-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Март , 20:00

Ҡолонсаҡтың күҙ йәштәре

Кескәй ҡолонсаҡтың донъяға килеүен икенсегә әсәй буласаҡ бейә генә түгел, ә бар йорт менән көтөп алдылар. Яғымлы, матур ҡыҙсыҡ сығып Аҡъялды һөйөп: “Ҡасан ғына беҙгә бәпес бүләк итәһең инде?! Мин уны яратырмын, бергә болондарҙа елеп йөрөрбөҙ”,-тип ялын тараны, һөйҙө.

Ҡолонсаҡтың күҙ йәштәре
Ҡолонсаҡтың күҙ йәштәре

Башҡа ваҡытта бик ҡырыҫ, уҫал, әммә бик ғәҙел йорт хужаһы ла кәртәне әллә нисә сығып ураны. Өйҙәгеләргә әйтмәһә лә, ул бик борсола ине, сөнки Аҡъял бер нисә ай алдан аяғын аҫҡатып, һаман төҙәлеп етмәй ине. Бейә лә кешене аңлап: “Борсолма, хужам, барыһы ла яҡшы булыр”,-тигәндәй алдындағы һолоһон иркәләп кенә ашаған булды.Аҡъял ҡолонсағын йорт хужаларына бәләһен һалмай ғына, өнһөҙ-тауышһыҙ таңға ҡарай тапты. Маңлайында аҡ йондоҙо булған бәпесен ялап туя алманы ул. Бәлки, тиҙҙән хушлашырын да һиҙгәндер...Аҡъялдың ҡолонсағын ялап торғанын күргәнен хужаһы ултыра төшә яҙҙы. “Һүң һине һаҡлап таңға тиклем ошо тирәлә йөрөнөм бит!”-тине ул бейәһенә һоҡланып та, аптырап та. Иртүк уға балалары ла ҡушылды. “Ниндәй матурҡай!” тип туҡтауһыҙ һоҡланған ҡыҙҙарын һәм улын ата кеше көскә өйгә ҡыуып индерә алды.Йондоҙ исемен алған ҡолонсаҡтың ғәмһеҙ һәм бәхетле көндәре башланды. “Тормош шундай матур икән ул!”- тип шатланды ул әсәһенең йылы һөтөн имеп, туҡтауһыҙ шәкәр ташыған балаларға ҡыуанып. Тиҙҙән нығынған ҡолонсаҡты ҡалдырып Аҡъялды ҡырға ебәрҙеләр. Их, ебәрмәһәләр ине ул...Көплө ҙур машина килеп туҡтағас утлап йөрөгән йылҡы тәүҙә бер иғтибар бирмәне. Әммә үҙҙәренә яҡынлаған кешеләрҙең уҫал ҡарашын күреп урман эсенә инә башланылар. Аҡъял кешеләрҙең үҙ хужаһы һымаҡ түгел икәнен шунда уҡ аңланы, тик урман эсенә инеп боҫоуҙы ауыртҡан аяғы тотҡарланы. Шулай ҙа өйҙә ҡалған Йондоҙон уйлап ул бар көсөн һалып ағас араһына ынтылды. Ҡайҙан инде?! Атыу тауышы яңғыраны. Түҙгеһеҙ ауыртыуға ҡарамай Аҡъял төпкәрәк ынтылды. Унан гөрҫ итеп ергә ҡоланы. Янына килеп еткән ҡораллы кешеләргә ҡарап: “Балам хаҡына, үтенәм, ялбарам! Ярты йылдан ул аяҡҡа баҫҡас үҙем алдығыҙға килеп ҡолармын”,-тип өнһөҙ генә ялбарҙы. Тик йөрәктәре менән нәфсеһе хакимлыҡ иткән кешеләр уның күҙенән ҡойолған йәштәргә иғтибар ҙа бирмәне. Йәне лә сығып өлгөрмәгән бейәнең аяҡтарын тереләй бысып алып, йәһәтләп машинаһына ташынылар. Бейәнең һуңғы өнө Йондоҙға йүнәлтелде. “Балам, харап иттеләр мине. Бирешмә!” Бейәнең иңрәп сыҡҡан һуңғы ауазы ла бурҙарҙы туҡтата алманы...Ә Йондоҙ әсәһенә ниҙер булғанын күңеле, бар йөрәге менән һиҙҙе. Кәртәлә торған ҡолонсаҡ тыпырсына, кешнәй башланы. Хужаһы аптырап: “Нимә булды һиңә?! Әллә күгәүен ҡаҡшатамы?”-тип бар ерен ҡарап сыҡты. Ҡолонсаҡ тынысланманы, тыбырсыуын дауам итте.Бар йылҡы урманда ҡалһа ла, кискеһен йүгереп ҡайтып ингән Аҡъялдың булмауы хужаны шунда уҡ борсоуға һалды. Ул уны шунда уҡ эҙләп китте. Тереләй тунап, вәхшиҙәрсә таланып, һуйылған Аҡъялын ул өҙгөләнгән тиреһенән таныны. Һуғыш йылдарының ауыр михнәттәрен кисереп, атайһыҙлыҡты күреп үҫкән, әммә бер ҡасан зарланмаған ирҙең йәштәре даръя булып аҡты. Хужаһының башын эйеп ингәнен күргәнен Йондоҙ уға ынтылды. “Ғәфү ит, ҡолонсаҡ, әсәйеңде һаҡлай алманым”,-тип кенә әйтә алды ул.Йондоҙ барыһын да хужаһының атлап килеүенән аңлағайны. Ергә ятып күҙ йәштәрен ҡойған ҡолондо бер кем тынысландыра алманы. Яратҡан шәкәренән дә, һолонан да баш тартты ул. “Былай ятһа, үлә бит”,-тип йүгереп барған ветеринар ҙа бер ни эшләй алманы. “Әсәһен һағына, әсәһен көтә. Бынан бер ниндәй дарыу юҡ”,-тине ул уфтанып.Йондоҙҙоң кеше һымаҡ ятып ҡайғырыуына бар халыҡ аптыраны. Шул ваҡытта ауылға сиғандар килгән ине. Хужа аптырап уларға китте. Өлкән сиған ҡатыны: “Әйҙә, мин һеҙгә ярҙам итәм. Ҡолонсағығыҙҙың ҡайғылы ауазы хатта ямғырҙарҙы ла ҡыуып тора һеҙҙең төбәктән”, тине. Ниндәйҙер үләндәрен тотоп алған сиғанға хужа өмөтләнеп, йылмайып ҡараны. Беренсе тапҡыр йылмайҙы. Һуңғы бер ай эсендә.Сиған ерҙә ятҡан ҡолонсаҡты күреп илап ебәрҙе. Үҙ телендә оҙаҡ нимәлер һөйләгәндән һуң, хужаға ҡарап: “Һин бәхетле кеше. Был ҡолонсаҡ беҙҙең тормошҡа тотош халыҡтарҙың гонаһтарын йыуыу өсөн ебәрелгән”,-тине. Ырымға ла, күрәҙәсегә лә ышанмаған кеше: “Йүнәлтә алаһыңмы һуң?”-тип һораған булды. Сиған үләндәргә ҡайнар һыу ҡойорға ҡушты. Артабан: “Минең яныма төнәтмә һыуынғансы бер кем инмәһен. Һыу эсерлек булғас та киҫәтеп, алдан иҫкәртеп инегеҙ”,-тине.Һыуынмай аптыратҡан төнәтмәгә хужа оҙаҡ асыуланды. Шул уҡ ваҡытта сиғандың ҡолонсағын нимә эшләткәне бик борсоно уны. Түҙмәй ипләп кенә барып ҡараны. Күргәне хайран ҡалдырҙы уны. Сиған Йондоҙҙо башынан тотоп алған да ниҙер һөйләшәләр ине. Ысын! Ҡолонсаҡ уға яуап бирә ине! Күҙҙәрендә шул тиклем хәсрәт үҙенең! Сиғандың да, Йондоҙҙоң да күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәштәр ҡойола. Хәҙер инде хужа ла илай башланы. Сиған ҡапыл уның яғына ҡарап: “Ин! Мин бит төнәтмә һыуынмайынса килмә тинем. Ә һин?! Һин яҡшы кеше, шуға ғына Юғары Көстәр һине ғәфү итер. Әммә ҡолонсаҡтың рәнйеше һеҙҙең төбәктә ҡаласаҡ. Ғәфү ит. Мин һине иҫкәрттем бит! Аңлайым, борсолаһың, әммә төнәтмә һыуынмайынса ҡарап, һин бар эште боҙҙоң...”Уңайһыҙланып башын эйгән хужа Йондоҙҙо барып ҡосаҡланы. Тәүге тапҡырҙыр, бәлки, әммә йөк аты, һуғым маҡсатында тәрбиәләгән малының ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңланы. “Ғәфү ит, Йондоҙ, бер ҡасан һиңә бысаҡлы ҡулым күтәрелмәҫ”,-тип үкһене. Башҡортса нисек аңлағандыр инде, әммә сиған ҡатыны уға: “Улайтып әйтмә, динегеҙ ҡушмай! Хәләл мал бит ул! Әсәһен һеҙ һуйып алһағыҙ, ул шул тиклем ҡайғырмаҫ ине. Кескәй йөрәге вәхшилекте ҡабул итә алмай”,-тине көрһөнөп.Сиғандың һүҙҙәре хужаның бар тормошон үҙгәртте. Атаһыҙ бала мөһөрө йөрәкте өтһә лә, бындай ҡайғы булыуына ышана алманы, мал, хайуандың шундай кешелек сифаттары (хәйер, бар әҙәм балаһында бармы ундай тойғо) бик аптыраны.Сиғандың төнәтмәһенән һуң Йондоҙ аяҡҡа баҫты. Әммә күҙҙәрендә мәңгелек һағыш ҡалды. Уның ҡарашын күтәрә алмаған хужа Йондоҙҙо эшкә екмәне, йүгәнләмәне, үҙен ғәйепле тоя ине ул. Әммә мал бик аҡыллы булып сыҡты, сая бәләкәс ҡыҙын йүгәнһеҙ ҙә йөрөттө. Күндәм, әммә бик ғорур мал булды. Хужаһы һәм уның балаларынан тыш бер кемде яҡынлатманы. Ғорур, әсәһен юғалтыуҙы кешеләр һымаҡ ауыр кисергән ҡолонсаҡты ҡарарға кешеләр ҙә килә ине. Йылҡыны тик ит, ҡымыҙ итеп күреп өйрәнгән кешеләр ышанманы, әлбиттә, был хәлгә. Әммә Йондоҙҙоң ҡарашын күреп, мыҫҡыллы йылмайыуын йәшереп, башын эйеп сығып китерҙәр ине.Хужа һуңғы ваҡыт бик ауырый башланы. Әммә тормош юлдашына: “Аҡъялға кем ҡул һалыуын белеү өсөн генә үс итеп йәшәйәсәкмен”, тип көн дә тиерлек тылҡып торҙо. Барыһы ла уйламағанда беленде. Контора янына йыйылған ирҙәр хужанан аҡса һораны. Һәр саҡтағыса көмөшкәгә етмәй ине. Туҡтауһыҙ һыҙланған, сире операцияға ла эшкинмәгән ир улар менән ҡуша китте. Ныҡ иҫереп алған ауылдашы барыһын да теҙеп һалды. “Ғәфү ит беҙҙе, һинең бейәңде сит өлкәнән килгән кешеләргә биреп ебәргәндән алып уңмайбыҙ. Йә йоҡлап булмай, йә уянып. Ошо хәмер генә ҡотҡара ауыр уйҙарҙан... Нисәмә йыл үтте, ә онотоп булмай”.Хужа, кисә генә бер табын артында ултырған ауылдашының алҡымынан тотоп алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Уның быуа башлағанын аңлаған ирҙәр көскә айырып алды, “Кем?! Тағы кем?! Милицияға бармаясаҡмын, әммә кемдәр икәнен әйт?!” Быуылыуҙан айығып киткән ир артыҡ хәбәр әйткәнен аңланы, шулай ҙа барыһын да һөйләп бирҙе.Кәйефһеҙ һәм ҡарашы һүнгән ирен күргән ҡатын нимә тип әйтергә белмәне. Тағы шул ауырыуы ҡуҙғалдымы, әллә башҡа сәбәпме... Ире ныҡ уҫал шул уның. Бер нимә һорап булмай. Әммә ғәҙел, бер ҡасан ҡатынына ҡул түгел, һүҙ тейгерҙәне булманы. 18 йәштә кейәүгә сыҡҡан йәш ҡатын бер мәл сыпраңлап китте. Йәнәһе, “мин дә эшләйем, мин дә арыйым, һин дә өйҙө, керҙе йыу”. Сит өлкәнән төшкән бәләкәс килендәренең “сәйәсәте“ икәнен аңлаған ата-әсәһе шунда уҡ килеп етте. Өлкән ҡайны ҡыҙын соланға елтерәтеп ҡуйып, әрләй башлағас, ире йүгереп сыҡты. “Ҡайным, ғәфү итегеҙ. Элек ул һеҙҙең ҡыҙығыҙ булды, ә хәҙер ул тик минең ҡатыным ғына. Әгәр яңылышҡан икән, ғәйепте минән эҙләгеҙ”,-тине ҡәтғи итеп. Уҫал, әммә иҫ киткес эшһөйәр кейәүенең һүҙҙәренән өлкән кеше ултыра төштө. Әммә башҡа өндәшмәне. Ошонан һуң йәш ҡатын да бер тауыш сығарғаны булманы. Шуға иренең кәйефһеҙлеген нисек ҡабул итергә белмәгән ҡатын уның алдына эҫе бишбармағын ҡуйҙы, ауыл хәбәрҙәрен һөйләп көлгән булды. Ире өндәшмәгәс, ул да тынып ҡалды.Хужаның күңелендә тик үс алыу тойғоһо яна. “Ярай тегеләре ситтән килгән урыҫтар! Мине белмәйҙәр, атымды ла. Ә был бит ауылдаштар! Өс ауылдаш. Күҙемә ҡарап бергә аяттарҙа ултырҙылар! Юҡ, мин быны бер ҡасан ғәфү итмәйәсәкмен!”Хужа мылтығын тотоп ауыл осонда йәшәгән Аҡъялды үлтереүселәрҙең береһен йүнәлде. Ишек алдындағы эскәмйәгә ҡунаҡлаған. Һәр саҡтағыса иҫерек. Хужа мылтығын йүнәлтте. Ҡараштары осрашты. Бахыр күҙҙәр... Йәлләмәне... Тик атырға уйлап мылтығына баҫырға уйлағанда аттың кешәнәүе бар ауылға яңғыраны. Йондоҙ ине был! Хужа уны ҡыҙғанып, юғалыр тип ҡурҡып төнгөлөккә сығармай ине, ә ул атылып килеп сыҡҡан. Ҡойма аша һикергән. Кем бәхәсләшә ала ошонан һуң йәнлектең йәне юҡ тип? Хужаһын оло бәләнән ҡотҡарып янына килеп баҫты. Уның моронон битендә тойған хужа: “Алйот һин, Аҡъялды ул үлтерҙе, ә һин яҡлашаһың!”-тип инде ҙур ат булған Йондоҙҙо ҡосаҡлап ҡайтып китте. Эскәмйәлә ултырған ирҙең аҫтындағы күләүеге генә уның торошон бар ғаләмгә еткергәндер.Сит өлкә бурҙары тураһында әйтә алмайым, әммә Аҡъялға ҡул һалған өс ауылдаштың да яҙмышы фажиғәле була. Береһе аҫылынып үлә, икенсеһенең йорто янып юҡҡа сыға, ә өсөнсөһөн балалары интернатҡа тапшыра (ул ваҡытта беҙҙең яҡта ҡарттар йорто булмай)....Ауырыуы бигерәк тә төндәрен ыҙалатҡан хужа урманға сығып китә. Йондоҙ уның артынан эйәрә. Урғаҙа ярында ултырған хужаның эргәһенә ята ул. Күрәһең, малҡай барыһын да һиҙгәндер. Сөнки хужаһы уны ҡосаҡлап ултырып ҡына мәңгелек ғәҙел һәм мәрхәмәтле донъяға күсә....Хужа үлгәндән һуң, Йондоҙ юғала. Уны бер нисә мәртәбә ҡәберлектә күрәләр. Рәшәткәләр һәм бикле зыярат ишеге аша уның нисек хужаһының ҡәберенә үткәнен хәҙер ҙә аңлай алмайҙар...

Фото: livemaster.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в