-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Март , 20:00

Намыҫ ҡапҡаһы

Магазинда кеше күп түгел. – Һеҙҙән алты йөҙ ҙә ҡырҡ һум, – тип йылмайып ҡараны миңә йәш кенә һатыусы ҡыҙ. Ҡулымдағы бер меңлек ҡағыҙ аҡсаны һуҙҙым. Исемһеҙ бармағында алтын балдаҡ ялтырап күренеп ҡалды. “Йәш кенә булһа ла, кейәүҙә икән”, – тигән уй йүгереп үтте башымдан...

Намыҫ ҡапҡаһы
Намыҫ ҡапҡаһы
Бер ҡулыма – һатып алған әйберҙәрҙе, икенсеһенә мең һумдан артып ҡалған ҡағыҙ аҡсаларҙы тотоп урамға сыҡтым. Тышта ҡыш башланып тора: бөтөн донъяны ап-аҡҡа күмеп, ябалаҡлап ҡар яуа. Шуға кәйеф күтәренке. Таныштар, шулай уҡ таныш булмағандар менән һаулыҡ һораша-һораша ҡайтыу яғына ыңғайланым. Бара биргәс, бармаҡтар өшөй башланы. Туҡта, мин әйтәм, аҡсаларҙы янсыҡҡа һалайым да бер ҡулымды булһа ла кеҫәмә тығып ҡайтайым. Юлдың ситенәрәк сығып, пакетымды ергә ҡуйҙым да курткамдың түш төймәләрен ысҡындыра башланым. Үҙем икенсе ҡулымдағы аҡсаларға ҡарайым. “Туҡта, туҡта, магазиндан әйберҙе алты йөҙ ҙә ҡырҡ һумға алғайным шикелле... Һатыусыға мең һум бирҙем... Ә ҡулымда – биш йөҙ ҙә алтмыш һум... Ике йөҙ һумға артыҡ биргән булып сыға инде... Эйе шул. Ни эшләргә?” – Баҫҡан урынымда ҡулымдағы аҡсаны ҡат-ҡат һанайым. Үҙем юлымды дауам итергәме, әллә кире боролорғамы тигән һымаҡ бер алға, бер артҡа ҡарап алам. Ысынлап та, ни эшләргә? Шул ваҡыт һул яҡтан кемдер:
– Нишләп аптырап ҡалдың? Аҡсаңды кеҫәңә һал да бер ни уйламай ҡайтыуыңда бул! – тип бойороҡ бирҙе. Аптырап боролоп ҡараным – берәү ҙә юҡ. Уң яҡта ла... Ҡыҙыҡ, кем өндәште ул миңә?
– Кем тип аптырайһыңмы әллә? Мин бында, һул ҡолағыңдың тишегендә ултырам.
– Нисек инде? Кем ул һин? – Ҡурҡып киттем.
– Кем булһын, һинең ғүмерлек юлдашың – шайтан булам.
Аптырауҙан саҡ ултыра төшмәнем. Бәләкәй сағымда ҡәрсәйем, һул яҡ яурыныңда шайтан ултыра, ул һине һәр ваҡыт алама эштәргә ҡотортасаҡ, тип һөйләй торғайны. Шул ысын булып сыға түгелме?
– Дөрөҫ, дөрөҫ! Шулай булып сыға, – тине теге тауыш. – Тик ҡәрсәйең әҙерәк шыттырған. Кешеләргә һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡына теләйем мин.
– Ә ниңә яурында ултырмайһың?
– Элек бит ул... Хәҙер беҙгә баһа артты – үрләттеләр.
Мин бөтөнләй телһеҙ ҡалдым. Ышанырғамы, юҡмы? Тиҙ генә беләгемде семтеп ҡараным – ауырта... Өҫтән яйлап ҡына төшкән ҡар бөртөктәренә устарымды ҡуям – ирейҙәр... Янымдан үтеп барған йәш ҡатындарға ҡарап йылмайҙым, улар ҙа миңә яуап итеп йылмайҙы... Шулай булғас, был төш түгел, өн бит...
– Ха-ха-ха! – тип көлөп ебәрҙе шайтан. – Төш күрәм, тип уйлағайныңмы әллә? Хәҙер ышандыңмы инде? Бар, бар, ҡайтыуыңда бул. Аптырама буш-юҡҡа!
Ни эшләйһең инде, ышанырға тура килде. Бына шулай мин шайтан менән һөйләшә башланым. Кеше ышанмаҫлыҡ хәл бит!
– Ней, улай ярамаҫ ул, аҡсаны кире алып барып бирергә кәрәк, – тигән булдым тегегә.
– Нимә, һин уны урланыңмы әллә?
– Юҡ...
– Ҡулынан тартып алып ҡастыңмы?
– Юҡ, юҡ... Яңылыш биреп ебәрҙе бит ул. Тормошта була торған хәл. Йәш бит әле...
– Бына шул-шул. Йәш тигән булып йәлләйһегеҙ ҙә... Беләһеңме, хужаһы бер тапҡыр кәрәген бирһә, башҡа яңылышмаясаҡ ул. Иҫләйһеңме, һин биш йөҙ һум аҡсаңды юғалтҡайның. Береһе алып килеп бирҙеме? Шул-шул... Уның ҡарауы, ҡатыныңдан эләккәс, аҡылға ултырҙың. Хәҙер һәр тинеңде һанайһың. Шуға, давай, өйөңә табан атла!
Былай хаҡ һүҙҙәр һөйләгән һымаҡ. Шайтан булһа ла, аҡыллы ғына күренә. Дөрөҫ әйтә ул: бөгөн миңә артыҡ биреп ебәрҙе, иртәгә икенсе кешегә тотторор. Унан һуң кемгәлер еткермәй ҡайтарыр... Ә бына магазин хужаһы уны ошо аҡса өсөн яуапҡа тарттырһа – эш хаҡын ҡырҡһа, премия яҙмаһа – башҡа яңылышмаҫ. Ҡара әле, аҡсаны апарып бирмәйем икән, һатыусыға яҡшылыҡ ҡылам булып сыға түгелме? Шулай шул. Ә шайтан, минең фекерҙәремде хуплап, ләпелдеге сыға:
– Дөрөҫ, брат, дөрөҫ! Хата өсөн яуап бирмәй тороп, тәртипкә ултырып булмай ул. Шуға, әйтәм бит, борсолмай ғына атлауыңда бул. Юл ыңғайында “Магнит” магазинына инеп сыҡ. Ҡасандан бирле инде ҡатының менән бер тортҡа аҡса йәлләп йөрөйһөгөҙ. Бына хәҙер һатып ал. Буштан килгән аҡса бит ул...
Шайтан шулай бер туҡтамай аҡыл һатты ла һатты. Мин уға артабан ҡаршы килеп торманым. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тиҙәр бит. Пакетымды күтәрҙем дә, йылмайған булып, эре-эре аҙымдар менән алға атланым. Ысынлап та, торт һатып алырға ла ҡатын менән рәхәтләнеп ултырып сәй эсергә. Шунан бөтәһе лә онотола ул. Ғөмүмән, буш-юҡҡа баш ҡатырам шикелле...
Тик йылмайыуым оҙаҡҡа барманы: ни өсөндөр кәйефем юғалды. Йөрәкте нимәлер өйкәгән һымаҡ. Көнө буйы миңә йылмайып ҡараған тәбиғәт ҡапыл төҫһөҙләнде. Һауанан төшкән ҡар бөртөктәре бая ғына битемде иркәләй ине, ә хәҙер сәнсеп-сәнсеп алалар. Юл буйындағы кешеләр ҙә миңә шикләнеп, асыуланып ҡарай төҫлө. Биргән сәләмде лә ишетмәгән кеүектәр. Ниндәйҙер һаҙлыҡҡа батып барған һымаҡ булып китте. Ә шайтан һаман хәбәрен һөйләй ҙә һөйләй...
Ниһайәт, “Магнит”ҡа килеп еттем. Эш көнө тамамланыр ваҡыт булғанғалыр, ахыры, ишек төбөндә кеше ҡайнай: кемдәрҙер сыға, икенселәр инә. Бер яҡтараҡ, машиналарынан сығып, таксистар тәмәке төтәтә. Көлөшә-көлөшә һөйләшкән булалар, ә үҙҙәренең күҙҙәре – ишектән сығыусыларҙа: һәр береһенең буласаҡ пассажирҙы беренсе булып эләктергеһе киләлер инде...
Шул ваҡыт магазиндан сумка тотоп, икенсе ҡулы менән бәләкәй балаһының артынан этә-этә йәш кенә ҡатын килеп сыҡты.
– Атла, тим бит! Һөйләнмәй генә бар, – тип ипле, ләкин ҡаты ғына өндәшә ине ул балаһына. Ә тегенеһе, этелгән һайын кире боролоп:
– Әсәй, әсәй! Туңдырма ал инде! Алам тип әйткәйнең дә инде... – тип иларҙай булып үтенә.
– Мыжыма инде, ана ҡара, таксист ағайҙар һиңә оят ти, – тине әсәһе, тауышын йомшарта төшөп.
– Әлегә туңдырмаға аҡса етмәне, булғас та алырбыҙ, йәме, ҡыҙым...
Шул ваҡыт күҙ алдыма баяғы һатыусы ҡыҙ килеп баҫты. Ул да кейәүҙә ине шикелле. Балаһы ла... Ләкин артабан уйымды дауам итә алманым. Уң яҡтан кемдер йоҡоло, ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Оят түгелме һиңә?! Ниңә шул һатыусыға аҡсаһын кире алып барманың? Уның да өйөндә ошондай бәләкәй бала көтөп ултыралыр әле. Шул ике йөҙ һумға байып китермен тип уйлайһыңмы әллә? – тип бәйләнә башланы.
Был юлы инде кемдең тауышы икәнен аңланым: намыҫым уянды. Ҡыҙыҡ, ниңә ул шулай һуңлап ҡуҙғала икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауға яуап эҙләп, фәлсәфә һатып ултырырға ваҡытым юҡ ине. Мине эттән эткә һалып һүккән намыҫҡа тиҙерәк яуап бирергә кәрәк.
– Шул ике йөҙ һум аҡса өсөн кире барып йөрөмәйем инде. Быныһы – беренсенән. Икенсенән, ул ҡыҙ ошонан һуң аҡылға ултырасаҡ. Өсөнсөнән... – тип үҙемде юғары белемле һәм аҡыллы кеше итеп күрһәтергә тырышып, яйлап ҡына һөйләй башланым. Ни тиһәң дә, намыҫ шайтан түгел – дәрәжәһе юғары. Ләкин ул артабан тыңлап та торманы:
– Нимә, һине шайтан ҡоторттомо әллә? Беренсенән, икенсенән...
Имеш, уҡымышлы кеше... Кире алып барып бирһәң, хатаһын аңламаҫ тип уйлайһыңмы? Бынауындай кәүҙәң менән, оялмай, яңы тормош көтә башлаған сибек кенә ҡыҙҙың аҡсаһына торт алып ашап ултырырға нисек йөрәгең етә?! Илап ултырған ас балаһын күҙ алдына килтер әле...
Ошо урында ҡапыл башыма күҫәк менән һуҡтылар кеүек. Шул тиклем оят булып китте: ер тишелһә, инеп йәшенер инем. Ысынлап та, йәш әсә ошо аҡсаға балаһын әллә күпме тәмлекәс менән һыйлай ала бит. Ә мин уларҙың ауыҙынан тартып алырға йөрөйөм. Оят, мең тапҡыр оят! Кеше аҡсаһын урлаусылар нисек йәшәй икән?
Шул ваҡыт шайтан һул ҡолаҡтан уң яҡҡа:
– Һин нимә унда, намыҫ, минең исемде хурлайһың? Ҡоторта, имеш. Белгең килһә, мин һинең һымаҡ йоҡлап ятмайым, кешеләргә көнө-төнө хеҙмәт итәм, – тип ҡысҡырҙы ла ипләп кенә миңә өндәште:
– Тыңлама һин уны. Бар, бар, магазинға ин.
– Юҡ! Аҙым да баҫмайһың! Аҡсаны хәҙер үк кире алып барып бир! – тип бойороҡ бирҙе миңә бөтәһен дә ишетеп торған намыҫ.
– Ә һиңә, шайтан, етер кешеләрҙе боҙоҡ юлға этәреү!
– Мин уларҙы боҙаммы? Белгең килһә, һүҙемде тыңлаған кешеләрҙең бөтәһе лә бай йәшәй! – тип бирешергә теләмәне теге ҡойроҡло йөнтәҫ.
– Ә бына һиңә табынғандар урамда хәйер һорап йөрөй...
– Кем хәйер һорай? Ишеткәнем юҡ. Белеүемсә, ғәҙәттә, һинең ҡотҡоңа бирелгәндәр төрмәлә ултыра.
– Кем ултыра? Ха-ха... Береһе лә ултырмай. Бөтәһе лә һин дә мин йәшәп ята...
Былар мине бөтөнләй онотто. Үҙ-ара бәхәсләшеп алды ла киттеләр. Башта үҙҙәрен әҙәпле генә тотҡан һымаҡтар ине. Тора-бара ҡысҡырыша башланылар. Кемеһелер хис-тойғоһон һүгенеү менән “биҙәргә” лә онотманы. Артабан ана шул һүҙҙәргә ҡушып, бер-береһенә нимәлер елләшә башланылар. Ҡолағымда бәрешерлек ни бар икән, тип аптырап та ҡуйҙым... Шунан нимә булғандыр, кемеһе ниндәй һүҙ әйткәндер, белмәйем, ишетмәй ҡалдым – был икәү тас та тос һуғыша башламаһынмы! Уларҙың шул тиклем дөмбәҫләшеүенә ныҡ итеп башым ауырта башланы. Икегә ярылып киләме ни! Шунан йөрәгем һулҡылдап, ҡан баҫымым күтәрелеп китте. Күҙ алдым ҡараңғыланды. Үҙемде ниндәйҙер упҡынға төшөп барған һымаҡ тойҙом...
Артабан түҙерлек түгел ине. Башымдағы ығы-зығынан тиҙерәк ҡотолоу өсөн кире боролдом да баяғы магазинға йүгерҙем... Барып ингәндә, баяғы йәш һатыусы ҡыҙҙан башҡа берәү ҙә юҡ ине. Ул тырышып-тырышып аҡса һанай. Үҙе борсолған һымаҡ. Бәлки, шуғалыр, ишеген эстән бикләргә лә онотҡан. Мин ҡыҙ янына осоп тигәндәй килдем дә:
– Бына, һылыу, бая миңә артыҡ биреп ебәргәнһең... – тип ике йөҙ һум аҡсаны һуҙҙым.
Ҡыҙ шул тиклем ҡыуанды, әйтеп аңлатырлыҡ түгел... Ул шатлығынан:
– Уй, ағай, ҙур рәхмәт, хатта ҡурҡып бөткәйнем, – тип әйткәндәге ҡарашын мәңге онота алмаҫмын ул. Был күҙҙәр шундай саф, таҙа, бер ниндәй болот әҫәре булмаған зәңгәр күкте хәтерләтә ине. Ә әйткән рәхмәте йөрәгемә май булып яғылды...
Магазиндан сыҡтым. Башымдағы шау-шыу ҡапыл туҡтаны: шайтан ҡайҙалыр юҡ булды, намыҫтың да тауышы тынды, ахыры, кире йоҡларға ятты. Күңелемдә һиллек урынлашты. Сәләмәт кешегә әйләндем. Донъя яҡтырып, кәйефем күтәрелеп китте. Үҙемде шул тиклем бәхетле тоя башланым. Бөтөн донъяны ҡосаҡлағым, барлыҡ кешеләргә бәхетемдән өлөш биргем килде. Ни өсөн икәнен дә белмәйем: әллә һатыусы ҡыҙҙы ҡыуандырғанға, әллә башҡа нәмәгә...
Ошондай күтәренке кәйеф менән шәпләп ҡайтыу яғына ыңғайланым. Кәләш өйҙә мундир бешереп ҡалғайны. Ҡайта һалып, картуф менән сәй эсә-эсә бөгөнгө мажараларҙы тиҙерәк һөйләргә ашыҡтым.
 
Фото: promodj.com
 
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в