Йылына бер тапҡыр ҡайтып ураһаң, һағыш-ҡайғыларың тарала, һағыныуҙарың юҡҡа сыға. Теүәл бер йылға,киләһе отпуск мәленә тиклем етә был дарыу көсө,эйе,тыуған ер һауаһы-йөрәккә дарыу,күңелде имләй,тынысландыра.Бер ниндәй ҙә Сочи,Ҡара диңгеҙ, Төркиә, Кипр һәм башҡалары кәрәк түгел.Тыуған ер һауаһы тын юлдарын иркәләй,шишмә һыуы тамаҡҡа ҡаймаҡ булып яғыла,хатта еле лә яғымлыраҡ, йылыраҡ, наҙлыраҡ иҫә кеүек. Тыуған төйәгендә көн иткән яҡташтарың да үҙҙәренә генә күрә матурыраҡ, һылыуыраҡ, алсағыраҡ, ихласыраҡ тойола.
Тыуған ауылына барыусы автобусҡа ултырғас , Фәйрүзә пассажирҙар араһынан иң беренсе таныш йөҙҙәрҙе эҙләне,ләкин таныған,белгән кешене осратманы. Юлдаштары ла был таныш булмаған ҡатынға тәүҙәрәк кем икәнлеген белгеләре килеп,текәлебәрәк ҡараһалар,һуңғараҡ берәй ҡунаҡҡа ҡайтыусылыр ,тип уйлап булһа кәрәк,ҡыҙыҡһыныуҙарын юғалттылар,башҡа иғтибар итмәнеләр,һәр береһе таныш-тоношо менән һөйләшә,аралаша,оҙон юлда төрлө юҫыҡтағы хәбәрҙәр һөйләп, үҙ-ара гәпләшә.
Аптырарлыҡ та түгел шул,ул ауылдан сығып киткәндән һуң тыуған балаларға ла инде утыҙ йәштәр тирәһе .Ул танымаған,уны белмәгән тотош бер быуын үҫеп еткән .
Автобус таш түшәлгән юлда даңғыр-доңғор һелкетеп ала, эргәһендә килгән йөклө ҡатын тауышын күтәреберәк:
-Утын тейәмәгәнһегеҙ бит,ипләберәк барып булмаймы,юғиһә кире боролоп мине бала табыу йортона алып бараһың булыр,-тип өндәште.
Былай ҙа алама юлда йәне көйөп килгән водитель йөҙ һүҙгә етте:
-Мин ғәйеплеме ни?Ана такси яллап ҡайтығыҙ!Былай ҙа яй ғына барам бит инде, ҡыуырлыҡмы ни юлығыҙ?Һеҙҙең яҡҡа барып ҡайтҡан һайын автобустың берәй ере эштән сыға.Өс тинлек ҡуян,мең һумлыҡ зыян,мин ремонтты былай ҙа үҙемдең кеҫәмдән түләйем.Әле яйлап барып булмай, бынау юлда ҡыуһаң,хәҙер таралып төшә иҫке автобус.
Тыныслана алмай һаман үҙенекен тылҡыған водителдең тауышын ишетмәҫкә була,Фәйрүзә иғтибарын тәҙрәнән йүгереп үткән электр бағаналарына, арыраҡ тау араларына сәселеп үҫкән ҡайын,уҫаҡтарға йүнәлтте.Был яҡтарҙа йыл да тиһәң (шаштырыу булырмы икән),әммә йыш ҡына йыл ҡоро килеп, халыҡтың былай ҙа еңелдән булмаған тормошон ауырайта. Шуғамылыр, тау йырындарында тамыр ебәргән ағастар утыҙ йыл элек нисек булһалар,һаман шул көйө ,үҙгәрмәй ултыралар. Әллә ни бейек тә түгелдәр,олондары ла беләк йыуанлығы ғына.Яҙын бер ҡар һыуына туйынып,унан инде төрлөсә килгән йәйҙә тырышып-тырмашып йәшәү өсөн йәнтәслимгә көрәшәләр шул. Тора-бара тау биттәрен тотош селек баҫып китеүенә иғтибар итте ҡатын.Ни ғиллә менәндер әрһеҙ селек бөтә тирә-яҡты ҡаплаған,хатта ауыл эргәһенән үткәндә зыяраттарҙы ла баҫып алыуын күреп, аптырашҡа ҡалды Фәйрүзә.Ни хәл итеп яҡындарының ҡәберҙәрен таба икән яҡташтары,әллә бөтөнләй был бәлә менән көрәшеп тә ҡарамайҙармы?
Иптәштәре менән бергәләп сейә йыйған тау битләүҙәренә,муйыл тиргән әрәмәгә ,еләк сүпләгән туғайҙарға ҡарап, бала саҡтарын иҫкә төшөрөп , уйланып килеп,тыуған ауылына ҡайтып еткәнде шәйләмәй ҙә ҡалды. Автобус туҡтағас,юлдаштары ауыр-ауыр сумкаларын күтәреп,өйҙәренә таралышты. Кемделер балалары килеп ҡаршыланы,берәүҙәре машинаға ултырҙы. Ауылын тыны менән тартып алырҙай булып һағынған Фәйрүзә, сумкаһын ергә ҡуйҙы ла иркен итеп тын алды.Танауына танһыҡ әсе әрем,хуш еҫле еләк,тағы әллә ниндәй тәмле хушбый, сәскә еҫтәре килеп бәрелде.Хатта ғүмере буйы Мәскәү ҡалаһында йәшәгән бер ауылдашы,ҡунаҡҡа ҡайтҡас:”Миңә урынды кәртә башына йәйегеҙ,тиреҫ еҫен һағындым!-” тигәнен көллө халыҡ мәҙәк итеп һөйләй торғайны.Шул да ҡылт итеп иҫенә килеп төштө.Бер ҡараһаң,аптырарлыҡ та түгел шул!Йырҙа ла йырланғанса, ”Үҙ еремдә яҡын миңә бәрәңге баҡсаһы ла!..”
Тыуған ауылында әле иң матур,иң гүзәл мәл!Бейек тау артына байып барыусы ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары бөтә офоҡто ялмаған,шул ҡыҙыллыҡ хатта өй түбәләренә,йылға буйында үҫкән ерек,ҡайын,тирәктәрҙең башына еңелсә генә ҡағылып,әкиәти ,сихри, илаһи серлелек өҫтәй.Йәй көндәренә генә хас үҙенсәлекле тауыштар ҡолаҡты иркәләй.Кемдер көтөүҙән тороп ҡалған малын саҡыра,берәүҙәр йылға буйынан һаман ҡайтырға теләмәгән өйрәк-ҡаҙҙарын йәүкәләп,бейек яр буйын бер итеп,көш-көшләп уларҙы һыуҙан сығара...Әсәһенән айырылып ҡалған бәләкәй генә ҡара бәрәс,ҡайҙа барғанын белмәй сабыулай,йөрәкте өҙөп баҡыра,уның артынан бармаҡ йыуанлығындай сыбыҡ тотҡан ҡап-ҡара булып көнгә янған малай ахмайылға төшөп йүгерә.Бала саҡты хәтергә төшөрөүсе ауаздар,йәнгә яҡын күренештәр...Илаһи мәл!
Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ауылдың һуңғы яңылыҡтарын бүлешеп ултырыусы әбей-бабайҙар уны танырға теләп, иғтибарлап күҙәттеләр,һаулыҡ һорашып ҡына үтеп китмәксе булған Фәйрүзәгә һүҙ ҡуштылар :
-Кем балаһы булдың,ҡыҙым?Бер ҙә танымайбыҙ бит әле!
-Фәйрүзә мин,Ғилман ҡыҙы.Өфөнән ағайымдарға ҡунаҡҡа ҡайтып киләм!
-Эй,күҙ күрәме ни?
-Танымай ҙа торабыҙ!
-Үҙебеҙҙең Фәйрүзә икән дәһә!
Ауылдаштары алмаш-тилмәш килеп күрешеп,арҡаһынан ҡағып ,яратып алдылар:
-Бына ҡалай матур ҡатындарға әйләнгән әле саҡ яланаяҡ тыпылдап йүгереп,сәстәре ялпылдап торған ҡыҙҙарыбыҙ!
-Афарин,ата нигеҙен ҡоротманығыҙ,ағайың өй һалды,һеҙ унда ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйһөгөҙ. Фәрхәнә менән Ғилман ғына был бәхетте күрмәне мәрхүмкәйҙәр...-тип ҡуйҙы Сәлимйән ҡарт.
-Бына беҙ,уларҙың йәштәштәре,һаман йәшәйбеҙ. Ҡалайтаһың,Ер йөҙөнә әҙәм балаһы берәм-берәм килә лә,тормош юлын үҙе белгәнсә йәшәп,фани донъялыҡтан тағы берәм-берәм үтеп китә.Хоҙай яратҡан балаларын иртәрәк үҙ янына алғандыр,теге донъяла ла һәйбәт кешеләр кәрәктер шул...
Ауылдаштары Фәйрүзәнең ата-әсәһен иҫкә алып,былай ҙа ҡуҙғыған күңелен иләҫләндереп ебәрҙе.Тамаҡ төбөнә килеп тығылған төйөрҙө йотоп ебәргәс, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн ,тиҙерәк ....һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға тырышты ҡатын:
-Хәҙер үҙебеҙ инәй-олатайҙар булып бөттөк бит инде,бишенсе тиҫтәне ҡыуабыҙ...
-Эй,һинең самай заман сағың,гөрләтеп донъя көтөр мәлең.
-Беҙҙең балабыҙ кеүек кенәһең бит әле һин!
-Йәшәргә лә йәшәргә әле һеҙгә,йәштәргә!
Фәйрүзә юлын дауам итте.Урам буйлап атлағанда, йә йылмайып,йә моңайып баҡҡан тәҙрәләргә ҡарап, ҡасандыр шул өйҙәрҙә ғүмер иткән ауылдаштарын иҫенә төшөрҙө. Хәҙер инде уйнаҡлап торған матур еңгәләре тешһеҙ әбейҙәргә әүерелгән,ер һелкетеп баҫып йөрөгән ағайҙарының йөҙөнә ҡартлыҡ сырайы ятҡан,яратҡан инәйҙәренең , олаталарының күбеһе юҡ ,класташтары ла өләсәй,ҡартатай булып,ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп,һәүетемсә генә донъя көтөп ята.
Бынау егерме беренсе быуатҡа килеп еткәндә һаман ауылдарына асфальт юл булмауы эсен бошора Фәйрүзәнең.Өйҙәргә газ үткәрелмәгән,бөтә Ер шарында рәхәтләнеп халыҡ кәрәҙле телефон менән ҡулланғанда, ауылдарында элемтә юҡ,ҡайтҡас телефонды сумканан алып булашаһың да булмай!Быларҙы уйлаһаң,хатта ауылдаштары өсөн күңеленә ҡыйын булып китә.Шул көйө улар бар нәмәнән йәм табып,үҙҙәренең күңелен үҙҙәре күреп,ярыштар ойоштороп, матур сығыштар әҙерләп ,районда барған бер саранан да тороп ҡалмай,гөрләтеп йәшәп яталар.Үҙҙәре сабый бала кеүек ышаныусан,иҫең китерлек ҡунаҡсыл, күлдәктәре нийе менән бер ҡатлы,күңелдәре шаран-яра асыҡ бит әле!
Фәйрүзә сит яҡтарҙа йәшәгәндә үҙенең тормошона нимәлер етмәүен,ниҙәндер ҡоро ҡалыуын һиҙемләй ине,ләкин һуңғы арала ғына үҙенең эҙләнеүҙәренең сәбәбен тапты,ахыры.Ул да булһа, ана шул ауылдаштарының сабый балалай бер ҡатлы булыуҙары ...Бер гөнаһһыҙ сабый ише донъяға көлөп баға улар, үҙҙәренән иҫ китерлек ябайлыҡ бөркөлөп тора.Ситтә йәшәгән ауылдаштары менән ысын күңелдән ғорурланып,уларҙың уңышына балалар кеүек ихлас ҡыуанып,йәшәй беләләр.
Әлеге лә баяғы ихласлыҡ,ябайлыҡ саманан ашҡан шул...
Фәйрүзә берсә шатлыҡлы,берсә моңһоу уйҙарға бирелеп,тыуған йортоноң ишек алдына килеп ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалғансы!
Ҡайтыуы тураһында хәбәр итмәгәс,эт өргәнгә тәҙрәгә ҡапланған еңгәһе, шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе.Ағаһы менән икәүләп ишектән атылып килеп сыҡтылар,алмаш-тилмәш ҡосаҡлап,өйгә әйҙүкләнеләр.Атай нигеҙен ҡоротмау ниәте менән ғүмер буйы Себер яҡтарында эшләп,тапҡан-таянғандарын ике балаларына ҡалдырып,хаҡлы ялға сығыр алдынан ҡайтып,атай нигеҙенә оло йорт ҡороп, йәшәп ятыусы Салауат ағаһы менән Сәғиҙә еңгәһе Фәйрүзәнең алдына нимә алып,нимә ҡуйырға белмәне.
-Ҡайтам,тип хәбәр итһәң,район үҙәгенән уҡ барып ҡаршы алыр инем,әҙәм көсө еткеһеҙ сумкаңды күтәреп,ни хәл ҡайтып еттең?-тип аптыраны ағаһы..
-Юҡ,ағай,бик уңайлы ғына килеп сыҡты юлым.Сибайға тиклем Өфөнән таксиға ултырҙым,был яғына автобусҡа өлгөрҙөм.
Еңгәле-бикәсле өҫтәл ҡарап,тегеләй-былай иткеләгәнсе,самауыр ҙа ҡайнап сыҡты. Өсәүләп ултырып,Өфө күстәнәстәре менән сәй эсеп алғандан һуң,Салауат мунса ҡаҙанына һыу тултырып, ваҡ-төйәк тап-топ һалып,усаҡты елпетеп тә ебәрҙе.Заманса итеп эшләнгән тимер мейес өҫтөндә торған һауыттағы һыу ҙа ул-был иткеләгәнсе ҡайнар сиккә етте. Салауат мәтрүшкә ҡушып яһалған миндекте эҫе һыу төшөрөп, бешекләп ҡуйҙы ла өйгә инде.
-Бар,һеңлекәш,юлда арыған тәнеңде яҙып,йыуынып сыҡ,мунса әҙер.
Ҡарағай еҫе аңҡып торған аҡ мунсала юл туҙанын йыуып ,тәмле мәтрүшкәле миндек менән сабынып,ике бите алһыуланып сыҡҡан Фәйрүзәне Сәғиҙә еңгәһе әсәһенән ҡалған ҡомартҡы-еҙ самауырҙы яңынан шыжлатып, түбәсәйен ҡырын ҡуйып,тамылйып бешкән еләк төшөрөлгән сәйнүккә яңынан сәй һалып, көтөп тора ине.Егәрле еңгәһе шул арала ҡоймаҡ ҡойоп та өлгөргән.Сәй табыны артында әңгәмә ҡороп, бала саҡты хәтергә төшөрөп,атай-әсәйҙәрен һағынып иҫкә алып,туғандар ярты төн уҙғансы бик оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙы.Фәйрүзә ауыл хәбәрҙәрен һорашты,күрше-тирәләрҙең иҫәнлеге менән ҡыҙыҡһынды.
-Үткән аҙнала Хәмит ...мәрхүм булып ҡалды,өйөндә үлеп ятҡан...Бер кем инеп,бер кем сыҡмағас ни,еҫләнеп бөткән ,тиҙәр...-тип әйтеп ҡуйҙы еңгәһе.-Әл дә шуға кейәүгә сыҡмағанһың,бикәс,Хоҙай әшкәрткәндер үҙеңде...
Был хәбәрҙән Фәйрүзә һиҫкәнеп китте,хәтирәләр уны бынан өс тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар өйөрмәһенә алып инеп китте.
***
-Киләләр!!!
-Килен төшә! Килен!-
-Яҫтыҡ әҙерме?
-Бал менән май һалынған кәсә ҡайҙа?
-Төп ҡоҙағый ҡайҙа булған?
-Кейем алмаштыра,хәҙер килер ул.
Ишек алды геү килә.Туй мәлендә генә була торған ығы-зығы, шау-шыу,буталыш.Мөйөш һайын фәрештә,һәр береһе һәр эштә,тигәндәй,бер-береһенә бәрелә яҙып,бөтә туған-тыумаса,күрше-күлән мәж килә.Мин дә тик тормайым әле,тигән кеүек, бесәйенә хәтлем аяҡ аҫтында бутала.Кемдеңдер ҡулында балаһы илай,туй табыны ҡарап йөрөгән әсәһенең башын күтәреп ҡарарға ла ваҡыты юҡ,ә атаһын бәпес ниңәлер тыңларға теләмәй.
Бына машиналарын пипелдәтеп,саң болото уйнатып, урам буйлап ҡоҙаларҙың килгәне күренде.Кемдәрҙер тәҙрәгә ҡапланды,бала-сағалар урамға һибелде,бар халыҡ бөтә хәстәрен ташлап, туй күрергә эркелде.Иң алдағы машинаға ултырған кейәү менән кәләш,ике шаһит ишек алдына уҡ инеп туҡтанылар,шунан ҡапҡаны шартлатып ябып,ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы шартына килтереп, ҡаршылау йолаһын атҡарҙылар.Берәүҙәр килендең йөҙөн күреп, тел шартлатты,йәш ҡыҙҙар еңгәләренең туй күлдәгенең матурлығына иғтибар итте.Өйләнмәгән ҡәйнештәр эстән генә үҙҙәренең буласаҡ кәләштәренең тап ошо еңгәй кеүек һылыу булыуын теләнеләр.
Ҡәйнә кеше тупһаға һалынған яҫтыҡҡа баҫҡан килененә изге теләктәрен әйтеп, бал,май ҡаптырҙы:
-Телең балдай татлы,майҙай йомшаҡ булһын,балаҡай!Төклө аяғың менән!Парлы булып,матур донъя көтөгөҙ.Ҡәйнәң буҫағаһына рәхим ит!
Ишек алдына ваҡытлыса башын ябып эшләнгән ҡулайлама аҫтына байрам өҫтәле урынлашҡан.
-Әйҙәгеҙ,ҡоҙалар,ултырышығыҙ,йәһәт кенә ашап-эсеп алайыҡ та сәғәт ун икегә ЗАГС-ҡа,сәғәт өстә кире төп йортта йыйылабыҙ,шул ваҡытҡа никах уҡырға мулла килеп етергә тейеш, унан туй табынына ултырыр мәл етә ,-тип ҡабаландырҙы ҡунаҡтарҙы оло ҡоҙа.
Күмәк кеше-юҡ кеше ,тигәндәй,буталышып,шаулашып,урын табып, ултырып бөткәнсе хәтһеҙ генә ваҡыт үтте.Һәр кем был өҫтәл артында урынын тапты.Тик кәләш кенә үҙ урынында булмай сыҡты.
-Бәй,кәләш ҡайҙа?Хәмит үҙе ултырып алған,килен ҡайҙа?-тип аптырашты ҡунаҡтар.
-Хәҙер килә,ҡыҙҙарҙың үҙ серҙәре бар,әхирәте менән ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торалыр,-тине кейәү егет.
Ҡунаҡтар был яуапҡа риза булып,ҡоҙаларҙың һыйынан ауыҙ итергә,бер-береһе менән һөйләшергә,аралашырға,танышырға керешеп китте.
Аш ашап,сәй эсеп,билбау аҫтын нығытып алғас,ҡоҙалар йәһәтләп машиналарға ултырырға ашыҡты.
-Хәмит,килен ҡайҙа ул?Нишләп ауыҙыңды асып,кәләшеңдең ҡайҙа йөрөүен дә белмәй ултыраң!-тип орошто улын әсәһе,йәне көйөп.
-Ашаған мал өйөнә ҡайта ул,ҡайҙа китһен хәҙер!Ишек алдындалыр...-тип ҡупырайҙы кейәү кеше.
Унан урам яҡтан йүгереп инеп килгән бәләкәй ҡустыһына өндәште:
-Урал,еңгәңде күрмәнеңме?
-Күрҙем,еңгәй бая анауында торған аҡ машинаға ултырып китте.
-Нисек? Ниндәй машинаға?
Хәмит,һикереп тороп,ишек алдынан сығып сапты...Мәж килешеп,машинаға тейәлеүсе ҡунаҡтарҙы аптыратып,урам буйлап йүгерҙе.
-Шаярталарҙыр,кейәү егетен эт итмәксе булып,йәшенеп, шаһит әхирәте Сәлимәләрҙә ултыралыр.
Ажғырып йүгереп инеп килеүсе Хәмитте күреп,Сәлимәнең әсәһе Вазифа тертләп китте.
Уныһы һаулыҡ та һорашып тормай аҡырып ебәрҙе:
-Сәлимә ҡайҙа?Фәйрүзә һеҙҙәме?
-Бәй,Сәлимә өйҙә,ана йоҡо бүлмәһендә ултыра,ә бына... һинең кәләшең нишләп беҙҙә булһын?
Сәлимә бүлмәһенең ишеген шаран-яра асып барып инде Хәмит:
-Фәйрүзә ҡайҙа?Ҡайҙа оҙаттың?
Сәлимә яҫтығына ҡапланды.Уның эргәһенә йүгереп барып,ике яурынынан тотоп,һелкетеп,аҡырырға тотондо кейәү егете:
-Ҡайҙа Фәйрүзә? Ҡайҙа?
Күп илауҙан ҡарлыҡҡан Сәлимәнең һүҙҙәре егетте телһеҙ итте:
-Китте!..Фәйрүзә... ҡасып... китте!
-Ни-имә?Нисек?Ҡайҙа... ҡасып китте?!
-Бөтөнләйгә,белдеңме? Бө-төн-ләй-гә!
Хәмит мейес буйындағы эскәмйәгә ултыра төштө,башын ике ҡулы менән тотоп ,бер алға,бер артҡа сайҡалырға кереште
-А-а-а-а!Мин нишләйем?Ниңә былайтып мыҫҡыл итте ул мине?
- Нишләп үҙең иптәштәреңә,еңгәңә маҡтандың,хәҙер ҡайҙа барһын ул,әллә ҡасандан бирле йоҡлап йөрөйбөҙ,тип.Фәйрүзә һиңә үс итеп китте,был ғәйбәттең дөрөҫ булмауын хәҙер бөтә кеше аңлаясаҡ.Мә,туй кейемдәрен алып кит.
Егет кәләшенең туй кейемдәрен алып урамға сыҡты.Ҡапыл иҫенә килгәндәй, уларҙы йолҡҡоларға,йыртырға ,ергә һалып тапарға кереште.Ап-аҡ туй күлдәге, туй ҡалпағының ебәк өлөшсәләре туҙышып,ер өҫтөндә ятып ҡалды. Күрһә лә йәне әрнемәҫ ине Фәйрүзәнең. Аҡ күлдәк тиһең,аҡ намыҫы ошолай тапалды, теткеләнде.Быныһын тик Фәйрүзә йөрәге генә кисерҙе, күтәрҙе,был төҙәлмәҫ яра уның йөрәге аша үтте.Кисерҙе ,тим. Аһ!Кисерерлекме ни!?
Был ваҡытта Фәйрүзә ҡалаға ҡарай елә ине.Тиҙерәк!Тиҙерәк!Арттан ҡыуа сыҡмаһын Хәмит!Унан алыҫҡараҡ китергә,әйткән һүҙҙәрен оноторға!Хатта уның исемен хәтерҙән юйып ташларға!
Киске поезға билет алып,вагонға инеп ултырғансы йөрәге шартлай яҙҙы ҡыҙҙың. Хәмит килеп етер,кеше алдында янъял ҡуптарыр тип борсолдо.
Был ҡыйыу аҙымды яһауына үҙенә үҙе аптыраны ул.
-Нишләргә?-тигән һорау нисә көн буйы мейеһен сүкене.Туйҙы ташлап китһә,әсәһенең илаулауын ,намыҫ”тип йәшәгән атаһының йөҙөн күҙ алдына килтереп, был уйынан баш тартырға уйланы.Ләкин Хәмиттең иптәштәре, еңгәһе алдында маҡтанып, Фәйрүзәнең намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапауы һарыуын ҡайнатты.Фәйрүзә бит туйға тиклем ҡушылыуҙы күҙ алдына ла килтермәне. Аҡ күлдәк кейеү-намыҫың таҙа,тәнең дә ,йәнең дә саф тигәнде аңлатҡанды бәләкәй саҡтан уҡ күңеленә һеңдереп үҫтерҙеләр ҡыҙҙың ата-әсәһе...
***
Хәмит Фәйрүзәгә беренсе кластан уҡ күҙ һалды тиһәң дә хата булмаҫ.
Беренсе класҡа уҡырға килгәс,сөм ҡара күҙле,тулҡынып торған оҙон сәсле ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булды ул.Беренсе партаға, Фәйрүзә эргәһенә килеп ултырҙы Хәмит,һигеҙенсе класты тамамлағансы ҡыҙ эргәһенә берәүҙе лә ебәрмәне.Тәүҙәрәк ҡыҙ егет тарафынан үҙенә булған иғтибарға көлөп кенә ҡараны,унан башҡа ҡыҙҙар эргәһендә уңайһыҙлана башланы.Күп тапҡырҙар үҙенең ғорур холҡон күрһәтеп,егетте кире бороп ҡайтарҙы,әммә уныһы бер нәмәгә ҡарамай,ҡыҙ артынан сабыуын белде.
Малай-шалай ҡыҙға иғтибар күрһәтһә,ундайҙарға көн бөтә.Хәмит туҡмап ташларға ла күп һорап тормай.
Уның ныҡ дорфа ҡыланыуы ҡыҙҙың һарыуын ҡайнатты ,әлбиттә.Ҡайһы саҡта иптәш ҡыҙҙары менән һүҙгә әүерәп,клубтан оҙағыраҡ сыҡмай торһа ,үҙенең тышта көтөп тороуын күпһенеп,тауыш күтәреп алғылаған саҡтары ла булғыланы.
Ундай саҡта Фәйрүзә:
-Ваҡытың йәл икән,көтмә,өйөмә юлды таба беләм!-тип туҡтатып ҡуя.Егет үпкәләп ,туҙынып ҡайтып китә,иртәгеһенә тағы килеп ғәфү үтенә,башҡа улай итмәйәсәгенә,үҙенең ҡыҙҙы өҙөлөп яратыуына ышандыра.
Ә бына Фәйрүзәнең атаһы Ғилман шул Хәмитте оҡшатты бит,бәлки ҡыҙының ауылда ҡалыуын теләп,егетте кейәү иткеһе килгәндер.Хәмит менән дә уртаҡ һүҙҙәре табылды,етмәһә икеһе бергә совхозда эшләй башланы,хатта атаһы:
-Шәп егет был Хәмит,комбайнда атаһына ярҙамлашырға килгәндә иген һуҡҡанын ҡарап торҙом,бик тигеҙ итеп ала,ҡул машинкаһы менән сәс алған кеүек. Тырыш егет,тырыш!Ҡулы алтын ул егеттең!-тип ҡыҙы ишетерлек итеп маҡтаны.
Ул арала йәштәр урта мәктәпте тамамланы,Фәйрүзәнең Өфөгә педагогия институтына уҡырға инеү ниәтен еткергәс,егеттең ҡобараһы осто.Нисек тә булһа уҡырға ебәрмәҫ өсөн йөҙ сәбәп эҙләне. Аптырағас:
-Ситтән тороп уҡы,өйләнешәйек,һин унда хәҙер башҡа егеттәр менән йөрөйәсәкһең-,тип башын ҡатырҙы.Тик ҡыҙ үҙ һүҙенән ҡайтманы,көндөҙгө бүлеккә уҡырға инде.
Фәйрүзә биш йыл уҡығансы,Хәмит ике йыл һалдат итеге кейеп,айт-дваға баҫып,ракета ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты.Унан да Фәйрүзәне көнләшеп,көн дә хат яҙҙы.Иптәш егеттәре аша ҡыҙҙың һәр бер аҙымын белешеп торҙо. Фәйрүзә беренсе кластан уҡ артынан бер аҙым ҡалмай йөрөгән егеткә өйрәнгәйне,тик уға кейәүгә барыуға иҫәп тотмай ,дуҫ,иптәш, класташ тиеберәк ҡараны.Хәмиттең кешеләргә дорфа ҡыланыуы ,үҙен өҫтөн тотоуы,мин-минлеге көслө булыуы ,үҙенең көнләшеүен белдереүе ҡыҙҙы оторо ситләштерҙе генә.
Музейҙа ғилми хеҙмәткәр булып эш башлаған Фәйрүзәнең Хәмиткә кейәүгә сығырға иҫәп тотмағанын һиҙеп ҡалған атаһы үҙ шартын еткерҙе:
-Йә Хәмиткә сығаһың,йә һин...минең ҡыҙым түгел!
-Атай,хәҙерге заманда ҡыҙ кеше үҙе хәл итергә тейештер бит,һин миңә улайтып бойороп,күңелемде китмә, зинһар.
-Ата һүҙен тыңламаған оролған дә бәрелгән,ти,ризалығым юҡ.Ана күрше Хөмәйрәнең ике ҡыҙы ла ун һигеҙҙәре тулыр-тулмаҫ кейәүгә сыҡтылар,бынамын итеп ҡырауар бала табып, дөңгөрҙәтеп донъя көтөп яталар,ә һиңә хәҙер ун һигеҙ түгел,тиҙҙән егерме бишең тула,йәшең үтеп бара.Ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалырға итәңме?Хәмиттең түҙеме бөтәр,башҡаға өйләнеп тә ҡуйыр.
-Өйләнһә һуң...Өйләнһен!Мин уны тотмайым!Ә Көнһылыу менән Миңһылыуҙың уҡырға теләмәүенә мин ғәйеплеме ни,атай!Һин үҙең уҡығыҙ,юғары белем алығыҙ,тип таҡылдап ултырҙың бит.Рәхмәт,ярҙам иттегеҙ,уҡып сыҡтым,диплом алдым,яратҡан эшем бар.Ә кейәүгә сығырға өлгөрөрмөн. Әле аспирантураға документтар әҙерләйем, үҙем эшләгән музей етәкселеге лә ярҙам итергә тора.
-Минең һүҙем бер.Эштән сыҡ,ауылға ҡайт,юғары белемле тарихсылар ауыл мәктәбенә лә кәрәк.
-Юҡ,атай,мин эшемде яратам,унан ситтән тороп аспирантурала уҡыһам, сессияға йөрөүе лә уңайлы буласаҡ,мәктәптә дәресем ҡала,тип ҡайғыраһым юҡ!
-Уҡығаның еткән,тағы утыҙың тулғансы ҡыйшаңлап йөрөргә итәңме?Һорарға килһәләр,Хәмиткә кейәүгә сығаһың һәм... вәссәләм!
Әсәһенең бер ваҡытта ла атаһы һүҙенән сыҡмағанын күреп үҫкән ҡыҙ,яҡлау тапмағас,күҙ йәштәренә төйөлдө.Атаһы ҡыҙын ярата,улайтып уҡ көсләп кейәүгә биреп ебәреренә ышанманы ла кеүек,әммә уның ике һөйләмәй икәнлеген ғаиләлә генә түгел,ауылда ла беләләр...
Ысынлап та,киләһе ялға ҡайтып,мунса инеп сығып,ғаилә түңәрәк өҫтәлде уратып ултырып киске аш ашарға йыйынғанда ишек алдында бәйле торған Алабай һау-һаулап кемгәлер өрөргә тотондо.
Шул саҡ ишек шаҡынылар,уң аяғының ыштан балағын төшөрөп,Хәмиттән яусылар килеп инде.Фәйрүзә,улар артынан уҡ ата-әсәһен эйәртеп ишектән май ҡояшы кеүек йылмайып инеп килгән егетте, тышҡа саҡырып сығарып,үпкәһен белгертергә тотондо:
-Минең менән кәңәшләшмәйенсә,ни тип яусы ебәреп ятаһың.Мин бит һиңә тормошҡа сығырға һүҙ биргәнем юҡ.Минең әле киләсәккә икенсе төрлө ниәттәрем бар!
-Фәйрүзә!Минең мөхәббәтем икебеҙгә лә етерлек.Үҙеңде үлеп яратҡанды беләһең бит!-тип ҡосаҡларға үрелде Хәмит.
-Етмәһә эсеп алғанһың!Нисек оялмайынса ошолайтып килергә баҙнат иттең?
-Мин бит ҡыйыулыҡ өсөн генә, бер-ике йотом ғына...
Фәйрүзә,егеттең ҡосағынан ысҡынып,өй эсенә йомолдо.
Был ваҡытта инде ҡоҙа булаһы кешеләр өҫтәл түренән урын алған,атаһы , ҡәнәғәт йылмайып, теле телгә йоҡмаған яусының татлы һүҙҙәренә эреп китеп ,ҡунаҡ һыйларға йыйына .Әсәһе,ғәйепле төҫ менән,ыуаланып,бер иренә,бер ғәзиз балаһына алмаш-тилмәш күҙ йүгертеп,нимә эшләргә белмәй бошорғалана.
Фәйрүзә, “Ҡоҙа ла ҡоҙа!”-тип таҡылдаған яусыға көйҙөрөп бер ҡарап алды ла атаһына өндәште.
-Атай!Тороп тор әле!Мин бит әле кейәүгә сығырға уйламайым! Һеҙ нишләп минең теләгемдән башҡа яҙмышымды хәл итеп ятаһығыҙ?Элекке заманмы ни көсләп кейәүгә бирергә?
-Көсләп тип ни,Хәмит һөйләшелгән,вәғәҙә бирешелгән тине бит!
Был юлы яусының тауышы юғалыбыраҡ ҡалды.
Ғилман,ҡапыл әйләнеп,ҡатынына көйҙөрөп ҡараны:
-Бар, ҡыҙыңды тый!Ә һин (ул Фәйрүзәгә ымланы)битеңде сайып,күҙ йәштәреңде һөрт!Беҙ һине тиҙ арала табын артында көтәбеҙ.Ҡәҙерле ҡунаҡтар,аш-һыуҙан етешеп ултырығыҙ!
Ҡунаҡтар аптырашып бер-береһенә ҡарашты,шунан барыһының иғтибары шым ғына инеп ишек төбөндәге ултырғысҡа сүгәләгән Хәмиткә йүнәлде. Ул,әлеге мәлдә аяҡ аҫтында ер убылһа,һис уйламайынса,үҙе үк шунда һикерер ине.
***
Был ваҡытта йоҡо бүлмәһендә әсәле-ҡыҙлы ҡосаҡлашып күҙ йәштәренә ирек бирҙе.Фәйрүзә ,атаһының үҙ һүҙлегенә барып,уны Хәмиткә кейәүгә бирергә тырышыуына асыуы килде.Шунан бөтә үпкә һүҙҙәрен әсәһенә түкте.
Исмаһам ,һин мине яҡлашмайһың бит,әсәй!Нишләп атайыма ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәйһең ул!
-Эй,балаҡайым!Атайыңдың үҙ туҡһаны туҡһан икәнен беләһең бит!Унан кеше алдында нисек битен йыртып торайым?
-Ә мин йәл түгелме ни һиңә?
-Һуң,балаҡайым,үҙең Хәмит менән осрашып йөрөйһөң бит!Белмәгән кешең түгел!
-Мин бит уға кейәүгә сығырға вәғәҙә бирмәнем!Беҙ бит дуҫтар ғына!
-Егет менән ҡыҙ араһында дуҫлыҡ буламы ни?Хәмиттең үҙеңде яратҡанын белеп йөрөйһөң бит!
-Әсәй !Мин уны яратмайым! Мөхәббәт улай булмай ул!
-Балам!Егетте өмөтләндереп йөрөткән икәнһең,үҙең ғәйепле!Нишләп улайһа осрашып йөрөнөң һуң?
Шул ваҡыт бүлмә ишеге шар асылып китте лә унда Ғилмандың ҡыҙарған йөҙө пайҙә булды.
-Йә!Күпме буҙлап ултырырға мөмкин?Ҡунаҡтар көтә!Өйгә килгән кешене хөрмәт итмәй,нишләп ҡасып ултыраһығыҙ?
Фәйрүзә менән әсәһе бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа түр яҡҡа атланылар...
***
Туй булырға бер ай самаһы ҡалғас,Фәйрүзә иптәш ҡыҙының туйына шаһит булып барҙы.Уның был аҙымына атаһы менән Хәмит дыу-ғәләмәт килеп ҡаршы төштөләр.
Имеш,ниндәй эш ул?Үҙеңдең туйың алдынан кемдеңдер туйында йөрөү,етмәһә бер үҙе,Хәмитһеҙ һәм башҡа фәлән-фәсмәтән.
Ләкин был юлы Фәйрүзә үҙе уйлағанса эшләне...туйға барҙы һәм... ғашиҡ булды.Эйе,ысынлап ғашиҡ булды.
Кейәү егетенең ике туған ағаһы ине Фәйзулла исемле егет.Беренсе тапҡыр күрҙе ,ләкин мәңгелеккә яратты.Тыныс ҡына егет,матур йылмайып, вальсҡа саҡырҙы.Һәм ҡыҙ...үҙенең ғүмерлек мөхәббәтенең тап Фәйзулла икәнлеген аңланы.Йөрәктәрҙе елкендереп, илерткес көй уйнай.Ошо сихри моң уларҙың йәнен асмандарға ашырҙы.Ҡулдар ҡулда,ике йөрәк күкрәк ситлегенә һыймай тулай.Күҙҙәрҙә һөйөү ипкене,күңелдәрҙә моң.
Ябалаҡлап тыуған еремә
Яуа ынйы ҡарҙар.
Һөйөү көйөнә өйөрөлә
Мөхәббәтле парҙар.
Ғашиҡтарҙың һөйөүенә
Бөтә донья тарҙыр.
Яуа ынйы ҡарҙар,
Әйләнәләр парҙар.
Ынйылай ҡар өҫтәрендә
Икебеҙҙең эҙҙәр.
Ай менән Ҡояш көнләшеп,
Күктән беҙҙе күҙләй.
Аҡ ҡар кеүек саф һөйөүҙән
Осҡонлана күҙҙәр.
Ғашиҡтар һүҙһеҙ аңлаша,
Кәрәк түгел һүҙҙәр.
Эйе,һүҙһеҙ аңлашты ике йөрәк.Меңдәр,миллиондар араһынан ике ярты табышып, ғүмерлеккә бер йән,бер тән булып йәшәр өсөн осрашты. Хоҙайҙың,ғашиҡтарҙы осраштырып, бер матурға бер матур тигән мәленә тура килгәндер .
Ябай ғына бейеү ике яҙмышты бер итеп,йөрәктәрендә һөйөү усағы тоҡандырып, хистәр буранында аҙаштырып, мәңгелек мөхәббәт вальсына әүерелде.Тик нисек Хәмиткә,атаһына был турала аңлатырға?Әсәһе нишләр?
Фәйзулла адресын биреп,ҡасан,ҡайҙа көтәсәген хәбәр итте. Әлбиттә,егет ҡыҙҙың ауылына килеп,ата-әсәһе менән танышып,ҡулын һорарға, тип тә ниәтләнгәйне. Ләкин Фәйрүзә ундай хәлдә нимә буласағын хатта күҙ алдына килтерергә лә ҡурҡты.
Бер ай ҡыҙ Ер менән Күк араһында йәшәне.Үлсәүҙең бер яғында- атаһы, әсәһе, Хәмит,туғандары ,икенсе яғында- ғүмерлек мөхәббәте Фәйзулла.
Бөтәһен ныҡлап уйлағас,ҡыҙ ,яҙмышына буйһоноп,Фәйзулланы оноторға кәрәк ,шулай бөтәһенә лә уңай буласаҡ тигән ҡарарға килде.
Тик ғашиҡ йөрәккә бойороп буламы һуң?Хәмитте уйларға тырышһа,күҙ алдына йылмайып ,Фәйзулла килә лә баҫа.Аптырағас,төштәренә инеп бимазалай.Ҡыҙ,йоҡлай алмай ябығып,йонсоп бөттө. Әсәһе уның был торошон туй алды мәшәҡәттәре менән бәйләне.
-Бигерәк бөтөрөндөң,балам,һин беренсе,һин аҙаҡҡы кейәүгә сығыусы түгел!Алла бирһә,бөтәһе лә һәйбәт булыр.
Фәйрүзә әллә нисә тапҡыр әсәһенә үҙенең хәлен аңлатырға ,икенсе кешене яратыуын әйтергә уҡталды,шунан тағы йүгереп туйға әҙерләнеп йөрөгән әсәһенең өмөтөн өҙөүҙән ҡурҡты.Ул икеләнеп,аптырап йөрөгәнсе туй көнө килеп тә етте.Нимә эшләргә белмәй ыуаланып йөрөй торғас, серен һеңлеһе Таңһылыу менән бүлеште ул.Таңһылыу апаһының хәлен аңланы:
-Апай,сыҡма шул Хәмиткә,үҙе көнсөл,үҙе маҡтансыҡ.Әйҙә икәүләп атайым менән әсәйемә һөйләйек.Үҙҙәренең балаһына дошман түгелдәр ҙә,аңларҙар әле.
Тик Фәйрүзә икеләнде,дөрөҫөрәге,атаһынан ҡурҡты.
Шунан икәүләп Таңһылыу менән ҡосаҡлашып илаштылар.Ҡыҙҙарының күҙе ҡыҙарғанын күреп ҡалған әсәләре илау сәбәбе менән ҡыҙыҡһынғас:
-Юҡ,былай ғына,күңел тулып китте,-тип яуаплап өлгөрҙө Фәйрүзә.
Таңһылыуҙың әсәһенә өндәшергә йыйынғанын күргәс,әсәһен йомош тапҡан булып,тышҡа алып сығып китте.
Бәлки иртәгә туй тигән кистә күршеләрендә генә йәшәгән Хәмиттең бер туған ағаһының ҡатыны- еңгәһе Шәрифъямал килеп инмәһә,Фәйрүзә был аҙымды эшләр алдынан тағы йөҙ тапҡыр икеләнер,уйланыр ине.
Шәрифъямал,инеп-сығып эшләп йөрөгән Фәйрүзәне күҙәтеп ултыра торғас:
-Фәйрүзә,бик бирешеп,ябығып киткәнһең икән .Әйтәм Хәмит ҡәйнеш әллә ҡасандан бирле йоҡлап йөрөйбөҙ,тип торҙо,буйыңда барҙыр шул!Ябыҡ кешенең ни бала табыр сағы еткәнсе беленеп бармай ул ҡорһағы-,тип әйтеп һалды.Шул ваҡытта һауыт-һаба йыуып торған Фәйрүзәнең сынаяҡтары ҡулынан төшөп китте лә,ярсыҡтары иҙән буйлап һибелде.Сынаяҡ ярсыҡтарының ғына түгел,түҙемлеге шартлауының да бер билгеһе ине был хәл.Уйламай һөйләгән,ауырымай үлгән,тигәндәй,Хәмиттең еңгәһенең хәбәренән әсәһенең йөҙө ҡасты,ҡобараһы осто.Ә Фәйрүзә был саҡта мендәренә ҡапланғайны.
-Булды!Етте! Эт итәм мин һине,Хәмит!Ғүмерең буйы мине иҫләп,ошо көндө уйлап ,хәсрәтләнәсәкһең!Намыҫымды аяҡ аҫтына һалып тапаған өсөн үс алмаһам,исемем Фәйрүзә булмаһын!Егет һүҙе генә түгел,ҡыҙҙар һүҙе лә бер була!!!
Кисен һаҡ ҡына баҡса артындағы ағаслыҡҡа Таңһылыу менән икәүләп сумаҙанын,сумкаһын сығарҙылар,әҙләп кейемдәрен,кәрәк-яраҡтарын төйнәп ҡуйҙылар.Таңһылыуҙың күрше ауылда йәшәгән әхирәтенең ағаһы машина менән көтөп торорға булды.
***
Вагонға инеп,сумаҙандарын урынлаштырып бөткәс, Фәйрүзәгә нимә эшләгәне,ни ҡылғаны саҡ башына барып еткәндәй булды.Эйе,Хәмиттән үс алды. Ә бына атаһы менән әсәһенең ни ғәйебе бар?Ә туғандарының?Туйға йыйылған әҡрәбәнең?Бигерәк тә әсәһен йәлләне ҡыҙ,әсәһенә ғәйеп өйөр инде атаһы. Ауыл халҡының был туй тураһында бәхәсләшеүҙәре, ғәйбәт һүҙҙәре уға ишетелмәҫ тә,бына әсәһенең йөрәге нисек түҙәр?Урамға сығырға ла ҡурҡып ултырырмы икән?Әсәһен уйлап,Фәйрүзә сумаҙан тотҡаһына үрелде ,ләкин был ваҡытта поезд ҡуҙғалғайны.Үҙе лә аңғармаҫтан,Фәйрүзә һөйөнөп ҡуйҙы.Ҡапыл күҙ алдына Фәйзулла килеп баҫты...
Туҡ-туҡ тәгәрмәстәр тауышына ул үҙенең әлеге торошона әйләнеп ҡайтты.
Фәйзуллаға телеграмма һуҡты,ул алып өлгөрөрмө?Ҡаршы алырға килмәһә? Ҡайҙа барырға?Артҡа юл юҡ,”бөтә күперҙәр яндырылған”!
Ҡыҙ киләсәген уйлап,тертләп ҡуйҙы.Нишләргә?Был һорау уға ике көн,ике төн буйы поезд вагонында барғанда тынғылыҡ бирмәне.
Тәҙрәнән елп-елп итеп үткән ,йәйелеп ятҡан тайга урмандарына ҡарап, уларҙың матурлығын да шәйләмәне.Үҙ ҡайғыһы көслө ине шул. Бына ул бараһы ҡалаға бер сәғәтлек юл ҡалды.Башын купе стенаһына терәп,уйланып барған ҡыҙ,ҡапыл был көрсөктән сығыу юлын тапты. Эйе,шунан башҡа юл юҡ!
Әгәр Фәйзулла ҡаршы алмаһа,тимәк,Фәйрүзә уға кәрәкмәй!Бөтә матур кейемдәрҙе яҡындағы почта бүлексәһенә барып,эсенә хат һалып,посылка итеп һеңлеһе Таңһылыуға ебәрергә.Һеңлеһе рәхәтләнеп кейер,әрәм булмаҫ.
Унан...унан ...тимер юлына барып...поезд аҫтына...
Фәйрүзәгә еңел булып ҡалды,алда нимә эшләрен белә ул хәҙер...
Бына станция.Һуңғы туҡталыш.Поезд йөрөшөн әкренәйтте, уфылдап,пар сығарып,беренсе юлға килеп туҡтаны.Сумаҙанын аҫҡы полкаға ҡуйып, Фәйрүзә урамға күҙ һалды,телеграммала вагон номерын күрһәткәйне...Фәйзулла юҡ.
Тимәк...Фәйрүзә кешеләрҙең вагондан сығып бөтөүен көтөп,урынынан ҡуҙғалманы.Бөтә пассажирҙар төшөп бөткәс,проводница кире вагон эсенә инде.
Тыныс ҡына һөйәлеп ултырған ҡыҙҙы күргәс:
-Килеп еттек,был һуңғы туҡталыш,поезд артабан бармай,-тип өндәште.
Фәйрүзә сумаҙанын алып ишеккә ыңғайланы.Ҡапыл...тамбурҙың ишеге төбөндә йүгереүҙән ҡып-ҡыҙыл булып тирләгән, ап-аҡ рауза сәскәләре тотҡан Фәйзулла күҙенә салынды.
Ҡыҙ, хәле бөтөп,һөйгәненең ҡосағына ауып төштө.
Шул саҡ үҙен Фәйзулла ғына түгел,уның апалары,еҙнәләре,ҡустылары-һеңлеләре –бөтә туғандары ҡаршылауын белгәс, йәш тулы күҙҙәрен һөйгәненең күкрәгенә йәшерҙе.Был мәлдә бөтә Ер шарында Фәйрүзә менән Фәйзулланан да бәхетле кеше юҡ ине.
***
Матур итеп йәшәп алып китте улар,тәүҙә Фәйзулланың апаларында торҙолар,унан дөйөм ятаҡтан бүлмә алыуға ирештеләр.Тағы бер йылдан ,икәүләп кәңәшләшеп,Өфөгә ҡайтып урынлашырға ниәтләнеләр.Ике яҡ өсөн дә бер үк алыҫлыҡта ине Өфө.Тиҙҙән Фәйзуллаға эш урынынан ике бүлмәле квартира биреп ҡыуандырҙылар.Бер-бер артлы тәүҙә улдары Илдар,шунан ҡыҙҙары Гөлдәр тыуҙы. Фәйзуллаға кейәүгә сығыуына бер ваҡытта ла үкенмәне Фәйрүзә. Ире уны,балаларын өҙөлөп ярата. Яңылыш ҡына ла ҡатынына ауыр һүҙ әйткәне юҡ,һөйгәненә сәскә бүләк итер өсөн дә байрамдарҙы көтөп тормай.
Өйләнешкәндән һуң тыуған ауылға Фәйрүзә менән Фәйзулла бер-нисә йылдан һуң ғына ҡайта алдылар. Әсәһе менән һеңлеһе Таңһылыу аша хәбәрләшеп торҙо, ҡыҙыҡай әсәһенең хатын үҙенеке менән бергә һала ине...Тик атаһы был хаҡта белмәне...Фәйрүзә икенсегә буйға уҙҙы,декрет ялына сыҡҡас,был саҡта Илдарына өс йәш тулғайны, күстәнәстәр, бүләктәр күтәреп,ауылға ҡайтып төштөләр.
Ата йортона ҡайтып инергә бер аҙ ҡурҡып та торҙо Фәйрүзә.Ләкин ғүмер буйы ҡасып йәшәп булмай бит,балалар ҙа иҫән саҡтарында өләсәләре менән ҡартаталарын күреп,туғандарын белеп үҫергә тейеш. Юҡ! Атаһы,әлбиттә ҡыуып сығарманы,бер аҙ һөмһөрөн ҡойоп йөрөнө лә ейәненә яйлап күңеле ирене.Теле сығып бөткән малай “ҡартатай” ,тип артынан да ҡалманы,ашарға ултырһалар,алдынан төшмәне,һуңынан инде Ғилман ейәнен кире Өфөгә киткәнсе бер минутҡа ла эргәһенән ебәрмәне.
Фәйрүзәгә лә юлға сығыр ваҡыты еткәс:
-Ҡыҙым,бәхетле бул,мин бит һиңә дошман түгел,кейәү һәйбәткә оҡшаған, бәхетле булығыҙ,ризалығымды бирәм!-тип күҙенә йәш алды.-Нишләп ваҡытында үҙемә әйтмәнең,мин һиңә сит кешеме ни?Һәр ата-әсә балаһының бәхетле булыуын теләй-,тип тә өҫтәне..Әсәһе ныҡ бирешкәйне,әммә ҡыҙының иҫән-һау булыуы,ейәненең телдәрлеге,тиктормаҫлығы уның өсөн оло ҡыуаныс ине.”Ҡәйнәм дә ҡәйнәм”,тип торған кейәүен дә бер күреүҙән оҡшатты. Әсәй кешенең йөрәге, балаҡайын уйлап,әрнене,кис ятһа ла,таң менән торһа ла уға Хоҙайҙан бәхет һораны.Ҡыҙының яратҡан кешеһе менән ҡыуанып донъя көтөүен ишетеп-белеп торҙо,ләкин ул турала ире,балаларының атаһы менән һөйләшергә үҙендә көс тапманы. Ғилманға ҡаршы һүҙ әйтеп буламы ни?
***
Фәйрүзә һалған яраларҙы яйлап ҡына оноторға тырышты Хәмит.Ауылға башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә килгән Хәтирә артынан йөрөй башланы,нисек итһә итте,ҡыҙҙы үҙенә ҡаратты. Бер йылдан гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Тик ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмай шул,көнләшеү ғәҙәтен ташламаны ир.Ҡатынын һәр бер бағананан көнләште,урамда ҡатынына күҙ һирпкән бөтә ирҙәрҙе алама холҡо менән биҙҙереп бөттө,дуҫтарының иң яҡындары менән дә аралашмаҫ булды. Тәүге улдары тыуғас,бала күрергә килгән бер туған ағаларына гонаһ өйгәс,улары ла ҡустыларының тупһаһына аяҡ баҫманы.
Улдарына ике ай тулған көндө Хәмит Хәтирәне урамда өй беренә туҡтап ,он һатып йөрөгән һатыусынан көнләшеп,һыу эскеһеҙ итеп туҡмап ташланы. Ҡатын, балаһын ҡосаҡлап, ауылына ҡайтып китте.Тик Хәтирәнең әсәһе ҡыҙы иренән айырылған тигән исем күтәрмәһен ,тигәндер:
-Мин һине көсләп бирмәнем,үҙең барҙың,хәҙер тор,түҙ!Бер кем дә ир менән гел генә яратышып,ҡосаҡлашып йәшәмәй,һауыт-һаба шылтырамай булмаҫ,тора-тора өйрәнерһең холҡона,бала хаҡына тор,улың атаһыҙ үҫмәһен.Ирһеҙ донъя көтөү еңел түгел,миңә ҡара,ғүмер буйы яңғыҙ тәрбиәләнем һеҙҙе, ирҙәр эшен дә,ҡатындар эшен дә эшләнем.Атайың үлде лә ҡотолдо,һеҙ күрһәткән бөтә ауырлыҡ минең елкәгә төшә-,тип кире бороп ебәрҙе.
Был хәлдән һуң Хәмит тағы нығыраҡ ҡоторҙо ,сөнки ҡатынының барыр ере,батыр күле юҡлығын аңлап алды.Хәтирәнең күҙенән күк,артынан итек табаны китмәне тиһәң дә дөрөҫ булыр. Битенең күгәреүенә сәбәп тә табылып торҙо:берсә һыйыр типкән,йә тайып ҡолаған...
Тағы бер шулайтып һыу эскеһеҙ итеп туҡмағас,Хәтирә балаһын имеҙеп, сәңгелдәгенә һалды ла,аҙбарға сығып, башын элмәккә тыҡты...
Малай ...әсәһеҙ,үҙе бисәһеҙ ҡалды.
Был хәл ирҙе айнытып ебәргән кеүек булғайны ла бит,тик кәкерене ҡәбер генә төҙәтә шул. Тағы кәләш алды,уның менән дауаханала медосмотр үткәндә танышҡайны. Ирҙең таҫма теленә алданып, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ ҡатын,Хәмиткә кейәүгә сыҡты.Тағы шул көнләшеү, тағы шул тауыш. Ауылда фельдшер булып эшләгән ҡатынын сирлеләр эргәһенә ебәрмәне,хатта эш урынына барып,кемдәр укол алырға килеүен ҡарауыллап ултырыр булды. Зөмәрә Хәмиттең балаһына бауыр баҫты ,кеше балаһын үҙ балаһылай яратты.Уныһы ла “әсәй”тип өҙөлөп торҙо.Ҡатын ,ниһайәт,ауырға ҡалды. Ире тынысланыр, балаһы булыу шатлығынан үҙгәрер ,тип уйланы ул.Тик был өмөтө аҡланманы...
Инсульт кисергән иргә ярҙам кәрәк булғас, төн йөҙөндә ауылдаштары Зөмәрәне машина менән килеп алды.Нисек ҡаршылашһын, ул бит Гиппократ антын биргән.Тик быны Хәмит ишетергә лә теләмәне,ауырыу ирҙе үлем тырнағынан тартып алып,йән араһына инеп ,ярҙам итә алыуы өсөн шатланып ҡайтып килгән ҡатынын тупһала уҡ йыға һуҡты,Зөмәрә бейек күтәрмәнән ергә тиклем тәгәрәп төшөп,иҫен юғалтты... Аңына килгәндә Тиҙ ярҙам машинаһы уны алып,ҡалаға елдерә ине.Үкенескә күрә,врачтар баланы ҡотҡара алманы,ә Зөмәрә башҡа балаға уҙыу бәхетенән яҙҙы.
Был ваҡиға эҙһеҙ үтмәне,Зөмәрә йөрәк ауырыуына дусар булды,ике тапҡыр ауыр операция үткәрҙе. Малайҙарына ун дүрт йәш тулғанда,аяҡтары шешенеп,бер-ике ай ауырып ятты ла яҡты донъя менән хушлашты. Балаҡай икенсегә етем ҡалды, Хәмиттең бер туған ағаһының ғаиләһенә һыйынды.
Хәмит тағы бер-ике тапҡыр бисә алып килгеләне,тик улары торламаны, холҡон белгәс тә тайыу яғын ҡаранылар.Эскән кеше эшендә лә кәрәкмәне, тора-бара бөтөнләй юлдан яҙҙы,ахырыһында өйөндә үлеп ятҡан килеш таптылар.
Фәйрүзә үҙенең,Хәмиттең яҙмышын уйлап, күҙ алдынан үткәреп,таңға тиклем керпек тә ҡаҡманы.Егеттең бәхетһеҙ яҙмышында уның да ғәйебе ҙур,әлбиттә.Тик Хәмит менән бергә булһа, уны ла Хәтирә,Зөмәрә яҙмышы көтмәҫ тип кем әйтә алыр?Машинаның алғы тәгәрмәсе ҡайҙа бара,артҡыһы ла уның артынан эйәрә бит.
Ә Хәмит менән икеһен яҙмыш тағы бер осраштырҙы. Бер йәйҙе ауылға ҡайтҡас,кискә ҡарай шишмәгә һыуға барҙы Фәйрүзә.Биҙрәләрен сайҡатып, көйәнтәгә элергә йыйынғанда, кемдер арттан килеп,көйәнтәһен ҡулынан тартып алды.Кинәт кенә боролоп ҡарағас,ҡурҡышынан йығылып китә яҙҙы. Артында ...арыу ғына төшөрөп алған Хәмит тора ине.
-Шунан, ҡайттыңмы?Мине бөтә ауыл алдында рисуай итеп,ҡасып киттең. Мин ошо осрашыуҙы нисә йыл көттөм.Үс алайым ,тинем,аңлайһыңмы,үс!
Фәйрүзә тиҙ генә үҙен ҡулға алды:
-Тәүҙә таныш кешеләр менән һаулыҡ һорашалар,Хәмит,һаумы,хәлдәрең нисек?
-Шәп!Беләңме,ысынлап та,шәп!Әллә һин ташлап киткәс,мине юҡҡа сығыр тинеңме?Мин әле достоин!Эшләйем,ашайым,донъя көтәм!Во итеп! -Ир баш бармағын күтәреп,танау төбөндә уйнатты.
-Ярай,бик һәйбәт,һин ҡулыңды муйыныңа аҫмағанһың,донъя көтөргә тейешһең-,тип ыңғайына һыпырҙы Фәйрүзә.-Мин һинең бәхетле булыуыңды теләйем,һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында!
-Бәхет,имеш...Һин минең ирлек намыҫымды аяҡ аҫтына һалып тапаның, урамға сығарлығымды ҡалдырманың.
-Хәмит,рәнйеткәнем өсөн ғәфү ит,ләкин һин тауыҡ биреп, ҡаҙ алдың. Уйламай һөйләгән,ауырымай үлгән,тиҙәр бит. Әшәке телең менән мине рәнйеттең,ә мин туйҙан ҡасып китеп,кешеләр араһында үҙемде аҡланым. Ысынлап та,түшәк бүлешеп йөрөһәм,һинең менән ҡалыр инем,ә былай минең намыҫым таҙа,пак.Унан бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерҙә донъяға яратылған һәр йән һөйгәне менән бергә булырға тейеш, мин иремде өҙөлөп яратам,балаларымдың атаһы бик һәйбәт, аҡыллы, уңған.
-Значит,мин алйот,эскесе инде...Аңлашылды.Ниңә ирең һинең менән ҡайтманы,бер үҙеңде балаларың менән юлға сығарып ебәрҙе?.Мин булһаммы,бер аҙым да ситкә ебәрмәҫ инем,бисәләргә ышаныс бармы ни?
-Беренсенән ,ул әле эштә,бер аҙнанан беҙҙе ҡайтып ала. Икенсенән,беҙ бер-беребеҙгә тулыһынса ышанабыҙ,Фәйзулла минең тоғро икәнемде яҡшы белә.
-Мин һине яраттым,аңлайһыңмы шуны?Ә һин минең битемдән көлдөң,бер ауыҙ һүҙ өсөн иҙән йыуғысы булырлыҡ сепрәккә ярарлыҡ та еремде ҡалдырманың.
-Яратҡан кеше һөйгәнен рәнйетмәй,исемен бысраҡҡа бутамай.Һин нишләп булмағанды булды ,тип маҡтанып йөрөнөң?Был ирлек түгел!
-Ярай,үткәндәргә салауат.Хәҙер һине бер генә ҡосаҡлап әп итәйем әле.-Ир көйәнтәне артына ташлап,Фәйрүзәне ҡосаҡларға ынтылды.
-Тағы бер аҙым атлаһаң,ошо һыулы биҙрәне башыңа ҡаплайым,минең холҡомдо беләһең,—тип ажарланды Фәйрүзә.-Уйла,ошо хәлде ишетһәләр, ағайҙарым һине иҙеп ташлаясаҡ.
Шул саҡ яр башында бәләкәй генә сәскәле биҙрәләрен тотоп,әсәләре артынан һыуға килеүсе Гөлдәр менән Илдар күренде.Хәмит,кинәт кенә боролоп, башын түбән эйеп,тар һуҡмаҡтан йүгереп менеп китте...
***
Еңгәһе ,күнәктәрен сыңлатып,һыйыр һауырға сыҡҡанын ишеткәс, Фәйрүзә йәһәт кенә торҙо ла,ауылдың иң матур мәлен күрмәй ҡалмайым,тип урамға ашыҡты.Ауыл өҫтөн ҡыҙғылт төҫкә буяп ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына бер уң,бер һул битен ҡуйып иркәләнде.Шунан өй ҡыйығында гөлдөр-гөлдөр яратышып ултырған пар күгәрсендәргә һоҡланып ҡарап торҙо.Эй, матур итеп серләшәләр ҡошсоҡтар,бер-береһенә морондары менән тейеп –тейеп алалар.Шунан береһе йыбыр-йыбыр ғына итеп ,ҡыйыҡ башынан атлап китте.Быныһы ,моғайын,инә күгәрсендер,атлап китеүенән енесен билдәләп була.Уның артынан ,һөйгәненә тоғролоғон иҫбатлап, ышаныслы аҙымдар менән ата күгәрсен ыңғайланы. Ҡарап тороуы күңелле.Фәйзуллаһы уны гел генә “Аҡ ҡына күгәрсенем,Күк кенә күгәрсенем”” ,тип ярата,ул иренең был һүҙҙәренә иғтибар итмәйерәк ҡаранымы икән ни? Бына бит ниндәй матур ул ҡошсоҡтарҙың мөхәббәте!
Күкрәк төбөндә барлыҡҡа килгән гөрөлдәү шундай наҙлы,яғымлы бер көй кеүек!
-Күгәрсенем!Кү-гәр-се-нем!-Фәйрүзәнең кәйефе күтәрелгәндән күтәрелде.
Шул саҡ Салауат ағаһы радио ҡабыҙып ебәрҙе.Асылмалы тәҙрә аша ишек алдына күңелгә шул тиклем яҡын,йөрәкте айҡалдырыр моң ағылды.
Ябалаҡлап тыуған ергә
Яуа ынйы ҡарҙар.
Бейеү көйөнә өйөрөлә
Мөхәббәтле парҙар.
Ғашиҡтарҙың һөйөүенә
Бөтә донъя тарҙыр.
Яуа ынйы ҡарҙар,
Әйләнәләр парҙар.
Фәйзулла менән икеһенең һөйөү сәбәпсеһе- “Мөхәббәт вальсы”Фәйрүзәне тәү ҡат бер-береһен осратҡан,танышҡан көндәренә алып китте,хәтирәләр өйөрмәһендә әйләндерҙе.
Ауылға бер аҙналай торорға , тип ҡайтҡайны Фәйрүзә.
Юҡ!Иртәгә үк кире Өфөгә ҡайтып китергә кәрәк!Фәйзуллаһын,ғүмерлек мөхәббәтен,балаларын өҙөлөп һағынды ул...