+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Март 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҠСАЛАМЫ ИКӘН БӘХЕТ? Хикәйә

Йәйге каникулдарҙа ял итергә ҡайтҡан һайын күршеләребеҙ Шамил ағай менән Рәлиә апайҙың донъяһындағы үҙгәрештәрҙе күреп һоҡланам. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер ауылда хужалыҡ ойоштороп йәшәү өсөн кешеләргә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Апай менән ағай тураһында гәзит-журналдарға яҙһындармы, телевизорҙан күрһәтһендәрме, йә радионан һөйләһендәрме... Әле ҡайтҡанымда әсәйем әйтә: “Мәскәүҙән килделәр, өс көн буйы телевизорға төшөрөп яттылар. Хатта хакимиәт башлығы үҙе килеп, эргәләрендә йөрөнө. Кисен Эйек буйына алып төшөп, ҡунаҡ та иттеләр шикелле, гармунда уйнағандары, йырлашҡандары ишетелде”.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҠСАЛАМЫ ИКӘН БӘХЕТ?      Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҠСАЛАМЫ ИКӘН БӘХЕТ? Хикәйә

Икәүләп оло -ҡара  донъя алып барғас, күрһәтерҙәр, маҡтарҙар инде. Шамил ағай – тыныс, ипле кеше, һәр мәсьәләне яйлап, еренә еткереп хәл итергә өйрәнгән. Нисек бер-береһенә түҙеп йәшәйҙәрҙер, еңгәбеҙ, Рәлиәне әйтәм, торғаны бер ут инде. Әллә әсәйем дөрөҫ әйтәме икән, береһе тоҡанһа, икенсеһе һүндерергә тора.

Хәҙер – күршеләребеҙҙең хужалығы тураһында. Ай-һай, йыл әйләнәһенә 20–30 һыйырҙы ҡарап, тәрбиәләп шуларҙың һөтөн, айыртылған ҡаймағын, төшөрөлгән эремсеген көн һайын ҡалаға алып барып, сауҙа нөктәләренә таратып сығыу еңел түгелдер. Шамил ағай был эште беҙгә һөйләгәндә ҡайҙандыр отоп алған менеджмент, реклама, субсидия һымаҡ һүҙҙәрҙе ҡатнаштырып һөйләй. Мин тәүҙәрәк трафик, логистика тигәндәрен дә аңламай инем. Интернеттан ҡарағас, барыһына ла төшөндөм. Үткән заманда тәрбиә алһа ла, ағай бөгөнгө көндә тороп ҡалмаған – алғараҡ, эйе, хатта бер нисә тиҫтә йылға үргә киткән.

Уларҙың өйөн күрһәгеҙ! Ике ҡатлы кирбес йорт! Эргәһендә – ике-өс машиналыҡ гараж. Йәй көнө – ҙур бассейн, тирмә һымаҡ итеп эшләнгән йәйге аш бүлмәһе... Ә ҡыҙы Тәслимә менән улы Марселдең йөҙө ниндәй яҡты һәм асыҡ! Улары ла тик йөрөмәй, төрлө музыка уйнатып, иптәштәрен йыйып алһындармы, күңелле генә итеп сәй ойошторһондармы. Бер көн Тәслимәнең тыуған көнө булды. Иптәштәре, класташтары, ағай-энеләре килеп, тәүлеккә яҡын ҡунаҡ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Тәслимәләре быйыл унынсы класты бөтә, киләһе йылға Ҡаҙанғамы, Мәскәүгәме уҡырға барырға йыйына икән. Хакимиәт башлығы үҙе әйткән, ҡайҙа теләһәң, шунда барасаҡһың, йүнәлтмә – кеҫәмдә, тип иҫәплә. Әсәйем әйтә, ҡыҙҙары көнө-төнө уҡый, ти. Шамил үҙе уҡыуға бик юҡ ине, әсәһенә оҡшағанмы икән, шул хәтле һәр эшкә теләп тотона. Әсәһенең әйткәнен дә көтмәй икән.

Ҡараңғы төшкәс тә  йортҡа күҙ һалғылап ҡуям, бәхетле, тормоштан ҡәнәғәт кешеләр йәшәгәне күренеп тора, ихата эсенә һыймай, тирә-яҡҡа нур сәсеп торғандай. Ғүмер буйы шулай барырҙай тойолғайны миңә. Шамил ағай менән бер-ике ҡат һөйләшеп тә торғайныҡ.

– Минең грамота етмәй, ҡусты, был эштә белем кәрәк. Ошо кимәлдән арта алмам, ахыры. Әгәр һинең һымаҡ бер уҡыған кеше булһа, 20–30-ҙы түгел, 200–300-гә тиклем малды ишәйтеп булыр ине.

– Ә аҡсаһын ҡайҙан алаһың?

– Ҡайҙан алаһың, хөкүмәт бирә. Бынау һыйырҙарға бер тин үҙемдең аҡсаны һалманым. Бөтәһе лә кредит иҫәбенә төҙөлдө һәм һатып алынды.

– Һөт-ҡаймаҡ баҙарҙа үтәме һуң?

– Һа! Еткереп булмай! Ҡала ҙур, кеше күп, һәр береһен ашатырға кәрәк. Көнөнә бер түгел, өс тапҡыр.

Бына Рәлиә апай үҙе килеп сыҡты. Килен булып төшкәндә нескә билле, тал сыбығы һымаҡ еңгәй ине, хәҙер килеп нығынды, кәүҙәгә лә шыпа йомороланды. Баҙнатһыҙ ғына һөйләшә ине, хәҙер һәр һүҙе – бойороҡ, ым-ишараһы ҡәтғи күрһәтмә һымаҡ.

– Етәр, ял ит. Иртәгә иртүк ҡуҙғалаһың.

– Ярай, – ти иргенәһе, – саҡ ҡына ултырам да.

– 67-не онотманыңмы? Ун мең бирәсәктәре бар.

– Алырбыҙ, – ти ире күндәм генә.

– Тағы биш минут, – тине лә ҡатын өйөнә инеп китте.

Ағай сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. Ҡарамай, ҡайҙа барһын, биш минуттан инергә ҡушты бит. Ә мин, киләһе йылға аграрныйҙы тамамлай торған кеше, эшкә урынлашыу мәсьәләһен әйтеп ҡарамаҡсы инем, үҙе былай ыңғай кеше, еңгә генә ҡаршы төшөп тормаһа. Ағай үҙенең һүҙен һөйләй, аҡрын ғына, ҡабаланмай ғына фекерен еткерә. Ул донъя баҙарында игенгә хаҡтарҙың күтәрелеүе хаҡында һөйләп ултырғанда мин нисек эшкә ялланыу хаҡында ауыҙланып торайым инде. Ағай белә, төптән ҡаҙа. Әйткән һүҙҙәре кире ҡаҡҡыһыҙ:

– Бына беҙҙекеләр 35 миллион тонна һаттыҡ, тип һөйләй. Дөрөҫ. Бәлки күберәк һатҡанбыҙҙыр. Артабан да шулай дауам итһен. Ләкин шуныһы насар, беҙ нефтте  сеймал һымаҡ һатһаҡ, иген менән дә шул уҡ күренеш. Нефть түгел, бензин, төрлө майҙар, бойҙай түгел – он ризыҡтары, ит- һөт һатырға кәрәк. Ә былай иғтибар артты. Эх, “ҡатырға” юҡ. Техникумда булһа ла уҡылманы. Эшенең кәрәген бирер инем мин уның, – тине.

Уттары ялпылдап торған сәғәтенә күҙ һирпте, һикереп торҙо, хатта хушлашып та тормай, өйөнә инеп китте. Мин өйҙәренә ҡыҙыҡһынып һәм һоҡланып күҙ һалам. Төнөн бигерәк матур күренә. Һәр тәҙрәһендә ут яна. Өй мөйөштәрендәге иллюминация, гәрнистәрҙәге төрлө төҫтә янған лампочкалар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып әүрәткән һымаҡ. Ниндәй бәхетле кешеләр йәшәй унда! Ғүмер буйы шулар һымаҡ йәшәһәң ине!

Үрге оста Ғәлимйән бабай мунсаһын яңыртып һалырға булған. Күрше ауылдан икәүҙе яллаған икән, береһенең биле ауырта, ти. Көн һайын түләрбеҙ, тип мине  саҡырҙылар. Шулар ыңғайына бер аҙнала бураһын күтәреп, эсен-тышын һылап, һайғауҙарын һалып, страпилаларын мендереп ҡуйҙыҡ. Эш ырамағас, өйгә ҡайтмай, бабайҙың баҡсаһында ҡунып йөрөргә тура килде. Бөгөн иһә, ҡайтып килергә булдым. Йыраҡтан уҡ күңелемде ниндәйҙер шом алды. Гөрләп торған беҙҙең урам тынып ҡалған. Нисек тынһын, унда ла кешеләр йәшәй ҙә инде. Ҡапҡаны асып, ихатаға инһәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, күршеләге ике ҡатлы йортҡа боролоп ҡарайһы иттем. Бер ҡайҙа ла ут янмай, музыка ла ишетелмәй, кеше тауышы ла сыҡмай. Бәй, мин өйҙә тормаған аҙна-ун көн эсендә ул тиклем нимә булыуы ихтимал?

– Күршеләр бөгөн иртәрәк ятҡан, ахыры, – тинем мин әсәйемә, әллә ни артыҡ ҙур хәбәргә өмөт итмәй.

Әсәйем өндәшмәне. Әллә көрһөндө, әллә уфтанды. Ғәҙәт буйынса, эшләп алған аҡсамды өҫтәл ситенә һалып ҡуйҙым. Әсәйем боролоп та ҡараманы.

– Улым, үҙеңә генә тотон да ҡуй, – тине, – аҡса менән генә бәхетле булып йәшәһәң икән!

Әсәйем үҙен берәй борсоған хәбәр сыҡһа, көтөлмәгән һығымталар яһарға ярата. Холҡона өйрәнеп бөткәнмен, еңелсә йөпләп кенә ебәрәм:

– Эйе шул, әсәй. Аҡсаның үҙ юлы бар. Күп тә бөтә, әҙ ҙә етә.

– Күршеләрҙе ишеттеңме әллә? – тине ул миңә боролоп.

– Юҡ, ә нимә булған уларға?

– Эй, улым, аҡса кешене боҙа бит. Икеһе лә хатта матур йөрөйҙәр ине, донъяларының аҫтын- өҫкә килтерҙеләр ҙә ҡуйҙылар.

– Нимә булды?

– Эй, әйтмәм тигәйнем. Шамил ағайың менән Рәлиә еңгәң айырылышып йөрөйҙәр бит.

Мин телһеҙ ҡалдым. Нисек инде айырылышып йөрөйҙәр? Һин дә мин йөрөгән икәү тиктомалға бер-береһенән баш тартмаҫ ул.

– Сәбәбе нимәлә? Мына ҡыҙыҡ, күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Әсәйем өндәшмәй. Тимәк, юҡтан тарҡалмай был ғаилә.

– Минән һорашма, улым. Үҙең ишетерһең әле.

Мин ишек алдына сыҡтым. Күктә мул итеп ай ҡалҡҡан. Уның һалҡын яҡтыһында күршеләрҙең йорто ифрат бейек һәм ҡурҡыныс булып күренә. Хатта тәҙрәләре лә ҡап-ҡара булып өңөрәйеп торған һымаҡ.

Шул ыңғай, өйгә лә инеп тормай, клубҡа киттем. Унда дискотека була, тип әйткәйнеләр. Минең йәштәштәр юҡ, тип әйтерлек. Кесерәктәрҙе көс-хәл  менән таныйым. Ауылда,  күп белгәне өсөн “Би-Би-Си” тип йөрөтәләр, Сәғир исемле берәү бар, эргәмә килеп, ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрен, һөйәк өмөт иткән эт һымаҡ төбәп, инәлгәндәй, миңә ҡараны.

– Күршеләрең ни хәлдә унда? – тип мөңгөрҙәне.

– Уныһын һин яҡшыраҡ беләһең инде, – тинем мин артыҡ мәғлүмәткә өмөт итмәй генә. Ә ул һөйләгәндәрҙән минең сәстәрем үрә торғандай булды.

***

Ысынлап та, мин өйҙә булмаған арала ғына күршеләрҙең тормошонда бик етди үҙгәрештәр булған. Һәр хәлдә, был хәбәрҙе үҙгәрештәр, тип кенә баһалап булһа. Сәғир бик ентекләп, тәжрибәле актер һымаҡ, ролгә инеп, урыны менән битараф, икенсе урында шомло итеп Шамил ағай менән Рәлиә еңгәнең тормошондағы тәгәрәп кенә китерлек ваҡиғаларҙы бәйән итте.

– Шамил  ағайҙы әйтәм, беҙ шым да шым тигән булабыҙ, ә ул ауылыбыҙҙың иң тәүге урындағы Казановаһы икән! Ысын. Билләһи. Нисек уның хаҡында беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар белмәй йөрөнө икән? Юҡ, белһәләр, буш ҡалдырмаҫтар ине. Ҡыҫҡаһы, еңгәмде әйтәм, телефонына шикәйәт төшөү менән, икеләнеп-нитеп тормай “Мерседес”ын гараждан килтереп сығарған да, туп-тура ҡалаға һыпыртҡан. Бер ҡайҙа ла туҡтап тормайынса, өс бүлмәле фатирына килеп еткән...

– Ниндәй өс бүлмәле фатир?

– Бәй, шуны ла белмәйһеңме? Ҡаймаҡ һатҡан аҡсаларға евро менән ремонтланған өс бүлмәле фатир һатып алғандар. Йәнәһе, малайымы, ҡыҙымы уҡырға инһә, шунда йәшәйәсәк. Туҡта, теманан ситләштем. Фатирына күтәрелеп, ишеген асып, барып инһә, еңгәм тәгәрәп китә яҙған. Ҡыҫҡаһы, ағай ваннаға кереп барғанмы, сығып барғанмы, уныһы мөһим түгел, йылы ғына килеш, еңгәмдең тырнағына килеп эләккән. Ә йоҡо бүлмәһенә үтһә, унда йәш кенә бер ханым иҫе китеп йоҡлап ята икән. Еңгәм, күрше булғас, беләһеңдер, туҡһан килограмм, тегеләрҙең икеһен ботарлап ташлаған да полицияға шылтыратҡан. Теге йәш кенә ханым шундағы бер түрәнең ҡыҙымы, балдыҙымы, бисәһеме булған, тиме, полиция килеп инеү менән, минең осрашыуымды өҙҙө, биргесләне, тип ялыу яҙып биргән һәм еңгәбеҙҙе яптыртып ҡуйған. Шуна-ан башланған... Еңгәм башлыҡҡамы шылтыратып, үҙең беләһең, һөт әсей, ҡаймаҡ иҫкерә, эремсек күгәрә, тигән һылтау менән сыға һалған. Ҡайтып етһә, Шамил ағай ҡаймағын-һөтөн һәм башҡаларын тейәп йөрөй. Шамил ағайҙы  тәүҙә урам буйлап баҫтырып йөрөткән, аҙаҡ Эйеккә төшөрөп, ике ҡуллап тотоп, батырып-батырып алған. Батырған һайын, һыуҙан һөйрәп ала ла, тағы йөрөйһөңме, тағы теге маръяңа бараһыңмы? – тип һорай.

– Юҡ, юҡ, Рәлиәкәйем, – тип анттар әйтә икән ире.

Бына һиңә – мәхшәр! Ә мин уларға эшкә төшөргә йөрөйөм. Кәйефем тамам боҙолдо, йәш-елкенсәк йыйылып китте, һыра эсәләр, тәмәке тарталар. Һин ни эшләп йөрөйһөң, тигән һымаҡ, миңә ҡарайҙар. Йәнем көйөп, ҡайтып киттем. Өй эргәһенә еткәс, ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә бер аҙ ултырҙым. Ара-тирә ҡоштар һайрағаны, йылға буйында ҡаҙҙар ҡаңғылдашҡаны ишетелеп ҡуя. Кемдер үкһеп-үкһеп илаған һымаҡ. Әллә миңә генә ишетеләме? Сәғәткә ҡарайым, ике тулып бара. Был ваҡытта кем илап йөрөй икән? Ҡаршылағы Рәхим ағай эсеп алһа бисәһе менән балаларын ҡыуалап сығара торғайны. Ул түгелдер. Тауыш миңә беҙҙең баҡсанан сыҡҡан һымаҡ тойолдо. Минең һыңар ҡолағым бик ишетеп бөтмәй. Эҙләй торғас, тәки барып таптым. Күршеләрҙең тимер ҡоймаһының теге яғында Шамил ағай менән Рәлиә апайҙың әллә улы, әллә ҡыҙы илағаны ишетелә.

– Һин кем? Ни эшләп кеше аптыратып ултыраһың?

Илаусы шымды.

– Мин – Тәслимә. Тик ултырам, – тине. – Һеҙҙең тәмәкегеҙ бармы? Бир әле, ағай.

– Бәй, һин тартаһыңмы ни?

– Юҡ, тартмайым. Әле бына тәмәке тартҡым килде. Бер аҙ еңелерәк булмаҫмы икән, тигәйнем. Беҙҙәге хәлдәрҙе ишеткәнһеңдер инде.

Нимә тип әйтергә лә белмәйем. Йыуатырлыҡ һүҙ тапҡым килә. Юҡ, йүнле бер һүҙ таба алмайым. Әсәһе менән атаһы айырылышып йөрөгән ҡыҙға нимә ти әйтәһең инде?

– Борсолма, түҙ, үтер ул, – тинем.

– Бөтәһе лә шулай ти. Үтерлек булһа икән шул. Өй эсендә йөрөгәс, үҙем яҡшыраҡ беләм, атай риза булыр ҙа, әсәй ныҡ тора.

– Ваҡыт дауалай тиҙәр, саҡ ҡына түҙегеҙ.

– Түҙерлек түгел, ағай. Әсәй бер тотонһа, үҙе теләгәнде эшләмәһә, тынысланмаясаҡ. Иртәгә ике “фура” килә, – тип быуылып илап ебәрҙе ул.

– Килһәләр, уларҙың һиңә ни зыяны бар?

– Һәүкәштәрҙе, эйе, һәүкәштәребеҙҙе тейәп алалар. Уларҙы һатып ебәргәс, беҙгә ниндәй эш ҡала? Һөт һауыттарын, һөт һауа торған “подружка”ларымды һатып бөткән, – тине ул һығылып илай-илай.

– Борсолма, Тәслимә һылыу. Аҙаҡ барыһын да яңынан йыйып алырһығыҙ.

– Банкрот иткәс, уны беҙгә кем бирһен. Әсәй фатирҙы ғына алып ҡалды. Ярай, унда ҡустымды теркәгән булған. Хәҙер әсәйем, ҡустымды алып китәм, ә һин, күҙ-ҡолаҡ булып, өйҙә ҡалаһың, тине.

– Булмаҫ! – тинем мин ышанмай. – Әсәйең һине нисек ҡалдырып китмәк була?

– Була икән шул. “Өйгә хужабикә булаһың, атайыңдың һәр аҙымын күҙәтеп, нимә эшләй, ҡайҙа бара, кем менән һөйләшә – миңә хәбәр итеп торасаҡһың”, – тине. Атайым да миңә асыуланып: “Минең шәхси шпионым буласаҡһың икән!” – тип көлдө. Ә ниңә Марселде генә ҡалдырмай икән?

Шулай шул. Үҫеп еткән ҡыҙын ҡалдырғансы, улын ҡалдырһа нимә булды икән?

– Ә ниңә ҡустыңды ҡалдырмай? – тип һорайым мин.

– Әсәйем әйтә: “Ҡустың йомшаҡ, атайың уны ярата, уға ышаныс юҡ”, – ти.

– Ә һин ҡалма, һылыу. Арттарынан эйәр ҙә кит.

– Ә һеҙ минең әсәйҙе белмәйһегеҙ бит. Ул бер әйтһә, бөттө. Оҡшамай миңә был тормош! Шул тиклем оҡшамай. Беләһеңме, ағай, әсәйгә әйттем мин. Атайҙы бәйләп тотма, тинем. Үҙең уйла, арҡанлап ирҙе тотоп буламы?

– Әллә тағы. Былай ҡарап тороуға хатта татыу, матур йәшәйҙәр һымаҡ ине.

– Һеҙгә генә шулай күренгән ул. Уф, ни эшләп кенә ҡарайым икән?

Тәслимә илай-илай өйҙәренә  инеп китте.

Мин әле өйгә тағы бер күҙ һалдым. Ниндәй күңелле, яҡты донъя ине. Емерелде лә төштө. Ҡараңғыла һерәйеп ҡап-ҡара емереклектәре генә тороп ҡалды. Ҡойма аҫтынан ап-аҡ ҡына бесәйҙәре килеп сыҡты. Әллә уныһы ла хәлдәрҙең насар икәнлеген аңлап йөрөймө икән? Ҡайҙандыр алған затлы бесәй быға тиклем өйҙөң хужаһы һымаҡ, ҡосаҡтан-ҡосаҡҡа ғына йөрөй торғайны. Ана, уныһы ла мине күргәс, һиҫкәнде лә, элмәңләп, ҡайҙалыр ары китте. Юҡ миндә бесәй ҡайғыһы. Беҙгә ҡағылыуын ҡағылмай, Аллаһҡа шөкөр. Шулай ҙа, күршеләр бит әле. Ярай, күрше лә булдым, ти. Кәңәш бирерлек рәтең дә юҡ. Һине әллә тыңлайҙар, әллә юҡ.

Иртән таң менән күршеләрҙең ишек алды әллә яу яланын, әллә вокзалды, әллә ҙур баҙарҙы хәтерләтә ине. Төрлө маркалы унлап машина, ике оҙон “фура”. Һыйырҙар мөңрәшә, ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, һарай мөйөшөндә бығаса ошо тиклем техниканы һәм кешеләрҙе күреп өйрәнмәгән Алабай ярһып өрә лә өрә. Хатта тамағы ҡарлыҡты. Үҙе ер тырнап, йәнтәслимгә асыуланып өрә лә  бер ни аңламай хужаларға шымып ҡарап тора. Аптырағас, һарайға индереп бикләп ҡуйҙылар. Унда ғына тынамы һуң инде Алабай? Һаман өрҙө. Ә бында һатырҙайын һаттылар, тейәрҙәйен тейәнеләр. Иң уртала Рәлиә еңгә ҡайнай. Ул уңға күрһәтеүгә, барыһы ла уңға ынтыла һәм һыйырҙарҙы тейәйҙәр. Һулға күрһәтһә, һөт һауыу техникаһын тейәр өсөн килгән “ГАЗель”де уратып алалар.

Күмәк кешегә эш сыҙаймы һуң инде? Эҫе ҡояш көн уртаһына күтәрелеүгә автомобилдәр, беҙ еңдек, беҙ барыһын да тейәп алдыҡ, тигән һымаҡ урам тултырып төтөн тарата-тарата алға ҡуҙғалдылар.

Иң аҙаҡтан еңеүсе ҡиәфәтендә еңгә килеп сыҡты:

– Марсель ҡайҙа? Машинаға ултыр! – тип күрһәтмә бирҙе һәм етемһерәп торған иренә һәм ҡайғынан ҡара янған ҡыҙына ҡарап, – ҡыҙым, борсолма, оҙаҡламай ҡайтып алырбыҙ. Ә һин, емтек, өй ҡараштыр, аҡсаһын үҙем түләрмен.

Тәслимәһе илай-илай “Мерседес”тың тотҡаһына йәбеште:

– Әсәй, әсәкәйем! Ни эшләп мине ҡалдырып китәһегеҙ? Мине ҡалдырмағыҙ! Мин ҡурҡам! Марсель дә ҡалһын, үҙең дә ҡал, әсәй. Әйҙәгеҙ ошонда ғына йәшәйек, бөтәбеҙгә лә урын етә бит! Әсәй, үкенерһең, һин бит яҡшы әсәй, әсәй, әсәкәйем! Беҙ һине яратабыҙ!

Әсәһе уның бер һүҙен дә ишетмәне. Газға баҫыуға, саң туҙҙырып, автомобиль алға ынтылды. Тәслимә бер аҙ иномарканың артынан йүгереп барҙы әле. Ике ҡулын өҫкә күтәреп, нимәләр ялбарғандай тойолдо. Оҙаҡ бара алманы. Эләгеп тәгәрәнеме, ергә йығылды. Саң таралып бөткәндә ҡыҙыҡай көсһөҙ ҡулдары менән ерҙе төйөп, һаман ята ине әле.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: