+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Март 2022, 20:00

Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы...

8 Март байрамы үтте-үтеүен, тик Нурзиләнең күңеле һаман болоҡһоу, кәйефе бөтөнләй юҡ. Әле лә ҡолағында бер үк һүҙҙәр яңғырай: “Бер нәмәгә лә эшкинмәйһең! Хатта ашарға ла тәмле итеп бешермәйһең! Йүнһеҙ!”

Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы...
Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы...
Ире был һүҙҙәрҙе йыш әйтә, тик бына улар байрам көнөндә лә яңғырағас, ҡатынға ныҡ ауыр булды. “Иххх... Заяға үтеп бара бит ғүмерем... Бер ҡәҙер-хөрмәт юҡ. Ә мин бит тырышмайым түгел, тырышам... Ана күрше ҡатынға ире рауза гөлләмәһе генә түгел, бүләген дә йәлләмәне...”
Нурзилә шундай уйҙарға бирелеп ултырҙы ла ғинуарҙа бәйләй башлаған шәленә тағы тотондо. “Яҙмыш – һәр кемдең ҡулында, тиҙәр. Минең дә бәхетле йәшәүгә хаҡым бар бит...” Ҡапыл ҡатындың күҙ алдына баҡсаларындағы күрше ир Мораҙым килеп баҫты. Һиҫкәнеп китте ул...
Йәкшәмбе иртән тәгәрмәсле ҙур сумкаһын һөйрәп туҡталҡаға ҡарай йүнәлде Нурзилә. Яҙ ҙа етте, ҡыш буйы бармаған баҡсаһына юлланды ул. "Бәлки, күрше ҡатын да өйҙәлер. Ул йыл әйләнәһенә шунда йәшәй бит. Уға ла инеп хәлен белешермен", - тип уйлап алды...
Тик бына ире Байтимер генә, һәр ваҡыттағыса, һөйләнә: “Кемгә кәрәк һинең сәскәләрең? Йәй буйы ыҙалап үҫтергән картуф менән помидорҙы ла күрше баҙарҙан да һатып алып була. Магазинда йәшелсә-емеш бөткәнме? Аҡса эшләйһең бит, һатыр ҙа алырһың...” Эйе, бер ҡасан да аңламаны Нурзиләне ире. Ғаиләләрендә бар ауырлыҡтар тиерлек - ҡатын иңендә. Шуға Нурзилә баҡсаға ла үҙе генә йөрөргә күнеккән. Бөгөн дә, ялда сағында, барып әйләнмәксе булды.
Яҙ һулышы бында, ҡалалағы шау-шыу ҙа юҡ... Эргә-тирәләге ағастар ҙа ҡояштың нурҙарын ирәйеп таратыуын көтөп кенә тора. “Бына бында, исмаһам, рәхәт! Бер кем дә көнө буйы мыжымай. Атай-әсәйемдән ҡалған ер! Анау баҡсалағы өйҙө лә атайым күтәргәйне бит! Шул саҡта ул: “Ҡыҙым, ошо йорт һәр ваҡыт мине хәтерләтеп торһон. Зинһар, бер үк ерҙе һатып ҡуйма. Уның иң ҡәҙерле нәмә икәнлеген хәтереңдән сығарма. Ер кешене ашата, туйындыра”, - тигәйне. Анау йәмле яҙ, йәй һәм көҙ көндәрендә тирә-яҡты йәмләп ултырған сәскәләрҙе әсәһе ултыртҡайны. “Күп йыллыҡтарҙы үҫтерергә яратам. Улар ғүмерҙең оҙон булыуын теләү кеүек”, – тип әсәһенең әйткән һүҙҙәрен дә йыш хәтерләй Нурзилә.
Эйе, ҡатындың атаһы менән әсәһе бик татыу йәшәне. Өс балаһын да һөйөү-хөрмәттә үҫтерҙеләр. “Ҡыҙым, ниндәй генә эште атҡарһаң да, намыҫ менән үтә. Иң мөһиме - бар күңелеңде һал. Ғүмер бер генә, уның ҡәҙерен бел, бәхетле йәшә”, – тип өйрәттеләр. Тик бына ҡатын бәхетен ҡайҙан алырға? Балалар ни үҫте лә үҙ ояһын ҡорҙо. Нисек тормоштан йәм табырға?
Байтимеренә бер күреүҙән ғашиҡ булып, яратып кейәүгә сыҡҡайны Нурзилә. Быға шаһиттар, һеҙ бәхет өсөн генә яратылған, тигәйне. Тик бына иренең ҡырыҫлығы, тәкәбберлеге, үҙен ҡырыҫ тотоуы, һаранлығы тора-бара ҡатындың күңелен тамам ташҡа әйләндерҙе. “Бынау байрамда бер генә сәскә булһа ла бүләк итә ала ине бит. Тормош ошондай ваҡ ҡына шатлыҡтарҙан әүәлә...”
Ҡатын ҡапыл күршеһе Мораҙымды күреп ҡалды. Ул баҡсаһынан ҡайтышмай: ҡыш та, йәй ҙә шунда. Яңғыҙ кешегә бында еңелерәктер: эш менән үтә ял көндәре. Ул арала: “Һаумы, Нурзилә! Һин дә бындамы ни?!” – тип ҡысҡырҙы әллә ҡайҙан Мораҙым. Ҡатын уға йылмайып, сәләмләп ҡул болғаны ла баҡсаһындағы йортҡа инеп китте. Тулҡынланғайны...
Көн тиҙ үтте. Баҡсала эш һәм уйҙары менән артыҡ мауығып киткән, тиҙ генә әйберҙәрен алып һуңғы автобусҡа йүгерҙе.
Ул арала ныҡлап ҡар яуа башланы, көслө ел сыҡты. Ә көткән автобусын алыҫтан ғына күреп ҡалды Нурсилә. Аптырағас, баҡсаға кире барайым тип боролғайны, аптырап ҡалды. Күршеһе шәп-шәп атлап ҡаршыһына килә... “Нурзилә, көн насарланды, көслө ел сыҡты, өшөп бөтәһең бит. Әйҙә кире ҡайт. Шифалы бал, ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсербеҙ. Бынау һалҡын көндә сирләп ҡуйма инде...”
...Мораҙымдың хуш еҫле үләндәрҙән яһалған сәйен тәмләп эсте Нурзилә. Һәр йотомо күңеленә шифа биргәндәй. Ҡатын ирҙең һөйләгәндәрен кинәнеп тыңланы ла тыңланы. Беренсе тапҡыр үҙен яҡлаулы, һаҡлаулы итеп тойҙо. Ә тышта ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы... Уға ҡушылған көслө ел ҡатындың күңелендәге ауыр йөктө, шик-шөбһәләрен, ҡурҡыуын, гүйә, осороп алып китеп аҙаштырҙы. Был мәлдә ул хатта ҡалала иренең көтөүе хаҡында ла онотҡайны, телефоны ла һүнгән ине...
..Тәрән уйға ҡалған Нурзиләне стенаға эленгән сәғәт телдәре ҡапыл һиҫкәндереп ебәрҙе: киске һигеҙ тулған ине.
“Мин һине күптән, студент саҡтан уҡ яратам бит, Нурзилә! Шул ваҡытта уҡ һинең менән бергә булғым килә ине, тик шул үҙемдең баҙнатһыҙлығым... Иҫләйһеңме? Һин Өфөгә университетҡа уҡырға ингән йылдың көҙөндә беренсе курстағылар өсөн махсус кисә ойошторғайнылар..." - Мораҙымдың был һүҙҙәренән Нурзилә бөтөнләй өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды. “Ул мине күптән белә икән.. Ә мин... Нишләп бөтөнләй хәтерләмәйем һуң?..”
- Кисә лә, бөгөн дә ҡар яуыуын оҙаҡ күҙәттем, - тип һүҙен дауам итте Мораҙым. – Улар янымда ынйылай өйөрөлдө. Тик бына һин, ғүмер буйы яратҡан кешем, эргәмдә түгел... Ә бөгөн янымдаһың! Үҙеңде сикһеҙ яратыуым хаҡында студент саҡта әйтә алмағайным, был мөмкинлекте әле яҙмыш үҙе бүләк итте! Уҡыған саҡта һин бит миңә хатта күҙ ҙә һалмай инең. Сибәр, мыҡты кәүҙәле, татлы һүҙле, отҡор Байтимер булғанда, мин кем инде?! Шым ғына ярата бирҙем. Эх, шул саҡта барлыҡ ҡыйыулығымды туплап, һөйөү хистәремде белдерһәм... бәлки, яҙмышым да бөтөнләй икенсе булыр ине. Ә хәҙер... Һине яратырға ла ярамай, бары был хаҡта хыялланырға ғына ҡала, Нурзилә...
Эйе, ул саҡта Байтимерҙең тышҡы матурлығына, ҡыйыулығына, матур һүҙҙәренә алданып, эргәһендәге башҡаларҙы күрмәне лә шул Нурзилә. “Эх, йәшлек... Ҡайтһаң ине кире шул саҡҡа. Бәлки, тормошом бөтөнләй икенсе булыр ине...”
- Университетта диплом алғанда ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан торған ҙур гөлләмәне “серле егет”тән тип тапшырғайнылар. Ул һин инеңме әллә? – тип шым ғына һораны ҡатын, ирҙең һағышлы күҙҙәренә бағып.
- Эйе, мин инем. Аҙаҡ һин кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда ла курьер аша шундай уҡ гөлләмә ебәргәйнем. Ғүмер буйы һине ситтән күҙәттем, ситтән ҡарап яраттым. Шуға ошонда, атай-әсәйеңдең баҡсаһы эргәһендә, ер һатып алырға йөрьәт иттем. Ул саҡта ҡатыным менән айырылышҡайным. Ул минең кемделер яратыуымды һиҙҙе, быны ғәфү итә алманы. Балаларыбыҙ ҙа булманы...
Икеһе лә йәнә шым ҡалды. Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы... Әллә күпме ваҡыт үткәндәй булды ошо тынлыҡта. Унан ҡапыл Мораҙым телгә килде: “Әйҙә, Нурзилә, бөгөнгө осрашыу йәһәтенән ҡалалағы ресторанға барайыҡ. Хәҙер такси саҡыртам”. “Юҡ, килешмәҫ. Мин бит кейәүҙәмен. Өйҙә ирем көтә”, – тине ҡатын. “Бер хилафлыҡ та юҡ, Нурзилә. Етмәһә, бөгөн – минең тыуған көнөм. Уны һинең менән бергә үткәргем килә. Ошо – берҙән-бер хыялым, зинһар, ҡаршы килмә...”
Ирҙең ҡарашынан тулҡынланған Нурзилә “юҡ” тип әйтә алманы.
...Тышта көслө ел дә, туҡтауһыҙ яуған ҡар ҙа бер аҙға тынып ҡалғандай. Хатта ҡалалағы шау-шыу ҙа артыҡ ишетелмәгәндәй. Был ваҡытта Нурзилә менән Мораҙым ресторан эргәһендә ине инде.
- Зинһар, бер минут ҡына көтөп тор әле, Нурзилә, – тип Мораҙым кинәт ҡайҙалыр китеп барҙы. Оҙаҡ та үтмәй, кире ҡатындың ҡаршыһына килеп баҫты. Ә ҡулында - ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан торған ҙур гөлләмә!.. "Иң бәхетле көнөм бөгөн, Нурзилә! Ул бәхетте һин бүләк иттең!" - тип ир күҙҙәренән йәш атылып сыҡҡан ҡатынды сәскәгә күмде...
Улар ресторанға инеп, өҫтәл янынан урын алды. Ә эргәлә генә... Байтимер бер сибәр ханымға һөйөүен белдерә ине... Башҡаларҙы күрер хәлдә лә түгелдәр. Иренең асыҡтан-асыҡ ишетелгән һүҙҙәре Нурзиләнең мейеһен быраулап инде: "Мин һине генә яратам! Саҡ ҡына көт... Бына бөгөн ҡайтҡас уҡ ҡатынға барыһын да әйтәсәкмен! Иртәгә үк бергә буласаҡбыҙ, йәнем!.."
Был һүҙҙәрҙе ишеткән, Нурзиләнең кисерештәрен йөрәге менән тойған Мораҙым уны йәһәт кенә урамға алып сыҡты. Тышта һаман да яуған ҡар ҡатынды ҡапыл аңына килтерҙе, саф һауа һулышын иркенәйтеп ебәрҙе. "Тыныслан, Нурзилә. Мин һине шундай ныҡ яратам!.." - тип шыбырлап, һөйгәнен йылы ҡосағына алды Мораҙым. Ҡатын ҡапыл тынысланып, иркен тын алып, иргә йылмайып ҡараны, ҡосағына нығыраҡ һыйынды...
Йәнгә үткән ел тынған ине. Ә ҡар һаман яуҙы ла яуҙы. Бер-береһен тапҡан йәндәргә ап-аҡ бәхет юраны...
 
Фото: k55.ru
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: