-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Март 2022, 20:00

Шағир

Беҙҙең ауыл зыяратында шағир ерләнгән. Зәңгәргә буялған таҡта рәшәткә эсендә — бейек булмаған мәрмәр обелиск. Буяуы ҡупҡас, иҫке ағас яланғасланып ҡалған, ҡәбер өҫтөндә сиҙәм ерҙәрҙә үҫә торған оҙон ҡаты үләндәр, әллә ниндәй ят, ҡырағай сәскәләр бәүелешә.

Шағир
Шағир

Иҫкелектән, ямғырҙан, әсе елдәрҙән, бурандарҙан һәм үҙенең ауырлығынан обелиск бер яҡҡа, рәшәткә икенсе яҡҡа ҡыйшайған. Һорғолт мәрмәрҙең өҫ яғында — ике метр тәрәнлектәге ҡәберҙә ятҡан кешенең фотографияһы. Фотография юйылған, үлгән шағирҙың йөҙөн танырлыҡ та түгел: тоноҡ һүрәттә уның күҙ урындарының нөктәһен дә киң козыреклы фуражкаһын ғына төҫмөрләргә мөмкин. Аҫта, обелисктың киңәйгән өлөшөндә, мәрхүмдең исем-фамилияһы, тыуған һәм үлгән йылдары сүкеп яҙылған: Шағир Ильясов Фәтҡулла 1916—1954 йй.

Ильясов Кашафтың ошо бәләкәй улы минең уҡытыусым ине, беҙгә, ауыл малайҙарына, урыҫ телен һәм әҙәбиәтен уҡытты. Бер туған Ильясовтар үҙҙәренең ҡыйыулығы, аң-белемдәре, ынтылышлы булыуҙары, донъя көтә белеүҙәре менән ауылда шул фамилияны йөрөткән байтаҡ ағайэнеләренән айырылып тора ине. Өлкән ағалары — колхозда бригадир, уртансылары — районда ниндәйҙер түрә, ә бәләкәйе, Фәтҡулла, педагогия училищеһын бөтөп, ауылда уҡытыусы булып эшләне. Ул, ҡара костюм кейеп, галстук тағып, класҡа беренсе мәртәбә ингәндә беҙ, үтә лә осло күҙлеләр, уның башҡа уҡытыусыларға һис оҡшамағанына иғтибар иттек; ул нисектер яңы, ҡыҙыҡ, үҙенә бер айырым кеше ине. Икенсе аптырағаныбыҙ шул булды — ул беҙҙең менән урыҫса һөйләшә башланы. Һөйләш телен ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла аңлауын аңлай инек, беҙҙең элекке уҡытыусы, әйтәйек, «одно слово или группа слов, виражающие, отдельную мисль, називается», тип өйрәтә торғайны, һәм беҙ, шулай әйтәләрҙер инде тип, уның артынан «мисль називается» тип ҡабатлар инек. Ә яңы уҡытыусы баҙарға килеүсе күрше приискылағы урыҫтар кеүек дөп-дөрөҫ итеп һөйләшә. Дөрөҫ һөйләш беҙгә нисектер ҡыҙыҡ күренде һәм беҙ ҡыуанышып көлөштөк: беҙгә мәрәкә ине. Аптырауыбыҙ бының менән генә бөтмәне әле. Ул таҡтаға аҡбур менән яҙа башлағас, беҙ телһеҙ ҡалдыҡ — уҡытыусының һәр хәрефе түңәрәк-йомро, талғын — бындай ҙа тигеҙ һәм асыҡ яҙыуҙы мин ҡағыҙ аҡсаларҙа ғына күргәнем бар. Уҡытыусы тауышын да күтәрмәне, линейка менән өҫтәлгә лә, беҙҙең тап-таҡыр баштарға ла һуҡманы, шаулаша башлаһаҡ, беҙгә йылмайып ҡарап тик торҙо: үҙебеҙҙең насар ҡылыҡтан оялып тынысланыуыбыҙҙы көттө.

Ә нисек оҫта һөйләй ине ул! Әҙәбиәт дәрестәрендә китаптарҙа булмаған нәмәләр хаҡында бәйән итер ине. Пушкин менән Лермонтовтың дуэлдә үлгонен беҙ белә инек, беҙгә Пушкинды ниндәйҙер ҡәбәхәт Дантес, Лермонтовты батша офицеры Мартынов атҡаны ла мәғлүм, әммә ни өсөн, ниндәй сәбәп менән атышҡандарын, дуэлдәр нисек булғанын, ни өсөн Дантес Пушкинды, Мартынов Лермонтовты үлтергән, ниңә киреһенсә түгел икәнлеген белмәй инек. Шиғырҙарын ҙур ауырлыҡ менән ятлаған был ике шағир беҙҙе, малайҙарҙы, күберәк уларҙың шәп егеттәр булыуы, пистолеттан ата белеүҙәре нығыраҡ һоҡландыра ине. Беҙ, күптән түгел генә тыуғандар, ҡояш нурҙарын, үләндәрҙе, ҡарҙы яңы ғына күргәнбеҙ, беҙгә тормош яңы ғына башланған төҫлө, быға тиклем, бигерәк тә батшалар заманында булған ваҡиғалар беҙҙе әллә ни ҡыҙыҡһындырмай — ул бөтөнләй икенсе заман, ул заманда үтә күңелһеҙ булған, бәхетһеҙ кешеләр мәғәнәһеҙ тормош ҡараңғылығында йәшәгән, ысын тормоштоң башланырын тилмереп көткән һымаҡ тойола ине. Фәтҡулла ағай бөгөнгө тормош, кешеләр, элек йәшәгән шағирҙар хаҡында һөйләй башлаһа, уның һүҙҙәре беҙҙең аңда йәнле картиналарға әүерелә һәм беҙ ул замандарҙа ла ҡояш яҡтыртҡан, кешеләр йәшәгән, ағастар шаулаған, үләндәр үҫкәнлеген күрәбеҙ.

Класта, Фәтҡулла ағай артында, ваҡыт яҫылығы асылғандай булып тойола, унан күптән үлгән кешеләрҙең йөҙҙәре, күҙҙәре ҡарай, кешелек тарихының ҡалтыраныулы тауышы ишетелгәндәй була. Ир уҡытыусылар беҙҙә дүртәү ине. Мәктәп директоры Хәбибуллин туған телдән һәм әҙәбиәттән уҡытты. Хәйруллин — математика, Сәләхов — тарих менән географияны, Ильясов Фәтҡулла — урыҫ телен һәм әҙәбиәтте. Беҙ, бәләкәй генә кәмселектәргә, ҡылыҡтарындағы сәйерлектәргә йәки уҡытыусыларҙың кейеменә үтә иғтибарлы малайҙар, уларға төрлө ҡушамат тағырға әҙер генә торабыҙ. Хәбибуллин, мәктәп директоры, «Аҡһаҡ айғыр» исемен йөрөттө. Уның бер-береһенә яҡын ғына ултыртылған күҙле, ап-аҡ эре тешле ҙур ауыҙлы оҙон йөҙөндә, ҡалын тауышында ысынлап та атҡа тартым һыҙаттар бар ине шул. Етмәһә, бер аяғына аҡһай ҙа. Сәләховтың яй йөрөүе етмәгән, ул ҡабаланмай ғына һөйләшә, һүҙҙәрҙе һуҙа, һыйыр ише мышнай, шуға күрә беҙ уға «һыйыр» тигән исем сәпәгәнбеҙ. Математик Хәйруллин шаҙра һәм һул ҡулы юҡ — бәләкәй сағында теләһә ҡайҙа йөрөп, бер ваҡыт поездан йығылып төшөп, тәгәрмәс аҫтында ҡалған тиҙәр — билдәле, ул «Сулаҡ» ҡушаматлы. Хәйруллин ифрат етеҙ кеше, урам буйлап елеп кенә йөрөй, класҡа ла атылып килеп керә, ҡулына аҡбур алып таҡтаға яҙа, яҙғанын йәһәт кенә һөртөп тә ҡуя. һәр бер һүҙ аша тигәндәй ул «нәмә?» ҡыҫтырып һөйләй: «Икенән бергә өстән берҙе ҡушһаң, нәмә? Дөйөм знаменатель табабыҙ, нәмә?» һәм артабан да шул рухта .. Күлдәгенең муйынынан һерәйеп сығып торған нәҙек муйыны буйлап аҫҡа-өҫкә күмәгәйе йөрөй, буш еңендә зәғиф ҡулы һелкенә. Бер ваҡыт мин уның йүгерек, ҡабалан аңлатыуҙарынан ялҡып бер дәрес эсендә етмеш биш «нәмә?»не иҫәпләнем. Беҙ уның дәрестәрендә рәхәтләнеп шаулашабыҙ, ә ул асыуланмай, һаман яҙыуын, һөйләүен һәм һүҙ аша «нәмә?»һен ҡыҫтырыуын дауам итә. Ул уҡытыусылар араһында иң йыуашы, шул уҡ ваҡытта абруйһыҙ, йомшаҡ уҡытыусы булғандыр — иң наҙан, иң ялҡау уҡыусыларға ла насар билдәһе һуҡмай торғайны. Беҙ уның ҡайһы бер йомшаҡ яҡтарын да белә инек — ул шым ғына эсә, былай үҙе урамға иҫерек көйө сығып боларып йөрөмәй, шешенгән күҙҙәре, ҡыҙарған танауы буйынса кистән «һалғанлығы» күренеп торһа ла, дәрескә айныҡ килә. Ул беҙҙең ауылдыҡы түгел, ниндәйҙер алыҫ райондан килгән, тол ҡатында фатирҙа тора ине. Беҙ бер Фәтҡуллаға ғына ҡушамат таба алманыҡ. Ғөмүмән, ул бер ниндәй ҙә хайуан-януарға оҡшамағайны, тән-кәүҙәһендә лә кәмселектәр юҡ, уның йөҙө уҡытыусы Фәтҡулланың йөҙө, ул бөтә булмышы менән уҡытыусы Фәтҡулла ине — аҡыллы йылмайыулы, асыҡ, мауыҡтырғыс кеше, уны тыңлағанда үткәндең эңере яҡтыра, күптән үлгән кешеләр терелгәндәй була.

Торараҡ мин уның шиғыр яҙыуын да белдем. Шағир! Пушкин, Лермонтов, Туҡай, Ғафури, Таҡташтар шағир булған. Уларҙың бөтәһе лә күптән йәшәгән, хәҙер барыһы ла үлгән. Тереләрҙең шиғырҙарын мин китаптарҙан уҡыйым, минең өсөн улар ғәҙәттән тыш кешеләр, улар ҙур ҡалаларҙа йәшәй, ябай кешеләрҙе һоҡландырып, аптыратып урамдар буйлап йөрөй, төндәрен йондоҙҙарға ҡарап шиғырҙар ижад итә. Шағирҙарҙы, музыка, йыр яҙған кешеләрҙе мин тылсымлы кешеләр тип иҫәпләнем, сөнки үҙҙәренең тойғоларын — ғәжәпләнеү, мөхәббәт, ҡайғыларын — улар һүҙҙәр, моң-йыр менән әйтеп бирә, аңлата беләләр, кешеләр уны уҡып, тыңлап шатлана, ҡайғыра һәм илай. Ул осор татар шағиры Туҡайҙы уҡып, үҙем дә шиғыр яҙырға маташҡан саҡ ине. Әммә Туҡай минең өсөн ауыр шағир булып сыҡты, шиғырҙарының яңғырашы мине һоҡландырһа ла, күп һүҙҙәре, фекерҙәре бик аңлашылып етмәй ине. Туҡай, күрәһең, ололар шағиры, хатта байтаҡ ғүмер йәшәп аҡыл йыйған, күңелдәре ҡаҡшаған ҡарттар шағиры. Минең өләсәй, мәҫәлән, йыш ҡына «Туҡай әйтмешләй...» тип ҡабатлай торғайны. Ә минең ябай, әлегә уйлай-фекерләй белмәгән аңым Туҡайҙы төшөнөр хәлгә етмәгән, уны аңлар өсөн тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татырға тейешмен. Бына шулай, үҙемдең күңелдә Туҡай моң-көйҙәрен, Туҡай аҡылын тапмағас, мин Таҡташ менән «һаташа» башланым. Таҡташ шаулы, аңлайышлы, ябай ине. Уҫал инем, Шуның өсөн дә шул Гонаһ-фәлән тиеп торманым, Зәңгәр төндә Күрше ҡарсығының Аҡ әтәсен кереп урланым... Бына был шиғыр исмаһам! Был бит минең хаҡта, был турала мин үҙем дә яҙа алыр инем. Дөрөҫ, мин күршеләрҙең аҡ әтәсен урламаным, шулай ҙа холҡомда етемлек асыуынан, етемлек ҡәнәғәтһеҙлегенән тыуған хулиганлыҡ бар ине. Таҡташ үҙенең бер шиғырында бунтарь икәнлеген яҙа. Минең дә бунтарь булғым килде, һәм мин немец теле уҡытыусыһының йәненә тейә, үсектерә башланым, хисапсы Зиннурҙың маҡтансыҡ малайын клуб эргәһендә тотоп туҡманым.

Бына шулай итеп беҙҙең ауылда хәҙер шағир йәшәй. Ул минең күҙ алдында тағы ла күтәрелеберәк китте, баһаһы артты, мин уны мөғжизә һымағыраҡ ҡабул иттем. Мин уға һоҡланып ҡараным, уның менән үҙем араһында ниндәйҙер яҡынлыҡ, уртаҡлыҡ тойҙом, сөнки үҙемде лә шағир итеп иҫәпләй инем. Уҡытыусымдың һәр хәрәкәт—ҡыланышында, һәр эшендә мин шағирҙы күрҙем. Әйтәйек, дәрес уртаһы, беҙ яҙабыҙ, ә ул мейескә һөйәлгән дә тәҙрәгә ҡарап уйға ҡалған, был минутта уның башына шиғыр юлдары килә; бына ул урам буйлап атлай, тар балаҡлы салбары ботинкаһына төшөрөлгән — шағирҙар ғына шулай йөрөй торғандыр; уның сөм-ҡара тәртипһеҙ сәстәре, ҡарға ҡанаттары шикелле маңлайында ята — бындай өлтөк сәсте шағирҙар ғына йөрөтәлер. Дөрөҫ, мин уны бер күреп аптыраным, аптыраным ғына түгел, күңелем ҡайтты. Йәй, бесән мәле, таушалып бөткән сарыҡтар, иҫке генә пинжәк кейгән, башына ләпшәйеп бөткән кәпәс һалған уҡытыусым, яурынына салғы ташлап, ағаһы менән яланға китеп бара һәм беҙҙең ауылдың иң наҙан ирҙәренән бер ни менән дә айырылмай ине. Торараҡ уның шиғырҙар китабы сыҡты. Беренсе һәм һуңғы китабы, һоро тышлы, йоҡа ғына ине был йыйынтыҡ, әммә минең өсөн баш етмәҫлек мөғжизә ине. Ул китаптың биттәре минең йөрәктә татлы тулҡынланыу тыуҙыра — көндәлек ығы-зығынан, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән, күңелһеҙлектән башҡа был донъяла шиғриәт кеүек иҫерткес байрам да бар икән дә! Уның шиғырҙарында беҙҙең зәңгәр тауҙар күккә аша, һалҡын шишмәләр шаулай, таштар өҫтөнән Яйыҡ һикереп аға, йәмле яҙғы көндәрҙә һандуғастар һайраша, йылға буйындағы үләндәрҙән бал еҫтәре аңҡый; ул шиғырҙарҙа көҙгө яланғас туғай-яландар һиллеге, ҡырҙарҙың һағышлы оҙон йыры ла бар. Китапта мөхәббәт тураһында шиғырҙар ҙа, ғашиҡ булған йөрәктең өҙгөләнеүе, айырылышыу ғазаптары хаҡында яҙылғандары ла байтаҡ. Бер шиғыр былай тип башлана: «Вокзал, перрон...» Шиғыр — бер-береһен яратҡан ике кешенең вокзал перронында айырылышыуы, дөрөҫөрәге, ошо айырылышыу мәлендәге кисерештәре, нимә уйлауҙары хаҡында. «Вокзал, перрон» тигән һүҙҙән минең күҙ алдына китаптар буйынса ғына белгән серле ҙур ҡалалар, шаулы вокзалдар килә, ҡасан да булһа бер мине лә ситкә, ҙур тормошҡа, икенсе яҙмышҡа алып китәсәк поездарҙы күргәндәй булам. Ул китапты беҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар, талашып, ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ, ҡайһы бер шиғырҙарын дәфтәрҙәргә күсереп алдыҡ, ятланыҡ, һәм йыш ҡына, был мөхәббәт шиғырҙары кемгә арналған икән, тип аптыраныҡ, белергә тырыштыҡ, бындай ҡайнар һүҙҙәр менән уҡытыусыбыҙ кемгә мөрәжәғәт итә, кем тураһында уйлана икән, тип баш ваттыҡ. Шағир һынлы шағир ярата торған ҡыҙ беҙҙең ауылда юҡтыр тип хәл иттек тә шағир вокзал перронында айырылышҡан ҡыҙҙы һөйәлер, тигән ҡарарға килдек.

Хәҙер, уҡытыусымдың китабы сыҡҡас, ул минең күҙ алдында тағы ла үҫеп китте, хатта Таҡташты ла ышыҡланы. Таҡташ беҙҙән элегерәк йәшәгән, ул юҡ, ә Фәтҡулла эргәлә һәм тере. Ул беҙҙең шағир, ул беҙҙең ауылдан, ул уҡытыусы, ябай кеше булып ҡылана ғына, урам буйлап үткәндә һәр оло кеше менән ҡул биреп иҫәнләшә, һәр малайға йылмайып уҙа, велосипедта йөрөй, ә ғәмәлдә ифрат серле кеше, беҙ аңлай, асылына төшә торған ябай кеше түгел. Мин Ильясов Фәтҡуллаға, китап тышында яҙылғанса Фәтҡулла Ильясҡа, оҡшатырға тырышып шиғырҙар яҙа башланым. Дөйөм бер дәфтәрҙе тултырҙым да ҡуйҙым. Шиғырҙарым тауҙар, яҙ, көҙ, көҙгө елдәр хаҡында. Байрамдар — Октябрь, Беренсе май тураһында ла яҙҙым. Быларын инде гәзиттәрҙә сыҡҡан шиғырҙарға эйәреп яҙҙым. Ленин, Сталин хаҡындағылары ла бар. Мин бигерек тә Сталин хаҡында яҡшы яҙҙым тигән фекерҙә инем. Ул миңә мәктәптә, колхоз идараһы йортонда эленеп торған портреттарҙан ҡарай, ҡуйы, мәрхәмәтле мыйығы аша атайҙарса тыйнаҡ йылмайып ҡарай. Артҡа таралған сәстәре, тар асыҡ маңлайы, танауы, мыйығы, эйәге — барыһы ла атай йөҙө ише яҡын һәм ҡәҙерле. Мин ул портреттарҙы яратам, уларға ул күҙе менән, Совет власы осоронда тыуып үҫкән малай ҡарашы менән бағам, йондоҙҙар менән биҙәлгән Кремль манараһында йәшәгән, беҙгә аҡыллы закондар яҙған, төндәрен йоҡламай төрөпкә тартып беҙҙең, үҙенең балалары, үҙенең халҡы тураһында ҡайғыртҡан, хәстәрлек күргән халыҡтар юлбашсыһын яратам. Үҙебеҙҙең районда сыҡҡан «Ураҡ һәм сүкеш» гәзитенә Сталин хаҡындағы шиғырымды ебәрһәм, уны шундуҡ баҫып сығарасаҡтарына һәм класташтарымдың аптыраясаҡтарына, көнләшәсәктәренә, ниһәйәт, минең кем икәнлегемә төшөнәсәктәренә ышанам. Был дөйөм дәфтәрҙә мөхәббәт тураһында ғына шиғырҙар юҡ. Сөнки үҙемдең ун өс йәшемдә һары сәсле Сәлиәгә булған серле тойғоларымды һүҙҙәр менән аңлата белеү дәрәжәһенә әле етмәгәнмендер, күрәһең. Үҙемдең шиғырҙарҙы ысын шағир Фәтҡулла Ильясҡа күрһәтергә бер ҡасан да батырсылыҡ итмәҫ инем. Әммә ул үҙе минең янға килде лә:

— Һине шиғыр яҙа тиҙәр, күрһәт әле миңә, — тине.

Мин уға дөйөм дәфтәрҙе бирҙем дә бер нисә көн буйы татлы хыялымда шиғырҙарымды уҡып сығыуын, талантым өсөн маҡтауын, гәзиткә, хатта журналға ебәреүемде һорауын көтөп йөрөнөм. Һәм бына бер аҙна үткәс ул миңә дәрестән һуң ҡалырға ҡушты. Буш класта мин алғы партаға, уҡытыусым, минең дәфтәрҙе тотоп, үҙенең өҫтәле артына ултырҙы.

— Шиғыр яҙырға тырышыуың һәйбәт, — тип башланы ул һүҙен. — Тик мин шағир булдым инде тиеп уйлама. Шиғриәт тауы ифрат бейек, уның түбәһенә менеп етеү өсөн ғүмерең дә етмәҫ. Унда менеү бик һирәктәрҙең өлөшөнә тейгән көмөш. Күптәр уның битләүендә тороп ҡала. Шиғырҙарың йомшаҡ, уҡыусыларса, кемгәлер оҡшарға тырышып яҙылған. Мәҫәлән, «Ҡыш» тигән шиғырыңды ғына алайыҡ. Һин урамдар буйлап тегеләйбылай сапҡан, кешеләрҙең бүректәрен йолҡоп алып киткән ел тураһында яҙаһың; йәки төн буйы яңғыҙ йөрөп ялҡҡан ай тураһында — былар барыһы ла Таҡташтан алынған. Ҡайһы бер шиғырҙарыңда миңә лә оҡшарға тырышаһың. Ә бына Сталин хаҡында һин насар, бик насар яҙғанһың. Һин, ул ҡояш һымаҡ нур һибә һәм беҙгә коммунизмға барыр юлды яҡтырта, унан ҡояштан таралған нур шикелле бөтә донъяға нур һибелә, тип яҙаһың. Аңлайым, һин уны күтәрергә, маҡтарға тырышаһың. Эйе, ул юлбашсы, тик ул да кеше, ә кешенән бер ниндәй ҙә нурҙар таралмай, сөнки кеше ҡояш та түгел, электр лампаһы ла түгел. Бына һин Ленин хаҡында яҙғанда бер ҙә, унан ҡояш нурҙары һибелә, нурҙар тарала тимәйһең. Ә бит Сталин — Лениндың уҡыусыһы. Ғөмүмән, әгәр Ленин тере булһа, үҙен шиғри метафора менән маҡтағандарын, ҡояшҡа тиңләгәндәрен бер ҙә хупламаҫ ине. Йәки бына Павлик Морозов тураһындағыһы. Ул, һинеңсә, пионер-герой. Ә ул бит үҙенең атаһын һатҡан малай. Бына һин үҙеңдең атайыңды һатыр инеңме? Ул өс тапҡыр кулак булһа ла? Юҡ. Кулактар менән көрәш балалар эше түгел. Балалар эше — яҡшы уҡыу һәм уйнау. Күберәк уҡы, теләгең булғас, яҙ. Талантың булһа, ҡасан да булһа үҙенең һүҙен әйтер. Тик үҙең кисергәнде, үҙең күргәнде генә яҙ. Бына үткән йыл беҙ Ирәмәлгә барҙыҡ. Ниндәй тауҙар, ниндәй матур урмандар, иҫ киткес урындар, бына шуларҙы яҙ, нисек күргәнһең, нисек ҡабул иткәнһең. Ғөмүмән, ысын шағир һәр ваҡыт үҙенең тыуған ере, үҙенең Ватаны тураһында яҙа. Бына шулай. Үпкәләмәнеңме?

Үпкәләмәгәйнем, нисек үпкәләйһең инде, шулай ҙа ҙур төшөнкөлөк менән үҙемдең шағир түгеллегемде аңланым — шиғриәт тауы алыҫ, ул ҡайҙалыр офоҡ артында, мин уның хатта битләүенә лә барып етә алмамдыр, ахыры.

Һәм ҡапыл, аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек ауылда яман хәбәр таралды. Халыҡ дошманы! Беҙҙең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәтҡулла Ильясов — халыҡ дошманы! Уны районға саҡырҙылар ҙа ҡулға алдылар. Мин намыҫлы совет кешеләре араһында халыҡ дошмандары, троцкистар, милләтселәр, туҙҙырылып бөтмәгән ят элементтар йәшенеп ҡалғанын, уларҙың беҙҙең еңеүле аҙымдарыбыҙға аяҡ салғанын, шахталарҙа, тимер юлдарында авариялар ойошторғанын, колхоз келәттәрен яндырғандарын белә инем. Мәкерле, ҡара уйлы дошман үҙен намыҫлы кеше итеп күрһәтергә тырыша, етәкселеккә үрләй, начальниктар булып йөрөй, дәүләт учреждениеларында ултыра һәм аҫтыртын рәүештә ҡоротҡослоҡ эше алып бара. Улар Ҡыҙыл Армияға үтеп ингән, маршалдар Тухачевский менән Блюхер ҙа дошман булып сыҡҡан. Беҙ уларҙың китаптарҙағы һүрәттәрен ҡара менән буяныҡ, перо менән күҙҙәрен соҡоноҡ. Беҙҙең данлы, һиҙгер НКВД ул бысраҡлыҡты фашланы һәм юҡ итте. Бер ваҡыт халыҡ дошмандарын Белорет төрмәһенә беҙҙең ауыл аша ҡыуҙылар. Ылауҙарҙы винтовкалар менән ҡоралланған атлы милиция оҙатып бара ине. Улар, дошмандар, күп ине: ундарса ылауға тейәлгән кешеләр беҙгә, балаларға һәм намыҫлы колхозсыларға, оятһыҙ күҙҙәре менән ҡарай, ә беҙ уларҙың кем икәнен бик яҡшы беләбеҙ! Мин тәүҙә уҡытыусы һәм шағир Фәтҡулланың халыҡ дошманы булыуына ышанманым. Халыҡ дошманына оҡшамағайны ул. Дошман, троцкист ундай шиғырҙар яҙа ялмай, улай һөйләй, йылмая, һәр бер ҡарт менән ҡул бирешеп иҫәнләшә алмай. Уны бөтәһе лә ярата ине. Ә ныҡлап уйлап ҡараһаң, кешене юҡтан ғына ҡулға алмайҙар, тимәк, ул бик йәшерен, аҫтыртын эш иткән, үҙен намыҫлы кеше итеп, шағир итеп күрһәтергә тырышҡан. Нурҙар таралырға Сталин ҡояш түгел, электр лампаһы ла түгел, ә кеше, тип юҡҡа ғына әйткән тиһеңме ни?! Юлбашсы хаҡында дошман ғына шулай фекер йөрөтә ала. Ә Павлик Морозов тураһында, ана, нимә ти? Тимәк, Фәтҡулла кулактар яҡлы. Мин, дүрәк, шуны тәүҙә үк белмәй-аңламай уға ышанып йөрөгәнмен. Уның мине лә үҙенең яғына ауҙарырға тырышыуы һәм халыҡ дошманы яһарға ниәтләнеүе көн кеүек асыҡ таһа! Әгәр беҙҙең чекистар уны ҡулға алмаһа, бының ни менән бөтөрө билдәһеҙ, бәлки, колхоз келәттәрен, идараны яндырырға ҡотортор ине әле. Булмаҫ тимә.

Мин шунда Дауыт Юлтыйҙың тыйылған «Ҡан» романын йәшереп кенә уҡығанымды хәтерләнем дә үҙемде лә халыҡ дошманы итеп тоя башланым, хатта тирә-яғымдағы кешеләргә шик менән ҡараным — улар минең кем икәнемде белеп тормайҙармы икән? Юҡ, юҡ, мин халыҡ дошманы булырға һис теләмәйем, мин саф, таҙа совет пионеры, төрлө төҫтәге, төрлө ҡиәфәттәге дошмандарҙы, троцкистарҙы, милләтселәрҙе, мине саҡ дошманға әйләндермәгән Фәтҡулланы күрә алмайым!.. Юлтыйҙың китабын тиҙәк араһына тыҡтым да сүплеккә алып барып түктем, ә Фәтҡулланың шиғырҙары яҙылған дәфтәрҙе яндырҙым. Китабы ла юғалды. Дөрөҫ, уның бер битен, «Вокзал, перрон...» тип башланған шиғыры баҫылған бер битен мин мәктәп бәҙрәфендә күрҙем.

Мәктәп директоры Хәбибуллин, математик Хәйруллин, Сәләхов Белоретҡа барып ҡайттылар, әллә Фәтҡулланы тикшереү эштәре буйынса, әллә судҡа, белмәҫһең; ҡайтҡас, Ильясов үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны, тигән хәбәр ишетелде. Тиҙҙән уның районда эшләгән уртансы ағаһын — Ғәзимде лә ҡулға алдылар. Ә өлкәнен, Ғәббәсте, бригадирлыҡтан төшөрҙөләр. Ул, өлкән ағаһы, халыҡ дошмандары бысратҡан Ильясов фамилияһын Ғайсинға алмаштырып, ҡустыларынан баш тартты — ғаиләгә төшкән хурлыҡты ғәфү итә алманы. Ғәзим, бер йыл төрмәлә ултырҙы ла үҙенең халыҡ дошманы икәнен танымай ауылға әйләнеп ҡайтты, идарала эшләп йөрөнө, һуңынан һуғышҡа китеп, шунда һәләк булып ҡуйҙы.

Йылдар үтә торҙо. Ҡырҡынсы йыл мин ете йыллыҡты тамамланым, ҡырҡ беренсе йыл һуғыш башланды, Ф30- ға киттем, уны бөткәс, Свердловскиҙа заводта эшләнем, ә ҡырҡ өсөнсө йылдың башында һалдат сафында атлай инем, ҡырҡ дүрттә — Выборгты штурмланым, ҡырҡ биштә — Кенигсберг һәм Эльба йылғаһына барып еттем, һуғыш бөттө, яҙмыш мине Мәскәүгә килтерҙе. Сталин үлде. Һәм бына байтаҡ ғүмер йәшәп, байтаҡ юл үтеп, һуғышта ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалып, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы үткәреп, 1954 йылда, шағир булып түгел, ә фрезеровщик сифатында мин үҙемдең ауылға отпускыға ҡайттым. Нисек йәшәгәндәрен, кемдәрҙең һуғыштан әйләнеп ҡайтмағанын, кемдәрҙең үлгәнен, кемдәрҙең етәкселектә йөрөгәнен, кемдәрҙең күрше рудникка йәшәргә киткәнен шунда ғына белдем.

Кем менәндер һөйләшкән саҡта һүҙ араһында ғына элекке уҡытыусым Ильясов Фәтҡулланың Колыманан ҡайтҡанын да әйттеләр, ҡартайған, сүккән тинеләр, сихут менән яфалана, төрмәнән һуң аҡылына зәғифлек килгән икән, әле ат һарайы йортонда йәшәй, сөнки оло ағаһы, Ғайсин Ғәббәс, уны үҙенә индермәгән, дөрөҫөрәге, ул ағаһында бер генә төн ҡунған, Ғәббәстең ҡатыны Сәлиха, беҙгә халыҡ дошманы кәрәкмәй, ул беҙҙең туған-тыумаса йөҙөнә бысраҡ яҡты, етмәһә ауырыу, бер туҡтауһыҙ төкөрөнә-ҡаҡырына, балаларға йоҡтора, тип ҡыуып сығарған. Фәтҡулла ат һарайы йортона барырға мәжбүр була, ауыл буйлап биҙрә тотоп, ашарына картуф йыйып йөрөй — кем бирә, кем бирмәй, сөнки күп ғаиләләр үҙҙәре саҡ йән аҫрай.

Мин уны урамда осраттым. Таныманым. Шыма, асыҡ йөҙлө уҡытыусы Фәтҡулланан бер нәмә лә ҡалмағайны — шул, ахыры, тип төҫмөрләнем генә. Бәләкәй генә кәүҙәле, ҡаҡса, тештәре ҡойолоп бөткәнлектән ауыҙы эскә өңөрәйгән яшыҡ йөҙлө ҡарт ине был. Өҫтөндә — саң төҫлө һәләмә генә бушлат ишараты, башында, әле йәй булыуға ҡарамаҫтан, мамығы ҡойолған бүрек, һарғайған күҙҙәре өмөтһөҙ һәм һағышлы. Ярылған ирендәренә гәзитенә тиклем үк янып бөткән сигарет төпсөгө йәбешкән. Мин иҫәнләштем, ул ҡапыл туҡтаны ла үҙенең сәйер ҡарашын миңә төбәне. Ҡул бирмәне, төпсөгөн төкөрҙө лә ҡарлыҡҡан тауыш менән һораны:

— Кем улы булаһың?

 — Миңлебайҙың.

— Миңлебайҙың? Миңлебай ағай хәҙер ҡайҙа? Уны утыҙ етенсе йылда ултыртманылармы ни?

 — Юҡ. Ул утыҙ дүртенсе йылда үлде бит.

— Мине таныйһыңмы?

— Танығандай булам.

— Ильясов мин, Фәтҡулла. Уҡытыусы инем, хәҙер халыҡ дошманы. Һин миндә уҡыныңмы, юҡмы? — Уҡыным. Һеҙҙе хәтерләйем, беләм, — тип яуапланым мин, мәрхәмәтһеҙ тормош тарафынан хаяһыҙ ҡағылған-һуғылған ошо кешелә үҙемдең элекке уҡытыусымды күрергә тырышып.

— Ун биш йыл ултырҙым да ҡуйҙым. Ауырып эшләй алмай башлағас, бар, өйөңә ҡайтып үл, тип ҡайтарҙылар.

Ул ҡыйыу ғына һөйләшә, тик буш ауыҙында һүҙҙәрҙе йота, йүнләп аңлап та булмай. Уға әле нисә йәштәр бар икән, тип уйланым мин. Әгәр утыҙ етенсе йылда егерме биш булһа, хәҙер саҡ ҡырҡты уҙған, ә етмеште бирерлек ҡарт кеше.

— Бына хәҙер уйлайым, ун биш йыл буйы нимә өсөн ултырҙым һуң? — Ул йүтәленә быуылды, күкрәгенән ниндәйҙер ыңғырашыу, һыҙғырыу өндәре сыҡты, ҡаҡырҙы, унан бер аҙ хәл алғас, хәбәрен дауам итте. — Минең ниндәй ғәйебем бар ине? Сәбәпһеҙгә, бер иҫәр шаяртыу өсөн ултырттылар!

— Ғәйебегеҙ булмағас нишләп ғәйебегеҙҙе танынығыҙ һуң?

— Э-э-ә, һин дөрөҫ һөйләмәйһең, энекәш. Унда эләкһәң, шундай итеп ҡыҫалар, ике көндән ғәйепһеҙлегеңдән бер нәмә лә ҡалмай, ике көндән мин халыҡ дошманы, троцкист, милләтсе тип әйтеү генә түгел, шул хәбәреңә үҙең дә ышана башлайһың, һуңынан инде конвоир берике мәртәбә приклад менән ҡундырһа йәки кирза итеге менән елле генә типһә, һин инде бөтөнләй халыҡ дошманына әйләнәһең дә ҡуяһың. — Фәтҡулла тауышын әкренәйтте, тирә-яғына ҡаранып алды. — Инәнең шуныһы, инәнең быныһы тип мине һүккән конвоирҙар ҙа халыҡ бит, мине өйөнән ҡыуып сығарған ағайым да халыҡ. Ауыл да халыҡ. Мин уларҙың балаларын уҡыттым, халыҡҡа ярҙамым тейһен, файҙа килтерәйем тинем, ә улар бер бөртөк картуфтарын да йәлләйҙәр. — Фәтҡулла йәнә тирә-яғына ҡаранды ла шым ғына әйтеп ҡуйҙы.

— Һин Хәйруллин кеүек мине ошаҡлап йөрөмәҫһеңме?

— Ниндәй Хәйруллин?

 — Һуң, математиканан уҡытҡан сулаҡ. Иҫем китте, Фәтҡулланың был хәбәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Тыныс, дәрестә етмеш мәртәбә «нәмә?» тигән Хәйруллин минең башта бер нисек тә ошаҡсы образына тартмай ине. «Аҡһаҡ айғыр» ҡушаматы йөрөткән мәктәп директоры Хәбибуллин йәки тауыш-тынһыҙ Сәләхов ошаҡлауы ихтимал әле, ә Хәйруллин... Фәтҡулла, бәлки, бутайҙыр, яңылышалыр?

— Нисек инде?.. Ошаҡлағанмы ни?..

— Йәш инек, һөйләшергә, бәхәсләшергә, шаярырға ярата инек. Берәй нәмә ысҡындырғанмын инде... Хәйруллин менән дуҫ инек, серҙәр уртаҡ була торғайны, — ул йәнә оҙаҡ итеп йүтәлләне. — Шиғырҙар яҙа инем, китабым да сыҡты, бына шуны хәҙер бер ҡайҙан да таба алмайым. (Мин мәктәп бәҙрәфен һәм унда «Вокзал, перрон...» тип башланған шиғырҙың эленеп торғанын хәтерләнем.) Китапханаларҙан алғандар, ағайҙа ла юҡ — халыҡ дошманының китабын һаҡлай буламы? Бына мунса төшөп алам да Мәскәүгә Фадеев янына барам. Бәлки, шунда һаҡланғандыр, бәлки, Фадеев уны яңынан баҫтырырға ярҙам итер. Ярҙам итергә тейеш. Һинең тартырға юҡмы?

Мин тартмай инем. Фәтҡулла ағай миңә ҡыҙыҡһыныуын, иғтибарын юғалтып, боролдо ла китеп барҙы. Мин аптырап торҙом да ҡалдым. Ун биш йыл эсендә уҡытыусымды ниндәй хәлгә төшөргәндәр... Мин уның ғәйепһеҙ булыуына ышанманым, дөрөҫөрәге, тамам ышанып етмәнем. Ул саҡта күп нәмәне аңламай инем шул, бөтөнләй ғәйепһеҙ кешене ун биш йылға бушҡа ғына ултыртып ҡуялармы ни, тип уйлай инем... Нимә, ул судтарҙа, закондарҙа төптө иҫәр, аҡылһыҙ кешеләр ултырамы ни?

Фәтҡулланы бүтән күрергә насип булманы — бер нисә көндән Мәскәүгә китеп барҙым. Йыл үтте, йәй килде, мин отпускыға йәнә ауылыма ҡайттым һәм Фәтҡулланың фажиғәле үлеме хаҡыңда ишеттем. Ул йәй әлеге шул ат һарайы йортонда көн иткән икән, ауыл буйлап теләнселәп йөрөгән, асҡа интеккән. Кешеләр ағаһы Ғәббәсте әрләгән, Ғәббәс, миндә йәшәүҙән ул үҙе баш тартты, үтә ғорур шул, тип яуаплаған. Фәтҡулла Мәскәүгә, Фадеев янына барырға йыйынған, тик ниңәлер һуҙа килгән, һуҙа килгән.

Көҙ яҡынлашҡан, сентябрь ямғырҙары башланған. Иң яҡын станция Тирләнгә ҡырҡ саҡрым. Фәтҡулла атһыҙ был араны үтә алмаясағын яҡшы аңлай. Ул заманда Тирләнгә машина йөрөмәй торғайны, осрар әле тип кенә шул ҡәҙәре оҙон юлға һис сығырлыҡ түгел. Икеләнеп йөрөй торғас, ул станцияға алып бар инде тип ағаһына инәлә. Ғәббәс ризалаша, сөнки Фәтҡулланың китеүе уның өсөн йәпле, күҙенә күренеп йөрөмәҫ, кеше лә ләстит һатмаҫ, киткән еренән ауылға, бәлки, бүтән ҡайтмаҫ та тигән йәшерен уйы ла булғандыр. Ғәббәс колхоздан ат ала ла Фәтҡулланы Тирләнгә алып китә. Яртылыҡ юлды үткәс, Ҡолош ауылынан ары, тауҙар араһында, Урал битләүендә Ғәббәс атын туҡтата ла энеһенә: «Хәҙер йыраҡ ҡалмай, йәйәү ҙә барып етерһең», — тип тегене төшөрә. Колхоз атын нишләп бушҡа йөрөтөргә» файҙаланып ҡалырға кәрәк, исмаһам утын тейәп ҡайтыр, ә Фәтҡулланы Тирләнгә алып барыуҙан уға ни файҙа? Фәтҡулла тауҙы аша сығырға тырышып атлап ҡарай (Тирләнгә ҡәҙәр егерме саҡрым), әммә ямғыр башлана, ул ҡар менән алышына. Тамам һыуланған, арыған Фәтҡулла кире борола. Ҡолошта кемдеңдер мунсаһына инеп йоҡлай ҙа икенсе көнөнә ауылға ҡайтып йығыла. Һәм яңынан ат һарайы йортонда көн итә башлай.

Алда ҡыш. Уны имен сыға алырына ул ышанмай — астан үлмәһә лә, туберкулез аяҡтан йығасаҡ. Тормош аҙағы етеп килә, ул йыраҡ түгел, эргәлә генә... Һалҡын көҙгө кистә ул ауыл уртаһындағы Пожар тауына күтәрелә, алыҫ тауҙарға, һарғылт ҡыҙыл офоҡҡа ҡарап оҙаҡ баҫып тора һәм йырлай. Ул Таҡташтың һуғышҡа тиклем үк көйгә һалынған «Урман ҡыҙы» поэмаһынан өҙөктәр йырлаған. Ниңә?.. Ниңә һинең шаян күҙҙәр Күҙҙәремә былай бағалар? Ниндәй көстәр, һөйлә, ниндәй көстәр Керпек остарыңдан ағалар?!. Кем белә инде, бәлки, ошо йыры менән ул үҙенең күптән үлтерелгән йәшлеге, күптән онотолған беренсе мөхәббәте, кешеләр мөхәббәтенә, кешеләр миһырбанлығына булған өмөтө менән хушлашҡандыр. Ә иртәнсәк ат ҡараусылар һарайға килһә, Фәтҡулланы үле килеш табалар: ул ҡамыттар элә торған оҙон йыуан ҡаҙаҡҡа арҡалыҡты бәйләгән дә шуға аҫылынған.

Уның ҡәберендәге ошо һәйкәл — обелискты мин 1957 йылда күрҙем. Берәүҙәр, ағаһы Фәтҡулла өсөн ниндәйҙер аҡса ла алған икән, тип һөйләне, икенселәр — Ғәббәстең, уның улының намыҫы ҡуҙғалған, унан да бигерәк, уларҙың нәҫеленән шағир сыҡҡанын, ғәйепһеҙгә ғәйепләнеп, хәҙер килеп аҡланған кеше булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан, шуға ла ошо обелискты ҡуйған, имеш, тине.

Тағы бер нисә йыл үтте. Мин туҙып-иҫкереп бөткән поезға ултырып йәнә отпускыға ҡайтып барам. Поезд почта ҡалдырыр өсөн һәр бағана янында тигәндәй туҡтай, ә вагон эсе урам буйы кеүек: сиғандар йөрөй, алдағы тормошоңдо юрайым тип әрһеҙ рәүештә бәйләнәләр, ниндәйҙер һаңғырау йәки шулай булып ҡыланған бәндәләр йәшереп кенә оятһыҙ фотолар, кәрттәр һата, һуғыш инвалидтары, һуҡырҙар, аяҡһыҙҙар, ҡулһыҙҙар үтә, күңелһеҙ йырҙар йырлайҙар, хәйер һорашалар. Вагон буйлап таушалып бөткән пинжәктә ябыҡ ҡына кеше китеп бара, буш еңе кеҫәһенә тығылған һәм булавка менән эләктереп ҡуйылған, ул яй, ҡабаланмай ғына китеп бара, күберәк ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей янында туҡтай, уларға уң ҡулын һона, улар мине йәлләр, ҡыҙғаныр тип уйлай, ахыры. Күптәр унан ҡарашын ситкә ала, йөҙҙәрен йыйыра, бик аҙҙар, оло кешеләр генә уның усына тиндәр һала. Кеше эйелә лә сығыр-сыҡмаҫ тауышы менән тегеләргә: «Рәхмәт, рәхмәт, аллаһы тәғәлә һеҙгә һаулыҡ бирһен!» — тип һөйләнә. Мин үҙем һуғышта булған кеше, яраландым, контузия ла алдым, дөрөҫ, аяҡ-ҡулым иҫән-һау, әммә вагон буйлап теләнселәп йөрөүсе элекке һалдаттарҙың, һуғыш инвалидтарының был ҡылығын һис оҡшатмайым.

Ҡулһыҙ минең тапҡырға еткәс, мин уның йөҙөнә иғтибарлабыраҡ ҡараным. Быжыр оҙонса йөҙө күгәреп зәңгәрләнеп бөткән — һуңғы сиккә еткән эскесе йөҙө; нәҙек кенә муйыны буйлап осло күмәгәйе йөрөй, һул ҡулында терһәге һелкенә. Туҡта... Мин уны таныным: элекке математика уҡытыусыһы Хәйруллин бит был! Фәтҡулланы һатҡан кеше! Артҡа таралған шырт сәс, быжыр йөҙ, иң мөһиме тауышы: «Икенән бергә икенән берҙе ҡушабыҙ, нәмә? Дөйөм знаменатель табабыҙ, нәмә?» Уның ҡарашы минең йөҙөмдән һыпырып ҡына үтте, күрәһең таныманы, хәйер, таный ҙа алмаҫ ине, егерме йылға яҡын ваҡыт үткән бит, таныһа ла белгертмәҫ. Ул үҙен һуғыш инвалиды итеп күрһәтә — сулаҡ, пинжәгенә ниндәйҙер миҙал да тағып алған — вагон буйлап хәйер йыйып йөрөй һәм бөтәһен дә, әлбиттә, эсеп бөтөп тора.

Был тормошҡа нисек тәгәрәне икән һуң? Яҙмыш ауырлығын күтәрә алмай эсә башлағанмы — ул бит теге саҡта уҡ төшөрә ине — әллә күңелен өйкәгән уйҙар ғазабын юйырға мөмкинселек тапмай шулай меҫкенлеккә төшкәнме? Әйтеүе ҡыйын...

Мин шулай итеп күҙ алдына килтерәм: байтаҡ йылдар үтер, беҙ ҙә үлербеҙ, бер саҡ атай-бабайҙарының һеңешеп бөткән ҡәберҙәрен ҡарарға ауыл зыяратына йәштәр килер ҙә ҡыйшайған мәрмәр һәйкәлгә иғтибар итер һәм юйылып бөтөп барған яҙыуҙы уҡыр: «Шағир Ильясов Фәтҡулла». Бәй, беҙҙең ауылда шағир йәшәгән икән, ә нишләп беҙ уның тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ, тип аптырарҙар. Ул йәш кешеләрҙә уларҙың атайҙары, олатайҙары йәшәгән осорҙа көн иткән шағирҙың шиғырҙарын уҡыу теләге уяныр. Һәм улар, ҡыҙыҡһыныусан йәштәр, уның тураһында, уның шиғырҙары тураһында белергә теләп, китапханаларҙағы китаптар даръяһын, саңға батҡан, һарғайған китап, журналдарҙы аҡтарыр, күптән мәрхүм булған шағир Фәтҡулла Илъястың һүҙҙәрен, рухын эҙләр.

Таба алмаясаҡтар...

Фото: life.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в