтәне. Шуға ла әлеге төшкө аштан шикләнеберәк сыҡты Әнүәр. Улын да әрләп алды. Иң мәшәҡәтле ваҡытта һүҙ башлауын әйт. Ҡайтҡас, һөйләшеп алырға тура килер...
***
Рифат менән Ләйсән һуңғы лекциянан сыҡты. Ләйсән ике ҡуллап егетен ҡултыҡлаған.
– Әйҙә, тиҙерәк, хәҙер ямғыр яуырға тора, – тип ҡабаландырҙы ҡыҙ.
– Оһо! Болоттар ҡуйыра, – тине Рифат күккә ҡарап.
Ҡапыл ел сыҡты. Реклама ҡоролмалары һелкенде, саң күтәрелде. Рифат туҡтаны:
– Ә ҡайҙа һинең машинаң?
Шул ваҡыт эргәләге “Тойота”нан бер кеше сыҡты.
– Оһо! Рушан ағай үҙе килгән, – тине Ләйсән атаһының һаҡ хеҙмәте етәксеһен күреп.
– Йәштәргә сәләм! – һаҡсы ҡыҙ менән егет эргәһенә килде. – Һеҙ хәҙер ҡайҙа?..
– Беҙ – Химиктар мәҙәниәт һарайына.
– Унда ни эшләйбеҙ?..
– Рушан ағай, беҙ унда Рифат менән түңәрәккә йөрөйбөҙ. Ә мин ниңә һеҙгә аңлатма биреп торам? Ҡайҙа элекке һаҡсы менән водитель?
– Улар икенсе урынға күсте, хәҙер мин һеҙҙе хеҙмәтләндерәм.
Ләйсән көлөп, Рифатҡа һиҙҙермәй генә төртөп алды:
– Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ!
Биш-алты минут үттеме- юҡмы, автомобиль мәҙәниәт һарайы алдында ине. Ләйсән:
– Рушан ағай, беҙ ике-өс сәғәттән сығабыҙ. Һеҙ көтөп тора алаһығыҙ, теләһәгеҙ, ҡала буйлап йөрөгөҙ. Сәғәт биштә ошонда осрашабыҙ,– тине ҡыҙ һәм йәштәр йүгерә-атлай мәҙәниәт һарайына инеп китте.
– Яҡшы, – тине Рушан һәм шым ғына водителгә өндәште, – Мәҙәниәт һарайының теге яғына сығып, көтөп тор.
Водитель барып еткәнсе, ҡыҙ менән егет запас ишектән күңелле генә итеп килеп сыҡтылар ҙа, эргәләге биш ҡатлы йорттоң тәүге подъезына кереп тә юғалдылар. Өйгә кергәс, Рифат ҡыҙҙы ҡосаҡланы ла:
– Ә һин һаҡсының һәм водителдең алышыныуын беҙҙең арҡала, тип иҫәпләмәйһеңме?– тине.
– Атайға ышанһаң, ул барыһын да ҡыуып сығарыр. Ул һаҡсыларҙы нимәгә тоталыр? Тәүге йылдарҙа көн һайын берәү алышына торғайны.
– Шулайҙыр, – тип ризалашты Рифат. – Ә мин кисә атай менән әсәйҙән өйләнергә рөхсәт итеүҙәрен һораным.
– Әрләмәнеләрме?
– Юҡ. Сөнки әрләй торған ерен атайға ғына әйттем.
Ҡыҙ урынында һикереп ҡуйҙы.
– Ура! Ура! Беҙ һеҙҙе олатай һәм өләсәй итәбеҙ! Ҡыуанығыҙ! Һеҙгә һигеҙ ай көтөргә генә ҡала!
Улар икәүләшеп балалар һымаҡ уйнап алдылар.
Ә был ваҡытта подъезд алдында эскәмйәлә ултырған әбей, Ләйсәндең водителе һуҙған 500 тәңкәне күреү менән, ҡыуана-ҡыуана уға барыһын да һөйләп бирҙе. Егет ошонда фатир яллаған, ҡыҙы менән аҙнаһына ике-өс тапҡыр көндөҙгө икенән бишкә тиклем ошонда була. Водитель адресты яҙып алды һәм кире Рушан эргәһенә китте.
– Тиҙ сығалармы? – тине Рушан.
– Бынау биш ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатында бер бүлмәле фатирҙа.
– Дә, был ҡыҙ менән егет шефтың башын ҡатыра икән! Сергейҙы ярты йыл буйы алдатып йөрөткәндәр. Түңәрәккә, тип кереп китәләр ҙә, теге яҡтан сығалар...
Бер аҙҙан Рушанға Батыр үҙе шылтыратты.
– Тыңлайым һеҙҙе, Батыр Ғарифович!
– Нисек унда?
– Бөтәһе лә һеҙ әйткәнсә, Батыр Ғарифович, – түңәрәккә кереп киттеләр. Теге яҡтан килеп сыҡтылар һәм өсөнсө ҡатҡа инеп баттылар.
– Да, Рушан, һин мине подвел... – тине етәксе.
– Ә мин егеттәремә ышандым, – тине Рушан.
– Егете нисек?
– “Мажор” тип әйтеп булмаҫ, былай етди егеткә оҡшаған...
– Ҡасан сығалар?
– Биштәрҙә көтәбеҙ.
– Фотоға төшөрөргә онотмағыҙ, алтыла мин һеҙҙе көтәм.
Ҡыҙ менән егет йоҡомһорап, арыған ҡиәфәт менән, ләкин бик ҡәнәғәт килеп сыҡтылар. Уларҙы Рушан машинаға ултыртып алғас:
– Ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны.
– Мөмкин булһа, мин – өйгә.
– Мин дә – өйгә.
Батыр үҙенең ҙур, уңайлы кабинетында уйға батып ултыра. Ә бит киҫәткәйнеләр, ҡыҙ бала – малай-шалай түгел, иғтибар талап итә. Ҡулдан ысҡындырып ҡуйма, тигәйнеләр. Хәҙер ысҡындыраһы юҡ, олатай булырға ғына ҡала. Ҡыҙыҡ, ә ҡыҙы яуаплылыҡты тоямы икән? Нимә эшләргә тейешлеген беләме? Ул сабыйҙы бит хәҙер тәүлек әйләнәһенә ҡарарға кәрәк. Уҡыуын ҡалдырырмы икән? Ә туй мәсьәләһе нисек тора? Таныштары аша Әнүәр Нәғимов тураһында белеште. Былай яманлаған кеше булманы. Ауылдан килгән, үҙ көсө менән карьера яһаған. Һуңыраҡ тағы бер мәғлүмәт килде: ошо көндәрҙә ҡала кимәлендә шундай уҡ вазифа биләргә тейеш икән. Да, ҡоҙа үҫә. Батыр бая уның юғалып ҡалған ҡиәфәтен күҙ алдына килтерҙе һәм үҙенсә һөйләнеп ҡуйҙы: “Ҡоҙаның эше күп, вазифала үрләргә, малайҙы өйләндерергә, туй үткәрергә кәрәк уға...”
Батыр үҙенең егеттәре менән кәңәшләште. Хәлде ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып бирҙе. Ул арала булмай, фотографияларҙы тотоп, Рушан да килеп керҙе. Компьютерға һалып ҡаранылар. Шул, әлеге ғәҙәттәге ҡала егете. Ябай ғына кейенгән. Әлбиттә, үҙ йәшенән өлкәнерәк булып күренергә тырыша.
– Ни эшләтәйек? – тине Батыр егеткә күрһәтеп.
– Мин әйтә алмайым, Батыр Ғарифович, – тине Рушан, – һеҙгә хәл итергә. Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы өҫтәл аҫтында йөрөгән сағынан белгәс, әйтәм: ул хәҙер ҙур, өгөт-нәсихәт урынһыҙ. Бында мөхәббәт хужа.
– Бер ҡаршылығым да юҡ, – тине Батыр, теш араһынан тигәндәй, ҡыҫып сығарып. – Шуны минең менән һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләп булмай инеме икән?
– Ә улар һеҙгә нимә тип әйтһен?
Рушандың был һүҙҙәренән Батыр үҙе лә көлөп ебәрҙе.
– Шулай шул, йәштәр, мөхәббәт... Үҙҙәре хәл итә. Тәк, ярай, – тине Батыр. – Мин ҡабаланмайым. Иртәгә хәл итербеҙ.
Өйгә ҡайтҡас, Батыр ҡыҙының бүлмәһенә кереп, хәлен белеп сыҡты.
– Оһо, минең ҡыҙым үҫә! Атайҙы ҡыуандырып, һәйбәт итеп уҡый. Минең ҡыҙым афарин! – тип арҡаһынан һөйҙө. – Әйткәндәй, һин, ҡыҙым быйыл ҡайҙа ял итергә барғаныңды әйтмәнең.
– Мин уйлайым, – тине Ләйсән.
– Ҡыҙым, ә һинең миңә әйтер һүҙең юҡмы? – тине атаһы Ләйсәндең күҙҙәренә туп-тура, яғымлы ҡарап.
– Юҡсы, атайым. Әллә мин берәй һүҙ әйтергә тейеш инемме?
– Белмәйем, һин бит хәҙер ҙурһың, – тине Батыр ҡыҙының арҡаһынан йомшаҡ ҡына итеп һөйөп. – Беҙ бит бик һирәк аралашабыҙ.
– Эйе, атайым, һин үҙең дә үткәнендә шул хаҡта һөйләгәйнең: эшең күп, бушамайһың.
– Ниңә һорайым, – Батыр уйланды. – Миңә һин бер егет менән һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йөрөй, тинеләр.
– Эйе, бар ундай түңәрәк, беҙҙең төркөмдән бер егет минең менән шунда йөрөй, ул да һүрәт төшөрә.
– Ә ул... һүрәт төшөрөү һеҙгә... бик кәрәкме?
– Бик кәрәк, атайым, беләһеңме ни өсөн?
– Беҙ бит табиплыҡҡа уҡыйбыҙ, ә табип кеше һәр аҙымын, хәрәкәтен үлсәп кенә эшләргә тейеш. Айырыуса, хирургтар һүрәт төшөрөргә ярата. Атайым, һиңә бер нисә һүрәтемде алып ҡайтайыммы?
– Әлбиттә! Мин уны бик ентекләп ҡарармын.
Шул ваҡыт Батырҙың телефоны шылтыраны. Рушан шылтырата. Тимәк, тағы ла нимәлер бар.
– Тыңлайым, – тине Батыр.
– Батыр Ғарифович! Теге егет, Ләйсәндең һабаҡташы, бер ҡатын менән теге фатирға инеп китте.
– Бүлмә эсен видеоға төшөрөп буламы?
– Яҡын барырлыҡ түгел. Шаршау ҡалын. Тәҙрә шаршауы ныҡ ҡапланған. Бер нәмә лә күренмәй.
– Ярай, – тине Батыр телефонын ныҡ итеп тотоп.
***
Бер нисә көн үткәс, Әнүәр кабинетына килеп ултырыуға, телефон шылтыраны һәм үҙен Кәбиров, тип таныштырған берәү: “Беҙгә бөгөн осрашып алыу кәрәк ине”, – тине.
– Бөгөн минең көн бик тығыҙ. Сәғәт нисәлә?
– Көндөҙгө сәғәт өстә “Батыр”ҙа көтәбеҙ, – тине Кәбиров.
– О, юҡ, ғәфү итегеҙ, – тине Әнүәр. Сәғәт өскә мине министр саҡырта.
– Ә һеҙҙең осрашыу буламы? Ышанаһығыҙмы? – тип һораны ят кеше.
– Белмәйем. Ҡабул итеү бүлмәһенән шылтыраттылар, – тине Әнүәр нимәлер һиҙемләп.
– Ярай, барығыҙ, мин ҡаршы түгел, – тине Кәбиров кинәйәле генә итеп, – шуны белегеҙ, осрашыуығыҙ булмаһа, мин һеҙҙе көтәм, – тип трубканы һалып та ҡуйҙы.
Бер сәғәт тә үтмәне, “Һеҙҙең министр менән осрашыуығыҙ билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә”, – тип хәбәр иттеләр.
Юғары даирәләрҙә аппарат уйындарын аҙмы-күпме тойомлаған Әнүәр Нәғимов һиҙенде: уның яҙмышын бөгөн министр түгел, бөтөнләй башҡа, күҙгә күренмәгән көстәр хәл итә. Уларҙы белеп булмай, һәм был осраҡта һиңә берәү ҙә ярҙам итмәйәсәк. Нәғимовтың күҙ алдынан Мусиндың мәғәнәле ҡарашы үтеп киткәндәй тойолдо. Кем белә, бәлки ошонда шым ғына ултырыу яҡшыраҡтыр? Улай тиһәң, тәҡдимде үҙҙәре яһаны. Әнүәрҙең бер сараһы ла ҡалманы, ул Кәбировҡа өскә килергә йыйыныуы хаҡында әйтеп шылтыратты.
– Беләбеҙ... Көтәбеҙ... – тине тегеһе тантаналы рәүештә.
Кәбиров менән Нәғимов тәүҙә юҡ-бар хаҡында һөйләштеләр. Икеһе лә эҫе көндәрҙе яратмайҙар, балыҡҡа йөрөргә әүәҫтәр икән.
– Йә, мине ниңә саҡырҙығыҙ? – тине Әнүәр Кәбировҡа ҡарап.
– Һеҙҙең улығыҙ – Рифат Нәғимов – медицина университетында уҡый һәм Ләйсән Мусина менән мөнәсәбәттәр ҡорған икән. Мин һеҙҙе киҫәтмәйем, әйтеп кенә ҡуям: әгәр тормошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр булһа, сәбәптәрен ошо мөнәсәбәт сиктәрендә эҙләгеҙ. Тик мин һеҙгә был хаҡта әйтмәнем. Өскә саҡырғандар, осрашыуҙы кисектергәндәр – фажиғә яһамағыҙ, быны төҙәтеп була...
– Мине ғәфү итегеҙ, – тине Әнүәр, – тимәк, хужа беҙҙең ҡоҙалашыуыбыҙға ҡаршы...
– Эйе, мин дә шулай тип аңланым. Һеҙҙең улығыҙға бик үк ыңғай булмаған характеристика килгән. Ә хужа бындай мәсьәләләргә бик сетерекле ҡарай. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, уның ҡыҙы – берҙән-бер вариҫы. Был миллиардтарҙы уның хужаһы теләһә кемгә ҡалдырмай. Төшөндөгөҙмө, әллә төшөндөрә белмәнемме?
– Төшөндөм, – тине Әнүәр. – Ә мин был хаҡта уйламағайным да. Миллиардерға әйләнеүемде һиҙмәй ҙә ҡалаһым булған икән...
Икәүләп көлөштөләр.
– Йә, минән нимә талап ителә? Ҡайҙа ҡул ҡуяйым?
– Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең улығыҙ ҡыҙҙан баш тарта һәм бер аҙна эсендә армияға китә.
Әнүәр һикереп торҙо:
– Армияға китә?
– Нимәһе бар уның? Ватан алдында үҙенең бурысын үтәй. Юғиһә, ул сессияһын тапшыра алмаясаҡ. Ә һеҙгә, хөрмәтле Әнүәр Әхмәт улы, ҡала кимәлендәге вазифаны түгел, хәҙергеһен дә юғалтырға тура килмәгәйе. Һәр хәлдә, бындай киҫкен сараларға барырбыҙ, тип уйламайым.
– Аңлашылды, – тине Әнүәр. – Юғиһә, миңә тын алырға ла ирек булмай икән.
– Эйе, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, – тине Кәбиров. – Әйткәндәй, һеҙ үҙегеҙҙе балыҡсы, тигәс, шунда уҡ төшөндөм: беҙ уртаҡ тел табасаҡбыҙ. Сөнки балыҡсылар бик түҙемле, көтә белә торған халыҡ. Тәүлектәр буйына ҡалҡыуысҡа ҡарап ултырырлыҡ башҡа кешене табыуы ҡыйын. Ышанығыҙ миңә. Һеҙ дөрөҫ тактика һайланығыҙ, һеҙҙең күптән көткән вазифағыҙ буласаҡ, улығыҙ хеҙмәт иткән һымаҡ итеп йөрөп ҡайтасаҡ, ә бер нисә йылдан был ваҡиға тураһында һеҙ бөтөнләй онотасаҡһығыҙ.
– Ә һеҙ миңә уйларға ваҡыт бирәһегеҙме? – тине Әнүәр төшөнкө тауыш менән.
– Ваҡыт юҡ, – тине ҡәтғи төҫтә Кәбиров.
– Ә ҡыҙҙың яҙмышы нисек хәл ителәсәк?
– Уның өсөн борсолмағыҙ. Ул һеҙҙең мәшәҡәт түгел. Әйттем бит, һеҙ уны онотоғоҙ. Ишетеп кенә ҡалдым, ул – әллә Англияламы, Францияламы – уҡыуын дауам итәсәк. Бындағы шарттар уның статусына яуап бирмәй. Әгәр риза булһағыҙ, бына бер нисә ҡағыҙ, ентекләп танышығыҙ. Әйткәндәй, улығыҙ өсөн дә ҡултамға ҡуяһығыҙ. Һеҙҙең осраҡта рөхсәт ителә. Улығыҙ өсөн һеҙ яуап бирәһегеҙ. Ә уның тыңлашып ҡына йөрөүе һеҙҙең мәнфәғәттәргә яуап бирә.
Әнүәр көс-хәл менән сығып, машинаһына ултырып, ҡайтып китте. Фатирына ҡайтҡас, асҡысын таба алмай йонсоно. Ишекте тибеп ҡараһа, улы Рифат килеп асты.
– Атай, һиңә нимә булды? Бәлки “Тиҙ ярҙам” саҡырырғалыр?
– Эштәр насар, улым, – тине ул хәлһеҙ генә. – Мусин һиңә ҡыҙын бирергә риза түгел.
– Ә уның ризалығы беҙгә нимәгә кәрәк? Ҡыҙ риза бит, шул еткән.
– Һин нимә һөйләйһең? – Әнүәр улына киҙәнде. – Мәсьәлә ябылды. Мин ризалыҡ бирҙем, һин өйләнмәйһең.
– Нисек өйләнмәйем, атай? Минең балам тыуасаҡ...
– Ул бала хәҙер һинеке түгел. Ул тыуамы, юҡмы – уныһы ла билдәһеҙ...
– Атай, нимә һөйләйһең һин? Ләйсән баланы көтә...
– Улым, элегерәк уйларға кәрәк ине. Һиңә бай балаларынан тыш ҡыҙ бөткәнме ни?
– Атай, беләһеңме, ул миңә үҙе килде. Мин уға иғтибар ҙа итмәй инем. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, яраттым да ҡуйҙым. Юҡ, атай, былай дөрөҫ түгел.
– Улым, бөгөн кис һиңә повестка килтерәләр. Ике көндән һине армияға алалар. Ырымбур өлкәһендә һине көтәләр.
Рифат диванға ултыра төштө.
– Армияға китәм? Үҙең беләһең, атай, мин армиянан бер ваҡытта ла баш тартманым, хеҙмәт итерлекмен. Ләкин бындай шарттарҙа түгел. Уҡып бөтһәм, алһындар. Ватанды һаҡларбыҙ. Минән генә ҡалған эш түгел.
Рифат ҡыҙып-ҡыҙып кейенә башланы.
– Ҡайҙа бараһың?
– Сығам.
– Улым, зинһар, ипләп йөрө! Хәҙер ваҡиғаларға мин хужа түгел.
– Атай, һин һаман элеккесә фекер йөрөтәһең. Хәҙер көсләп өйләндереү, көсләп кейәүгә биреү йәки тыйыу юҡ. Мин үҙемдең хоҡуҡтарымды беләм. Ә һиңә, атай, нимәлер булған. Кемдер ҡурҡытҡан һине. Шуны бел, атай: мин ҡурҡып тормаясаҡмын! Мин үҙемдең мөхәббәтем өсөн көрәшәсәкмен! Йәнә шул: ул мине ярата, ә мин уны ташламаясаҡмын.
Кисен Батыр ҡыҙының бүлмәһенә тағы ла керҙе һәм бер ҡарауҙа үҙгәрештәрҙе һиҙҙе. Ҡыҙы нимәгәлер борсола. Тимәк, егете шылтыратып өлгөргән...
– Минең ҡыҙыма нимә булған ул? – тип борсолғандай итте атаһы. – Уға борсолорға ярамай. Ул тыныс ҡына, ипле генә булырға тейеш.
Ҡыҙы атаһын ҡосаҡлап алды:
– Әй, атайым! Һин генә ҡотҡара алаһың!
– Ә нимә булды, ҡыҙым?
– Һин беләһең, атай, хәлемде беләһең. Ниңә өндәшмәйһең?
– Юҡ, ҡыҙым, бер нәмә лә белмәйем, сөнки һин миңә бер нәмә лә әйтмәнең.
– Йә, атай, белмәмеш булма. Минең егетем бар, Рифат исемле.
– Шунан? Ҡыҙҙарҙың егете була инде ул. Киноға, театрға бергә йөрөйҙәр. Әйткәндәй, түңәрәккә бергә йөрөйҙәр...
– Атай, һин бит беләһең, мин – ауырлы...
– Ә, шулаймы ни? Бер хәбәр ишетеп ҡалғайным шул. Тимәк, был хәбәр дөрөҫ?
– Дөрөҫ шул...
– Бөгөн табипта булдығыҙмы?
– Булдыҡ, атайым...
– Яҡшы, – тине атаһы. – Ярай, ҡыҙым, мин һиңә шунда уҡ әйтеп ҡуям: ул егет миңә оҡшамай.
– Нисек оҡшамай, атай? Мин уны яратам!..
– Мин һинең тормош иптәшеңде – үҙемдең кейәүемде – икенсе төрлө итеп күҙ алдыма килтерәм. Бөтөнләй икенсе. Бының һымаҡ түгел.
– Атай, атайым! Ул миңә оҡшай, мин уны яратам!
– Әле һиңә ни бары 18 йәш, ҡыҙым. Тормош юлын яңы башлап тораһың. Ул – һинең тәүге егетең. Киләсәктә тағы ла булыр, яҡшырағы булыр, алдамай торғаны...
Һуңғы һүҙҙәр Ләйсәнде аптыратты.
– Нисек, атайым, алдамай торғаны?
– Ә был һорауҙы, ҡыҙым, егеткә бирергә кәрәк. Ул һиңә тулы итеп яуап бирер. Әгәр кәрәк тип тапһа, әлбиттә. Ҡыҙым, һин иртәгә тағы табипҡа бараһың, ул һиңә бөтәһен дә әйтер. Һөйләштекме?
– Ярай, атай, һөйләштек.
***
Ләйсән шул уҡ көндө Рифатҡа шылтыратты.
– Рифат! Батырым минең, бөркөтөм! Бәлки һин аңлатырһың, нимә бара ул? Беҙҙе ни эшләтергә уйлайҙар?
– Ҡәҙерлем, мин дә аңламайым. Нәмә булһа ла, беҙгә бергә булырға кәрәк.
– Мин ҡурҡам, – тине Ләйсән. – Урамға сығырға ла ҡурҡам. Атай ҙа нимәлер уйлаған һымаҡ. Бәлки ул аңлатыр, тигәйнем, миңә шәхси поликлиникаға барырға ҡушты. Рушан ағай көтөп ултыра, бергә барабыҙ, ти. Һин килеп ет, юғиһә, мин сыҡмайым.
Рифат ҡабаланды:
– Сыҡма! Мин килмәйенсә, бер ҡайҙа ла сыҡмайһың!
Рифат такси алып, килеп еткәндә, Рушан менән водитель Мусиндар йәшәгән йорт эргәһендә торалар ине.
– О, егет, сәләм! – тип сәләмләне Рушан уны күреү менән.
– Һаумыһығыҙ, – тип иҫәнләште егет, такси менән иҫәпләшкән арала...
– Ниңәлер түңәрәккә йөрөмәйһегеҙ? – тине Рушан, – һеҙҙе бит һыҙып ташлаясаҡтар.
– Һыҙһалар, икенсеһенә барырбыҙ, – тине Рифат.
Рушан егеттең юлына сыҡты:
– Һин ҡайҙа бараһың?
– Мине Ләйсән саҡырҙы.
– Аяҡ аҫтында буталма! – тине Рушан тупаҫ ҡына.
– Хәҙер беҙ поликлиникаға барабыҙ, – тине егет.
– Һиңә унда нимә ҡалмаған?
– Мин – Ләйсәндең кейәүе! Уны оҙатып барырға хаҡым бар!
– “Тойота”ла һиңә урын юҡ! – тине Рушан. – Арттан йүгереп барырһың.
– Ҡарарбыҙ, кем йүгерер икән?
Рифат телефондан тиҙ генә такси саҡырҙы.
– Ә Ләйсән һинең фатирҙағы ҡатын тураһында беләме? – тине Рушан егеттең түшенән алып. – Ә бит мин хәҙер уға әйтәсәкмен.
– Әйтһәң, ни, – тине Рифат. – Был бит... уны Ләйсән белә.
– Нисек Ләйсән белә?
– Сөнки ул һораны, шунда тороп торһон, тине.
Егет ҡапыл тынды.
– Рушан ағай, ул ҡатындың һиңә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Ләйсән менән һөйләш, ул һиңә аңлатыр. Ә былай, мөмкин булһа, өндәшмә.
– Ә кем һуң ул? – тип ҡыҙыҡһынды һаман да Рушан.
– Һин уны беләһең.
– Аптыраттың һин, егет, – тине Рушан, тирә-яғына ҡаранып.
– Әгәр мөмкин булһа, Рушан ағай, матур ғына итеп Ләйсәндән һора, ул аңлатыр. Ул ҡатынға минең бер мөнәсәбәтем дә юҡ, әгәр һин уны ҡуйыртырға уйламаһаң.
– Ә беләһеңме, егет, шеф ул ҡатын өсөн борсола. Әле килеп тыуған шау-шыу ҙа шуның арҡаһында бит. Әйт, кем ул?
Рифат аптыранды:
– Юҡ, әйтә алмайым. Уны Ләйсән килтерҙе.
– Ә ниңә? Фатирҙы һин ялламаныңмы ни?
– Мин эшләмәйем, – тине егет. – Миндә фатир ялларлыҡ аҡса ҡайҙан булһын? Ләйсән фатирҙы атаһы биргән аҡса иҫәбенә ялланы.
Рушан ситкәрәк китте лә офисҡа шылтыратты.
– Ләйсәндең картаһындағы аҡсаның ҡайҙа киткәнен күҙәтеп, яҙып бирегеҙ әле.
Бер нисә минут үтеүгә, шылтыраттылар. Ҡыҙҙың картаһынан ай һайын 20 мең һум бер көндө, бер сәғәттә билдәле адрес буйынса күсеп торған. Тимәк, фатирҙы ул яллаған.
Рушан һаман ныҡышты:
– Һине ул ҡатын менән... Ләйсән таныштырҙымы?
– Эйе.
– Ярай, аңлашылды. Тимәк, кем икәнлеген әйтмәйһең?
– Әйтер инем, белмәйем. Ләйсәндән һораманым. Ана, сығып килә, үҙең һора, – тине егет. – Дөрөҫ аңлаһам, һин беҙҙе күҙәтеп, Ләйсәндең атаһына әйткәнһең, етмәһә, теге ҡатынды ла өҫтәп ебәргәнһең. Дөрөҫмө?
Рушан өндәшмәне.
Ул арала булмай, такси килеп етте, Ләйсән сыҡты, һәм ике машина бер-бер артлы шәхси клиникаға йүнәлде. Рушан – алдан, уртанан – Ләйсән, уның артынан Рифат поликлиникаға керҙеләр. Табип уларҙы көтөп торған икән. Ун минут та үтмәне, Ләйсән илап килеп сыҡты:
– Табип миңә баланан ҡотолорға ҡуша.
– Юҡ! Беҙ риза түгел, – тине Рифат.
Яндарына шәфҡәт туташы килде.
– Һеҙҙең өсөн түләнгән, ваҡыты билдәләнгән, һеҙгә тағы нимә кәрәк? Әле һуңғы көндәр, оҙаҡламай, төшөртөүе бик ауыр буласаҡ. Уйлағыҙ. Һеҙҙең ваҡыт сығып бара.
– Сыҡһын, беҙҙе был мәсьәлә ҡыҙыҡһындырмай, – тине Рифат ҡыҙҙың курткаһын кейҙереп. – Һеҙ дөрөҫ аңламағанһығыҙ. Ләйсән иҫәпкә баҫырға ғына килгәйне.
– Бына, ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ, баш тартабыҙ, тип... Юғиһә, аҡсаһын һорап йөрөйәсәктәр.
– Ҡайҙа ҡултамға ҡуйырға? Борсолмағыҙ, һорамаясаҡтар.
Рифат менән Ләйсән ныҡ-ныҡ баҫып, урамға сыҡтылар һәм таксиға ултырып, ҡайҙалыр ҡуҙғалдылар. Уларҙың артынан ҡабаланып сыҡҡан Рушан тороп ҡалды һәм таксиҙы юғалтты.
Шул ваҡыт ҡала өҫтөн ҡатлы-ҡатлы ҡара болоттар ҡаплап алды, ҡойон күтәрелде, һәм бер аҙҙан ямғыр ҡоя башланы. Ҡойма ямғыр ваҡыты-ваҡыты менән боҙға әйләнде, аҙаҡ тағы ямғыр ҡойорға тотондо. Урамдарҙа машиналар йөрөй алмай туҡтап ҡалдылар. Ошо ҡойма ямғыр Ләйсән менән Рифаттың балаһының ғүмерен ҡотҡарҙы ла инде. Рушан ярҙамға тағы кешеләр саҡырғайны, улар килеп еткәнсе, юлдарҙы һыу баҫты, ә ҡыҙ менән егет эҙһеҙ юғалды.
Рушан тиҙ генә адвокатҡа шылтыратты. Кәбиров Әнүәр Нәғимовты эҙләп ҡараны, ләкин, ямғыр ҡойоу сәбәпле, бәйләнеш юҡлығы билдәле булды.
Ҡыҙ менән егет Үҙәк баҙар эргәһенә барып, ике тәүлеккә фатирға урынлаштылар һәм тамаҡ ялғап алғас, арып, йоҡларға яттылар.
Иртән таң менән Рифат нимәлер һиҙенеп уянды. Егет аҡрын ғына тороп урамға ҡарағайны, йығылып китә яҙҙы. Аҫта Рушандың “Тойота”һы тора ине. Улар ҡайҙан тапты икән һуң, берәү ҙә күрмәне лә инде? Шул ваҡыт көсө бөтөп барған телефоны тауыш биреп ҡуйҙы. Аңлашылды. Тимәк, телефон аша сыҡҡандар. Машина эргәһендә бер полицейский күренде һәм үткән-һүткәндән нимәлер һораша башланы. Егет үҙҙәренең ҡапҡанға эләгеүҙәрен аңланы. Ҡотолоу юлын нисек табырға? Балкон аша булмай, өҫкә юл юҡ. Аҫта өс кеше көтөп тора. Ул арала булмай, килеп, ишекте шаҡынылар, ҡыңғырауға баҫып ҡаранылар. Тимәк, ҡайҙа икәнлеген беләләр. Рифат бер шифоньерҙы асҡайны, тау булып өйөлөп, юрған япмалары ята. Икенсе ҡаттан төшкәнсе нисә япма кәрәк? Өсәр метрҙан һалһаҡ, алты метр, тимәк, 5–6 кәрәк буласаҡ. Ныҡлап бәйләйем тиһәң... Ишек шаҡыйҙар, машина подъезд алдында һаман тора, егет ҡабалана-ҡабалана түшәк япмаларын тоташтыра башланы. Иң ныҡтарын ғына ҡарап алды. Шул тиклем һуғыуға Ләйсән дә уянды.
– Нимә булды, – тип аптыранды.
– Рушан килде бит!
– Рушан ағай? Ул нисек тапҡан?
Рифат телефонға күрһәтте.
Экрандың мөйөшөндә бәләкәй генә йәшел ут яна ине.
– Хәҙер ни эшләйбеҙ? Атайыма шылтыратайыммы? Әгәр килеп етеп ҡуйһа...
– Ана, “баҫҡыс” яһайым, хәҙер ҡасабыҙ.
– Ой, ҡайһылай ҡыҙыҡ буласаҡ!
Бик ныҡ шаҡығастар, Рифат ишеккә килде:
– Кем бар унда?
– Егет, ас! Һин ҡапҡанға эләктең!
– Ә, Рушан ағай, сәләм, сәләм. Ул тиклем шаҡымағыҙ әле. Ләйсән асыулана, уятаһығыҙ, ти.
Шаҡыу шунда уҡ тынды.
–Ҡасан сығаһығыҙ, – тине Рушан.
– Хәҙер, саҡ ҡына йоҡлап алабыҙ, һуңынан ашайбыҙ, берәр сәғәттән, сәғәт ярымдан...
– Ярай, һөйләштек, – тине Рушан. – Мин һеҙҙе 12-лә менеп алам.
– Ун икелә? Әйҙә, ун ике лә ун биштә.
– Һөйләштек.
Ул арала булмай, Рифаттың атаһы шылтыратты.
– Улым, һин нимә эшләйһең? Ас ишекте! Ас ишекте! Атайыңды харап итәһең бит!
– Мин һине һаман аңламайым, атай. Һин кемдән ҡурҡаһың?
– Мин ҡурҡмайым, улым, һине уйлайым. Төшөгөҙ! Рушан ағайың менән больницаға барығыҙ! Батыр Ғарифович шулай талап итә.
– Батыр Ғарифович? Тимәк, атай, һеҙ бергә һөйләшкәнһегеҙ. Икәүләшеп, тыумаған ейәнегеҙҙеме, ейәнсәрегеҙҙеме юҡ итергә булдығыҙмы? Быны нисек аңларға?
– Һин, маңҡа малай, нимә мине тәрбиәләйһең? – Рифаттың атаһы ҡыҙа башаны. – Хәҙер... Төш! Повестканы ал! Армияға китәһең!
– Ә мин армияға барыуҙан баш тартмайым. Минең хоҡуҡтарым боҙолорға тейеш түгел. Тыуасаҡ сабыйымдың хәүефһеҙлеге тәьмин ителмәйенсә, мин Ватанымды һаҡларға бара алмайым, – тип ныҡышты Рифат.
– Ой, ой, ниндәй яңғырауыҡлы һүҙҙәр,– тип үсекләне атаһы. –Тыумаған сабыйым, имеш.
– Шулай, атай, мин сабый өсөн үҙемде аяп тормаясаҡмын! Теләһә кемгә ҡаршы сығырға әҙермен!
Рифат сәғәтенә ҡараны. Ярты сәғәт ваҡыт ҡалды. Ул балконға сығып, япмаларҙан яһалған арҡандың бер башын ныҡ итеп бәйләне лә, ҡалғанын аҫҡа ырғытты.
– Оһо, тура килеп тора! – тип ҡыуанды Ләйсән.
Йәштәрҙең бәхетенә, ул яҡта кеше юҡ ине. Ҡыҙ менән егет тиҙ генә төштөләр ҙә, эргәләге йортто урап сыҡтылар һәм баҙар эсенә кереп юғалдылар. Тиҙерәк, тиҙерәк, анауында – такси туҡталышы.
Ярты сәғәттән Рушан водителде һәм полицейскийҙы эйәртеп менһә, ишек асыҡ, ә зал уртаһындағы өҫтәлдә ҡағыҙ ята ине. “Рәхмәт, Рушан ағай, беҙ ашаныҡ, йоҡлап туйҙыҡ”, – тип яҙылғайны. Рушан һүгенә-һүгенә телефонын ҡараны. Күренер-күренмәҫ йәшел нөктә Аксаков исемендәге урамдан китеп бара ине.
Рифат менән Ләйсән бер таксиҙы туҡтаттылар ҙа икенсе таксиға күсеп ултырҙылар.
– Ә минең телефон ҡайҙа? Телефон ҡалған бит! – Ләйсән аптырап һораны.
– Ҡалһын, мин уны махсус ҡалдырҙым, – тине Рифат.
– Ни өсөн? Ул бит илле меңлек...
– Эйе, илле мең. Ә беләһеңме, һөйөклөм, беҙҙең сабыйҙаң ғүмере баһалап бөткөһөҙ. Улар бит беҙҙе ошо телефон аша эҙләп йөрөй.
Сираттағы такси уларҙы аэропортҡа килтерҙе. Бында килгәс, ҡыҙ менән егет тағы такси алып, Ҡырмыҫҡалы яғына ҡуҙғалды.
Рифат ашарға аҙыҡ-түлек, эсергә һыу алды. Егет менән ҡыҙ урталағы бер баҡса йортона кереп, урынлашып, йоҡларға яттылар. Улар икеһе лә иртәгә нәмә булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ине.
– Ҡайҙа барайыҡ? – тине Рифат ҡыҙҙы ҡосаҡлап. – Беҙгә хәҙер бер аҙна күренмәҫкә кәрәк. Ошо бер аҙна эсендә барлыҡ сроктар сығырға тейеш. Сабыйҙың ғүмерен беҙ шул юл менән генә ҡотҡара алабыҙ.
– Һин ҡайһылай аҡыллы! – тине ҡыҙ ойоп барған ыңғайы. – Ә мин был хаҡта уйламағайным да.
– Йоҡламай тор, Ләйсән, – тине Рифат уны саҡ ҡына һелкетеп. – Артабан ҡайҙа барабыҙ?
– Әйҙә, атайымдың районына барайыҡ, – тине Ләйсән йоҡлап барған ыңғайға.
– Ниндәй район?
– Әллә Балаҡатай, әллә Ҡыйғы...
– Ниндәй ауыл?
– Элек белә инем, хәҙер оноттом.
– Унда кем бар?
– Олатай менән өләсәй бар ине...
– Олатай менән өләсәй? Борсолма, табабыҙ, – тине Рифат. – Районға барабыҙ ҙа һорайбыҙ: Мусиндар ҡайһы ауылдан? – тип. Табып бирәсәктәр, ауылын да, Мусиндарҙы ла.
– Әйттем бит, һин шул тиклем аҡыллыһың, ҡәҙерлем! Батырым, бөркөтөм, –тине ҡыҙ һәм йоҡлап китте.
***
Рифаттың алдына туй машинаһы килеп туҡтаны. Ул ап-аҡ раузалар тотҡан Ләйсәнде лимузинға ултырырға саҡырҙы. Шул ваҡыт ҡойоп ямғыр яуа башланы. Лимузиндың ишеге асыҡ, ә улар керә алмай. Улай булмай ҙа инде. Рифат ярҙам эҙләп тирә-яғына ҡаранды. Шул ваҡыт кемдер тупаҫ итеп: “Йә, етәр! Ваҡыт сыҡты!”, – тип уны этеп ебәрҙе. Был ни хәл булды? Рифат ғәжәпләнергә өлгөрмәне, Ләйсәндең һаҡсылары килеп сыҡты һәм уның ҡулын шаҡара башланы. Етәр! Етәр! Рифат уянып китте һәм һикереп торҙо. Ҡараһа, баҡса өйөнөң уртаһында таяҡтар тотҡан ике асарбаҡ тора. Оҙоно: “Таныш булайыҡ, мин – “Ҡыйыш”. Ә быныһы, рөхсәт итһәгеҙ, “Бүкән” була”, – тип таныштырҙы.
Кисә ҡараңғыла килеп ингәс, иғтибар итмәгәйнеләр, бында кемдәрҙер йәшәй икән дәһә.
– Ағайҙар, ғәфү итегеҙ, беҙ хәҙер сығабыҙ, – тине Рифат кейемдәрен алып.
– Ә бында кереү бер тәңкә, ә сығыу – мең тәңкә, –тип хахылдап көлдө “Бүкән” тигәндәре.
– Хаҡты төшөрмә! Былар һәйбәт төрөнгән. Тимәк, аҡсалары бар.
– Мең тәңкәме? Беҙҙә аҡса бар! Мең тәңкә бирәм, тик карта менән.
“Ҡыйыш” аяҡ тибеп ҡуйҙы:
– Йә, инде, халыҡ ҡомһоҙланды. Аҡса йөрөтмәйҙәр. Был аҙнала карта менән өсөнсө клиент. Шундайҙар арҡаһында, терминал һатып алырға тура килмәгәйе.
“Бүкән” көлдө:
– Мин дә шуны уйлап торам. Текә килеп сыға бит: БОМЖ, ә кеҫәһендә – терминал.
– Ниндәй халыҡ һеҙ? Бына тигән итеп фирманан төрөнәләр, ә хәйер-саҙаҡалыҡ мең тәңкәләре юҡ. Ярай. Был нисәнсе үлсәм?
– 50-се, – тине Рифат аптыранып.
– Ҡара әле, тап-таман да инде!
– Ә салбары – миңәлер...
– Һеҙ мине шәрә ҡалдырырға уйлайһығыҙмы, – тине Рифат.
– Ана, һеҙгә кейем, һайлап алығыҙ.
Шунда уҡ Ләйсәнгә лә кейем алыштырып алдылар. Ләйсән, Рифат бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар. Уларҙы “Ҡыйыш” менән “Бүкән”дән айырырлыҡ түгел ине.
– Ә был алыш-биреште сәй менән булһа ла йыуырға мөмкинме? – тип өндәште Рифат асарбаҡтарға өмөтлө ҡарап.
– Һорап тораһың тағы...
***
Рушан Ләйсәндең картаһы ярҙамында һатып алынған әйберҙәрҙең онлайн чектарын барлап ултыра. Ваҡ-төйәк әйберҙәр алған. Меңәр тәңкә, меңәр тәңкә кемгәлер күсергән. Банк картаһынан ул адресты асыҡлағандан һуң, тиҙ генә шул яҡҡа ыңғайланы. Килеп, ҡыңғырауға баҫһа, теге ваҡыт Рифат менән фатирға инеп киткән ҡатын килеп сыҡты. Һөйләшеүҙән шул асыҡланды: ул ҡатын Ләйсән йә Рифат шылтыратҡандан һуң аҙнаһына бер-ике мәртәбә килеп, фатирҙы йыйыштырып йөрөй икән. Рушан уйға ҡалды. Бер аҙнала икенсе тапҡыр хатаға юл ҡуйҙы. Шеф ҡыҙ менән егеттең түңәрәккә йөрөүен уға япһарып ҡуйһа, икенсе хата тулыһынса уның иҫәбендә – быныһы һуңғыһы булыуы ихтимал Рушан өсөн, әлбиттә. Был хатаны төҙәтеүҙең бер генә юлы бар – бер ҡыҙ табырға һәм уны Рифатҡа йәбештерергә. Сөнки башҡаса мөмкин түгел. Шеф икенсе хатанан һуң кадрҙар мәсьәләһен хәл итә башлауы мөмкин. Мәшәҡәт күбәйҙе, тип уфтанды Рушан. Быныһын хәл итергә була, ләкин хәҙер бик ҡарап, һаҡ эш итергә кәрәк.
Электән эске эштәр органдарында эшләп йышылған Рушан үҙе өсөн ялған эш асыуҙы, ғәйепһеҙ кешене ултыртыуҙы бик анһат башҡара.
Телефон шылтыраны. Батыр Ғарифович икән:
– Рушан, яңылыҡтар бармы?
– Яңылыҡтар юҡ.
– Аҡса ҡайҙа күскәнен асыҡланыңмы?
– Асыҡланым. Билдәле инде, урамдан тотоп алып кергән дә, Ләйсәндең картаһынан аҡса күсергән...
– Күпмешәр?
– Мең тәңкә.
– Нисә тапҡыр?
– Нисек тура килә – аҙнаһына ике-өс тапҡыр.
Батыр тағы ла һораны:
– Аҙнаһына нисә тапҡыр, тинең?
– Ике-өс тапҡыр.
– Тимәк, Ләйсән уға картаһын биргән?
– Шулай килеп сыға, Батыр Ғарифович!
Ә бында Батыр уйға ҡалды. Нисектер аңлашылмай. Уның ҡыҙы шулай уҡ яуапһыҙ егет менән бәйләнешкә индеме икән? Бында нимәлер бар. Аңлашылып етмәй. Ялланған фатирға теләһә ниндәй ҡатынды саҡырып йөрөүе бик ихтимал. Ә хеҙмәттәре өсөн ҡыҙыңдың картаһы иҫәбенә хисаплашыу – быныһы инде бөтөнләй самаға һыймай. Йә, Рушан алдай, йә ул әйткән социаль яуаплылығы түбән кимәлдәге ҡатын – уйҙырма. Батыр өҫтәлдәге ҡағыҙға фатир һәм ҡатын һүрәте төшөрөп ҡуйҙы. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, ошо ҡатын килеп сыҡмаһа, бәхәс тә ҡуйырмаҫ ине. Батыр эске эштәр органдарында эшләгән танышына шылтыратты. Үҙ-ара хәл белешкәндән һуң, танышы еңелсә аңлатып бирҙе: эҙләү саралары бара, үкенескә ҡаршы, телефондарын ташлап киткәндәр. GPS аша йәки геолокациянан эҙләү – файҙаһыҙ.
– Банк картаһы бармы?
– Бар. Аҡсаһын алып бөтөрөп ҡуймағыҙ. Бер аҙ һалһағыҙ ҙа була. Юғиһә, һуңғы бәйләнеш сараһы ошо – аҡса алғандан һуң, ярты сәғәт эсендә, ҡайҙа икәнлектәрен белеп буласаҡ.
***
– Беҙгә такси кәрәк, – тине Рифат “Ҡыйыш”ҡа ҡарап.
– Һеҙҙең аҡсаға – любой каприз! Бына – телефон, бына – транспорт компанияһы. Ун биш-егерме минуттан такси бында буласаҡ.
“Ҡыйыш” етди төҫ алды һәм эре генә итеп таксиға заказ бирҙе. Был ваҡытта ул һис тә тәжрибәле асарбаҡҡа оҡшамағайны. Уның олпат кеше икәнлеген әле генә Рифаттан һалдырып алған кейем раҫлай ине. Ысынлап та, күп тә үтмәне, урамда автомобиль сигналы ишетелде.
– Ана, килделәр.
Таксист – йәш егет – тәүҙә иң алдан сыҡҡан, һуңғы мода буйынса кейенгән “Ҡыйыш” ултырасаҡ, тип уйлағайны. Алама ғына кейенгән ҡыҙ менән егет ултырғас, күңеле төштө:
– Аҡсағыҙ бармы һуң?
– Әлбиттә, бына карта. Хәҙер һинең бурыс былай...
Рифат водителдең ҡолағына эйелде.
– Хәҙер тиҙ генә барып, Ҡырмыҫҡалынан аҡса алабыҙ, шунан һуң кире Өфөгә киләбеҙ. Һәм беҙ һинең менән хушлашабыҙ. Икеләтә түләйем.
Тигеҙ юлдан Ҡырмыҫҡалыға барып, кире Өфөгә ҡайтыу өсөн бер сәғәт тә ваҡыт үтмәне. Район үҙәгенең универмагындағы банкоматтан аҡса тиреп алыу ҙа оҙаҡ булманы.
Батыр Мусиндың танышы билдәле банк картаһынан Ҡырмыҫҡалыла аҡса алыуҙары тураһында хәбәр килгәндә, йәштәр Өфө яғына елдерә ине. Рифат таксисҡа өс мең сығарып тотторҙо һәм ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалды. Ҡайҙа барырға? Асарбаҡ кейемендә уларҙы кем ҡабул итһен? Телефоны юҡ. Етмәһә, береһенең дә һандарын белмәй. Ярай, өйҙәге телефонға шылтыратты, ти. Кем менән һөйләшһен? Ярай, атаһы менән һөйләшер, ә әсәһен ҡыҫтырғыһы килмәй. Хәҙер сессия башлана. Имтихандарҙы нисек бирергә? Рифат ҡайҙа барып һуғылырға белмәй. Тик шуны ғына аңлай: уға ошо аҙнаны үткәрергә кәрәк. Ошо аҙна уның ғына түгел, сабыйҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡаласаҡ.
– Ә ҡайҙа барабыҙ? – тине Ләйсән уның күҙҙәренә өмөт менән ҡарап.
– Беҙгә бер аҙнаға юғалып торорға кәрәк, – тине Рифат йәнә, ҡыҙҙы ҡосаҡлап.
– Беләбеҙ. Быныһын, беҙ хәҙер өсәү, беләбеҙ, тиһәм, аптырама. Һин беҙҙе ҡотҡарасаҡһың, йәнем.
– Мин һеҙҙе ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.
Рифат эстән генә шуны уйланы: был осраҡта иң анһат юл – фатир табырға һәм шунда “батып” торорға. Ләкин бындай кейем менән килгәндәргә фатир биреү түгел, ҡыуып ебәреүҙәре ихтимал.
Рифат өмөт менән таксиға ҡараны.
– Әйҙә, һин беҙҙе Яҡутов паркы эргәһенә алып бар. Мин һиңә, күпме кәрәк, түләрмен.
Егет Рифатҡа боролдо:
– Һинең проблемаларың булһа, мин уларҙы хәл итеүҙә ҡатнашырға теләмәйем. Минең ғаиләм бар. Уларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Һинең арҡала машинаһыҙ ҡалыр хәлем юҡ.
– Ә әгәр мин һиңә түләһәм? – тине Рифат.
– Был осраҡта беҙ һинең менән уртаҡ тел табасаҡбыҙ.
Шулай килештеләр.
***
Батырға эске эштәр бүлегенән шылтыраттылар һәм ҡыҙҙың картаһынан 60 мең аҡса сығарып алыныуы тураһында хәбәр иттеләр.
– Аҡса ҡалдымы әле унда? – тип һораны Батыр.
– Юҡ, тип әйтерлек.
– Өҫтәп һалайыммы?
– Һалығыҙ! Әҙерәк һалығыҙ. Улар алған һайын, беҙ ҡайҙа икәнлектәрен беләсәкбеҙ.
– Ҡырмыҫҡалыла тапманығыҙмы?
– Видеокамера күрһәтте, такси менән килеп туҡтағандар ҙа, такси менән юғалғандар. Әле таксиҙы эҙләйбеҙ. Такси Яҡутов паркы эргәһенән үтеп киткән. Әгәр йәштәр тағы берәй нәмә уйлап тапмаһа, бөгөн кискә тотабыҙ.
***
Рифат менән Ләйсән ултырған таксиҙың рацияһы телгә килде:
– 17-се, 17-се! Һине эҙләйҙәр, беләһеңме?
– Юҡ, белмәйем. Бөгөн бер ҡайҙа ла ҡыйыш баҫманым.
– Һине тимер юл вокзалында күрәм, урыныңдан ҡуҙғалма!
Машина туҡтаны, Рифат тиҙ генә 5 меңлекте сығарып тотторҙо ла, рәхмәт әйтеп, ҡыҙын етәкләп ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалды. Күп тә үтмәне, полиция машинаһы килеп етте, артҡы ишекте асып, бер хеҙмәткәр:
– Сығығыҙ, килеп еттегеҙ, – тине.
***
Тимер юл вокзалы эргәһендәге майҙан. 4–5 автомобиль килеп туҡтаны, һәр береһенән өсәр-дүртәр кеше төштө һәм улар тирә-яҡты байҡай башланы.
Рифат менән Ләйсәнгә бик оҙаҡ йүгерергә тура килде. Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, улар Салауат һәйкәле менән Ағиҙел йылғаһы араһындағы ағастар араһында туҡталды. Донъяның кеме генә юҡ, ошонда икән бар Өфөнән йыйылған төрлө халыҡ! Кемдер гитарала уйнай, берәү йырлап аҙаплана, туҡтауһыҙ тәмәке тарталар. Тәмәке генәме икән? Ҡыҙ менән егет тиҙ арала шундағы йәштәр менән танышты. Тегеләре уларҙы үҙҙәренеке һымаҡ ҡабул иттеләр. Ләйсән Рифаттың ҡолағына бышылданы:
–Батырым, мин асыҡтым.
– Хәҙер берәй нәмә ойошторабыҙ, – тине егет. Шул саҡ ул уйға ҡалды:
“Макдональдс”ҡа барһалар, бик алыҫ инде. Юлда полиция осрауы бик ихтимал. Берәйһен ебәргәндә... Шайтан алғыры, ышаныслы кеше лә күренмәй бит әле. Йә инде, аҡса тотоп, ас ултыр инде! Бынауы “Ерән” тигән егет ышаныслы күренә лә ул, ләкин бигерәк ябыҡ. Ҡунаҡһарайға тиклем барып етә алырмы икән? Юҡ, былай булмай! Бер нәмә табырға кәрәк!
Йәштәрҙең береһе кеҫә телефонынан, интернеттан, урындағы телеканал яңылыҡтарын ҡарай башланы. Унда 18–19 йәштәрҙәге егет һәм ҡыҙҙың юғалыуы, уларға ҡурҡыныс янауы хаҡында хәбәр иттеләр. Ләйсән менән Рифат бер-береһенә һыйынды, тирә-яғына ҡаранды. Ярай, берәү ҙә иғтибар итмәне, шикелле. Ҡыҙ менән егет хаҡында хәбәр итеүселәргә аҡсалата бүләк ҡаралған икән. Шул ваҡыт ҡыҙ менән егет эргәһенә “Ерән” килеп ултырҙы.
– Йә, – тине ул тегеләргә аҫтыртын ҡарап. – Мин бит һеҙҙе таныным. Ә бының өсөн түләргә кәрәк.
– Өндәшмә! – тине Рифат егетте эргәһенә ултыртып. – Унлыҡ етәме?
– Етмәй. Мин бик ҡиммәт торам, – тине “Ерән” күҙҙәрен ҡомһоҙ ялтыратып.
– Бына һиңә биш мең, биш төргәк Биг Мак алып киләһең. Артҡан аҡса үҙеңә ҡала. Ә килгәс, бынауы унлыҡ һинеке.
– Юҡ, ун биш, – тине “Ерән”. – Ун биш!
“Ерән” ризалашҡан һымаҡ булды. Ул юғалыуға, Ләйсән хәлһеҙләнеп, Рифатҡа һыйынды. Рифат ҡайҙа барырға белмәй, тирә-яғына ҡаранды. Сөнки “Ерән”гә ышанмай ине ул. Ул Рифатта ниндәйҙер шик уятты. Егет ҡыҙҙы етәкләп, аҫҡа төшөп китте һәм тимер юл яғына сығыуға, Салауат һәйкәле эргәһенә, уттарын ялпылдатып, полицейский машиналары йыйылды, һәм тағы ла ҡамау башланды.
Рифат ҡаланың был биҫтәһендә бер ҙә булғаны юҡ ине. Мөмкин тиклем эскәрәк инергә кәрәк. Сөнки Салауат һәйкәле эргәһендә эттәр өргәне ишетелә башланы. Бәхеттәренә, яр буйында, кәмәләр эргәһендә, ике егет осраны.
– Егеттәр, – тине Рифат. – Бына – мең тәңкә. Теге яҡҡа сығарып ҡуйығыҙ әле.
– Төнгө тариф – 2 мең.
– Риза. Йә, йә, тиҙерәк, һуңлайбыҙ.
Оҙаҡламай, ҡыҙ менән егет теге яҡ ярҙа баҡсалар яғына атланылар. Бер баҡсаға инеп ҡарағайнылар, һүгенә-һүгенә, таяҡ тотоп, бер ҡарт килеп сыҡты. Төпкәрәк үттеләр. Серәкәйҙәр мыжғый башланы. Ыҡсым ғына өй эргәһендә туҡталдылар. Ҡапҡаны аса башлағайнылар, өйҙә ут тоҡанды, һәм бер ҡатын сыҡты. Рифат уның менән бик тиҙ уртаҡ тел тапты.
– Апай, беҙгә йоҡлап сығырға рөхсәт итмәҫһегеҙме икән? Етмәһә, беҙ ас...
Апай бик ҡунаҡсыл булып сыҡты. Сәй ҡуйҙы, икмәген дә тапты, колбасаһын да телде.
– Ни эшләп йөрөйһөгөҙ? – тине ул асарбаҡтар кейемендә бер-береһенә һыйынып ултырған егет менән ҡыҙға ҡарап. – Әллә изоляторҙан ҡастығыҙмы?
– Ғәфү итегеҙ, апай, – тине Рифат. – Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Беҙ өйләнешергә булғайныҡ, ата-әсәләребеҙ туй үткәреүгә ҡаршы төштө. Беҙҙе өйләндерергә теләмәйҙәр. Бына шундай ауыр хәлгә эләктек.
Шул ваҡыт Ләйсән, күңеле болғанып, сығып китте.
– Бәй, балаҡай, – тип аптыранды апай. – Һиндә, ҡыҙым, токсикоз түгелме һуң? Мә, йылы һыу эс тә, тыныс ҡына ятып тор. Үҙеңде һаҡларға кәрәк!
Үткән көндөң мәхшәренән арыған егет менән ҡыҙ бер нәмә лә белмәй йоҡланылар. Икенсе көнөнә сәғәт 12-ләрҙә уянғас, апай уларҙы бик тәмле аш менән һыйланы.
– Яңыраҡ участковый үтеп китте, – тине ул егет менә ҡыҙға ҡарап. – “Ҡыҙ менән егет юғалды, шуларҙы эҙләйбеҙ. Күрмәнегеҙме?” – тип һорай. “Тимер юл эргәлә, бында кеше күп инде”, – тип ары ебәрҙем. Хәҙер ни эшләрһегеҙ икән, балалар?
– Беҙгә Балаҡатай районына барырға кәрәк. Шул яҡта Ләйсәндең олатаһы менән өләсәһе йәшәй. Беҙгә исмаһам, бер аҙна-ун көн тотолмаҫҡа кәрәк. Шунан һуң, беҙ ҡайтһаҡ та, бер нәмә лә булмаясаҡ.
– Һеҙ ҡабаланмағыҙ, – тине апай. – Бөгөн сыҡмағыҙ, күренмәгеҙ. Тауыш баҫылһын, ә иртәгә иртән мин һеҙгә такси яллайым. Аҡсағыҙ бар, иртәнге биштәргә килһә, төшкәрәк шунда барып етерһегеҙ. 200–300 километрҙан артыҡ түгел Балаҡатай. Әлегә ял итегеҙ.
– Ә телевизор ҡарарға мөмкинме? – тине Рифат.
– Ҡараһаң да, ҡарамаһаң да, шул уҡ һүҙ – һеҙҙе бик ныҡ эҙләйҙәр. Һеҙҙең турала мәғлүмәт биргән кеше мулығып ҡаласаҡ.
– Ә һеҙ ниңә беҙҙе йәшерергә булдығыҙ? – тине Ләйсән.
– Мин дә һеҙҙең һымаҡ йәш булдым. Миңә лә һөйгәнем менән булырға рөхсәт итмәнеләр. Егетем мине алып ҡасырға теләгәйне. Мин баш тарттым һәм яңғыҙым ҡалдым. Әле лә яңғыҙмын. Хәҙер шуны уйлайым: үҙеңдең бәхетең өсөн көрәшә белергә кәрәк. Ә мин көрәшеүҙән ҡурҡтым. Шуға, һеҙгә ярҙам итергә булдым. Минең файҙам әҙ булды, әлбиттә. Ләкин һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы теләйем.
– Рәхмәт, апай, – тине Рифат.
– Әйҙәгеҙ,былай һөйләшәйек. Минең күршелә бер егеттең, Ғүмәр исемле, машинаһы бар, ул, заказ булһа, төрлө яҡҡа кеше ташый. Хәҙер мин ҡайтып, уның менән һөйләшәм дә иртәгә иртәнге сәғәт 5-кә саҡырам. Юл ыңғайы, магазинға кереп, аҙыҡ-түлек тә алырмын.
Шулай килештеләр.
***
Ә был ваҡытта Батыр үҙенең офисында ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, үҙе әйтмешләй, шым ғына ҡоторона ине. Юҡҡа тотондо был эшкә Батыр. Үҙенең берҙән-бер ҡыҙын ауыр хәлгә ҡуйҙы. Рифат менән уға йәшәргә бит. Былай, ҡарап тороуға, ышаныслы егеткә лә оҡшаған үҙе. Рифаттың атаһы менән һөйләшеп ҡарарғамы икән? Улар ҙа хәҙер ҡайҙа һуғылырға белмәй аптыраналыр инде...
Батыр тиҙ генә Рушанды саҡырырға ҡушты.
– Йә, Рушан, тағы нимәләр менән ҡыуандыраһың мине? – тине ул һаҡ етәксеһенә тишеп ҡарап. – Үҙең әйтмешләй, социаль яуаплылығы түбән ҡатынды таптыңмы?
– Таптым мин уны.
– Ҡасан килтерәһең?
–Дөрөҫөн әйткәндә, шеф, – тине тегеһе, – ҡатынды һеҙҙең менән күҙләштерергә ерәнәм.
– Рушан, – тине уға Батыр. – Килтер, ҡарарбыҙ. Мин һине хәҙер нисә йыл беләм, һин юҡтан бар яһарға, ә барҙы, киреһенсә, юҡ итергә оҫтаһың. Әлеге низағ, һин әйткән дөрөҫ булһа, ҡатын арҡаһында башланды. Дөрөҫөн әйт: һин мине алданыңмы, әллә яңылыш юлға этәрҙеңме?
Рушан телһеҙ ҡалды. Сөнки Батыр уның иң йомшаҡ еренән эләктереп алды.
– Ниңә өндәшмәйһең?
– Батыр Ғарифович, минең әйтер һүҙем юҡ...
– Ә һин беләһеңме, – Батыр өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы, – минең ҡыҙымдың ғүмере менән уйнайһың! Ул минең берҙән-бер ҡыҙым! Мин һиңә уны ышанып тапшырҙым, һин шуны ла үтәй алманың. Әгәр алдауыңды асһаң, ғәйебеңде таныһаң, мин һине ғәфү итеү юлдарын эҙләйәсәкмен. Ә инде һаман да ел ҡыуыуыңды, йәки алдауыңды дауам итһәң, әгәр һине фашлаһам, мин һине бер нәмәһеҙ ҡалдырасаҡмын! Бының өсөн минең көсөм дә, мөмкинлектәрем дә етерлек...
– Шеф, ниңә улай бик ҡәтғи? – тип ҡалтыранды Рушан. – Мин бындай һөйләшеүгә әҙер түгелмен.
Батыр урынынан тороп китте.
– Һин әҙер түгел? Мин көнө-төнө ҡыҙымды уйлайым! Ә һин был хаҡта һөйләшеүгә әҙер түгелһең!
– Мин һеҙгә төштән һуң яуап бирәм, – тине Рушан. – Тәүҙә теге ҡатын менән осрашайым.
Рушан сығыуға, секретарша: “Әнүәр Әхмәт улы шылтырата, һеҙҙе һорай, – тине.
– Борсоуым өсөн ғәфү үтенәм, – тине Нәғимов. – Һеҙ нисектер, белмәйбеҙ, ләкин улыбыҙҙың яҙмышы беҙҙе бик ныҡ тулҡынланырға мәжбүр итә.
– Әнүәр Әхмәт улы, ғәфү итегеҙ, уйындан уймаҡ сыҡты. Мин дә үҙемдең мөмкинлектәремде артыҡ баһаланым. Килтергән уңайһыҙлыҡтарым өсөн ғәфү үтенәм. Минең һеҙгә бер ҡаршылығым да юҡ, ләкин беҙ йәштәрҙе таба алмайбыҙ...
– Нисек таба алмайһығыҙ?! – тип ҡыҙа башланы Әнүәр. – Ҡуян ҡыуған һымаҡ, бөтә Өфө буйлап баҫтырып йөрөттөгөҙ ҙә, ә хәҙер, таба алмайбыҙ, тип шыңшып ултыраһығыҙмы? Ике көн военкоматтан килделәр, армияға алып китәбеҙ, тип... Подъезымда көнө-төнө полицейский ултыра. Минең улым – юҡ, һәм быларҙың башында, хөрмәтле һәм йоғонтоло кеше булараҡ, һеҙ тораһығыҙ.
– Ғәфү итегеҙ, – тип тынысландырырға тырышты Батыр Әнүәрҙе. – Шуныһын ғына әйтә алам: беҙгә уртаҡ тел табыу өсөн элегерәк аралашырға булған.
– Хәҙер беҙ иҫегеҙгә төштөкмө инде? Беҙ кәрәк булдыҡмы?
Батырҙың:
– Әйткәндәй, һеҙҙе саҡырырға тейештәр ине, өндәштеләрме? – тип әйтеүенә Әнүәр ярһып, ҡысҡыра башланы.
– Һеҙ нимә, Батыр Ғарифович, аҡсам күп, бөтәһен дә һатып алам. Теләһәм, тәғәйенләйем, теләмәһәм, вазифанан мәхрүм итәм, тип аҡса көсөнә генә ышана инегеҙме? Беҙҙең алда шундай мөмкинлек бар ине: улым менән һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы өйләндереп, уларҙың балаларын үҫтереп, ниндәй ҙур ҡыуаныс кисерә инек! Һин дә, мин дә үҙебеҙҙе шул бәхеттән мәхрүм иттек. Шуны белегеҙ, Батыр Ғарифович: мине иртәгә сәғәт унға саҡырҙылар. Улар, әлбиттә, һеҙҙең миңә ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙе белә. Рәхмәт, ул хәҙер ыңғай икән. Ләкин мин вазифанан баш тартам. Мине ул урынға былай ҙа тәғәйенләргә тейештәр ине. Ләкин һеҙ бөтәһен дә юҡҡа сығарҙығыҙ. Барыһы ла аҡсаға һатылмай. Мин урынымда ҡалам. Һәр хәлдә, аҙаҡтан бөтәһе лә миңә бармаҡ төртөп: “Ана, Мусиндың ҡоҙаһы, уға был урынды һатып алып бирҙеләр”, – тип әйтмәйәсәк.
– Беҙгә осрашырға кәрәк, – тине Батыр ауыр һөйләшеүҙән һуң.
– Минең улым менән һеҙҙең ҡыҙығыҙ табылмай тороп, мин осрашыуҙың мәғәнәһен күрмәйем, – тине Әнүәр.
***
Иртәнге сәғәт 5, һалҡынса ел, хатта серәкәйҙәр осҡаны тойолмай. Кисен, ҡараңғы төшкәс, Рифат менән Ләйсән йөрөп килделәр. Икенсе көнөнә таң менән баҡса хужабикәһенең күршеһе килде. Ике-өс сәғәт тә үтмәне, улар Эҫем ҡалаһында ине. Сәғәт туғыҙҙа улар урындағы баҙарҙың асылғанын көтөп торҙо, водитель менән инеп, ашханала ашап сыҡтылар. Ҡыҙ менән егет һуңынан баҙарға инеп китте. Водитель сыҡһа, машина эргәһендә полицейский тора ине...
***
Рифат менән Ләйсән Эҫем баҙары эсендә кейем-һалым ҡараштырған арала, кешеләр ҙә йыйылып өлгөрҙө. Баҙары әллә ни ҙур түгел, ә Ҡытай тауарҙарының ниндәйе генә юҡ! Көлөшә-көлөшә кейем һайлап алдылар. Ваҡытлыса ғына кейем икәнлеген икеһе лә белә, шуға сифатына ҡараманылар, зауыҡ йәһәтенән һайланманылар.
– Әйҙә, олатай менән өләсәйгә берәй нәмә алайыҡ, – тине Рифат төрлө ҡорал һатылған бүлекте күргәс. – Олатайың нимә ярата?
– Белмәйем, белмәйем. Ул хәҙер ҡарт бит инде. Элек һунарсы булған.
– Әйҙә, бер иҫтәлек булһын, матур ғына хәнйәр бүләк итәйек. Ә өләсәйгә – бынауы тутыҡмай торған һауыт-һабаны.
– Оһо, ҡайһылай матур, – тине Ләйсән һауыт-һабаны тотоп-тотоп ҡарап.
Сығыуҙарына, машина эргәһендә бер полицейский тора һәм тирә-яғын байҡай ине. Тимәк, ҡыҙ менән егетте көтә. Шылтыратып өлгөрҙөмө икән, ул арала булмай, тағы береһе килеп етте. Ҡыҙ менән егет ситтән генә ҡарап торалар, артабан нисек булыр икән? Водитель күңелһеҙ генә тора. Автомобиленең берәй документы дөрөҫ булманымы? Ярай, барлыҡ әйберҙәрен үҙҙәре менән алғайнылар, документтары ла бында.
– Ни эшләйбеҙ? – тине Рифат Ләйсәнде етәкләп.
– Әгәр күренһәк, беҙҙе шунда уҡ ябып ҡуясаҡтар, – тине Ләйсән. – Беҙгә күренергә ярамай.
Рифат та аптыранды.
– Тағы ла ҡасырға тура килерме икән? Әгәр бында хәбәр итһәләр, тимәк, Балаҡатайға ла юл ябыҡ.
Егет менән ҡыҙ ҡасып йөрөүҙән тамам миктәгәйне. Эргәләрендә бер бала илап ебәргәйне, һиҫкәнеп, бер-береһенә тотондолар.
– Һин ошонда тор, – тине Рифат Ләйсәнгә. – Мин эргәһенә барып ҡарайым. Бәлки берәй ым-ишара бирер?
Егет автомобиль эргәһенә килгәс, водителдең күҙенә салынғайны, уныһы, килмәгеҙ, тигән һымаҡ, башын сайҡап ҡуйҙы. Тимәк, уларҙы бында ла эҙләйҙәр. Баҙар эргәһендә такси туҡталышы бар икән. Ҡыҙ менән егет тиҙ генә бер такси алдылар ҙа, ары ҡуҙғалдылар.
– Миңә уңайһыҙ, – тине Рифат. – Водителде ташлап ҡастыҡ бит...
– Әйҙә, уны әлегә онотайыҡ, – тине Ләйсән. – Имен-һау йөрөп ҡайтҡас, беҙ унан ғәфү үтенербеҙ, аҡса бирербеҙ.
Бер нисә сәғәттән улар Балаҡатайға килеп еттеләр.
Рифат район гәзитенә инеп сығырға булды.
Мусиндар иң күбе ҡайҙа йәшәй, тип һорағас: “Биләндә. Биләнгә барығыҙ”, – тип яуап бирҙеләр.
Уныһы ла алыҫ, бер сәғәтлек юл икән.
***
Батыр Ғарифовичтың кәйефе юҡ. Иртәнән бирле телефон аша кемдәрҙелер ҡабаландыра. Эргәһендә йөрөгәндәргә лә тынғы юҡ. Етмәһә, Рушан кереп, үҙенең ғәйебен таныны һәм ошо авантюраны ҡыҙҙы яҡлап сығыу өсөн, тип аңлатты.
– Хәҙер нимә эшләйһең? – тине Батыр төшөнкө тауыш менән.
Рушан өндәшмәй генә ғариза сығарып һалды.
– Ярай, әлегә эшләп тор, – тине Батыр. Ләйсән менән Рифат табылһа, һиңә нимә эшләргә икәнлеген әйтермен. Ни әйтһәң дә, беҙ һинең менән ун йылдан артыҡ бергәбеҙ. Һин мине шул тиклем уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙың. Дөрөҫөн әйткәндә, һин миңә хыянат иттең. Ә мин хыянатты бер ваҡытта ла ғәфү итмәйем. – Ул креслола ҡырын ятып, ситкә ҡарап әйтте был һүҙҙәрҙе.
Рушан эстән генә тертләп ҡуйҙы. Хыянатты ғәфү итмәйем, тине бит әле.
– Эйе, – тине уның һүҙҙәрен уҡыған һымаҡ кабинет хужаһы. – Мин хәҙер нисә көн, нисә төн йоҡлағаным юҡ, ҡыҙымды уйлайым. Һинең арҡала, донъяның аҫты- өҫкә килгән һымаҡ булды. Шуға, йөрө, эшеңде башҡар, артабан – ҡарарбыҙ.
Рушан, шәүлә һымаҡ, шунда уҡ юҡ булды.
Батырға эске эштәр бүлегенән танышы шылтыратты: “Төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә, Эҫем ҡалаһында, Башҡортостандан килгән водителде туҡтатҡандар. Бер ҡыҙ менән егетте алып килгән. Улары, кейем-һалым һатып алырға, урындағы баҙарға инеп киткән һәм юғалған”, – тине.
Ошо хәбәрҙе ишеткәс, Батыр тертләп ҡуйҙы. Тимәк, олатай менән өләсәйгә китеп баралар. Батыр уйға ҡалды. Уның тормошонда төрлө хәлдәр булды. Иң ауыр, ҡатмарлы мәлдәрендә ул тыуған ауылына ҡайтып китә лә, шунда ялан-һыуҙар кисеп, урманда йөрөп, тынысланып ҡайта торғайны. Ә ҡыҙы ниңә ул яҡҡа китергә булды икән? Шулай уҡ тыныслыҡ эҙләпме? Әллә үҙе ҡыҙына берәр тапҡыр һөйләндеме? Ҡыҙыҡ. Элек йыш ҡайта торғайны. Йыш, тиһә лә, шул – ике-өс айға бер. Хәҙер инде байтаҡтан бирле тыуған яғын күргәне юҡ. Ҡайтырлыҡ түгел шул. Бының үҙ сәбәптәре бар...
***
Машина ҡырсын түшәлгән юлдан саң туҙҙырып Билән яғына ынтыла. “Бигерәк ҡырыҫ яҡ икән шул. Әйтәм, атайым бик һирәк ҡайта торғайны, – тип уйланып килә Ләйсән, егетенә һыйынып. – Ҡайҙа ҡарама, ташландыҡ баҫыуҙар, анау бәләкәй ағастар, сәскәндәрме ни, ҡайһылай дәррәү үҫеп киләләр! Ер йөҙөндә урмандар шулай барлыҡҡа киләлер инде. Урмандар элек бында күп ине, хәҙер йырып сыҡҡыһыҙ икән”.
– Алда – ГАИ! – тип киҫәтте водитель. – Йәнәһе, проблемаларығыҙ юҡмы, тиҙер инде. – Ҡаршы яҡтан килгән машиналар, уттарын ялпылдатып, сигнал биреп үтәләр...
– Тимәк, унда беҙҙе көтәләр, – Рифат кире боролорға ҡушты. – Хәҙер кире Балаҡатайға барабыҙ. Бына һеҙгә аҡса, һөйләшкәнсә, хеҙмәтләндереү өсөн. Рәхмәт!..
Балаҡатайҙа егет менән ҡыҙ туҙып бөткән автовокзал эргәһенә килде. Бер нисә пассажирҙан һәм иҫкереп бөткән автобустан башҡа, бер нәмә лә юҡ. Хәҙер ҡайҙа барырға? Ҡыҙ менән егет уйға ҡалды. Эш ваҡыты булғас, урамда ла кешеләр күренмәй. Бәлки берәйһенә фатирға инеп ҡарарға кәрәктер? Рифат тиҙ генә банкоматҡа барып килде, балансты ҡараны. Теге ваҡыт, Ҡырмыҫҡалыла, аҡсаны алып бөтә яҙғайны, ә бөгөн, күңелде дәртләндереп, өмөтләндереп – 100 мең һум күренә. Рифат йылмайып ҡуйҙы: йөҙ мең һум! Ни өсөн йылмайҙы? Сөнки был аҡсаның юҡҡа һалынмағанын белә. Тимәк, Ләйсәндең атаһы уларға яҡшылыҡ теләй, ҡайтыуҙарын көтә, аслы-туҡлы йөрөмәһендәр, ти. Был – аҡса ғына түгел, был – ем. Хәҙер аҡсаны алһаң, 15–20 минуттан уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәле буласаҡ, һәм туҙып бөткән вокзал полицейскийҙар менән мыжғып торған урынға әйләнәсәк. Рифат күҙҙәрен йомдо һәм төймәгә баҫты...
Ҡыҙ менән егет район үҙәгенең көнсығышындағы ҡалҡыулыҡта ағастар араһына кереп ултырҙы. Рифат шуға иғтибар итте: Ләйсәндең кәйефе һәйбәт, хатта шат һәм уйнағыһы, шаярғыһы килеп тора. Рифат баш осона сумкаһын һалып, күҙҙәрен йомоп, тынып ҡалды. Ара-тирә район үҙәгенә күҙ ташлап ала. Ә унда тормош ҡайнай. Ана, урау юлдан бер-бер артлы полицейскийҙарҙы ултыртҡан машиналар үтеп китте.
– Күрәһеңме, – егет ҡыҙҙың иғтибарын зәңгәр машиналарға йүнәлтте.
– Күрәм, күрәм, – тип һикерәнләне ҡыҙ машиналарға ҡул болғап.
– Ә-ә-й! Беҙ – бында! Килегеҙ! Беҙҙе тотоғоҙ, – тип икәүләшеп, машиналарҙың артынан ҡысҡырышып ҡалдылар.
Бер әбей менән бабай төшөп килә ине, улар, туҡталып, йәштәргә аптырашып, ҡарап торҙолар һәм ары киттеләр. Оҙаҡламай, ике полицейский машинаһы ла кире әйләнеп, юл сатында туҡтаны һәм хеҙмәткәрҙәр, үткән бер машинаны туҡтатып, документтарын тикшерергә тотондолар.
Барыһы ла ус төбөндә генә һымаҡ. Хатта полицейскийҙарҙың үҙ-ара ҡысҡырышып һөйләшкәне лә ишетелә.
– Беҙ ҙә йөрөйбөҙ инде, кешегә эш яһап, – тине Рифат.
– Әллә төшәйек тә, юл һорашып,ары китәйекме? – тине Ләйсән.
– Ҡуй, ошонда ял итәйек әле, арыттырҙы, – тине Рифат битараф ҡына. – Кәрәк булһа, үҙҙәре килерҙәр әле.
– Әйҙә, ҡыҙыҡ булһын, эргәләренән үтеп китәйек, – тине Ләйсән, көлөп.
Шул ваҡыт, көтмәгәндә, уҡытыусыларына эйәреп, башланғыс класс уҡыусылары килеп сыҡты. Улар ҙа арыған икән. Ләйсәндең уҡытыусыларынан, район үҙәгендә ҡунаҡхана бармы ул, тип һорауы булды, туҡтай һалып, теҙелешеп, ултырҙылар.
Ҡунаҡхана юҡ, ләкин ауыл ситендәге өйҙәрҙең теләгәненә кереп, ҡунырға һорап була икән. Әллә ни күп аҡса ла һорамайҙар, әгәр өҫтәп түләһәң, ашатыуҙары ла бар.
– Һеҙҙең балаларығыҙ һыуһаған бит, – тине Ләйсән уҡытыусыға ҡарап.
– Иртән үк сығып киткәйнек, көнө буйы йөрөнөк, – тине уҡытыусы.
– Мәгеҙ, мин һеҙгә аҡса бирәм, балаларығыҙға һут эсерегеҙ, – тип ҡыҙ уҡытыусыға 500 һум аҡса тотторҙо.
– Һораманыҡ та, ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды уҡытыусы.
– Беҙгә Биләнгә барырға кәрәк, – тине Рифат, – тик машинабыҙ ватылды ла кире ҡайттыҡ.
Шул ваҡыт уҡытыусы:
– Ә мин һеҙгә ярҙам итә алам. Минең атайым менән әсәйем икәү генә йәшәйҙәр, шуларҙа ҡунырһығыҙ, улар һеҙҙе ашатыр, ә иртәнсәк һеҙҙе иртүк машина алып китер.
Рифат менән Ләйсән шунда уҡ риза булды, һәм улар күмәкләшеп, уҡыусыларҙы етәкләп, полицейскийҙар посының эргәһенән генә үтеп киттеләр. Быларға иғтибар итеүсе лә булманы. Уҡытыусының атаһы менән әсәһе бик һәйбәт кешеләр икән. Картуф ҡурҙылар, ҡаймаҡлап сәй эсерҙеләр. Ә үҙҙәре һораша ла, һораша, белгеләре килә: ҡайҙа йәшәйһегеҙ, Биләндә кемде беләһегеҙ, нисә көн булаһығыҙ, һ.б.
Иртән уларҙы эҙләп, еңел автомобиль килде һәм йәштәр Биләнгә ҡуҙғалды. Иртүк торғас, йоҡолары туймағайны, автомобилгә кереп ултырғас та, ойоп киттеләр. Байтаҡ барғас, Рифат уянды һәм тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Алда, юл ситендә, полиция “уаз”игы тора. Туҡтатырҙармы, юҡмы? Рифат, тын алырға ла ҡурҡып, “уаз”икты ҡарай. Ә уның эсендә ике полицейский, икеһе ике яҡҡа баштарын терәп, һелкенмәй ҙә йоҡлайҙар. Рифат кисәге һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: йөрөйбөҙ инде... Машина ары китте. Биләнгә килеп еткәс, ауыл осонда уҡ төшөп ҡалдылар. Эргәлә генә, ағастар араһында, бик матур сабынлыҡ бар икән. Шунда кереп йәшенделәр. Полиция машиналары күренерме икән? Шунда ял итә торғас, тағы ла йоҡлап киттеләр.
***
Әнүәр эш өҫтәле артында ултыра һәм документтар барлай. Шул ваҡыт секретаршаһы хәбәр итте:
– Әнүәр Әхмәт улы, һеҙгә Мусин килгән.
Әнүәр, үҙе лә һиҙмәҫтән, һикереп торҙо:
– Ниндәй Мусин?
– Мусин Батыр Ғарифович.
– Саҡырығыҙ, инһен.
Батыр килеп керҙе лә:
– Әгәр Мөхәммәт тауға бармаһа, тау Мөхәммәттең үҙенә килә, – тине лә, һабыр ғына көлөп ҡуйҙы.
– Үтегеҙ... Бына, көтмәгәндә...
Әнүәр икеһенә лә сәй индерергә ҡушты. Батыр арыған ҡиәфәт менән, нәмәлер көткән һымаҡ, Әнүәргә ҡараны. Әнүәр түҙмәне:
– Йә, һеҙҙә ниндәй яңылыҡтар бар? – тип һораны.
– Яңылыҡтар көн һайын килеп тора. Сәғәт һайын ваҡиғалар үҙгәрә, – тине Батыр күңелһеҙ генә. Иң мөһиме шул – улар иҫән-һау. Шуны әйтә алам, минең ҡыҙымдың егете бик тәүәккәл һәм ҡурҡмай эш итә. Хәҙерге йәштәр шулай етеҙҙер, тип уйламағайным.
– Мин инде, һеҙ тотонғас, һеҙҙең мөмкинлектәрҙе һәм көстө беләм, –тип кинәйәләне Әнүәр,– ҡыҫылып тормаҫҡа булдым. Йә, ҡамасаулап ҡуйырмын. Минең мөмкинлектәр сикләнгән, шулай ҙа, үҙем өсөн асыш яһаным – хәҙерге йәштәрҙе генә түгел, мин үҙемдең улымды ла белмәйем икән. Шуға, миңә аптырамағыҙ, Батыр Ғарифович, иң мөһиме – балалар иҫән-һау булһын. Уларға әле еңел түгел. Һәр хәлдә, улар ҡайтҡас, һөйләшербеҙ, уртаҡ тел табырбыҙ, тип өмөт итәм.
– Минең һорауым шул, – тине Мусин Әнүәргә туп-тура ҡарап, – һеҙҙең вазифанан баш тартыуығыҙ көсөндә ҡаламы?
– Юҡ, мин был хаҡта хәҙер уйламайым да. Сөнки үҙемдә шик тә бар, бәлки эшләй алмаһам, кешеләрҙең ышанысын аҡламаһам, миңә ҡыйыныраҡ булыр, тим. Үҙем дә һиҙеп торам: минең кимәл – әлеге урыным. Юғары вазифа ымһындырмай. Айырыуса, кешеләр менән генә түгел, үҙемдең яҡындарым, хатта улым менән уртаҡ тел таба алмауымды аңлағас... Ә һеҙ, Батыр Ғарифович, миңә әйтә алаһығыҙмы, йәштәр ни хәлдә?
– Уларҙан бик шәп партизандар сығасаҡ. Балаҡатайҙың үҙендә генә икеме, өсмө тапҡыр эҙ яҙлыҡтырҙылар. Әллә бесәй менән сысҡан булып уйнайҙар – барыбер аңламаным.
– Туҡмап һалмаҫтармы? – тине Әнүәр. – Беҙҙекеләрҙе белеп булмай, асыуҙарына тейһәң, уларҙы ғына ҡуш.
– Ҡат-ҡат әйтелгән – әгәр бер сәс бөртөгө ҡойолһа ла, яуап бирәсәктәр.
– Ә һеҙ уларға ышанаһығыҙмы? – тине Әнүәр сәй эскәндә.
– Белмәйем инде, күңелем һиҙә, улар әле Биләндә булырға тейеш. Иртәгә мин вертолетҡа заказ бирҙем, бер сәғәт тә егерме минут осорға. Теләһәгеҙ, барып киләбеҙ.
– Тә-ә-ә-к, иртәгә нисә көн була әле?..
– Минең иҫәп буйынса, 5 көн булырға тейеш. Әгәр тойомлауым алдамаһа, тағы ике көн беҙҙең башты әйләндерәсәктәр әле. Мин бөгөн кискә, йә иртәгә иртән хәбәр көтәм, – тине Батыр ышаныслы итеп. – Вертолет экипажы, беҙ вертолетҡа ултырыу менән, төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә осасаҡ.
***
Ҡараңғы төшкәс, егет менән ҡыҙ ауыл буйлап киттеләр.
– Ҡайһылай тыныс, хатта эт өргәне лә ишетелмәй бит әле, – тине Ләйсән егетенә ҡарап.
– Ауыл бит, эттәр көнө буйына йүгереп арыған да, хәҙер ял итә.
Ҡаршыларына ике егет осраны. Рифат уларҙан: Мусин Ғариф олатайҙың өйө ҡайҙа икән? – тип һораны.
– Мы сами приезжие, не знаем никого, – тине улар. Ауыл уртаһындараҡ һыйыр ҡыуалап килгән өлкән генә апай осраны. Ләйсән апайҙан:
– Мусин Ғариф олатайҙың өйө ҡайҙа ул? – тип һораны.
Апай туҡтаны:
– Ә һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
– Беҙ Өфөнән килдек. Мин – уның ейәнсәре, Батырҙың ҡыҙы.
– Бәй, Ләйсән ҡыҙым, һинме? Һин мине таныйһыңмы, онотманыңмы? Мин бит Нәсимәнең әсәһе.
– Ә Нәсимә ҡайҙа? Эйе, мин – Ләйсән.
– Нәсимә Екатеринбургта уҡый. Тегенсе булырға теләй. Ә һин нисек килеп сыҡтың бында?
– Ә мин олатайымды һағындым. Олатай менән өләсәй өйҙәме икән?
– Эй, ҡыҙым, – тине апай Ләйсәнде ҡосаҡлап алып. – Атайың әйтмәнеме ни, былтыр тәүҙә – олатайың, шунан, ике-өс ай үткәс, өләсәйең... үлделәр...
– Нисек үлделәр?
– Бәй, ҡыҙым, улар ҡарт ине бит инде, ҡарт ине. Олатайың 95-кә етте, өләсәйең – 87-гә... Матур йәшәнеләр. Атайың, Батырҙы әйтәм, ерләргә ҡайтты, икеһенә лә һарыҡ һуйҙы, хәйерҙе килеп мул өләште. Миңә күберәк бирҙе: “Ҡәберҙәрен ҡараштырып тор, апай”, – тине. Беренсе майға барып, бер тырманым, сәскә ултыртҡайным, бәлки сыҡҡандыр әле, барып ҡарарһығыҙ иртәгә.
Ҡыҙ, шаңғып, туҡтап ҡалды. Атаһы ниңә әйтмәне икән? Хәҙер улар ҡайҙа барыр? Бына, олатайға – хәнйәр, өләсәйгә – һауыт-һаба. Уларҙы ҡайҙа ҡуйырға?
***
Ул кис, хәҙер хәтерләүҙәренсә, Биләндә сит-ят кешеләр Рифат һәм Ләйсән менән генә сикләнмәй ине. Клубта кисен йәштәр байтаҡ. Үткер күҙлеләр унлап егеттең һәм өс ҡыҙҙың ситтән килгәнлегенә иғтибар итте. Араларында ауыл егеттәренең таныштары ла килеп сыҡты. Береһе ҡасандыр былар менән эшләгән, икенсеһе – армияла хеҙмәт иткән, ә ҡыҙҙарҙың береһенең апаһы Билән ауылында кейәүҙә икән. Ҡыҫҡаһы, дискотека башланғансы, ят ҡунаҡтарҙың ҡайһылыр бер көс структураларында эшләүе мәғлүм ине. Сит-ят егеттәр-ҡыҙҙар үҙҙәрен бик ябай һәм ауылса тоттолар. Ауыл егеттәре араһында улар менән тәмәке, хатта, бер ни тиклем шикләнеп ҡарағандан һуң, урында етештерелгән эсемлекте уртаҡлашыусылар ҙа табылды. Тегеләре ныҡ ине. Тәмәкеләрен тарттылар, эсемлектәрен тәмләп ҡаранылар, ләкин үҙҙәренең бында ни өсөн килеүҙәрен тәки сисмәнеләр. Дискотека залына килеп ингән һәр кешегә ентекләп ҡарауҙары ғына бер аҙ көсөргәнешлекте арттырҙы, ләкин көс ҡулланыуға тиклем алып барып еткермәне.
Нәсимәнең әсәһе, Заһира апай, өтәләнеп йөрөп, йәштәрҙе һыйланы. Ҡыҙ менән егет асыҡҡайны.
– Иртәгә тауыҡ һуйып, аш бешерермен һеҙгә...
– Ә беҙҙең килеүҙә тауыҡтың ни ғәйебе бар? – тип шаяртты Рифат.
Шул ваҡыт Нәсимәнең әхирәте Зәлиә килеп инде.
– Ә мин, Нәсимә ҡайтҡан икән, тиһәм, – тип аптыранған булды ҡыҙ Ләйсән менән Рифатты күреп.
Ул оҙаҡ торманы, сығып та китте. Ҡыҙҙы, сығыуына, оператив төркөм етәксеһе Миңнуллин көтөп тора ине.
– Йә, нисек унда? – тине ул ҡырыҫ ҡына итеп.
– Икеһе лә – һеҙ фотола күрһәткән кешеләр – ҡыҙын мин электән беләм, Ләйсән исемле, Батыр ағайҙың ҡыҙы, элек ҡунаҡҡа килә торғайны...
– Ә егете, егете нисек?
– Егете – егет инде, – тине Зәлиә һәм иҫенә төштө, – алдында хәнйәр ята ине.
– Хәнйәр? – Миңнуллин һиҫкәнде. – Ниндәй хәнйәр?
– Шундайҙы юл буйында, Эҫемдәге “Шанхай”ҙа һатҡандарын күргәнем бар. Шунда һатып алғандыр.
– Тимәк, ҡоралланған. – Миңнуллин ҡыҙҙы киҫәтте, – был хаҡта берәү ҙә белергә тейеш түгел.
Зәлиә клубҡа ингәс, шунда уҡ иғтибар итте: бында ят егеттәр күп ине. Аптыранып, ҡыҙҙарҙан кемдәр икәнлеген һорашты.
– Әллә нәмә һөйләйҙәр, – тинеләр ҡыҙҙар. Кемделер тоталармы икән? Ҡоралдары ла күренә.
– Ә, беләм, күрҙем мин уларҙы, – тине Зәлиә, – Нәсимәләргә бер егет менән ҡыҙ килгән, шуларҙы аңдыйҙар, шикелле.
– Ҡыҙыҡ, атыш булырмы икән? – тип ҡыҙыҡһынды шундағы ҡыҙҙарҙың береһе.
Икеләргә тиклем бейештеләр, көттөләр, ләкин атышырға теләүсе хатта йоҙроҡ болғаусы ла тойолманы. Икеләрҙән һуң халыҡ иҫәнләй-иҫәнләй таралыша башланы. Клубта ситтән килгәндәр һәм уларҙың ваҡытлыса иғтибарына өмөт иткән ҡыҙ-ҡырҡын ғына ҡалды.
– Етте, таралдыҡ. Иртәгә лә клуб эшләйәсәк, – тип мөдир ҡыҙҙарға ҡайтырға ымланы, тегеләре, сит-ят егеттәргә күҙ һала-һала, күндәм генә таралды.
***
Заһира апай йәштәрҙән:
– Ҡайҙа йоҡларһығыҙ икән? – тип һораны.
– Ә беҙҙең һайлау мөмкинлеге бармы? – тип һораны Рифат.
– Өйҙә, бынауында, йә соланда йоҡларға мөмкин.
Йәштәр тышта ла түгел, эстә лә түгел – бесәнлек эргәһендә йоҡларға булды. Эргәлә генә – баҡса, баҡса эргәһенән шишмә аға, һандуғастар һайрауы ла ишетелә башланы. Ләйсән йоҡларға ятҡас:
– Һин нисек уйлайһың, атайым ни өсөн олатай менән өләсәйҙең вафат булыуын әйтмәне икән? – тип һораны.
– Атайың һине ярата, ҡайғы-хәсрәт менән борсорға теләмәй. Шуға күрә, үҙе генә ҡайтып, ерләп килеүҙе кәрәк, тип тапҡан. Һәм дөрөҫ эшләгән, тип уйлайым. Ҡайғы-хәсрәт, мәрхүмдәрҙе ерләү ҡатын-ҡыҙ эше түгел. Мин дә һине һаҡлап ҡына йөрөтөрмөн.
Ләйсән атаһын иҫкә төшөрөргә тырышты. Ҡайһылай ныҡ кеше икән! Атаһы менән әсәһенең үлеүен бер ишара менән дә һиҙҙермәне. Барыһын да йөрәгенә йыйып, күңеленә һалып йөрөй икән. Ҡыҙыҡ, Рифат та шулай булырмы икән? Уның нимә уйлағанын, нимә эшләгәнен дә белмәй йөрөрмөнмө икән, тип уйланды ҡыҙ.
Урамдан машина үтеп китте. Йөк тейәгән, тиһәң, еңел автомобилгә оҡшаған, аҡрын ғына үтте. Уларҙың бында икәнлеген беләләрме икән? Белһәләр, нимә булған? Енәйәт ҡылып, урлашып, йорт талап йөрөмәйҙәр. Иртәгә – һуңғы көн...
Шул ваҡыт ҡапыл ел күтәрелде, эргәләге йорттоң тимер ҡыйығы дөбөрләне, нимәлер осоп китте һәм эре ямғыр тамсылары ерҙе дөмбәҫләй башланы. “Бынау ҡойон, – тип уйланы Рифат. –Әллә беҙгә эйәреп йөрөй инде?”.
Заһира апайҙың тиҙ генә йүгереп сығып, киптерергә элгән кейемдәрен йыйғаны ишетелде. Ямғыр көсәйгәнән-көсәйҙе. Күк күкрәне, йәшен ялтланы, эргәлә ҡайһылыр бағананы йәшен атты, бөтә донъяла ут һүнде һәм Билән тулыһынса ҡараңғылыҡҡа күмелде.
***
Рифат менән Ләйсән ҡуҙғалмай ҙа йоҡлайҙар. Ә Заһира апайҙың өйөн төрлө мөйөштән уратып баҫҡан билдәһеҙ егеттәр һәм өс ҡыҙ, егет менән ҡыҙҙы ҡулға алыр өсөн, әмер көтә. Төндә үк кереп баҫырға, егетте, беләҙектәр кейҙереп, ҡыҙҙы айырып ҡуйып, ишек алдында үҫкән үлән араһына һалып ҡуйырға тейештәр ине. Тәүҙә ямғыр яуҙы, ышыҡ урын эҙләй торғас, таралып киттеләр. Аҙаҡ Миңнуллинға үҙенә йөрөп, йыйырға тура килде. Клуб эсендә ҡулдан ғына һыҙылған планға ярашлы, ҡыҙ менән егет йоҡлаған бесәнлекте төрлө яҡтан уратып алдылар. Миңнуллин: “Ҡыҙ менән бик ипле эш итергә! Егет – ҡоралланған, уны бер аҙ шаңғытып алғанда ла, артыҡ булмаҫ. Һәр хәлдә, бөгөн беҙ операцияны ҡан ҡойошһоҙ үткәрергә тейешбеҙ”, – тип, һәр һүҙенә баҫым яһап, һәр хеҙмәткәрен берәмләп, киҫәтеп әйтте. Егет спорт менән етди шөғөлләнә, тигән мәғлүмәт билдәле. Уның бысаҡлы булыуы йәштәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Аҡрынлап, таң ата башланы, тау артындағы ағастар араһынан ҡояш та күтәрелде. Ул арала булмай, ҡара болоттар тағы ла ҡуйырып, офоҡтан-офоҡҡа тиклем күк йөҙөн ҡаплап алды һәм тағы ла ямғыр көҫәй башланы. Ара-тирә ялт-йолт итеп, ялағай уйнаны, аҙағынан күк күкрәп ҡуйҙы. Егеттәр әмер көтөп арыны. Улар ҡыҙ менән егет йоҡлаған бесәнлекте баҫып алырға күптән әҙер. Хатта был һөжүмдән уларҙы ямғыр ҙа туҡтата алмаҫ һымаҡ.
Алыҫта аңлайышһыҙ геүләү ишетелде, егеттәрҙең тәжрибәлерәге ҡулын болғап күрһәтте. Йәнәһе, вертолёт оса. Вертолёт ауылды бер уратып сығыуға, ҡыҙ менән егет уянды.
– Беҙҙе алырға вертолёт килде, – тине Рифат Ләйсәнгә йылмайып ҡарап.
– Вертолёт? Ә кемдең вертолёты?
– Кемдеке булһын? Атайыңдыҡылыр. Батыр Ғарифовичтыҡы, – тине егет. – Ә бынан ни бары 2 сәғәт осорға.
– Ысынлап та, атайыммы, һин беләһеңме?
– Юҡ, белмәйем. Атайың икәнлеген белмәйем, ләкин ул икәнлегенә шикләнмәйем. Бәлки минең атайҙы ла ултыртып алғандыр әле... Ну, бөгөн беҙҙе тәрбиәләйәсәктәр!
Миңнуллин нимә әйтергә лә белмәне, сөнки вертолёт тураһында уға берәү ҙә әйтмәне һәм ул үҙе өсөн дөрөҫ тип иҫәпләгән берҙән-бер ҡарарҙы ҡабул итте: вертолёт һөжүмен кире ҡағырға, ә бындағы егет менән ҡыҙҙы бер нисек тә бирмәҫкә.
Вертолёт Заһира апайҙың өйө тәңгәлендәге буш урында яйлап ҡына түбәнәйә башланы. Баш осонда ғына вертолёт гөжләп торғанда, нисек түҙеп ятаһың? Егет менән ҡыҙ, тора һалып, кейенделәр. Ҡыҙ 20–30 метрҙа ғына түбәнәйгән вертолёт тәҙрәһенән атаһын күреп ҡалды:
– Атай, атай! Атайым килгән икән! – Ләйсән, ҡысҡыра-ҡысҡыра, вертолёт яғына йүгерҙе. Уны туҡтатырға теләп, артынан Рифат уҡталды. Ҡыҙ ҡыуана-ҡыуана, ҡулдарын күтәреп: “Атай, атайым килгән!” – тип һаман йүгерә, егет, асырғаланып, нимәлер ҡысҡыра. Рифат ҡойма эргәһенән үтеп барғанда, уның артында ышыҡланып торған егетте күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды һәм, бынау ямғырлы көндә ул бында ни эшләп йөрөй ул, тип аптыранды. Егеттең бар маҡсаты – һөйгәнен туҡтатырға, уны ҡотҡарырға! Ярамай, вертолёт туҡтамайынса, уға барырға ярамай!..
Ә ҡыҙ менән егетте аңдып йөрөүселәр, быларҙы вертолёт ҡотҡарырға килгән, тип аңланы. Ҡойма артында йәшенеп торған егет ике генә һикерҙе һәм Ләйсән артынан йүгергән Рифатты, күҫәге менән елкәһенә бер биреүҙә, һуҙып һалды һәм икенсе ҡулы менән ҡыҙҙың оҙон сәстәренә йәбеште.
Вертолётта килгәндәр был ваҡиғаны үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Улар, вертолёттан төшөү менән, ҡыҙ менән егет ятҡан ергә йүгерҙе.