Ҡапҡа эргәһенә еткәс, тирә яғына ҡаранды, бер кем күренмәй. Ары-бире эттәр өрөүен иҫәпкә алмағанда, ауыл ауыр тынлыҡҡа сумған. Тик бер нисә өйҙә генә ут күренә. Уларҙың өйөндә ут юҡ. Сәғиләһе, оҙон көн буйы донъя мәшәҡәттәренән арып-талып, йоҡоға талғандыр. Зөбәйер һаҡлыҡ менән генә ҡапҡа биген асты, ипләп кенә ҡапҡаны этәрҙе. Уныһы асылып та өлгөрмәне, Аҡтырнағы һарылды. Этен ҡосаҡлап, башынан һыйпаны. Ошоно ғына көтөп торған Аҡтырнаҡ хужаһының ҡулдарын, битен яланы. Этенең йылы теле битенә ҡағылғас, Зөбәйерҙең күңеле тулып китте, күҙҙәренә йәш эркелде. Әйтерһең, уны Аҡтырнағы түгел, ә Сәғиләһе ҡосағына алып, битенән үбә ине. Ошо уйҙарынан үҙе һиҫкәнеп китте ул. Яйлап ҡына барып тупһаға ултырҙы. Аҡтырнағы ла, ҡойроғон болғай-болғай, уға һыйынды. Бахыр, барыһын да аңлағандай, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарай хужаһына. Теле генә юҡ шул, әгәр теле булһа, бәлки әйтер ине: “Етте Зөбәйер! Сәғиләң, балаларың һине көтә. Ысын ир бул, ғәйебеңде таны, эйелгән башты ҡылыс киҫмәй.” Эйе шул. Зөбәйер турайҙы, киҫкен генә аҙымдар менән ишеккә тотондо. Юҡ шул, булмай. “Ни йөҙөм менән Сәғиләгә, балаларға ҡарарға?” Тәмәкеһен ҡабыҙҙы, бер нөктәгә текләп, уйҙарына сумды. Юҡтан ғына тауыш сыҡты ул көндө.
Киске сәйгә ултырғас, Сәғиләһе “Күршеләр утын алдырған,” – тип һүҙ башланы. Зөбәйер бер ни ҙә өндәшмәгәс, “Үткән йылда ла сей утын менән ҡыш сығылды”, - тип өҫтәне. Ир алдындағы ашын этеп ебәрҙе лә, йән асыуы менән: “Күрше, күрше… ана, күршеңдән алдыр утыныңды,” - тип ҡысҡырҙы. “Бәй, әллә эсеп алғанһың инде,” - тине Сәғилә. “Мә, еҫкә,” – тип ярһыны Зөбәйер. Сәғиләһе лә үҙ сиратында: “Кәрәк икән, еҫкәрмен,” – тип яҡынлаша башлаған ине, Зөбәйер күп уйлап тормай, алдындағы тәрилкәһен алып Сәғиләгә елгәрҙе. Китте тауыш, китте ғауға. Күрше Сәғит менән бер туҡтауһыҙ сағыштырыуы ирҙе тамам сығырынан сығарҙы.
Асыуынан Зөбәйер: “Китәм, бөттө түҙемем”, - тип әйберҙәрен йыя башланы. Һәр тауышланған һайын уның был ғәҙәтенә күнеккән Сәғилә: “Дүрт яғың ҡибла”, - тип ысҡындырҙы. Зөбәйер сумкаһына әйберҙәрен тултырҙы ла, гаражға инеп, машинаһын ҡабыҙып, ихатаға сығарҙы. Ул арала үҙенең юҡ-юҡҡа ҡыҙып тауыш сығарыуына үкенеп тә ҡуйҙы. Тота ла шул күршеһен ҡыҫтыра Сәғиләһе, әйтерһең, ул ғына донъя көтә. Алдырһа ни утынын, алдырғандыр, кем уның һымаҡ эшҡыуар, үҙенә-үґе үҙе хужа. Машинаһы үҙенеке. Ә бына һинең һымаҡ колхозсыға кем хәҙер машина тоттороп ҡуя, бөтә колхозға өс машина ҡалған. Улары ла эшкинмәй, йә запчасы юҡ, йә бензине юҡ. Ғәрлеге ни тора! Бөгөн дә машинаһы ватылды, ары һуғылды, бире һуғылды Зөбәйер, тик кәрәк запчасын тапманы. Факиһа әбейҙән бер ярты көмөшкә алды ла, гаражда егеттәр менән “һуҡты”.
Асыуы һүрелә башлаған ир, ишек яғына ҡарап-ҡарап алды. Хәҙер Сәғиләһе килеп сығыр ҙа “Йә инде, юҡҡа ҡыҙма, ин өйгә”, - тип ҡысҡырыр һымаҡ. Тик Сәғиләһе күренмәне. Хәҙер инде ул Сәғиләнең, уны кире инергә өгөтләп, саҡырмауына асыулана башланы. “Ах, шулаймы? Ирҙәр юлда түшәлеп ята, тип уйлайһыңмы? Хуш!” – тип йән асыуына ҡысҡырҙы ла, машинаһын ҡабыҙып, артта тик саң борҡотоп, оло юлға сыҡты ла, ҡалаға йүнәлде. Унда дуҫы Рамаҙан йәшәй. Ҡатыны Кифая татар, теле-телгә йоҡмай, хәбәрен сутырлата ғына, Сәғилә түгел инде, әгәр берәй нәмәгә асыуланһа, ҡыпһыуыр менән һүҙен һурып сығарырлыҡ түгел.
Ярты юлды үткәс, тамам һыуынды Зөбәйер. Машинаһын юл ситенә бороп, туҡтаны. Тышҡа сыҡты, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. “Әллә кире генә боролорғамы?” – тигән уй ҙа башынан үтте. Ләкин ир намыҫы тигән нәмә йәнгә тынғы бирмәй, “Бер сыҡҡанһың икән, әйҙә, алға, артыңа әйләнмә,”- тип оторо ҡоторта.
“Әйтелгән һүҙ - эшләнгән эш. Ир һүҙе бер булыр. Әйҙә, әҙерәк минһеҙ интекһен Сәғилә, үҙе саҡырмайынса, инәлмәйенсә ҡайтыу юҡ. Уның ыңғайына торған һайын, өҫкә менә башланы”, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә машинаһына кире ултырҙы Зөбәйер.
Дуҫының өйөнә барып еткәндә, ярты төн үткәйне инде. Инде йоҡларға әҙерләнгән Рамаҙан, Зөбәйерҙең төнләтеп килеүенә аптырап: “Әллә берәй хәл булдымы?” – тип һораны. “Юҡ та”, - тигән яуыпты ишеткәс, уға бик һынаулы ҡараш ташлап ҡуйҙы. Кифая ла бик төпсөнөп торманы, сәй ҡуяйыммы тип һораны ла, кире яуапты ишеткәс, верандаға урын йәйҙе. Төнө буйы борғоланды Зөбәйер, үҙенең ахмаҡ ҡылығына үкенеп тә ҡуйҙы. Бер нисә тапҡыр тороп, телефонын алып, ҡатынына шылтыратырға ла ниәтләне, тик баяғы “ғорурлыҡ” ҡамасаулай. Таңға ҡаршы ғына йоҡоға талды ул.
Зөбәйер уянғанда, ҡояш байтаҡ күтәрелгәйне. Сәй янында Рамаҙан ауыл яңылыҡтары тураһында һорашты, инде төнө буйы йоҡоһоҙ үткәргән Зөбәйер ҙә үҙенең фекерен туплап өлгөргәйне: үҙенең ҡалаға килеүенең сәбәбен ауылдағы эшһеҙлеккә, аҡса юҡлыҡҡа һылтаны. Әллә ҡалала берәй эш табылмаҫмы икән, тип тә өҫтәне. Муйыны булһа, ҡамыты табылыр, тигәндәй, һүҙҙән һүҙ сығып, Кифая үҙенең бер эшҡыуар әхирәте машиналы кеше эҙләгәнен әйтеп һалды. Рамаҙан: “Зәлфирәне әйтәһеңме?”, - тип һынаулы ҡараш ташлаһа ла, Кифая, уны һиҙмәгәндәй, үлтереп әхирәтен маҡтай башланы.
Күп тә үтмәне, әхирәте лә килеп етте. 40-ты үтһә лә сибәрлеген ташламаған, һомғол буйлы, ҙур зәңгәр күҙле, киң ирендәре бешкән сейә кеүек мөлкөлдәп торған ҡатын Зөбәйергә теше-тырнағы менән йәбеште. Яңы ғына тауар килтерҙем, шуларҙы аҙна-ун көндә ауылдар буйлап һатыр кәрәк ине, тип бик инәлгәс, тағы ла мул ғына аҡса ла вәғәҙә иткәс, Зөбәйер был сибәр ҡатынға ҡаршы тора алманы, ризалашты. Аҡсаһы эсте тишмәҫ, Сәғиләмә һәйбәт бүләк алырмын, малай менән ҡыҙҙы ла ҡыуандырырмын, тип эстән генә уйланы.
Икенсе көнөнә таң һыҙылыу менән кәрәкле тауарҙарҙы тейәп, ҙур ғына ауылға юлландылар. Йәйгә кәрәк-яраҡлы кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәнгестәр, тағы ла хужалыҡ өсөн көндә кәрәк тауарҙар бик тиҙ үтте. Юл буйы Зәлфирә, теле -телгә йоҡмай, Зөбәйерҙең ҡулы еңел булыуын маҡтаны. Уның йылы һүҙҙәре йөрәгенә май булып яғылды, күңеле күтәрелеп китте ирҙең. Теле асылып, үҙенең бала сағын, ауылы тураһында ла һөйләп ебәрҙе. Кисләтеп кенә ҡайтып еттеләр. Зәлфирә ни тиклем көсләп сәйгә саҡырһа ла, Зөбәйер туҡтамайынса, Рамаҙандарға китте. Туҡталыр ҙа ине, нисектер, дуҫынан, уның ҡатынынан тартынды.
Икенсе, өсөнсө, дүртенсе көндә лә юлдары уң булды. Бишенсе көндә һатҡан тауарҙан мул ғына табыш алған Зәлфирә, инде йомартланып, Зөбәйерҙең ҡулына ҡыштырҙап торған меңлектәрҙе йомдорғас, Зөбәйер үҙ күҙенә үҙе ышанмай торҙо. Ҡара әле, был ҡәҙәр аҡсаны ауылда бер айҙа ла ҡулына ала алмай ине бит!
Аҡсаһын бөгәрләп түш кеҫәһенә һалды. Йөрәк эргәһендә ятҡан һумлыҡтар йөрәген йылытты, күңелдәрен илертеп ебәрҙе. Тәки түҙмәне Зөбәйер, Зәлфирә тауар һатҡан арала, ҡаршылағы аҙыҡ-түлек магазинына йүнәлде. Дуҫы алдында ла уңайһыҙ, күстәнәс алыр кәрәк, тип уйланы. Араҡының иң һәйбәтен, кәнфит, печенье, колбаса алып, машинаһына һалып ҡуйҙы.
Күңеле күтәренке булғанғамы, әллә кеҫәһендә ҡыштырлаған аҡса үҙ-үҙенә ышандырғыс көскә эйә булғанғамы, был юлы Зөбәйер сибәр ҡатындың саҡырыуына ҡаршы тора алманы, машинаһын ҡуйҙы ла, Зәлфирәнең артынан ыңғайланы. Заманса йыһазландырылған өс бүлмәле фатирҙа бер яңғыҙы йәшәй икән, берҙән-бер ҡыҙы баш ҡалала. Ул йыуынған арала, Зәлфирә инде өҫтәл әҙерләп тә өлгөргәйне. Табын түрендә ҡуҡырайып ултырған коньякты ла күргәс, Зөбәйер ирендәрен ялап-ялап алды, тик үҙенең рулдә икәнен иҫкә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы. Тик был суҡынсыҡтан ҡотолоп буламы һуң, ай-вайына ҡуймай, тәки йотторҙо бит теге тәмлекәсте. Такси менән ҡайтырһың тигәс, Зөбәйер ҙә ҡаршылашманы. Тәненә йылы йүгергәс, тел асҡысы ла табылды, көлөшә-көлөшә хәбәрҙәр һөйләшеп, бер-береһенә асылып та киттеләр. Зәлфирә үҙенең яңғыҙлығына зарланып, күҙ йәштәрен һөрткөләп алды, эргәһендә ышаныслы кеше юҡлығына көрһөндө.
Үҙ үҙенә ышыныусы, йылғыр ҡатындың күҙ йәштәрен күреп, Зөбәйерҙең уны ҡосағына алып иркәләйһе, йыуатаһы килеп китте, тик баяғы ҡырыҫ башҡорт ғәҙәтен еңеп буламы һуң? Ул арала Зәлфирә музыка ҡуя һалып, Зөбәйерҙе вальсҡа саҡырҙы. Былай ҙа коньяк шауҡымынан башы әйләнгән ирҙең, Зәлфирәнең тығыҙ тулы түштәре күкрәгенә терәлгәс, бөтә тәненә ток үттеме ни: йөрәге дарҫлап тибә башланы, бөтә тәне йәне менән ниндәйҙер көс тик ошо ҡатынды көҫәй башланы. Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте Зөбәйер, уның бит ҡатыны, балалары бар. Тик үҙенә һырылған Зәлфирәне этәрергә көс таба алманы, ә нығыраҡ ҡосаҡланы, башын эйеп ирендәрен Зәлфирәнең ирендәренә терәне. Ошоно ғына көтөп торған кеүек, Зәлфирә ике ҡуллап уның муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.
Иртәнсәк башы сатнап уянып китте Зөбәйер. Эргәһендә ятҡан шәп-шәрә Зәлфирәне күреп, үҙенең дә шәп-шәрә икәнен абайлап уңайһыҙланып китте. Зәлфирә өҫтөнә простыня ҡапланы ла, кейенә башланы. Бар уйы тиҙ генә бынан ысҡыныу ине, тик инде ботинкаһын кейеп, ишекте асырға тип ынтылғанда. Зәлфирәнең тауышы ишетелде. “Зубаирчик, һин ҡайҙа?”
Их, шул саҡта, ишекте аса һалып, сығып китергә ине лә бит, юҡ шул, кире әйләнде. Тағы шул Зәлфирәнең ҡуйынына сумды. Ҡатын да йүләрҙән түгел, бер ҡуйынына ингән ҡарамаҡҡа сибәр, һомғол буйлы, әле көстәре ташып торған ирҙе тиҙ генә ысҡындырғыһы килмәне. Яңғыҙлыҡ та тамам уны ялҡытҡайны, берҙән-бер ҡыҙының үҙенең ғаиләһе. Етмәһә, эшҡыуарлыҡта ла ярҙамсы кәрәк. Ирҙәрҙе көслө зат тиҙәр, ә ысынбарлыҡта улар көсһөҙ. Юҡҡа ғына ир - баш, ҡатын - муйын тимәгәндәр. Муйын ҡайҙа боролһа, баш та - шунда. Был ҡағиҙәне бик яҡшы белә ине Зәлфирә. Бер нисә көн эсендә, Зөбәйерҙе лә һынап өлгөргәйне. Эштә таҫыл, тыңлаусан, тағы ни кәрәк инде! Кифаянан ишетмәксе, ҡатыны менән аралары әллә ни йылы түгел икән. Ҡатыны уҡытыусы, бигәрәк талапсан, хатта ҡырыҫ та, имеш. Ә балаларына килгәндә, ҡыҙы инде үҫкән, техникумда уҡый, ә малайына ун ике йәш.
Ә Зөбәйер инде үҙенсә фекер йөрөттө. Ҡуйынына үҙе килеп ингән ҡатынды этәреп булмай инде, әҙерәк типтерер-типтерер ҙә ипләп кенә һыпыртыр. Тик Рамаҙан дуҫты аңғартыр кәрәк, Кифаяһын тыйһын, Сәғиләгә артыҡ һүҙ ысҡындырмаһындар.
Тик беҙ ҡапсыҡта ятмай икән шул. Бер баҙарҙа әйбер һатып торғанда, Зәлфирә ҡайҙалыр китте, ә урынына Зөбәйер ҡалды. Шул саҡ ауылдашы, тирә-яҡҡа ләститсе даны таралған, Кинйәбикә ҡаршыһына пәйҙә булды. “Әйтәгүр, ауылда күҙгә башҡа күренмәйһең, шым ғына әйбер һатып йөрөй икәнһең, – тип, тауарҙарҙы байҡай башланы. - Сәғиләңде әйтәм, аҫтыртын, ауыҙынан ләм-мим”. Уны тиҙерәк оҙатырға тырышты Зөбәйер. “Дуҫымдың әйбере, ваҡытлыса ғына ҡарап торам, тамаҡ ялғарға киткәйнеләр,” - тип аҡланырға ла өлгөрмәне, ҡайҙандыр Зәлфирә лә килеп сыҡты. Кинйәбикәнең бер кофтаны ҡарап торғанын абайлап: “Йәнкәйем, машинала бынан да матур кофта бар, алып кил әле”, - тип әйтмәһенме! Ой, эләкте бит Зөбәйер, эләкте! Ни эшләһен, китте машинаһына, кофта эҙләргә. Ә инде кире әйләнгәндә, Кинйәбикә менән Зәлфирә, күптәнге әхирәттәр кеүек, көлөшә-көлөшә ниҙер һөйләшә ине. Кофтаны ла арзанға эләктерҙе ауылдашы.. Кинйәбикә улар янынан киткәс, запчасть ҡарау һылтауы менән, Зөбәйер баҙар буйлап Кинйәбикәне эҙләп ҡараны, тик унан елдәр иҫкән ине. Быға хәтлем ҡатынын, төҙөлөшкә эшкә урынлаштым, әлегә дуҫым Рамаҙанда йәшәйем, тип ышандырғайны инде. Көн дә булмаһа ла ике өс көн аша ҡатыны менән телефон аша һөйләшә торғайны. Ҡатыны бит талапсан булһа ла, бер ҡатлы, нимә тип алдаһаң да ышана ла ҡуя. Хатта, аҡсаңды туҙҙырма, мин үҙем һиңә шылтыратырмын, тигәс, ҡатыны үҙе башлап шылтыратмай ине. Был төндө йоҡо булманы, үҙенә иркәләргә маташҡан Зәлфирәгә лә, башым ауырта, тигән һылтау менән, әйләнеп, арҡаһын терәне.
Икенсе көнөнә, машинаны ҡарап алырға кәрәк, тигән булып, гаражға йүнәлде. Иртәндән алып әллә нисә ҡап тәмәкене тартып бөтөрҙө ул гаражда. Тик телефон өндәшмәне. Кискә табан үҙендә көс табып, Сәғиләнең номерына баҫты. Оҙон гудок, йөрәге ярылырҙай булып типте Зөбәйерҙең… Тик телефон һүндерелгәйне. Бер аҙҙан тағы баҫты кнопкаға… тағы шул бер үк яуап. “Сәғилә барыһын да белә, барыһын да белә. Ул мине ғәфү итмәйәсәк, итмәйәсәк,” – тигән уй уның мейеһендә ҡайнаны ла ҡайнаны. Ә үҙе рюмкә артынан рюмкә бушатты, әйтерһең, һәр йотом араҡы, уның мейеһенә үтеп, барыһын да онотторор кеүек ине. Күпме эскәнен дә, нисек йығылғанын да хәтерләмәй Зөбәйер. Иҫенә килгәндә кемдер һыҡтап илай-илай уның маңлайына еүеш таҫтамал ҡуя ине. “Сәғилә, Сәғилә,” – тип ыңғырашты Зөбәйер. Ул үҙенең дауаханала икәненә аптырап китте. Эргәһендә илауҙан күҙе шешенеп бөткән Зәлфирә ултыра. Башы сатнап ауырта, етмәһә, марля менән бәйләнгән.
Әгәр ваҡытында Зәлфирә гаражға килмәһә, эштең нимә менән бөтөрө билдәһеҙ булыр ине. Иҫерек килеш йығылғанда иҙәндә ятҡан тимергә башы менән төшкән һәм иҫен юғалтҡан икән. Зәлфирә “тиҙ ярҙам’ машинаһын саҡыртып, дауаханаға килтергән.
Зәлфирә көн дә дауаханаға килде, тәмле ризыҡтарын, шулай уҡ татлы һүҙҙәрен дә йәлләмәне, уның эргәһендә өтәләнеп торҙо. Ә Сәғиләнең телефоны тик бер һүҙҙе генә ҡабатланы. “Абонент вне зоны действия или апарат отключен”. Йылы һүҙ-йән аҙығы шул, үҙенекен эшләй, дауахананан тура такси менән Зәлфирә уны өйөнә алып ҡайтты. Тағы икәүләп эшҡыуарлыҡ эшенә тотондолар. Өйөнән сығып киткәнгә айҙан ашыу ваҡыт та үтеп китте.
Зөбәйер инде хәҙер телефонға өмөт менән дә ҡарамай, үҙе лә шылтыратмай, яңы тормошона күнегә лә башланы шикелле. Тик кистәрен, балконға сығып тәмәке тартҡан ваҡыттарында, ауылы яғына ҡарап, төрлө уйҙарға бирелеп китер булды. Был ваҡытта көтөү ҡайталыр, көтөү ҡаршыларға йыйылған ҡатындар ауыҙынан Зөбәйер менән Сәғилә төшмәйҙер инде, тик Сәғилә күренеү менән барыһы ла шымалыр… Уның Сәғиләһе бит ғорур, кеше һымаҡ ләстит һөйләп йөрөмәй, барыһын да эсенә йомғандыр. “Эх, Сәғилә, ошо Зәлфирә кеүегерәк, әҙерәк иркәрәк, йомшағыраҡ булһаң…”, - тип үҙен аҡлап та ала Зөбәйер. Тик бына балалар йәл, ярай инде ҡыҙым үҫкән, ә бына малай… Ошондай бер кистә, уйҙарға бирелеп, тәмәке тартып ултырғанда, ҡапыл балкон ишеген асып, бер йәш ҡатын: “Ниндәй ҡарасҡы ултыра бында?” – тимәһенме? Зәлфирәһе аҡланғандай; “Эй, һиңә әйтергә онотҡанмын, минең яңы шоферым”, – тигән булды. Үҙе йәһәт кенә Зөбәйергә: “Ҡыҙым килде”, - тине лә. - Бер-ике көнгә һин, зинһар. Рамаҙандарҙа ҡунып тор инде!” – тип өҫтәне. Ни эшләйһең, был бит һинең үҙ фатирың түгел бот һоноп диванда ятырға, сығып китергә мәжбүрһең. Тик Рамаҙандарға барманы, гаражға барып, машинаһына инеп ятты.
Икенсе көнөнә таң менән өйгә инеп, кухняға үткәйне, Зәлфирәнең ҡыҙы танауын ҡаплап: “Фу, силос еҫе килә”, - тип сығып китте. Зәлфирәһе бер һүҙ өндәшмәне. Ғәрлегенән, асыуынан Зөбәйерҙең тамағына аш барманы.
Машинаға ултырғас та, Зәлфирә, аҡланғандай, әллә ниҙер һөйләне, тик Зөбәйер бер ни ишетмәне, машинаһын ҡыуыуын белде. Уның һайын, асыуы ҡабарғандан - ҡабарҙы, үҙ-үҙенә йәне көйҙө, үҙ йорто була тороп, йөрө инде кеше тупһаһында типкеләнеп, ғәрлеге ни тора! Етмәһә, алдан килгән машина ташбаҡа тиҙлеге менән бара, уны ҡыуып уҙам тип боролоуы булды, ҡаршыһына ҙур тиҙлектә машина килеүен шәйләп алды, рулде бороп өлгөрҙө өлгөрөүен Зөбәйер, тик машинаһы уны тыңламайынса, ҡапыл юлдан боролоп, юл аҫтына тәгәрәп китмәһенме! Зәлфирәнең ҡот осҡос тауыш менән ҡысҡырыуы, үҙенең йән асыуы менән, тештәрен ҡыҫып, рулгә йәбешеүе генә иҫендә.
Хоҙай уларҙы араланы. Бәхеткә ҡаршы, артҡы ултырғысға тейәлгән тоҡ-тоҡ кейем-һалым, машина түңкәрелеп, бер нисә тапҡыр әйләнгән саҡта, уларҙы ауыр йәрәхәттән ҡурсаланы. Зөбәйерҙең ҡулы һынып, башы сатнаған, ә Зәлфирәнең аяғы имгәнгәйне. Ә бына машинаһы кәүшәйеп, бөтөнләй эшлектән сыҡҡайны.
Дауаханала ятҡан ваҡытта тик Рамаҙан дуҫы ғына килеп хәлен белеште. Күпме генә көтһә лә, Зәлфирә килмәне. Үҙе имгәнгән бит, килә алмайҙыр, тип үҙ-үҙен йыуатты Зөбәйер.
-3 °С
Ҡар