+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Март 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ХАТ Хикәйә

  Әбей кешенең ниндәй эше булһын инде – көндәр буйы тәҙрәнән үткән-һүткәнде ҡарап барлап ултыра. Зөбәйҙә инәй яңғыҙ. Берәү ҙә кермәй, берәү ҙә сыҡмай. Ана, почтальон килә. Гәзит булһа, Зифа шунда ҡыҫтырып китер әле. Юҡ, ишекте шаҡып тора. Ул арала булмай, йоҡа ғына сумкаһын күтәреп, Зифа килеп тә инде. – Зөбәйҙә инәй, һиңә хат бар. – Хат? Һалымдыр инде, һалымдыр. – Һалымдыҡы икенсе төрлө була, был кеше яҙған хат. Конвертты алып, ҡарсыҡ бик ентекләп ҡараны – хат был, хат, кеше ҡулы менән яҙылған. – Күҙем бик күрмәй, ҡыҙым, уҡып бирмәһәң, булмаҫ. Почтальондың ҡабаланыр урыны юҡ, сумкаһын ултыртты, өҫтөн систе, ултырғыстан урын алды. – Йә, ҡыҙым, уҡып күрһәт.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ХАТ  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ХАТ Хикәйә

– Сәләм, хат. Хат башы, яҙ ҡаршы. Һаумы, Зөбәйҙә ҡоҙағый! Һиңә Сибайҙан Әнүр ҡоҙаң хат яҙа. Ишеткәнһеңдер, ҡарсығым үлеп китте. Алтмыш йыл йәшәгән һымаҡ та булманыҡ. Бер үҙемә бик ҡыйын. Әбейем менән әйләнгән һайын һине иҫкә ала торғайныҡ, уңған, егәрле, йырлай, бейей, тип. Хәҙер яңғыҙ булғас, әбейем дә, һин дә көн дә иҫемә төшәһегеҙ. Пенсиям 16 мең. Быйыл башмаҡ һуйҙым. Тегеләй-былай йөрөргә атым бар. Ныу, яңғыҙ булғас, ҡыйын инде, ҡоҙағый, үҙең беләһең, ҡыйын. Әбейем дә үлер алдынан әйткеләне: бик ҡыйын булһа, Зөбәйҙәгә хат яҙ, риза булһа, барып ал. Һиңә әбейлеккә ҡоҙағый таман булыр, тине.

– Туҡта-туҡта, әбейлеккә кил, тигәнме?

– Әбейлеккә кил, тигән.

– Шулай шул, был бит мине саҡырған, был бит... Исеме кем булды әле ул? Ә-ә, Әнүр ҡоҙа. Әнүр ҡоҙа бит?

– Инәй, һине килеп алам, тигән бит.

– Ана, берәү әбейлеккә китеп бара, миндер ул, тот ҡапсығыңды! Һикһәнде үткәс, әҙәм аптыратып, бабай эҙләп йөрөмәйем инде.

– Юҡ, бабай эҙләргә түгел, бабай үҙе, һине эҙләп киләм, тигән.

– Шулай тигәнме?

– Шулай тигән. Артабан уҡыйыммы?

– Бәләкәс кенә көтөп тор. – Инәй, етеҙ-етеҙ генә атлап, арыу кейемдәрен кейеп алды, самауырын һөйрәп сығарҙы, һыу ҡойоп, самауыр ҡуя һалды. Ҙур көҙгөгә ҡараны, ике ҡуллап сәсен һыпырҙы. Кире килеп ултырҙы.

– Артабан уҡы, ҡыҙым.

– Өйөмә утын яғырға түгел, газ үткән, сәйҙе лә электр сәйнүге менән генә ҡайнатам, шәкәрем дә, икмәгем дә, сәйем дә етерлек. Ҡоҙағый, һиңә ҙур үтенес, кил инде һин миңә әбейлеккә.

– Туҡта, ҡыҙым, туҡта. Саҡырғанмы? Тағы саҡырғанмы?

– Эйе, инәй, саҡырған. Тағы саҡырған. Һинһеҙ йәшәй алмайым, тигән, инәй.

– Артабан уҡыйһыңмы, ҡыҙым?

– Ошо көндәрҙә көтөп тор, машина яллайым да килеп алып китәм. Әйберҙәреңде төйнәштерә тор, кейем күп алма. Ҡоҙағыйыңдыҡылар шул килеш тора. Әгәр килер булһаң, йыйынтыҡ аҡсам бар, Зөбәйҙә ҡоҙағый, үҙеңә шәшке тун алып бирәм.

– Шәшке тун?! Ыста, шәшке тун алып бирәм, тигәнме?

– Эйе, инәй, шәшке тун алып бирәм, тигән. Йыйынтыҡ аҡсам бар, тигән.

– Ул ни хаҡ тора ул, шәшке тун?

– Йөҙ мең.

– Йөҙ мең!?

– Эйе, силсәүит Йәмлиханыҡы бар, йөҙ мең, ти.

– Йәмлихаға килешер ҙә ул, миңә килешерме икән? Ҡыҙым, артабан уҡыйһыңмы?

– Уҡыйым. Йәшәгән хәтле йәшәрбеҙ, үҙеңде ҡәҙерләп кенә тотормон, ауыр эш ҡушмам. Картуфты әҙ генә ултыртырбыҙ, баҡсаны ла үҙем утармын. Һине һағынып көтөп ҡалам. Әнүр ҡоҙаң.

– Ҡуй инде, һағынып көтөп ҡалам, тигән бит әле. Ауылда кеше ишетһә, көлөр инде. Ҡыҙым, был хатты берәү ҙә белмәйҙер ул?

– Юҡ, ҡайҙан кем белһен?

– Берәүгә лә һөйләнеп йөрөмәнеңме?

– Юҡ, һөйләнмәнем, инәй.

– Почтала кем эшләй әле ул беҙҙең, Фәниәме?

– Эйе, Фәниә.

– Эй, ул Фәниәгә эләкһә... Әсәһенә оҡшаһа, ауылды тултырғандыр инде.

– Нисек тултырһын? Ул бит хатта нимә яҙылғанын белмәй.

– Уҡығандыр, уҡымай ҡалмаҫ, Фәниәме һуң инде хат уҡымай торған кеше?

– Юҡтыр, уҡымағандыр.

– Уҡыһа ни, уҡыһын. Артыҡ әллә нәмә яҙылмаған, мине әбейлеккә саҡырғандар. Әле кемде Сибайҙың Сибайынан саҡырып яталар әле?

– Шулай шул. Инәй, хәҙер Сибайға китәһеңме инде?

– Эй, ҡыҙым, әбейлеккә саҡырғандар, тип, йүгереп сығып китер саҡтарҙы үткәнмен инде.

– Әтеү бармайһыңмы инде, Зөбәйҙә инәй?

– Ю-уҡ, бармайым, тип әйтмәнем әле, уйлайым әле, уйлайым. Һин, ҡыҙым, был хат тураһында кешегә-маҙар һөйләнмәгәнһеңдер ул?

– Нимә тип һөйләнәйем инде? Хатты әле генә уҡыныҡ.

– Шулай шул. Ю-уҡ, кеше белер, кеше белмәй ҡалмаҫ.

– Кем белһен ул хатты?

– Нисек белһен? Бына һин белдең, мин беләм, Фәниә күргән, почта Фәниәне әйтәм.

– Әтеү, Зөбәйҙә инәй, берәү ҙә белмәһенме?

– Юҡ инде, ҡыҙым, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, белһә, белерҙәр. Кеше белһә, нимә һөйләгән булыр икән? Ҡыҙым, нисек уйлайһың?

– Нимә һөйләһен, Зөбәйҙә инәйҙе әбейлеккә саҡырып хат килгән, тип һөйләрҙәр инде.

– Ҡайһылай шәп булыр ине, – тине ҡарсыҡ. – Һин үҙең дә һөйләштер әйҙә.

– Нимә тип һөйләйем, инәй?

– Зөбәйҙә инәйгә хат кереттем, хат уҡыным, тип әйт. Нимә яҙғандар, тип һорарҙар. Ә һин әйт, Әнүр ҡоҙаһы әбейлеккә саҡырған, тиң, ун ете мең пинсиәһе, башмаҡ һуйып көтөп тора икән, тиң.

– Бая ғына пенсияһы ун алты мең тип яҙылғайны.

– Яҙылһа ни, пинсиә арта бит ул, оҙаҡламай егерме лә булыр әле.

– Шулай шул, артһын шул пенсияһы.

– Ҡуй, Зифа, һин был хаҡта берәүгә лә һөйләп йөрөмә инде.

– Ярай әтеү, һөйләмәм, Зөбәйҙә инәй.

– Һөйләмәм, тип инде, оят хәбәр түгел дә һуң... Яйы сыҡһа, Фәниәгә һөйләнеп ал. Оят хәбәр түгел, Зөбәйҙә инәйбеҙ Сибайға китер микән, тигән бул. Сибайҙы беҙ йәш саҡта, туйға барғанда күргәйнек.

Ул арала булмай самауыр ҡайнап сыҡты. Яйлап ултырып сәй эстеләр. Сәй эсеп бөткәс, Зөбәйҙә ҡарсыҡ хатты тағы бер ҡат тыңларға теләк белдерҙе. Һәр һүҙен иғтибарлап, бирелеп тыңланы ул.

– Эх, йәш сағым булһа... Ике лә уйлап тормаҫ инем. Күтәренеп сығыр ҙа китер инем. Ҡартайылды шул, Зифа ҡыҙым, ҡартайылды.

– Әтеү бармайһыңмы ни инде, Зөбәйҙә инәй?

– Бармаһам, нишләр инең? Үҙең бараһыңмы?

– Ю-уҡ, ундай бабай миңә нимәгә? Миңә ҡырҡ, уға һикһән.

– Әллә берәйһен димләргә итәһеңме? – тине ҡарсыҡ.

– Юҡ та. Үҙең, бармайым, тиһең бит. Анау Бибинур инәй һөйләнеп торғайны, берәй ҡарт булһа, барыр инем, ҡарар инем, тигәйне.

– Шуға әйтәйек, тиһеңме?

– Эйе шул. Бабай, яңғыҙыма зерә ҡыйын, тигән бит. Әйтәйемме?

– Юҡ, әйтәһе булма. Берүк әйтмә! Улмы һуң инде бабай ҡарай торған кеше?! Үҙенең Ғарифын да йүнләп ҡараманы. Ямаулы ойоҡ, ямаулы салбар менән йөрөттө. Уға ищеү бабай.

– Ярай, Зөбәйҙә инәй, мин киттем, гәзиттәрҙе таратып бөтөргә кәрәк.

– Ярай, хуш булып тор... Ҡыҙым, туҡтале.

– Нимә бар, Зөбәйҙә инәй?

– Был хаҡта кеше белһә, миңә уңайһыҙ булмаҫмы икән?

– Бер уңайһыҙы ла юҡ, һине онотмағандар, һине яраталар, һине көтәләр, Зөбәйҙә инәй.

– Шулай шул, көтәм, тигән шул. Әтеү..

– Нимә әтеү?

– Теге, баяғы, кеше-маҙар һораһа, әйт тә ҡуй. Төйнәлеп йөрөй, әбейлеккә бара икән, тип әйт тә ҡуй.

– Ә белмәһәләр, һорашмаһалар?

– Нисек белмәй? Нишләп һорашмай? Әйт, аҡрынлап ҡына төшөндөр.

– Нимә тип әйтәйем һуң?

– Һуң, хатҡа нимә яҙылған – шуны әйт. Хатты үҙең уҡының бит. Сибайҙан Әнүр ҡоҙаһы әбейлеккә саҡырған, пинсиәһе егерме бер мең тәңкә икән, тип әйт.

– Ярай, улайһа, әйтермен. Ярар, әбей, сәйең өсөн рәхмәт. Хуш, һау булып тор.

...Зөбәйҙә ҡарсыҡ, үрһәләнеп, теге тәҙрәгә лә бара, был тәҙрәгә лә бара. Почтальондың кире үткәне һаман күренмәй. Аптырағас, урам яғына сығып көтөп торҙо. Бер сәғәт үттеме-юҡмы, Зифа яңынан күренде.

– Зифа ҡыҙым, көтөп тор әле, көтөп тор. Анау бер хат килтергәйнең бит, шуны тағы бер уҡып сыҡ әле, тағы бер уҡы.

Зифа ҡабалана ине, шулай ҙа хатты уҡып сығырға биш минут ваҡыт тапты.

– Рәхмәт, ҡыҙым. Был хәбәрҙе ни, халыҡ белеп бөткәндер инде? – тине ҡарсыҡ.

– Белгәне беләлер, Зөбәйҙә инәй, белмәгәне юҡтыр. Мин ҡабаланам бит әле.

– Нисек белмәгәне белмәйҙер? Бөтәһе лә белергә тейеш. Миңә ғүмер эсендә бер хат килә. Әбейлеккә мине көн дә саҡырмайҙар. Белһендәр, бөтәһенә лә һөйләп бир, ҡыҙым.

– Нимә тип һөйләйем һуң?

– Хат килде, Әнүр ҡоҙаһы әбейлеккә саҡырған, башмаҡ һуйып, көтөп тора, шәшке тун алып бирә, пинсиәһе егерме биш мең булмаһа, тун алып бирә алмаҫ ине, тиң. Зөбәйҙә инәй әйберҙәрен төйнәп бөткән, бабайының килгәнен генә көтә, тип әйт.

– Ярай, әйтермен, бөтәһе лә белер.

– Шунан, ҡыҙым, теге Бибинурға бер нәмә лә әйтмә, белмәһен. Уға ышаныс бармы? Торор ҙа сығыр ҙа китер. Хәҙер бит кеше кешенекен һыпырып алырға тора. Белмәһен. Иртәгә кире үткәндә инерһең. Аш бешереп торормон. Ҡаҙ түшкәһе бар, шунан аш һалам. Үҙең буш ҡул килмә, кеше нимә һөйләй – шуны вис кенә белеп кил.

Шулай килештеләр.

Зөбәйҙә ҡарсыҡҡа Сибайҙан килгән хат тураһында ауыл һәм ауыҙ тултырып бер-ике көн һөйләнеләр ҙә оноттолар. Мәғлүмәт майҙанында башҡа хәбәрҙәр өҫтөнлөк итә башланы. Мәҫәләнме? Мәҫәлән, Фәниә: “Почтаға килгән бер хатты ла уҡығаным юҡ, Зөбәйҙә инәй был хәбәрҙе үҙе уйлап сығарған”, – тип әйткән. Килһә, ауылға ике-өс хат киләлер, ләкин Сибайҙан килгән хат үҙенең эҙен ҡалдырып өлгөргәйне инде. Сөнки Зөбәйҙә ҡарсыҡ, Әнүр ҡоҙаһы әйткәнсә, әйберҙәрен төйнәштерә башлағайны. Хатта шәшке тундың ниндәйе үҙенә йәтеш икәнлеген дә асыҡлап ҡуйҙы. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, 56-сы үлсәм уның өсөн генә тегелә икән.

Ләкин бөгөн иртән тәҙрәһенән үрелеп ҡараһа, ҡабалана-ҡабалана, улар яғына Бибинур ҡарсыҡ килә ята. Уға нимә ҡалмаған, тип уйлап өлгөрмәне, Зөбәйҙә ҡарсыҡтың ҡапҡаһына килеп һуғылды. Әйҙүкләп, ҡаршылауҙан башҡа бер сараһы ла ҡалманы. Дөрөҫ эшләмәне, юҡҡа саҡырҙы. Шунда уҡ бороп ебәрергә, өмөтөн өҙөргә кәрәк ине. Юғиһә, алданыраҡ ишетһә, тәғәйен яуабын да әҙерләп ҡуйыр ине.

– Ике-өс көн урамға сыҡманым, йүтәлләп торғайным, – тип башланы һүҙен Бибинур, – саҡ ҡына күҙ яҙлыҡтырһаң, нимәлер булырға тора инде.

– Ә нимә булған һуң? – тип аптыранды Зөбәйҙә ҡарсыҡ.

Тегеһе, ысынын һөйләйһеңме ул, тигән мәғәнәлә ҡат-ҡат ҡарсыҡҡа һынап ҡарап алды.

– Ниңә, белмәй, тигәйнеңме? Хат килгән бит һиңә, хатта минең турала ла һүҙ бар, ти.

– Ниндәй хат? Һине нимә тип яҙғандар, ти? – Зөбәйҙә ҡарсыҡ тамам ғәжәпкә ҡалды.

– Әнүәр ҡоҙа һиңә хат яҙған. Һине саҡырғанмы, саҡырырға иткәнме, белмәйем. Хатта минең хаҡта ла һүҙ булған.

– Йә, һине нимә тип яҙғандар инде?

– Әнүәр ҡоҙа һине әбейлеккә саҡырған. Әгәр баш тартаһың икән, Бибинурға өндәш, тип әйткән. Бына шул хәбәрҙе юллап йөрөйөм дә инде. Нимә тип... Мин – риза, шәшке туны ла еткән! Берәй пуховик алып бирһә, шул да ярай. Һикһән тулып барғанда, шәшке тун нимәгә кәрәк инде миңә?

Зөбәйҙәнең йәне көйөп китте. Был бит хаҡты бесә, күрәләтә төшөрә. Был нәмә, аңды-тоңдо белмәй, барыһын да бутап ебәреүе бик ихтимал. Шуға Зөбәйҙә ҡарсыҡ бәхәскә етди генә үҙгәрештәр индерергә булды:

– Тәки аңламаным, хатты кемдән килде, тинең ул?

– Әнүәр ҡоҙанан.
– Әнүәр ҡоҙанан? Ә һин Әнүәр ҡоҙаңды беләһеңме?

– Беләмме, тип, ишеткәнем бар инде, һөйләгәйнеләр.

– Беренсенән! – тине Зөбәйҙә ҡарсыҡ,тауышына тантана өҫтәп. – Хатты бер ниндәй ҙә Әнүәр яҙманы.

– Әтеү хатты...

– Көтөп тор, һин күп һөйләнең, хәҙер мине тыңла! Хат Әнүр ҡоҙанан килде. Икенсенән, шуны бел, Бибинур, хатта һинең хаҡта “Б” хәрефе лә юҡ! Шуға киҫәтеп ҡуям, Әнүр ҡоҙа хатты миңә төбәп яҙған һәм, яҡшылап әйтәм, уға иҫәп тотма!

Күҙ алдында Бибинур ҡарсыҡ ҡалтыранып китте, ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды, ыҡ-мыҡ итте, урынында тапанды һәм шундай һүҙҙәр әйтте:

– Һуң, Зөбәйҙә, мине лә тыңла әле. Мин электән һөйләнеп йөрөнөм, берәй йәтеш кенә бабай килеп сыҡһа, миңә әйтегеҙ, тинем. Барамын, ҡарайым, бер эштән дә баш тартмайым, тинем. Әгәр кәрәк була ҡалһа, тип массаж яһарға өйрәтә торған китап та һатып алдым. Ул массажының бер нимәһе лә юҡ икән. Миңә, ғүмер буйы һыйыр һауған кешегә, һыйыр елене тарттың ни, массаж яһаның ни, барыбер.

– Бигерәк тә шәп! Массаж кәрәк инде ул, – тип эләктереп алды Зөбәйҙә ҡарсыҡ. Ә Әнүр ҡоҙа, Әнүр ҡоҙа минән бер ҙә массаж талап итмәй, килеп, уның менән донъя көтөүемде генә һорай. Әгәр килһәң, шәшке тун алып бирәм, тигән. Силсәүит Йәмлиханыҡы һымаҡ. 100 мең һум. Размерын мин яҙып ебәрҙем инде: 56-сы размер.

– Һуң, улайға китһә, минеке лә 56-сы размер ҙа ул. Бәлки саҡ ҡына иркенерәк булыр. Хәйер, мин ул хаҡта түгел.

– Нимә хаҡында? Шәшке тун кәрәкмәй, миңә дубленка ла ярай, тиһеңме?

– Миңә пуховигы ла ярай! – тине өҙөп, Бибинур ҡарсыҡ. – Эйе, пу-хо-вигы ла! Эй, күпме генә йәшәргә ҡалған... Бик ныҡышһа, шәшке тунына ла риза булыр инем. Зөбәйҙә, үҙең бер ҙә өмөтләндермәйһең бит әле. Һинең донъяң ҡараулы, балаларың ҡайтып йөрөй. Бабайың да яңыраҡ ҡына мәрхүм булды. Ә мин ғүмер буйы яңғыҙ ҙа яңғыҙ. Ә һин, партийный булғас, президиумдарҙа ла ултырҙың.

– Тел тейҙермәгеҙ шул партиябыҙға! – тип ҡыҙып китте Зөбәйҙә. – Бер нәмә булһа, Сталин менән партия ғәйепле! Һинең яңғыҙ йәшәүеңдә партияның бер ғәйебе лә юҡ! Белгең килһә, мин взносына тиклем, ваҡытында түләп барҙым!

– Әтеү мин ҡайтайыммы? – тине Бибинуры, өмөтөн өҙгән һымаҡ.

– Ҡайтмай, ҡайҙа бараһың инде? Туҡта әле! Әйҙә, ҡоролай ҡайтармайым, сәй булһа ла, эсәйек.

– Сәй эсәйек һуң...

Икәүләшеп, өйгә инделәр. Сәй эскән арала, Бибинур, өмөтһөҙ генә итеп:

– Сибай яғына ҡасан юлланаһың һуң? – тине.

Зөбәйҙә уйланып алды: әйтергәме, юҡмы?

– Ярай, әйтһәм, әйтәйем инде, Бибинур, һинән серем юҡ. Беҙҙең Иҫке Сибайҙағы ҡоҙаның кеме генәлер Сибайҙың үҙендә йәшәй икән. Шул был ҡарт тураһында ишеткәнме, күргәнме, әллә мәсеттә намаҙҙа осрашҡандармы? Дөрөҫөн әйткәндә, ҡартты бик маҡтамайҙар.

– Уф, Аллаһым! Миңә булһа, шулай тура килер инде! – тип иламһырап алып китте Бибинур. Нимәләр? Әллә төрмәлә ултырып ҡайтҡанмы?

– Белмәйем, маҡтамайҙар, – тине Зөбәйҙә, – ултырғанмы, ултыртып өлгөрмәгәндәрме, уныһын да белмәйем. Башкиҫәр бер бәндә, ти. Тәмәкеһен тарта, эсеп тә ебәрә, ти.

– Тәүбә! Әстәғфирулла тәүбә! – тине Бибинур. – Уф, Аллаһым әрсәләгәндер, ярай, сығып китмәнем.

– Ҡатын-ҡыҙға бик әүәҫ икән, – тип тә әйттеләр.

– Уф, Аллаһым! Берәй маньякка барып эләгерһең!

Зөбәйҙә Бибинурҙың ҡолағына яҡыныраҡ килде.

– Ә быныһын мин бел дә, һин бел, кеше араһында һөйләп йөрөмә, – тип нимәлер бышылданы.

– Һаманмы? Һикһән йәштәме? – тип хатта ауыҙын яулығы менән ҡаплайһы итте.

– Йә, Аллаһ! Тәүбә! Тәүбә! Әлдә һиңә килгәнмен, әлдә кәңәшләшкәнмен. Ҡуй, ҡуй, Зөбәйҙә, ас тамағым, тыныс ҡолағым, үҙеңә генә булһын!

Бибинур сығып китеүгә, хәле бөтөп, сумкаһын күтәреп, Зифа килеп инде.

– Ҡыҙым, әллә тағы хат бармы? – тип һикереп төштө Зөбәйҙә әбей.

– Юҡ, бөгөнгә хат юҡ. Әбей, әле һиңә хатты яҙалар. Йыйынаһыңмы икән, тип хәл белешергә генә индем.

– Йыйынам! Белеп булмай: килеп тә керер, сығарып ултыртыр ҙа, алып та китер. Ана, алаһы әйберҙәрем вис кенә төйнәлеп ҡуйылған.

– Һәйбәт кенә кеше булһа ярар ине ул бабайың, – тине Зифа, әбейҙе арҡаһынан һөйөп.

– Һәйбәттер. Һәйбәт булырға тейеш. Миңә булһа, даланым бар минең.

– Белештеңме? Үҙе хаҡында берәй хәбәр бармы? – тип ҡыҙыҡһынды Зифа.

– Бар, бар! Булмай һуң, береһенән-береһе матурыраҡ хәбәрҙәр килә. Эсмәй, тартмай, намаҙға йөрөй. Хатта килеп инсафлы мәсет ҡарты, тик күп ашай икән. Күп эшләй, күп ашай. Бер ултырһа, бер тәрилкә етмәй, икәү-өсәү итә лә ҡуя, ти.

– Уй, әбекәйем! Уға ашарға нисек еткерерһең икән?

– Ниә, нейткән дә инде, башмаҡ һуйған. Бер көн – билмән, бер көн – бишбармаҡ, бер көн – ҡуллама. Еткерербеҙ әле! “Тун алып бирәм”, – тигән.

– Уныһын ишеттем мин, Зөбәйҙә әбей, мин бит үҙем уҡып ишеттерҙем, тун алам, тигән.

– Эйе шул, миңә тун алам, тигән.

– Зөбәйҙә әбей, үҙең уйлап ҡара: һин уға ашнаҡсы булып  ялланып бараһыңмы ни? Ҡартайған көнөңдә, мынауындай яҡты, төҙөк донъяңда тыныс ҡына йәшәп ятаһы урынға, бер белмәгән, бер күрмәгән мәсет ҡартына ашнаҡсы булып йөрөргә итәһеңме?

– Әллә тағы, саҡырған бит.

– Саҡырған бит?! Һәр саҡырған ергә барһаң, һинән нимә ҡала? Уйлап ҡара әле, бәлки...

– Нимә бәлки?

– Бармаҫһың?

– Кемде ебәрергә итәһең? Бибинурҙымы?

– Бибинурға-а ҡалған! Уға ищү! Ә ниңә, үҙем барам!

– Һин, ҡыҙым, бигерәк йәш тә инде!

– Әллә мине, йәш, тип ҡыуып сығарыр, тип ҡурҡаһыңмы?

– Һин бик эшкә юҡ бит: пуштыңды ла аҙнаһына бер генә таратаһың. Аш-һыуға ла бик юҡ икән, тип ишеткәнем бар.

– Кем әйтә? Буш һүҙ! Көнләшеп әйтәләр! Ә мин Сибайҙа һауа бик насар, тип ишеттем. Эйе, һауа насар икән.

Әбей бик оҙаҡ итеп Зифаға ҡарап торҙо. Уйланды, икеләнде һәм былай тине:

– Башым әйләнеп китте, саҡ ҡына ял итәйем әле.

Зөбәйҙә ҡарсыҡ киске йоҡоға әҙерләнә башланы. Белгән доғаларын уҡып, намаҙын еренә еткергәс, инде мендәренә, түшәк-яҫтығына күмелеп, юрғанын бөркәнәйем генә тигәйне, һаҡ ҡына тәҙрә сирттеләр. Әбейгә, урынынан  тороп, ишеген асыуҙан башҡа сара ҡалманы. Төн убыры һымаҡ, кем йөрөй, тиһегеҙ инде? Кем булһын, быға тиклем нимә ҡарап ятҡандыр, урындағы башлыҡ Йәмлиха Хәйҙәр ҡыҙы икән. Килеп инеү менән, итектәрен сисеп мөйөшкә ултыртты ла, тәҙрә ҡорғандарын ябып ҡуйҙы. Өйҙөң ҡараңғы яғына сығып, диванға боҫоп, ауыҙға-ауыҙ терәп, шым ғына һөйләштеләр. Йәмлиха, былай ҙа дәртле ҡатын, тимерҙе ҡыҙыуында һуғыуҙы кәрәк тип тапты:

– Зөбәйҙә Хәлиулловна, тип өндәшһәм, ғәжәпләнмә, инәй. – тине ул, бәхәсләшергә урын ҡалдырмаған тон менән. – Хәҙер заманаһы шулай, бөтәһе лә бер-береһенә хөрмәт һәм ихтирам менән өндәшә. Һинең Сибайға ҡоҙаң янына барыуҙан баш тартыуыңды ауылда бик күптәр көтә. Шуға, Зөбәйҙә Хәлиулловна, берүк бармайым, баш тартам, тип әйтеп ҡуймағыҙ. Әнүр ҡоҙа, тигәнегеҙ һеҙгә лә, беҙгә лә эләкмәҫ. Әнүр бабай менән һеҙҙең мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ кенә файҙаланһаҡ, ауылдың туризм үҙәге булараҡ ылыҡтырғыслығын күтәреү өсөн ҙур ғына этәргес буласаҡ. Хәҙер ошо хаҡта күп һөйләйҙәр. Һеҙҙе күрәбеҙ, тип килгән туристар өсөн бер-ике ҡунаҡхана ойоштороп, хатта бәләкәйерәк аэропорт төҙөгәндә лә йәтеш булыр ине. Инвесторҙар таба алмаҫбыҙ һымаҡ. Шуға йәтеш кенә бер-ике вертолет төшә торған урын эшләрбеҙ. Ә балалар кәмеү сәбәпле, ябылыу кимәленә еткән мәктәпте отель итеп үҙгәртеп ҡорорбоҙ. Шунан һуң, теге шәшке тун мәсьәләһендә лә кәңәшләшеп алырға кәрәк булыр. Үҙең беләһең, Зөбәйҙә Хәлиулловна, минең әле кейеп йөрөгән туным иҫкерҙе. Мин уны һиңә кейҙерәм. Ә Әнүр ҡоҙаң һиңә тип хәстәрләгән 56-сы размерлы тун, миңә тарыраҡ булыу сәбәпле, уның параметрҙарын 60-сы размерға тиклем ҙурайтыуҙы үҙ өҫтөмә алам.

Йәмлиха яңынан-яңы тәҡдимдәр индергән һайын, талаптарын әйткән ыңғайы, Зөбәйҙә ҡарсыҡ үҙенең бәләкәсәйә барыуын һиҙҙе. “Их, һин, оятһыҙ! – тип эстән генә һыҙланды ул Йәмлиханың зәп-зәңгәр күҙҙәренә ҡарап. – Үҙ ғүмеремдә миңә беренсе тапҡыр бәхет йылмайҙы. Ҡартайған көнөмдә минең менән 40–50 йыл күрмәгән кеше ҡыҙыҡһынды. Хәҙер шуны, власыңа таянып, тартып алырға һәм мине мәхрүм итергә самалайһыңмы?”

Йәмлиха һөйләгән һайын, бошона  барған ҡарсыҡ, инде юҡ булдым, тигәндә генә ауыҙын асты һәм былай тине:

– Ауылдың киләсәге өсөн үҙеңде ҡорбан итергә әҙерләүең, Йәмлиха, миңә оҡшай. Үҙ ауылын яратҡан кеше шулай булырға тейештер ҙә. Мин дә һине хуплайым. Анауы, һөрөлмәй ятҡан баҫыуҙарҙы эшкәртеп, иген үҫтереп һәм башҡа файҙалы эштәр менән шөғөлләнеп, ауылды, беҙҙән башҡа, кем күтәрһен инде? Ләкин Әнүр ҡоҙа мине Сибайына саҡырған бит әле. Бында нисек әүрәтеп килтерербеҙ икән?

– Уныһы – беҙҙең эш. Мин ҡартты ҡулға төшөрөүҙе үҙ өҫтөмә алам. Бының бер ауырлығы ла юҡ. Ул үҙенең килеп эләгеүен һәм ҡайта алмай мәңгегә ошонда тороп ҡаласағын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ. Был эштә ҡыйыулыҡ кәрәк. Киләсәктә минең Әнүр ҡарт яҙған хатты балаларға уҡытыу, шуның нигеҙендә тәрбиә эшен яҡшыртыу буйынса береһенән-береһе ҙурыраҡ тәҡдимдәрем бар. Беҙгә бит юғарынан шундай талаптар ҡуялар. Тимәк, шул талаптарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу – беҙҙең өсөн изге бурыс.

Ниһайәт, Зөбәйҙә ҡарсыҡ иҫенә килде һәм үҙен яҡлап, һүҙ әйтергә тейешлегенә төшөндө. Хат кемгә килгән? Уға килгән. Был власть әһеле, ҡарсыҡтың йомшаҡлығынан файҙаланып, үҙен уның яҡлаусыһы итеп күрһәтергә теләй һәм бабайҙы һалдырып алырға самалай. Зөбәйҙә ҡарсыҡ уйлағандарын бер-бер артлы, береһенән-береһе тосораҡ күҫәк һымаҡ, Йәмлихаға ауҙарырға теләгәйне, һаҡ ҡына тәҙрә сирттеләр.

– Сеү! – тип бышылданы Йәмлиха. Хатта өй нигеҙенә тиклем һелкенеп ҡуйғандай тойолдо. – Кем йөрөй? Әллә берәйһен көтәһеңме?

– Юҡ, берәүҙе лә көтмәйем. Почта Фәниә генә, хат-мәҙәр килһә, кереп сығырмын, тигәйне. Бәлки шулдыр.

– Хәҙер былай итәбеҙ, – тине Йәмлиха, – мин бынау бүлмәгә йәшенәм, ә һин уны саҡыр.

Ысынлап та, Фәниә килгән икән. Бер үҙе түгел, хат менән.

– Һөйөнсө, Зөбәйҙә әбей! Бейемәйсә, бирмәйем! Бына – хат, – тип ялпылдатып күрһәтте Фәниә.

Зөбәйҙә ҡарсыҡҡа, кәүҙәһен еңел генә йөрөтөп, бейеп алырға тура килде. Конвертты тотторғас, Фәниә былай тине:

– Мине хат уҡый, тип һөйләйҙәр икән. Уҡымайым. Бына, үҙең күр, конвертың теп-теүәл.

– Мин күҙлек менән дә хәреф танымайым, – тине Зөбәйҙә, – булмаһа, үҙең уҡып күрһәт.

“Сәләм-хат.

Хат башы, яҙ ҡаршы!

Һаумы, Зөбәйҙә ҡоҙағый! Тәүге хатым һиңә барып юлығып, бер аҙна ла үтмәне, бөтөнләй көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар булды. Мәҫәлән, һеҙҙең ауылдың хакимиәт башлығы килеп төштө һәм минән һиңә тип алырға йыйынған тунды күрһәтеүемде талап итте. Бынан тыш,тағы ике-өс машина килде. Миңә һеҙҙең ауыл халҡының дәртле һәм берҙәм булыуы оҡшаны. Мин һиңә атап яҙған хатымдың Ташһуярҙа шундай ҙа шау-шыу тыуҙырыр, тип һис көтмәгәйнем. Һеҙҙең хакимиәт башлығы бик күҙәтеүсән кеше икән. Ҡоҙағый, һинең хаҡта һөйләмәгән һүҙ ҡалдырманы. Һине һаман да араҡы эсә, тәмәке тарта, тип яманатыңды һатты. Йәш саҡта ирҙән-иргә йөрөүеңде лә онотмаған. Хатта һинең менән түшәк бүлешкәндәрҙең һанын әллә ун икегә, әллә ун бишкә еткергән. Мин унан, быларҙы ҡайҙан беләһең, ул йылдарҙа һин бит тыумаған да булғанһың, тип әйткәйнем, силсәүиттә бөтәһе лә яҙылған. Уның мажараларын хәтерләгән кешеләр иҫән әле, тип яуап бирҙе.

Шуға ҡарамаҫтан, мин һине килеп алыу маҡсатынан баш тартмайым һәм ошо арала юлға сығырға йыйынам. Һиңә һағынышлы сәләмдәр менән, Әнүр ҡоҙаң”.

– Бына шундай хат – һиңә, – тине Фәниә.

– Ниңә уйға баттың?

– Был Йәмлиха шаштырған икән. Минең ғүмер буйы бер бабай менән көн итеүемде ун бишкә еткергән, үҙенең тәмәке тартыуын, араҡы эсеүен миңә һылтаған.

– Шулай шул! – тип һүҙгә яңынан ҡушылды Фәниә. – Унан башҡа, ауылда эскән, тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙ юҡ.

– Йәмлиха, үҙең был хаҡта нимә уйлайһың? – тип тауышын күтәрә биреберәк өндәште Зөбәйҙә ҡарсыҡ.

– Мин быны һиңә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында эшләнем, – тине ул, күҙен дә йоммай. – Юғиһә, һинең менән йәшәүе, инәй, бик күңелһеҙ булыр ине. Ғәфү ит, Зөбәйҙә Хәлиулловна, – тине Йәмлиха, әбейҙең ҡулынан тотоп. – Үҙем дә һиҙҙем, артығыраҡ булған. Әнүр бабайҙы әйтәм, үҙе лә өҫтәп ебәрмәнеме икән?

– Өҫтәһә, өҫтәгәндер инде, – тине Зөбәйҙә ҡарсыҡ, – үҙе киләм тигән, килһен, һорашырбыҙ, белешербеҙ, асыҡларбыҙ. Ә хәҙер мине тыңлағыҙ! Мин бер ҡайҙа ла бармайым! Теләһәгеҙ, үҙегеҙ барығыҙ! Әнүр ҡоҙаның үҙенә лә әйтәм. Теләһәң, тим, үҙең дә ошонда ҡал, тиермен. Ғүмер буйы ошонда йәшәп, ни эшләп мин бер белмәгән кешегә эйәреп китергә тейеш? Хаты килмәһә, әбей эҙләмәһә, мин ҡоҙамдың иҫән-һау икәнлеген дә белмәҫ инем.

Зөбәйҙә ҡарсыҡ бер Йәмлихаға, бер Фәниәгә текләп ҡараны ла:

– Ә һеҙгә нимә ҡалмаған инде? Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр хат алдым, ғүмерҙә ишетмәгән матур һүҙҙәр ишеттем, үҙемде бәхетле өләсәй итеп тойҙом, мин быларҙың барыһына ла үҙемдең лайыҡлы икәнлегемде беләм. Ләкин, барыбер, мине бәхетһеҙ итергә тырышыуығыҙҙы аңламайым. Ниндәй кешеләр беҙ? Әллә бер-беребеҙҙе яманлап һөйләүҙән башҡа һөнәребеҙ юҡмы? Беҙ бит заманында таш һуйған халыҡ. Беҙ һуйған таштарҙан ниндәй ҡалалар төҙөлгән, улар әле лә Рәсәйҙең иң матур ерҙәрен биҙәй. Ниңә, беҙ уларҙан мираҫ булып ҡалған данға лайыҡ түгелме?

– Һин, ҡарсыҡ, йәғни Зөбәйҙә Хәлиулловна, беҙ ишетергә түгел, уйларға ла ҡурҡҡан һүҙҙәрҙе һөйләй башланың. Бындай һүҙҙәрең өсөн яуап бирергә тура килмәгәйе. Беҙҙә закон бар.

Зөбәйҙә ҡарсыҡ көлөмһөрәп Йәмлихаға ҡарап торҙо ла:

– Ҡыш һайын шәшке тундар алыштырып ҡына, тормошто матурлап, аҡылды тәрәнәйтеп булмай шул. Законды мин һеҙҙән башҡа ла беләм. Тик ҡурҡытмағыҙ мине. Мин ҡурҡыуҙан үткәнмен инде.

Инде бәхәс иң юғары нөктәһенә етте генә тигәндә, хужабикә ҡулын күтәрҙе һәм былай тине:

– Беҙҙең бәхәсте хәл итер өсөн, бер самауыр сәй эсмәйенсә, булмай! – тип белдерҙе.

Ул арала булмай, шажлап, утын тоҡандырҙылар, күмерен төшөрҙөләр, самауыры ҡайнап та сыҡты.

– Уйлап-уйлап торам да, һәр һүҙеңдең дөрөҫлөгөнә ышанам, – тине Йәмлиха, тирләп-бешеп сәй эскәндә. – Зөбәйҙә Хәлиулловна, ундай аҡыллы фекерҙәр һинең башыңа нисек килә ул? Ә мин бына, уйлағаным бар, уйлай барам, ҡойолоп ҡала бара.

Иртәгә силсәүиттә йыйылышып, ошо хаҡта тағы һөйләшергә ҡарар иттеләр. Улар өсөһө лә һөйләшеүҙең нисек булырын күҙ алдына ла килтермәйҙәр ине.

…Зөбәйҙә ҡарсыҡ иртәнсәк урынынан тороп, сәйен шажлатып ебәреүгә, ишек алдында күптәнге әхирәте – Кәримә әбей пәйҙә булды. Күрештеләр, һаулыҡ һораштылар, доғаларын ҡылдылар, сәйгә ултырҙылар.

Кәримә әбей заманында “Герой-әсә” миҙалын алған ҡатын, береһенән-береһе егәрле һәм уңған малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫтерҙе. Ни хәл итәһең, хәҙер ул да яңғыҙ. Бабайы күптән вафат, улдары һәм ҡыҙҙары Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә эш менән мәшғүл.

– Зөбәйҙә әхирәт, һин мине, бының аҡылы шыйыҡлана башлаған икән, тип уйлап ҡуйма инде. Һине Әнүр ҡоҙаңа әбейлеккә йыйына, тип һөйләйҙәр. Һин китеп барһаң, мин бит яңғыҙым ҡалам, – тине Кәримә ҡарсыҡ.

– Әллә һинең дә барғың киләме?

– Барғың киләме, тип... Мин инде, нисәмә бала үҫтереп, бер бабай туҙҙырып, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, шыпа яңғыҙ тороп ҡалғым да килмәй бит әле. Һин бәлки Әнүр ҡоҙаң менән һөйләшеп ҡарарһың, үҙенең эргәһендә миңә лә бәләкәй генә урын таба алмаҫмы икән? Мин һеҙгә ҡамасауламам, шым ғына, үҙемдең намаҙымды уҡып, доғаларымды ҡылып йөрөһәм, миңә шул еткән.

– Икенсе, өсөнсө әбейлеккә барыу һиңә килешәме? – тип һораны Зөбәйҙә ҡарсыҡ.

– Килешәме, килешмәйме, ана, радионан да, телевизорҙан да һөйләйҙәр, ирҙәр етмәй, улар күп ҡатынлылыҡты индерәйек, тиҙәр. Күп ҡатынлылыҡ эргәһенә күп әбейлелек тә таман ғына була инде ул.

Силсәүиткә ҡарсыҡтар икәүләп йыйындылар. Улар барып инеүгә, хакимиәттә халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Йәмлиха килгән береһен әйҙүкләп, тәғәйен урынына ултыртып тора, ул арала булмай, быға тиклем ҙур булып күренгән хакимиәт бинаһы, ҡатын-ҡыҙҙар, әбей-һәбей менән тулғас, шыпа бәләкәйләнде лә ҡуйҙы.

– Көн тәртибендә – бер нисә мәсьәлә, – тине Йәмлиха, тауышын мөмкин тиклем ҡалыныраҡ сығарырға тырышып, – беренсеһе – Зөбәйҙә инәйгә Әнүр ҡоҙаһынан килгән яуап. Икенсеһе – Әнүр ҡоҙа вәғәҙә иткән 56-сы размерлы тунды 60-сы размерға үҙгәртеү мөмкинлеге. Беҙҙә хәҙер һүҙ азатлығы, нимә теләһәгеҙ, шуны һөйләй алаһығыҙ, талаптарығыҙҙы беҙ тыңларға әҙер. Тик яла яғыу, ялған хәбәр һөйләү булырға тейеш түгел! Иң тәүге һүҙ почтабыҙ мөдире Фәниәгә бирелә.

– Хөрмәтле ауылдаштар! Ҡатындар, әбейҙәр, инәйҙәр! Күмәкләшеп, йыйылышып килгәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Ошо айҙа Зөбәйҙә инәйгә Әнүр ҡоҙаһының хаты килеүе быға тиклем шым ғына йәшәп ятҡан ауылыбыҙҙың һил тормошон йәнләндереп ебәргәндәй булды. Бында мин, хөрмәтле ауылдаштар, үҙемдең яуапһыҙлығымды таныйым. Эйе, гәзит-журнал, хат аҙ килеү сәбәпле, почтаны һирәк таратыуыбыҙ буйынса ғәйебемде таныйым. Минең ғәйебем ҙур. Элекке һымаҡ, гәзит-журналдар һәм дә хаттар өҫтәлгә һыймайынса, өйөлөп ятмай. Шуға ҡарамаҫтан, мин әүәл-әүәлдән, үҙем уҡымайынса, бер гәзитте лә, бер журналды ла, бер хатты ла халыҡҡа таратманым. Һәм шуның менән ғорурланам. Мин ауылдаштарға бер генә насар хәбәрҙең дә барып етеүенә юл ҡуйманым. Шулай ҡырҡ йыллап ғүмерем үтеп тә китте. Ләкин быйыл һәлкәүлеккә, яуапһыҙлыҡҡа юл ҡуйҙым: Зөбәйҙә ҡарсыҡҡа һуңғы йылдарҙа берҙән-бер хаттың килеүе, минең эштә булмауым, шуға ярашлы, әлеге хатты күрмәй ҡалыуым. Һирәк-мирәк гәзит-журналды һәм хаттарҙы онотҡанда бер таратҡан Зифаға етә ҡалған, хатты ҡарсыҡҡа илтеп тотторған, ул ғына етмәгән, уҡыуҙа ҡатнашҡан һәм унда яҙылған хәбәрҙәрҙе телдән генә таратып йөрөгән. Һеҙ уны эшендә башҡа  күрмәйәсәкһегеҙ, Зифа, ошо яуапһыҙлығы өсөн, эшенән ҡыуылды.

– Һорау мөмкинме? – тине һатыусы Сәриә. – Фәниә еңгә, һин Зифаны эштән ҡыуғас, беҙ һирәк-мирәк алдырған гәзит һәм журналдарҙы һәм килер-килмәҫ хаттарҙы кем таратмаясаҡ?

– Үҙем! – тине күҙен дә йоммай, Фәниә. – Үҙем таратмаясаҡмын! Әгәр кәрәкһә, килеп алырһығыҙ!

Йәмлиха  бик етди тыңланы. Хатта урыны һәм ваҡыты менән, ҡаштарын төйөп, тыңлап ултырыусыларға уҫал итеп ҡарап ҡуйҙы.

– Зөбәйҙә инәй үҙе был хаҡта нимә уйлай? – тигән һорау ҡуйҙы Йәмлиха.

– Мин ни был хаҡта көнө-төнө уйлайым, – тип башланы һүҙен Зөбәйҙә ҡарсыҡ, – һеҙ мине, уйламай, тип уйламағыҙ. Кис ятһам, Әнүр ҡоҙамдың килгәнен көтөп тормай, Сибайға китер юлдарҙы эҙләйем. Иртән торһам, өйөмдө, бесәйемде, ҡош-ҡортомдо уйлайым. Һеҙгә һорауым шул: был хат миңә кәрәк инеме? Кәрәкмәй. Шулай булғас, мин үҙемде ғәйепле тип иҫәпләмәйем. Беләһегеҙме, кемдәр ғәйепле? Зифа менән Фәниә! Зифа, минең насар күреүемдән файҙаланып, хатты уҡып күрһәтте һәм унда яҙылған фекерҙәрҙе һәм тәҡдимдәрҙе таратып ебәрҙе. Ә Фәниәнең ғәйебен үҙе таныуынса, ул хатты, әйләнештән алып, юҡ итмәүен әйт әле! Уйлап ҡарағыҙ! Дүрт тиҫтә йыл буйы, ауылыбыҙҙы насар хәбәрҙәрҙән һаҡлап килгән! Хәҙер килеп, нисәмә йөҙ йыл йәшәгән ауылдың, бер хат арҡаһында, юҡҡа сығыуы ихтимал. Ул ғына түгел, хаттағы ҡайһы бер фекерҙәр башҡаларҙы ла уға ышанырға һәм миңә эйәрергә мәжбүр итә. Ышанаһығыҙмы -юҡмы, бөгөн иртән торһам, Кәримә әхирәтем тора һәм нимә ти: “Мине ҡалдырма, Әнүр ҡоҙаң янына алып кит”, – ти. Әйтерһең, ун бала тәрбиәләмәгән дә, хәләл бабайын гүргә оҙатмаған. Әгәр элеккесә йәшәйбеҙ тиһәк, хөрмәтле ауылдаштар, һеҙ Әнүр ҡоҙамдың хатын онотоғоҙ һәм уны юҡ тип иҫәпләгеҙ. Быға тиклем 200-ләп мөрйәнән төтөн сыҡҡан Ташһуяр өсөн бер бабайҙың бәхетле ҡартлығын тәьмин итеү түгел, ҙурыраҡ, мөһимерәк мәсьәләләр борсорға тейеш. Беҙҙең дәүерҙә ауылда йыл һайын йөҙәрләп сабый тыуа торғайны. Йүргәклек кейем-һалым, сәңгелдәк етмәй торғайны. Хатта ашарға наҡыҫ булды. Ләкин беҙ ҡыуана-ҡыуана балалар үҫтерҙек. Ә хәҙер нисек? Былтыр Ташһуярҙа ни бары бер бәпес донъяға килгән. Ә быйыл берәү ҙә көтөлмәй. Сөнки ауылда ауырлы килендәр юҡ.

– Етте, етте, етте! Һин теманан ситкә киттең, – тип туҡтатты уны Йәмлиха, – һин тағы, Зөбәйҙә инәй, балалар табырға ҡушып, план-задание еткереп ҡуйма! Кемуҙарҙан бәпесләргә тотонорҙар! Ана, балалар булмағас, балалар баҡсаһын, Аллаһҡа шөкөр, яптыҡ, мәктәпте лә оптималләштерҙек. Кемгә белем кәрәк, ана – автобус. Теләһәң, күрше ауылға, теләмәһәң, район үҙәгенә уҡырға бараһың. Тағы, һин ҡушҡанға эйәреп, балалар табып, яңынан балалар баҡсаһын, мәктәпте асырға ғына ҡалғайны! Кем бәпесләргә, бала табырға теләй, ҡалаға барһын! Ҡалала бөтә шарттар ҙа етерлек! Бында демография проблемаларынан башҡа ла мәшәҡәттәр етерлек! Мәҫәлән, мине бөгөн тыумаған сабыйҙар түгел, 56-сы үлсәмле шәшке тунды 60-сы размерға үҙгәртеү мәсьәләһе нығыраҡ борсой. Юғиһә, ваҡ-төйәк низағтар менән, бер-беребеҙ хаҡында яман һүҙҙәр һөйләп, бер-беребеҙгә аяҡ салып, үҙе килеп инергә торған тундан да ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ бар. Хәҙер ауылдаштарҙан ошо мәсьәлә буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеүен һорайбыҙ.

Иң тәүҙә Зифа һикереп торҙо:

– Мине дөрөҫ юлға баҫтырыуығыҙ өсөн рәхмәт! Ғәйебемде таныйым, миңә, хатты уҡып та тормайынса, йыртып ташларға булған! Үҙ ҡулдарым менән килтереп тотторғаным һәм уҡып ишеттергәнем өсөн Зөбәйҙә инәйҙән ғәфү үтенәм! Әгәр хатты уҡып, уның башын әйләндермәһәм, әлеге һөйләшеү ҙә булмаҫ ине!

Ә инде тундың яҙмышына килгәндә, ауылдаштар, икеләнеп тормайыҡ, беҙме һуң инде, ғүмер буйы фуфайка кейеп йөрөгәндәр, шәшке тундар кейеп йөрөүгә лайыҡтар? Ауыл яҙмышын хәл иткән бер генә ҡатын бар, ул да булһа – Йәмлиха. Ҡайҙан килгән? Ташһуярҙан, нимә кейгән? Шәшке тун кейгән! Ауылыбыҙҙың иң лайыҡлы кешеһе – ул. Беҙҙең был талапты Әнүр ҡоҙаға ла еткерергә кәрәк! Тыңлаһын, уйланһын, 60-сы үлсәмле тунды тапһын! Ана, телевизорҙан көн һайын күрһәтәләр, ниндәйе генә юҡ! Аҡсаһы бар, һатып алһын да, килһен.

Ҡағиҙә буйынса, хәҙер ҡаралған мәсьәләләр тауышҡа ҡуйылырға тейеш ине. Ләкин һикһән йыл йәшәп, үҙ ғүмерендә йыйылышҡа йөрөмәгән, шулай булғас, сығыш та яһамаған Кәримә ҡарсыҡ эште уйҙы ла ҡуйҙы:

– Ауылыбыҙҙа йәшәргә була, ашарға, кейенергә бар, – тип өмөтлө генә башлағайны ул сығышын. – Беҙ Зөбәйҙә әхирәтем менән үҙебеҙҙең ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерәбеҙ! Сөнки хат уға килгән, ә Әнүр ҡоҙа уға шәхси үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Шулай булғас, бер кемдең дә уның шәхси тормошона ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ! Ә тунға килгәнгә, ни өсөн уны бер Йәмлиха ғына кейергә тейеш? Мин, мәҫәлән, ҡаршы түгел, кейһен, район үҙәгенә барғанда һәм бында түрәләр килгәндә. Улар Йәмлихабыҙҙың шәшке тунын күреп, беҙҙәгеләр бөтәһе лә шулай бай йәшәй икән, тип уйлаясаҡ һәм хаталанмаясаҡ. Ә ҡалған көндәрҙә мин, махсус исемлек төҙөп, Әнүр ҡоҙаның шәшке тунын алмашлап кейергә тәҡдим итәм. Исемлек төҙөргә һәм уны дөйөм йыйылышта раҫларға!

Был тәҡдим Зифаға оҡшаманы:

– Был фекерҙе мин кире ҡағам! – тине ул. – Сөнки мин, мәҫәлән, 50-се размерлы ғына үлсәмле булғас, 60-сы размерҙы нисек кейеп йөрөйөм? Шулай булғас, Әнүр бабайҙан бәлки, быныһы – минең тәҡдим, 50-ме, 52-семе үлсәмле тағы ла бер тун талап итергә кәрәктер?

Күпселек шунда уҡ ҡул һелтәне, ризаһыҙлыҡ белдерҙе: “Әле бер тун килгәне юҡ, нисек инде, ике тун талап итәһең? Кеше көлдөрмәйек, сама беләйек”, һ.б., һ.б.

Йыйылыш Әнүр ҡарттың бында килеп етеүен тиҙләтеү һәм ошо хаҡта артабан да кәңәшләшеү өсөн сираттағы йыйылышты тәғәйенләү тураһындағы ҡарар менән тамамланды. Йәмлиха аҙаҡтан иң ышаныслылар өсөн сәй табыны ойоштороуҙан да баш тартманы.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: