+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Март 2022, 19:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР Хикәйә

Ошо, яратмайым элекке дәүер менән хәҙергеләрҙе сағыштырғандарын. Ҡайһылай ғына һалма, кем әйтмешләй, туңҡаңлатма, барыбер беҙҙең, үҙебеҙҙең тормош. Унан ҡасып та, ташлап та ҡотолоп булмай. Мәҫәлән, үҙем тәнҡитләгәндәрен яратмайым. Хәҙер шәкәрҙе генә алайыҡ. Элек, мәҫәлән, шаҡмаҡлыһы ла, камавайы ла, вағы ла булды, ҡомо ла булды. Ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсой торғайныҡ. Бер йыл беҙгә шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән өсөн хисаплашыу иҫәбенән 12 тоҡ яртышар центнерлы шәкәр килтереп бушаттылар. Әллә икенсе Яңы йылға ла ашалып бөтмәгәйне... Беҙ ҙә, халыҡ та бөртөгөн дә әрәм итмәнек. Балын да әсеттек, көмөшкәһен дә ҡыуҙыҡ, һөт ҡушып, ҡайнатып, һаҡларға ла һалдыҡ. Ләкин һүҙем ул хаҡта түгел. “Һыңар тәртә”ләр менән “Әсе ҡатыҡ”тар тураһында һөйләргә телем ҡысый.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ   ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР Хикәйә

Сәлихте беләһегеҙҙер, Үрге урамдан Лениза менән әллә бишенсе кластан уҡ етәкләшеп йөрөнөләр. Эш шуға барып етте, йәштәр әле өйләнешеү тураһында ауыҙ ҙа асҡаны юҡ, әсәләре менән аталары үҙ-ара саҡырышып, күлмәк бирешеп, яулыҡ ябындырышып, туғанлаштылар. “Әсе ҡатыҡ”тар картуф сәсһә, күнәктәрен-көрәктәрен әҙерләп, “Һыңар тәртә”ләр кәртә артында тора. Эй, күңелле итеп эшләйҙәр, көнләшеүселәр ҙә бар. Беҙҙең халыҡ йомарт, уңған, ярҙамсыл  булһа ла, телгә лә әсе шул. Әбелғата бабай әйткән, тиме, эйе, шуға һылтайҙар, үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тип баһалаған. Әйтеүен әйткән дә, онотҡандыр инде ҡарт. Берәү ҙә мәңге йәшәмәй, үлеп тә киткәндер. Былай мин ишетмәнем, йыназаһында ҡатнашманым, былтыр зыяратҡа барғанда ҡарттың ҡәбер ташын ғына күреп ҡалдым.

Эйе, ҡарт әйткән: “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, – тигән. Уңһа, туҙһа ғына тағы бер хәл, бөтә ауыл алдында низағлашып, әҙәм көлдөрөп, сыр-сыу килешеп айырылыштылар. Ә бер ҡараһаң, мәңге айырылышмаҫтар һымаҡ ине. Сәбәбе лә юҡтан ғына булған, шикелле.

Баяғы, “Һыңар тәртә”ләрҙең Сәлихе Ленизаны киноға саҡырып барған. Керәм тиһә, ишек – биктә, тыштан да түгел бит әле, эстән. Шаҡый – асмайҙар, Үрелеп ҡараһа, күршеләре Илсафтың Таһиры: “Һиңә нимә кәрәк?” – тип ауыҙланған. Сәлихме һуң инде шым ғына, баш баҫып, ҡайтып китә торған кеше? Малай-шалай түгел бит инде, ундамы, ун берҙәме уҡып йөрөй. Кеше төрлөсә һөйләй. Хатта ул кис кино ҡарарға төшөүселәр ҙә әҙ булған. Хәйер, ул “Берәҙәк”те ҡат-ҡат ҡарауҙан ни фәтүә? Онотманығыҙмы әле?

“...Итек дана, итек дана,

Дана итек дана, итек дана...”

Ошо кино инде. Сәлих, атаһына оҡшап, төптән йыуан, мыҡты кәүҙәле бәһлеүән, ишеккә бер генә биргән, уныһы емерелеп төшкән. Барып керһә... һуң, был “Әсе ҡатыҡ”тарҙың Ленизаһы ул тиклем тәрбиәһеҙ балаға ла оҡшамаған бит әле. Таһир уны нисек әүрәткәндер, Сәлихтең урынын ниндәй һүҙҙәр менән яулағандыр. Хәҙер берәү ҙә иҫләмәйҙер инде. Һуң, етмешенсе йылдар бит. Телефон юҡ заман бит әле. Әллә ҡайһы арала Сәлихтең атаһы Тәбрис менән әсәһе Һәҙиә инәй килеп еткән. Улар килгәс, бөттө инде, иң һәйбәт, бәхетле йәшәйәсәк ғаиләгә лә юл ябырға мөмкин. Сәлих Ленизаһының сикәһенә сабырға, Таһирының иң нескә урынына тибергә, кәләшен “уйнаш” тип әйтергә өлгөргән.

Әйттем дә инде, киноға бармай, халыҡ ошонда йыйылды. Беҙҙең халыҡ етди. Бер мыҫҡыллы һүҙ, мәсхәрәле ишара ишетелһә. Шыпа тыныс торҙолар. Тын тормай, ҡайҙа барһындар, күҙ алдында бөтә ауыл һоҡланып ҡараған буласаҡ ғаилә, уның киләсәге сылтырлап ҡойолоп төштө бит. Малай-шалай нимә хаҡында һүҙ барғанын бик аңғармаһа ла, ҡыҙҙар бик ауыр кисерҙе. Нисек инде, сит-ят егет менән, күршең булһа ла, көпә-көндөҙ билдәһеҙ маҡсат менән бикләнеп ятырға мөмкин? Бикләнеүҙәре раҫ. Быныһын инҡар итеү мөмкин түгел. Ә бына ятыуға килгәндә, йыйыштырылмаған урындан башҡа, әҙәм аптыратырлыҡ дәлил юҡ. Сәлих әйткән, юрғандары аҫтына ҡулымды тығып ҡараным, йып-йылы ине, тигән. Һуң, юрған ҡапланһа ла, түшәк үҙенән-үҙе йылынмай ҙа инде. Эйе, дөрөҫ  һиҙенәһегеҙ, тимәк, унда кемдәрҙер йылынған.

Таһир менән Лениза араһындағы ғишыҡ уты нисек тоҡанған, Сәлихте ҡыҙ ни өсөн мөрхәтһенмәгән, әһәмиәте бик ҙур түгел. Сөнки Таһир – ҡойоп ҡуйған Арыҫлан Мөбәрәков инде! Уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле, әллә ни ҡалын да түгел. Ни эшләптер, ҡатын-ҡыҙ шундайҙарҙы ярата бит. Беҙҙең йәш саҡ. Ир-ат батырлығына мөкиббән китһәк тә, ҡатын-ҡыҙ матурлығына битараф сағыбыҙ.

Ленизанан һорағандар, Сәлихте ситкә тибеп, Таһирҙы яҡынайтыуың  нимәгә кәрәк булды, тип һорағандар. Нимә тип яуап биргән, беләһегеҙме?  “Сәлих тә Сәлих тип ауыҙ һыуығыҙҙы юҡҡа ҡояһығыҙ. Мин бит Таһирҙың ҡосағында һушымды юғалттым да ҡуйҙым. Ә Сәлих менән улай булғаны юҡ”, тигәнме... Бәлки кеше өҫтәп тә һөйләйҙер инде.

Сәлих әрәм була торғандарҙан түгел. Мәктәпте тамамлағас та армияға китте, ҡайтҡас, институтҡа уҡырға инде. Шул оста бәләкәй генә буйлы Дамира исемле ҡыҙыҡай бар ине, шуға өйләнде. Уныһы егәрле булып сыҡты. Нисә ҡарама, ауырлы, осраған һайын коляска һөйрәй. Эшен дә эшләй, балаларын да үҫтерә. Иң тәүге миҙалды ла ул алып ҡайтты. Сәлихтең уға өндәшеүен күрһәгеҙ... “Бәхетем, мөхәббәтем, күҙ нурым, һандуғасым”. Һеҙҙе, әлбиттә, Лениза менән Таһирҙың яҙмышы ла ҡыҙыҡһындыралыр. Улар хаҡында бер нәмә лә һөйләмәҫкә булыр ине, әгәр ауылды аптыратырлыҡ бер нисә ваҡиға булмаһа.

Икәүләшеп Стәрлетамаҡта уҡынылар. Уҡып бөтһәләр, ауыл мәктәбендә бер түгел, ике уҡытыусы артыр ине. Анауы Яңы йыл алдынан иң һыуыҡ йылды иҫләйһегеҙме икән? Әллә 60-мы градусҡа етте, тинеләр. Булғандыр. Ғәләмәт һыуыҡ ине. Таһир – физматта, Ленизаһы – филфакта. Өсөнсө курсты бөткәйнеләрме икән, нимәһелер сығып, ауылға ҡайтырға уҡталғандар. Оло юл сатына килеп еткәндәр етеүен. Тағы ун километр атларға кәрәк бит әле. Ярай әйберҙәре ауыр булмаған, Ҡайтып етеүҙәре бик шикле булыр ине. Ауылға ике-өс километр ҡалғас, Таһиры тамам ҡолаған. Хатта бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алмай икән. Ә Лениза ни эшләһен инде, ауылға ҡарай йүгергән. Юҡ инде, ял итергә түгел. Кемделер күтәрергә, сана табырға, санаға тейәп, ауылға алып ҡайтырға. Тереме, үлеме икәнлеген белгән кеше юҡ. Юлды ике яҡлап ҡарайҙар, “Әсе ҡатыҡ”ты эҙләйҙәр, юҡ, таба алмайҙар. Ул арала районға шылтыратҡандар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә һәр кеше ҡәҙерле, ике-өс милиция, эт тейәп, килеп тә еткәндәр. Шартына килтереп, Ленизанан һорау алғандар. Мәҫәлән, кем ул егет, ни эшләп ятып ҡалған, ниңә ҡалдырған, әле ҡайҙа юғалған. Һул сикәһе туңған, әле һаман нимә булғанына төшөнөп етмәгән ҡыҙ бер һорауға ла яуап бирә алмай, һушы китеп, йығылған.

Ауылды күтәреп, юлдың ике яғын яңынан тентеп сыҡҡандар. Тере ҡалырына өмөт юҡ булған. Һуң, туң мәйет булһа ла, ошонда ятырға тейеш тәһә. Ә бында, ауылда, Таһирҙың ата-әсәһе менән Ленизаның ата-әсәһе, бар донъяларын онотоп, улдарының, йәғни кейәүҙәренең, ҡайҙа булыуын түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлай башлаған. Юҡ, юҡ, тәүҙә үк дөмбәҫләшеү хаҡында шик булмаған. Тыныс  ҡына, ипле генә һөйләшкәндәр. Һөйләшеүҙән ни фәтүә, әгәр егеттең яҙмышы һаман да билдәле булмаһа.

Ул арала халыҡты йыйып, өй беренсә ебәргәндәр. Йәнәһе, ауыл халҡы йөрөмтәл, берәйһе атмы, машинамы яллап үтеп китмәгәнме? Бәлки тейәп тә алғандарҙыр. Шунан һуң ауылды йөрөп сыҡҡандар. Шулай ҙа бер йортҡа инмәгәндәр. Ысынлап та, Сәлихтең өйөнә, элекке көндәшең Таһир йылынып ятмаймы, тип барып инеп булмай бит инде.

Ә милиция ныҡ тора. Егеттең кәүҙәһен табырға ҡушалар. Табырға һәм ҡалаға оҙатырға. Ни сәбәпле үлгән.

Таһирҙың ата-әсәһе ҡайғылы мәшәҡәттәр менән йөрөй, Ленизаны һәм уның ата-әсәһен эт итеп әрләй. Ошо урында ваҡиғалар ныҡлы ҡуйыра. Лениза егете менән өйләнешергә рөхсәт һорарға ҡайтыуҙары хаҡында әйтергә мәжбүр була. Был хәбәр тиҙ арала бер нисә тапҡыр ауылды урап сыға һәм төп фаразға әйләнә. Эске эштәр органдары тикшереүсеһе, ауылда егеттең дошмандары бармы, кем үлтереүе ихтимал, тигән һорауҙар ҡуя. Ауыл халҡы арый, тиҙерәк ҡотолорға, кәүҙәне табырға теләй. Әлбиттә, Таһирҙың дошманы хаҡында һүҙ сыҡҡас, күпселек Сәлихтең бейек ҡойма менән уратып алынған, ҡалай башлы, ҙур-ҙур тәҙрәле йортона төртөп күрһәтә. Тиҙ арала өйҙө уратып алалар һәм ишек ҡаға башлайҙар. Тәҙрәләрҙә ут күренеп һүнеүе ауыл халҡында шик-шөбһәләрҙе арттырып ҡына ебәрә. Хатта аусы Ғимаҙиҙан мылтығын килтертергә мәжбүр булалар. Белеп буламы ни, бәлки ут яуҙырырға ла тура килер. Күҙ алдына килтерегеҙ, йөҙләп асыулы ир, арттарында – хәләлдәре өсөн борсолған ҡатын-ҡыҙ. Милиция бер ым-ишара яһауға, “Һыңар тәртә”ләрҙең донъяһын аҫтын-өҫкә килтереп, баҫып алырға әҙерҙәр. Хәҙер, бына бер нисә минуттан бахыр егеттең кәүҙәһен табасаҡтар, енәйәтселәр ҡулға алынасаҡ һәм ғәҙел хөкөмгә дусар ителәсәк. Етмәһә, Сәлихтең атаһының төн уртаһындараҡ шалтырлап бөткән “Запорожец”ы менән ҡайҙандыр ҡайтыуын күреп ҡалған кешеләр ҙә табылған.

***

Яңы йыл алдынан төн уртаһында 50–60 градус һыуыҡта ауыҙын асып, ҡатып ҡалған йөҙҙән ашыу кешене күргәнегеҙ бармы? Мин күрҙем. Кем әйтмешләй, бер ҙә күңелле күренеш түгел.

Өйҙән һин дә мин, эйәртенешеп, Сәлих менән Таһир килеп сыҡҡан. Халыҡ бер ауыҙҙан аһ иткән. Фажиғә нисәмә күҙ алдында башланмайынса юҡҡа сыға, ир-атҡа ышыҡланып торған ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренә ышанмай, бер-береһен тотҡолап ҡарай.

Эш былай булған: Сәлих кисә иҫкә алған “Запаригы” менән ҡайтып килгәндә көндәше Таһирҙың эргәһенән үткәнме, саҡ ҡына төкөткәнме, әле лә билдәле түгел. Ҡыҫҡаһы, Сәлих туҡтаған. Ҡараһа, дошманы Таһир юлда ята. Һелкенмәй ҙә, үлеме, тереме – белеп булмай. Сәлих нимә эшләһен инде? Быны тейәгән дә алған, бер кемгә өндәшмәй өйөнә алып ҡайтып киткән. Ҡара әле, Таһирҙың өйөнә лә хәбәр итмәгән бит әле.

Үҙе әйтеүенсә, туң бүрәнә һымаҡ ҡатҡан Таһирҙы, шалтырлатып өйөнә һөйрәп алып кергән. Дөрөҫ булһа, һелкеткеләп ҡараған, йылы сәй эсергән. Бер заман иҫенә килгән был. Тирә-яғын ҡарай – иҙәндә ята. Эргәһендә Сәлих йөрөй.

– Мин ҡайҙа ятам? – тигәндер дошман.

– Ҡайҙа булһын, минең өйөмдә ятаһың, – тигәндер дошмандың дошманы.

– Мин ҡайҙан килеп керҙем?

– Бер ҡайҙан да кермәнең, мин һине алып ҡайттым.

– Ниңә алып ҡайттың?

– Алып ҡайтмаһам, туңып үлә инең.

– Ниңә алып ҡайттың? Туңып үлһәм, яҡшыраҡ булыр ине.

– Ниңә алып ҡайттым, беләһеңме?

– Белмәйем.

– Бел, мин һиңә рәхмәтлемен, шуның өсөн алып ҡайттым.

– Не понял? Һин миңә ни өсөн рәхмәтле?

– Мин һиңә йөҙ рәхмәтле, сөнки һин мине Ленизанан ҡотҡарҙың.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Таһир бик оҙаҡ уйланып ятҡан, тип аңларға кәрәк. Ә Сәлих үҙенең һүҙҙәрен раҫлар өсөн баҙының бер таҡтаһын саҡ ҡына ситкә күсереп ҡуйған да ҡулын тығып ебәргән һәм бер “ярты” һөйрәп сығарған.

Ул  арала Таһирҙың туңған быуындары имшей башлаған һәм уңлы-һуллы, алға-артҡа ҡуҙғалырлыҡ хәлгә килгән. Һәр хәлдә, 50 грамм һыйҙырышлы рюмканы ауыҙ тәңгәленә килтерерлеккә әйләнгән. Икәүләп бер-береһен маҡтай-маҡтай былар эсеп ултыра, ауылда нимә булғанын белмәй, кешеләр урам буйлап йүгерешеп йөрөй, өйҙәрендә билмәндәре һыуына.

Йонсоған Таһир, рәхмәттәре  күҙҙәренән ҡойолоп торған Сәлих бер “ярты”ны эсеп бөтөүгә, иҙән өҫтөнә икенсеһе килеп сыға. Улар тағы эсеп өлгөрмәй, әҙәпһеҙ рәүештә ишек ҡағыуҙары ишетелә. Иң тәүҙә, эт эйәртеп – милиционерҙар, силсәүит әһелдәре килеп инә. Ҡалғаны иһә ҡалыплашҡан ғәҙәт буйынса дауам итә. Беҙ шатлыҡты һәм ҡайғыны бер үк ысул менән ҡаршылап һәм оҙатып өйрәнгәнбеҙ. Был осраҡта ла бер яңылыҡ та тойолмай.

Мин һөйләгәндәр кемгәлер уйҙырма һымаҡ тойолор, бәлки ышанмаусылар ҙа табылыр. Ләкин ысын күңелдән шуны әйтә алам, төп ваҡиғаларҙың уртаһында ҡатнашыу бәхете эләкте. Мин ул осорҙо әле лә һағынам. Ләкин оҡшашлыҡ осраҡлы, кешеләре уйҙырманан алыҫ түгел. Мин һөйләгәндәрҙе юҡҡа сығарып, ҡырҡ йыллап ваҡыт үткәндән һуң оноторға ла мөмкин булыр ине, әгәр ошо уҡ хәл-ваҡиғалар бергә-бер булмаһа ла, ҡайһы бер оҡшашлыҡтар менән өр-яңынан ҡабатланмаһа.

Эйе, хәҙер кешеләр етешерәк йәшәй. Элекке һымаҡ ауыл  һайын бер “Запорожец” түгел, ихата һайын иң кәмендә – иномарка, “Беларусь”, хатта электр самокаты. Бына шул самокат менән бәйле булыр беҙҙең әлеге бәйәнебеҙ.

Ни сәбәптәндер, ул көндө ауылға автобус килмәй. Ә Таһирҙың ҡаланан ауылға йәйге каникулдарға ҡайтҡан ейәненә район үҙәгенә барыу ихтыяжы тыуа. Шартлы исемен Арыҫлан тип алайыҡ. Автобус юҡлығын асыҡлаған үҫмер ике лә уйлап тормай, ике тәгәрмәсле самокатына атланып, Ташбашҡа ҡуҙғалып та китә. Тегендә керә, бында керә, төшкө ашты апайҙарында ашай, шунда самокатын зарядкаға ҡуйып ала. Ә хәҙер район үҙәгендә урам саты һайын прокатҡа бирелә торған самокаттарҙы күргәнегеҙ барҙыр. Таһирҙың ейәне башҡа самокаттар эргәһенә үҙенекен һөйәп, кәрәкле  ойошмаға инеп китеүе була, Сәлихтең ейәне Рөстәм килеп сыға. Бынау заманда иң булдыҡһыҙҙар ғына йәйәү йөрөр, Рөстәм  дә үҙе хаҡында шундай юғары фекерҙә. Телефонын алып, кодын асып, самокатты арендаға алыуы була, уныһы, зарядкалы замана арбаһы, үҙенең трафик бурыстарын үтәүгә әҙер икәнлеген белдереп, сигнал  бирә.

Рөстәм нимә эшләй инде? Рюкзагын арҡаһына тағып, самокат менән ҡайтып та китә. Арыҫлан да оҙаҡламай, иркенләп эшен бөтөрә, кәрәк әйберҙәрен ала һәм асфальт юлдан үҙҙәренең ауылына ҡайтырға самалап, самокатын алырға килһә, ике тәгәрмәсле арбаһынан елдәр иҫкән. Нимә эшләй егет? Шунда уҡ полиция бүлегенә бара. Шартына килтереп, ғаризаһын яҙа, ғәйеплене табыуҙарын, хөкөмгә тарттырыуҙарын талап итә.

Тап шул ваҡыт Рөстәм, телефонынан күңелле көйҙәр тыңлап, ауылына елдерә, патруль машинаһындағы полицейскийҙар урланған самокат тураһында мәғлүмәт ҡабул итә. Алдарынан ғына самокат менән Рөстәм үтеп китә. Патруль машинаһы, барған еренән кире әйләнеп, күҙ асып-йомғансы, самокатты ҡыуып етә һәм туҡталырға ҡуша.

– Ҡайҙа бараһың? – тип һорай полицейский.

– Ташбаштан ауылға ҡайтам, – ти Рөстәм.

– Ә был самокатты ҡайҙан алдың?

– Ташбаштан алдым, прокатҡа.

– Урламаныңмы? – тип ныҡыша полицейский.

– Юҡ.

– Тимәк, был самокат һинеке түгел?

– Минеке түгел. Мин уны универмаг эргәһендә арендаға алдым.

– Беҙ һинең ҡайҙан килеүеңде асыҡлау өсөн тотҡарларға мәжбүрбеҙ. Беҙҙең менән идаралыҡҡа бараһың.

Барғандар. Ошонда уҡ өмөтһөҙ генә ҡиәфәт менән Арыҫлан йөрөп ята. ДПС машинаһы килеп туҡтай. Унан, Арыҫландың самокатын тотоп, Рөстәм килеп сыға. Бер-береһен танымайҙар. Шунан башлана тикшереү! Сәлих менән Таһирҙың ейәндәренең тура килеүен әйт! Тап шул урында Сәлихкә беҙ кисә һөйләгән дүрт тиҫтә йылдар элек булған, хәҙер инде онотолған ваҡиғаны иҫкә төшөрөргә тура килә.

Сәлих инде хәҙер “Форд” менән йөрөй. Ейәненең хәлен ишеткәс, Таһир ҡорҙашы менән тағы ла осрашырға тура килә.

– Теге ваҡыт юл ситендә бүрәнә һымаҡ ятҡаныңды онотманыңмы? – ти Сәлих.

– Оноторлоҡмо һуң, – ти Таһир.

– Әйҙә, иҫкә төшөрөп ҡайтайыҡ.

Китәләр былар Ташбашҡа. Юлда бәхәсләшеп алалар.

– Ошо тирәләрәк ине, – ти Сәлих.

– Юҡ, – тип ныҡыша Таһир. – Ауылға яҡын ине.

– Ҡайҙан яҡын булһын? Һин, иҫкә төшөргән һайын, яҡынайтаһың. Йырағыраҡ ине.

– Ярай, йыраҡ та булһын. Әле ҡайҙа барабыҙ?

– Ҡайҙа булһын, Ташбашҡа инде.

– Унда нәмә ҡалмаған?

– Әллә ни нәмә түгел. Ейәндәр нимәлер ҡыланған, шикелле.

– Әйҙә һуң, Ташбашты ла күреп ҡайтырбыҙ.

Идаралыҡҡа килеп еттеләр. Икеһенә лә самокатты күрһәттеләр. Кемдең урлағанын, кемдең юғалтҡанын бик оҙаҡ аңлатырға тура килде. Файҙаһы булманы, төшөндөрә алманылар. Арыҫланға, Рөстәмгә дәғүәһе юҡлығын белдереп, яңынан ғариза яҙырға тура килде. Аҙаҡ ике малай, бер самокатҡа баҫып ҡайтып киттеләр.

Айырмаһын һиҙҙегеҙме икән? Элек шулай ине, хәҙер бына былай шул.

Ҡарттар ни эшләһен, ни өсөн килгәндәренә лә төшөнмәйенсә ҡайтып китергә тура килде. Ҡуй инде, көн бушҡа үтте, тиештеләр. Үтте шул. Көн генә түгел, ғүмер шулай үтте.

– Элек Ташбашҡа барып ҡайтыу үҙе бер яфа ине, – тине Таһир ҡарт.

– Ҡуй инде, – тип көлдө Сәлих ҡарт. – Онотманыңмы, ошонда бер кеше ята ине.

– Онота буламы һуң инде, – тип йөпләне тегеһе. – Әлдә тейәп алғанһың.

– Мин дә шулай тим, – тине быныһы.

– Эйе шул. Исмаһам, һөйләрлек бер тарих ҡалды.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: