Уйланып ултырыр ваҡыттың әле түгеллеген иҫләп, өҫтөнә еңел халатын ғына эләктереп Гөлсөм урамға атлыҡты. Ҡабаланғанда аяғына кейем таба алмай, ялан аяҡ көйө күгүлән буйлап кәртә буйындағы мунса яғына йүгерҙе. Ысынлап та яна! Ирекһеҙҙән бите буйлап аҡҡан күҙ йәшенә быуылып, усаҡлыҡ яғындағы урындыҡ өҫтөндә түңкәреүле биҙрәләргә йүгерҙе йәш ҡатын.Ҡыйығын ут көлтәһе ялмаған мунса, бер кемде лә яҡын ебәрмәҫтән шиферҙарын ян яҡҡа ата - ата яна. Унан - бынан күреп ҡалған ауылдаштар, соролдашып йүгерешә, Гөлсөм дә күнәген алып сиртмәле ҡоҙоҡҡа төшөрөп маташты. Маташты шул, ҡабаланып ҡалтыранған ҡулдар элмәккә биҙрә ҡылысын элә алмай ыҙаланды, йә эленгән биҙрә ҡоҙоҡҡа төшмәй ергә ысҡынып төшөп китте.
"Һүндереп кенә булмаҫ инде ул… Мансур ҡайтып өлгөрмәне, ул ҡайтһа ни тиер икән…? Әллә ни ҡыҙыу ҙа яҡмағайным шикелде... Хәҙер ҡайтам тигән Мансур нишләп һаман юҡ икән…?"
Гөлсөм мейеһен сүкегән мең уйҙар менән йәнәш йүгереп йөрөп, һыу һибергә ашыҡҡан таныштары рәтенә эләгеп ут ялҡынына йүгерҙе. Тик ялҡын көсәйгәндән көсәйҙе генә. Иртәнге тын һауаны сыр - сыу килеп ут һүндергән кешеләр тауышы сыбарланы. Кемдер яҡындағы пожар частына хәбәр иткән, дыулап улары ла килеп етте. Урам ҡапҡаһынан һыймаған ҙур машиналар, тыҡрыҡ яғынан ҡойманы емереп күнәк - санаҡлыларҙы ике уртаға ярып ҡаратып, йәһәт кенә тиерлек ут күбәһен тымыҙып та ҡуйҙы.
— Гөлсөм? Ә Мансур кейәү ҡайҙа һуң ? Күренмәйҙә үҙе, — кемдеңдер иҫенә хужаның юҡлығы шәйләнеп хужабикәгә һорау йүнәлтте.
Ҡайҙа киткәнлеген теүәл белһә лә, әлеге мәлдә ҡайҙалығын белмәгән Гөлсөм :
— Мәстүрә әбейгә бер йөк бесән генә алып килеп бирәм тип сығып киткәйне кискә, әллә нишләп оҙаҡланысы,- тине.
Йыйылыусылар араһында пожар сәбәптәрен белергә тырышыусылар ҙа табылды :
— Мунсаны тим, кистән яҡҡайнығыҙ мәллә?
Гөлсөм ғәйепле балалай башын баҫып:
— Яҡҡайным шул, артыҡ ҡыҙыу ҙа түгел ине һымаҡ. Бөгөн кискә Мансурҙың ауылына барырбыҙ тигәйнек, ҡәйнәмдең ҡырҡы иртәгә. Шуға эшенән отгул алып торғайны өс көнгә. Мәстүрә әбей әллә ҡасандан инәлде бесәнен ташып ҡына бир тип, оло юлға сығырҙан алда бер йәтим әбейҙең фатихаһын алып сығыр кәрәк тип киткәйне лә бит. Ҡайҙалыр инде?! Беларусы онталған хәлдә лә бығаса йәйәүләһә лә ҡайтып етер ине инде?!
Һауала һыулы торомбаш, тағын әллә ниндәй көйгән - ҡыҙған еҫтәр таратып быҫҡып - төтәп мунса эсте бошора. Күрше - күлән таралышырға ашыҡмай, ут һүндереүселәрҙең мунса бүрәнәләрен һүткеләп, йәшертен янған ерҙәрен һүндереүен күҙәтте.Өйҙә сабыйының барлығын иҫләгән Гөлсөм ҡоромланып ҡарайған аяҡтарын сайып та тормаҫтан өйгә йүгерҙе.
Алай ҙа йоҡлап ятҡан ҡыҙғынаһы. "Ней телефонын да алмаған бит әле Мансуры. Шылтыратып ҡына белешер ине. Тәүгә былай төндө ҡырҙа үткәреүе, ай һай тиккә түгелдер!"
Өҫ - башы һыуланып, дер ҡалтырап өшөгәнен йылы өйгә ингәс кенә һиҙемләп, Гөлсөм йәһәт кенә йөрөп кейенеп алды. Аяҡтарын сайып, ойоҡбаштарын кейеп, мышнап ҡына йоҡлаған ҡыҙын уятыуҙан ҡурҡып урамға ашыҡты. Сәғәт таңғы алты булып килә, ә Мансур һаман юҡ. "Әллә әсәйҙәргә барып йоҡланымы икән? Улай тиһәң, үҙ өйө була тороп унда нишләп барһын?"
" Туҡтале, таң булһа ла белешәйем әсәйҙән. Ауылдың түбән осонда булғастары пожар хаҡында ла белмәй яталарҙыр әле…"
Шылтыратты Гөлсөм. Әсәй йөрәге һиҙгер, ғәҙәти генә булманы һөйләшеү. Телефондың теге башында ла, был осонда ла илаулы - ҡалтыраулы тауыштар аралашты. Мансур унда ла юҡ. "Ҡайҙа булырға мөмкин? Был яҡтарҙа бит уның башҡа баш төртөр тағын кеме бар?"
Гөлсөмдөң уйлы ҡарашын урамдан кешеләрҙең ай- бай килешеп китеүе, бер урынға өйөлөшөп ниҙелер күҙәтеүе үҙенә тартты. Йөрәге былай ҙа сығырҙан типкән хәлдә, әллә ниндәй кисерештәр өҫтәп өйкөмгә йомолдо. Ә унда...
Утлы торомбаштар араһынан янып көйгән кеше мәйетен һөйрәп сығарған ут һүндереүселәр. Танығыһыҙ йөҙ, кейем - фәлән рәте лә юҡ, ҡайҙандыр сепрәк табып ябып та ҡуйҙылар өҫтөнә. " Кем булыуы мөмкин? "
Гөлсөм ҡойолоп төштө. Ни илай , ни һөйләшә алмай. "Мансур түгелме был?"
Бая ғына пожар хаҡында телефон аша ишеткән Гөлсөмдөң әсәһе менән атаһы килеп етте. Аяҡ быуынын юғалтып мәйет янына сүгәләгән ҡыҙҙарын аңлай алмай шып баҫты ололар.
— Гөлсөм, балам?! Ҡуй улай уҡ бөтөрөнмә! Иҫке мунсаға иҫең китеп илап ултырып ни? Һау булһағыҙ яңыһын күтәрерһегеҙ.
Йыйылыусыларҙың кемеһелер эштең тик янған мунсала ғына түгеллеген ишаралап, өҫтө ҡаплаулы мәйеткә төртөп тиерлек күрһәтте." Утта кемдер янып үлгән бит!",- шыбырлау саҡ ҡына ишетелде.
Ҡобараһы осҡан әсәй япма ситен ҡайырып ҡына ысынлыҡҡа ышанып сеңләп ебәрҙе.
— Ай Аллам, ай, Аллам! Гонаһ шомлоғо, кемдең генә ғәзиз балаһы икән был?
Ҡатын - ҡыҙ халҡы бер береһенең илауына ебеп һыҡташтылар. Ябай ут сығыу осрағы ғына түгел, үлем осрағы ла булғас тейешле органдар ҙа тиҙләп килеп етте.
Гөлсөм һиҙҙе. Һиҙҙе генә түгел — белде. Мәйет — Мансур. Уң ҡулындағы яҫы йөҙлө көмөш балдағын көйгән бармаҡтар ташламаған ине шул. Күкрәген һыҙлатып типкән йөрәген тымыҙыр сара тапмай һығылып иланы йәш ҡатын. Юғалтты Гөлсөм, юғалтты бәхетен...
Ауылдың бер осонда шарт-шорт килеп көтөүсе сыбыртҡыһы һыйырҙар ҡыуып әсе һүгенгәндә, икенсе бер оста умарта күселәй ҡымйыған халыҡ Гөлсөмдөң илауына ҡушылып һыҙлана ине...
Иҫе китеп йоҡап та ятманы бит әле Гөлсөм ул төндө. Юлға сығыр булғас, ҡыҙының әйберҙәрен рәтләп бер сумкаға йыйҙы, күстәнәс - фәләнен төйнәне. Аятҡа тәғәйенләп һуйған һарыҡтың эс ҡарынын таҙалап туңдырғысҡа һалды. Мансур ҡайтыуыма мунса яғырһың тигәс, мул ғына өҫтәп ҡайнар мунса томалағайны ла... Гөлсөм был төндә ике ауыл араһында булған хәлде белмәй ине шул...
… Мансур йәһәтләп кенә тейәп алып киләм тигән күбәләр малдар туҙҙырыуында ер менән тиң ята ине. Нисек итеп буш арбаны һөйрәп ҡайтмаҡ кәрәк ? Эштән ҡурҡмаҫ ир һәнәген алып, йәһәтләп йөрөп өйөп йыйып, тейәп ҡайтыуға буйтым ҡараңғы төшкәйне. Иртәгәһе көн билгеһеҙ, йә ямғыры һибәләп тәләфләр бесәнен Мәстүрә әбейҙең тип, кәртәһе артына фар яҡтыһында булһа ла беларусы менән бесәнде өйөп тә ҡуйҙы.
Өйҙә Гөлсөмдөң йоҡламай көтөрөн белгән Мансур йән фарман ҡайтыуға сыҡҡайны ла бит, һаҙлыҡ аша сығып, ауылға үрелер юлда беларусы яман борҡолдап төтәп китте. Төшөп кенә рәт - сиратын ҡарайым тигәйне, уны ғына көткәндәй ҡайҙандыр машина менән эскән ерле ауыл егеттәре килеп сығып һүҙҙәре эләгешеп китте. Күтәрмәне шул Мансур йәш егеттәрҙең үҙен "Айболит " тип, йәнде телеп "килмешәк " тигәндәрен. Тел менән генә бөтмәне янъял, йоҙроҡтар егелде, көстәре етмәҫтәй булғас теге өсәү тағылмалағы тимер киҫәген дә ярҙамға алды...
Аңһыҙ, ҡанға батҡан ирҙе үҙҙәре иҙгеләп туҡмауҙарын тик бер аҙ һыуынҡас ҡына аңлап, эҙ йәшерергә ек эҙләй башлай был өс егет. Күлгә ташларҙар ине, барып етә алмаҫтар, машинаның бензины самалы. Йөкмәп барыуға хәлдәре етмәҫ. Ҡалайтырға? Кемеһенеңдер башына муйынына элмәк кейҙереп Мансурҙы үҙ һарайына алып барып аҫырға, тигән уй килә. Әзмәүерҙәй ирҙе нисек йомарлағандарҙыр, билгеһеҙ. Әммә, багажникка тығып, өйө эргәһендәге тыҡрыҡ янына туҡтайҙар. Мунса янындағы йәтеш ишек аша үткәндә өсөнсө береһенең фекерен тыңлап, яғылған еҫе сыҡҡан мунсаға индереп, әле йәне сыҡмаған, тик иҫен юйған Мансур өҫтөнә солярка һибеп, ут төртөп сығып ҡасалар...
Ә был мәлдә бер ни һиҙмәй, өйҙә утын һүндермәй, ашын һыуытмай Гөлсөм көтөп ултырған...
Бер - бер артлы һорау алыуҙарға уҙған көндө бар теүәллегендә иҫләп яуап бирҙе Гөлсөм. Тик үҙе генә уйлап, был фажиғәнең сәбәбе осона сыға алманы. Үсле әҙәм кем булыуы мөмкин?
Ауыл бит ул шундай ер, ауыҙыңдан сыҡҡан бер хәбәр шул уҡ ауылдың икенсе осона ҡырҡҡа түңкәрелеп әйләнеп барып етә. Әле лә шулай булды. Гөлсөмдө йәшертен йөрөүҙә ғәйепләп, Мансурҙы ғәрлегенән үлгән тип тә ҡуйҙылар. Кемдеңдер таңға ҡарай тыҡрыҡ буйында Нуримандың еңел машинаһы ултырыуын күреүе лә етди дәлил булып ғәйбәтте раҫланы.
Бар ауыл тиерлек белә ине бит мәктәп йылдарынан Гөлсөм менән Нуриман мөхәббәтен, шуға ла һүҙҙе шул юҫыҡҡа борҙолар ҙа инде.
Эйе, яратҡайны шул ҡасандыр Гөлсөм Нуриманды. Йәшермәй. Ысынлап яратҡайны. Тик Нуриманы ғына тора бара күбәләктәй елпенеп әле был, әле теге "сәскәгә " ҡунып юғалды. Оҙаҡ һыҡтаны Гөлсөм, онота алмай илауҙаны. Ярай әле Хоҙай үҙе аралап юлдарын яҙлыҡтырған, кемдеңдер ҡыҙын көсләп арыуыҡ ҡына юғалып торҙо Нуриман. Ултырҙы буғай. Бер клубҡа сыҡҡанында Гөлсөмгә бәйләнеп, үҙе ыңғайына осонмағас "үкенерһең әле, үсемде алмай ҡалмам!",- тигәйне. Әллә ысынлап та был фажиғә Нуримандың ошо әйтеүен үтәүеме?
Гөлсөмдөң уйламаған уйы ҡалманы. Ҡосағындағы сабыйғынаһын ҡосоп ҡолаҡ ишетмәҫ, күҙ күрмәҫ ерҙәргә олаҡҡыһы килде. Мансур юҡ, артабан нисек?
Ҡәйнәһенең ҡыр көнлөгөнә тип әҙерләнгән бар нәмә Мансурҙы ерләүгә китте. Туғанын ят тупраҡҡа ҡалдырғығыһы килмәне апайҙарының . Алып ҡайтып ерләүҙе хаҡ күрҙеләр. Күтәрелеп тә ҡыйыҡланмаған йорттары, һөйрәтеп индереп ҡалдырылған беларусы ла Мансурҙы хәтерләтеп ултырҙы. Арҡыры тимер ҡатылған больница ишегенә илтер һуҡмаҡ етемһерәп ҡалды. Килгән киткәнгә алсаҡ йөҙ күрһәтеп, күңелен һалып ихлас ҡабул итер врач егеттең аңһыҙ үлтерелеүенә айырыуса ныҡ уфтанғаны ҡарт - ҡоро ине. Эйе, алыҫ райондан йүнәлтмә менән килеп эшкә төшөп, аҙаҡ Гөлсөм менән танышып ҡалғайны шул Мансур бында. Әллә үлерен, әллә Мансурының ғүмеренә хәүеф янауын һиҙҙеме әсәһе, ҡыҙҙары тыуғас бер килгәнендә туған яҡтарына ҡайтыуын үтенгәйне. Мансур көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы шул саҡ, нишләп кенә ҡәйнәһе һүҙенә ҡолаҡ һалып Мансурҙы өгөтләмәне икән Гөлсөм? Был хәл булмаҫ та ине... Уйҙарын бүлеп ишек төбөндә кемдер туҡылданы. Гөлсөм бит - күҙен һөртөштөрөп яулығын рәтләне. Инеүсе ҡатын Нуримандың әсәһе ине. "Бәй, тимәк Нуримандың ҡыҫылышы ысынлап та бар... тиккә килмәй бит инде әсәһе...", - телеп кенә үтте ошо уй Гөлсөмдө.
Һүҙҙе ниҙән башларға белмәгән Мәрхәбә апай, ишек төбөнән үк сеңләп кенә иланы ла ебәрҙе.
— Гөлсөм, балам! Зинһар әрәм итмә инде төпсөгөм Нуриманымды, яңылышып киткән бит... эскән булған... кисер, балам! Теләһәң теҙләнәм,— ултырған ултырғысынан шыуып төшөп иҙәндә тубыҡланып илаған Мәрхәбә апайға ни тиергә белмәй ҡатты Гөлсөм — яратышып ҡына йөрөнөгөҙ, әллә нишләп ташлаштығыҙ... ярҙамдан ташламаҫбыҙ, өйөңдө лә эшләшербеҙ, балаңды ла ҡарашырбыҙ, күпме теләйһең һора, аҡса кәрәкме, нимә тигәндәй... тик ултыртма инде Нуриманымды...
Йәл ине Мәрхәбә апай Гөлсөмгә, әйтерһең дә әсәй кеше ғәйепле улының ҡылғанына. Буй биреп тә, аҡылы булмағас, әсәй кәңәшен тыңламағас ни хәл итмәк кәрәк? Ҡырҡты уҙһа ла бала бала инде, йөрәге һыҙлай бисараның...
Әсәй — әсәй инде, улының ни тиклем ауыр енәйәт ҡылыуын әллә аңлап етмәйме, әйтерһең дә барыһы ла тик Гөлсөм ҡулында. Хәйер, Гөлсөм язаны йомшарта алыр ине лә, тик Гөлсөм йомшармаҫ шул...
Өс ай ғүмер. Аҙмы ул, күпме? Ер менән күк араһында аҫылынып ҡына йөрөнө Гөлсөм. Бөгөн ниһайәт хөкөм сығар көн. Өс айлыҡ ҡына көйө атайһыҙ ҡалған ҡыҙы ла алты айҙы ашырып бара. Мансур юҡлығына илай илай йәштәре лә һайыҡты инде әллә, күңеле тәрән әрней, ә күҙ төптәрен йәш йыумай. Күнә икән әҙәм дә күңелһеҙ тормошҡа. Еңел түгел барыбер. Һәр көн, һәр төн һыҙландыра, һағындыра. Йәмһеҙ күмер өйөмөн ҡалдырған мунса урынын тәүге ҡар ағартып ҡаплаһа ла, яраларҙы ҡаплар аҡлыҡ юҡтыр ул. Көндән көн тәрәнәйә, көндән көн көсәйә...
Хөкөм залы. Тимер ситлек эсендә ҡулдарына бығау кейҙерелгән өс егет. Өсөһө лә таныш: бала саҡтан бергә уйнап, бер мәктәптә уҡып, киске уйындарға йөрөп күңел асҡан ауылдаш, хатта арҡа урамдаш буйҙаҡ егеттәр. Кем уйлаһын уларҙы ошо аҙымға барырҙар тип?
Яраларҙы яңынан ярып, яндырып тоҙ һалып сыҡтылармы ни?! Фажиғә көнөнөң һәр минутын, һәр һүҙен ентекләп тикшереп, йыйылыусыларға ишеттерҙеләр. Гөлсөм күкрәгенә ҡыҙын ҡосаҡлап тын ҡалған. Күҙ алдынан йән өшөткөс күренештәр үтә. Һалҡын. Хатта һыуыҡ кеүек. Илап булмай, күңел ҡатҡан, таш һымаҡ...
Хөкөм ҡаты. Алдан уйлап, үҙ аңдарында был енәйәткә барғандары өсөн суд Нуриманды ун, әшнәләрен һигеҙәр йылға ҡаты режимға тип хөкөм сығарҙы. Тәүге "эше " түгел бит Нуримандың. Вайымһыҙ ғына хөкөм ҡарарын тыңлаған Нуриман, тимер рәшәткә артында үтәсәк ғүмерҙең оҙонлоғон ишетеп - шәйләп, ағарынып артындағы эскәмйәгә лып ултырҙы. Әсәһенең аҙарыныуҙары, атаһының бай туғандары, тағы әллә ниндәй бәйлелектәре йолоп ҡалыр был кәртәнән тип уйлағандыр инде. Гөлсөм һиҙҙе. Берсә тимер ҡулсаны, берсә тимер сикте тотоп залға ялбарыулы ҡараш ташланы.
Аҙаҡҡы һүҙ бирелде уға ла. Баяғы ялынғыс йөҙ гүйә юҡ булды, үҙенең хаҡлығын дәлилләп ҡараны :
— Эйе, мин Мансурға асыулы булдым. Нишләп ҡайҙандыр ситтән килгән берәү беҙҙең ауылда эшле була, иң матур ҡыҙға өйләнә, авторитет яулай, гөрләтеп донья көтә лә китә ул? Ошо ауылда тыуып үҫеп, эш табалмай этелеп - төртөлөп йөрөп буйҙаҡ та ҡалынды. Ә ул, Мансур, эштән һуң әбей - һәбейгә ярамһаҡланып бесән - утынын ташып та өлгөрөп аҡса эшләй. Шулай инде, уның һүҙе үтә ул бит ҙур врач! Ә беҙ кем? Ә беҙ һәптән эшһеҙҙәр! Йәнең көймәҫме шунан? - Нуриман залды тетеп ҡарап сыҡты - Үлтерергә үк теләмәгәйнек, әҙерәк ҡурҡытып алырға уйлағайныҡ, ҡыҙып кителгән әҙерәк ...
Эскән дә инек шул... - йыйылыусылар араһынан Гөлсөмдө эҙләп табып, текәлеп инәүле ҡарашта:
Гөлсөм! Зинһар ғәфү ит! Элекке дуҫлығыбыҙ хаҡына..., - тине.
Һуңғы һүҙҙәр Гөлсөмдөң сығырынан сығарҙы. Ауыҙ эсенән бар зәһәрен ут итеп бөркөп бит йөҙөн яндырыр ине әгәр хәленән килһә. "Ниндәй яһил әҙәм һин Нуриман! Күпме күҙ йәшемде түгеп һинең өсөн бушҡа илағанмын икән дә, яратырлыҡ, табынырлыҡ та булмағанһың... һуҡыр, һуҡыр ғына булғанмын... Үсеңде алыуың ошо булдымы инде, ҡәбәхәт! ", - эстән генә, теш шығырлатып Гөлсөм көйҙөрә ситлеккә ҡарап ҡатты.
Ҡуйындағы баянан бирле йоҡлап ятҡан сабый уянып тыммаҫтан илай башланы. Гөлсөм улай әйләндерҙе, былай һалып та ҡараны файҙаһыҙ. Гүйә атаһын үлтергән вәхши әҙәмгә әйтер һүҙен ҡабаланып еткерергә ашыҡты ул да. Аяҡтарын тибеп тибеп, һыны ҡатып илаған сабый әсәй ҡурсыуында булһа ла, мәңге арҡа терәкһеҙ ҡалды. Кеше һынды кешене үлтергән ҡанһыҙ әҙәмгә бала илауы ғына нимә инде?! Бала төҫө күреп, бала тәме тоймаған, тормоштоң матурлығына үсле йәнде нисек ер күтәрер? Гөлсөм Нуриман алдында ебеп ҡалмаҫҡа көс табып, илаған сабыйын нығыраҡ түшенә ҡыҫып ситлеккә үк яҡынлап :
— Нуриман. Мин ҡасандыр һине өҙөлөп яратҡан инем, тәүге иң саф мөхәббәт булып күңел түрендә һаҡланғайны ла. Бел! Һөйөүем хәҙер нәфрәткә әйләнде. Мансурҙы үлтереп ни ерең артты инде? Эшһеҙ, ашһыҙ, буш ғүмер генә яулайһың. Ҡосор балаң, ҡайтыр йортоң юҡ. Ата әсәйеңдең күҙ йәше генә һин. Ә бит барыһы ла үҙ ҡулыңда ине! Ялҡаулығың, еңел тормош ҡыуыуың еңде үҙеңде... Ғәфү итмәйем, матурлыҡҡа үсле тар күңелеңә мин дә үсле. Мин йәшәйем. Мансур өсөн, балабыҙ өсөн. Көс табам мин йәшәргә, һиңә үс итеп...
Конвойҙар ситлекте асып ҡулдары бығаулы егеттәрҙе алып сығырға бойороҡ алды. Хушлашыу, ҡосаҡлашыу, илашыуҙар... Гөлсөм туң һын кеүек. Ҡарашы ла һалҡын. Йәнде өҙөп илаған ҡыҙы ғына һаман һыны ҡатып һыҡтай. Сыҡтылар залдан. Яҡындарының ялҡын ҡараштар оҙатып ҡына ҡалды уларҙы. Аяҡтарын ауыр һөйрәп атлаған ир уртаһы әҙәмдәрҙе һыҡтаған сабый тауышы оҙатып ҡалды...