-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Апрель 2022, 20:00

Атайым ирем булды

Әсәйемдең ҡасан үлгәнен хәтерләмәйем, мин бәләкәй инем әле. Булһа, башланғыс кластарҙа уҡығанмындыр. Беҙ, балалары өсөн оло булып күренһә лә, атай йәшләй тол ҡалды. Мин ғаиләлә - икенсе бала, минән оло ағайым бар ине. 

Атайым ирем булды
Атайым ирем булды

Яңғыҙ ир-атҡа һыңар ҡанат менән тормошто тартып барырға ныҡ ауыр булғандыр. Балалығыбыҙ менән беҙ уны күреп тә бетөрмәгәнбеҙҙер. Әммә нисек кенә ауыр булмаһын, атай беҙҙе ҡаҡманы, һуҡманы.
Ҡайҙалыр ҡунып, ҡайтмайынса ҡалған көндәрен дә хәтерләмәйем. Атай беҙгә бар нимәне лә булдырырға тырышты. Мәктәп кәрәк-ярағы тиһеңме, ағай менән икебеҙгә лә ағастан сана, саңғы яһап бирҙе, өҫтәлдә һәр ваҡыт ризыҡ мул булды. Ферма эше ауыр булһа ла, атай хуҗалыҡты, йорт янын, баҡсаны ташламаны. Яҙ еткәс, бергәләшеп, баҡса таҙарттыҡ, ҡаҙыныҡ, әйбер ултырттыҡ. Хәҙерге кеүек, әллә ниндәй йәшелсәләр булмаһа ла, ҡыш буйына етерлек итеп кишер, һуған, сөгөндөрөбөҙ була, күп итеп, бәрәңге ултырта инек. Быларҙың барыһы ла ағай менән икебеҙҙең өҫтә булды. Йәй буйы һибеү һибеү, сүп утау, ҡорт сүпләү - эштең күплегенән, билсән, алабута йолҡоуҙан яллып, илаған саҡтар ҙа күп булды. Быларға тағы ҡош-ҡорт ҡарау ҙа өҫтәлә. Ҡыҫҡаһы, уйнап-көлөп йөрөргә ваҡытыбыҙ булманы. Уныһы башҡа балаларҙыҡы ла шулай булғандыр инде. Әммә әсәйле йортта балалар барыбер был тиклем эшләп үҫмәне. Күңелде юҡһыныу баҫҡанда, беҙ гел яңы әсәй тураһында хыяллана инек. Аның менән нисектер рәхәтерәк, иркенерәк тормош булыр кеүек тойола ине. Ләкин йылдар уҙҙы, беҙҙең йорт тупһаһын бер хатын-ҡыҙ ҙа атлап кермәне. Кем белә, бәлки атайҙы димләп тә ҡараған булғандарҙыр, беҙ уларын белмәй ҡалғанбыҙҙыр. Үҫә төшкәс "әсәй" төшөнсәһе үҙенән-үҙе нисектер юҡҡа сыҡҡан кеүек булды. Улай ғына түгел, өсәү йәшәп ятҡан доньяға икенсе бер ҡатындың үтеп кереүен мин, бәлки, оҡшатмаҫ та инем. Булһа, үҙебеҙҙең әсәй, юҡ икән, беҙгә башҡа берәү ҙә кәрәкмәй, тип уйланым.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, ағай ҡалаға уҡырға китте. Студент саҡта һирәк кенә булһа ла, ҡайтҡыланы. Ул ваҡытта ҡайҙа инде йыш йөрөүҙәр? Хәҙерге кеүек таксиҙар ҙа, микроавтобустар ҙа юҡ саҡ бит. Аҡса яғы ла самалы. Юғары курста уҡығанда уҡ заводҡа эшкә кергән ине, ҡулына диплом алғас, башҡа ергә барып торманы. Атайҙың ауылға ҡайтмайһыңмы һуң тип икеләнеп кенә саҡырыуына ҡаршы: "Миңә завод оҡшай. Тимер эшен яратам, бер ҡайҙа ла китмәйем" , - тип яуап бирҙе. Завод ағайҙы башы-аяғы менән үҙенә һурып алды. Ул йылына бер, үҙенең ялында ғына ҡайтты.
Ә мин бер ҡайҙа ла китмәнем. Сөнки атайҙы ҡыҙғандым. Күҙ йәштәре менән:"Китмә. Һинһеҙ ҡалһам, ни эшләрмен?" - тип иланы ул. Ауылда ҡайҙа бараһың? Эш төрлөлөгө юҡ. Хыялым уҡытыусылыҡ булһа ла, атай менән фермаға йөрөй башланым, һыйыр һауҙым. Тормош бер көйө генә ағылды ла ағылды. Кескенәнән мунсаны гел атай менән керә инек. Ҙурайғас, һирәк булһа ла ул минең янға: "Арҡаңды ышҡыйым, ҡайҙа, яҡшылап сабындырайым", - тип кергәләп сыҡты. Баштараҡ оялһам да, атай мине, баштан һыйпап, гел тынысландырҙы. Ул:
- Һин нимә, атайыңдан оялаһыңмы? - ти торған ине.
Ҡыҫҡаһы, атай йүнһеҙ һүҙ һөйләмәҫ, тип мин дә оялмаҫҡа өйрәндем. Улай ғына түгел, тәүҙә үҙем кереп киткән булам да, эстән генә: атай керһен ине, көслө ҡулдары менән арҡаларымдан ыуһын ине, тип теләй башланым. Теләктәрем бик йыш ҡына ҡабул булды. Миңә атай клубҡа сығарға бер ҡасан да рөхсәт бирмәне. "Һинең өсөн иң яҡшы егет - мин. Башҡалар алдар, иларһың. Ә мин һине бер ҡасан да үпкәләтмәм", - тине. "Һөйләшеп ятырбыҙ, һин хәҙер ҙур инде, миңә һинең менән рәхәт,"- ти-ти, атай минең янға ята ла башланы. Үҙенең карауатына ла саҡыра ине. Мине ҡатын иткән беренсе ир ҙә ул булды. Минең өсөн бөтөнләй башҡа донъя асылды. Бер-бер артлы ике балабыҙ тыуҙы. Икеһе лә аҡылға зәғиф булдылар. Бер үк ҡандан булғас, шулай була икән ул. Беҙ бит анде ауыл балалары, уны-быны белеп үҫкән кешеләрме. Ауырлы саҡта ла, тапҡас та, кеше беҙҙе һөйләп туя алманы.
Ҡыҙғаныс, ике баламдың береһе ҡыҫҡа ғүмерле булып сыҡты. Ауыл ҡырындағы күлгә батты. Уныһына үҙем ғәйепле булғанмындыр инде. Ҡаҙҙарҙы алып ҡайт әле, ҡояш бата, һыу буйында төлкөләр күп, быумаһын тағы, тип ебәргән инем. Беренсе тапҡыр ғына ҡыуып ҡайтыуы ла түгел ине, юғиһә, аҡылға тулы булмаһа ла, бының кеүек эште генә белә ине. Сыҡмай ҡалған бер нисә ҡаҙҙы ҡыуырға тип кергән дә, батҡан, балаҡайым. 60 йәшенә етеп, атай ҙа үлеп китте.Ғүмер буйы ир менән ҡатын булып йәшәһәк тә, мин уға исем менән өндәшмәнем. Ҡысҡырышып, талашҡанды хәтерләмәйем, бар эшне бергәләп эшләнек. Мунса һалдыҡ, өйҙө яңырттыҡ. Бүрәнәнең бер башында ул булһа, икенсеһенә мин килеп йәбешә инем. Хәҙер ҡыҙым бенән икәү генә ҡалдыҡ.
Кеше - шул уҡ табиғәт балаһы. Хайуандар араһында ла үгеҙ быҙауының һыйырға һикереүе- ғәҙәти хәл. Беҙ уны-быны уйламайынса йәшәнек инде.Томана булдыҡ. Хәҙер бөтә кеше китап уҡый, телевизор ҡарай, дин менән ҡыҙыҡһына. Бер ҡараһаң, беҙҙең өҫтә - ҙур гонаһтыр. Күптәр мине аҙғынлыҡта ғәйепләр, әммә тормошоң шулай булып сыҡҡас, ни эшләйһең? Берәүҙе лә нахаҡҡа рәнйеткәнебеҙ булманы, малды эшләп таптыҡ. Атай мине олоғайғас та бала итеп наҙланы, ҡатын итеп яратты. Йөрәкте ауырттырған бер әйбер: ул да булһа — ҡыҙым. Унан алдараҡ үлеп китһәм, ни булыр? Аҡылы юҡ бит, үҙе генә йәшәй алмаясаҡ.

Исемем редакция өсөн генә.

 

Сығанаҡ: http://www.tulachi.ru/ru/archive-gazata/item/8758-әtiem-irem-buldyi-bulgan-hәl.html

 

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в