+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Март 2022, 20:00

Көтөлмәгән туй

Хөрмәтулла Баҡыртау ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлағас, фабрикала эшләне, ошонан әрмегә китте, өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, шунда кире ҡайтты. Яҙ ҡайтып эшләй башлағайны, көҙөн колхозға эшкә ебәрҙеләр. Ул йылды иген уңғайны, ауылда ашлыҡты урып-һуғырға, йыйып бураға һалырға эшсе ҡул етешмәй. 

Көтөлмәгән туй
Көтөлмәгән туй

Ҡалалағы предприятиеларҙан ауылға ярҙамға кешеләр ебәрергә булдылар. Ураҡ менән сүкеш берлеге бит. Слесарҙар цехында йәрәбә Хөрмәтуллаға төштө. Уны ебәрмәй, бүтән кемде ебәрһендәр ике айға төп эштән айырып? Хөрмәтулланың ғаиләһе юҡ, тимәк, өйҙә (дөрөҫөрәге ятаҡта) илап балаһы көтмәй. Өҫтәүенә, Хөрмәтулла ауыл балаһы, ундағы эште лә, тормошто ла белә, өйрәтеп тораһы түгел.

Ошо ике айҙы тултырҙы ла эшкә барып күренде һәм ялға атаһы, әсәһе янына ҡайтып китте. Ул саҡта Ҡыуандыҡ, Ейәнсура һәм башҡа ауылдарҙан сыҡҡан күп кеше Баҡыртауҙа эшләй, йәшәй торғайны. Иң яҡын ҡала булғанға, кейем-һалым алырға ла шунда йөрөнөләр. Хөрмәтулла үҙҙәре яғына барған поезд вагонына ингәйне, күрше ауылдан Фәүзәт ағай менән ҡатыны ултыра.

– Яҡташтар ҙа бында икән, – тип барып күреште Хөрмәтулла.

– Эйе, – тине ир кеше. – Бына тегенеһен-быныһын алырға гурытҡа барҙыҡ. Көҙ етте бит. Балаларҙың өҫтөнә кәрәк. – Ҡатынының өндәшмәй ултырғанын шәйләп, – Сәриә, һин Хөрмәтте танымайһыңмы ни? Ейәнсурала Сания менән бергә уҡынылар.

– Ә-ә, – тине ҡатын, әммә асылып китмәне.

– Сания ни эшләй? Күптән күргән дә юҡ, – тине Хөрмәтулла.

– Ул да ҡалаға китте. Туҡыу фабрикаһында эшләй.

– Кейәүгә барманымы һуң әле?

– Юҡ. Яңыраҡ үҙебеҙҙең ауыл Байрастан яусы килгәйне лә, бирмәнек.

Хөрмәтулланың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Байрас менән Сания мәктәптә уҡыған саҡта уҡ бер-береһенә битараф түгелдәр ине. Ул саҡта уҡ уларҙы кейәү менән килен тип ирештерә торғайнылар. Ни эшләп бирмәнеләр икән һуң Байрасҡа?

– Күрәләтә нисек бирәһең инде? Ул өйҙә Байрастан башҡа алты бала бар. Иң өлкәне Байрас, – ҡатын Хөрмәтулла ышанмай ҡуйыр тигән һымаҡ, һәр һүҙенә баҫым яһап, ныҡлап аңлатты. – Унда килен булып төштөниһә, Сания ҡол була ла ҡуя инде. Байрастың әсәһе сирләшкә генә, теге алтауҙы ҡарарға кәрәк бит. Өҫтәүенә, күбеһе малайҙар.

– Ә беҙҙең балалар икәү генә бит. Сания иркә генә үҫте, – ир ҙә ҡатынын яҡлашты.

– Ярар, Байрасҡа бирмәһә ни, ҡыҙыбыҙҙың йәше үтеп бармай әле. Уның матурлығы менән утыҙҙа ла сират торорҙар.

– Мин алам, тиһәм, бирер инегеҙме? – Хөрмәтулла был һүҙҙең ауыҙынан нисек сығып кикәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды, шикелле. Ләкин әйтелгәйне ине инде. Осоролған сәпсекте кире тота алмайһың.

Фәүзәт менән Сәриә ялт итеп Хөрмәтуллаға ҡараны. Бик үк оҙон булмаһа ла кәүҙәгә мыҡты ғына, түңәрәк бите килешле генә, тулҡынланып торған сәсен артҡа тараған. Ошондай сәсте ярата Сәриә, юҡһа, иренең сәсе ике бөртөк кенә, асыуым да килмәгәйе, уныһы ла һарғылт. Ҡырын тараған була ла, түбәһендәге таҙын аса ла ҡуя.

– Әлләсе... – тип һуҙҙы ҡатын.

– Һеҙ атайың менән әсәйендә бишәүме әле? – тип асыҡлыҡ индерергә булды Фәүзәт.

– Юҡ, беҙ дүрт бала. Ике ағайым, бер апайым бар. Мин – кинйә.

– Үҫеп бөткәндәр икән, – ҡатындың тауышы йомшаҡ ҡына сыҡты.

– Үҫеп бөтөү генә түгел, үҙҙәренең балалары бар, айырым торалар. Мин ҡырҙа булғас, атайым менән әсәйем өйҙә икеһе генә.

– Һин ҡала кешеһе булып бөттөңмө инде? – Фәүзәттең дә тауышы һәүетемсә тыныс ҡына сыҡты. Былар кирегә боролоп китмәһен, тип, егет ышаныслы һөйләргә тырышты:

– Әрмегә тиклем Баҡыртауҙа ике йыл эшләгәйнем. Ҡайткас та һаман шундамын.

– Ятаҡта тораһыңмы? – Сәриәнең тауышы һағайыулы ине.

– Эйе, ятаҡта. Өйләнмәгән кешеләрҙең бөтөнөһө лә ятаҡта йәшәй. Өйләндениһәләр, шундуҡ фатирлы булалар.

– Эш хаҡың күпме һуң?

– Йөҙ һум сыға айына.

– Оһо, Байрастыҡы 35 һум ине. Үҙенең ашауынан артмай.

Байрастың эш хаҡы күберәк икәнен белә ине Хөрмәтулла. Училищела ла бергә уҡынылар, бер үк фабрикала эшләйҙәр бит. Ләкин тегене яҡлап, аныҡлыҡ индереп торманы.

Санияның атаһы менән әсәһе бер аҙ шым ултырҙы.

– Һинең атайың ветеринармы әле? – тип ҡыҙыҡһынды ҡатын. Хөрмәтулла урынына ире яуап бирҙе.

– Эйе, беләм мин уны. Силсәүит тә булды, һатыусы ла, агент булып, иҫке-моҫҡо ла йыйҙы. Ветеринарлығы тыумыштан инде. Уның ҡулы тейгән мал, үлергә ятһа ла, тороп китә. Хәтерләйһеңдер, беҙҙең һыйыр ашлыҡ ашап, эсе күбеп тәгәрәгәс, ул әллә нимә генә эшләтте, теге шәбәйеп китте. Ә бит күпме кешенең малы ҡазаланды.

Вагондағы кешеләр хәрәкәтләнә, төшөргә йыйына башланы. Ир менән ҡатын да сумкаларын барланы. Шунда Фәүзәт Хөрмәтуллаға боролдо.

– Һинең һүҙгә Сания ни әйтер икән һуң?

Хөрмәтулла яуырындарын һикертте.

– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ күҙем төшә торғайны. Ул Байрас менән йөрөгәс, араларына инмәнем.

– Ярар, уйларбыҙ, – Фәүзәт һүҙҙең бөткәнен аңлатып, нәмәләрен ҡулына алды, ул арала поезд тәгәрмәстәре лә сыйлашып барып туҡтаны.

Ейәнсура станциянан алыҫ түгел. Хөрмәтулла йүгерә-атлай ҡайтып инде. Солан иҙәнендә аяҡ кейеменең күплегенә ҡарап, атайымдар ҡунаҡ йыйғандар икән, тип уйланы. Өй ишеген асыу менән уны күрше урамда йәшәгән Зәбилә күрҙе. Был ни эшләп йөрөй икән бында? Зәбилә йылп итеп ҡашығаяҡ яҡҡа инеп китте. Ундағы ҡатын-ҡыҙға өндәшә һалды:

– Хөрмәтулла ҡайтҡан.

Быны егет тә ишетте. Элек Хөрмәт ти ҙә ҡуя торғайны. Быға ни булған, тип кенә уйлап өлгөрҙө, уңарсы булмай, әсәһе килеп сыҡты. Улының арҡаһынан тупылдатып һөйөп:

– Минең улым үҙе лә ҡайтып инде, – тип, яңылыҡты өйгә тултырҙы. Хөрмәтулланың атаһы килеп сыҡты, уның артынан Зәбиләнең атаһы, әсәһе сығып, егет менән күреште. Ирҙәр матур ғына ҡыҙмаса булып алған. Өҫтәлдә бал һала торған стакандар күренә. Был ниткән байрам икән? Зәбиләнең нәҫел-ырыуы менән атайымдар бик яҡынлап аралашмай торғайны ла баһа, тип ҡуйҙы Хөрмәтулла эстән генә.

Яңы ҡунаҡ килгәс, табынды яңырттылар ҙа киренән һикегә ултырыштылар. Тик Зәбилә генә өйҙөң ҙур яғына, ҡунаҡтар араһына сығып күренмәне.

Хөрмәтуллаға атаһы әсе бал һалынған стакан тотторҙо. Быныһы инәлтмәне, төп күтәреп эсте лә:

– Атай, мин өйләнәм. Шуны әйтергә ҡайттым, – тине.

– Өйлән шул. Һин өйләнһен тип мәшәҡәтләнеп ултырабыҙ бына беҙ. Үҙең тапмағас, ҡыҙҙы бына беҙ таптыҡ.

Шунда барыһын да аңланы Хөрмәтулла. Атаһы менән әсәһе яҙ әрменән ҡайтҡас та, өйләндерәбеҙ, тип бер булғайны. Ул саҡта өйләнергә күҙе төшкән ҡыҙы юҡ ине Хөрмәтулланың. Шулай тигәс, шымғайны атай менән әсәһе. Әле бит былар Зәбиләне уға әйттерергә булып, ҡоҙа-ҡоҙағый менән танышыу табыны ҡорған икән да баһа!

– Юҡ, ул түгел, – Хөрмәтулла өйҙөң бәләкәй яғында йөрөгән Зәбиләгә баш иҙәне. – Ул түгел.

– Кемде алыр китәһең һуң һин?

Өй шып-шым булып ҡалды.

– Күрше ауылдан Фәүзәттең ҡыҙы Санияны.

– Тирә-яҡта бер сибәр, тип һөйләйҙәр, шунымы ни?

– Эйе, шуны.

– Ауыҙың бәлеш түгел, үҙемә оҡшап. Әсәһе, ишетәһеңме, улың ни һөйләй?

Хөрмәтулланың әсәһе ҙур яҡтың ишегенән башын ғына тығып ҡараны ла ҡунаҡтар яғына ымланы. Кеше алдында нимә һөйләгәнеңде аңғарып ултыр, тийеүе ине. Әммә ир быны аңламаны, шикелле, һаман үҙенекен итте.

– Ул килен булһа, беҙҙең өй ҙә бүтәнгә әйләнер ине.

Атаһының башҡа юҫыҡҡа борола башлағанын тойған Хөрмәтулла:

– Атай, Санияны һорап яусы ебәрәйек, – тип ысҡындырҙы.

– Ә нимәһе? Дөрөҫ. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк. Әсәһе, бар Мәфтүхаға әйт: яусы булһын. Ат менән күрше ауылға үҙем алып барам, һөйләшеп бөткәнен Хәйернисаларға инеп көтөп торормон, Фәүзәткә күрше генә бит. – Тора һалып, ат егергә сығып та китте. Ҡашығаяҡ яғында Зәбилә, уның әсәһе мышҡылдашып илай ине. Зәбиләнең атаһы ҡайтырға була ишеккә йүнәлде. Уға өй хужаһы:

– Мин һине былай ғына «ҡоҙа» тиер ҙә ҡуйырмын. Туй ашына ла әйттерермен, килерһең, йәме, – тип өндәште.

Тегенеһе ҡулын ғына һелтәне лә, өндәшмәйенсә, ҡайтып китте. Кешеләр таралышҡас, Хөрмәтулланың әсәһе үпкәләне:

– Эй, иҫәрһегеҙ ҙә инде. Үҙенән алда нимәһе ҡысҡырған, тигәндәй, кешене саҡыр ҙа, битенән көлөп сығарып ебәр. Шул булдымы ирлек?

– Кеше алдында яҡшатланам тип, балаң ғүмер буйы оҡшатмаған кешеһе менән йәшәһенме? Тегенең, исмаһам, ҡарайым тиһәң – бите, тотам тиһәң...

– Ҡайтып, дау һалдың да ул. Ә атай менән әсәйҙең туй яһарлыҡ хәле бармы һуң, шуныһын уйланыңмы? – Әсәй кеше иң һуңғы, әммә кәттә дәлилде сығарҙы.

– Ул яғын уйлағанмын инде, сығымдарҙы үҙем күтәрәм. Ике ай колхозда йөрөгәндә фабрик эш хаҡының өстән икеһен түләйем тине, 200 һум тирәһе була ул. Хеҙмәт өсөн колхоз 2 центнер иген бирә, бер ат йөгө ҡауын-ҡарбуз тейә. Шул туйға етмәйме ни?

– Ит яғын үҙем ҡайғыртам. Ике-өс һарыҡты йығам да һуям, – атай ҙа үҙ дәлилен ҡуйҙы.

Ыштанының һыңар балағын күтәргән, икенсеһен ергә һөйрәлтә яҙғанса төшөргән Мәфтуха ҡарсыҡты ултыртып сығып киткән йорт хужаһы бер нисә сәғәттән боролоп та ҡайтты. Былай тиҙ йөрөгәс, юлдары уңмағандыр, тип ҡыуанған ҡатыны йүгереп сығып ҡапҡа асҡайны, арбанан төшөр-төшмәҫтән ир ҡысҡырып та ебәрҙе:

– Ҡатын, эш беште. Фәүзәттең Санияһы беҙҙеке. Туй, мәһәр, бирнә – барыһы тураһында ла һөйләштек, килештек, һал ашыңды, ҡайнат самауырыңды, саҡыр ағай-энене. Ҡасан кейәүләү, ҡасан туй – шуны һөйләшәбеҙ.

Әсәһе ауыҙын ҡымтыны ла ҡушҡанды эшләргә тотондо, Хөрмәтулла үҙе, ауыҙы йырылып, һарай башына менеп китте. Уның шунда ятып йөрөй торған урыны бар. Ятып, хыялға батырға булды.

– Ирмен тигән иргә ҡаршы торор кәртә бармы ни ул? – Шулай һөйләнә-һөйләнә, Мәфтүха ҡарсыҡ үпкәһен йөҙҙөргәнсе эсерлек сәйгә өмөт итеп, өйгә инеп китте.

* * *

Ҡыҙ яғында туйҙы ике өйҙә үткәрергә булдылар. Ололар төп ҡоҙаның өйөндә йыйылыр, йәштәр айырым Хөрмәтулланың апаһы Хәйернисаларҙың өйөндә ултырыр, тинеләр. Хөрмәтулла кәләш алыу мәшәҡәттәрен Баҡыртауҙа эш хаҡы алып, магазиндарҙан кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыуҙан башланы. Буласаҡ ҡайны менән ҡәйнәһенән башлап, ҡайнағаларына, ҡайынеңгәләренә арыу ғына бүләк алды. Ҡәйнеш, балдыҙҙарына бәке, тараҡ кеүек ваҡ-төйәген йыйҙы, кейәү күстәнәсе тип ике литр араҡы ла алды, шешәләренең муйынына ҡыҙыл таҫма бәйләтте. Аш-һыуҙы был юлы ҡыҙҙың атай, әсәйе хәстәрләй, шуға Хөрмәтулла был турала уйланманы. Иң ҡыйыны, кәләшкә күлдәк һайлау булды. Әҙер тегелгәнен алыр инең, яраймы-юҡмы уға, ҡайҙан беләһең. Үҙе тегеп кейер, тип, ситсаһын ғына алыуҙы ла килештермәне. Уны ҡасан бестерә лә, ҡасан тектерә әле. Ә туй көнө етеп килә. Туйҙа кейәү бүләген кейеп ултырырға тейеш бит инде кәләш. Эҙләнә торғас, бик матур асыҡ зәңгәр төҫлө күлдәккә барып юлыҡты. Хаҡы ла арыу инде, тик уныһына ҡарап тораһыңмы ни Сания сибәрҙе алғанда. Күлдәктең билдеге лә бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, килешергә тейеш был кәләшкә. Штапель күлдәк кемгә эләгә әле? Ә үҙе ағаһының костюмын кейеп торор. Ағаһы Мәскәүгә хеҙмәт алдынғыларының слетына барғанда алған. Хатта-хатта матур.

Хәйернисаның өйөнә ике өҫтәл ҡуйҙылар. Береһе тирәләп Санияның ауылдаштары ултырыр, икенсеһе Хөрмәтулла менән килгән егеттәргә тәғәйен. Кейәү менән кәләш тә шунда. Санияны ла, Хөрмәтулланы ла оҙон ҡолаҡтар иҫкәртте: ҡыҙ яғынан килгән егеттәр ыҙғыш сығарырға, Хөрмәтулланы ла дөмбәҫләргә йыйыналар. Бәлки, эсенә бысаҡ та тығырҙар әле. Араларында төрмәнән ҡайтҡан берәү ҙә бар, ти. Ыҙғыш башында Санияның элекке йәре Байрас тора, ти. Ҡыҙ үҙенә эләкмәгәс, Хөрмәтуллаға ла тәтемәһен, тигән, имеш. һуйһам – һуям, һуйылһам – һуйылам, әммә бүтәнгә бирмәйем. Хөрмәтулла менән Сания ла үҙҙәренсә сараһын күрҙе. Егет үҙ нәҫелендәге иң үткер, иң һуғышсан егеттәрҙе алып килде. Кемдең ҡасан нимә эшләргә тейешлеген билдәләп ҡуйҙылар. Байрастарҙың тәүҙә үҙ-ара ыҙғыш сығарып, шунан егет яғын һуғышҡа индереп ебәрергә уйлағаны ла билдәле булды.

Сания ҡыҙ менән егет йәрәшә торған өйҙө ныҡ йәшерен әҙерләне. Берәү ҙә белмәҫлек иттеләр. Байрастың туй мәжлесендә быларға һөжүме барып сыҡмаһа, йәрәш йортона йүгерәсәге көн кеүек асыҡ бит инде. Шуға бер кемгә лә белдермәҫкә тырышты.

Мәжлес башланды. Кейәү егете менән ҡыҙҙың әхирәте уртала. Йәштәрҙе улар һыйлай. Туй менән ҡотлап ике стакан әсе балды түңәрәккә төшөрөп ебәрҙеләр. Тәүҙә кейәү менән кәләш эсемлеккә тел тигеҙеп кенә бирҙеләр. Шулай тейеш. Уларҙың бөгөн нәҫел яралғыландыраһы бар. Киләсәк таҙа, эскелекһеҙ булырға тейеш.

Иң түрҙәге мөйөшкә һырығып Байрас ултыра, һонтор кәүҙәһен бөксәйткән, күтәрелеп берәүгә лә ҡарамай, һүҙ ҙә ҡушмай. Сираты килеп еткәс, стаканды тартып алып, бер тында төп күтәргәнсе эсте лә, тағы ҡой, тип ишараланы. Тиҙерәк ҡыҙмаса булып, ҡара уйын ашырмаҡсы инде. Икенсегә стакан бирмәнеләр быға. Күршеһенә һонолған ҡулға һуҡты ла ебәрҙе был. Бал китте сәсрәп, стакан ашамлыҡ өҫтөнә барып төштө.

– Нишләйһең ул! Кейемде лыс бал иттең! – тип ҡысҡырҙы кемдер. Берәүһе икенсеһенең яғаһынан матҡыны.

Кейәү яғындағылар аңланы: Байрастыҡылар ыҙғыш башланы. Күрше ауылдан килеүселәр һикереп кенә торҙо ла эргәләге өҫтәл тирәһендәгеләрҙең кемен муйынынан һыҡты, кеменең ҡулын шаҡарып бәйләне.

Шау-шыу, орош-бәреш башланыу менән теге матур штапель күлдәкте кейгән Сания Хөрмәтулланың ҡулынан етәкләп алды һәм:

– Әйҙә! – тип тышҡа һөйрәне. Хөрмәтулла ҡарышманы. Бер нисә минуттан былар һарай артына сығып, баҡсалар буйлап, ауылдың осона ҡарай йүгерә ине инде. Ҡараңғы төндә ҡыҙҙың штапеле ялт-йолт итеп бара, арттан эйәргән егеттең костюм һиҙәбе эленмәгәнлектән, аҡ күлдәге генә сырамытыла.

Сания Хөрмәтулланы икенсе урамдың осона уҡ килтерҙе. Бәләкәй генә өй. Ҡараңғы, күҙгә төртһәң дә күренерлек түгел. Сания, һәрмәнеп, һикене тапты, егеттең етәкләнгән ҡулына түшәктең мөйөшөн тотторҙо.

– Сисен, ят! Мин хәҙер киләм, күлдәкте генә сисәм дә...

Хөрмәтулла сыр яланғас ҡалғансы сисенеп, кейемен ҡайҙалыр ҡараңғыға быраҡтырҙы ла, түшәккә сумды. Күп тә үтмәне, уның кеүек үк яланғас ҡыҙ егеттең ҡуйынына һырылды... Ир кәләшен үпте, иркәләне, тәнен һыйпаны. Ҡулы арҡаһындағы миңгә тейҙе, шуны тотоп та ҡараны, бармаҡ осо менән дә, усы менән дә ышҡыны. Кәләшенең иң ныҡ билдәһе шул, тип уйланы, ахырыһы.

Хөрмәтулла уянып киткәндә, түшәктә яңғыҙ ята ине. Бәләкәй генә тәҙрәләрҙән тоноҡ яҡты төшә. Мейес аръғындағы ҡашығаяҡ яҡта кемдер ҡыйпырҙай. Уның йөҙөн күрмәһә лә күлдәген күреп ҡалды: кәләше йөрөй, сәй хәстәрләйҙер инде.

Шул саҡ шығырлап ишек асылды, кемдер инде.

– Хәйерле иртә, йәштәр! – тип сәләмләне инеүсе. – Тороғоҙ. Сәй эсегеҙ ҙә кейәү мунсаһына барығыҙ. – Шунан Хөрмәтулланың юрған осонан тартты. – Кейәү, тор! Кәләш ҡуйыны тәмлелер ҙә ул, һыуынмаҫ борон, мунсаға барыр кәрәк.

Кемдең тауышы был, шул тиклем таныш, тип ятты тәүҙә Хөрмәтулла. Шунан күҙен асып ҡараһа, Сания тора.

– Үҙең мунса яғып йөрөйһөңме ни? – тип һораны Хөрмәтулла.

– Шулай итмәй булмай. Кәләшеңә мунса яғырға ярамай әле.

– Һин дә инде минең кәләш.

– Түгел шул, бына һинең кәләшең. – Штапель күлдәк кейгән кеше Хөрмәтулланың янына килеп баҫты. – Зәбилә!

– Танымай ҙа тораһыңмы кәләшеңде? – Сания көлдө. – Ҡараңғыла битен дә күрмәгәнһеңдер инде. Өҫтәүенә, бит ҡайғыһы ла булмағандыр...

– Күрмәһә лә, һәрмәп таный инде ул. Минең арҡалағы миңде эй һыпаны, эй һыйпаны...

– Миндә ундай миң юҡ.

Ул арала булмай, йәнә ишек асылды, ир кеше килеп инде.

– Сания, әйҙә йәһәтерәк, – тип ҡабаландырҙы. – Поезға һуңлайбыҙ.

Быныһын шунда уҡ таныны Хөрмәтулла. Байрас бит.

Сания менән Байрас сығып китте. Ни хәл булғанын һаман төшөнөп бөтмәгән Хөрмәтулланы Зәбилә саҡырҙы:

– Ирекәйем, ҡоймаҡ бешерҙем, әйҙә, сәй эсәйек!

Ҡоймаҡты ярата Хөрмәтулла, ҡайһылайтып баш тартһын. Тороп кейенә башланы...

Фото: iweda.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: