+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Март 2022, 19:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә

Был фатирҙа бөгөн һирәк була торған байрам һымаҡ. Өй йыйыштырылған, иҙән йыуылған, хатта тәҙрәләге ҡорғандар ҙа асылған. Ә аш бүлмәһенән сыҡҡан тәмле еҫтәр. Был байрам көҫәү шатлығын хатта бесәй ҙә һиҙә һәм үҙенә аш һалғандарын түҙемле генә көтә. Сәйҙә күңелле генә итеп көйләп, һалма ҡырҡа. Шул арала ҡайнаған ашына күҙ һалырға, ишек ҡыңғырауын тыңларға ла өлгөрә. Ә инде ун йәшлек ҡыҙҙары Айгөл хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ире бая ғына: “Ҡалаға яҡынлашып киләм. Машинаны гаражға ҡуям да, туп-тура – өйгә”, – тип ҡыуанып шылтыратты. Ғәлинур ҡыуанмай ни, аҙнанан ашыу командировкала булды бит. Сәйҙә күңеленән генә ире йөрөгән маршрутты ҡабатлай. М-5 трассаһынан Шаҡшаға боролһа, бер сәғәттән гаражына ҡайтып етә, аҙаҡ бер сәғәт – бында, бына-бына килеп инергә тейеш. Ул арала булмай, еңел генә итеп ишек асылды һәм Ғәлинур килеп инде.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә

– Әйләнеп ҡайтыуҙарың менән, ҡәҙерлем минең! – тип Сәйҙәһе ҡосаҡлап алыуға Айгөлө килеп йәбеште.

Тик Ғәлинур кәйефһеҙ, йөҙө бик арыған. Бая ғына күңелле итеп шылтыратҡан иренә нимә булған ул? Үҙгәреште ҡатынының йөрәге шунда уҡ һиҙҙе.

– Мин арыным, – тине Ғәлинур. Ҡыҙын бер күтәреп яратты ла, ваннаға инеп китте.

Сәйҙә аптыранды. Ун йыл йәшәйҙәр, үҙен ун ике йылдан ашыу белә, иренең холҡона һаман да төшөнә алмай. Ярай, йыуынам, ти икән, йыуынһын. Бына ҙур таҫтамал менән һөртөнөп килеп сыҡты, ә үҙе ҡатынына ла, ҡыҙына ла әйләнеп тә ҡарамай. Холҡон күрһәтәме икән?

Һәр ваҡыт Ғәлинур өйөнә ашҡынып, һағынып ҡайта торғайны. Күҙ менән ҡаш араһында, нимәлер булды. Үҙе, йөҙө боҙолоп, ваҡыт-ваҡыт телефонына ҡарап ҡуя.

– Йәшермә, әйт, һиңә нимәлер булған, – тине Сәйҙә, – әллә яҡындарыңдан берәй хәбәр бармы?

– Юҡ, булһа ла, һин ярҙам итә алмаясаҡһың, – тине Ғәлинур.

Бер һүҙ өндәшмәйенсә, шым ғына ашанылар. Бәлеште лә ауыҙ иттеләр, тик маҡтаусы табылманы. Аҙаҡтан Ғәлинур ауыр итеп уфтанды ла:

– Сәйҙә, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине.

Был шартлы ишараны Сәйҙә ире командировканан ҡайтҡан һайын ишетә. Ябай ғына аңлатһаҡ, ошо һүҙҙәр – Айгөлдө урамға ебәреп тор, тигән һүҙ. Сәйҙәнең күңеле күтәрелде, ул иренә мут ҡына ҡараш ташланы. Тәҙрәнән балалар майҙансығына күҙ һалды. Көн матур, унда уйнаусылар етерлек. Ана, балаларҙы йыйып, Гөлиә инәй нимәлер өйрәтә. Әлдә шул әбей бар, бөтәһенә күҙ-ҡолаҡ булып тора.

– Айгөл, ҡыҙым, урамда уйнарға теләмәйһеңме? – тине әсәһе.

– Ә мин атайымды күреп тә өлгөрмәнем, – тип һылтау табырға тырышты ҡыҙы.

– Өлгөрөрһөң, ҡыҙым, әле ул бер аҙна буласаҡ.

Ҡыҙҙары уйынсығын алды ла, урамға ашыҡты. Айгөл урамға сығыуға, уның эргәһенә Гөлиә инәйе килде:

– Айгөл, ҡыҙым, әсәйең сыҡмаймы ни?

– Атайым ҡайтты, әсәйем уның менән һөйләшә, – тине хәйләһеҙ ҡыҙ.

– Аңлашылды, – тине ҡарсыҡ, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы.

Сәйҙә шифоньерҙы асты, өр-яңы, матур  халатын кейеп, килеп тә сыҡты. Мут йылмайып, ире эргәһенә килгәйне, уныһы баһалау түгел, боролоп та тормай:

– Ҡабаланма, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине.

Ҡатындың йөҙө етдиләнде:

– Нимә хаҡында? Һин мине ҡайтҡаны бирле аптыратаһың.

– Беҙгә айырылышырға тура киләсәк.

Был хәбәр ҡатынды йыға һуҡҡан һымаҡ булды. Ул хатта ултыра төштө:

– Әллә бер-бер хәл булдымы? – тине ул шомланып.

– Әйттем бит, бер нәмә лә булманы. Мин өйҙән сығып китергә булдым.

– Әллә һинең берәйһе бармы?

– Булмаһа, һөйләп тә тормаҫ инем! – тине ире һауалы ғына.

– Кем ул? Минән йәшерәкме, матурыраҡмы?

– Йәшме, матурмы, һинең өсөн барыбер түгелме ни?

– Балағыҙ бармы?

– Буласаҡ.

– Мин һине аңламайым. Бая ғына телефон аша матур итеп һөйләштек, мин ҡайтып киләм, һағындым, тинең. Әле килеп, сығып китәм, тиһең. Ә мин һине ебәрмәһәм?

– Бәйләп ҡуяһыңмы? – тине ире.

– Ниңә сығып китеүеңде аңламайым. Айгөлгә нимә тип әйтәйем?

– Ул һинең менән ҡала, нимә теләйһең, шуны әйт. Бына һиңә бер нисә вариант: айырылды, ташлап китте, ҡасты, йә оҙайлы командировкаға ебәрҙеләр. Үҙең һайлап ал. Йә, хуш, башымды ҡатырма!

– Ышанмайым! Һиңә кемдер нимәлер әйткән! – тип өтәләнде ҡатын. – Әллә берәйһе ғәйбәт һөйләнеме?

Ир тынып ҡалды, өндәшмәй байтаҡ торҙо.

– Һөйләгәнме, һөйләмәгәнме, хәҙер һуң инде. Беҙ бер-беребеҙҙе юғалттыҡ. Был хаҡта элегерәк уйларға кәрәк ине. Минең дә ғәйеп бар. Аҡса эшләйем, тип аҙналар, айҙар буйы йөрөмәҫкә ине. Йә, ярай, миңә үпкәләмә. Алиментын алырһың, кәрәкһә,ярҙам итермен. Ә әлегә мине юҡ, тип иҫәплә.

– Һин еңел генә әйтәһең, яратҡанымды беләһең. Айгөл һине шул тиклем ярата! Ә һин ҡапылда сығып китәһең...

– Һөйләштек бит. Айырылышҡандар беҙ генәме ни? Өйрәнербеҙ.

– Юҡ! Мин һине ебәрмәйем! – Ҡатын килеп, ирен ҡосаҡлап алды. – Мин һине берәүгә лә бирмәйем!

– Кит, Сәйҙә, ни эшләйһең ул? – ире уны этеп ҡараны.

– Юҡ, мин һине сығармайым. Ни эшләп мин һине сығарырға тейеш? Кәрәк булһа, мин һинең өсөн көрәшергә лә әҙер. Ташлама беҙҙе, Ғәлинур! Беҙ бит һине яратабыҙ! – тип ҡатын тубыҡланды ла, ирҙең аяҡтарынан ҡосаҡланы.

– Һуң, Сәйҙә, һуңланыҡ. Элегерәк мөмкинлек бар ине, ә хәҙер – юҡ. Һин был хаҡта элегерәк уйларға, хәстәрләргә тейеш инең.

– Эйе, минең ғәйебем бар. Мин башҡалар һымаҡ етеш, бай йәшәүебеҙҙе теләнем. Һинең аҙна һайын күп итеп аҡса алып ҡайтыуың оҡшай ине. Мин – риза. Хәҙергә ял ит, берәй эш табырбыҙ. Мин һине башҡа йөрөтмәйем! Онот командировкаларыңды!

– Һуң, Сәйҙә, һуң, һуңланың! – ире ҡатынын тупаҫ итеп этеп ебәрҙе лә, ишек төбөндә генә торған юл сумаҙанын эләктереп, сығып та китте.

Сәйҙә иҙәндә илап ятып ҡалды.

Ғәлинур сумаҙанын һөйрәп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, тышҡа атланы. Подъезд алдында ултырған Гөлиә ҡарсыҡтың: “Ғәлинур, әле генә ҡайттың, тағы ла командировкаға йыйындыңмы?” – тип һорауын да ишетмәне.Телефонынан таксиға шылтыратты. Шунан һуң ғына Гөлиә ҡарсыҡҡа иғтибар итте:

– Хәлдәрең нисек, Гөлиә инәй?

– Ҡарттарса инде беҙҙең, ҡарттарса. Әле генә ҡайттың, буғай, инде тағы ла командировкаға ҡуҙғалдыңмы?

– Эйе, шулай тура килде, – тине Ғәлинур кәйефһеҙ генә. Шунан, нимәлер иҫенә төшкән һымаҡ, Гөлиәгә ҡарап-ҡарап ҡуйҙы. Был тауышты ҡасан ишеткән һымаҡ булды әле? Ул арала булмай, такси водителе шылтыратты. Ғәлинур дуҫы Рифаттың адресын әйтте.

Иҫе китеп байтаҡ ятты Сәйҙә. Ҡыҙы ҡайтып, ишекте шаҡығас ҡына, иҫенә килде.

– Атайым ҡайҙа? Беҙ бөгөн паркка барабыҙмы? – тине ул бүлмәләрҙе байҡап.

– Юҡ, ҡыҙым, паркка барып булмаҫ, – тине әсәһе ауыр итеп.

– Ә нимә булды? Атайым ҡайҙа?

– Атайыңды ҡапыл саҡыртып алдылар. Уға тағы ла командировкаға китергә тура килде.

– Ә мин паркка алып барыр, тип уйлағайным.

– Паркка барырбыҙ, икәүләп барырбыҙ, ҡыҙым.

Сәйҙә бер предприятиела бухгалтер булып эшләй, күп эштәрен өйҙә башҡара. Ҡыҙын ҡарарға ла, ирен ҡаршыларға ла, оҙатып ҡуйырға ла йәтеш. Әле лә директор күрһәтмәләр биреүгә, кәрәкле ҡағыҙҙарын электрон почта аша ебәреп тә ҡуйҙы. Тик ҡатындың башында – бөтөнләй башҡа уйҙар. Ҡараһа, директор яңынан шылтырата. Ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ яҙмаған, адрестарҙы бутаған. Етәкселәре – уҫал ғына кеше – асыуланып, бер нисә һүҙ ҙә әйтеп өлгөрҙө. Сәйҙә иҫенә килеп, тиҙ генә хаталарын төҙәтеп ҡуйҙы.

Эшен тамамлағас, әхирәте Наҙгөлгә шылтыратырға булды. Бер-береһен байтаҡтан бирле беләләр, Сәйҙәне ауылдашы Ғәлинур менән Наҙгөл таныштырғайны. Иң ауыр ваҡытта уға мөрәжәғәт итергә, ярҙам алырға мөмкин.

– Иртәгә беҙгә килеп сыға алмайһыңмы? – тине Сәйҙә.

– Әллә бер-бер хәл булдымы? – тине ул шунда уҡ борсолоп.

– Бөтәһе лә яҡшы булһа, мин һине борсоп тораммы һуң инде? – тине.

– Нимә булды?

– Кил, килгәс күрерһең, ишетерһең.

Сәйҙә күңеле менән һиҙә: Ғәлинурҙың ҡапыл сығып китеүе тиктәҫкә түгел. Сөнки уның кемелер булыуына ышанмай. Ғәлинурҙың һәр сәғәте иҫәпле, командировканан ҡайтыу менән, ҡатыны менән ҡыҙынан башҡа, бер аҙым ситкә атлағаны юҡ. Шулай булғас, ҡасан өлгөрҙө, тип уйлайһың? Ә бына телефон аша кемдеңдер ниндәйҙер ғәйбәт ишеттереүе бар. Ул төп эштәрен өйөндә башҡарғас, бик һирәк сыға. Сыҡҡан осраҡта ла, алдын-артын ҡарап йөрөй. Мәҫәлән, уны кәрәк ваҡытта эштән машина килеп ала. Ниңә уны, артыҡ һүҙ сығарып, подъезд төбөнә тиклем килтерергә? Туҡталышта, йә ана, аҙыҡ-түлек магазины янына саҡырырға мөмкин. Әлбиттә, кемдеңдер күреп ҡалыуы ла, хәбәр таратып ебәреүе лә бик ихтимал. Ошо хаҡта Наҙгөл менән кәңәшләшергә кәрәк. Ул – күпте күргән әхирәте, моғайын, яуабын таба алыр.

…Ғәлинур иҙәндәге матрацҡа һуҙылып ятҡан да, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, түшәмгә ҡарап, уйҙарына батҡан. Ул бит ҡатынына ышана ине. Нисек былай килеп сыҡты һуң әле? Инде ғаиләһен һағынып, хәҙер, ҡайтыу менән, ваннала йыуынып, ашап алып, кәләшенең ҡосағына сумам ғына тигәйне, телефон шылтыраны. Ә тыңламай, бер сараһы ла юҡ. Күпме әйткәндәре булды, ят номер булһа, яуап бирмә, тип. Ишетәһе шул булғандыр инде. Ниндәйҙер ят, ерәнгес тауышлы ҡатын Ғәлинурҙан көлдө, Сәйҙәһен мәсхәрәләне, әллә ниндәй дәлилдәр килтерҙе. Ҡыҫҡаһы, ирҙе тамам юҡҡа сығарҙы. Әгәр был ҡатынға ышанһаң, Ғәлинур сәфәргә сығыр-сыҡмаҫ, Сәйҙә эргәһенә ҡаланан ирҙәр йыйыла. Иномарка менән алып китәләр, йөрөтәләр ҙә, тағы килтереп, төшөрөп ҡалдыралар. Шундай хәбәрҙән һуң нисек йәшәйһең дә, нисек эшләйһең? Башы ҡатҡан. Ғәлинур тәүҙә ҡатынын ғәйепләргә, айырылышыуҙың төп сәбәпсеһе итеп уны күрһәтергә теләгәйне. Аҙаҡ кире уйланы. Төп ауырлыҡты үҙенә алды. Булмаған ғәйебен таныны. Ә ҡатыны ышанды буғай. Уның күҙҙәре, ҡалтыранған ҡулдары әле лә хәтерендә. Шул тиклем дә бөтөрөнөр икән.

Әле бына эргәһендә Рифат ултыра. Бәлки еңелерәк булыр, тип араҡы ла алып килгәйне, Ғәлинур бер шәшке өҫтө тултырып эсергә уйлағайны, ҡулынан килмәне, еҫенән үк күңеле болғанды.

– Мә, дуҫ, күҙеңде йом да, күтәр ҙә ҡуй.

– Булмай, ҡыҫтама! Хәлдән килмәй. Хыянатты араҡы менән генә йыуып булмай. Һиңә рәхәт, өйләнмәйенсә, дөрөҫ эшләгәнһең. Әгәр шулай килеп сығырын белһәм, ун йыл элек мин дә өйләнмәҫ инем!

– Ғәлинур, ни эшләп ҡарарбыҙ икән? – тине Рифат.

– Гаражға шылтыратҡайным, әлегә рейс көтөлмәй икән. Йәйгеһен эштәр бик булмай бит. Былай эшһеҙ ятып йонсоном, берәй урынға эшкә төшөргә ине. Ваҡытлыса булһа ла. Таш ташырға, кирбес һалырға.

– Әйҙә атыу минең менән еҙнәләргә ярҙамға барабыҙ, – тине Рифат.

– Ҡасан барабыҙ?

– Иртәгә иртүк ҡуҙғалабыҙ.

Сәйҙә менән әхирәте Наҙгөл дә шул хаҡта һөйләшә:

– Һин һөйләгәндәрҙән сығып, шундай фекергә киләм, – тине ул әхирәтенә, – һеҙҙең никах ун йылдан һуң тәүге тапҡыр етди һынауға дусар булды. Һеҙ уны еңел генә үткәреп ебәрмәйәсәкһегеҙ. Үткәргән осраҡта, тағы бер егерме йыл йәшәйәсәкһегеҙ әле!

– Егерме йыл? – тип аптыранды Сәйҙә. – Миңә ҡалһа, егерме түгел, ике йылы ла етер һымаҡ. Хәҙер шундай фекергә киләм, мин иремдең ҡәҙерен белмәгәнмен икән, – тине лә Сәйҙә, үкереп, илай башланы.

– Йә, йә, илама, етте һиңә, – тип Наҙгөл уны туҡтатырға тырышты.

Наҙгөл менән Ғәлинур икеһе бер ауылдан булғас, бер-береһен бик яҡшы беләләр, Наҙгөл уның нәҫел-ырыуын да бик маҡтап һөйләне:

– Эш өсөн генә тыуған әҙәмдәр инде! Уларға, эш булһа, ашарға ла, эсергә лә кәрәкмәй, ауылда уларҙы хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Ана бит, һинең менән нисек матур һөйләшкән: “Беҙ, аҡса, тип алданып, бер-беребеҙҙе юғалттыҡ”, – тигән. Бындай һығымта минең башҡа килмәҫ ине.

– Наҙгөл, әхирәткәйем! Һин бит уларҙы беләһең. Юлын тап, ҡайтар миңә иремде! Барлыҡ өмөтөм һиндә...

– Ә үҙең ниңә уны сығарып ебәрҙең һуң? Ҡайтҡан булған бит.

– Бер-ике сәғәт элек кенә шылтыратҡанында шул хәтлем шат, ыңғай һөйләште, мин һине һағындым, тине. Ә килеп ингәндә бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгәйне. Ашын да бер һүҙ ҙә өндәшмәй ашаны. Мин, анауы, ебәк халатымды кейеп сыҡҡан булдым. Йәнәһе, ирҙе таң ҡалдырам, тип тырышам инде. Уф! Ят та, үл! Ул боролоп ҡына ла ҡараманы! Һелкенмәне лә!

– Мин дә аптырайым. Ҡайтып кергән ирҙе күрәләтә сығарып ебәр инде! Үҙең нисек уйлайһың, нимә булды икән?

– Икенсе ҡатыным бар, оҙаҡламай, балабыҙ буласаҡ, тине.

– Һин ышандыңмы?

– Һуң, нимә тип әйтәйем... Ул бит уйын һүҙҙәр һөйләмәй, яңы йәш ҡатыным бар, балам буласаҡ, ти.

– Тик ултырырға ярамай, – тине Наҙгөл, – хәҙер ҡайҙа икәнлеген асыҡлау мөһим. Берәйһендә эсеп ятамы икән?

– Белмәйем, быға тиклем араҡыға битараф булды, аптыраныуҙан тотоноуы ла бик мөмкин.

– Эх, үҙем булһам! – тип яҫҡынды Наҙгөл. – Бер ҡайҙа сығармаҫ инем. Хәҙер эҙлә инде бесән күбәһенән энәне. Нисек уйлайһың, бәлки Рифатҡа барып ятманымы икән? Ул килгәне бармы? Күренәме? – тип һораны Наҙгөл.

Наҙгөлдөң ҡыҙыҡһыныуының үҙ сәбәбе бар, сөнки элегерәк ул Рифат менән байтаҡ ҡына аралашҡайны. Хәйер, аралашҡайны, тиһәң артығыраҡ булыр. Рифат, Афғанстанда һуғышып ҡайтҡан яугир булараҡ, сиратһыҙ фатир алды, шунда бергә йәшәп ҡарайыҡ әле, тип Наҙгөлдө саҡырған булғайны, уныһы: “Тәүҙә, кеше һымаҡ, һорат, никах уҡыт, туй үткәр, шунан һуң мин килермен, хатта ҡыуып та сығара алмаҫһың”, – тигән булғайны. Ҡыҫҡаһы, элекке яугир һалдатҡа Наҙгөлдөң өйләнешмәҫ борон уҡ ҡәтғи талаптар ҡуйып, үҙенә буйһондорорға тырышыуы оҡшаманы.

Наҙгөл егете менән йәрәшкәндәр, туйға әҙерләнәләр, тигән хәбәр сыҡҡас, ата-әсәһе йыйнала ла башлағайны, был ғаилә тыуыр-тыумаҫ юҡҡа сыҡты. Уның ҡарауы, Наҙгөлдөң хәҙер Рифатты иҫкә төшөрмәгән көнө юҡ. Әле лә, уның исемен ишетеү менән, үҙен күргән һымаҡ, күңеле күтәрелеп ҡалды. Кем белә, бәлки Сәйҙәне ире ташлап китеүен файҙаланып, Рифатҡа яҡынайыу мөмкин булыр? Наҙгөл Рифатты күҙ уңынан ысҡындырғаны юҡ. Кем менән аралаша, ҡайҙа йөрөй, кем күргән, барыһын да белеп тора.

– Әйҙә, бергәләп үҙенә барып киләйек, – тине Сәйҙә.

– Кемгә? Рифатҡамы?

– Эйе, Рифатҡа инде.

– Ул Рифат тураһында һуҙ сыҡһа, минең шунда уҡ ҡаным ҡайнай башлай, – тине Наҙгөл һауалы ғына. – Шуны, әҙәмгә һанап, хәтеремә төшөрөп торма инде! Тапҡанһың кеше! Йәнәһе, мин унан никах уҡыт, туй үткәр, тип талап иткәнмен. Никахһыҙ ҙа бик матур йәшәп була!

– Ҡуй, әрләмә Рифатты, – тине Сәйҙә, – үҙеңде алдама. Һин бит уны барыбер яратаһың.

– Яратыу менәнме ни? Өйләнешеүҙән алда, мине үҙ ыңғайына йөрөтөргә самалай, – тине Наҙгөл, – ҡаршы түгелмен, һәйбәт егет. Әйҙә, үҙе теләгәс, йөрөһөн. Минең уға инәләһем юҡ!

Шул ваҡыт Сәйҙәнең телефоны шылтыраны. Ҡараһа, директоры Лерон Наилович шылтырата.

– Тыңлайым һеҙҙе, Лерон Наилович, – тине Сәйҙә, трубканы алыу менән.

– Һаумы, Сәйҙә. Һинең хәлдәрең нисек әле?

– Һәйбәт, Лерон Наилович! Бына квартал отчеты менән ултырам.

– Ҡасан тамамлайһың?

– Иртәгә төштән һуң әҙер булыр, тип уйлайым.

– Яҡшы. Тимәк, иртәгә төштән һуң базаға киләһең?

– Эйе, ҡыҙымды алам да, төштән һуң базаға киләм.

– Ҡыҙыңды алаһың? – директор аптыранды.

– Эйе, минең ҡыҙымды ҡалдырыр кешем юҡ.

– Ҡыҫҡаһы, шул: бер үҙең киләһең! – тип ҡәтғи талап ҡуйҙы директор. – Ҡалғанын, килгәс, һөйләшербеҙ.

– Ә нимә эшләргә, Лерон Наилович?

– Ҡайһылай һорауҙарҙы күп бирәһең! – тип ҡаты ғына өндәште директор. Кисәге хаталарың беҙҙе бөлдөрә яҙҙы. Һин әле улар өсөн яуап бирмәнең.

– Мин һеҙҙән ғәфү үтендем, Лерон Наилович. Шул етмәйме?

– Ике миллион ярым һумлыҡ хата өсөн бер ғәфү үтенеү? Һин беҙҙе бигерәк арзан баһалайһың.

– Ярай, килермен. Тик нимә эшләргә? Алдан уҡ әйтегеҙ.

– Һин, беҙҙең йомартлыҡтан файҙаланып, үҙеңдең әлеге вазифаңдан тыш төп тәғәйенләнешеңде онотоп бараһың, шикелле. Иртәгә хәтереңә төшөрөрбөҙ.

Директор, хушлашып та тормайынса, бәйләнеште өҙҙө.

– Аңламаным, – тине Сәйҙә, – быға нимә кәрәк тағы?

– Нисек нимә кәрәк, шуны ла аңламайһыңмы? Ир-атҡа ҡатын-ҡыҙҙан иң тәүҙә мөхәббәт кәрәк.

Сәйҙә һиҫкәнде:

– Һин, ысынлап та, шулай уйлайһыңмы?

– Уйламайым, шулай икәнлеген беләм.

– Сүп өҫтөнә – сүмәлә, тигән һымаҡ, тура килеүен әйт. Ҡыҙымды һин ҡарап торорһоңмо икән, Наҙгөл?

– Ҡыҙыңды ҡалдырырға ҡуштымы?

– Эйе. Һин ҡарап тора алмаҫһыңмы икән?

– Ай, донъялар! – тип аптыранды Наҙгөл. – Һин риза ла булдыңмы?

– Нисек риза булайым, әле мин ул хаҡта өндәшмәнем, – тип аҡланды Сәйҙә, – ҡыҙымды бәлки һин ҡарап торорһоң, тип кенә әйттем.

– Әгәр һин ҡыҙыңды ҡалдыраһың икән, тимәк, һин ризалашаһың. Шуны аңлайһыңмы? Әле иреңде нисек ҡайтарырға белмәй баш ватаһың. Ярай, ул ҡайтып керҙе, ти. Һин – юҡ. Ҡайҙа икәнлегеңде берәү ҙә белмәй. Һиңә шул кәрәкме?

– Кәрәкмәй, Наҙгөл. Минең тоғро ҡатын икәнлегемде һинән лә яҡшы белгән кеше юҡ. Мин әле үтә ауыр ваҡыт кисерәм. Миңә һинең ярҙамың бик кәрәк. Нимә генә булмаһын, мин ғаиләмде һаҡлап ҡалырға теләнем.

– Улайһа, әйҙә, Рифатҡа барып киләйек, – тине Наҙгөл. Моғайын, Ғәлинурың шунда боҫоп яталыр. Бер ыңғай Рифатты ла күрербеҙ. Тик матур итеп кейен. Ғәлинурың, һине күргәс тә, кире уйларлыҡ булһын, үкенһен. Ни эшләп мин бик шәп ҡатынды юғалттым әле, тип уйлаһын.

– Белмәйем, матур күлдәккә генә иҫе китә торған кеше түгел ул. Әле уйлап торам шул хаҡта. Аҫтыртын түгел, ләкин бик йомоҡ кеше ине. Күҙенә ҡарап, нимә уйлағанын да аңлап булмай. Йылмайып, ихлас ҡына өндәшһә, барыһы ла аңлашыла. Шул кешене нисек йомоҡ, аҫтыртын тип әйтәһең? Эсендәге – тышында.

Сәйҙә менән Наҙгөл, Ғәлинурҙы эҙләп, Рифаттың фатирына киттеләр. Ҡатын шуға мөмкин тиклем матурыраҡ һәм сағыуыраҡ кейенергә тырышты. Наҙгөл дөрөҫ әйтә: ҡараһын, һоҡланһын, уйланһын. Бәлки нәмәнән мәхрүм ҡалғанын аңлар.

Әхирәттәр инде килеп, Рифаттың фатиры урынлашҡан йортҡа боролғайнылар, ҡаршыларына үҙе килде лә сыҡты. Кем булһын, шул – Рифат инде. Әхирәттәрҙе күргәс, егеттең күҙҙәре маңлайына менде:

– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ? – тине ул, шикләнгән тауыш менән.

– Һәр хәлдә, һиңә түгел инде! – тине Наҙгөл, һауалы ғына.

– Йә, бушты һөйләмә! – тине Сәйҙәһе. – Әйт, сауҙа үҙәгенә барабыҙ, кейем-һалым ҡарарға. Эйе, бәлки кафеға ла кереп ултырырбыҙ.

– Байығанһығыҙ икән, – тине кинәйәле генә итеп Рифат, – Эх, Ғәлинур дуҫым ошонда булһа, һеҙгә эйәрер ҙә китер инек.

– Әйткәндәй, дуҫың ҡайҙа һуң әле? – тине Наҙгөл. – Ниңә бөгөн яңғыҙың?

Рифат Ғәлинурҙың төҙөлөшкә эшкә төшөүен әйтмәҫкә булды. Әллә нәмә уйламаһындар тағы.

– Ғәлинурҙы кисә күреп ҡалғайным, ҡайҙа йөрөйҙөр, белмәйем.

– Ярай, күрһәң, сәләм әйт, – тине Сәйҙәһе. – Бик ҡупшы кейенгәндәр, кәйефтәре һәйбәт, тиген.

– Ярай, әйтербеҙ, – тине Рифат.

Рифат тегеләрҙең артынан тәки ҡарап тороп ҡалды. Ҡуй инде, был ҡатын-ҡыҙға бер ышаныс юҡ. Ана, саҡ ҡына ҡулдан ысҡынғайны, мажара эҙләп, сығып та киттеләр. Ғәлинурға әйтергәме, юҡмы? Ишетһә, ҡайғырыр инде. Ярар, юҡ-бар һөйләп, башын әйләндермәһен инде. Ай-һай! Ҡатын менән йәшәү еңелдән түгел икән! Әлдә үҙе теге ваҡыт өйләнмәҫлек көс тапты, Наҙгөлө лә уҫал бит! Һоратып кил, никах уҡыт, туй үткәр, тигәнме? Юҡ, шулай ҙа, Наҙгөл – ипле, тәртипле, уға өйләнергә була. Тик уға тарыһаң, ирекле тормош хаҡында оноторға тура килә инде. Һыра ла эсмәйәсәк, эштән ваҡытында ҡайтасаҡ, Театрға ла, киноға ла бергә генә йөрөйәсәктәр. Ә ундай тормош һиңә оҡшаймы? Оҡшаһа, рәхим ит. Ана, Наҙгөлө һаман көтөп йөрөй.

Әлегә Рифатты Ғәлинурҙың яҙмышы борсой. Шуның өсөн ул Ғәлинур йәшәгән йорт эргәһенә килде. Уға ҡалһа, дуҫының ғаиләһенең тарҡалыуының сере шунда, аяҡ аҫтында ғына ята һымаҡ. Кеше нимә һөйләй икән, һораштырып ҡараһын әле. Ана бер инәй йөрөй, Гөлиә инәй, тигәндәре шул түгелме икән?

Рифат, аҡрын ғына атлап, кемделер эҙләгән ҡиәфәт менән йортто бер урап сыҡты. Телефонына ҡарап уйланып торҙо, бер шылтыратып алған булды. Шунан үҙе һиҙҙермәй генә Гөлиә ҡарсыҡҡа яҡынайҙы.

– Йортон таптым, бына эргәһендә торам. Хәҙер фатирын асыҡлайһы ғына ҡалды. Былай тыныс, матур урын. Юҡ, шеф, тапмайынса, ҡайтмайым, – тип телефонын һүндерҙе һәм нимәлер эҙләгәндәй, тирә-яғын тағы ла байҡаны.

Рифаттың нимәлер эҙләгәнен һиҙеп ҡалған Гөлиә ҡарсыҡ уға яҡынайҙы.

– Кемде эҙләйһегеҙ? Әллә һеҙгә берәйһе кәрәкме? – тип һораны ҡарсыҡ Рифаттан.

Рифат шунда уҡ яуап бирмәне, телефонын алып, тағы бер шылтыратҡан булды, тирә-яғына ҡаранды:

– Машинаһы күренмәй, моғайын, гараждалыр, – тигән булды кемгәлер. Шунан һуң ғына ҡарсыҡҡа мөрәжәғәт итте:

 – Һаумыһығыҙ, инәй, һеҙ ошо йортта йәшәйһегеҙме?

– Эйе, мин ошонда йәшәйем. Әллә берәйһен эҙләйһегеҙме? Кем кәрәк ине? – тип һораны ҡарсыҡ.

– Һеҙ уны беләһегеҙме икән, ул һәр ваҡыт командировкаға йөрөй.

– Беҙҙең йортта командировкаға йөрөмәгән кеше юҡ. Хәҙер кругом – вахтовик. Исемен беләһегеҙме?

– Ғәлинурмы, Нурғәлеме исемле кеше бармы?

– Был йортта Нурғәле юҡ, ә Ғәлинур бар. Шофёр.

– Во! – тип ҡыуанды Рифат. – Миңә шул шофёр Ғәлинур кәрәк!

– Таптым, тип иҫәпләгеҙ. Ул ошонда йәшәй.

– Бик яҡшы, инәй, бик яҡшы! Һеҙ уны күптән беләһегеҙме?

– Күптәнме, тип... Ошонда ун йыллап йәшәй инде. Ә һеҙ уны ниңә эҙләйһегеҙ?

– Мин уны эҙләмәйем, ул мине эҙләгән. Һеҙ уның ҡайһы фатирҙа йәшәгәнен беләһегеҙме?

– Беләм, әлбиттә! Ул минән өҫкө ҡатта – тап минең өҫтә йәшәй.

– Улай булһа, һеҙ, инәй, миңә бик кәрәк!

– Ниңә улай бик кәрәк булды әле ул?

– Миңә ул фатирын һата, тип әйткәйнеләр.

– Бәй-бәй, тәүге тапҡыр ишетәм, – тине ҡарсыҡ, – ниңә һатырға булды икән?

– Бик белеп бөтмәйем, минең эшем дә түгел. Ғаиләһе менән нимәлер булған, шикелле. Нурғәленең фатиры нисәнсе ҡатта тинегеҙ әле?

– Ниндәй Нурғәле? Ғәлинур! Ғә-ли-нур! – тине ҡарсыҡ. – Ана, уның фатиры, бишенсе ҡатта. Ә унан аҫта – минеке.

– Дә, бишенсе ҡат бейегерәк! Миңә саҡ ҡына түбәнерәк булһа, һәйбәт булыр ине.

– Улайһа, минекен ҡарамайһыңмы? – тип эләктереп алды ҡарсыҡ. – Бер үҙемә ике бүлмә ҙур, күп түләтәләр.

– Әллә тағы, миңә Нурғәленең фатиры ышаныслы булыр, тигәйнеләр.

– Ғәлинур! Бында Нурғәле юҡ! Уның фатирының ҡыйығынан һыу аға.

– Һыу аҡһа, нимәһе бар, яматабыҙ! – тине Рифат эре генә.

– Әллә, улым, ямата алырһыңмы икән, беҙҙең домуправты әйтһәң. Уларҙың өйө тулы тас, һауыт ултыра, өҫтән тама.

Рифат һаман да ризалашмай, ҡарсыҡты инәлтеүен дауам итте.

– Ярай, – тине ул, – һеҙҙекен ҡарайым, ләкин вәғәҙә итмәйем.

Кеҫәһенән рулонлы метр килтереп сығарҙы.

– Уныһы нимәгә тағы? – тине ҡарсыҡ.

– Үткәнендә бер фатирҙы ҡарағайным, – тип һөйләп алып китте Рифат, – кухняһы ете квадрат, тиҙәр. Ә мин тоттом да, үлсәп ҡараным. Ярты квадрат етмәне. Әйтәм: “Алдарға иткәйнегеҙме? Мин һеҙгә, ике бүлмәле фатир өсөн дүрт миллион һум түләргә итәм, ә һеҙ мине алдарға йыйынғанһығыҙ!”

– Дүрт миллион һум – ике бүлмәгә?

– Эйе, ике бүлмәгә дүрт миллион түләй яҙҙым.

– Аҡсаң да бармы, улым?

– Аҡсам булмаһа, йөрөр инемме, нисек уйлайһығыҙ?

– Әйҙә, улым, минекен ҡара. Минеке йылы, таҙа, яҡты.

Икәүләшеп дүртенсе ҡатҡа күтәрелделәр. Һүҙ юҡ, фатир ҙур, яҡты, йылы икән. Рифат ҡабаланмай ғына иң тәүҙә аш бүлмәһен үлсәп сыҡты, ҡағыҙ, ҡәләм алып, яҙып ҡуйҙы. Ентекләп, йыуыныу бүлмәһе менән бәҙрәфте үлсәне. Ҡарсыҡ, бер аҙым ҡалмай, артынан эйәреп йөрөй.

– Һыуһатты, инәй, һыу эсер әле, – тине Рифат.

– Сәй, сәй эсерәм мин һиңә, улым, хәҙер сәй ҡуям, – тип газын тоҡандырып та ебәрҙе.

Рифат розетка эргәһендә ҡарсыҡтың телефоны ятҡанын күрҙе. Ҡарсыҡ өҫтәл яраштырған арала, икеләнеп тормай, телефонды алып, кеҫәһенә төшөрҙө һәм һыу ғына һорап эсте лә, йүгерә-атлай тигәндәй, сығып та юғалды.

Ғәлинур, төҙөлөшкә ник барҙым, тигән көнгә төштө. Дөрөҫ, аҡсаһын байтаҡ түләйҙәр. Ярҙамсы ғына булып йөрөһә лә, һәр эше иҫәпле, ҡайтҡанда уҡ, күпме эшләгәнһең, шул хәтле тоттороп ебәрәләр. Ғәлинур ялҡау түгел, һәр эшкә ихлас тотона. Әлбиттә, аҡса түләһәләр. Ләкин төҙөлөштә эшләү уның мөмкинлектәрен сикләгән һымаҡ. Үҙеңдең йөк машинаңда  юғарыла ултырып, оҙон-оҙон юлдар аша донъя гиҙеү түгел инде. Унда күргән юлдар һәм мажаралар! Ҡалалар һәм ауылдар үҙенә ылыҡтырып тора! “Мине юлдар, юлдар саҡыра!” тип юҡҡа йырламайҙар бит. Тик бер яғы бар: ҡатынын, ҡыҙын ҡалдырып китергә тура килә. Уның ҡарауы, һағынып ҡайтыу үҙе ни тора! Бөгөн килеп, Ғәлинурҙан һораһалар, ҡайҙа эшләргә теләйһең, төҙөлөштәме, әллә водитель булыпмы, тиһәләр, ул юлдарҙы һайлар ине. Юҡ, һис юғы, еңел автомобилдә булһа ла, такси хеҙмәтен үтәп булһа ла, йөрөр, Тик бына ғаиләһенең юҡҡа сығыуы ғына уны борсой. Кем белә, бәлки көн һайын эргәһендә булһа, бөгөн ғаиләһендә булыр ине.

Ҡолағына шылтыратыусы ҡатындың аҫтыртын тауышы ишетелә: “Һин киттең дә  юғалдың. Ә ҡатының кемдәргә ҡалды? Ана, уға көн дә ике-өс ир килә”. Кисә ошо хаҡта Рифат менән дә һөйләшеп ултырғайнылар. Рифат бәлки дөрөҫ әйтәлер, был ҡатынды үҙенең эргәһенән эҙләргә кәрәктер. Улай тиһәң, Гөлиә инәйҙән дә яҡын кеше юҡ. Уға ниңә шылтыратып, ҡатыны менән араларын боҙорға кәрәк булды икән? Рифат дөрөҫ әйтә ул. Ул кешеләр менән бик самалап ҡына аралаша, бөтәһен дә эргәһенә ебәрмәй. Әллә инәйҙең үҙе менән һөйләшеп ҡарайһымы икән?

***

Сәйҙә эшкә килде. Квартал отчетын тиҙ генә тапшырҙы, директорҙың секретаршаһы шылтыратты:

– Үтегеҙ, һеҙҙе көтә, – тине секретарша, аҫтыртын ғына йылмайып.

– Ултыр! – тине директор тупаҫ ҡына. – Һинең хатаң беҙгә бик ҡиммәткә төшә яҙҙы. Һиңә бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ, һин беҙҙең ышанысты юғалттың. Ләкин һин хатаңды төҙәтә алаһың. Мәскәүҙән беҙҙең партнерҙар килде, кискә ошонда бәләкәй генә мәжлес ҡорабыҙ, һин уларҙы һыйларға ярҙам итерһең.

– Минең бурысым нимәнән ғибәрәт буласаҡ?

– Аш-һыу өҫтәле өсөн яуап бирәһең, аҙаҡтан ҡунаҡтарҙың ҡайһы бер шәхси үтенестәре лә булыуы мөмкин.

– Аңлашылды, Лерон Наилович, – тине Сәйҙә, – мин унынсы класс уҡыусыһы түгел, нимә тураһында һүҙ барғанын беләм. Ләкин мин һеҙҙә ирҙәрҙе хеҙмәтләндереүсе түгел, ә бухгалтер булып эшләйем. Белеүемсә, ҡалала экскорт хеҙмәте бар. Унда үҙ һөнәренең оҫталары йыйылған. Ниңә шуларға ғына мөрәжәғәт итмәйһегеҙ, Лерон Наилович?

– Һин беҙҙе өйрәтәһеңме, әллә кәңәш бирәһеңме?

– Өйрәтмәйем, кәңәш тә бирмәйем. Мин баш тартам.

– Баш тартаһың? Улай булһа, ғаризаңды яҙ ҙа, күҙемдән юғал!

– Мин сығып китә алам, эшен дә табырмын, – тине Сәйҙә ныҡ итеп, – ләкин һеҙ мине былай ғына эштән ебәрә алмайһығыҙ. Сөнки, һеҙҙең предприятиеның эшмәкәрлегенә бәйле, табышты йәшереү, һалым түләү һәм башҡалар буйынса фашлаусы дәлилдәр миндә етерлек.

Был һүҙҙәрҙе әйткәс, директор үҙенең ҡәнәфиенә һеңеп, бәләкәсәйә барған һымаҡ тойолдо. Ул оҙаҡ ҡына бер нөктәгә ҡарап ултырҙы.

– Ә миңә һине, алты йыл элек эшкә тәҡдим иткәндә, күндәм, тыңлаусан, хәйләһеҙ һәм намыҫлы, тигәйнеләр. Улар хаталандымы икән?

– Бәлки хаталанғандарҙыр, – тине Сәйҙә, – һеҙҙең фирма насарҙар иҫәбендә түгел. Шуны онотмағыҙ, Лерон Наилович! Мин һеҙгә ярҙам иттем, һеҙгә байырға мөмкинлек бирҙем. Ә һеҙ мине бөтөнләй башҡа маҡсатта файҙаланырға итәһегеҙ.

– Әгәр һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк булһа?

– Юҡ, мин бындай ярҙамдан баш тартам, – тине Сәйҙә, – һеҙ мине мәжбүр итә алмайһығыҙ.

– Ярай, аңлашылды. Беҙҙең һөйләшеү килеп сыҡманы һәм беҙ уны булманы, тип иҫәпләйек.

– Рәхмәт! – тине Сәйҙә. – Мин һеҙгә үҙемдең һүҙемде әйтә алдым.

– Ярай, үҙеңде еңдем, тип иҫәпләй алаһың.

– Юҡ, Лерон Наилович. Мин еңдем, тип иҫәпләмәйем. Мин һеҙгә аңлата алған һымаҡ булдым. Һеҙҙең мине аңлауығыҙ мөһимерәк. Өҫтәлегеҙҙе ҡорорға, ҡунаҡтарығыҙҙы һыйларға ярҙам итә алам, ләкин башҡаһы – юҡ.

Директор уйға ҡалды. Был ҡатында ниндәйҙер көс бар. Ул көс ғәҙеллеккә нигеҙләнгән. Әгәр уның бухгалтерияһы аша үткән мутлашыуҙарҙың бер бәләкәй генә өлөшө кәрәкле өҫтәлгә барып ятһа, фирманың аҫтын-өҫкә килтерәсәктәр. Уның үҙенә ҡарата енәйәт эше асасаҡтар. Был берәүгә лә кәрәкмәй. Ә инде өҫтәлгә килгәндә, был ҡатында ныҡлыҡ бар, ул бирешмәйәсәк. Хатта өҫтәл тирәһендә ишетелгән юҡ-бар хәбәр ҙә уның теге дәлилдәре эргәһенә барып ятыр, аҙаҡ уға ҡаршы атмаҫ, тип кем гарантия бирә ала?

– Ярай, эшләгеҙ, – тине ауыр ғына итеп директор, – беҙҙең был һөйләшеүҙе булманы, тип иҫәпләгеҙ һәм онотоғоҙ.

– Рәхмәт! – тине Сәйҙә һәм еңел генә тороп, хушлашты ла кабинеттан сығып китте.

Директор шунда уҡ үҙенең урынбаҫарын саҡыртып алды:

– Бухгалтер менән килеп сыҡманы, – тине Лерон Наил улы, – һин уның өй адресын асыҡла, фатирын бел, планировкаһын тап.

– Уныһы нимәгә кәрәк? – тине урынбаҫар.

– Әле генә әйтте, бухгалтер, беҙҙең операциялар менән бәйле, бөтә мәғлүмәтте үҙенә йыйып барған. Уларҙы башына һуҡҡан-теләгән ваҡытта һалым органдарына илтеп һалыуы бар. Яҡын арала фатирында бер кем дә юҡ ваҡытта тентеп сығырға, һис юғы, компьютерҙарын алырға кәрәк.

– Бухгалтерҙың мәғлүмәттәрҙе йәшереүе ихтимал. Был эш яҡын арала хәл ителергә тейеш, – тине урынбаҫар.

– Яҡын арала түгел. Бөгөн булмаһа, иртәгә, йә иртәгә һуң.

***

Рифат, Ғәлинур килеп инеү менән, Гөлиә ҡарсыҡтың телефонын сығарып, алдына һалды.

– Был нимә? – тине Ғәлинур.

– Телефон. Гөлиә ҡарсыҡтың телефоны.

– Ә ул миңә нимәгә кәрәк?

– Нисек нимәгә кәрәк, кем шылтыратты, тип? Бына ҡара, мин теймәнем.

Ғәлинур үҙенең телефонын алып, шылтыратҡан кешенең номерын, ваҡытын ҡараны. Шунан һуң ҡарсыҡтың телефонын алды. Тағы бер аҙҙан әбейҙең телефонын ырғытып уҡ ҡуйҙы:

– Үәт, ҡара йылан! – тине.

– Шулмы?

– Шул шылтыратҡан! Бына бит, ваҡыты ла тура килеп тора, – тине Ғәлинур, – ҡара әле, юйҙыртып та ҡуймаған бит әле!

– Наҙан ҡарсыҡ уныһын ҡайҙан белһен инде.

– Наҙан, тиһең. Шылтыратырға башы еткән бит әле. Этлеккә аҡыл кәрәкмәй шул. Хәҙер нимә эшләргә ҡала? – тине Ғәлинур.

– Үҙең ҡара. Һин, телефонды тотоп барып: “Гөлиә инәй, бына – дәлилдәр, һеҙ минең ғаиләмде тарҡаттығыҙ”, – тип әйтә алаһың. Бында полиция ярҙам итә алмай. Үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлау, тип әйтәсәктәр.

Рифат тынып ҡалды һәм бер аҙ уйланып ултырҙы. Әйтергәме, юҡмы.

– Мин кисә Сәйҙә менән Наҙгөлдө күрҙем, – тине Рифат.

– Ҡайҙа күрҙең? Ни эшләйҙәр ине? – тип һикереп үк торҙо Ғәлинур.

– Кафеға китеп баралар ине. Улар һине бар, тип белде, ти.

– Эргәләрендә берәйһе бар инеме?

– Юҡ, икәү генә.

– Айгөл ҡайҙа икән?

– Берәйһенә ҡалдырғандарҙыр инде.

– Хәҙер иркенгә сыҡтылар! – тип уфтанып ҡуйҙы Ғәлинур.

Бая ғына фатирына ҡайтырға, Гөлиә ҡарсыҡты күрергә, ҡатынын алып килергә теләге бар ине, кире уйланы. Хәҙер барыһы ла билдәле, шулай булғас, ниңә инәлеп йөрөргә?

Ғәлинур һиҙҙе: аралар яҡынайманы, киреһенсә, йырағайған һымаҡ тойолдо. Ул хатта йоҙроҡлап өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы.

– Йә, йә, мебелде ватырға һөйләшмәнек...

 

...Ғәлинурҙың ҡеүәтле йөк машинаһы  алға елдерә. Юлдарының тигеҙлеген әйт! Эргәһендә Сәйҙәһе менән ҡыҙы йоҡомһорап килә. Теләһәләр, артҡа күсеп ятырҙар. Кабинаның артында өс кешелек йоҡо урыны бар. Улар ярашты, үпкәләшеү тураһында оноттолар, Сәйҙәнең дә бер ғәйебе лә юҡ. Айгөл иһә икеһенә ҡарағанда ла ҡыуанып китеп бара был сәфәргә. Ошо ышаныслы техника өлгөһөн нисә йыл йөрөтә, ғаиләһен, ҡатыны менән ҡыҙын була инде, беренсе тапҡыр алып сыға. Күрһендәр, белһендәр, атай тапҡан икмәк еңелдән бирелмәй. Шулай итеп, ҡәнәғәт ҡиәфәт менән машинаһын алға ҡыуа Ғәлинур. Юл оҙон, тип-тигеҙ, анауы автопилот тигәндәрен индерһәләр, нисек булыр икән, дөрөҫ булһа, бер иш автомобилдәр, поезд һымаҡ, теҙелешеп, бара ла бара икән. Ғәлинур ваҡыт-ваҡыт ҡатынына күҙ һалып ала. Уныһы арыған, ләкин ҡәнәғәт.

…Көтмәгәндә кеҫә телефоны шылтырай башланы. Ҡайҙа һуң әле уның телефоны? Әллә онотоп ҡалдырҙымы? Бәлки был ишек ҡыңғырауылыр? Автомобилдә ишек ҡыңғырауы ҡайҙан булһын инде? Ниһайәт, Ғәлинур уянып китте. Ҡатыны ла, ҡыҙы ла, хатта американы ла үҙе менән түгел. Мендәр аҫтынан телефонын килтереп сығарҙы. Кем шылтыратҡанын ҡарағайны, бәй, ҡатыны бит, Сәйҙә шылтырата! Ул төймәһенә баҫты ла, ҡоро ғына итеп:

– Тыңлайым. – тине.

– Һаумы, Ғәлинур, һин ҡайҙа? – тине ҡатыны.

Ир иң тәүҙә сәғәткә күҙ һалды. Ун бер тулып үткән. Төн уртаһында нимә булды икән? Хәйер, төн уртаһы тиһәң дә, йәйге оҙон көн, тышта яҡты әле.

– Мин бында, – тине Ғәлинур.

– Тиҙ генә килеп етә алаһыңмы?

– Нимә булды?

– Беҙҙең фатирҙы талағандар...

– Фатирҙы талағандар? – тип һораны ла, уйға ҡалды.

– Эйе, талағандар. Ниңә тындың?

– Уйлайым, иҫкә төшөрөргә тырышам...

– Нимәне?

– Беҙҙең урларлыҡ нимә бар икән?

– Өйҙөң аҫтын-өҫкә килтергәндәр, бар нәмә иҙәндә ята. Минең ҡайтҡанды аңдып торғандар, күрәһең, Айгөл менән ҡайтып килгәндә подъезд алдында ҡарсыҡтар менән һөйләшеп торғайныҡ, ике бәндә йүгерә-атлай сығып китте. Гөлиә инәй әйтә: “Һеҙҙе һораштылар”, – ти.

– Бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмағыҙ, хәҙер киләм.

Ғәлинур килеп еткәнсе, Сәйҙә Лерон Наиловичҡа шылтыратты. Тегеһе тәүҙә байтаҡ ҡына алманы. Бер ун минуттан йоҡоло-уяулы тауышы ишетелде:

– Нимә кәрәк? – тине ул уҫал итеп.

– Миңә бер нимә лә кәрәкмәй. Һеҙгә рәхмәт әйтергә генә шылтыратам.

– Нимә өсөн?

– Һеҙҙең ике кешегеҙ, минең фатирымды тентеп, бар әйберемдең аҫтын-өҫкә килтереп, сығып киткән. Шуның өсөн рәхмәт! Теге мәғлүмәттәр яҙылған дискыны таба алмағандары өсөн рәхмәт!

– Һин нимә һөйләйһең? Минең бер ғәйебем дә юҡ!

– Уныһын полиция тикшерер. Минән һоранылар инде, шикләнгән кешең бармы, тинеләр. Бар, тинем. Билдәле булғас, нимә тип әйтәйем?

– Бәлки беҙгә осрашып, һөйләшергә кәрәктер? – тине директор.

– Осрашыу һеҙгә кәрәктер, миңә – кәрәкмәй. Хатта мин һеҙгә осрашыу урынын тәғәйенләй алам. Иртәгә иртәнге сәғәт унда минең фатирҙа.

– Унда миңә нимә ҡалмаған? – тине Лерон Наил улы.

–Ҡыҫҡаһы, һеҙ таба алмағанға, мин ғәйепле түгел. Яҡшыраҡ эҙләһәгеҙ, табыр инегеҙ. Эҙләй белмәгәнһегеҙ. Күҙ алдында торған нәмәне кеше шифоньерҙан эҙләйме ни?

– Һин, ҡыҙыҡай, беҙҙе ҡурҡытма! Полицияға әйткәнһең икән, полиция эҙләһен! Был енәйәткә минең бер мөнәсәбәтем дә юҡ!

– Ярай, ышанды, тип иҫәпләгеҙ. Быны раҫлар өсөн, миңә бер генә юл ҡала. Әгәр иртәгә унға килеп, фатирҙы йыйыштырып сыҡмаһағыҙ, мин һеҙҙе фашлаусы мәғлүмәттәрҙең күсермәһен Иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлегенә тапшырам. Күсермәһен тапшырам.

Тынлыҡ бик оҙаҡҡа һуҙылды. Директор хатта бер-ике тапҡыр һиҙелер-һиҙелмәҫ көрһөнөп ҡуйҙы.

– Уфтанғас, хәлегеҙ яҡшынан түгел. – тине Сәйҙә. – Ярай, хушығыҙ! Мин һеҙҙең шылтыратҡанығыҙҙы көтәм.

Фатирға Ғәлинур килеп инде. Айгөл, уны күреү менән, атаһының ҡосағына ташланды: “Атай, атай ҡайтҡан! Минең атайым ҡайтҡан!”

Ғәлинур бүлмәне ҡарап сыҡҡас, һыҙғырып ҡуйҙы.

– Шулай беҙҙе бай тип уйланылармы икән? – тине ул, ҡатынына ҡарап.

– Ә ниңә, бай түгелме ни? Америкала эшләнгән автомобилдә аҙна һайын йөк ташыйһың. Ҡатының – етди фирмала бухгалтер, йыл һайын Талҡаҫ буйында ял итәбеҙ, Иҫәндә йәйге йорт һатып алырға йыйынабыҙ,

 Ҡыңғырау шылтырап ҡуйҙы һәм ишек шаҡынылар.

– Мөмкинме? Инергә яраймы? – тип Гөлиә ҡарсыҡтың тауышы ишетелде.

– Нельзя! Ярамай! – тип ҡысҡырҙы Ғәлинур һәм шапылдатып, ишекте ябып та ҡуйҙы. – Ошо убырлы ҡарсыҡтың ҡыҫылмаған ере юҡ!

– Ниңә ул тиклем тупаҫ ҡыланаһың? – тине Сәйҙә. – Әллә бер-бер хәл булдымы? Оло кеше менән улай һөйләшергә ярамай.

– Кеше түгел! Убырлы ҡарсыҡ ул!

– Әсәй, әсәй, Гөлиә инәй убырлы ҡарсыҡ буламы? – тип һораны ҡыҙҙары.

– Сеү, ҡыҙым, өндәшмә! – тип тыйҙы уны әсәһе.

– Һиңә әйтмәм, тигәйнем, әйтергә тура килә инде, – тине Ғәлинур, – теге ваҡыт шуға асыуландым бит мин, бер кемем дә юҡ минең ҡырҙа. Ошо ҡарсыҡ миңә, тауышын үҙгәртеп, әҙәм ышанмаҫлыҡ ғәйбәт һөйләне.

– Кем хаҡында һөйләне?

– Ныу, һинең хаҡта, минең хаҡта. Шунан Рифат килеп, һатып алырға фатир эҙләгән булып, алдаштырып, өйөнә кереп, телефонын алып сыҡты. “Убырлы” ҡарсыҡ ошо телефондан миңә шылтыратҡан. Полицияға әйтһәм, йәл – оло кеше. Тауыш баҫылғас, үҙебеҙ һөйләшербеҙ. Гөлиә ҡарсыҡ ҡайғыһы юҡ әле. Һиңә эш күп була инде, өйҙө йыйыштырырға кәрәк.

– Юҡ инде, йыйыштырып йонсомаясаҡмын. Кем туҙҙырған, шул ҡараһын.

– Ә кем тип уйлайһың?

–Билдәле инде – беҙҙең директор.

– Һинән детектив сыға, улай булһа! – тине Ғәлинур. – Ә ни өсөн беҙҙең өйҙө туҙҙырған?

– Сәбәбе бар инде. Әгәр аҡылы етһә, хәҙер шылтыратырға тейеш. Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ.

Тыныс ҡына, ипле генә һөйләшеп, сәй эсергә ултырҙылар. Оҙаҡ көттөрмәне, телефон да шылтыраны.

Сәйҙә бер һүҙ ҙә өндәшмәне, оҙаҡ ҡына тыңланы һәм телефонды һүндерҙе.

– Булды. Иртәгә директор өс кешеһе менән үҙе килә, – тине.

Иртәгәһен ундарҙа тегеләр килгәс, Сәйҙә улар менән ҡала, ә Ғәлинур менән ҡыҙы паркка сығып киләсәк. Йоҡларға ятырға әҙерләнгәс, Ғәлинурҙың иҫенә төштө:

– Мин һеҙҙе үҙем менән киләһе командировкаға бергә сығырға саҡырам, – тине.

Айгөл сәпәкәй итеп, “ура!” ҡысҡырҙы, Сәйҙәнең дә йөҙө асылғандай булды:

– Ниңә, барып килергә мөмкин! – тине. – Ә был фекер һинең нисек башыңа килде ул?

– Килде һиңә! Мин был фекерҙе төштә күрҙем. Өсәүләшеп ултырып, Мәскәүгә китеп барабыҙ икән, тим.

– Әсәй, беҙ Ҡыҙыл Майҙанды күрәсәкбеҙме? – тип ҡыҙы эләктереп алды.

– Ҡайһылай шәп төш күргәнһең! – тине ҡатыны.

Йоҡларға өлгөрмәнеләр, һаҡ ҡына ишек шаҡығандары ишетелде. Ғәлинур асып ҡараһа, тегендә Наҙгөл менән Рифат тора. Рифатты саҡ таныны: бейсболкаһын батырып кейгән, ҡара күҙлек эләктергән, футболка менән шортыла ғына. Кәйефтәре күтәренке.

– Баянан бирле шылтыратам, трубкаңды алмайһың, – тине Рифат, – борсолдом дә киттем.

– Ә мин өй эргәһенән үтеп бара инем, ҡабаланып, Рифат килеп сыҡты. Мин дә аптырап киттем: бер-бер хәл булмағайы, – тим.

– Булды шул, – тине күңелһеҙ генә итеп Сәйҙә.

– Булғаны яҡшы! – тине Рифат.– Юғиһә, ошо көнгә тиклем Наҙгөлдө тура килтереп, икәүләп кенә урам буйлап йөрөгәнебеҙ юҡ.

– Серҙәрегеҙ берекһен! – тип теләне Сәйҙә.

Дүртәүләшеп ҡайһы бер туҙҙырылған әйберҙәрҙе йыйыштырып ҡуйҙылар.

Рифат менән Наҙгөл, эшебеҙ бар, тип ҡайтып киттеләр. Иртәнсәк директор, хәҙер килеп етәбеҙ, тип шылтыратҡас, Ғәлинур ҡыҙы менән паркка йыйынды. Тышта көн матур, йылы, аяҙ. Айгөл түҙәме һуң инде, иң алдан, рюкзагын эләктереп, сығып та йүгерҙе, артынан яйлап ҡына Ғәлинур ҡуҙғалды. Ишекте ябыр алдынан, иҫенә төштө: теге ҡарсыҡ аҫта торалыр, телефонын тапшырырға кәрәк. Ғәлинур аҡрын ғына төшөп килә. Подъезд тупһаһына етер алдынан ғына, ҡыҙының кемгәлер һөйләгәнен ишетеп, туҡтап ҡалды:

– Атайым менән әсәйем бергә йоҡланылар. Ниндәйҙер бер убырлы ҡарсыҡ атайыма, ғәйбәт һөйләп, шылтыратҡан...

– Шунан, шунан? – тигәне ишетелде, Гөлиә ҡарсыҡтың.

– Убырлы ҡарсыҡтың кем икәнлеген атайым белеп ҡалған!

– Кем ул, нисек белгән? – ҡарсыҡ һаман тынмай.

– Атайым әйтә, эйе, әсәйемә әйтте, Гөлиә инәйең, убырлы ҡарсыҡ булып шылтыратты, ти.

– Ә ҡайҙан белгән?

– Белмәгән, телефоны вис һөйләп биргән!

Ғәлинур шым ғына тыңлап тороуҙан уңайһыҙланды һәм сыҡты ла:

– Йә, Гөлиә инәй, һаумы! Һеҙ телефонығыҙҙы юғалтманығыҙмы? – тине.

Ҡарсыҡ тәүҙә бик оҙаҡ Ғәлинурға ҡарап торҙо.

– Юғалттым шул, әллә һин таптыңмы? – тине ул бошонҡо ғына ҡиәфәт менән,

– Ошонда таптым, анауында, үлән араһында ята ине, – тине Ғәлинур, балалар майҙансығы яғына күрһәтеп, – тик һинең бер нисә көн элек миңә шылтыратыуыңды, тауышыңды үҙгәртеп, ғәйбәт һөйләргә тырышыуыңды аңламаным. Һеҙ бит, инәй, – оло кеше. Ни эшләп улай, бала-саға һымаҡ, бер ғәйепһеҙ кешеләргә яла яғаһығыҙ?

– Ғәфү итегеҙ инде, улым! Сәйҙә киленгә лә әйт, – тине Гөлиә, – шаяртып ҡына шылтыратҡайным, уйнатып ҡына һөйләшермен, тигәйнем, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, әллә нимәләр һөйләнем дә ҡуйҙым. Ҡуй инде, мине, ҡарсыҡ кеше, минең йәштә кеше намаҙ ғына уҡып ултыра, дин юлында йөрөй, ә миңә аҡыл һаман кермәй. Ғәфү итә күрегеҙ инде, бынау сабый алдында ла уңайһыҙ.

– Ярай, беҙ оноторбоҙ, үҙең онота алырһыңмы икән?

– Белмәйем инде, белмәйем, балам. Үҙемә шул хәтле уңайһыҙ.

– Һеҙҙең арҡала, беҙҙең ғаилә тарҡала яҙҙы! – тип асыуланды Ғәлинур. – Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, инәй.

– Ярай, мин һеҙҙең менән булышмайым. Ғәфү итегеҙ! Кешегә, берүк, һөйләп йөрөмәгеҙ инде!

Ғәлинур уны башҡа тыңлап торманы, телефонын эскәмйәгә һалды ла, ҡыҙын етәкләп, парк яғына атланы. Парк яғына ҡуҙғалғайны, ҡаршыһына бер иномарка килеп туҡтаны. Унан бер ир менән өс ҡатын төштө. “Әһә, өйҙө йыйыштырыусылар килде”, – тип уйлап ҡуйҙы Ғәлинур.

– Фатир һатып алырға эҙләйһегеҙме? – тип уларҙың ҡаршыһына Гөлиә инәй сыҡты.

Тегеләр, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡарсыҡҡа уҫал ҡарап, подъезға инеп китте.

Ғәлинур телефонын алды: Рифат ни хәлдә икән? Ә дуҫының кәйефе бик һәйбәт!

– Ниҙәр ҡыйратаһың, Рифат дуҫ!? – тине Ғәлинур.

– Бер нимә лә ҡыйратмайым, өйләнеп йөрөйөм.

– Нисек?

– Шулай! Бына Наҙгөл бик ҡәнәғәт ултыра. Шуны билдәләп алырға ине. Төшкө ашҡа рәхим итегеҙ!

– Бик шәп! Хуплайым! – тине Ғәлинур. – Күптән кәрәк ине! Әле беҙ Айгөл менән – паркта, бер-ике сәғәттән ҡайтабыҙ ҙа, сәғәт берҙәргә килербеҙ.

Ғәлинур, ҡояшҡа ҡарап: “Ниндәй шәп көн!” – тип ҡыуанып ҡуйҙы.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: