+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Март 2022, 17:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Ҡуй, әсәһе, бушты һөйләмә... Хикәйә

Бөгөн кисәнән дә ауырыраҡ ҡуҙғалды, көс-хәл менән торҙо ҡарсыҡ. Йоҡоһоноң да рәте булманы, әллә ойоп ятты, әллә баҫлыҡты, нимә эшләгәнен үҙе лә белмәне. Ә уға үҙен белеү кәрәкме һуң, ғүмер ахырың етте, бына-бына мәңгелек йоҡоға талдым, ерҙәге барлыҡ ғазап-һынауҙарҙан ҡотолдом, тигәндә генә ҡарты: «Фәтхиә, әсәһе, һиңә өндәшәм, бына сәй яһаным», – тип уятһынсы... Ҡарсыҡ һелкенде, уянғандай итте, башын уңға бороп, аҙ ғына күтәрҙе, ап-аҡ томан аша күҙҙәренә ҡарты күренде. Нимә тағы борсоп  йөрөй инде?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Ҡуй, әсәһе, бушты һөйләмә... Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Ҡуй, әсәһе, бушты һөйләмә... Хикәйә

– Сәй, тиһеңме?

Ҡарсығының шым ғына өндәшеүен түгел, ирендәренең һелкенеүе аша нәмә әйткәнен аңланы ҡарты.

– Эйе, сәй. Һөтө лә бар. Әйҙә, тор, сәй эсербеҙ.

Ниндәй бошмаҫ әҙәм булды был ҡарты, ҡарсығы үлергә ята, ә ул һаман сәй хәстәрләп йөрөй. Әйтерһең, сәй эскәне юҡ. Шуның өсөн генә мәшәҡәтләп тормаһа, башҡа эше юҡмы? Әллә Ишбулаты ла бутала башланымы? Ҡуй инде, ҡарты ла аҡылын юғалтһа, халыҡ әйткәнсә, ысҡынһа, бер өйгә ике йүләр нисек һыйырҙар, ҡайһылайтып йәшәрҙәр икән?

Һиҙә ҡарсыҡ, күңеле менән шөбһәләнеп көтә, был афәт, ҡотолғоһоҙ сир берәүҙе лә аяп тормай, ул йоҡмай, аңды үҙенән-үҙе томалай, кеше зиһененә хужа була һәм иң тәүҙә балалыҡҡа алып ҡайта, шунан үҫмер саҡтарға ҡайтара, еткән ҡыҙ итеп яңынан кейәүгә бирә. Ә кемдәр туйында булды һуң әле? Алйот, туйында булған яҡындары, әхирәттәре түгел, уларҙың балаларының байтағы күптән баҡыйлыҡҡа күсеп бөттө бит инде. Иң ныҡтары ғына ҡалды. Бер кем ҡалмаған. Ә Зәйни... Зәйнетдин. Ауылдың беренсе егете, һабантуйҙар батыры, комсомолдар башлығы... Ул ғынамы?

Ҡарсыҡ ҡурҡып ҡалды, ҡарашы менән яңынан ҡартын эҙләп тапты. Ниндәйҙер мәңге ғәфү итмәҫлек хилаф эш менән тотолған үҫмер ҡыҙ һымаҡ ҡалтыранғандай итте, ҡартына күҙ һалды. Ә уныһы һөтлө сәй менән шәшкеһен тотоп һаман тора, әбейенең сәй эсергә теләгәнен көтә.

Ҡарсыҡ ауыр торҙо. Намаҙға ла ваҡыт етәлер. Исмаһам, иртәнгеһен уҡыһын, уныһын ҡазаламаһа, еңел булып ҡала торған.

– Ул-был хәбәр юҡмы? – тине Фәтхиә ҡарсыҡ ҡартына ҡарамай, йәнәһе, хәтәр яңылыҡ ишетелһә, илтифат бүлмәй өндәште, көс-хәл менән әйтте.

Ҡарсыҡтың кинәт хәле бөттө, йығыла яҙҙы, ярай ишеккә тотоноп өлгөрҙө, ваннаға инеп юғалды. Ошонда ингән һайын өлкән улына, Мирхәтенә  рәхмәт уҡый. Өйҙөң бер мөйөшөн айырып бүлмә яһаны ла ванна ултыртты, эргәһендә ултыра торғанына ла урын табылды. Инженер кеше белә шул эш рәтен. Донъяларҙың үҙгәреүен әйт. Әгәр юрағаны ысын булһа, Фәтхиәнең оҙон ғүмер юлының бер бите ябыла, ябылып ҡына ҡалмай, иртәнге томан һымаҡ яңы сыҡҡан ҡояш йылыһына иреп юҡ була.

Ҡартына асыуы килде Фәтхиәнең. Артығын бер һүҙ әйтһәсе. Нимә әйтһен инде? Ана, Зәйнетдин ҡайтҡан, урам тултырып йөрөй, тиһенме. Үҙ-ара мөнәсәбәттәре һис ҡасан йылы булманы, тәүҙә асыҡтан-асыҡ низағлашһалар ҙа, аҙаҡтан бер-береһен аҫтан ғына киҫтеләр.

«Зәйни! Зәйниҙең генә этлеге!» – тине Ишбулат Кәмәлек буйында ултырған кәбәне таң менән янып киткәс. «Минең менән этләшеүеңде ташла, юғиһә, аҙаҡ үкенерһең», – тип янаны Зәйнетдин бер тапҡыр Ишбулаттың уларҙың урамынан үткәнен күреп ҡалып. Һөрәнләмәне, эргәһенә килеп, йылмайып, көлә биреберәк өндәште.

Бер йыл Зәйнетдин сирләп ятты, дауаханаларҙа ятып алды. «Үлә, имеш,  үлер сиккә еткән, хатта оҙаҡҡа бармаҫ», тинеләр. Ә ул, суҡынған, һин дә мин килеп сыҡты.

Ҡайтып күпмелер үткәс, Ишбулат уны күреп танымай торҙо. Ябыҡҡан, яурындары төшкән. Сал сәсле башы эйелгән, ҡулында таяҡ. Сыҡмаған йәне генә бар, тигәйнеләр, дөрөҫ икән.

– Йә, хәлдәр нисек? – тип һораны Ишбулат бер ниндәй кинәйәһеҙ, хатта яҡшылыҡ теләгәндәй булды.

– Шәп! Ифрат шәп, – тине Зәйни хәлһеҙ генә. – Сирләйем, тип һине ҡыуандыра алмайым.

– Һаулыҡ теләйем, – тине Ишбулат ҡарт ҡалтыранып. – Һин һаман шул кенәсел Зәйни икән.

– Әллә мин һыныр, һынмаһа, бөгөлөр, тип көттөңмө? Һинең үлгәнеңде күрмәйенсә, үлеү юҡ. Әгәр үлем килмәһә, һине үҙем дөмөктөрәм.

– Ысынлапмы? – тине һиҫкәнгән Ишбулат. – Юҡты һөйләйһеңдер.

Зәйни былай шаян ғына кеше була торғайны. Бәлки, һүҙ уйнатып әйткәндер, тип өмөтләнде Ишбулат.

– Һин һаман тереме ней әле? Үлмәнеңме? – тип мәкерле яҫҡынды Зәйни Ишбулатҡа былтыр һуңғы күргәнендә.

Тегенең күҙҙәре янып, осҡон сәсеп торған һымаҡ. Тештәре шаҡылдай, етмәһә, таяғын һелтәй. Ишбулат ҡасып тигәндәй ҡайтып китергә мәжбүр булды. Өйөнә ҡайтҡас, Фәтхиәһенә ошо хаҡта һөйләп торҙо, Зәйниҙең ни өсөн эҙәрлекләүенең сәбәбен белә алманы. Ошо хәл Фәтхиәнең хәтеренә төшһә, әле лә тертләп ҡуя.

 

Ҡайҙан белһен инде. Фәтхиәһе үҙе лә ошо хаҡта һөйләү түгел, оноторға тырыша. Онотолһа икән.

Йәш сағында, йәй булдымы  икән, Фәтхиә Мирхәтен етәкләп магазиндан ҡайтып килә ине, ҡаршыһына ҡулдарын һелтәп Зәйнетдин килде лә сыҡты. Күренеп тора, эскән, сәстәре туҙған, күлдәге елгә ялпылдай.

– Һеҙҙе осрата алмай инем, – тип һөйләнде ул, малайҙы күтәреп өҫкә сөйҙө. – Оҡшаған, тигәйнеләр. Дөрөҫ икән. Рәнйетмәйме? Ишбулатты әйтәм.

Фәтхиәнең ҡото ғына осто, тирә-яғына ҡаранды. Ярай берәү ҙә юҡ.

– Юҡ. Һүҙ ҙә булғаны юҡ, – тип аһылданы ҡатын. – Һин онот. Булманы, тип әйт.

– Булманы... Кемгә әйтәйем?

– Һораһалар әйт... Беҙгә яҡшылыҡ теләһәң, өндәшмә. Зинһар өсөн. Һин бит һәйбәт кеше.

Фәтхиәнең йөрәге уйылып төшөрҙәй, ҡото ҡалмаған саҡтары аҙ булманы. Айырыуса Ишбулаты бер аҙ эсеп алһа, Мирхәтте алдына ултыртып, әле әйләндереп, әле тулғандырып ҡараһынмы, күҙҙәрен секерәйтеп битенә терәлеп торһонмо. Ҡурҡа ине ҡатын, был ҡурҡыу ғүмер буйы оҙатып йөрөнө. Әле лә ҡурҡа, Ишбулаттың йоҙроғон тоя, ҡулы ҡаты. Фәтхиәһен бер һүҙ менән буйһондороп, үҙе теләгәнсә эшләтеп өйрәтте.

Ул ҡышҡы кистең һил мәлдәре әле лә күҙ алдында. Балалар түңәрәкләп ултырып шәмде уртаға ҡуйып дәрес әҙерләйҙәр. Мирхәт егәрле шул. Уҡытыусы һөйләгәнде осоп барғанда уҡ тотоп ала. Һәйбәт уҡый, тигән даны мәктәп эсендә генә ҡалманы. Ғайнановтар элек-электән уҡыуға булмаһа ла, ҡара эшкә маһир, тырышлыҡ, уңғанлыҡ менән алдырҙы. Мирхәттең бик шәп уҡыуы, ҡусты-һеңлеләренән айырмалы маҡталып йөрөүе күптәрҙе аптыратты. Етенсе класты бөткәндә Мирхәт Маҡтау грамотаһы тотоп ҡайтҡайны, үҙҙәре алған һымаҡ һәр береһе әйләндереп-әйләндереп ҡараны, стенаға элеп ҡуйырға урын ҡарай башланы.

– Кискә атайың ҡайтһа, күрһәтерһең, – тине Фәтхиә. – Әлегә һалып ҡуйығыҙ. Бөкләмәгеҙ!

Арып, нимәгәлер асыуланып ҡайтты аталары, бер һүҙ өндәшмәй һикегә килеп ултырҙы. Ашап туйғас, сәйҙе кемуҙарҙан шөпөрләткәс, атай ҡулына грамотаны тотторҙолар.

Әйләндереп-тулғандырып ҡараны ҡыҙыл байраҡлы аҡ ҡағыҙ киҫәген атайҙары. Мыҫҡыллы йылмайҙы, бер һүҙ өндәшмәне. Ҡамыр баҫҡан Фәтхиә уны күрҙе. «Эх», – тип кенә ҡуйҙы. Мәшәҡәт күмде, уяулыҡты юғалтты шул. Эшкә батып, ни булғанын онотто.

– Ярай, аңлашылды, – тине ап-аҡ Маҡтау ҡағыҙын битараф ҡиәфәттә ситкә ташлап. – Ҡалғандар ниндәйен тотоп ҡайтыр?

Бер кем бер нәмә лә һиҙмәне, әсәләре лә өндәшмәне.

Ғүмер буйы шулай булыр, үтер, онотолор һымаҡ ине. Фәтхиәнең хәтерендә онотолмаҫлыҡ ваҡиғалар байтаҡ ҡалған. Зәйниҙән былай анһат ҡына ҡотолорлоҡ түгел икән шул. Иң тәүҙә, нисек кенә сәйер тойолмаһын, улы Мирхәт үҙе белдерҙе. Күмәкләшеп район үҙәгенә һабантуйға барғайнылар, юлдарына тағы Зәйни ҡарт тура килде.

– Әсәй, ошо ҡарт кем ул? – тип һораны Мирхәте.

Ярай Ишбулат арттараҡ ҡалғайны, ишетмәне.

– Кемде әйтәһең, улым? – тип һораны әсәһе. Зәйниҙе күргәс, юғалып ҡалды.

– Миңә бәйләнеп тик йөрөй. Үткәнендә мәктәп эргәһендә осраны.

– Нимә тине?

– Кил әле, улым, бер генә яратып ҡалам, тине. Шунда йөрөнө. Әллә мине һағалай инде.

Ә Мирхәт уҡыуға ла, эшкә лә шәп булып үҫте. Армияға киткәнсе үк институтҡа уҡырға инде. Үҙе теләп армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Әлеге һымаҡ бер йыл, ике йыл түгел, өс йыл хеҙмәт итте лә ҡуйҙы..

Тырышлығын күрҙеләр, үрләттеләр, маҡтаулы исемдәр яуланы. Бәләкәй сағында, йәшлегендә Мирхәт Зәйнигә әллә ни оҡшамай ине әле, олоғая килә, айырыуса, ауылса әйтһәк, арыу урынға ултырғас, Зәйниҙең күсермәһенә әйләнде лә ҡуйҙы. Тарбаңлата баҫып, һәлмәк кенә атлап килеүен әйт әле, шул тиклем дә оҡшар икән.

Фәтхиә улына ошо хаҡта, үҙе иҫән-һау саҡта әйтергә әллә нисә тапҡыр уҡталып та ҡуйғайны. Ниңә йәшереп торорға, онотолоп бөтөп бара бит инде. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәне, төрлөсә уйлап ҡараны. Үҙе, Мирхәте, һуңғы осор бер ҙә ҡыҙыҡһыныу белдергәне юҡ. Әйтерһең, был тормошта улының башҡа яҙмышы булмаған да, әсәһе улы өсөн ут йотоп йөрөмәгән. Күңелендә ауыр йөк булып тик тора, әйтһен улына, аңлатһын. Һәр хәлдә, әсәһенең таман ғына ла ғәйебе юҡ. Юғиһә, һуңынан килеп һөйләрҙәр. Ярай ҙа асылын белеп, дөрөҫлөктө ярып һалһалар. Кеше бит ҡыҙыҡ хәҙер, уға бер хәбәр һөйләйһең, ә ул ентекләп еткереүҙе талап итә, күберәкте белергә ынтыла. Ул ғына етмәй, фараздар ҡора, үҙенән өҫтәй, бутай башлай, шыпа бушты һөйләргә тотона.

Иренән башларға булды Фәтхиә. Ишбулатынан. Әйҙә, белһен, ҡатынынан ишетһен.

Тәүҙә Рәйлә килен килтергән күстәнәс һөт менән сәй эстеләр.

– Ҡатыраҡ итеп  яһа, – тине Фәтхиәһе Ишбулатына. – Йоҡомһоратып тик тора. Бер аҙ күҙ асылып ҡалмаҫмы тигән булам.

Ҡойҙо ҡарты, ҡып-ҡыҙыл сәй ултыртты алдына.

– Ҡарсыҡ, һиңә әйтәм. Килешерме? Ғүмергә бындайҙы эсмәгәнде.

– Заманаһы шулай, ҡатырағын да ауыҙ итергә тура килә. Һиңә һүҙем бар ине. Тыңлаһаңсы...

– Бәй, тыңламай ҡара. Ғүмер буйы ауыҙыңа ғына ҡарап йәшәнем.

– Һиңә үпкәм юҡ. Рәхмәт,  рәнйетмәнең, ауыр һүҙ әйтмәнең. Бына тигән балалар үҫтерҙек.

– Шулай шул. Үҙеңә рәхмәт инде. Кеше араһында кәм-хур булманыҡ.

Ҡарсыҡ тәрән итеп тын алды, сәйен мул ғына уртланы, йотоп ҡуйҙы.

– Һинең менән, атаһы, һөйләшкән дә юҡ. Һүҙем бар ине. Ғүмер бөтөп барғандай.

– Кем хаҡында тағы. Беҙҙең һүҙ һөйләр заман үтте инде, әсәһе.

– Шул, баяғы, Мирхәт хаҡында. Һин миңә үпкәләмә.

– Әйләнгән һайын үпкәләй башлаһаң. Мирхәткә нәмә булған?

– Юҡ, бер ни булманы. Мин һиңә килгәндә...

– Сеү! – тине ҡарт тирә-яғын ҡарап, берәү ҙә юҡлығына ышанғас. – Сеү! Хәҙер Мирхәт һинеке лә, минеке лә түгел. Уның үҙ донъяһы, үҙ эше. Уның хаҡында онот.

– Нисек онот? Ул минең улым.

– Беләм. Ул минең дә улым.

– Мин һиңә...

– Сеү! Өндәшмә! Ауыҙыңдан ел алһын.

– Мин һине белһен тигәйнем. Аңлатырға ине.

– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр. Нимәһен аңлатырға итәһең? Мин был хаҡта былай ҙа беләм. Һинән башҡа ла.

– Нисек белә инең? Һиңә һөйләнеләрме? Кем?

– Төҫһөҙҙө күҙһеҙ ҙә белә. Мин һиңә йәш кәләш ҡосағына инергә торған малай түгел.Төшөндөрҙөммө, әллә аңлатып бирәйемме?

– Бына ҡыҙыҡ. Аңлат һуң.

– Үҙең уйла, әсәһе, алтмыш йыллап, ярты быуаттан ашыу ғүмер үтте. Кешеләр был хаҡта онотоп бөттө. Һин хәҙер иҫтәренә төшөрөргә йыйынаһың. Кәрәкмәй, онот.

– Бер ҙә онотолмай бит әле, – тип иламһыраны ҡарсыҡ. – Үҙемде гонаһлы тоям. Һиңә лә аңлата алманым. Тыңламайһың да.

– Йә, ярай, һөйләп ҡара. Тик ҡыҫҡа тот.

– Һуң, һин беләһең дә инде. Мин теге Зәйни, кем Зәйнетдин менән йәрәшеп бөткәйнем. Туйын да, мәһәрен дә һөйләшкәйнек.

– Шунан?

– Вазифа еңгәм никахты ҡабаландырҙы. Һуғыштан һуңғы ваҡыт, кейәүҙәр юҡ, һуғышта ҡырылып бөттө, ултырып ҡалаһың, тип, әллә нимәһен ашыҡтырҙы. Үҙен иртән ФЗО-ға алып киттеләр.

– Һуң, быны һин миңә элек һөйләнең дә инде. Һис ҡыҙығын да күрмәйем. Хәтерем алдашмаһа, былтыр ҙа әйттең, шикелле. Һине борсомам тигәйнем, әйттерәһең инде.

– Нимә булған? – тине ҡарсығы.

– Нимә булһын, йәше лә байтаҡ инде. Киткән ул, етеһен уҡытырға әҙерләнәләр, ти.

– Киткән? Үлгәнме? Кемде әйтәһең?

– Шул инде, иртәнән бирле һөйләйһең. Зәйнетдин үлеп киткән бит. Кисләтеп кенә алып ҡайтып ҡуйғандар. Кеше ғәләмәт күп булған, тиҙәр. Бер һарыҡ һуйғандар, ике урында аш һалғандар.

– Ҡуй инде, әллә сирләгәнме?

– Белмәйем, мин табип түгел. Йоҡлағанда ғына үткән дә ҡуйған. Интекмәй, йонсомай киткән. Етте! Был хаҡта хәбәр бөттө. Башҡа һөйләмә.

– Һин дә тыңламағас, кемгә һөйләйем һуң?

– Миңә ҡыҙыҡ түгел. Ана, телевизорҙан һинән яманыраҡ һөйләйҙәр. Һинең хәбәреңдең бер мәғәнәһен дә күрмәйем. Булған, бөткән, онотолған. Элегерәк уйларға ине.

– Элек белһәң, нимә эшләр инең?

– Әллә, уйлағаным юҡ. Һүҙ нимә хаҡында ине әле? Нимә эшләнем тинең?

Ҡарсыҡтың йәне көйҙө. Ҡартына ауыр һүҙҙәр әйткеһе, уны мәсхәрә иткеһе килде. Үҙ ғүмеренде беренсе тапҡыр. Әллә кем булып ултыра. Үҙе ауырлы ҡыҙға өйләнгәнен дә белмәй.

– Һиңә һөйләгән мин алйот, – тип ҡулын һелтәне.

Төш мәлендә ҡапҡа алдына ап-аҡ затлы автомобиль килеп туҡтаны. Унан байтаҡ көттөрөп бер кеше төштө, телефондан һөйләшә икән. Бик һирәктәр таныны, Ишбулат ҡарт менән Фәтхиә ҡарсыҡтың улы, ҙур урында ултырған Мирхәт Ишбулатович икән. Ауылға газ үткәргән, асфальт юл түшәткән ҙур түрә тинеләр үҙен.

Өйгә инеү менән Мирхәт әсәһен ҡосаҡлап алды, йомшаҡ ҡына итеп арҡаһынан һөйҙө.

– Минең әсәй, маладис, – тине ул. – Әле йүгереп йөрөрлөк.

– Күҙ тейгеҙеп ҡуй, – тине атаһы. – Көн һайын һине һөйләй. Ҡасан килә, ти ҙә тора. Бына, әсәһе, килде улыбыҙ. Һөйлә үҙенә, вис кенә һөйлә, береһен дә ҡалдырма.

Фәтхиә ҡарсыҡ берсә улына, берсә бабайына ҡараны.

– Юлдан килгән бит, сәйеңде ҡуй, – тип кенә әйтә алды.

Улы күстәнәстәрен тотторҙо. Нимә генә юҡ, һөтөнә тиклем бар.

Мирхәт бер арала ауыл хәлдәрен һорашты:

– Зыяратҡа юл асҡандар икән. Әллә берәйһе китеп-маҙар ҡуйҙымы? – тине ул тауышына алдан уҡ ҡайғылы төҫ биреп.

Ҡарсыҡ менән ҡарт бер-береһенә ҡарашты.

– Аһ, ишетмәгәнһең икән, – тине ҡарт. – Мин дә һуң ғына белдем.

Шул арала ҡарсыҡ ҡыңғырлап төпкө бүлмәгә инеп китте. Ҡарты менән улы үҙ-ара аңлашһындар тинеме?

– Кем тинең, атай? – тп өндәште улы.

– Теге үрге остан. Кем әле? Хәтереңде эт талаған. Зәйни инде. Зәйнетдин. Беләһеңдер?..

Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Төпкө бүлмәлә Фәтхиә ҡарсыҡ та шымды. Мирхәт нимә әйтер?

– Белмәйем, атай, ауылда элек кеше күп ине бит. Барыһын да хәтерләп торорһоң, буғай, – тине Мирхәт, ап-асыҡ итеп әйтте.

– Һиңә һөйләмәнемме? – тип көлдө атаһы. – Гелән миңә бәйләнеп йөрөнө. Һине дөмөктөрмәйенсә үлмәйем, тине. Алдырыр көн яҙҙырыр, ти. Ул ҡайҙа ла, мин бөгөн ҡайҙа. Әсәһе, сәйгә сығаһыңмы?

Фәтхиә ҡарсыҡ тырышып-тырышып Йәсин сүрәһен уҡый ине. Аһ, белмәй ҡалды бит, хәйер булһа ла индертә ине. Белмәй ҡалды...

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: