+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Март 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ӘЙЛӘНЕП ҠАРА – УНДА НИҘӘР БАР? Хикәйә

Ҡайһы яҡтан әйләндереп ҡараһаң да, беҙҙең үткән тормош гәзиттә яҙылған мәҡәләләр һымаҡ икән. Кемдер ситтән генә ҡарап торған да быларҙың нәмәләр ҡыланғанын яҙып барған кеүек. Үткәндәрҙә нәмә булғанын хәтерләр өсөн гәзит биттәрен аҡтарыу ҙа етә, артыңа әйләнеп ҡарамаһаң да була. Ә ентекләп ҡараһаң, ниндәй матур заманды юғалтҡанбыҙ. Кешеләр ихлас, бер-береһенә ярҙамсыл, күңелдәр асыҡ, хатта кейемдәр ҙә бер иштән бит әле.   Теге мөһөрлө генсек тәхеткә килгән йылдар... Рәхиләне ниндәйҙер эш менән комсомолдың район комитетына саҡыртып алдылар.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ӘЙЛӘНЕП ҠАРА – УНДА НИҘӘР БАР?   Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ӘЙЛӘНЕП ҠАРА – УНДА НИҘӘР БАР? Хикәйә

Алдарында беренсе секретарь Шакир Вахитов сығыш яһаны. Рәхилә – унынсы класта ғына уҡып йөрөгән ҡыҙ. Шунда тәүге тапҡыр комсомолдың урындағы хужаһын күрҙе. Үҙе йәш, олпат һәм матур. Өҫтөндәге кейеменә тиклем килешеп тора. Шул көндән башланды уларҙың яҡындан аралашыуы. Рәхилә институтҡа уҡырға инде. Шакир менән йышыраҡ осраша башланылар. Мөнәсәбәттәре яҡын, киләсәктәре яҡты һымаҡ ине. Улар өйләнеште. Комсомол  туйында бүләк ителгән әйберҙәр, ана, сервантта һаман ултыра әле. Оҙаҡ та үтмәй Рәхиләнең әсә булырға йыйынғаны билдәле булды. Нишләптер, Шакирҙың әсәһе Сажиҙә апай ҡаршы төштө.

– Балаға батырға һеҙгә иртәрәк, ҡабаланмағыҙ, – тип етди күрһәтмә бирҙе ул. Йәштәр шаңҡып ҡалды, шунда Шакир беренсе тапҡыр Рәхиләне аптыратты.

– Әсәйҙе тыңламай булмай, – тине ул. – Мин уға ҡаршы төшә алмайым. Әле ваҡыт бар.

Иртәнгә Рәхилә  дауаханаға барырға тейеш ине. Ҡәйнәһе һөйләшеп ҡуйғайны. Ләкин барып етергә насип булманы. Бәхеттән, тип әйтәйекме, бәхетһеҙлек ярҙам итте. Шакир эсеп иҫереп колхоздан ҡайтып килгәндә төн уртаһында юлда кеше тапатып киткән. УАЗ-ды йорт ихатаһына ҡуйыу ҙа ярҙам итмәне. Милиция, шау-шыу. Рәхилә  берәү менән дә кәңәшләшеп тормайынса, иренә лә, ҡәйнәһенә лә әйтмәйенсә алға сығып баҫты һәм үҙен ҡорбан итте: “Руль артында мин инем”, – тине. Тикшереү ҙә ул һөйләгәнсә китте. Рәхилә, йәнәһе, айныҡ булған. Өҫтәүенә, ауырлы, ҡабаланған. Шулай итеп, Шакир беренсе тапҡыр ҡатынының файҙаһын күрҙе, ысын мәғәнәһендә ҡатыны арҡаһында ғына тороп ҡалды.

– Килен ауырлы, нисек хөкөм итерһегеҙ икән? – тип, ҡәйнәһе партияның район комитетына барып етте.

Шакир ҡотолоп ҡалды. Рәхиләне  шартлы рәүештә хөкөмгә дусар иттеләр. Шунан һуң күп тә үтмәне, комсомолы ла, партияһы ла тарих сүплегенә осто. Илдә башланған мәхшәр Рәхиләнең булмаған енәйәтен тиҙ онотторҙо. Кешеләр мал таба, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, бер-береһен алдай, алдана башланы. Был эшкә Шакир ҙа ылығып китте. Тоҡ-тоҡ аҡсалар, ике кешенең береһе миллионер, нимә генә ҡыланманылар.

Шакир бизнес менән шөғөлләнгәндә бигүк таҙа алымдар менән эш итмәгән – бер алданһа, биш алдаған, ҡыҫҡаһы, үҙе һымаҡтар араһында ышанысты юғалтҡан.

Шакирҙы ныҡ итеп, имгәткәнсе туҡмап китеүҙәре бүлешмәгән мал, ҡайтармаған бурыс өсөн яза булды. Айҙар буйы дауаханала ятыуы ярҙам итмәне. Рәхилә тәүәккәлләп өйөнә алып ҡайтты ла, халыҡ медицинаһы алымдарына таянып, аҡрынлап дауалай башланы. Шунда күрҙе Рәхилә: ире ҡарап тороуға ғына мөһабәт һәм көслө булған икән. Түшәктә ятҡан сағында уның ихтыярһыҙ, ялҡау һәм баҙнатһыҙ кеше икәнлеге асыҡланды. Трибуналарҙан буш һүҙҙәр һөйләү һәм аныҡ эштәр менән шөғөлләнеү араһында айырма ҙур шул. Шулай ҙа Рәхилә тырышты. Ирен яңынан аяҡҡа баҫтырҙы.

– Әлдә һин бар, ҡәҙерлем, – тине ул, ҡатынын иркәләп. – Мин һинһеҙ бер нәмә лә эшләй алмаҫ инем. Мин һине ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын. Һин – минең бәхетем, таянысым, мең-мең рәхмәт һиңә.

Хатта күҙҙәренән йәш атылып сыҡты.

Аҡрынлап донъялар көйләнгән һымаҡ булды. Хәйерселектең  дә аяуһыҙлығын татынылар. Бер заман Шакир менән бер осор уҡыған егеттәр күтәрелә башланы. Үҙе һымаҡ иптәштәре, гәзиттә булһынмы, телевизорҙамы, дәүеренә ярашлы һүҙҙәр һөйләнеләр. Сәйәсәт менән мауығыу тормошта ныҡлы урын алды. Шакирҙы ла онотмағандар икән, элекке дуҫтары уны ла кәрәкле тип тапты.

 

Шакир үҙе бер иҫереп ҡайтҡанында былай тип һөйләне:

 

– Бына, әсәһе, күрәһеңме, торт, – тине ул ҡатынына, йәнәһе, аңлата. – Ошо тортты бүлергә кәрәк. Ләкин күпме генә тырышма, ғәҙел бүленмәйәсәк. Кемгәлер күберәк, кемгәлер саҡ ҡына әҙерәк. Ләкин, нисек кенә бүлһәләр ҙә, иң мөһим урынды торт үҙе түгел, тортты бүлгеләүсе бысаҡ алып тора. Бына быныһы һиңә, бынауһы миңә, быныһы ҡыҙыбыҙ менән кейәүгә, быныһы улыбыҙ менән киленгә. Ә бына бынауһы иң яратҡан ейәнсәремә. Ә беҙҙең Марат, иң бәләкәй ейәнебеҙ , нишләй әле? Бына быныһы уға. Шулай, һәр берегеҙгә берәр киҫәк, һеҙ ҡәнәғәт. Хәҙер һәр берегеҙ үҙ киҫәктәрегеҙҙе бүлгеләп, яҡындарығыҙға бирәһегеҙ. Улар ҙа ҡоро ҡалмаһын, уларға ла өлөш сыҡһын. Ә бысаҡ кем ҡулында? Бысаҡ минең ҡулда. Ана, күрәһеңме, әсәһе бысаҡты? Уға күпме йоғоп ҡалған? Бына шулай, әсәһе, тортты бүлә торған бысаҡ беҙҙең ҡулда.

Рәхилә, өйгә ара-тирә ҡайтҡан тоҡсай-тоҡсай аҡсаны күреп, шуға төшөндө: Шакир маҡтаған бысаҡ – уның ҡулында. Һәм ул яғылып ҡалған торттың ҡалған өлөшөн кире ҡайтарыу менән, йәғни кемдәр тортты тотторған, шуларҙы бәхилләү өсөн хеҙмәт итә.

Рәхилә өндәшмәне. Уның эше өндәшеү, ирҙе тәрбиәләү түгел. Өр-яңы өс ҡатлы өй төҙөп керҙеләр. Балаларҙың һәр береһенә – фатир. Ҡайҙа ял итергә бараһығыҙ, Төркиәгәме әллә Испанияғамы – һайлау мөмкинлеге бар.

Шакир ошо туҡ йылдар эсендә элекке Шакир Вахитовҡа әйләнде. Һуңғы мода буйынса кейенә, аяғында ныҡ баҫып тора. Хәҙер ул трибуналарҙа йышыраҡ күренә һәм элекке һымаҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй. Ә донъя күтәрелә, тормош яҡшыра. Юлдар, күперҙәр төҙөлә, газ үткәрелә. Район үҙәге һайын яңы мәҙәниәт һарайҙары, спорт залдары асыла, бөтә республика көсөргәнешле эшләй.

Ире көн-төн эш менән, хатта өйөнә ҡайтырға, ейән-ейәнсәрҙәрен яратырға ла ваҡыты юҡ. Сабыйҙар менән күберәк өләсәй шөғөлләнә. Ана, олаталары ҡайтты. Руль артында ул, әлбиттә, саҡ ҡына һуҡмыш, ләкин йөҙө етди. Эшләгән, арыған, йонсоған.

–Рәхилә, беседкаға сәй ҡуй әле, – тине ул. Ҡатынының йөрәге шунда уҡ һыңҡ итеп ҡалды – һуңғы йылдарҙа ул беренсе тапҡыр Рәхилә тип өндәште, гел “әсәһе” була торғайны. Хәйер, иң ҡыҙығы шул: өндәшмәне, бойорҙо.

– Ваҡыт үҙгәрҙе, – тине ул, ҡарашын ситкә ташлап. – Мин һинең өсөн бөтәһен дә эшләнем. Үҙеңә нимә кәрәк, барыһын да ала алаһың.

– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине Рәхилә, ҡотолғоһоҙ бәлә яҡынлашыуын һиҙеп. – Ниңә был хаҡта әйтергә булдың әле?

– Беҙгә айырылышырға тура килер, – тине Шакир. – Мин бөгөн ғариза ҡалдырып киттем.

Ҡатын бындай етди һөйләшеүҙе көтә ине. Иренең аҡрынлап үҙгәргәне өсөн түгел – хәҙер заман бөтөнләй үҙгәрҙе. Тормоштоң уртаһында ҡайнағас, унан ҡотолоп булмай. Нимә тураһында һүҙ барғанын Рәхилә тиҙ аңланы. Тауыш күтәреп, үпкәләп, рәнйеп торманы.

– Тағы нимә булды? – тине битараф ҡына.

– Шулай кәрәк, – тине ире ҡоро ғына.

Бындай осраҡта Рәхилә алданыраҡ атлап өйрәнгән, сөнки етди үҙгәрештәрҙе үҙе лә алдан тоҫмаллай ине.

– Дөрөҫ аңлаһам, һине Өфөгә алалар, – тине ул.

– Эйе, – тине шаңҡып ҡалған ир, сөнки был хаҡта һүҙ өйҙә беренсе тапҡыр сыҡты, һәм быны республикала бер нисә кеше генә белә ине.

 

– Тимәк, мин бында ҡалам?

– Эйе, шулай тура килә. Һин үпкәләмә инде, Рәхилә, беҙ һинең менән байтаҡ йәшәнек, байтаҡ күрҙек, байтаҡ кисерҙек, – тине ире уңайһыҙланып ҡына.

Рәхилә аңлауынса, ире уның яҡшылыҡтарын, фиҙакәрлеген онотмауына ишаралай.

– Белмәйем, нимә хаҡында һөйләйһеңдер. Беҙҙең иҫкә алырлыҡ нимәләр булды һуң әле ул?

– Нисек булмаһын? Һин теге ваҡыт мине төрмәнән алып ҡалдың. Аҙаҡ туҡмалып ятҡанда аяҡҡа баҫтырҙың. Мин һинең яҡшылыҡтарыңды ғүмерҙә онотмаясаҡмын.

– Рәхмәт, онотмағанһың икән, – тип көлөмһөрәне Рәхилә. – Нисәмә йыл ваҡыт үтте, һин һаман аңламағанһың икән.

– Аңлатып һөйлә, нимәне аңламағанмын? – тине ир, һиҫкәнеп.

– Ҡыҙыҡ кеше һин, Шакир. Һин кеше тапап, мин һине ҡотҡарып ҡалдым буламы?

– Эйе, ул ваҡыт һин мин көтмәгән батырлыҡты ҡылдың.

– Шуны бел, Шакир: ул осраҡта мин һине түгел, үҙебеҙҙең тыуасаҡ сабыйыбыҙҙы ҡотҡарып ҡалдым. Сөнки алда ике генә юл бар ине: һин ҡотолоп ҡалһаң да, төрмәгә ултырһаң да, ҡәйнәм мәрхүмә мине дауаханаға ҡыуа ине. Ә былай йәтеш килеп сыҡты, һин енәйәт ҡылдың, мин өҫтөмә алдым, сабыйҙы ла ҡотҡарып ҡалдым.

Шакир ентекләп ҡатынына ҡараны. Юҡ, был ҡатын ябайҙарҙан түгел. Ана, ҡара, нисек тыныс һәм ипле һөйләшә.

– Һинең миңә тағы һорауҙарың бар шикелле, – тине Рәхилә. – Тартынма, минән яҡын һинең тағы кемең бар? Аңлауымса, һине Өфөлә кемдер көтә. Белмәйем, берәү түгел, бәлки, бер нисәүҙер... Һин ҡайһыһына туҡталырға белмәй баш ватаһың шикелле.

Ҡайҙан ҡатыны бөтәһен дә белеп тора? Әллә еткереп тороусыһы бар микән?

– Һиңә был хаҡта кем һөйләне?

Рәхилә тыйнаҡ ҡына итеп көлдө.

– Һин хәҙер ғәйеплеләрҙе эҙләй башлаясаҡһың? Бәлки, табып та ҡуйырһың. Һуң, көҙгөлә үҙеңдең йөҙөңә бер генә ҡара әле. Унда барыһы ла яҙылған бит.

– Нимә тип яҙылған һуң?

Ир йөнтәҫ ҡулдары менән битен һыпырғылап ҡараны.

– Унда барыһы ла яҙылған, – тине ҡатын, иренә ныҡлы ҡарап. – Бына, мәҫәлән, нимә тип яҙылған: мин тормоштан уңдым, бөтәһе лә минеке, нимә теләһәм дә, нимә әйтһәм дә, тормошҡа ашасаҡ, ә һеҙ ваҡ-төйәк, әкәм-төкәм. Миңә ҡарап һоҡланырға тейешһегеҙ. Хәҙер барыһы ла беҙҙең ҡулда, барыһына ла беҙ хужа. Һин...

– Етте! – тине Шакир, дорфа ғына итеп. – Һин әллә нәмәләр уйлап табырһың.

– Йә, улайһа мине нимәгә саҡырҙың? Ундағы ҡатындарыңдың ҡайһыһына туҡталырға белмәй аптыранаһыңмы? Шулай ҙа яуап бир, һин ниңә мине ҡалдырырға булдың?

– Үҙең күреп тораһың, мин яңы тормош башлайым. Мин һине унда күрмәйем, – тине ире.

– Дөрөҫ эшләйһең, миңә унда урын юҡ, – тине ҡатыны. – Ләкин шуны онотма: һәр кеше юғарыраҡ күтәрелгән һайын, эргәһендәгеләрҙе барлап, уларҙы эйәртеп барырға тейеш. Кире төшкән йәки ҡолаған сағында үҙенә күтәрелергә ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтер өсөн.

– Ишараңды аңланым, – тине Шакир. – Миңә улай уҡ ҡара яҙмыш юрама. Һин юрағандарҙың береһе лә булмаҫ. Һәр хәлдә эскән килеш руль артына ултырыу йә башҡа алйотлоҡҡа юл ҡуйыу бүтән булмаясаҡ. Мин һине хөрмәт итәм, баһалайым. Улыбыҙҙың, ҡыҙыбыҙҙың ғаиләләре өсөн хәҙер һин яуап бирәһең. Бәйләнеште өҙөү, ярҙамдан мәхрүм итеү хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ, нимә кәрәкһә, шуны алырһығыҙ, – тине ире ышаныслы итеп.

– Ярай, – тине ҡатыны күндәм генә. – Хәҙер мин кисермәгәндәрҙән ошо ғына ҡалғайны. Хатта кеше араһында “Рәхилә ҡайҙа?” тип һораһалар, тартынып торма, “Ул ғаилә усағын һаҡлай, Өфөнө яратмай, шуға баш ҡалаға күсеүҙән баш тартты”, – тип әйтә алаһың.

Шакир тамам шаңҡыны. Ҡатыны унан да көслөрәк булып сыҡты түгелме һуң? Үҙен борсоған барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ һәм мәшәҡәтһеҙ киләсәкте хәл итте.

– Миңә үпкәләмәйһеңме? – тине Шакир, йөҙөнә тәүфиҡлы ҡиәфәт сығарып.

– Бергә йәшәй башлауыбыҙға оҙаҡламай дүрт тиҫтә йыл була. Ә мин һиңә берәй тапҡыр үпкәләрлек йәки шикләнерлек сәбәпкә юл ҡуйҙыммы?

– Юҡ, тине Шакир. – Һин миңә һәр ваҡыт таяныс булдың.

– Шулай килешәйек: һин, юғары үрләнем дә түбәндәгеләрҙе оноттом, тип уйлама, сөнки һинең һәр аҙымың беҙҙең күҙ алдында буласаҡ. Һөйләшеүебеҙсә, мин, ғаилә усағын һаҡлап, бында ҡалам. Донъя хәлен белеп булмай. Күңелем һиҙә, һинең менән бергәләп был усаҡтың утын артабан да дөрләтергә тура килмәгәйе.

– Ярай, һинеңсә булһын, – тине ире. – Мин ошо аҙнала күсенәм, ваҡ-төйәк әйберҙәремде төйнәштереп ҡуй.

– Тик ипле йөрө, үҙеңде ҡара, – тине ҡатыны. – Бер власть та мәңгелек түгел. Иң ныҡ тип иҫәпләнгәндәренең дә емерелеп төшә торған һәм ярсыҡтары менән иң яҡындарҙы күмә торған ғәҙәте бар.

– Төшөндөм, – тине ире, кинәйәне ҡабул итте. – Әлегә барыһы ла мин теләгәнсә барһын.

Рәхилә был юлы ла бик аҙ хаталанды. Иң юғары даирәләрҙә үҙгәртеүҙәрҙең сираттағы шауҡымын башлау хаҡында кәңәш-төңәш яңы төҫмөрләнә генә ине әле.

Шакир нисек өйөнән сығып китһә, шулай эшкә күмелде. Уның хаҡында, шунда барған, шуны һөйләгән, шулай тип әйткән, тигән хәбәрҙәр генә ишетелгеләп ҡалды. Рәхилә, бер нәмәгә ҡарамай, үҙенең донъяһы менән булды, ҡыҙы менән улына балалар үҫтерергә ярҙам итте.

Ауылдағы өс ҡатлы фатирының төпкө бүлмәһендә сейф тора ине. Ирҙән рөхсәт булмағас, ҡатын ул бүлмәгә инмәне лә, сейфҡа ла күҙ һалманы. Ә бер көн Шакирҙың бында ҡалған водителе килде һәм Рәхиләгә асҡыс тотторҙо.

– Ағай сейфтан мылтығын алып, оҙатып ҡуйырға ҡушты, – тине водитель Әҙһәм, ҡабаланып ҡына.

– Ә ниңә үҙе килмәй? – тип аптыранды Рәхилә.

– Әле ағай килеп етмәгән, бөгөн көтмәйҙәр, иртәгә иртән килеп төшөүе ихтимал.

– Ә нимә менән килә?

– Билдәле инде, ҡабалан ғына йөрөй, – тип, водитель һауаға ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, вертолет менән.

Рәхилә  төпкө бүлмәгә үтте, сейфҡа асҡысты ҡуйҙы һәм асып ебәрҙе. Сейф эсендә бер карабин, хатта ике пистолет күренде. Иң ғәжәпләндергәне тоҡсайҙар булды. “Ә-ә, бына икән теге тортты бүлгәндә бысаҡ йөҙөнә яғылып ҡалған киҫәктәр”.

Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәй, һорашмай мылтыҡты сығарып бирҙе.

– Асҡысты алаһыңмы? – тине ул.

– Юҡ, алмайым, асҡысты еңгәңә ҡалдыр, тип ҡушылды.

– Ярай, ҡалһын.

Шакирҙың килеп-китеүе тураһында бер хәбәр ҙә артыҡ ишетелмәне. Аҙаҡтан ғына бойондороҡһоҙ сайттарҙа, Мәскәү ҡунаҡтарын оҙатып, урындағы түрәләр һунарға килгән, һунарсылар айыуын да, мышыһын да, ҡабанын да алғандар, имеш, тип яҙҙылар. Дөрөҫ тә булды шикелле. Һауала бер-бер артлы ике вертолет осҡаны күренеп ҡалды.

Ваҡыт үтә торҙо, заманалар ҙа аҡрынлап үҙгәреүгә ауышҡандай тойолдо. Шулар китә икән, былар килә икән, тип, ара-тирә Шакирҙың да фамилияһын телгә алдылар.

Күпте башынан кисергән Рәхилә  бындай ғына хәбәрҙәргә иғтибар итмәне, сөнки юғары даирәләрҙә нимә булырын алдан билдәләүе ҡыйын, һәр хәлдә әллә ни ҡәтғи үҙгәрештәр булмаҫ һымаҡ ине.

Йәй баштарында Әҙһәм тағы ла керәһе итте. Сәй эстеләр, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп ултырҙылар. Һүҙ араһында ғына водитель былай тине:

– Ағайҙы осраттым, еңгәйең мине юғалтҡандыр инде, онотмаһын, төпкө бүлмәне таҙартып, йыйыштырып ҡуйһын әле, тип һораны.

Төшөндө Рәхилә. Ишекте асып, елләтеп, тоҡсайҙарын, ҡоралдарын йыйып ҡуйҙы.

Ике аҙна ла үтмәне, ҡара тонировкалы ике машина килеп туҡтаны, унан унлап хәрби төштө, иң тәүҙә өйҙө уратып алдылар, хужабикә менән бик матур итеп һөйләштеләр һәм төпкө бүлмәләге сейфты күрһәтеүен һоранылар. Рәхилә ыһ та итмәне, асҡысты сығарып бирҙе. Күршеләрҙән ике пүнәтәй эйәрттеләр. Сейфты асып ҡаранылар. Унда, әлбиттә, ел уйнап тора ине.

Шул кистә үк барлыҡ мәғлүмәт сараларында  властағы үҙгәрештәр хаҡында бер-бер артлы хәбәрҙәр күренә башланы. Вазифаһын ҡалдырыусылар араһында Шакир ҙа бар ине. Ғәҙәттәгесә ҙур шау-шыу менән элек эшләгәндәрҙең эшенә баһа бирҙеләр. Ул, әлбиттә, кире ине. Шакирҙың өйөндә тентеү булыуы, тентегәндә тоҡ-тоҡ аҡса, хатта автомат табылыуы хаҡында төрлө уйҙырмалар таратылды.

Оҙаҡламай Шакир үҙе лә өйгә ҡайтып төштө.

– Мин ҡайттым, индерәһеңме? – тине ул, һаран ғына йылмайып.

– Ҡайтһаң, өйөңә керәһең инде, – тине Рәхилә. Нимә тиһен инде, үҙенеке бит.

– Һинең әйткәндәрең тулыһынса раҫҡа сыҡты, – тине ире. – Әллә һин шулай булырын теләнеңме?

– Барыһы ла минең теләктән генә торһасы, – тине ҡатыны. – Мин, ҡулымдан килһә, ерҙәге барлыҡ ғәҙелһеҙлекте бөтөрөр инем.

– Мә, кәрәге тейер, – тине Рәхилә, Шакирға сейф асҡысын һоноп.

Шакир, ауыр атлап, төпкө бүлмәгә үтте, шым ғына сейфты асты. Мылтығы, пистолеттары, тоҡсайҙар – бөтәһе лә урынында ята. Бер һүҙ өндәшмәне, шым ғына асҡысты кире бороп, кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Хәҙер ул пенсионер, ҡартлыҡ көнөндә ярап ҡалыр әле. Тик күңелендә бер ҙә ҡыуаныс юҡ – нимәһендер юғалтҡан кеше һымаҡ. Шул ваҡыт үҙе лә һиҙмәй ҡалды, ҡурҡырға ла өлгөрмәне, нисек баҫып торһа, шулай гөрһөлдәп ҡоланы ла ҡуйҙы. Рәхиләһе  йүгереп менгәндә ул тере һымаҡ ине әле. Ҡабаланып, “тиҙ ярҙам” саҡырып килтерҙеләр, ләкин һуң ине. Икенсе көнөнә тауыш-тынһыҙ ғына ерләп тә ҡуйҙылар.

– Ҡуй инде, – тип аптыранды ҡатыны. – Һис тә китеп барыр һымаҡ түгел ине. Ғүмер буйы баҡса үҫтерергә хыялланды. Быйыл көҙ ағастар ултыртам, тип дәртләнгәйне, булманы инде. Үҙемдән һуң ағастар үҫһен, тип теләй ине...

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: