-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Апрель 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Берҙән-бере генә ине

Хикәйә Фәнирҙе мин беренсе тапҡыр күргәндә бер айлыҡ булдымы икән, әллә юҡмы, хәтерләмәйем. Ҡатыным әйткәс, күршеләргә бәпестең тәпәйен йыуырға индек. –       И-и-и.., ҡалай хужа булып ята, – тинем мин, һүҙ юҡтан һүҙ сыҡһын, тигәнмендер инде. Мин онотҡайным был хаҡта, ә бына ҡатыным, хәтере ифрат насар булһа ла онотмаған икән.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Берҙән-бере генә ине
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Берҙән-бере генә ине

Салауаттан Өфөгә күсеүебеҙгә хәҙер егерме йыллап булалыр, һирәк-мирәк элек йәшәгән фатирыбыҙға һуғылып, яҡындан аралашҡан күршеләрҙең хәлен белгеләп киткеләйбеҙ. Әле лә юл төштө, Салауатҡа ҡатыным менән килдек. Яҡындарҙы күрҙек. Әлеге Фәнирҙең әсәһе Сәүиә апайға ла һуғылдыҡ. Ошо Сәүиә апайҙың ҡунаҡсыллығына, йомартлығына таң ҡалырһың инде, үҙе килеп ярҙамсыл, үтенесеңде ярты һүҙҙән аңлап тора. Өфөгә күсенгәс кенә апайҙың беҙҙең өсөн ни тиклем яҡын һәм ҡәҙерле булыуына төшөндөк. Үҙебеҙ ҙә  һиҙмәй ҡалдыҡ, апайыбыҙ тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән дә ҡуйған. Сөнки ҡатыным менән Өфөгә күсенгәс, көнкүрешебеҙҙең байтағына яңынан өйрәнергә, һуңлауҙарға, өлгөрмәүҙәргә ауыр булһа ла күнергә тура килде. Баҡсаларыбыҙ ҙа йәнәш булды, арлы-бирле итеп, һуңлап, биш сутыйыбыҙға барып төшһәк,  еләк бешкән, ер ҡаҙылған, теплицала ҡыяр өлгөргән булып сыға, беҙгә йыйып алырға һәм тотонорға ғына ҡала. Бармай ҡалһаҡ, иртә тип тормай ҡарағат булһынмы, еләкме күтәреп килеп тә инә. Беҙ уға өйрәндек, аҙаҡ хужа булырға өлгөргән улы Фәнир ҙә әллә ней мәшәҡәттәр тыуҙырмағайны. Сәүиә апай ире үлгәндән һуң бар тормошон улына бағышланы, хатта үҙе хаҡында  онотто. Мәрхүм ире Марат ағай, ҡатынының һыңары, ипле  һәм тыныс кеше ине.

– Маратҡа оҡшаған булһа, тәүәккәлләр инем, юҡ, уға яҡын да килерлек түгел, сит иргә күңелем тартмай, – тине, беҙ берәүҙе  димләп ҡарағандан һуң.

Фәнирен дә үҙе генә тәрбиәләне. Уныһы мәктәптә бара ла ҡайта, аралашҡан дуҫтары ла бик булманы. Оҙаҡламай күрше егет мәктәпте тамамлап Өфөгә уҡырға китте. Сәүиә апайҙан хәлен белешеп, һорашып торҙоҡ. Педагогия институтына уҡырға ингән. Тик уҡыуҙың түләүле булыуы беҙҙе аптыратты. Апай үҙе ғорур холоҡло булғас, ғүмер баҡый һыр бирмәҫкә тырышты һәм ,бер улымды нисек тә уҡытырмын әле,  тип кенә ҡуйҙы.

Шәфҡәт туташының эше еңелдән түгел, уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Сәүиә апай, аҙаҡ асыҡланыуынса, ике урында  эшләй башлаған. Хатта баҡсала ла  беҙ күскәс һирәк күренгән, ә беҙгә иртә өлгөрә торған ҡыяр, ер еләге  хаҡында аҡрынлап оноторға тура килде. Һуңынан, мәғлүм булыуынса, апайыбыҙ төндәрен өсөнсө эш урынына – ауыр хәлдәге ҡарт-ҡороно ҡарауға бағышлаған. Беҙ килгәндә ул хәле бөтөп, йөрәген тотоп, диванда ята ине. Сәй ҡуйҙы, йылмайып һөйләшергә тырышты.

– Улымды уҡытып кеше итһәм, үлһәм дә үкенмәҫ  инем, – тип асылды  ул беҙгә, бер аҙ ултырғандан һуң. – Мәктәптә  йүнләп уҡыта алманым, аҡсам етмәне, репетиторға түләһәм, арыуыраҡ аттестат алыр ине. Юҡ, ярҙам итә алманым улыма, хәҙер түләүлелә уҡып интегә.

Мин аптырап, ҡатыныма ҡараным, уның да  ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡҡан.

– Күпме түләйһең, апай, – тип һорайым. – Уҡыу шулай ҡиммәтме?..

– Күпме тип... утыҙ мең инде.

– Әллә ни күп тә түгел һымаҡ, – тине ҡатыным. – Педвузда уҡыуы ҡиммәт түгел ул.

Тик тора белмәйем шул:

– Йылына булһа күп түгел инде,  – тинем аптырап.

– Ай һайын утыҙ мең һум шул, – тип апай беҙҙе шаңҡытты.

– Ай һайын утыҙ мең һум? – тине ғәжәпләнгән ҡатыным.

– Эйе утыҙ мең һум түләйем.  Ай һайын...

– Ышанмайым, – тинем  мин апайға йәлләүес ҡараш ташлап.

Сәүиә апай иҫке шкафтан папка алып бирҙе. Ай һайын, ысынлап та, улына шунса аҡса күсереп барған. Өс йыл  ярым уҡыған улына миллион һумдан ашыу аҡса күсереп тә өлгөргән.

– Ә Фәнирҙе әйтәм, ҡайтҡаны бармы? – тип һорайым.

– Өлгөрмәй улым, бушамай. Үҙе өйләнде бит әле.

– Ҡасан? – тип һораны ҡатыным.

– Былтыр өйләнде...

Ә беҙ был хаҡта белмәй ҙә йөрөйбөҙ. Әлбиттә, апай туйҙа булғандыр, ҡыуанғандыр.

– Мине саҡырманылар...

 Быныһына беҙ ғәжәпләнмәнек. Күңелемдә бер шик яралды, апай ниндәйҙер уҫал ниәт, йә мутлашыу ҡорбаны булғандыр, тип уйлайым.

Ашыҡ-бошоҡ сәй эстек тә, сығырға йыйындыҡ. Апай уңайһыҙланып ҡына бер ҙур төргәк тотторҙо:

–Ҡыйын булмаһа, ошоно Фәнир улыма индереп сыҡһағыҙ ине. Улына тип, кейем-һалым ҡараштырған булғайным. Бәлки оҡшатырҙар.

– Сәүиә апай, өләсәй булыуың менән ҡотлайбыҙ, – тинем мин. – Әйҙә, беҙҙең менән Өфөгә. Барып, улыңды, киленеңде, ейәнеңде күреп ҡайтырһың.

Апай уйға ҡалды. Был тәҡдим уны бик ауыр хәлгә ҡуйҙы шикелле. Был яҡтан үҙем һәлкәү булһам да, ҡатыным бик тәүәккәл заттарҙан:

– Кейен, апай, һинең тормошоңда аңлашылмаған урындар күп. Беҙ һиңә яуап табырға ярҙам итәсәкбеҙ, –тине.

***

Ошо урында ҡатынымдың тәүәккәллегенә һәм йылдамлығына тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡуйҙым. Ике урынға шылтыратып Сәүиә апайҙың отгулдарының яҙмышын ыңғай хәл итте. Тимәк, беҙҙең ҡарамаҡта – шәмбе һәм йәкшәмбе, әгәр бөгөн ҡайтып өлгөрһәк, тағы бер нисә сәғәт өҫтәлә. Ә теге тәрбиәгә мохтаж ҡарт-ҡороно үҙҙәренең балалары ҡарап торор.
Сәүиә апай бер һүҙ өндәшмәй, хатта урыны менән нимә хаҡында һүҙ барғанын да белмәй, беҙгә эйәреп кенә йөрөнө. Тиҙ генә эштәрҙе бөтөрҙөк тә ҡайтырға сыҡтыҡ. Өфө “бөкө”ләрен көс-хәл  менән урап үтеп, Фәнир уҡыған факультеттың деканатына аяҡ баҫҡанда, эш сәғәте бөтөүгә биш минут ҡалғайны.
– Фәнирҙе һорайһығыҙмы, Зәйнетдинов кәрәкме? – тине декан урынбаҫары, беҙгә тишерҙәй итеп ҡарап. – Ул нисәне курста уҡый әле?
– Дүртенсе курста, – тине Сәүиә апай, – түләүлелә уҡый. Ай һайын үҙенә утыҙ мең күсереп торам.
– Яҡшы, – тине урынбаҫар. – Мәгеҙ, исемлекте ҡарағыҙ.
Зәйнетдинов Фәнирҙе өс пар күҙ эҙләне, ләкин бер исемлектә лә таба алманы.
– Нисәнсе курста уҡый, тинегеҙ әле? – тип урынбаҫар ышанмай, тағы бер һораны.
– Дүртенселә тигәйнесе, – тине апай ышанысһыҙ ғына.
– Ә, Зәйнетдиновмы? – тип иҫенә төштө деканат секретаршаһының. – Хәтерем алдамаһа, ул беҙҙән беренсе курста уҡ ҡыуылды, шикелле. 
– Нисек ҡыуылды. Ул бит түләп уҡыны. 
– Беҙҙең факультетта тик бюджет иҫәбенә генә уҡыйҙар, шуға күрә түләү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, – тине декан урынбаҫары тантаналы рәүештә һәм эш сәғәтенең бөтөүе хаҡында иғлан итте.
Сәүиә апай ҡап-ҡара булып янды, күҙҙәренән йәш сыҡты, ләкин өндәшмәне.
– Телефоны бармы? – тип һорайым. Номерын сығарып бирҙе.
Шылтыратып ҡарайым, яуап бирмәй. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң шундай ҡарарға килдек, егет иҫән-һау, тик үҙен табырға һәм яҙмышын асыҡларға кәрәк. Минең телефонға яуап бирмәйәсәк, Сәүиә апай шылтыратып ҡарарға булды. Байтаҡ шылтыратты, сигнал  теүәл бара, ләкин яуап биреүсе юҡ. Аҙаҡ асыулы СМС-ка килде. Эшем күп, әсәй, һин миңә ҡамасаулайһың, тип яҙылғайны. Әсәһе хәбәр ебәрҙе: “Адресыңды бир, мин күстәнәс ебәрәм”. Оҙаҡ ҡына көттөргәндән һуң бер адрес килде: “Свердлов урамы, ун икенсе йорт, алтынсы ятаҡ, егерме бишенсе бүлмә”.
Ун икенсе йортто тиҙ таптыҡ, матур ғына торлаҡ икән. Өсәүләшеп Фәнир күрһәткән бүлмәгә күтәрелдек. Беҙҙе мөләйем генә бер апай, бала күтәргән йәш ҡатын ҡаршы алды.
– Беҙ, Фәнирҙе эҙләп килгәйнек, – тине Сәүиә апай уңайһыҙланып ҡына. – Һеҙҙең адресты ул биргәйне.
Ҡатындар бер-береһенә ҡарашты, хатта бер йәш самаһы булыр сабый, нимәлер аңлағандай, күңелле ауаздар сығарып ҡуйҙы. 
– Ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тине ҡатындарҙың өлкәне.
– Мин Сәүиә апайығыҙ булам, Фәнирҙең әсәһе, дөрөҫөрәге, ҡоҙағыйығыҙ...
Ҡатындар тағы ғәжәпкә ҡалды, өлкәне ҡысҡырып тигәндәй көлөп ебәрҙе:
– Белмәйем, һеҙ ниндәй ул үҫтергәнһегеҙҙер, кем әйтмешләй, ике һүҙенең дүртәүһе дөрөҫ түгел. Һеҙҙең паспортығыҙҙы ҡарарға мөмкинме.
– Әлбиттә, мөмкин.
 Паспортты ентекләп ҡарағандан һуң, апай, ниһайәт, тынысланды:
– Һеҙҙе күреүемә шатмын, ҡоҙағый, – тип хатта ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйөп алды.
Сәүиә апай ейәнен ҡосағына алғас, ҡыуанысынан илап ебәрҙе:
– Күпме һораным, ошо баланы алып ҡайтманы, күрһәтмәне бит әле. Үҙе ҡайҙа йөрөй икән?
Беҙ һораулы ҡараштарыбыҙҙы Фәнирҙең ҡатынына –Гөлиәгә йүнәлттек.
–Уның бер һүҙенә лә ышанырлыҡ түгел, – тип башланы ул, әллә зарланды, әллә үҙ алдына һөйләнде. – Тәүҙә атайым юҡ, тине. Мин бәләкәй саҡта үлгән, мин уны хәтерләмәйем, тине. Институтта уҡыйым, тигән һүҙенә лә ышандым. Шунан бергә йәшәй башланыҡ, туйҙы әсәйем менән атайым әҙерләне. Мин, ҡыҙыу нөктәнән сыҡҡан һуғыш ветераны, пенсия алам, тип ай һайын ун мең һум биреп торҙо. Әсәйеңде туйға саҡырайыҡ, тигәйнек, ҡото осто, ҡаршы төштө. Ул эсеп йөрөй, айнымай. Мине оятлы итәһегеҙ, тип риза булманы.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Сәүиә апай урындығынан ҡолап төшә яҙҙы. Дарыу ҡаптырып, һыу эсереп, саҡ тынысландырып алдыҡ. 
– Мин һеҙгә был мәсьәләне һуңыраҡ ҡарарға тәҡдим итер инем, – тине ҡатыным, үҙе эшләгән ойошма стилендә рәсмиләштереп.
– Ярай һуң, – тип көлөмһөрәне Гөлиә. – Минең дә уға оҡшатып алдап ултырғым килмәй. Һеҙгә лә дөрөҫлөк кәрәк.
– Әле үҙе ҡайҙа һуң? – тип өҙгөләнде Сәүиә апай.
– Эштә,– тине Гөлиә. – Һәр хәлдә, эштә мин, тип китте.
—Ҡасан ҡайта? – тип ҡыҙыҡһынам мин.
– Ғәҙәттә, етеләргә тиклем өйгә ҡайта торған.
Беҙ хужабикәләрҙең рөхсәте менән Фәнирҙең ҡайтҡанын көтөргә булдыҡ.
Шул арала Сәүиә апай ҙа тынысланғандай булды, ейәне уға өйрәнеп бөттө.
–Атаһына оҡшап тора бит әле, – тине ул малайҙы ҡулынан да төшөрмәй. – Берҙән-берем генә итеп үҫтергәйнем, хәҙер, аптыратып, башымды ҡатырып йөрөй инде. Йә инде, ошо сабыйҙы яратырмын тип, күпме көткәйнем. Һеҙгә рәхмәт инде, алып килмәһәгеҙ, белмәй ҙә йөрөр инем.
Үҙ-ара һөйләшеп байтаҡ ултырҙыҡ. Сәғәт тә һигеҙенсегә ките, һәм ал яҡта ишек асылғаны ишетелде.
–Әллә беҙгә ҡунаҡтар килгән инде, – тип Фәнир инде һәм, беҙҙе күргәс, эйәге һалынып төштө.

***

Ҡайҙа барһын инде Фәнир, килеп инергә мәжбүр булды. Һағынған әсәһе, улын ҡосаҡлап уҡ алды. 
– Ниңә килдең, кем саҡырҙы? – тине улы аптырап.
– Кем саҡырҙы, тейсе. Бәй, һине, киленде, ейәнемде, бына ҡоҙағыйҙы күрергә килдем. 
Бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә алты өлкән кеше йыйылып китте, етмәһә, сабый бала үҙенең хоҡуҡтарын үтәүҙе талап итә. Тиҙ генә өҫтәл ҡорҙолар, кем ултырҙы, кем аяҡ өҫтө сәйгә үрелдек. Ярай әле ҡоҙағыйҙың фатиры бар, йәштәргә был бүлмә таман ғына икән. Шау-шыу алдынан ғына була торған сәйер тынлыҡ урынлашты.
– Ниңә үҙең ҡайтып та күренмәйһең? – тине Сәүиә апай. – Һине һорашмаған кеше юҡ. 
– Ә мин нимәгә уларға? – тип улы һаман тупаҫ һөйләшә. – Мин өр-яңы тормош башланым, үткәндәр хәҙер минең өсөн юҡ.
Беҙ шаңҡып ҡалдыҡ, бәй, был малай үткәндәрҙән генә түгел, хатта әсәһенән дә баш тарта түгелме һуң. 
– Был һүҙең әсәйеңә ҡағылмайҙыр ул, – тип хәлде бер аҙ йомшартырға һәм аҙмы -күпме асыҡлыҡ индерергә тырышам.
Фәнир өндәшмәй. Аңлашылды.
Ә Сәүиә апай һаман үҙенекен һөйләй:
– Әй, улым һине һаман онотмағандар бит. Элеккеләр китап бите түгел, йыртып ташлап булмай. Ҡасан уҡып бөтә, беҙгә ҡайтһын, эш табырбыҙ, тиҙәр.
Ошо урында Фәнир уҡыуына ҡағылышлы һорауға яуап бирергә тейеш ине һымаҡ. Ә ул һаман өндәшмәй.
– Вузда уҡыу мәсьәләһе нисек тора? – тинем мин, уның 
хәлен белмәмеш булып.
– Быйыл дүртенсе курсты тамамлайым, – тине ул, күҙ ҙә йоммай, хатта һелкенмәне лә.
Беҙ бөтөнләй телһеҙ ҡалдыҡ.
– Диплом йыуырға ла ҡайтмаҫһыңмы икән? – тине ҡатыным. Шатлығыңды уртаҡлашыр инек.
– Ҡарарбыҙ! – тине Фәнир илтифатһыҙ  ғына.
Нимә әйтәһең инде, был егет беҙҙең ул уҡыған ерҙә булыуыбыҙҙы белмәй бит. Ә ҡатыны менән ҡәйнәһе алдында быны әйтеүе уңайһыҙ.
– Уҡытыусы һөнәре үҙеңә оҡшаймы? – тип төпсөй башланы ҡатыным.
Мин, билләһе, туранан -тура һораша алмаҫ инем.
– Юҡ, мин уҡыуҙы ташланым һәм үҙем өсөн оҡшаған һөнәр һайланым.
– Быны нисек аңларға, улым?! – тине әсәһе. – Һин бит уҡытыусы булырға хыялландың.
– Юҡ, ул хыял үҙен аҡламаны. Һорашыуығыҙға ҡарағанда, һеҙ педвузда минең уҡымауымды беләһегеҙ. Шулай булғас, аҡланып һәм аңлатып тормайым. Мин хәҙер юрист буласаҡмын. Илгә хоҡуҡ белгестәре кәрәк. 
Аңлашылды. Сәүиә апай ҙа өндәшмәне. Беҙ шуға төшөндөк, был егет кисәге Фәнир түгел һәм уның менән элекке һымаҡ һөйләшеп, аңлашып булмай.
Ҡайтҡанда ла ҡатыным шул хаҡта һүҙ сыҡҡас:
– Хәҙер йәштәрҙе аңлауы ҡыйын, – тип һөйләнеп ҡуйҙы. – Улар беҙҙең һымаҡ түгел, донъяға ҡараштары ла икенсе.
– Бәлки улар түгел, беҙ үҙгәргәнбеҙҙер, – тип ҡаршы төшәм мин.  – Юҡ инде, беҙ, киреһенсә, элекке килеш ҡалдыҡ һәм яңыса йәшәргә өйрәнә алмай йонсойбоҙ.
Ә Сәүиә апай беҙҙе ишетмәй ҙә, тыңламай ҙа, үҙ уйҙарына күмелеп бара. Мин көҙгө аша уның йөҙөн күрергә тырышам. Светофорға килеп туҡтағас, урамдан төшкән яҡтылыҡ уның йөҙөн ап-асыҡ итеп күрһәтте. Мин тетрәнеүҙән шаңҡып ҡалдым. Сәүиә апай өнһөҙ генә илай, ә күҙ йәштәре битенән ағып, яғаһына тама ине.

Мин әсәнең берҙән-бер улын юғалтыуының шаһиты булдым...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: