Рәхәт тормоштан берәү ҙә бындай тынғыһыҙ эшкә йәбешеп ятмаҫ. Дөрөҫ, әбей үҙе ныҡ күренә әле. Бәлки ғүмер баҡый уҡытыусы булып эшләүе лә ярҙам иткәндер. Балалар менән уртаҡ тел табып өйрәнгән кеше ғәҙәттә ауырлыҡтарға тиҙ яраҡлаша.
Бер көн больница-аптека-магазин аша йөрөп ҡайтҡайным, өйөмдә берәү ҙә юҡ, ә асҡысым эстә ҡалған. Хәмиҙә инәй янына төшөп ултырырға тура килде. Киленемә шылтыратҡайным, бер сәғәттән ҡайтам, ти. Шул арала инәй менән һөйләшеп, байтаҡ фекер уртаҡлығын асыҡланыҡ. Инәйҙең тормош иптәше иртә үлгән. Бер үҙе улы Динарҙы үҫтергән. Ҡарап тороуға инәй һыр бирә торған кешеләрҙен түгеллеге күренеп тора. Улы һуң өйләнгән.
– Шунда уҡ башлы-күҙле итә алманым, – тине ул. – Димләп тә ҡаранылар, үҙе лә бик ынтылманы. Бер мәл һорағайным, ниңә өйләнмәйһең, тип, улым: “Ике сәбәбе бар, – тине. – Беренсеһе – миңә һинең һымаҡ уңған, егәрле ҡатын кәрәк. Икенсенән, мин өйләнермен, ә һеҙ уртаҡ тел таба алмаһағыҙ, өсөбөҙгә лә ҡыйын булыр”, – ти. Мин шунда: “Улым, өйлән. Мин һеҙгә ҡыйынлыҡ килтермәйәсәкмен. Әгәр кәрәк тип тапһағыҙ, фатирымды ҡалдырып сығырға ла ризамын”, – тип әйтеп ҡуйҙым.
– Улым бик егәрле, үҙе ҡыҙҙар һымаҡ баҙнатһыҙ булды. Йөрөгән ҡыҙҙары ла бар ине, ләкин ҡабаланманы. Утыҙ йәштән һуң ҡайтып иғлан итте: “Әсәй, мин өйләнәм”, – ти.
Кәләшен алып килде.
Мин шул ваҡыт үҙебеҙҙең тормошобоҙҙоң улым өйләнгәнгә тиклем һәм улым башлы-күҙле булғандан һуңғыға бүленерен күҙ алдыма ла килтермәй инем әле. Бына ул кәләшен танышырға тәүге тапҡыр алып килә. Түҙмәйем, тәҙрәнән ҡарап торам. Иң тәүҙә машинанан улым төштө һәм артҡы ишекте асты. Унан ябай ғына пальто кейгән бер ҡыҙ күренде. Автомобилдән ике сумаҙан, ниндәйҙер коробкалар тотоп, өйгә ташый башланылар. Шунан һуң өсәүләп ултырып, төшкө ашты ашаныҡ.
Мин килендең улымдан ете йәшкә өлкән икәнлеген һуңынан ғына белдем. Ярай, өлкән икән, өлкән, бынан ғына донъя емерелеп төшмәҫ. Иң мөһиме, улыма оҡшаһын, ул бәхетле булһын. Шулай итеп, килен аҡрынлап беҙҙең фатирыбыҙҙа үҙенең тәртиптәрен урынлаштыра башланы. Беҙҙең үҙ йәшәү рәүешебеҙ бар. Бында милли менталитет тураһында әйтеп тә тормайым. Киленебеҙ ҡамыр аҙыҡтарҙы яратмай икән. Ә мин өҫтәлебеҙҙе бәлешһеҙ, бөйөрөкһөҙ күҙ алдыма килтерә алмайым. Ул ғына етмәгәйне, киленебеҙ итле ризыҡтарҙан тамам баш тартҡан булып сыҡты. Бәлки быныһы дөрөҫтөр. Ул үҙе ашханала мөдир булып эшләй. Кем белә, бәлки шунда бәлеш, ит еҫенән туйып ҡайталыр. Мин хатта ашап ҡайталыр, тип уйламайым да. Хәйер, мине алдап булмай. Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә, тигән һымаҡ, мул ғына буй-һынына ҡараһаң, киленебеҙҙең һыуҙа һәм икмәктә генә ултырыуына нигеҙле шиктәр бар. Ә май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ йәшәгән улым күҙ алдында һурыҡты ла ҡуйҙы. Танауҙары ослайып, күҙҙәре эскә батып, сикә һөйәктәре беленә башланы. Бер көн йәшереп кенә килен юҡта билмән бешереп ашағайныҡ. Ашханала эшләгән хужа булған кешене отоп буламы ни инде, килеп инеү менән: “Кемегеҙ ит бешерҙе? Һуңғы тапҡыр булыр!” – тип киҫәтеп ҡуйҙы.
Килен аҙыҡ-түлеккә мораторий индереүҙең иң уңайлы юлын тапты. Хәҙер барлыҡ аҡса, хатта минең пенсиям да – уның ҡулында. Һыуытҡысҡа ул ғына хужа. Бер көн яңы ғына бешеп сыҡҡан бәлеш һатып алғайным. Ике генә киҫәк ашап өлгөрҙөм, сүп-сар күнәгенә сығарып та ырғытҡан. Ошо хаҡта һөйләшергә теләгем бар ине, өлгөрмәнем. Киленем ҡайтып, яңы саралар иғлан итте. Ҡыҫҡаһы, хәҙер беҙ улым менән килен урынлаштырған тәртип буйынса ғына йәшәйәсәкбеҙ. Айырыуса, аш-һыу мәсьәләһенә ҡағылған осраҡта. Атай-әсәйҙән ҡалған йола буйынса Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәренә ҡоймаҡ ҡоймай ҡалғаным юҡ ине. Иртән иртүк балаларҙы ҡоймаҡ менән ҡыуандырайым, тип аш бүлмәһенә инһәм, кефирымды түккәндәр, ҡоймаҡ онон ҡайҙалыр йәшергәндәр. Былай байрамһыҙ ҡалманым. Күршеләргә сыҡҡайным, телевизорын да ҡараныҡ, ҡоймаҡлап сәйен дә эстек. Әйткәндәй, телевизор хаҡында. Хәҙер мин уны киленем эштә саҡта ғына ҡарай алам. Ә мин ҡарарға яратҡан сериалдар йә кискә ҡала, йә ял көндәрендә күрһәтелә.
Быларына ғына түҙергә булыр ине, ләкин килен бер көн минең менән бөтөнләй һөйләшмәй башланы. Ҡайҙа һөйләшеү-иҫәнләшеү. Мин керһәм, күрмәмеш була йә арты менән ултыра. Ҡыйын булһа ла бының сәбәбен улымдан һорарға тура килде. Шул ваҡыт улым Динарҙың йөҙөнөң асылып китеүен күрһәгеҙ! “Һиңә әйтмәнеме ни ул, әсәй, – ти, – беҙҙең бит балабыҙ буласаҡ”. Йә инде, бер фатирҙа йәшәп, улымдың балаһы тыуырын да белмәй йөрөйөм. Ләкин миңә булған сикләүҙәр бының менән генә бөтһә икән! Ялға сыҡҡас, килен мине ғөмүмән күрә алмаҫ булды. Әгәр бүлмәмдән сыҡһам, мин шым ғына йөрөргә тейешмен. Киленем, күренеп ҡалһам: “Һеҙ тағы нимә юғалттығыҙ?” – тип миңә асыулы өндәшә. Түҙмәнем, килен поликлиникаға барған көндө улыма барыһын да һөйләп бирҙем. Бындай шарттарҙа йәшәй алмауымды төшөндөрөргә тырыштым. Улым аңлар, ярҙам итер, тип көткәйнем, юҡ шул. Ул шунда уҡ ҡатынын яҡлай башланы. Мин шунда беренсе тапҡыр берҙән-бер ышанысым һәм өмөтөм булған улымды тамам юғалтыуыма төшөндөм. Бындай хәлдәрҙе минең күргәнем бар. Ҡартайғас, донъя көтөргә эшкинмәй башлағас, күпме әхирәтем йәштәр өсөн артыҡ булып сыҡты һәм тормошта үҙ юлын юғалтты...
...Ул арала булмай, үҙемдең киленем ҡайтып керҙе. Хәмиҙә инәй алдында уңайһыҙ булды, мин бит уны тыңлап бөтә алманым. Икенсе көнөнә, эштәлер, тип төшһәм, ят ҡатын ултыра.
– Арыны, бер аҙ ял итеп алһын, – тине ул миңә. – Ошонан йыраҡ та түгел, ҡуртымға бүлмә алған, шикелле.
– Нисек бүлмә алған? Уның бит үҙенең фатиры бар? – тинем мин аптырап.
– Белмәйем, белмәйем, – тине вахтер миңә. – Һәр хәлдә, беҙҙең белеүебеҙсә, уны, Хәмиҙә апайҙы, үҙенең фатирынан сығарып ебәргәндәр.
Был мәсьәлә мине аптыратты. Нисек инде, етмеште үткән, эшләп йөрөй, етмәһә, фатирынан сығарып ебәргәндәр?.. Ҡуртымға фатир алған... Юҡ, инәйҙе ярҙамһыҙ ҡалдырырға ярамай!
Икенсе көнөнә төшһәм, Хәмиҙә инәй һаман да юҡ. Бәлки берәйһе адресын беләлер, тип һорашҡайным, берәү ҙә әйтә алманы. Түҙмәнем, өсөнсө көнөнә тағы төштөм. Консьерж урынында Хәмиҙә апай ултыра.
– Һаумыһығыҙ! – тип уның менән иҫәнләштем мин. – Күптән күрешмәгәс, һеҙҙе һағындырған һымаҡ.
– Һаумыһығыҙ, – тине ул һалҡын ғына.
– Хәлдәрегеҙ нисек? – тип һорайым.
– Минең хәлдәрем бик яҡшы, – тине ул, – һеҙгә лә шуны теләйем.
– Ә беҙ һеҙҙең өсөн борсолоп бөттөк, – тинем. – Дүрт көн ултырҙығыҙ ҙа, юғалдығыҙ ҙа ҡуйҙығыҙ.
– Нисек дүрт көн? – тине ул күҙлеген бер кейеп, бер сисеп. – Минең дүрт көн ултырғаным юҡ. Ғөмүмән, минең бер кешегә лә үпкәм юҡ.
Бына нисегерәк һайрай башланы беҙ ярҙам итергә ашҡынып килгән Хәмиҙә инәйебеҙ!
– Нисек инде ярҙамға мохтаж түгелһегеҙ? Бер нисә көн элек кенә киленегеҙгә, улығыҙға зарланып ултырғайнығыҙ. Етмәһә, һеҙҙе фатирығыҙҙан сығарып, ҡуртымға фатир алырға мәжбүр иткәндәр икән, – тип ныҡышам мин.
– Кем һөйләй ул хәбәрҙе?! – тип аҙарынды инәй миңә. – Төптө буш хәбәр! Һеҙгә был ғәйбәтте кем әйтте?
– Бәй, үҙегеҙ зарланып ултырғанһығыҙ бит, – тип аптырандым мин. – Өйөгөҙҙә киленегеҙҙең һеҙҙе эҙәрлекләүе тураһында һөйләнегеҙ. Был нисек була инде, һеҙ бер нәмә һөйләйһегеҙ, мин һеҙгә ярҙам итергә теләйем, ә дүрт көн дә үтмәй, һеҙ баш тартаһығыҙ.
– Бушты һөйләмәгеҙ! – тине ул өҙөп. – Мин һеҙҙән ярҙам һораманым! Һеҙ нәмә, был хаҡта гәзиткә яҙырға йыйынаһығыҙмы? Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям, һеҙ яҙасаҡ бер хәбәр ҙә дөрөҫ түгел! Минең улым һәм киленем бик бәхетле йәшәйҙәр һәм мине яраталар! Һеҙ минең хаҡта уйланығыҙмы, юҡмы? Мине бит һеҙ ҡарамаясаҡһығыҙ. Мин киленем һәм улым ҡулына ҡаласаҡмын. Әгәр улар ҡарамаһа, мине ҡарттар йортона илтеп ташлаясаҡтар. Шуның өсөн, үтенеп һорайым, ҡыҫылмағыҙ минең тормошома! Минең өсөн борсолорлоҡ кеше бар. Шулай булғас, биғәйбә! Ошонда ултырып, аҙ ғына булһа ла аҡса эшләргә мөмкинлек бирегеҙ! Мин балаларыма ярҙам итергә теләйем!
Минме һуң инде, төбөнә төшөнмәйенсә, туҡтай торған кеше. Инеп ултырҙым да, вахтерға ул һөйләгәндәрҙе, ошондағыларҙан ишеткәнемде һәм фараздарымды теҙеп һалдым.
Тәүҙә Хәмиҙә инәйем бик битараф тыңланы. Әйтерһең, һүҙ уның хаҡында түгел, ниндәйҙер бер ят ҡарсыҡ тураһында бара һәм ул ҡыуылған ҡарсыҡҡа инәйебеҙҙең бер мөнәсәбәте лә юҡ.
– Әгәр былай булһа, Хәмиҙә инәй, һеҙҙе дәүләт ҡарамағындағы ҡарттар йортонда түгел, һуңғы йылдарҙа Өфө эргәһендә күпләп барлыҡҡа килгән “Деддом”да көтәләр. Һеҙҙе аҫрау өсөн көнөнә 500 тәңкә аҡса тотонасаҡтар. Һеҙ үткәндәрегеҙҙе, йылы көндәрҙе, кешесә мөнәсәбәтте хәтерләп, илап ятасаҡһығыҙ. Күрҙегеҙме, һеҙҙең өйөгөҙгә ябай пальто менән генә килеп төшкән киленегеҙ икенсе шәшке тун һатып алған. Беҙ һеҙҙе балаға яҡын ебәрмәгәндәрен дә яҡшы беләбеҙ. Аптырағас, ошонда яҡында ғына ҡуртымға фатир яллауығыҙ ҙа мәғлүм. Һиҙмәйһегеҙме ни, һеҙҙең кеше булараҡ хоҡуҡтарығыҙ, өләсәй булараҡ, ейәнегеҙҙе тотоп ҡарау, яратыу, тәрбиәләү мөмкинлегенән мәхрүм итәләр. Шунан һуң нимә булғанын беләһегеҙме? Һеҙҙе ошо йәһәннәм аръяғына, ҡуртымға бүлмә яллап, ошонда килтереп һалдылар. Һеҙҙең 12 квадрат метрлы бүлмәгеҙ эргәһендә шундай уҡ өс бүлмә бар. Уларында бомждар, алкаштар, наркомандар йәшәй. Һеҙҙең ишегегеҙ бикләнмәй. Һеҙ сығып китеү менән, шунда йәшәгәндәр, уларҙы кеше тип әйтеүе лә ауыр, керә һалып, һеҙҙең әйберҙәрегеҙҙе урлай. Хәҙер унда, һеҙҙең бүлмәгеҙҙә, туҙған матрастан, һеҙ ябынып ята торған иҫке пальтоғыҙҙан башҡа, бер нәмә лә юҡ. Һеҙ, Хәмиҙә инәй, ошо тормоштоң ғүмерегеҙҙең аҙағына тиклем дауам итеүен теләйһегеҙме?
Инәй ҡыҙғаныс итеп миңә ҡарай, күҙҙәренән субырлап йәш ҡойола. Ҡарсыҡ хатта уларҙы һөртөп өлгөрмәй.
– Юҡ, юҡ, ялған! – ти ул миңә, хатта аяҡ тибеп ала. – Минең улыма һүҙ тейҙермәгеҙ! Ул – минең улым! Киленем дә үҙемдеке! Уларҙың тормошо көйләнде! Минең уларҙы ғәйепләргә хаҡым юҡ! Улар үҙҙәре теләгәнсә йәшәһен! Мин үҙемде түгел, улымды, киленемде, ейәнемде уйлайым. Гәзиткә яҙып, уларҙы рисуай иткем килмәй.
– Ярай, шулай итегеҙ. Беҙҙең һеҙгә ярҙам итергә булған теләгебеҙҙе юҡҡа сығарҙығыҙ. Ә, шулай ҙа, белегеҙ, ошо хәл былай ғына бөтмәйәсәк. Беҙ киленегеҙҙең кем икәнлеген асыҡланыҡ. Ул шулай итеп хәйләләшеп, кейәүгә сығып, мутлашып, ике ғаиләне урамда ҡалдырған инде. Һеҙҙең өсөнсөһө булырға тулы мөмкинлегегеҙ бар. Ләкин беҙҙе киленегеҙҙең яҙмышы түгел, ейәнегеҙҙең яҙмышы нығыраҡ борсой. Ейәнегеҙгә өс йәш була ә һеҙ уны бер тапҡыр ҙа күргәнегеҙ юҡ. Ошо хәл ғәҙелме? Ә һеҙҙең бит шул баланы күрергә, яратырға теләгегеҙ бар. Улығыҙҙы, хәҙер был ҡатын көн һайын эсереп, кешелек сифаттарын юғалтып бөткәс, урамға ҡыуып сығарасаҡ. Ләкин һеҙҙең һынауҙар уның менән генә бөтмәй. Улығыҙҙың, ғөмүмән, был донъянан юғалыуы ихтимал. Үткәнендә нотариуста булдығыҙмы? Эйе, булғанһығыҙ. Һеҙ унда ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙығыҙмы? Ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер һеҙҙең фатирға бер хоҡуғығыҙ ҙа юҡ. Хатта ундай хоҡуҡты өс йәшлек ейәнегеҙҙән дә тартып алдылар. Ә һеҙ тыуғандан һуң өс йыл да йәшәп өлгөрмәгән сабыйҙың әсәйһеҙ генә түгел, атайһыҙ, өләсәйһеҙ һәм, ғөмүмән, фатирһыҙ, бомж хәлендә ҡалыуын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Һәм бында беҙ түгел, һеҙ үҙегеҙ ғәйепле буласаҡһығыҙ.
Хәмиҙә инәй тыйыла алмай илай.
– Шулай булырмы икән? – тине ул минең ҡулдарымдан тотоп.
– Нығыраҡ булыуы ихтимал, – тинем мин. Сөнки донъяла хәҙер шундай оятһыҙ кешеләр күбәйҙе.
– Ни эшләп ҡарайым икән, ярҙам итегеҙ, зинһар, мин улымды, ейәнемде ҡотҡарырға теләйем!
Беҙ тағы осрашырға һәм был хаҡта һөйләшергә килештек. Беҙҙең киләһе осрашыу кафела булды. Алдан һөйләшкәнсә, теүәл сәғәт өстә килеп керһәм, өҫтәл артында Хәмиҙә инәй, улы Динар һәм ейәне Вил ултыра. Һөйләшеү өйҙәге һымаҡ барһын, тип өсөбөҙгә – сәй, ә бәләкәй малайға һут килтереүҙәрен һораныҡ.
– Бына, улым, беҙҙең килен хаҡында барыһын да белгән кеше менән һөйләш.
Динар, һағайып, миңә ҡараны. Мин уның ҡатыны хаҡында белгәндәремде ентекләп һөйләп бирҙем. Ул тын да алмайынса тыңланы. Мин һөйләп бөткәс, бер аҙ шым ултырҙы ла, битараф ҡына ҡиәфәт менән:
– Мин быларҙың бөтәһен дә беләм, – тине. – Был хаҡта күптән түгел генә бер урында ентекләп һораштылар. Ҡайҙа икәнлеген мин һеҙгә әйтә алмайым. Ҡатынымдың, Рәсимәне әйтәм, был хилафлыҡтары, үкенескә ҡаршы, бар... Юҡ, мин һеҙгә бөтәһен дә һөйләп бөтә алмайым. Мин уйларға тейешмен. Сөнки уның бәйләнештәре бик киң һәм ныҡ, һеҙ гәзиткә яҙырһығыҙ ҙа юғалырһығыҙ, ә беҙгә йәшәргә кәрәк.
– Ә һеҙҙе, Динар, әсәйегеҙҙең яҙмышы борсомаймы? – тип һораным мин, Хәмиҙә инәйгә күрһәтеп.
– Һеҙ минең намыҫҡа баҫым яһамағыҙ! – тине ул ҡәтғи итеп. Килендәр менән ҡәйнәләр араһында бәхәс, низағ электән булған, ул көрәштән күберәк ирҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр зыян күргән. Был – тап шул осраҡ.
Ошо урында Хәмиҙә инәй һүҙгә ҡушылды:
– Динар улым, дөрөҫөн әйт, мин белергә тейеш. Һеҙ теге ваҡыт нотариустан ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыртып алдығыҙ. Мин уларҙы уҡыу түгел, нәмә тураһында һүҙ барғанын да белмәй ҡалдым. “Ни өсөн ҡултамға ҡуйҙым?” – тип һорағас, улым, һин: “Әсәй, мәнфәғәттәреңә бер зыян да булмаясаҡ”, – тип тынысландырҙың. Дөрөҫөн әйт. Фатир беҙҙекеме, әллә беҙ унан ҡолаҡ ҡаҡтыҡмы?
Һөйләшеүҙең ошо урынында Динар бик оҙаҡ тын ҡалды. Беҙ уның нимә әйтерен көтәбеҙ. Ул көрһөндө лә былай тип башланы:
– Фатирҙың бөтә документтары әлегә минең ҡарамаҡта һәм ышаныслы урында. Рәсимә уны һата ла, бер кемгә лә тапшыра ла алмай. Сөнки беҙ әсәйем менән унда теркәлгәнбеҙ һәм бына ошо мәсьәлә фатир эргәһендә барған мутлашыуҙарға кәртә булып тора. Мин һеҙгә дөрөҫөн әйтергә тейешмен. Рәсимә фатирҙы һатырға һәм яңыны алырға теләй. Мин был хаҡта осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Һәр хәлдә, әсәйем һәм мин урамда ҡалмаясаҡбыҙ.
– Ә Вилдең яҙмышы нисек хәл ителәсәк? – тине Хәмиҙә инәй ейәненә күрһәтеп.
Динар тағы ла тын ҡалды һәм малайына ҡарап:
– Бында әле хәл итәһе, тикшерәһе мәсьәләләр бар. Шулай булғас, Вилгә ҡарата мин барыһын да әйтеп бөтмәйем. Һәр хәлдә, күпмелер ваҡыттан һуң асыҡлыҡ индереләсәк. Минең һеҙгә ҡарата үтенесем һәм талабым бар. Һеҙ был хаҡта гәзиткә баҫырға ашыҡмағыҙ. Юғиһә, бөтәһен дә юҡҡа сығарыуығыҙ бар. Әсәй, һин ризамы? – тине ул әсәһенең ҡулынан һыйпап.
Хәмиҙә инәй улына шул тиклем ныҡ ышана, хатта аҙ ғына ла шикләнгәне тойолмай.
– Мин дә шуны һөйләп торам, – тине Хәмиҙә инәй. – Гәзиткә яҙырға бер ваҡытта ла һуң булмаҫ. Иң тәүҙә мәсьәләнең айышына төшөнәйек. Динар, һин нисек әйтһәң, шулай буласаҡ.
–Ярҙам итергә ризалыҡ биргәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Динар. – Мин, үҙегеҙ һиҙгәнһегеҙҙер, ғәйебемде таныйым. Был осраҡта ҡатыныма сикһеҙ ышаныуым мине уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы. Ләкин әле һуң түгел, барыһын да төҙәтеп буласаҡ. Әлегә бына Вилдең яҙмышы мине нығыраҡ борсой. Шулай булғас, саҡ ҡына көтөгөҙ. Ошо бер нисә көн эсендә барыһы ла билдәле буласаҡ.
Бер нисә көндән тағы ла осрашырға һөйләшеп, беҙ әлегә үҙ эштәребеҙгә таралыштыҡ. Сыҡҡан ваҡытта мин шуға иғтибар иттем, Динар иң тәүҙә юҡ булды. Уның артынан, ейәнен етәкләп, әсәһе сыҡты. Кисен минең телефонға Динарҙан смс-ка килде. Унда:
“Документтар минең эштәге сейфта, асҡыс – һулдағы тумбаһының аҫҡы бүлкәһендә”, тип яҙылғайны.
Иртәгәһен эшкә барырға сыҡҡанда күңелемдә шик тыуҙы: Хәмиҙә инәй бөгөн булырмы икән? Ул урынында юҡ ине. Уны алыштырған ҡатындан апай хаҡында һорашам. “Һеҙ ишетмәгәнһегеҙ икән, – тине ул миңә ҡарап. – Бөгөн уның өйөндә нәмәлер булған. Вахтаға сыға алмайым, тип үҙе шылтыратҡан”.
Мин шунда уҡ интернеттағы мәғлүмәттәрҙе барлай башланым. Унда әле бер нәмә лә тойолмай. Мөмкин тиклем тиҙерәк Хәмиҙә инәйҙе табырға кәрәк. Кем әйтмешләй, бында нимәлер бар. Апай бер сәбәпһеҙ эшкә сыҡмай ҡалмаҫ ине.
Бик кәрәк булған осраҡта мин Эске эштәр бүлегендә ара-тирә аралашҡан хеҙмәткәрҙәргә һорау менән мөрәжәғәт итәм. Таныш майорҙың ваҡыты бар, күрәһең, мине тыңларға булды.
– Яңыраҡ бер эш менән шөғөлләнә башлағайным, – тим. – Шул, әлеге фатир мәсьәләһе инде. Мөхитова шылтыратҡайны, Хәмиҙә инәй. Улы – Динар Мөхитов. Шулар буйынса берәй мәғлүмәт тойолмаймы?
– Хәҙер асыҡлармын, – тине майор. – Аҙаҡ үҙем шылтыратырмын. Саҡ ҡына көт.
Күп көтөргә тура килмәне, интернетта тәүге мәғлүмәттәр күренә башланы:
“Үткән төн сәғәт 12-ләрҙә 34 йәшлек Динар Мөхитов өсөнсө ҡаттан ҡолап төшкән. Әле ул ауыр хәлдә реанимацияла ята”.
Был мәғлүмәтте ҡабул итеп, нимә эшләргә икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, таныш полицейский шылтырата:
– Был эшкә һинең мөнәсәбәтең барҙыр, тип уйламайым, – тине ул еңелсә көлкөгә һабыштырып. Ләкин һинең клиент үҙ ихтыяры менән Икарҙың бер ҡатлы ахмаҡлығын ҡабатларға йыйынмағандыр, тигән шик бар. Сөнки инженер кеше байтаҡ ҡына суррогат йотҡан һәм быны, битендәге күгәреүҙәргә ҡарағанда, үҙ ихтыяры менән эшләмәгәндер, тип уйларға нигеҙ бар. Пинжәгенең йәшерен кеҫәһенән кисә генә алған ДНК анализы табылды. Әгәр уға ышанһаҡ, Вил Динар улы Мөхитовҡа әле реанимацияла йәшәү менән үлем араһында ятҡан атаһы урынына икенсене, йәғни ысын атайҙы эҙләргә тура киләсәк. Шунан һуң уның телефонынан кемгә ҡайҙа нимәгә шылтыратҡанын асыҡлағандар. Унда һинең номерыңды күреп, мин ғәжәпләнмәнем. Ул һиңә смс-ка ебәргән. Ләкин ул смс-каны һуңынан юйған. Егеттәр үҙенең эшен белә, хәҙер уларға һиңә ебәрелгән смс-каның йөкмәткеһен генә асыҡларға ҡалды...
– Ә әсәһе, әсәһе тураһында бер мәғлүмәт тә юҡмы? – тип һораным мин.
– Белмәйем, әсәһе хаҡында ҡайғыртҡан кеше булдымы икән? Хәйер, бындай осраҡта әсәйҙәр онотола торған. Хәҙер асыҡларбыҙ, – тине танышым...
Оҙаҡламай майор: “Килеп етһәгеҙ, яҡшы булыр ине”, – тип миңә шылтыратты. Былай уҡ иғтибар булыр, тип көтмәгәйнем, аҫта уҡ мине үҙе ҡаршы алды.
Таныш майор, участковый һәм мин тағы бер тикшереүсе ярҙамында Динар Мөхитовтың өсөнсө ҡаттан ҡолау ваҡиғаһын тикшерәбеҙ. Йәшереп торманым, мәҡәлә әҙерләгәндә барлыҡҡа килгән, мин белгән хәлдәр тураһында яҡынса таныштырҙым һәм шунда уҡ Динарҙың смс-каһын иғлан иттем. Миндә башҡа факттар ҡалманы, тип әйтерлек. Әлбиттә, Вилдән башҡа. Рәсимәгә Динарҙың осраҡлы ғына килеп эләгеүен, был хәйләкәр ҡатындың яңғыҙаҡтарҙың ышанысына инеп, фатирҙарын эләктереү менән шөғөлләнеүен, Динарҙың иһә Вилгә ҡарата атайлығы менән бәйле шик-шөбһәһе булыуын, ләкин Хәмиҙә инәйҙең Вилде яратыуын һөйләп бирҙем.
Беҙ, дүрт кеше, шунда уҡ, һаҡланыуын тәьмин итеү, тигән һылтау менән Динарҙың эшләгән еренән документтарҙы барып алдыҡ.
Рәсимәне күпмелер ваҡытҡа тотҡарланылар. Ул үҙе аша үткән бер нисә фатир, Динарҙың осоп төшөүе менән бәйле енәйәт эше буйынса яуап бирергә тейеш.
Ә бына Хәмиҙә инәй менән ауырыраҡ тура килде. Ҡайһы әсәнең үҙ балаһын ғәйепле итеп күргеһе килһен инде. Сөнки Рәсимә, уның юҡлығынан файҙаланып, бар ғәйепте Динарға өйөп өлгөрҙө. Документтарҙың уның сейфынан алыныуы ла быға ярҙам итте. Ләкин беҙ был осраҡта иң мөһимен тормошҡа ашырҙыҡ – суд, “Күсемһеҙ милек Хәмиҙә инәйгә ҡайтарылырға тейеш.” тигән ҡарар сығарҙы. Ләкин бының өсөн айҙар түгел, йылдар үтәсәк әле.
Сөнки беҙ бик оҙаҡ Динарҙың һауығып сыҡҡанын көттөк. Динар сыҡты, ләкин аяҡҡа баҫа алманы. Уны ҡарау Хәмиҙә инәйҙең эше булып ҡалды. Мин ара-тирә уларға кереп, хәл белеп йөрөйөм, үҙ яйым менән асоциаль ғаиләләрҙән фатирҙарын тартып алыу осраҡтары хаҡында мәҡәлә әҙерләүемде дауам итәм. Шул арала ғибрәтле генә ваҡиғалар булып үтте. Әлеге Рәсимә, яҡлауһыҙ кешеләрҙең фатирҙарын тартып алыуҙа ғәйепләнеп, шартлы рәүештә икеме, өсмө йылға хөкөм ителде. Уның хаҡында минең белгәндәрем шулар менән сикләнә, сөнки суд май аҙаҡтарында тамамланды, ханымдың әйберҙәрен төйнәп, бик көсөргәнешле тормоштан һуң көньяҡтағы дәүләттәрҙең береһендә – Төркиә, Тунис, Мысыр – ял итеп ятыуы ла бик ихтимал.
Яҙғандарымдың төп асылы шул, тоталитаризм дәүерендә бик күптәр ғәҙел һәм ғәҙел булмаған юлдар менән фатир эләктереүгә өлгәште. Иң ҙур зыянды бында Хәмиҙә инәй күрҙе. Сөнки урынында көндәр буйы ятҡан улына ҡарап ул килгән һайын:
“Улымды юғалттым. Динарымды ҡарай алманым. Ҡуй инде, мин улымды шулай юғалттым”, – ти.
Ә төптән тороп ҡараһаң, Хәмиҙә инәй башҡаларҙы киҫәтә һәм һаҡ булырға саҡыра һымаҡ.
Әйткәндәй, был мәсьәлә ваҡыт-ваҡыт кире ҡалҡып сығыр төҫлө. Һалҡын ҡанлы, йәлләү белмәгән Рәсимә, миңә мәғлүм булыуынса, улы хаҡында бер тапҡыр ҙа ҡыҙыҡһынмаған һәм хәстәрлек күрмәгән. Беҙ быға ғәжәпләнмәнек.
Вил Хәмиҙә инәйҙең фатирын эләктереү операцияһында үҙенең бурысын үтәне һәм ул хәҙер берәүгә лә кәрәк түгел.
Рәсимәнән Вилде нимә эшләтергә, тип һорағыҙ, һис икеләнмәйем, ул, ике лә уйлап тормайынса: “Малайҙы балалар йортона тапшырығыҙ. Беҙҙең дәүләт уны ғына ҡарарлыҡ”, – тип яуап бирәсәк.
Ә Вил был хаҡта белмәй. Ул өләсәһен, түшәктә ятҡан атаһын ярата, оҙаҡламай мәктәпкә барырға әҙерләнә. Опека органдарының да Вилгә һорауы юҡ. Малай атаһы эргәһендә, өләсәһе тәрбиәһендә.
Хәмиҙә инәй, Вил Мөхитовты нимә эшләтәһегеҙ, тип һорағас, мин ейәнемде бер ҡайҙа ла бирмәйем, тип яуап биргән. Һәм әле лә килеп инерҙәр ҙә, Вилде тартып алырҙар, тип ҡурҡып йәшәй. Опека органдары ла үҙ эшен белә, Вилдең йәшәү, көнкүреш шарттары менән даими танышып тора. Хәмиҙә инәй, элекке ғәҙәт буйынса, опека бүлегенән килгән мәрйәне ҡуш ҡуллап ҡаршы ала, күстәнәстәрен тоттора, бүләктәрен бирә. Иң ҡыҙығы шул, апайҙың тап ошо йомартлығы арҡаһында ғаиләнән Вилде тартып алмайҙар һәм ул үҙен, малайҙы үҙендә ҡалдырып, хөкүмәтте отҡан һымаҡ итеп тойоп йәшәй.