Әллә нисә һорау алыу, санитар тикшереүҙәрҙән һуң, ниһайәт, уны ауыр енәйәт ҡылыусылар камераһына тәғәйәнләнеләр. Конвоир сираттағы асылмалы тәҙрәле һоро тимер ишек алдына килеп еткәс, кәрәк асҡысты эҙләп алып, йоҙаҡта бер нисә тапҡыр бороп уны асты ла, егетте камераға төртөп ебәрҙе. Шулай итеп, сөм-ҡара сәсле, ҙур ҡара күҙҙәрендә үткән тормошоноң эҙҙәре һәм ниндәйҙер эске тыныслыҡ сағылған тотҡонобоҙға егерме йәш, шулай ҙа ҡарап тороуға утыҙ ҙа биреп булыр ине. Ул уйсан һәм өндәшмәҫ.
Камерала ултырыусыларҙың тын ғына гәпләшеүе туҡтаны һәм яңы кереүсегә ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар текәлде. Һәр ваҡыт шулай ине, бәлки, төрмәләр барлыҡҡа килгәндән бирле шулайҙыр. Алты кешелек ике яруслы карауаттар торған камерала тыныс, бәләкәй генә яҡты тәҙрә тышта ҡалған ирекле донъя менән бәйләнешкә өмөт бирә ине. Ишекте ябыу менән ярым асыҡ тәҙрәнән саф һауа бөркөлдө. Тышта әле һаман да йәй. Тиҙҙән сентябрь тәбиғәттә бөтә хоҡуҡтарҙы яулап алырға торһа ла, йәй бирешмәҫкә тырыша.
Инеүсе ауыр көрһөнөп ҡуйҙы һәм күҙҙәре менән буш карауат эҙләп тапты. Камера ҙур түгел, киңлеккә ике ҡул һуҙымы, оҙонлоҡҡа өс-дүрт, буғай. Яңы ғына килеп инеүсе ошоларҙы баһалай ала. Уртала торған өҫтәл тирәләй, тотҡонобоҙ кеүек үк тикшереү аҫтындағылар ултыра. Бында эләгеүе беренсе тапҡыр булмағандарҙың береһе ымлап «яңы» егеткә «илсе» ебәрҙе. Ул егет ҡаршыһына барып баҫты ла, баштан-аяҡ күҙҙәре менән ҡапшап сыҡты. «Яңы» башын ғорур ғына күтәреп, киң күкрәген киреп баҫып, түбән тауыш – менән өндәште:
– Әссәләмәғәләйкүм!
– Сәләм алдыҡ, – ҡалғандар ҙа тауыш бирҙе.
«Илсе» үҙенекеләргә әйләнеп ҡараны ла, хәйләкәр тауыш менән һүҙ башланы:
– Нимә өсөн?
– Ҡапҡас өсөн!
Артта ултырыусыларҙың көлөүе ишетелде. Егет шым ғына торҙо ла, уларға бик иғтибар итмәй генә кейеменең замогын күтәреп ҡуйҙы, шулай ҙа һауа ҡатыш төкөрөгөн йотоп ебәрҙе.
– Ниндәй ҡапҡас өсөн? – һаман төпсөнә бирҙе алдында тороусы.
– Ҡоҙоҡ ҡапҡасымы әллә?
Тағы үҙенекеләргә әйләнеп күҙ ҡыҫты ла, тамаша ҡылып ултырыусылар өсөн тауышын күтәрә биреп, һуҙыңҡырап һорау бирҙе:
– Ә-ә-ә, һине «в особо крупных размерах» урлашҡан өсөн тотҡандар!
Камералағылар тағы көлөштө. Һорау биреүсегә егеттең яуабы күңел асыуға сәбәп булды.
– Нисә ҡапҡас йыйҙың инде ҡала буйлап?
Яуап көлөүселәрҙең ауыҙын япты.
– УК РФ-тың 109-сы статьяһы, «Убийство по неосторожности».
Шунан өҫтәне:
—Минең исемем Байрас. Ошо карауат буштыр тип уйлайым?
– Шунан, үҙеңдең ғәйебеңде таныныңмы? – теге былағай һаман һорау яуҙырҙы.
– Юҡ! – тине егет, әйберҙәрен карауатҡа ташлап. Уға тағы һорауҙар яуҙы, ләкин яуаптары башҡа бәйләнмәҫлек итеп бирелде.
Камерала кис буйына барған сәйәсәт тураһындағы гәпләшеүҙе Байрас тыңламаны, сөнки башында үҙенең уйҙары ҡайнай. Йоҡларға ятырға ваҡыт етте. Ярым ҡараңғылыҡта ҡаты тимер карауатта йоҡлап китерлек түгел ине. Тикшереүсенең һорау алыуы, әсәй менән бергә булған ваҡыттар, армиялағы саҡтар иҫкә төштө. Алда торған һорау алыуҙар, ҡайҙа барып эләгермен икән тигән уйҙар тынғы бирмәне.
Ҡапыл яңғыраған шылтырау камерала йоҡлаусыларҙы уятты. Сәғәт алты. Барыһы ла тороп бүлмәне тәртипкә килтерергә тотондо. Иртәнге аш ваҡыты еткәс, ишектәге «тәҙрә» асылды. Һәр кем үҙенең өлөшөн эләктереп тамаҡ ялғарға ултырҙы. Байрасҡа аш барманы, үҙен көсләп тигәндәй ашаны. Өйрәнергә кәрәк, тип уйланы эстән генә. Әҙме-күпме ваҡыт үткәс, ишек асылып китте һәм конвоир яңғыратып:
– Юмиев, сығырға! – тип ҡысҡырҙы.
Егет коридорға сығып, ҡулдарын артҡа ҡуйып, стенаға боролоп баҫты. Артабан уны һорау ала торған бүлмәгә алып киттеләр. Уларҙы кисәге тәфтишсе Ғәлиев ҡаршы алды. Бүлмәлә өҫтәл, президент портреты, ағас ултырғыстар ғына – һәр барыһы кисәге кеүек үҙ урынында торалар. Ғәлиев үҙенең нисә йылдар тартҡан «Мальборо» тәмәкеһен тоҡандырып һурып ебәрҙе һәм төтөн аша ҡарап, һәр ваҡыттағыса:
– Шунан, башлайбыҙмы? – тине.
Бер аҙға уйланып китеп, тәмәке ҡабын ҡулында әйләндергеләне һәм шаҡмаҡлы зәңгәр күлдәген рәтләп ҡуйҙы.
– Ә, эйе, ғәфү, онотоп киткәнмен, тартаһыңмы?
– Юҡ!
– Шулай итеп, 2017 йылдың 20 авгусында, сәғәт 17:00 ҡайҙа булдығыҙ?
Юмиев артҡараҡ күсеп ултырҙы ла, күҙен йомоп үткән көндәр ваҡиғаларын барланы. Һәм хикәйәһен башланы.
Мин армиянан ҡайтыуға ике ай ҙа булып китте. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта күп нәмә үҙгәрҙе – ауырыу әсәйем үлеп китте, мин эшкә урынлаштым, шунан дошманыңа ла теләмәҫлек ауыр хәлгә тарыным.
Атайымды иҫләмәйем – әсәй менән айырылышҡандарында миңә өс йәш булған. Шунан һуң ул бер тапҡыр ҙа килмәне. Ун йыллап ваҡыт үткәс, аварияла үлгән тигән хәбәре генә килеп етте. Күмергә барманыҡ, һуң ине. Барырға кәрәкмәй ҙә ине – икенсе ғаиләһе булған. Әсәйемдең исеме Әминә, бер компанияла йыйыштырыусы булып эшләне. Һаулығы булмағас, башҡа ергә эшкә алмайҙар, эш хаҡы ла кескәй генә, тегендә-бында өҫтәмә эш табып, йә берәй әбейҙе ҡарап, баҡсанан берәй нәмә һатып көн күрә инек. Миңә ҡарата тәрбиә лә ҡатыраҡ булды, артыҡ иркәләмәне әсәй. Үҫеп килгән бала – мин инде – берәү генә һәм һуң табылған, ауыр йөрөтөлгән булһа ла, көтөп алынған ине. Әсәйем мине 38 йәштә тапҡандан һуң, шәкәр диабеты менән ауырып киткән, ә атай менән айырылышыу ауырыуҙы көсәйткән генә. Әсәйемдең холҡо ҡырыҫыраҡ булһа ла, бик татыу йәшәнек. Үҫкәндә уйынсыҡтарҙан бер нәмәне генә иҫләйем – әсәйем ҙур булмаған пластмасс уйынсыҡ машина алып биргәйне. Башҡаса бүләктәр булманы – аҡса етмәй ине, сөнки әсәйемә дарыуға кәрәк, шуға мин һораманым да. Бәләкәй булһам да, иртә өлкәнәйергә тура килерен аңлай инем. Әсәйем мине үҙ аллы итеп үҫтерергә тырышты, көн дә яуаплы эштәр ҡуша торғайны. Шуғалыр, әсәйемде ысын күңелдән хөрмәт итәм, уға мең рәхмәтлемен. Ҡаты ауырыһа ла, мине ташламаны, бер кемгә лә, балалар йортона ла илтеп бирмәне. Әсәй бит ул, минең иң яҡын кешем. Быны бигерәк тә армияла булғанда аңланым. Хатта бер-ике тапҡыр ғына шылтыратып хәлемде белһә лә, бер генә посылка ебәрһә лә. Уның ауырыуы көндән-көн көсәйә ине.
Бына армиянан ҡайтып төштөм. Эшкә урынлаштым. Беренсе эш хаҡымды тулыһынса әсәйемә алып ҡайтып бирҙем. Әсәйем яуаплы, хәстәрле ул үҫтергәненә шундай ғорур ине, хәҙер минең тормошта юғалып ҡалмаҫыма йөрәге тынысланды. Шулай бер ай үтте. Әсәйем ай буйы бәхеттең етенсе күгендә йөҙгәндәй булды. Атайһыҙ булһа ла, ысын ир-егет үҫеп етеүенә шундай шат ине.
Бер көндө эштән һуңыраҡ ҡайтырға тура килде. Әсәйемә шылтыратып әйттем. Ул тороп киске аш әҙерләгән. Бына ул кистең ваҡиғалары. Улыма бер ҙә бүләк эшләгәнем юҡ, ашарға йөрөтә торған пластмасс контейнер алырға кәрәк, быяла банка йөрөтә бит балаҡайым, тип уйланы әсә кеше. Бәләкәй генә булһа ла, ысын күңелдән булыр бүләгем. Ауыр тын алып, туҡтай-туҡтай яҡындағы магазинға барып етте. Төрлө-төрлө контейнерҙар араһынан уртаса ҙурлыҡта, ҡыҙыл ҡапҡаслыһын һайлап алды. Шул ваҡыт ҡулдары ҡалтырап, хәле бөтөп китте. Әсә стеллажға таянып, күҙҙәрен йомоп торҙо. Эргәнән үтеп барыусы ҡыҙ өндәште:
– Апай, ни булды? Хәлегеҙ һәйбәтме?
– Эйе-эйе, борсолмағыҙ, рәхмәт! – Әсәй тертләп күҙҙәрен асты. Ошо магазинға барыуы һуңғыһы булды.
Мин ҡайтҡанда ниҙер булғанын һиҙҙем инде – әсәйем диванда ята, торманы, мине йылмайып ҡаршы алманы. Тиҙ генә кейемемде алыштырҙым да, янына ашыҡтым.
– Әсәй, хәлең нисек?
– Ярай, улым, үтер әле. Бына инсулин бөтөп бара бит әле. Барып алырға кәрәк. Үҙем барайым тигәйнем, хәл етмәне. Һауа етмәй, быуылам.
– Әсәй, мин иртәгә үҙем барырмын, эштән һорармын да, йәме?
– Юҡ, ярай, үҙем… Бар, аша, һин яратҡанды бешерҙем…
Мин әсәйҙең иҙелгән картуфы менән котлетын тәмләп ашап ултырғанда ул яй ғына атлап яныма килде һәм:
– Улым, һиңә бүләк тә биргәнем юҡ, ошоно ысын күңелдән ҡабул итеп ал инде!
Ҡалтыраған ҡулдары менән ҡыҙыл ҡапҡаслы контейнер һуҙҙы. Мин һикереп торҙом:
– Әсәй, кәрәкмәй ине, банкалар бар бит!
– Улым, хәҙер эшеңдә береһе лә быяла банкала ашарға йөрөтмәйҙер инде?
Мин бер ҡул менән бүләкте күкрәгемә ҡыҫып, икенсеһе менән әсәйемде ҡосаҡлап шыбырҙаным:
– Рәхмәт, әсәй, рәхмәт барыһы өсөн дә!
Күңелдәге шатлыҡ хисе менән ниндәйҙер хәүеф яҡынлашҡанын һиҙеү тойғоһо бер юлы барлыҡҡа килде һәм битемдән эҫе күҙ йәше ағып китте. Бер ҡасан да, хатта бәләкәй саҡта ла илағаным юҡ ине.
Бер аҙна үтеүгә әсәйем яҡты донъяны ташлап китте. Шау-шыуһыҙ ғына мосолман зыяратында ерләнек. Күршеләргә рәхмәт инде, бигерәк тә Фәрит ағайға. Әсәйемдең бер-ике әхирәтенән башҡа кеше килмәне. Хәҙер минең өсөн тормош ауыр һынау булып тойолдо. Бәләкәй генә фатирҙа яңғыҙыма шул тиклем эс бошорғос ине. Шулай итеп, мин берҙән-бер иң яҡын кешемде юғалттым. Кем әйтер, бәлки, мин ғәйеплелер уны һаҡлап ҡала алмағанға? Шулай ҙа ваҡыт үтә, артабан йәшәргә кәрәк.
Көндәр үтә торҙо, мин яңғыҙаҡ тормошома, үҙемдең бәләкәй генә донъяма берһен дә керетмәнем. Эштә яйлап барһына ла өйрәндем. Бында ҡыйын түгел – иртәнге һигеҙгә килергә, шеф ярты көнгә эш бирә, ҡалғаны – ваҡытҡа ҡарап. Эш артыҡ ауыр түгел, уҡыған һөнәрең булмағас, әҙенә ризалашырға һәм ошонда эшләргә тура килә ине. Төш ваҡытында ял итә торған бүлмәбеҙ бар, оҙаҡ итеп ауыр тоҡтар ташығандан һуң шунда инәбеҙ. Йөрәк арҡаға тибә башлағансы хәл бөтә, бөтә кейем тирҙән еп-еүеш, ә тәндән, саҡ мунсанан сыҡҡан шикелле, быу борҡоп тора. Төшкө ашты һәр кем өйҙән килтерә. Өйҙән алып килгән ҡыҙыл ҡапҡаслы контейнерҙағы ашты көн дә иртән һыуытҡысҡа ҡуйыу һәм төш көнө алып ашау инде ғәҙәткә инде. Ашап алғас, дүртәүләп телевизор ҡарайбыҙ. Бер көн төштән һуң “газель” килде, ғәҙәттәгесә, беҙ ике кеше арба эсендә, ике кеше ҡаптарҙы килтереп тора. Ринат менән мин уларҙы теҙәбеҙ. Егерме минуттай эшләп алдыҡ. Шунан тағы бер нисә машина килеп китте. Аҙаҡ миңә шефтан һорап ярты ғына сәғәткә китергә тура килде. Өйҙәге электросчетчик менән ниндәйҙер проблема килеп сыҡты, шуны асыҡларға кәрәк ине. Кире эшкә килгәндә ҡайтыр ваҡыт етеп килә ине, башҡалар йыйынып йөрөйҙәр. Егеттәр аштан бушаған һауыттарын, сумкаларын алып, ғәҙәттә, сәғәт алтыларҙа эштән сыға. Минең контейнерым ҡуйған урында тора, ләкин ҡапҡасы юҡ ине. Ябай ғына, арзан ғына әйбер булһа ла, минең өсөн ҡиммәтле бүләк бит ул. Ҡапҡасты эҙләп, тирә-яҡты, өҫтәл аҫтарын ҡараштырҙым.
– Нимә эҙләйһең? – тип һораны Ринат.
– Минең контейнерҙың ҡыҙыл төҫтәге ҡапҡасын күрмәнеңме?
– Ә, уны Альберт тотоп йөрөй ине, тартҡанда тәмәке көлөн ҡағып ултыра ине, буғай.
– Нимә-ә-ә?
Минең күҙ алдарым ҡараңғыланып, йөрәгем дарҫлап тибә башланы. Ҡапыл таралып киткән зиһенде йыя һалып:
– Нисек инде? Минең өсөн ҡәҙерле булған бүләк бит ул. Арзан ғына булһа ла. Минең иң яҡын кешем бүләк иткәйне. Иҫтәлек… Хәҙер бәләкәй генә ҡыҙыл ҡапҡаслы контейнерым да, уны бүләк иткән әсәйем дә юҡ…
Ринат бер ни ҙә өндәшмәй кейенә башланы, шул ваҡыт яңы килгән егет менән Альберт килеп инделәр.
– Ана, үҙенән һора! – тине Ринат, улар яғына боролоп.
Асыуҙан ҡулым ҡалтырай башланы. Мин тешемде ҡыҫып Альбертҡа һорауымды ҡабатланым. Теге ауыҙ эсенән аңлайышһыҙ итеп яуабын мөңрәне:
– Нимәгә ул һиңә? Йүнле пепельница ла сыҡманы унан. Сүпкә һелтәнем!
Нимәгәлер күңеле асылып, көлөмһөрәне:
– Әй, нимә, шулай һаранһыңмы ни? Бер үҙең йәшәгәнгәме, әллә тыумыштан шулайһыңмы?
Мин артым менән боролоп кейенә башлағайным, ул миңә һорауҙары менән бәйләнә бирҙе:
– Һин әсәйеңдең яратҡан бәпесе инде, хәҙер һәр сүп өсөн тауыш сығарырға уйлайһыңмы?
– Ул контейнер әсәйемдең бүләге ине, арзан ғына булһа ла, минең өсөн ҡәҙерле!
Мин ул ваҡытта Альбертҡа артым менән тора инем. Ул һаман да үрле-ҡырлы һикереп, мине ирештергән кеүек ҡысҡырынды:
– Ҡара әле! Ҡапҡас икән! Үәт һин ваҡсыл! Иртәгә икене, юҡ, өстө килтереп бирермен, мыжыҡ!
– Мин мыжымайым!
– Нимә эшләйһең, һинеңсә?
Альберт килеп минең яғамдан алды.
– Нимә асыуға тейеп, ауыҙыңды һәр ваҡыт йомоп, йөҙөңдө емереп йөрөйһөң? Өңөңдән сыға белмәйһең, һинең менән һөйләшеп тә булмай, ултырып эсерлек тә түгел! Гел сабып ҡайтып китәһең! Кем көтә һине өйөңдә? Йүнһеҙ, йөрөйһөң инде шунда!
Ул мине күкрәгемдән этеп ебәрҙе. Мин дә яуапһыҙ ҡалманым – маңлайына тондорҙом. Альберт артҡа осоп китеп таш бетонға елкәһе менән барып төштө. Миңә Ринат килеп йәбеште:
– Туҡта, ни эшләйһең ул?!
Яңы егет Альбертҡа ташланды, уның башын тотоп ҡараны ла:
– Ни эшләнең һин?! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Иҙәндә ятҡан Альберт ҡалтыранды, ауыҙы менән ҡапыл-ҡапыл һауа йота ине һәм шул ваҡыт
күҙҙәре әйләнеп, аяҡтары тартышып китте. Кемдәрҙер йүгереште, кемдер ҡысҡырып ебәрҙе:
– Тиҙерәк! Тиҙ ярҙам саҡырығыҙ!
Мин иҙән уртаһында бер ни ҙә аңламай баҫып тора бирҙем. Бөтәһе лә йүгерешә, иҙәндә ҡан ҙур күләүеккә әйләнә башланы, аҡ кейемле кешеләр йүгереп килделәр, кемделер күтәреп алып сығып киттеләр… Бөтәһе лә томан эсендәге кеүек…
Тәфтишсе Ғәлиев әллә нисәнсе тәмәкеһен һура-һура, сырайын һытып, тороп баҫты, бүлмә буйлап йөрөй-йөрөй:
– М-да-а-а! – тип ҡуйҙы.
Бүлмәләге тоноҡ ҡына яҡтылыҡ, һауала балта элерлек төтөн булһа ла, күңелдә ниндәйҙер өмөт ҡалдыра ине. Ҡайҙалыр мөйөштә бер кемгә лә иғтибар итмәй үрмәксе үҙ эше менән булаша. Ишек аҫтынан кәбеҫтә ашы еҫе менән аңҡыған һыуыҡ һауа бөркөлдө. Ҡаршыла торған президент портреты хөкөмдөң ғәҙел булырына ышандыра, бәләкәй генә өмөт ҡалдыра ине. Тәфтишсе ҡабат өҫтәл артына ултырып, тәмәкеһен һүндерҙе. Егет ошо күренештән һуң нимәлер иҫенә төшөрөп тертләп китте, ҡулдарын йоҙроҡҡа йомарлап башын эйҙе.
Тағы ниндәй һынған яҙмыштарҙың шаһиттары булды икән ошо стеналар? Тағы ниндәй серҙәр һаҡлайҙар? Иректәге һәм тотҡондағы ике кеше араһында өҫтәл генә. Бүлмәнең ябай ғына йыһазы, буш стеналары ниндәй генә яҙмыштарҙы күрмәгән, ниндәй генә бәйәндәр ишетмәгән. Ләкин улар һәр ваҡыт өнһөҙ булып ҡалырҙар...