-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Март , 20:00

Ҡара һағыҙ

Тәбиғәттең көҙҙән ҡышҡа инеп барыуы. Ҡырпаҡ ҡар ер өҫтөн ямап маташһа ла булдыра алмай.Ҡара көҙҙөң әсе еле туҡтауһыҙ ҡар менән айпалаша. Әле генә күктән төшкән ыуыҙ ҡарҙы ел улай-былай һуҡҡылап, йән-яҡҡа сәскеләй.

Ҡара һағыҙ
Ҡара һағыҙ
Әйтерһең, миҙгелдәр үҙ- ара хужа булыу өсөн көрәшә.Ҡара көҙҙөң асыулы еле борҡотҡан һайын күк төбө тишеләме ни? Эре ҡар бөртөктәре ишелеп төшә күктән.Күпме генә етеҙ әсе ел көс түгеп аҙапланмаһын,әкренләп ҡара ерҙе аҡ ҡар ҡаплап алды. Аҡ аҡлығын итте, бар донъя сафлыҡҡа күмелде.Тирә -яҡ балҡып,яҡтырып китте.Нисә көн бушана алмай йонсоған ауыр болоттар, бушанып ,иркен тын алды, буғай. Еңеләйгән болоттар аҡһыл күк күлдәктә ҡалғас, донъя яҡтырып китте.Ҡара көҙ ни хәтлем үжәтләнмәһен, ҡыш хужалыҡты, барыбер, үҙ ҡулына алды.Туҡтауһыҙ бурылдап олоған көҙгө әсе ел еңелеүенән оялдымы-баҫылды. Әкренләп көн асылды.Һиллек баҫты тирә-яҡты.
Көн кискә ауышты. Көҙҙөң ҡышҡа әйләнеүен көнө оҙоно тәҙрәнән күҙен алмаған Миңлекәй әбей үҙ күҙҙәре менән күҙәтте.Яратмай ул ошо мәлде.Эс бошорғос хәтирәләргә алып ҡайта уйҙары.
Ҡара көҙ менән ҡыш көрәшә ине ул төндә лә.Ҡара көҙ.Миңлекәйҙең ғүмерлеккә йөрәгенә яра һалған ҡараңғы төн.
Йәшерәк саҡта бик иғтибар итмәһә лә ,олоғая барған һайын, ошо мәл етһә,Миңлекәйҙең тыныслығы юғала.Йоҡоһо ҡаса. Бөгөн дә төнө буйына керпек ҡаҡмаған Миңлекәй әбейҙең таңға ғына күҙе эленде.Уңғанса булмай, яман төш күреп, һаташып,баҫлығып килеп уянды. Төшөндә ҡара эттән ҡасып барып, бейек тауҙан упҡынға осто.Ни хәтлем бейек ҡая бит әле!Уянғас та ҡобараһы осоп,йәһәтләп урынынан тороп уҡ китте.Ҡомғанын тотоп тәһәрәтләнергә сыҡҡан арала ,яҡшыға юрап,этенә хәйергә икмәк ырғытты. Кире ингәс тә йөрәге һаман тыпырсынып бейене.”Әллә дәвлинйәм ҡалҡты инде”- тип башына кизе шәлен бәйләп ҡуйҙы.Мейесенә,кистән алып ингән ҡоро-һары менән ут елпетте. Һыңар ҡолаҡлы самауырына һыу ҡойҙо. Сәй эсеп алғас, хәл инеп, күҙе асылғандай булды.Самауырҙан ҡалған йылы һыуына ҡул сепрәктәрен сайып элде.Мейес алдын һепергәс,кисә Нәғимә йөн алып килгәйне, иләп бирерһең тип,шуны тотоп ҡарарға уйланы. Кискеһен ҡолғаһына тетеп бәйләп тә ҡуйғайны.Урындыҡ мөйөшөндә ултырған ҡолғаны алып, бер талай йөн иләне.Ҡышҡа инһә ,ошо инде шөғөлө.Әллә ярты ауылға йөн иләп бирә.Кемеһе май бирә,кемеһе ит тигәндәй.Миңлекәй әбей бер орсоҡтай йөн иләне лә,ҡолғаны урынына ҡуйҙы.Тышҡа сығып,тупһаһындағы ҡарын һепереп алды.”Әллә,бәлки, берәйһе килһә,тупһаһын да көрәмәгән”-тип әйтер тигән булып үҙ алдына һөйләнде.Ҡайҙа имеш,кем килһен. Шул ғазраил ҡайтыр күп булһа.
Юлайының эсеүе үҙәгенә үтте. Тәҡәт кенәһе ҡалманы Миңлекәй әбейҙең.Һуңғы осоро бигерәк бәйеленән аҙҙы.Ҡара башына булһын.Айыҡ көнө юҡ. Аҡсаһын тап,тәмәкеһен тап уға. Тапмаһаң барлы –юҡлы донъяны онтай,ҡул күтәрергә лә оялмай, хатта.”Нимә эшләтергә ,йә үлеп кенә ҡотолоп булмай. Дөмөкмәй ҙә бит ,исмаһам.Күҙ йәшемде лә әрәм итмәҫ инем, ер йотҡорона,”- тип һамаҡлап ҡарғап-ҡарғап илап алған саҡтары күп.”Анһатмы, һикһәнгә етеп барғанда, әүмәүерҙәй балаңдан туҡмалып ултырыуы.Ҡулы ҡулмы,бер еремде онтап,зәғиф итеп ҡуймаһын”,-тип ҡурҡа. Өҫтәлдә ултырған сеүәтәне елгәреп, теге юлы әсәһенең күҙ ҡабағын йырта һуҡты. Эсеүе –эсеү, шул аҡса таптырып боларыуы тәҡәтте ҡорота шул.Йә,күҙ ҡараһындай һаҡлап үҫтергән балаңдан, ҡартайған көнөңдә, эт ашамаҫ һүҙ ишетеп, таланып-туҡмалып ултыр әле. Дуҫың түгел,дошманыңа ла бирмәһен был көндө. Элегерәк күрше тирә,ағай- энеһе ураған һайын хәл белергә инә тоғайнылар.Вис биҙҙереп бөттө.Әсәһенең генә түгел,күршеләренең дә ҡоттарын алып бөткән алама холҡо менән. Күбеһен кешегә белгертмәҫкә тырышҡан була.Ҡалайтһын,йөрәк ярып сыҡҡан бөртөгө бит.Үткәндә Зәбир бабай инеп:
-Миңлекәй ,милицияға әйтеп ҡыуҙырт ул имгәгеңде.Ҡайтып аҡса таптырып йөрөмәһен.Эскеһе килгәс,табып эсһен.Бала сағынан шыйыҡ тал сыбығы менән ҡайыҙларға кәрәк булған улыңды.Аҡыл ултырған булыр ине,бәлки.Шоколад ҡына ашап үҫкән кешенән ни өмөт көтәһең?-тип бойорһа ла йөрөмәне Миңлекәй әбей.
-Үҙ балаңды яманлап, ҡалайтып өҫтөнән йөрөйһөң?Әллә,бәлки, тәүбәһенә ҡайтыр?Ни хәл итәһең?Түҙәһең инде.Баштан әпәүләмәй,ауыҙын йырырға кәрәк булған да бит.Хәҙер эш үткән.Терһәкте тешләп булмай.
Әсә йөрәге барыһын кисерә,һуңғы сиктә лә һаман өмөт менән йәшәй шул.
Ошо арала былай ҙа төшө болара Миңлекәй әбейҙең.Юлайы эш боҙоп йөрөмәһен.Инде нисә көн ҡайтҡаны юҡ.Иманын һатып ҡайҙа йөрөгән булалыр,суҡынғыр.Эй,баланың буйын ғына көтәһең икән.Аҡылды башын асып һалып булмай.Ҡайтып инһә, аҡса таптырып йәнде ала.Төнә Ямалдан үтескә алған аҡсаны һаман биреп булмай. Пенсиәмде тиненә тиклем алып эсеп бөтә.Ҡуй инде,-тип үҙ алдына һөйләнеп күҙ йәштәрен һөрттө Миңлекәй әбей.
Яҙмыш Миңлекәй әбейҙе иркәләмәне.Инде буй етеп килгәндә һуғыш сығып китте. Ир-ат һуғышҡа китеп бөттө. Миңлекәйҙең атаһы менән ағаһын да бер-бер артлы алдылар.Ҡарт-ҡоро,ғәрип-ғөрәбә,ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға иңенә ҡалды тормош.Таяҡ буйындай ғына Миңлекәй дүрт йыл көтөү көттө. Һуғыш башланғандың икенсе йылында бригадир Ғәрифә еңгәһе ҡушҡайны был эшкә.
-Бикәс,уйланым уйланым да һинән дә ҡулай кешене тапманым.Ғәбит ҡартҡа көтөү көтөшөргә иптәш булып сыҡ әле. Мал да күп түгел ,әле унлап баш һыйыр күтәртеп ята.Хөкүмәткә ит итеп оҙатмаһаҡ, булмаҫ.Бесән наҡыҫ,әле ҡарҙан әрселгән урындарҙа күгүлән йәшәрә башлаған һымаҡ.Ғәбит ҡартҡа ас малды ҡайырып алыуы ҡыйын булыр.Ярҙам ит әле, бикәс, - тип торғас, һүҙен йыҡманы.Әсәһе мәрхүмә йәлләп:
-Шыпа бала ғына ,бигерәк шыйыҡ бит,аяғында ла юҡ,үҙе көтә алыр микән,- тип ҡарағайны ла
Ғәрифә еңгәһе ҡуйманы.
-Ғәбит ағайға йомошсо булып булһа ла йөрөр,еңгәй, сыҡһын инде,башҡа кеше юҡ бит, тигәс ризалашты.Эй,булған бит заманы ла.Аяҡта ҡоршалып бөткән сабата,тамаҡ аслы- туҡлы.Иртән бер көрөшкә ҡатыҡ эсеп сығып китәһең,кискә тәгәрәтелгән бер-ике бөртөк картуф.Уныһы эләкһә әле.Онотҡанда бер ит эләгә,уныһы күтәртеп үлгән һыйыр булһа ғына.
Атаһының ҡара ҡағыҙын 41-се йылдың көҙөндә алдылар.Похоронканан һуң әсәһе Мәрхиә белгертмәһә лә биреште,һурышып китте.
-Ҡалайтаһың, ил менән килгән ҡайғы,бер мин дә түгел бит,ил менән күрәбеҙ,- тигән булып үҙ- үҙен йыуатып,күҙ йәштәрен һөрттө. Иренең похоронкаһынан күп тә тормай үҙе лә ҡазаға юлығып ҡуйҙы.Утын алып ҡайтып килгәндә санаһының ебенә эләгеп ҡолап, биленән яҙҙы. Ярай әле сулаҡ Мөхтәр осраған .Санаға утынының өҫтөнә һалып алып ҡайтты.Шул ятыуҙан тора алманы Мәрхиә.Ярты йыл түшәктә һыҙланып ятып үлеп китте.Әсәһе үлгәндә, Миңлекәйгә яңы ун биш тулғайны.
-Балам,мин үлеп китермен инде.Исмаһам, ағайың ғына һау ҡайтһын ,һиңә терәк -таяныс булыр ине,- тип көн- төн теләп ятһа ла әсә теләге ҡабул булманы.Һуғыш бөтөргә бер ай ҡалғас,Рамаҙандың похоронкаһы килде.Япа -яңғыҙы ҡалды Миңлекәй.Әлдә ярай, әсәһе Рамаҙанының похоронкаһын күрмәй үлеп китте.
Әсәһе үлгәс,Ғәрифә ҡыҙҙы үҙенә саҡырҙы йәшәргә.Һуғыш бөткәнсе Ғәрифә еңгәһе янына өйҙәш булып инде.Ғәрифә ҡыҙҙы айғыр Хамматтан ҡурсыны. Һәләк итеп ҡуймаһын.Һуғышҡа тиклем бер итәкте лә буш ҡалдырмаған нәмә.Белеп булмай.Әле уның самый аҙған сағы.Келәт мөдире булып алғас, бигерәк шашты.Башҡалар аслыҡтан интекһә-ул майына сыҙай алмай.Аяғында ныҡ баҫып, ҡыҙара-бүртеп йөрөгән ирҙә ниндәй сир тапҡандарҙыр?Барманы бит һуғышҡа.Йөрәк тигән булдылар.Ҡайһылары военкомда туғаны справка яһап биргән тип тә һөйләнеләр.Бер Хоҙай үҙе генә белә.Миңлекәй үҙе лә шөрләй ине һөмһөҙ ирҙән. Буйы бер иле,башы кәбәндәй.Муйын юҡ. Кәпәйеп торған ҡорһағын куфайкаһының төймәләре саҡ ҡаплап тора. Яҫы битендә ҙур төймәләй миңе бар.Ҡыҫыҡ күҙҙәре менән үтә тишеп ҡарай.Үҙе гел ыҫылдап һөйләшә.Һөйкөмһөҙ ир.Нимә эсәлер,үҙе гел ҡыҙмаса йөрөй.
Ғәрифә еңгәһенең ире Марат һуғыштан ҡайтҡас,үҙ өйөн йүнәтеп, Миңлекәй көҙгөлөккә үҙ өйөнә ҡайтты. Һуғыш бөткәнсе, ир-атһыҙ ҡалған донъя туҙып тетелеп бөттө. Фермалағы һуңғы һарайҙың да ҡыйығы сереп, ауып төштө.Сулаҡ Мөхтәр бала-саға менән генә әүеш- теүеш итеп ҡоршап ҡуйғайны. Ҡыш уртаһында ҡарҙы күтәрә алманы,йәнә ауҙы. Ҡуй инде,этеп- төртөп тигәндәй, саҡ килеп сыҡтылар ҡышты.Кеше генә түгел,малды ла интектереп бөтөрҙө ҡәһәр һуҡҡыры нимес.
Һуғыштан һуң да тормош тиҙ генә еңеләйеп китмәне.Ашау наҡыҫ.Өҫ-башҡа кейергә юҡ. “Туйғансы икмәк ашар көн булыр микән.”- тигән саҡтар күп булды.
Һуғыштан һуң,Миңлекәй көтөүҙе ташлап, һарыҡ ҡарауға күсте. Бригадирлығын иренә биреп,Ғәрифә лә һарыҡ ҡарарға килде. Еңгәһе тартты шул Миңлекәйҙе. Йәлләгәндер. Япа –яңғыҙ ҡыҙ бала.Арҡаланыр кешеһе юҡ.
Ул көндө ҡара көҙҙөң әсе еле елегенә тиклем үтеп, өшөп ҡайтты Миңлекәй.Самалап ҡына мейесенә ут елпетте.
-Ҡар күҙе төшә.Ана-бына ҡыш булырға тора.Утын да самалы.Йүнләргә кәрәк,- тип уйланы ҡыҙ.Булған ғына липаһына уранып һикегә ятып торғайны,арыу үҙенекен иткән,күҙе эленеп ҡалған.Әкрен генә солан ишегенен таҡылдап ябылғанына тертләп һикереп торҙо. Мейесенең уты бөтөп һүрелгән.Тома ҡараңғы.Йә, шәмен әҙерләп ҡалдырмаған.
-Тышта шулай көслө елдер.Соландын саҡ торған келәһен емерҙе,тип уйлап ҡараңғы юҡҡа сығам, тип ынтылғайны,кемдер өйҙөң ишеген асып инде.Ҡото осҡан Миңлекәй :
-Һин кем ул?-тип ҡысҡырып ебәрҙе.
-Ҡысҡырма,хәлеңде белергә индем,Миңлекәй,-тип ыҫылдау менән айғыр Хамматтың тауышын танып,ҡалтырап төштө.
-Нимә кәрәк һиңә,бар сығып кит!
-Ҡара әле,Миңлекәй,ул ҡәҙәре ҡысҡырма.Һин бит хәҙер еткән ҡыҙ.Төн уртаһында минең һиңә нимәгә инеүем билдәле инде.Даунанан үҙең күҙҙе ҡыҙҙыраһың.Бына бөгөн үҙем килдем әле хәл белергә.Үҙең берҙә мине күҙгә элмәгән булаң бит.Фермаға барған инем,ҡайта һалып киткәнең хе-хе-, тип шырпыһын һыҙҙы.Шырпы яҡтыһына атылып сығып ҡасырға уйлаған Миңлекәй утынға эләгеп осоп барып төштө.Күҙенә уттар күренде.Башы менән мөйөшкә бәрелде.Ҡорбанын нисек ауларға аптырап торған ажау айғыр, Миңлекәйгә барып йәбеште.Ауыҙынан сыҡҡан араҡы еҫенә ҡыҙ уҡшый уҡшый:
-Хаммат ағай,теймә миңә!Биш балаңды уйла,исмаһам.Теймә инде,ағай.
Күҙ йәштәре менән илап ялынған ҡыҙ айғыр Хамматтың дәртен оторо ҡыҙҙырҙы.Ҡыҙҙы ишетер хәл дә түгел.Енси теләк көсө менән сибек кенә Миңлекәйҙе һә тигәнсе һикегә йығып һалды. Ҡомһоҙланып үбә башланы.Шул ыңғайҙа күлмәгенең иҙеүен тартып йыртып ебәрҙе лә ҡыҙҙың йомро түштәрен ойпаларға кереште. Ҡыҙ тулап ҡараны ла,ысҡына алмағас, ҡысҡырып иларға кереште.Ҡысҡыра торғас, тауышы ҡарлыҡты.Әзмәүерҙәй ир ярым -ярты сисенеп, ҡыҙҙың өҫтөнә ауҙы.Ауыҙынан борҡоп торған ерәнгес еҫкә Миңлекәйҙең ҡоҫҡоһо килде.Ғәйрәтле ир шул хәтле ҡәнәғәт ине ҡорбанынан.Ҡараңғы юҡҡа ҡулы өйрәнеп бөткәнме, ҡыҙҙың ҡапшамаған ерен ҡалдырманы.Ыҫылдап-ыҫылдап ләззәтләнде.Көслөнөкө донъя.Хәлдән тайып,илап шешенеп бөткән Миңлекәйҙең сафлығын алғас,мейес алдында ултырып төрөпкәһен төрҙө.Әллә ләззәткә түҙә алмай,әллә айпалашып хәле бөттө-аһылдап бер булды.
-Нимә эт шикелле шыңшыйһың.Бала-саға түгелһең.Оҡшап ҡалһа,көн дә килермен хәл белергә.Түлкә кешегә һөйләнгеләп йөрөмә.Минең кеүек ир- ат булғанға рәхмәт әйт.Шыңшып ятаһың ищу.Минең кеүектәр урамда аунап ятмай.Һуғыштан ҡайтҡандарҙың кемеһе минән артыҡ?Гәрәйҙең күҙе һуҡыр,Батыр һыңар аяҡ,арғы ос Дәүләт ҡултыҡ таяғы менән саҡ йөрөй.
-Сығып кит ,хайуан,сығып кит.Тағы нимә кәрәк?Нисек ер күтәрә һинең кеүек хәшәрәттәрҙе?Һин бында ҡорһаҡ үҫтерҙең, улар һинең өсөн күҙҙәрен,аяҡтарын ҡалдырып ҡайттылар.Сығып кит тиҙерәк.Тағы килеп ҡара.Инде балта әҙерләп ҡуям.Башыңды яра һуғам.Килеп кенә ҡара,-тип бар көсөнә һөйләнә-һөйләнә, аҙарынып иланы Миңлекәй.
Ҡара көҙҙөң ошо ҡара төнөндә Миңлекәй айғыр Хамматтан ауырға ҡалды. Айғыр Хамматтың балаһы икәне генә сер булып ҡалды.Ни хәл итәһең, заманы ла шул бит, ғәйептән бала тапҡан бер Миңлекәй генә булманы һуғыштан һуң. Бесән ваҡытында уҫтаптай малай тапты Миңлекәй.”Айғыр Хамматҡа ғына оҡшамаһын инде”, тип теләһә лә танау шуныҡы ине.Яңғыҙлыҡтан миктәгән ҡатын балаһын тапҡас:
-Хоҙайҙың яҙғанылыр,исмаһам,үҙемә иптәш булыр,-тип йыуанды. Икәү булырбыҙ,яңғыҙлыҡ үҙәгемә үтте,-тип күкрәгенә ҡыҫты балаһын.
“Ни эшләп шунда балама ғүмер һорамағанмын икән”,-тип әле булһа үкенеп ҡуя Миңлекәй. Ике йәшендә соҡорҙағы һыуға батып үлгән улы иҫенә төшһә,үҙәге өҙөлөп китә.Ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды.Кем белә,атаһы айғыр Хаммат булһа ла ,бәлки,әүмәт күреп ултырыр ине.
Юлайын һуң ғына ,ҡырҡҡа етеп барғанда тапты.Колхозға ҡырҙан эшкә килгән Сабит исемле ир Миңлекәйгә әүрәп китте.Елбәҙәк ,төҫө -башы арыу ғына ир башта ғаиләһеҙмен тип таныштырҙы үҙен.Сабит Миңлекәйҙең өйөнә килде йәшәргә. Ярты йылдан сит райондан өс балалы ҡатыны эҙләп килеп төшмәһенме!Ир бирмәк-йән бирмәк тигәндәй эйәртеп алып ҡайтып китте ирен.Ҡорһағы беленә башлаған Миңлекәй тыуасаҡ балаһы менән тороп ҡалды.Өс айҙан тағы малай тапты ҡатын.Тапҡас та ғүмер теләне.Ауыҙын асҡан һайын Хоҙайынан балаһына ғүмер һораны. Юлай төҫкә -башҡа атаһына оҡшап тыуҙы.Миңлекәй күҙ ҡараһылай һаҡланы балаһын.Инде лә яңғыҙ ҡалып ҡуймайым, тип ҡурҡты,ахыры.
Юлайын тапҡандан һуң ,Миңлекәй колхоздың сезонлы эштәренә йөрөнө.Сөгөлдөр утаны,һарыҡ ҡырҡты,бесәнгә кәшәүәр булып сыҡты.Ҡайҙа йөрөһә лә Юлайы итәгенә йәбешеп йөрөп үҫте.
Миңлекәй йәштән ҡара һағыҙ ҡайнатырға әүәҫләнеп алды. Баштараҡ ауыл ҡатындарына эшләп таратҡыланы. Арыуыҡ йылдар ҡара һағыҙҙы баҙарға ла һатырға йөрөнө.Баҙарҙан һатҡан аҡсаһына ваҡ -төйәген ташыны.Юлай юҡлыҡта үҫмәне.Атайлы бала ашамағанды ашатып үҫтерҙе әсәһе.Ни һораһа, шуны алып биреп кейҙерҙе.Хатта әсәһе менән баҙарға ла бергә йөрөп теләгәнен генә алдыртты.
-Бала бит,үҙемә булманы.Әйҙә,исмаһам,балам рәхәтлектә үҫһен,тип тырышты Миңлекәй.Әсә йөрәге шулай миһырбанлы шул.Үҙенә булмаһа ла балаһы өсөн тырыша.
-Бикәс,күп булышма ҡара һағыҙ менән.Ҡара нәмәне кеше һайын өләшеп йөрөүҙе мин өнәмәйем.Ҡара килешмәй ,белеп ҡуй.Ҡара бит ул.Ана артһа һыйырыңдың ағын арттырып һат.Ул,исмаһам аҡ. Юҡ,еңгәһенең һүҙенә әллә ни иғтибар бирмәне Миңлекәй.Ул ҡайнатырға ла,һатырға ла буйтым оҫтарып алғайны.
Иптәшен армияға оҙатып, беренсе тапҡыр лаяҡыл иҫереп ҡайтҡас та бер һүҙҙә әйтмәне Миңлекәй Юлайына.
-Ярай, башҡаса улайтмаҫ ,тип тынысландырҙы үҙен.Их,шунда тетмәһен тетергә кәрәк булған да бит. Кисерә бит ул әсә балаһының кире яғын,йота.Мәктәптә уҡығанда ла әҙ килдеме уҡытыусыһы Әмир.Илке-һалҡы менән саҡ уҡып сыҡты мәктәпте.Нисек ҡулына аттестат алды әле.Уҡытыусыларҙың сәсен әҙ ағартманы,тәртибе менән дә,уҡыуы менән дә.Миңлекәйҙең үҙенән дә бар.Алдына алды балаһын,бипылдаған булды.
Армиянан ҡайтҡанын тыны менән тартып алырҙай булып,көтөп алды.Нимәләр генә әҙерләмәне лә,нимәләр генә йыйманы балаһы ҡайтыуға.Әйҙә ҡайнатыр ине ҡара һағыҙын.Баҙарға аҙна уртаһында ла йөрөнө.Тәмле булды уның ҡара һағыҙы.Мәрйәләргә тиклем баҙарҙа көтөп торҙолар .Бөтә кеше лә ҡайната алмай уны.Эше лә еңел түгел.Йәш туҙ эҙләп урманды әҙ ҡыҙырманы Миңлекәй. Туҙҙы ла белеп һыҙырһаң ғына килеп сыға һағыҙ. Алай ҙа әсәһенән ҡалған туҙмаҫ суйын сөгөнө булды.Елкәһенә һалып алып аҫып ҡайтыр ине туҙын.Көнө буйы ултырып һыҙырыр ине.Анан йүкмәнеп һыу буйына төшөп китә.
Армиянан ҡайтҡас,Юлай фермаға көтөүсе булып эшкә барҙы .Күп эшләмәне,эше ауыр тип, ҡалаға сығып китте.Унда ла йүнләп эшләмәне.Әйҙә ураған һайын ҡайтып әсәһенә ул кәрәк,был кәрәк тип аҡса таптырҙы.Әл дә пенсияһы бар.Һағыҙ аҡсаһын да әҙ тотонманы.Шулай йөрөй торғас, бер ҡыҙҙы эйәртеп, өйләнәм тип ҡайтты. Ҡарап торған һыйырын һатып, туй үткәрҙе балаһына Миңлекәй.Йыл йәшәмәй килене ҡайтып китте.Эсеп,туҡмай башлағайны,ата-әсәһе килеп тейәп алды ла ҡайтты.Балаға ла уҙып өлгөрмәне.Хәҙер ни, кейәүгә сығып, ике ул үҫтерә.
Кәләш алғансы уҡ буйтым әүәҫләнеп алғайны Юлай эсергә.Уйында гел еңел аҡса,еңел тормош булды.Сала башы борманы өйҙә.Хәленән килгәнсе үҙе тырышты Миңлекәй әбей.
Әле бына ҡырҡҡа етеп килә.Ҡырға китеп ҡараған була эшкә.Ялҡау,эш һөймәй,унан ҡалһа,эсеп ҡыуыла.Һуңғы йылдары бигерәк үҙәгенә үткәрә әсәһенең. Әйтә башлаһа ажғыра ла,екерә,һуғырға ынтыла. Өйҙәге арыуыраҡ әйберҙе ташып эсеп бөттө.Шунан ҡыҙғанып,һатып эсеп бөтөр булған ғына нәмәмде, тип бер ҡайҙа ла сығып йөрөй алмай әсәһе.
-Үҙ балаңды фаш итеп йөрөп тә булмай.Оят.Тәрбиә бирмәгәнең тейерҙәр.Ҡайһы ваҡыт Миңлекәй балаһына ғүмер теләгәненә үкенеп ҡуя.Тәүфиҡ теләһәсе.Юҡ инде,юҡ иманы ла,тәүфиғы ла.Бигерәк ҡаҡшата.Теләһә кемдәрҙе,үҙе һымаҡ эскеселәрҙе лә эйәртеп ҡайта.Унан эсергә,ашарға таптыра Үткәндә:
-Етте һиңә,әндрәй ҡаҙнаһы бармы әллә?-тигәнсе әсәһенең һандығын онтай һуҡты.Һүҙ әйтеп булмай.Әле бына һуңғы ҡайтҡанында әсәһенән аҡса таптырып йәнен алырҙай булды.Хәҙер ни ике- өс йыл инде һағыҙ һатырға ла йөрөй алмай. Аяғы һыҙлай.Һатҡанда үҙенә сәй- шәкәр алып йәшереп тота ине әле.
Йәш саҡ нисек тә үтә, ҡартлыҡта булһын икән бәхетең.Үҙ балаңды ҡасан ҡайтып инә,ҡасан нимә ҡыйрата,ниндәй бысраҡ һүҙҙәр ишетермен, тип ҡурҡып -өркөп ултырыу-бәхет түгел инде.Хәсрәт, хәсрәттең дә ниндәйе!
Башынан үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп ултырып ,ҡараңғы төшкәнен дә абайламаған Миңлекәй әбей.Таяғын эҙләп алып, тәһәрәт ҡомғанын тотто ла тышҡа сығып инде.Бисмиллалап ишеген бикләне.Сәй ҡайнатҡан булды.Тамағы кипһә лә бер сынаяҡтан ары эсмәне. Кисәге төн йоҡлай алмағанғамы көнө буйы башы ауыртты. Урындығына түшәген йәйеп менеп
ятты.Уйҙарынан уйылып,башы ауыртып ятҡан әбейҙе бер аҙҙан йоҡо баҫты.Күме йоҡлағандыр,ете төн уртаһы булдымы- яра яҙып ишек туҡылдаттылар.
-Әй алла ,теге ғазраилдыр инде.Тағы аҡса һорап ҡайтҡандыр.Йә пенсиә алып өлгөрмәнем, берәйһенән һорап торманым йә,ҡалайтам инде,тағы йоҡо булмай икән ,тип урынан тороп ишеген асты.Аяғында саҡ баҫып Юлай тора.Этә- төртә әсәһен өйгә килеп инде. Холҡон белгәнгә, әсәһе өндәшмәне.
-Нимә бешерҙең?-беренсе һорауы шул булды.
-Бешереп тормағайным шул,сәй ҡуяйым,сәй эсәйек,хәйергә яңы бешкән май алып килгәйне Ямалдың килене.
-Эсмәйем сәйеңде,үҙең эс,миңә аҡса бир ҙә китәм.
-Атаҡ,аҡсаны ҡайҙан алайым, пенсиәне ай аҙағында ғына бирәләр бит.
-Алдама.Бар һинең йыйғаның.Сығарып һал,- тип ырылданы Юлай.
-Юҡ,юҡ бер тинем дә ,дарыу алырлыҡ та аҡсам юҡ.Баш дарыуын да шул Ямалдың килененән һорап алғайным әле.
-Нимә алдайһың,сығарып һал,ҡайҙа,ошондамы?-, тип әсәһенә екерҙе.
-Юҡ тигәнде аңламайһыңмы әллә,юҡ тейем,юҡ.Ғазраил.Ҡаҡшаттың да баһа.Әҙәмдең йүнлеһе ята ла үлә,исмаһам үлмәйһең дә.Былай ни миңә жыт юҡ.Мин үлһәм, кемдән таптырып эсәр икәнең,сәнселеп киткер!
- Һин үлмәйһең әле.Нимә үлергә йыйындыңмы?Үлмәһәң ярар ине,һинең һымаҡтар үлмәй ул.Миңә үлем теләгәнсе тап аҡса,миңә хәҙер кәрәк .Ҡайҙан табаһың,уныһы һинең эш,аңланыңмы.Нимә өндәшмәйең?Миңә аҡса кәрәк.
Иҫерек ир Миңлекәйгә ул һуғырҙан,был һуғырҙан етеп- етеп ураны.Ҡурҡышынан Миңлекәй әбей юхалауға күсте:
-Ҡуй,балам,ысын юҡ бит аҡсам.Билем былай ҙа ауырта,теймә миңә,йәме.Ят йоҡла.Иртән берәрһенән һорап алып бирермен.Урын һалам ят.
-Миңә иртәгә кәрәкмәй бөгөн кәрәк,ни эшләп аңламайың,табаһыңмы ,юҡмы?- тип урындыҡта ултырған әсәһен төртөп ебәрҙе.Йәнен ҡулына алып ултырған Миңлекәй әбей ҡаҡ салҡан ҡолап китте:
-Уй балам,ҡуй,ҡуй,теймә миңә, былай ҙа башымдан сыҙамайым ,- тип улына аҙарынып ,ялбарып өндәште.Балаҡайым,ни эшләп кенә улай булдың һуң?Һөйөп кенә үҫтергән балам инең бит.Шайтан ҡотҡоһона бирелдең дә ҡуйҙың.
Миңлекәй әбей ауыртыныуҙанмы, ыңраша –ыңғыраша тороп ултырып яулығын рәтләне.
Инде тағы ынтылмаһын,берәй еремде онтап ҡуйыр тип өҫтәле яғына шылыңҡыраны.Түҙмәне, һығылып илап:
Эй,Хоҙайым,ниндәй гөнаһтарым өсөн ошо көнгә ҡалдым икән?Ҡара йәшемдән хәләл көс менән йәшәнем.Ошо ултырған ғазраилға күкрәк һөтөмдө имеҙеп,ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерҙем.Әллә бәлки ҡартлығымда ҡыуанысым булыр тип.Ниндәй игелек күрҙем һуң?Дошманыма ла теләмәйем үҙем күргәнде.Былайтып эт күрмәгәнде күреп йәшәткәнсе, Хоҙайым,ҡорҙай йәнемде алһаңсы ла ҡуйһаңсы.Ғәрифә еңгәм ауыҙ асҡан һайын ҡара һағыҙ менән булышма тине.Көн итәйем, ошо ғазраилды кеше итәйем тигән булып тыңламаным бит.Әллә ҡара һағыҙ шойҡаны менән дә ошо көнгә ҡалып ултырамдыр. Ҡара ҡара бит инде.Был хәтлем дә булыр икәнең,-тип һыҡтаны күҙ йәштәре аша хәсрәттең сигенә сыҡҡан әсә.
-Етәр,ыңғырашма,хәҙер теге донъяға оҙатам үҙеңде.Күҙе тонған ир, әллә йоҡлап ултырып уянып киттеме-даһыр доһор килеп торҙо.Ултырған ултырғысы ҡолап китте, хатта. Абайламаҫтан килә - килеп әсәһенең муйынына йәбеште. Миңлекәй әбей артына ҡолап китте. Әбей бар хәленсә тыпырсына,тибәләнә, ҡысҡырырға хәле юҡ.Шайыҡ -майығы аҡҡан,эсеүҙән шешенгән,һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ҡурҡыныс ир ысынлап та был ваҡытта ғазраил рәүешенә ингән ине.Ҡорҙай ғына әсәһенең кәүҙәһе бер талай туланы, туланы ла тынып ҡалды.Өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан әсәһенең әллә үлеменә ышанманы,бер килке әйләндереп- тулғандырып ҡараны ғазраил.Торорға хәле етмәне,ултырған ерендә артына ауҙы ла хырылдап йоҡлап китте.Таң атыуға әллә айнып,әллә башы ауыртып күҙен асты.Башта аңламай торҙо ни булғанын.Янында сәсе -башы туҙған,күлдәктәре йыртылған әсәһе ята.Ҡулын тотоп ҡараны ла һикереп торҙо.”Үлгән. Минме? Мин үлтерҙемме? Нисек булды һуң? ”Иҫләмәй бит.Башын тотоп асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. Башын тотоп бер ултырҙы,бер торҙо.Уфылдап,улай -былай әйләнде.Сәйнүктән ғоролдатып һыу эсте.Тышта ҡәҙимге яҡтырып бара.Тышҡа сыҡты.Тартыр ине,тәмәкеһе юҡ.Ни эшләргә?Ҡара таңдан эҙләнеп кемгә бараһың? Кем бирергә тора? Шул ваҡыт, ҡапыл бер нәмә иҫенә төшөргәндәй, өйгә инде.Әсәһенең бер килке шкафын аҡтарҙы,йүнле бер нәмә лә тапмағас,күҙе ватыҡ һандыҡҡа төштө. Асып ҡарап, эсендәге нәмәләрен аҡтарырға тотондо.Үлемтеккә тип әҙерләгән әсәһенең бер нисә метр тауарын ҡуйынына тыҡты.Сығып барғанда биҙрәне күтәреп, түгә-сәсә һыу эсте лә ишекте шарт ябып сығып китте. Соландың ишегенә йоҙаҡ элде.
Миңлекәй әбейҙе дүртенсе көн тигәндә ерләнеләр. Нәғимә иләнгән йөнөн алырға килеп кенә әбейҙең өйөндә үлеп ятҡанын белделәр.Милиция саҡырттылар.Енәйәтсене бер ауыҙҙан улы Юлай тинеләр.Өс ай эҙләнеләр.Тапманылар.Зым-зыя ғәйеп булды Юлай.Әллә берәй ерҙә туңып ятып,ҡар аҫтында ҡалдымы икән, тип юрауҙары дөрөҫкә сыҡты.Апрель башында ауыл осондағы соҡор эсенән табып алдылар.Ике күҙ юҡ,соҡолған,кәүҙә бурһыған,әҙәм ҡарағыһыҙ Юлайҙы трактор ҡаҙғысына һалып, зыяраттың тышына ҡуйҙылар. Кеше түгел, ғазраил ине бит ул, тине ауылдаштары Юлайҙы ҡуйғас. Эткә -эт үлеме. Әсә һөтө,әсә фатихаһы ебәрмәй ул.
Бындай яҙмышлы әсәләр булмаһын ине арабыҙҙа.Тәүфиҡлы,иманлы ул-ҡыҙҙары менән бәхетле ҡартлыҡ кисерһен һәр әсә.
 
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в