-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Март 2022, 21:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АЛТЫН СИТЛЕКТӘ Хикәйә

Улар “Тимер юлсылар” мәҙәниәт һарайында ойошторолған күргәҙмәлә осраҡлы ғына таныштылар. Ошондағы түңәрәктә күптән ҡатнашып йөрөгән Гөлгөнә ике һүрәтен тәҡдим иткәйне. Ни ғәжәп, бер һүрәте байтаҡ кешеләрҙең иғтибарына лайыҡ булды ла ҡуйҙы. “Һағыш” тип аталған был һүрәтен Гөлгөнә бик оҙаҡ төшөргәйне. Бейек тау түбәһендә бер ҡыҙыҡай моңайып ултыра. Унан да өҫтәрәк бер ҡош осоп йөрөй. Ә алыҫта, томан эсендә, ауыл күренә. Ошо һүрәтте бер өлкән генә ағай, ике тапҡыр килеп ҡарап торҙо. Һуңғы килгәнендә, ойоштороусыларҙан: “Кемдең эше?” – тип һораны. Гөлгөнә ҡайтырға йыйынып бөткәйне инде, уға төртөп күрһәттеләр. – Һүрәтегеҙҙең хаҡы күпме? – тип һораны билдәһеҙ кеше. – Йөҙ, – тине Гөлгөнә, әлбиттә, һумды күҙ уңында тотҡайны. Теге ир шаяртып: – Доллар түгелдер? – тине. – Юҡ, әлбиттә, – тип ҡыҙарынды Гөлгөнә. – Үҙебеҙҙеке, һумдарҙа.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ   АЛТЫН СИТЛЕКТӘ     Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АЛТЫН СИТЛЕКТӘ Хикәйә

Әлеге кеше ситтә торған берәүгә ҡараны ла, уныһы ярҙамсыһы икән:

– Йөҙ мең һум түләгеҙ, – тип күрһәтмә бирҙе.

Барыһы ла аһ итте. Һуңынан, асыҡланыуынса, һүрәттең авторы йөҙ һум тип әйтергә теләгән икән. Әлеге бизнесмен йөҙ мең һум түләгән дә ҡуйған.

Ә иң ҡыҙығы һуңынан булды. Әлеге бизнесмен, Илхан Мусин инде, бәлки беләһегеҙҙер, Гөлгөнәне үҙенең яңы төҙөлгән йортоноң диуарҙарын биҙәргә саҡырған. Иң тәүҙә эшҡыуар йоҡо бүлмәһен күрһәткән, аҙаҡ эш бүлмәһен нисек күҙ алдына килтереүен һорашҡан. Шул арала Гөлгөнәнең иҫәбенә теге йөҙ мең һум да килеп ятты. Ҡыҙҙың тамам башы әйләнде. Хатта уның башҡа һүрәттәрен һораусылар ҙа табылды. Аҙаҡтан түңәрәктә Гөлгөнәнең тәүге гонорарын бик шәп итеп “йыуҙылар”. Әлбиттә, көнләшеүселәр ҙә табылды. Йәнәһе, бизнесмен һүрәттәргә түгел, Гөлгөнәнең үҙенә ҡыҙыҡҡан. Уныһын, хатта, өйөнә лә саҡырған. Хәҙер шунда эшләү һылтауы менән, көн һайын бик йылы осрашыуҙар була икән. Тәүге йөҙ мең һум Гөлгөнәнең ҡомарын уятып ебәрҙе. Хатта яңы кейемдәр алып кейҙе, әсәһе күтәренеп килгәйне, уға тоттороп ебәрҙе. Иң мөһиме, шуға төшөндө: был шөғөл балалар уйыны түгел. Аҡса эшләргә, һис юғы, йәшәргә мөмкин.

Эш ыңғайы, тағы ла шулары асыҡланды: Илхан өйләнгән булған, тик никахы күптән тарҡалған. Ҡала ситендәге өйөндә яңғыҙы ғына йәшәп ята. Гөлгөнә ошо йортто биҙәү менән мәшғүл. Һүрәттең күләмен, эскиздарын бер нисә тапҡыр эшләп күрһәтте. Хужа кеше шаҡтай талапсан, тик үҙенә нимә кәрәклеген теүәл генә итеп аңлата белмәй. Бутала, уйлана, кисә әйткән фекерен бөгөн инҡар итә. Гөлгөнә үҙенән өлкәнерәк һөнәрҙәштәре менән дә кәңәшләште. Тегеләр серҙе бик асып бармай. Бәлки шулай булырға тейештер ҙә, Гөлгөнәгә кире ҡараусылар күберәк ине шикелле. Сөнки ошо заказдың көтмәгәндә ҡыҙға килеп эләгеүе коллегалары араһында көнләшеү тойғоһо уятты. Тәүге һүрәтен бик мул хаҡҡа һатҡанын белгәнгә, Гөлгөнә кем менән генә һөйләшмәһен, барыһы ла иң тәүҙә, теге байың күпме түләйәсәк, тип һорайҙар. Ҡыҙ үҙе аңды-тоңдо белмәйенсә, тәүҙәрәк дөрөҫ хаҡын да әйткәйне. Аҙаҡ, ник һөйләндем, тигән көнгә төштө. Аҡса тынлыҡ ярата, тигән һымаҡ, рәссамдар араһында был тема бөтөнләй табуҙа икән. Нисек кенә булмаһын, Гөлгөнә һүрәттәрҙе төшөрә, хужа көн һайын кереп ҡарай. Килеү-ҡайтыу мәшәҡәтле, тигәс, Илхан ҡыҙға айырым бүлмә тәҡдим итте. Хәҙер Гөлгөнә тәүлек әйләнәһенә – ошонда, хатта ашнаҡсы апай менән дуҫлашып киттеләр. Нурия апай Илхан Нәғимовичты ун йыллап белә икән. Тик, нимә һораһаң да, өндәшмәй ҙә ҡуя. Шуға Гөлгөнәнең бик ҡыҙыҡһынғаны ла юҡ. Ә бер көн, әлеге, әсәһе килеп төштө. Адресын тапҡан, такси яллаған. Нурия килеп, әсәйең һине эҙләй, тип әйткәс, ғәжәпкә ҡалды.

– Саҡ эҙләп таптым һине, – тип ике тоғон һөйрәп, инеп килә.

– Әсәй, һине кем саҡырҙы? – тип Гөлгөнә асыуланғайны.

– Көҙгө муллыҡ мәле, ҡыҙым, һине еләк-емештән ауыҙ итһен, тинем. –Асыуланып торма инде, – тине.

Гөлгөнә тиҙ генә әсәһен бүлмәһенә алып инеп  урынлаштырҙы, хәҙер хужа ҡайта, сығып торма, тип ныҡлы киҫәтте. Әсәһе тыңлай буламы һуң инде, өйҙө йөрөп ҡарап сыҡты, баҡсаны барланы, әлбиттә, бик оҡшатты:

– Эх, ҡыҙым, ошо йортҡа килен генә булып төшһәң ярар ине, – тип теләне.

Ул көндө ниңәлер, хужа ла бик иртә ҡайтты. Ғәҙәте буйынса, аҡрын ғына йөрөп, Гөлгөнәнең көнө буйына эшләгән һүрәттәрен ҡараны. Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт Гөлгөнәнең бүлмәһенән әсәһенең телефондан кем менәндер һөйләшкәне ишетелде.

– Унда кем бар? – тип төҫө боҙолоп китте Илхан Нәғимовичтың.

– Ғәфү итегеҙ, әсәйем килгәйне. Берүк аңлағыҙ, мин уны саҡырманым, үҙе килде.

– Ҡайҙа, әсәйегеҙ? Таныштырығыҙ әле, – тине хужа.

Бүлмәнән, лауылдап, әсәһе үҙе лә килеп сыҡты.

– Һаумыһығыҙ, – тине хужа, – мин Илхан булам.

– Ә мин – Зөлхәбирә, һинең рәссамдың әсәһе.

– Һеҙҙең менән танышыуыма шатмын, Зөлхәбирә апай, һеҙ бик һәләтле ҡыҙ үҫтергәнһегеҙ!

– Рәхмәт! Беҙҙең ауылда бөтәһе лә һәләтле. Бына миңә уҡыу ғына эләкмәне, әллә кем була инем. Ә был өй һинекеме?

– Рөхсәт итһәгеҙ, минеке ине.

– Рөхсәт итмәй ни, тик ул хәтле өй һиңә нимәгә ул? Утын ҡайҙан еткерәһең? Ана, минеке лә ҙур итеп төҙөткәйне, балалар китеп бөткәс, бушап ҡалды. Ярты яғын бикләп ҡуйҙым, атыу утын еткереп булмай.

Илхан Гөлгөнәнең әсәһен оҡшаттымы, юҡмы, әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа киске тамаҡты бергә ултырып ашанылар.

– Ана, һеҙгә картуф, кәбеҫтә, кишер килтерҙем, уртаҡлап ашағыҙ, кәрәкһә, тағы ташырмын.

Әсәһен ныҡлы киҫәтеп ҡайтарҙы Гөлгөнә: “Килеп йөрөмәйһең, күренмәйһең!” – тип. Тыңлаймы һуң инде, декабрь урталарында итен, ҡаҙын-өйрәген тейәп, тағы килеп төштө. Ярай, ул ваҡыт йорт хужаһы командировкала ине. Тик һуңынан әсәһенең килеүен белеүе асыҡланды. Ҡапҡа төбөндә һаҡта торған егеттәр әйткәндер инде. Сөнки Илхан:

– Был юлы әсәйеңде күреүҙән мәхрүм ҡалдым, – тип сәйер генә йылмайып ҡуйҙы.

Гөлгөнә уның һүҙҙәрен ыңғай ҡабул итте. Сөнки ир менән ҡыҙ араһында мөнәсәбәттәр яңы йүнәлештә үҫә башлағайны. Быға тиклем Илхан Гөлгөнәне үҙе менән бер тантанаға алып барҙы, Мәскәүҙән сәхнә йондоҙҙары килгәйне, концерт ҡаранылар. Сәйер генә булды уларҙың аралашыуҙары. Илхан бер өйләнеп, ауыҙы бешкәс, яңынан тормош ҡорорға йыйынмаған һымаҡ тойолһа ла, күңелендә нимәләр кисергәнен бик белеп булмай. Кистәрен Гөлгөнә янына килеп ултыра, уға йылы-йылы комплименттар әйтә, һоҡланыуын йәшермәй. Егермеһе күптән түгел тулып үткән ҡыҙ үҙе лә уйлана, икеләнә, ләкин күңелен асып һалырға ашыҡмай.

Яңы йылды улар икәү генә ҡаршыланы.

– Һинең әсәйең тағы килһә, мине алдан киҫәтеп ҡуй, беҙгә уның менән һөйләшеп ала торған һүҙ бар.

– Нимә хаҡында һөйләшергә уйлайһың? – тине Гөлгөнә.

– Миңә ҡалһа, беҙ һинең менән бер-беребеҙҙе ярты йылдан артыҡ беләбеҙ, хатта бер өйҙә йәшәйбеҙ, мин һиңә өйләнергә теләйем, – тине Илхан.

– Ә мин риза булырмынмы икән һуң? – тине Гөлгөнә уйынлы-ысынлы.

– Мин һине мәжбүр итә алмайым, ләкин һинең ризалығыңды көтәм.

Яңы йылға муйынға таға торған бик затлы сылбыр бүләк итте. Гөлгөнә уға һуңғы йылдарҙа эшләгән картиналарының береһен әҙерләгәйне. Хатта ҡыуанды Илхан:

– Минең йоҡо бүлмәһендә иң арыу урында торасаҡ, – тине. – Сер булмаһа, әйт әле, нисә һумлыҡ был картина?

– Йөҙ, – тине Гөлнара.

Икәүләп көлөштөләр.

– Һумдарҙамы, әллә долларҙамы? – тип уйынды тотоп алды Илхан.

– Әлбиттә, долларҙарҙа. Сөнки мин хәҙер һумдар менән эш итмәйем.

– Ярай, риза. Долларҙа икән, долларҙа, – тип Илхан кеҫәһенән йөҙ доллар сығарҙы ла тотторҙо. Аҙаҡ сығып, күршеләргә ҡушылып, фейерверк аттылар. Бер фейервергы бигерәк юғары осто. Икәүләшеп, ура ҡысҡырып ебәрҙеләр. Шул ваҡыт Илхан бер аяғына тубыҡланды ла:

– Миңә кейәүгә сыҡ, ҡәҙерлем! – тине.

– Мин – риза! – тип ҡосаҡлап алды уны Гөлгөнә.

Ул төн бөтмәҫ байрамға әйләнде лә ҡуйҙы. Шунда уҡ һаҡта торған егеттәрҙең береһе машинаны сығарып, икеһен ҡала буйлап йөрөтөп алып килде. Илхандың офисына барып, сәй эстеләр. Мәңге онотолмаҫлыҡ тантана булды ул төн.

Яңы йылдан һуң ныҡлап туйға әҙерләнә башланылар. Исемлекте икәүләп төҙөнөләр. Байтаҡ ҡына бәхәсләшергә, хатта үпкәләшергә лә тура килде. Илхан ағай-энеләрен, партнерҙарын саҡырған да, Гөлгөнә яғына урын бик аҙ ҡалды ла ҡуйҙы.

– Бәлки уларҙы айырым саҡырырбыҙ? – тип ҡараны Илхан.

– Юҡ, улар көтә, мин уларҙы ҡалдыра алмайым, – тип ныҡышты Гөлгөнә.

Һүҙ көрәштерә торғас, ике яҡтан да егермешәр пар, тип саҡ килешә алдылар.

Сәйер туй булды ул. Бер яҡта – кейәүҙең ағай-энеләре, ҡыҫҡаһы, һауалы, эре кешеләр, икенсе яҡта – ябай ғына ауыл кешеләре. Аҙаҡ Илхан кәләшенән:

– Туй оҡшанымы? – тип һораны.

– Әлбиттә, оҡшаны. Минең яҡындарымды саҡырып, үҙеңдекеләр менән типә-тиң ҡунаҡ итеп ҡайтарғаның өсөн, рәхмәт һиңә,     ҡәҙерлем! – тине Гөлгөнә.

Шулай тағы бер нисә аҙна үтте һәм Гөлгөнәнең ауырлы икәнлеге билдәле булды. Сабыйҙы улар әсәһенең һүрәттәре менән биҙәлгән бүлмәгә алып ҡайттылар. Гөлгөнә күпме генә ҡаршылашмаһын, сабыйҙың атаһы бала ҡараусы яллатты. Тәүге мәл Гөлгөнә менән бала ҡараусы ҡатын ярышып ҡаранылар сабыйҙы. Гөлгөнә күберәк сабыйы менән булырға ынтылһа, сәғәтләп эш хаҡы алған тәрбиәсе үҙе күберәк булырға тырышты. Шулай ҙа, уртаҡ тел таптылар. Бөтәһе лә һәйбәт бара ине, ейәнен күрергә, тип, баяғы, күтәренеп, өләсәһе килеп төштө. Был юлы Илхандың өйҙә сағына тура килде. Өләсәй, үҙенең хоҡуҡтарын белгәнгә күрә, тартынып, уңайһыҙланып, баҙнатһыҙланып торманы. Килеп инеү менән, малайҙы ҡосаҡлап алды, илап ебәрҙе:

– Собханалла-машалла! Ошо сабыйҙы бер яратып һөйөр өсөн генә йәшәрһең! – тип күҙ йәштәрен ҡойоп, бәхет теләне.

Тоғонан үҙенең байлыҡтарын сығарып һалды, кейәүенә ярарға тырышҡанын, уны яҡын күреүен йәшермәне, хатта үҙенсә яҡшатланды ла:

– Кейәү! Көҙгә, Аллаһ бойорһа, йылҡы һуябыҙ. Яртыһы – һинеке. Беҙгә күп кәрәкмәй, – тип хуплау һүҙҙәре көҫәп, Илханға ҡараны. Тегенеһе бер һүҙ өндәшмәне, рәхмәт әйтмәне, эстән генә ниҙер һөйләнеп ҡуйҙы. Хәйер, кейәүҙең емерелгән ҡаштарына, һөмһөрө ҡойолған битенә, ҡыйшайған ауыҙына ҡарап, уның ниҙәр кисергәнен Гөлгөнә тиҙ төшөндө.

Өндәшмәүҙе хуплау сифатында ҡабул иткән ҡарсыҡ һаман һөйләнде лә, һөйләнде.

– Яйы сыҡҡас, әйтәйем, тигәйнем, ул баҡсағыҙҙа ни эшләп сәскә лә сәскә ул? Яҙға киләм, үҙем кишер, һарымһаҡ, һуған, ҡыяр, памиҙур ултыртып бирәм, – тигәйне, кейәүе тамам сығырынан сығып:

– Беҙгә шул ғына етмәгәйне, – тип ҡуйҙы.

Бәхәс шулай юҡтан ғына килеп сыҡты. Ҡыҙ үҫтереп биргән, ейәнен күреүгә шатланған, ауылдағы ваҡ-төйәк низағтарҙа таһылланған ҡатын, әлбиттә, үҙен хаҡлы тип иҫәпләне: ниңә, насар һүҙ һөйләмәй ҙә инде, кейәү менән ҡыҙын үҙенсә донъя көтөргә өйрәтә. Донъя хәлен белеп буламы ни? Әллә нимәләр булыр. Ҡоролоҡ булһа, ашарға етмәҫ. Илдәр араһында ла мөнәсәбәттәр яҡшынан түгел. Баяғы, кәртешкәгә күсһәләр, өсәүләшептереп нисек тамаҡ туйҙырырҙар?
Гөлгөнә тәүҙә ҡыҫылмай ғына торғайны, ләкин әйткеләшеү тәрәнгә китте. Хужаны ла, әсәһен дә туҡтатырлыҡ түгел ине. Илхан икеһенең уртаһына баҫты ла, урамдағы йорттарға күрһәтеп:
– Ана, өс ҡатлыһында завод директоры йәшәй, бынауһында – бизнесмен балалары, ә бына күршелә – хакимиәт башлығының урынбаҫары. Улар, минең хөрмәтле ҡәйнәм, минең һымаҡ хәлле кешегә күтәренеп ит-һөт ташығаныңды, тоҡлап тары ярмаһы килтергәнеңде күрһә, нимә уйлар икән? Ә инде баҡсала кишер, һуған, һарымһаҡ үҫтереү мин ошонда ваҡытта бер ҡасан да булаһы юҡ! Ул минең һәм Гөлгөнәнең эше түгел. Ана, ашнаҡсы йөрөй, нимә кәрәк икәнлеген ул белә, заказды ла ул бирә. Бөгөн иртән хәбәр итһәң, кискә килтереп тултырасаҡтар. Шулай булғас, беҙҙең биләмәлә сәскәләр генә үҫәсәк.
Шым ғына тыңлап торған ҡәйнәһе күҙ алдында тоҡанды ла китте.
– Һин, кейәү, ғүмер баҡый шулай анһат ҡына кеше иҫәбенә йәшәрмен, тиһеңме? Бик иркә, әсәй ҡосағында ғына үҫкән иргә оҡшағанһың. Шулай шул, халыҡ иҫәбенә байып алдығыҙ ҙа, хәҙер донъяның артына тибеп йәшәргә итәһегеҙ! Белеп тор, аҙаҡ мин әйтте тиерһең, ғүмер буйы май эсендә ятҡан бөйөр һымаҡ тора  алмаясаҡһығыҙ! Заманаһы килер, барығыҙ ҙа бөләсәк, ә ашарға көн һайын өс тапҡыр кәрәк. Шулай булғас, мине тыңлағыҙ һәм шым ғына ҡушҡанды эшләгеҙ!
Кейәү, мыҫҡыллы көлөмһөрәп, тыңлап торҙо ла Гөлгөнәгә боролдо:
– Ә һин нимә әйтерһең, ҡәҙерлем?
– Ҡуй, Илхан, юҡтан ғына ғауға сығармайыҡ. Әсәйем ғүмер буйы беҙҙең өсөн эшләп, үҙенсә йәшәп өйрәнгән, мин уны хәҙер кире тәрбиәләй алмайым. Уныһы минең эш түгел. Һин дә өндәшмә. Нисек бар, шулай ҡалһын.
Был һүҙҙәр Илханға бик ныҡ тәьҫир итте. Бәй, былар бит уны бөгөргә самалай. Ищеү алмаш-тилмәш улын күтәреп йөрөп, уны ла уға ҡаршы өйрәтмәйҙәр микән? Ҡара әле, овчаркаһын да, былтыр немец овчаркаһы алған булғайны, былар ҡулдан ашатып үҙҙәренә эйәләштереп бөткән. Ана бит, шылағайын ағыҙып, әсәле-ҡыҙлы был икәүгә ялағайланып, ҡойроғон болғап тора. Юҡ, былай булмай. Ул – йорттоң хужаһы, уның нисек аҡса һуғыуында кемдең ниндәй эше бар, тип уйланы Илхан һәм ҡырт боролдо ла өйөнә инеп китте.
Тәүге көтөлмәгән алыш әлегә бер яҡтың да еңә алмауы менән тамамланды.
Дөрөҫ, ике яҡ та, хатта өс яҡ та тип әйтһәк тә була, кемделер еңеү, тантана итеү маҡсатын ҡуймағайны. Хатта был бәхәсте ҙурға ебәрмәй оноторға ла мөмкин булыр ине.
Мөмкинлектән файҙаланып, Гөлгөнә үҙенең быға тиклем юҡҡа сыҡҡан хоҡуҡтарын, бәләкәй генә мауығыуҙарын кире ҡайтарыуҙы талап итә башланы. Мәҫәлән, Илхан, никахты теркәп, ғаилә ҡорғандың икенсе көнөнә үк Гөлгөнәгә икенсе номерлы өр-яңы телефон бүләк итте һәм уйынлы-ысынлы элекке бәйләнештәре хаҡында оноторға тәҡдим итте.


– Кемдәр хаҡында һүҙ бара? – тип аптыраны Гөлгөнә.


– Бөтәһе лә – дуҫтарың, әхирәттәрең, ағай-энеләрең. Әгәр, ирем нимә эшләне, тип һораһаң, яуап бирәм: бизнес-партнерҙарымдан һәм эшлекле бәйләнештәрҙән тыш, мин барыһы менән дә мөнәсәбәттәрҙе өҙҙөм.
Был көтөлмәгән талап шаңҡытты, ләкин бармаҡтағы никах балдағы, ҡулдағы алтын беләҙектәр тәүге осор уның күҙен томаланы. Уның түҙемлеге бер йылға етте. Икенсе йылына ла аҙмы-күпме түҙҙе. Ә бына иренең әсәһе менән булған бәрелеше уны уйланырға мәжбүр итте. Бәй, ул үҙен әсәһе һымаҡ та яҡлай алмаймы икән ни? Әллә тормош тигәнең шулай ҡоролғанмы, ғүмер буйы шулай буласаҡмы? Был бит ситлек! Ябай түгел, алтын ситлек! Телефон номерҙары менән бергә уны ғүмерлек мауығыуынан – һүрәт төшөрөүҙән дә мәхрүм иттеләр. Был хаҡта иренә өндәшеп ҡарағайны, уныһы:
– Һинең һүрәттәрең нисә һум тора? – тигән мыҫҡыллы һорау бирҙе.
– Минең һүрәттәремдең хаҡы юҡ, сөнки улар миңә бик ҡиммәт, – тип яуап бирҙе Гөлгөнә.
Илхан былай тип яуап бирҙе:
– Һин хәҙер ир ҡатыны. Мауығыуҙарыңды, шөғөлдәреңде онот. Һин хәҙер байбисә. Минең вариҫымдың әсәһе. Үҙең өсөн башҡа эштәр тап һәм үҙеңде бөйөк киләсәккә әҙерлә.
Көрәштең был өлөшө Гөлгөнәнең тулыһынса еңелеүе менән тамамланды, ләкин ҡатын бөгөлмәне, сәмләнде һәм үҙен яңы алыштарға әҙерләй башланы. Арлы-бирле күҙәтеү һәм еңелсә ҡыҙыҡһыныуы Гөлгөнәне иренең бизнесына һәм тормошона ҙур итеп асылған күҙҙәр менән ҡарарға мәжбүр итте. Иң ҡыҙыҡлы асыш шул: ул үҙенең икенсе ҡатын икәнлеген белә ине һәм һуңғыһы булмаясағына ла төшөндө, сөнки тормош ир менән ҡатындың бер түшәк бүлешеүе менән генә сикләнмәй. Ныҡ байҙар үҙҙәренең ғаилә мөнәсәбәттәрен еңелерәк һәм иркенерәк ҡора ала. Әлбиттә, һәр байрам һайын ойошторолған алтын-гәүһәрҙәр, ҡиммәтле тундар башты әйләндерә һәм уяулыҡты юғалттыра. Гөлгөнәне бер генә уй борсой: ситлектә ғүмер буйы йәшәп буламы? Унда мәңге йәшәү үҙеңде онотоуға ғына түгел, ғөмүмән, юғалтыуға килтереүе ихтимал. Әсәһе лә, ҡыҙын йәлләп, теге ваҡыт бик тетрәнеп ҡайтҡайны. Ауыл аҡылы менән йәшәгән һымаҡ күренһә лә, Зөлхәбирә инәй: “Һин бында, ҡыҙым, йәшәй алмаясаҡһың”, – тип күрәҙәләне. Ә бер аҙҙан Илхан менән Гөлгөнә араһында бәйләнештәр һәм мөнәсәбәттәр бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

Хәҙер ир менән ҡатынды бәйләүсе улдары ғына тороп ҡалды. Былай асыҡтан-асыҡ Юлайҙан мәхрүм итеү хаҡында бер һүҙ ҙә булманы, шуға күрә был  мәсьәлә әлегә көнүҙәк түгел һымаҡ.

Алда буласаҡ ҙур үҙгәрештәргә ишаралап, махсус төҙөлгән һорауҙар теҙмәһе менән килгән адвокат ҡына нимәлер иҫкәрткәндәй булды.

– Беҙгә һеҙҙең йәшәлгән йылдарға күпмелер күләмдә йомғаҡ яһарға һәм киләсәккә пландар билдәләргә кәрәк, – тип башланы һүҙен Илхандың мәнфәғәттәрен яҡлаусы. – Мөлкәт мәсьәләһе бик сетерекле. Һуңынан оҙайлы суд ултырыштары булмаһын өсөн алдан уҡ һеҙҙең нимәгә дәғүә итеүегеҙ һәм һеҙҙең талаптарҙың нигеҙле-нигеҙһеҙлеген асыҡлап ҡуяйыҡ.

Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тулыһынса аңлаған Гөлгөнә һаран ғына йылмайып ҡуйҙы:

– Мин үҙемдең хоҡуҡтарымды ла, мөмкинлектәремде лә беләм, – тине ул. – Мин бында ике сумаҙан менән килдем. Шулар менән сығып китһәм дә, бер үкенес тә булмаясаҡ. Һәр хәлдә суд залдарында осрашыу, ваҡ-төйәк өсөн көрәшеү минең шөғөл түгел.

– Дөрөҫ аңлаһам, һеҙ артыҡ дәғүәләр ҡуйырға уйламайһығыҙ, – тине адвокат. – Был миңә оҡшай һәм клиентты ла ҡәнәғәтләндерәсәк.

Адвокат буш ҡул менән килмәгән. Ул нимәләр алынғаны, нимәләр бүләк ителгәне ентекләп теҙеп яҙылған биш бит ҡағыҙҙы алдына һалды һәм һанай башланы. Шәшке тундар, һауыт-һаба, алтын-көмөштәр, 8 Мартҡа бүләк ителгән сит ил косметикаһы.

Ҡара әле, уйланылмаған да, булыр-булмаҫ өс йыл эсендә байтаҡ мөлкәткә һәм байлыҡҡа эйә булып йөрөгән икән дәһә.

– Ваҡланмағыҙ, – тине ул адвокатҡа текләп ҡарап. – Һеҙҙең исемлек буйынса миндә бер бутик эсенә һыйырлыҡ кейем-һалым һәм ҡиммәтле бүләктәр тупланған. Уларҙың барыһы ла ошо йорттан ситкә сыҡманы. Матди яҡтан мин уларҙың береһенә лә яуап бирә алмайым. Һеҙҙең дә талап итергә хоҡуғығыҙ юҡ, сөнки мин бер бүләкте лә, ҡултамға ҡуйып, үҙемдең яуаплылыҡҡа ҡабул итеп алманым.

Адвокаттың йөҙө тағы ла асыла төштө.

– Был осраҡта мин булған әйберҙәрҙе билдәләп кенә сығам да яҡланыусыма исемлекте генә күрһәтәм.

Шулай килештеләр.

Гөлгөнә уйлағанса, Илхан, берәй ваҡ-төйәк юҡҡа сыҡҡан йә етешмәгән булһа, уны, йәки элекке ҡатынын, уғрылыҡта ғәйепләп ҡуйыуы ла ихтимал.

Һуңғы көндәрҙә тәүге тапҡыр Илхан менән Гөлгөнә осрашты. Тыныс, ипле һәм әҙәпле мөнәсәбәт асыҡлау булды.

– Мин һине барыбер аңламаным, – тине Илхан. – Тәүҙә мин тәҡдим иткән тормош ҡағиҙәләрен ҡабул иткән һымаҡ булдың, аҙаҡ аҡрынлап ҡаршылыҡ күрһәтә, инҡар итә башланың. Һиңә бындағы тормош оҡшаманымы?

– Оҡшар ине, әгәр уны тормош тип атап булһа. Сөнки һин мине күпме генә алтын ситлек эсендә тоторға, дуҫтарың, партнерҙарың алдында рәссам ҡатының менән маҡтанырға һәм ғорурланырға тырышһаң да, минең күңелем иректә ҡалды. Ә һин иғтибарлы. Һәр һүрәттә урын тапҡан юғарыла осоп йөрөгән ҡошҡа иғтибар итә торғайның.

– Ул ҡош һин үҙең инеме?

– Әлбиттә. Мин ошо ҡош аша үҙемдең асылымды һиңә еткерергә тырыштым, ләкин өлгәшә алманым.

– Һин үҙеңдең холҡоңдо күрһәткәнһең икән, – тине Илхан. – Мин һиңә алған, бүләк иткән әйберҙәрҙән баш тартҡанһың. Үҙеңсә миңә ҡаршылыҡ күрһәтергә, йөрәгемә яра һалырға ынтылғанһыңдыр. Быға өлгәштең микән – белмәйем, ләкин ул әйберҙәрҙе ҡалдырһаң да, алып китһәң дә, минең өсөн барыбер. Һинең Юлайҙың әйберҙәренән дә баш тартырға ынтылыуың аңлашылманы.

– Һинең миңә бүләк иткән, исемлеккә эләкмәгән әйберҙәрең барыбер миңә бәхет килтермәйәсәк, сөнки мин үҙем менән, иң мөһиме, улымды алып китәм.

Илхан икеләнә, нимәлер бик көсөргәнешле уйлай. Гөлгөнә күңеле менән һиҙә: ирҙең тәҡдиме бар һәм ул Гөлгөнәнең был тәҡдимде ҡабул итерендә шикләнмәй. Эйе, хатта саҡ ҡына ла шикләнмәй. Ләкин хаталана, сөнки Гөлгөнә уның бер тәҡдименә лә риза булмаясаҡ. Һүҙ улдары Юлай хаҡында барыуы бик ихтимал.

Бик оҙаҡ уйлағандан һуң Илхан былай тине:

– Минең һиңә ике тәҡдимем бар. Ошо әйтеләсәк ике тәҡдимдең береһен булһа ла ҡабул итһәң, мин бик ҡәнәғәт ҡаласаҡмын. Бәлки, беҙгә аңлашырға кәрәктер.

– Бындай осраҡта сауҙалашыу урынһыҙ, – тине Гөлгөнә. – Мин һинең тәҡдимдәреңде тыңларға әҙермен.

– Һуңғы ваҡыт бай кешеләрҙең никахы тарҡалыу йыш күренеш. Күптәр бик ауыр, низағлы айырылыша. Мин был хәлдең икебеҙ араһында ҡабатланыуын теләмәйем.

– Мин дә шулай уйлайым, – тине Гөлгөнә. – Һинең тәҡдимеңде тыңлайым.

– Беренсеһе былайыраҡ. Һин бөтә булған әйберҙәреңде һәм өҫтәп бирелгәнде лә үҙең менән алаһың, ләкин Юлайҙы миңә ҡалдыраһың.

– Бының булыуы мөмкин түгел, – тине Гөлгөнә уйлап та тормайынса. – Улым минең менән ҡаласаҡ, һин уның менән теләгән ваҡытта осраша, тәрбиәләүҙә ҡатнаша алаһың .

– Шулай тип яуап бирерһең, тип уйлағайным да, – тине Илхан. Кәйефе шунда уҡ төштө, әммә һыр бирмәҫкә тырышты. – Икенсеһен тыңлап ҡара. Мин бик оҙаҡ уйланым һәм беренсе тапҡыр тип әйтерлек һинең көсөңдө танырға һәм сигенергә мәжбүрмен, шуға күрә мин һиңә, Гөлгөнә, бөтәһен дә яңынан башларға тәҡдим итәм. Бер ниндәй ҙә айырылышыу юҡ, беҙ әлегә тиклем булған шарттарҙа бергә йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Гөлгөнә уйға ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бындай тәҡдимде көтмәгәйне.

– Әгәр теләһәң, мин һиңә уйларға ваҡыт бирә алам.

Гөлгөнәнең күҙ алдынан Илхан менән тәүге осрашыуҙан алып ошо көнгә тиклем булған ваҡиғалар кинохроника кадрҙары һымаҡ үтеп китте.

Яңынан башларға һәм дуҫтарыңдан, әхирәттәреңдән, яҡындарыңдан баш тартырға, алтын ситлек эсендә туҡ һәм бер хәсрәтһеҙ тормошто дауам итергә. Һин үҙең яңы ғына был тормоштан ҡотолорға ынтылманыңмы?

Ә Илхан киң фронтлы һөжүмен дауам итә.

– Бөтә шарттар ҙа бар. Үҙеңдең һүрәттәреңде төшөрөп, улыбыҙҙы тәрбиәләп, кисәге тормошобоҙҙо дауам итәйек.

– Миңә уйларға ваҡыт кәрәкмәй, – тине Гөлгөнә бик ҡаты. – Мин һинең тәҡдимеңде ҡабул итмәйем. Һәр хәлдә беҙ үҙ аллы йәшәп ҡарарға тейеш. Шулай булғас, үпкәләмә, Илхан. Мин яңынан башлап ҡарайым: үҙем генә һәм улым менән.

Ҡатын ныҡ итеп, бәхәсләшергә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтте. Алтын ситлек асылды. Ҡош һауаға осоп китте.

Ә унда донъя иркен һәм бик матур.


 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: