Бөгөн дә шулай ине, электән ошонда йәшәгән Фәрзәнәнең 8–10 йәштәрҙәге Заһир исемле малайы килеп ҡушылды. Беҙҙең халыҡ әҙәпле, ул күренгәс, бик һүгенмәйҙәр, оятһыҙ көләмәстәр ҙә һөйләшмәйҙәр.
Өлкәндәрҙән берәү: “Эй, малай, кемде эҙләйһең?” – тип һораны. Малай, ике лә уйлап тормай: “Мин атайымды эҙләйем”, – тине.
Беренсе тапҡыр түгелдер, күрәһең, мыҫҡыллы хихылдашманылар, үҙ-ара йылмайышып ҡына ҡуйҙылар.
– Ниңә әсәйеңдән һорамайһың? – тине кемдер.
– Әсәйем белмәй шул, – тип аҡланды малай, хатта яурынбаштарын һелкетеп ҡуйҙы.
Әллә берәйһе улым, тип өндәшер, эргәһенә саҡырып алыр, арҡаһынан һөйөп йыуатыр, тип уйланымы икән, байтаҡ уралды малай ошонда.
Һуңғы бер килгәнендә Заһирға, ниңә олатайың менән өләсәйең эргәһенә бармайһың, тип әйттеләр.
– Улар мине керетмәй шул, – тине малай, үҙендә ниндәйҙер ғәйеп тойоп.
Фәрзәнә – ауылдың хәлле генә кешеләренең ҡыҙы – ана, туҙа башлаған ике фатирлы кирбес йорттоң уңдағыһы – тап уныҡы. Совхоз МТМ-һының тимер ҡоймаһына терәлеп, тигәндәй, ултыра. Совхозға эшкә килгәндәр ҡунып сығырға, эсергә рюмка һәм ҡатын-ҡыҙ наҙы эҙләгәндә бик алыҫ йөрөмәйҙәр, ана шул фатирға баралар ҙа керәләр. Яңғыҙ ир өсөн бөтәһе лә бар унда.
Фәрзәнәнең атаһы менән әсәһе ғүмер буйы мәктәптә балалар уҡытты, уларҙы тәрбиәләне һәм киләсәк тормошҡа әҙерләне. Грамоталары, юғары ғына исемдәре лә бар, балаларҙы ла һәйбәт тәрбиәләгәндәрҙер. Әммә үҙҙәренең ҡыҙҙары Фәрзәнәне күҙ уңынан ысҡындырғандар. Дөрөҫ, ҡыҙыҡай тәүге йылда уҡ институтҡа уҡырға ингәйне, хатта бер-ике йыл уҡып та аҙапланды. Өсөнсө йылынамы икән, бер йылға ял алып ҡайтты. Ата-әсәһе – абруйлы кешеләр, тәүҙә ҡыҙҙарының әхлаҡи йөҙөн һаҡлау өсөн байтаҡ көрәштеләр. Уныһы сығып китә, юғала, эсә, тәмәке тарта һәм, әлбиттә, йәш-елкенсәкте аҙҙыра. Атай менән әсәй кеше ояттарынан ер тишегенә инергә ынтылманылар, ҡыҙҙарына ошо фатирҙы һатып алып бирҙеләр һәм үҙенән тулыһынса ҡотолдолар. Үәт, рәхәткә сыҡты Фәрзәнә шул ваҡыт. Ауыл хакимиәтенең дә, полицияның да уға көсө етмәне. Әсәһе, Һәжәр апай, бер килеп ингәнендә “еңел” холоҡло ҡыҙының буйтым йомарланған ҡорһағын күреп: “Аһ, ҡәһәрең! Һин бит бәпәйләргә йөрөйһөң”, – тип ҡыҙының ҡотон осорҙо.
Был мәсьәләне дауаханаға ғына алып барып хәл итерҙәр ине, тағы нимәһелер килеп сыҡҡан да Фәрзәнәһе тағы ҡайҙалыр олаҡҡан.
Ә бер нисә айҙан балаһын ҡаҙна йүргәгенә төрөп, такси менән генә ҡайтып төшкән дә сабыйҙы әсәһенә тотторған.
Ә тегеләр нимә эшләһен инде, олатай менән өләсәй булып, шартына килтереп, исем ҡуштырғандар һәм баланы тәрбиәләүҙә ҡатнаша башлағандар.
Шунан башланды! Фәрзәнә Заһирҙы әсәһенә илтеп ҡуя, әсәһе – кире килтереп бирә. Сабый шулай ике арала йөрөп турығып, бик матур, ирәбе бала булып үҫте. Дөрөҫ, шул арала Фәрзәнә, балаһын күтәреп, үҙенең сумаҙанын тултырып, икеме, өсмө тапҡыр кейәүгә лә сығып ҡараны. Ауыҙынан тәмәке төшмәгән, яйы сыҡҡан һайын эсеп иҫергән, үтеп барған ир-атҡа тағылырға торған ҡатын кемгә кәрәк инде? Һәр сәфәре уңышһыҙ тамамланып, һалҡын өйөнә ҡайтып ҡолауҙан башҡа сара ҡалманы.
Ҡуй инде, силәгенә күрә ҡапҡасы, тигән һымаҡ, ире лә табылып тора бит әле. Юҡ, ҡатынға ҡатын, иргә ир булыу өсөн парлашыу ғына етмәй, үҙеңде тоторлоҡ, ғаилә ҡорорлоҡ көс тә, теләк тә кәрәк.
Шунса ир араһынан табып ҡара Заһирға атай булырлығын. Берәй шаяны әллә ҡотортҡан, әллә яҡшылыҡ теләгәнме, малайға, атайыңды тап, тип өйрәткән. Малай ышанғандыр. Хәҙер көн һайын бер тапҡыр килә лә, минең атайымды күрмәнегеҙме, тип һораша ла йөрөй.
Бына бөгөн дә шулай, килеүе булды:
– Һин өләсәйең менән олатайыңа бар. Улар һинең атайыңды белә, – тип кәңәш иттеләр.
Ныҡ баҫып, ышаныслы аҙымдар менән килеп керҙе Заһир.
– Һаумы, олатай! – тине ул, йорт хужаһы Ильясты күреү менән.
Ильяс ҡарт, етмеште ҡыуған ныҡ кеше, бер ҡолаҡҡа ҡатыраҡ. Кемдер өндәшкән һымаҡ булғанға, әйләнеп ҡарағайны, эргәһендә генә, уң ҡулын һоноп, Заһир тора.
– Һаумы, олатай! – тине ул тағы.
Ильяс ҡарттың асыулы, саҡ түҙеп йөрөгән мәленә тура килде малай. “И-и, минең улым килгән бит”, – тип ике ҡуллап күтәреп алһа, донъя емерелеп төшмәҫ ине. Ҡарттың ҡайҙан кәйефе булһын инде, ямғыры яуа, картуф ҡаҙылмаған, бесән индерелмәгән. Етмәһә, ҡарсығы сирләп ята. Бер үҙе кәртә тирәһендә булыша ине, бынауы уйнаштан тыуғаны килеп сыҡты. Етмәһә, күҙҙәренән шат осҡондар сығарып, бысранып бөткән ҡулын һоноп, һаумы олатай, тип йылы һүҙ, аҙ ғына, саҡ ҡына, бәләкәй генә иғтибар көҫәп тора бит әле.
– Мин һиңә ниндәй олатай булайым? Йүнһеҙ малай! Һинең олатайың, ана, ҡалала йөрөгән берәй иҫерек шоферҙыр әле. Уның малайы һинең донъяла барлығыңды беләме икән? Бар, сығып кит! Күҙемә күренәһе булма, әҙәм мәсхәрәһе! Әсәйең менән берәй яҡҡа сығып кит! Күҙемә күренмәгеҙ!
Ҡарт һөйләнә-һөйләнә, араһына береһенән-береһе ҡатлы-ҡатлы һүгенеү һәм ҡарғау ҡушып, малайҙы бер тынала бәләкәй ҡапҡа артына урамға ҡыуып сығарҙы һәм тимер күгәнле тимер ишекте шартлатып ябып ҡуйҙы.
Малай тәүҙә нимә булғанына төшөнмәне. Дөрөҫ, уны шулай төрткөләп сығарыуҙары беренсе тапҡыр түгел. Хәйер, бер ҡыуып сығарһалар, ун тапҡыр саҡырып килтерҙеләр, күңелдәре булһа, ҡосаҡлап алдылар. Өйгә алып кереп, йылындырып, йыуындырып, өрмәгән ергә ултыртманылар.
– Әй, олатаһы, ни эшләтәйек һуң? Үҙебеҙҙең һөйәк бит! Күҙҙәренә ҡара әле, тап һинекеләр бит. Шундай ихлас, ышанып ҡарап торалар.
Һәжәр ҡарсыҡ урамға сыға алманы. Сығыр ине, сирләп тора. Әлеге, ҡан баҫымы юғары, варикоз да йонсота, аритмияһы ла ҡушылып китә. Шулай ҙа, ҡолағы сос, ҡарты кемделер геүләтеп сығарып ебәрҙе. Оҙаҡламаны, үҙе лә килеп инде.
– Нимә бар унда, олатаһы, һиңә әйтәм?
– Кем булһын, шул Заһирың йөрөй.
– Заһирың, тисе. Минеке генәме ни? Һинеке лә ул, олатаһы, онотма! – тине өләсәһе.
– Булһа һуң. Ул баланың әсәһе бар бит, уны күпме ҡарарға була? Беҙгә һалышып, тамам аҙҙы. Хәҙер мин уның ҡылығынан кеше араһында тартынмай ҙа башланым. Башыбыҙға төшкән яҙмыш, күпте күрҙек, быныһын да кисерергә яҙғандыр, тип үҙемде тынысландырам. Ә эстән оят.
– Нимәһе оят? – тине өләсәһе.
– Шундай ҡыҙ үҫтереүебеҙгә оят. Шуның балаһы – ейәнебеҙ алдында оят. Кеше әллә нимә һөйләйҙер инде.
– Таптың һүҙ! Кешенең һиндә ниндәй ҡайғыһы булһын, ҡарт? Һөйләнеләр-һөйләнеләр ҙә, оноттолар бит инде.
– Оноторҙар һиңә! Йылдың-йылы яҙып, интернетҡа һалып, әҙәм алдында рисауай итерҙәр. Ошондай дан кәрәкме һиңә? – тип һөйләнә-һөйләнә ҡарт яңы ғына йыуылған итеген бәләкәй мейес алдына ултыртып ҡуйҙы.
– Ҡайҙа һуң Заһир? Бар, алып кер, урамда өшөп йөрөмәһен. Әсәһе лә өйҙә юҡтыр.
– Ул нәмәңде ҡайҙа ебәрҙең һуң?
– Ебәрмәнем, үҙе киткән. Анау ферманы, ҡалған һыйырҙары менән Ҡафтауҙан килгәндәр һатып алған. Шулар ҡышҡылыҡҡа әҙерләй, ти. Төҙөүселәргә ашнаҡсы кәрәк икән. Фәрзәнәне яллағандар.
– Ҡуй инде, Фәрзәнәме һуң инде кешегә аш бешерер әҙәм? Ул нәмәң бит сәй ҙә ҡайната белмәй.
– Белһә лә, белмәһә лә үҙебеҙҙеке бит.
Тышта ҡараңғы төштө, ямғыр көсәйҙе, йылы өйҙәрҙең ҙур тәҙрәләрендә ялтлап яҡты уттар яна. Ә юлдағы күләүектәрҙе күрмәй, илай-илай Заһир исемле малай атлай. Ана, ҡаршыһына бер ир осраны.
– Ағай, – ти Заһир, – һеҙ минең атайымды күрмәнегеҙме?
– Һинең атайың кем һуң?
– Белмәйем.
– Ә әсәйең бармы?
– Әсәйем – эштә, әсәйем Фәрзәнә исемле.
– Фу, Фәрзәнәнең малайымы ни һин?
– Эйе, минең әсәйем эшкә китте.
– Эшкә китте. Ә ниңә олатайыңа бармайһың?
– Олатайым индермәй, әсәйең янына бар, тип төрткөләп сығарҙы.
Ямғырлы төн бар донъяны ҡаплап алды. Яңы бешкән аштан тағы ла нығыраҡ йылынған туҡ өйҙәрҙә, күңелле генә итеп ултырып, киске тамаҡты ашанылар.
– Һуң, Заһир ҡайҙа икән? – тип шыңғырланы Һәжәр ҡарсыҡ. – Уф, эҙләп кенә килер инем, сығырлыҡ хәлем юҡ шул.
Түҙмәне Ильяс ҡарт, нимә тип әрләһә лә, үҙенең ейәне бит. Фонарын алды, бая ғына йыуылған итектәрен кейҙе, өҫтөнә плащ ябынды һәм Заһирҙы эҙләп урамға сыҡты. Иң тәүҙә өйөнә барып килде. Яғылмаған һыуыҡ өйҙә ни эшләп ултырһын инде ул малай. Клуб эргәһен үтте, мәктәп тирәһен ҡараны, күңелендә ниндәйҙер хәүеф яралды. Ҡолағына туҡтауһыҙ яуған ямғырҙан ярға тиклем күтәрелгән Эйектең ҡурҡыныс итеп шаулауы салынды.
Ҡарт икеләнеп кенә яр ситенә баҫты, фонарының иң көслө утын урғылып аҡҡан йылғаға йүнәлтте һәм ҡурҡынып, үҙе белгән берҙән-бер доға – “Аятел Көрси”ҙе уҡып ҡуйҙы.
Байтаҡ йылдар үтер, күрәһеләре бөтөр көн килер, әжәл баш күтәрмәҫлек ҡайғы түгел, көндәлек юғалтыуға күндереп, зыяратта ҡәберҙәр һаны артыр. Ләкин улар араһында Заһирҙың бәләкәй генә ҡәберенә урын табылманы, сөнки мәрхүмдәргә генә ләхет алына. Тағы ла бер 10–15 йыл үткәс, Ильяс ҡарт, үлем менән көрәшеп, түшәккә ҡолағас, уның томаланып бөткән күҙҙәре алдына ун йәштәрҙәге бер малай килеп баҫасаҡ һәм, ҡулын һоноп: “Һаумы, олатай!” – тип өндәшәсәк.