-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Апрель 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ШИК-ШӨБҺӘЛЕ ҠАТЫН Хикәйә

Сәлимәнең тормошоноң рәте китте, бер мәғәнәһе лә  ҡалманы һымаҡ. Исмаһам, ҡыҙы менән улы эргәлә түгел, шулар менән күңелен баҫыр ине. Балаларын ауылға, өләсәләренә  илтеп ҡуйғайны шул, иртәгә барып алырға кәрәк. Үҙе эшкә Иглинға йөрөй, сөнки Өфөлә  уға ярашлы аҡсалы эш табылманы. Быға тиклем иҫкереп бөткән,” ун бишле” менән йөрөгәйне, хәҙер уныһының да рәте тамам китте, металға тапшырырлығы ғына ҡалды. Автобус менән өлгөрөрлөк түгел, таң менән сығырға кәрәк. Иглиндың үҙендә машинаһыҙ мөмкин түгел, һуңлаһаң ҡырын ҡарайҙар, көн һайын өс-дүрт объектты ла ҡарап сығырға мөмкинлек юҡ.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ШИК-ШӨБҺӘЛЕ ҠАТЫН  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ШИК-ШӨБҺӘЛЕ ҠАТЫН Хикәйә

Өҫтәүенә, ире менән аралары көндән-көн һыуынған һымаҡ. Рушан менән ун йылдан ашыу йәшәү дәүерендә бындай етди һынауға тәүге тапҡыр дусар булдылар.  Бер ҡараһаң, шик-шөбһәгә һис тә урын юҡ һымаҡ, ире көнө-төнө эш менән була, хатта ял көндәрендә лә бушамай. Бөгөн, мәҫәлән, бер дуҫына өй төҙөргә ярҙам иттем, ти.  Иртәгә лә, йәкшәмбе тип тормай, ҡайҙалыр барырға йыйына шикелле. Ярай ҙа ғаилә мәнфәғәтендә йөрөгән булһа. Кис етһә, арып, йонсоп ҡайтып керә. Ә улай йонсорлоҡ эшләгәс, аҡсаң ҡайҙа һуң,  ниңә сығарып ҡатыныңа тоттормайһың. Фатирға түләргә кәрәк,  тип нимәлер һөйләнде лә ҡуйҙы, әйбер һатып алғаны ла тойолмай. Барлыҡ аҡса фатир өсөн ипотекаға түләргә китеп тора, хатта ял итергә лә мөмкинлектәре юҡ . Шул да булған тормош, кешеләр  йылына икешәр диңгеҙ буйына барып ял иткәндә, улар ауылға ҡайтыуға зар-интизар булып яталар.

Иртәгә ауылға ҡайтып, балаларын күреп, Иҙел буйында еләк йыйып, ҡояшта ҡыҙынып килерҙәр ине. Автобусҡа сығырға тура килер, ахыры. Такси яллаһаң, ҡиммәт бит әле. Машинаның кәрәклеге ошонда һиҙелә инде.  Сәлимә үҙенең “ун бишле”һен иҫкә төшөрҙө, әллә тәүәккәлләп, ултырып сығырғамы икән?  Ауылға автобуста ҡайтып төшөүе лә оят бит әле. Таныштар осраһа, үҙеңә күрә таман, ошо йәшкә етеп, һаман автобуста йөрөйһөң, һиңә шул кәрәк, тип үсәй һымаҡ. Юҡ, йәйәү ҡайтһа ҡайтыр, әммә автобусҡа ултыраһы юҡ. Үсәмәй тороғоҙ әле, килер бер заман ,         Сәлимә лә матур машиналы  булыр, Аллаһ бойорһа! Иренә  өндәшкәне юҡ, әлегә белмәй торһон.

 Сәлимә ҡайтышлай тотонолған автомобилдәр һата торған баҙарға инеп сыҡты.  Унда тәгәрмәслеләрҙең ниндәйе генә юҡ, һайлап алырлыҡ. Сәлимәнең күҙе ҡыҙҙы, бер нисәһенә ултырып та ҡараны, шундағы егет ҡатындың хәлен һиҙҙе, йөрөтөп тә күрһәтте. Уф, был  иномарканың йәне барҙыр ул, ултырғысы уңайлы, эсе ялт итеп тора, бензин да аҙ кәрәк. Аһ, автомат бит был!  Һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялы, сәбәләнергә лә түгел, машинаң үҙе китеп тик бара, рулеңде генә  нығыраҡ тот. Ана, күршеләге Светланаға әллә спонсоры, әллә дуҫы алып биргән. Йөрөтөп ҡарағайны,  бер нимәһе лә юҡ. Юҡ шул, бындай автомат хыялда ғына ҡалыр инде. Сәлимәнең йәне көйҙө, кешеләр май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәгәндә, үҙең теләгән автомобилде лә һатып ала алмай интек инде.

Күрше бүлмәнән иренең мөңгөрләгәне асығыраҡ  ишетелде. Шул ваҡыт Сәлимәнең йәне көйә башланы, ирен бер сәбәпһеҙгә әрләп ташлағыһы килде. Нимә бында, ҡатыны автомат хаҡында хыялланып ултырғанда, кем менән һатыулаша ул. Ҡатын ныҡ баҫып, ире  янына сыҡты, асыулы ҡиәфәттә уға ҡарап алды:

–       Кем менән һөйләшәһең? – тине.

–       Рубин шылтырата, машинаһы ватылған, ярҙам итергә саҡыра, – тине ғәйепле төҫ менән.

–       Төн уртаһындамы? Ай-һай!

–       Иртәгә – ауылға, ҡәйнәһенә ҡайтырға йыйыналар.

     – Машиналары булғас, ҡайтырҙар инде, – тип,  Сәлимә бәхәсте ҡуйыртып ебәрергә теләгәйне, иренең йыуаш һәм күндәм йөҙөн күреп, кире уйланы.

       Ире былай күҙенә генә ҡарап тора, шуны нисек ялҡау, эшлекһеҙ тип әрләйһең инде. Ауылға ҡайтҡанда Рушанға тупаҫ өндәшеп, апалары алдында йүгертеп күрһәткәйне. Апалары ла,  әсәһе лә оҡшатманы.

    –  Тупаҫ ҡыланаһың, – тине әсәһе. – Шундай егәрле ирҙе юғалтып ҡуй, тағы.

   Йәшерен-батырын түгел, Сәлимә ирен быға тиклем дер һелкетеп тота ине, тегеһенең күҙенә генә ҡарап тороуы ла ҡайһы ваҡыт йәнен көйҙөрә торғайны.

–       Бармайһыңмы ни?–  тине Сәлимә иренә.

–       Ҡайҙа барырға?

–       Һуң, Рубин саҡырҙы, тинең бит.

–       Ярай әтеү, –тип күндәм генә сығып юғалды.

Ә күңелдәге шик-шөбһә нығынды һәм, бармаҡ йыуанлығы, туя белмәҫ ҡорт һымаҡ,  эстән кимерә башланы. Үҙең ғәйепле, харап, ярҙам итергә ебәрә, имеш, ә иренең ҡыуана-ҡыуана сығып китеүен әйт әле. Асыҡ ауыҙ, иреңде әллә кемгә үҙ ҡулдарың менән тоттороп ебәрмәһәң  ярар инде.

Шул ваҡыт телефон шылтыраны...

Сәлимә телефонын барланы, килендәше Мәғиә  шылтырата. Төн уртаһы етеп килә, тағы нимә кәрәк булды икән? 
– Хәлдәр нисек? – тине Мәғиә.
– Бер көйө, өйҙәбеҙ.
– Бер үҙең түгелдер.
– Үҙем генә.
– Бына, ғәжәп, Рушаның ҡайҙа?
– Кемгәлер, Рубинға тинеме, ярҙам итәм, тип сыҡҡайны.
– Нимәһен ярҙам итә? – тине килендәше.
– Машина ремонтларға, тиме.
– Ремонтлай һиңә, алдаған.
– Нисек алдаған. Уф, Мәғиә, әллә берәй нәмә бармы?
– Әлегә юҡ, бәлки булыр. Иреңде һанға һуҡмайһың, этеп-төртөп йөрөтәһең, әрләйһең... Ир-ат ундайҙы яратмай. 
– Әйт дөрөҫөн, нәмә бар?
– Ярай инде, әйтмәм тигәйнем, һеҙҙең аҡса яғы нисек?
– Үҙең беләһең, ипотека түләйбеҙ.
– Етәме һуң?
– Ас ултырмайбыҙ, көс-хәл менән еткерәбеҙ.
– Ҡыҫҡаһы, Рушан ағаһынан аҡса алып торған.
– Күпме?
– Ҡара уны, мин һиңә өндәшмәнем.
– Күпме алған?
– Илле мең.
– Илле мең һум? 
– Нимәгә уға ул тиклем аҡса?
– Белмәйем, өндәшкәне булманы.
– Тимәк, ҡайҙалыр тотона. Ҡайҙамы, әллә кемгәме? 
– Белмәйем, Мәғиә, осто-осҡа саҡ ялғайбыҙ.
– Ҡара уны, мин әйтте тип өндәшәһе булма. Ышан, ләкин тикшер.
Килендәше телефонын һалғас, Сәлимә шаңҡып байтаҡ ултырҙы. Илле мең һум. Ә ике аҙна элек сауҙа үҙәге хаҡтарҙы төшөрөп, акция иғлан иткәйне, бер танышы ҡырҡ мең һумға ғына мул шәшке тун алып кейҙе. Сәлимә түҙмәне, өйөнә барып, кейеп ҡарағайны, уға ғына үлсәп тегелгән һымаҡ. Кисен Рушанға өндәшеп ҡараны. Бик оҙаҡ ултырҙы ире, шунан баш тартты, булмай, тине. Шулмы инде ир кешенең һүҙе. Нисәмә йыл йәшәп, тәүге тапҡыр тун һораны. Ә ире, исмаһам, вәғәҙә лә итмәне, өмөтләндермәне, аҡса юҡ, тине лә ҡуйҙы.
Күҙ алдына Айрат килде. Эйе, теге Иглиндағы Айрат. Ҡасанан бирле саҡырып йөрөй. Нимәләр вәғәҙә итте әле? Әрәм булып йөрөйһөң. Мин һинең иреңде күрҙем, ул бер мәмәй ауыҙ, тине.
 Уф! 
Бер ай самаһы элек дуҫтары, яҡындары менән шәшлек ҡурырға сыҡҡайнылар. Бер аҙ ҡыҙып алғас, уйынлы-ысынлы бәхәс ҡупты, йәнәһе, ир-аттан ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәк. Эсеп алһа, халыҡ яҙыла ла китә бит, хихылдашҡан ыңғайы нимә һөйләгәндәрен белмәй башланылар. Сәлимә үҙе был йәһәттән тыйнаҡ, аяп тормаһа ла, Рушанына сит-яттарҙан һүҙ әйттермәй. Шунда ире, ҡатынымдың барлыҡ теләктәрен дә ысынбарлыҡ итеүҙе үҙемдең бурысым һанайым, тип әйтеп ташланы. Буш ҡыуыҡ! Һинме һуң инде ҡатыныңа ярарлыҡ кеше? Ә башҡалар оҡшатты, Рушанды маҡтанылар. Ана, бурысҡа илле мең һум аҡса алып, кемде ҡыуандырып йөрөй икән? Юҡ, Сәлимә быны былай ғына ҡалдырмаҫ! Кемгә һәм нимә алып биргәнен асыҡлаясаҡ, әгәр кәрәкһә, иҫбатланһа, өйҙән ҡыуып сығарасаҡ.

Аһ! Айрат, һаман да көтөп йөрөгән буламы икән?
Сәлимәнең күңеле тулды, бер сәбәпһеҙ илап алғыһы килде. Йә инде, әсәһе әйткәйне бит, иреңде бигерәк әрһеҙләйһең, тип. Ирҙәр ныҡ була, ләкин ҡайһы ваҡыт улар ҙа түҙмәй, эсенә йыйып йөрөй-йөрөй ҙә барыһын да сығара ла һала. Әллә, ысынлап та, шул осраҡмы икән. 
Сәлимәнең күңеле наҙ һәм һөйөү көҫәй. Әле бит ул йәш, уға утыҙ ҙа юҡ. Көнөнөң тура килеүен әйт, иртәгә өйләнешеүҙәренә ун йыл тула. Хәйер, иртәгәһенә лә күп ҡалманы, ана, сәғәт телдәре төн уртаһына яҡыная. Үҙе лә алйот инде, төн уртаһында һиҙгер ҡатын хәләл  ирен машина ремонтларға ебәрәме? Юҡ, әсәһе хаҡлы түгел, уны тыңлап, ошо көнгә ҡалды. Әхирәттәре дөрөҫ әйтә, күпме ашатма, күпме кейендермә, ир заты күҙҙәрен сит ҡатындарға йүнәлтеүҙән тартынмай, күҙ менән ҡаш араһында хыянат итеүе ихтимал. Саҡ ҡына шик-шөбһә булһын, Сәлимә быны яуапһыҙ ҡалдырмаҫ. Яйын табасаҡ, сатлы-сатлы мөгөҙҙәрен ҡуясаҡ һәм һис үкенеүһеҙ, үсен аласаҡ.

Ҡатын, һиҙмәй ҙә ҡалды, әллә ойоно, әллә төш күрә башланы. Ауылға ҡайтып, балаларын ҡосаҡлағайны, эргәләренә әлеге Айрат килде лә сыҡты.
– Һин бында нисек килдең? – тине ҡатын.
– Һине эҙләп килдем. Мин һинһеҙ йәшәй алмайым.
– Күрмәйһеңме ни, минең балалар бар бит.
– Булһын, балалар – бәхет бит ул.
– Әгәр хәҙер ирем килеп сыҡһа, нимә эшләрһең?
– Ә уның һине алдап йөрөгәнен беләһеңме?
– Хәҙер беләм.
– Шулай булғас, һығымтаны үҙең яһа. Шуны бел, мин һиңә ғүмер буйы инәлеп йөрөмәйәсәкмен.
Айрат боролдо ла китә башланы. Сәлимә өтәләнә, нимә әйтергә белмәй, ҡысҡырырға итә, ләкин өндәшә алмай. Етмәһә, телефоны шылтырай, ишек ҡыңғырауы ишетелә, өй эсендә кемдер йөрөй. Әллә һаман төш күрә инде... 
–Хәйерле иртә,  Сәлимә, Сәлимәкәйем! Байрамыбыҙ менән һине.
– Ниндәй байрам? – Ниһайәт, Сәлимә уянды, тәүҙә ирен күрҙе. Ә дуҫтары, ағай-энеләре бында нимә эшләй?
– Сәлимәкәйем, никахыбыҙҙың ун йыллығы менән! – тип Рушан ҡатынына ябай ғына аҡ сәскәләр тотторҙо.
Сәлимә түҙҙе, иғтибар итмәҫкә тырышты, шулай ҙа сәскәләрҙе күкрәгенә ҡыҫты. Әсәһе, түҙемле бул, тине бит.
Ҡара әле, Рушанының күҙҙәре янып тора, ауыҙ йырылған, эргәһендәге ҙур ғына пакеттан шәшке тун килтереп сығарҙы ла ҡәҙерләп кенә ҡатынының иңенә һалды. Әллә кеме шампан шарабы атты, сәпәкәй иттеләр. Өнмө был, әллә төшмө. Сәлимә шул саҡ уянды шикелле, тунды кейеп ҡараны, теге акцияға һатылған тун бит был! Ҡатын ирен ҡосаҡлап алды.
– Әле бөтмәне, хәҙер иң мөһимен күрһәтәм, – тине ире һәм кеҫәһенән автомобилдең усҡа ғына һыймалы моделен килтереп сығарҙы. – Бының ҙуры ана ултыра, урамда, хужабикәһен көтә. Дөрөҫөн әйтәм, тотонолған, уның ҡарауы, иномарка һәм Сәлимәмдең күптәнге хыялы.
Барыһы ла, тәҙрәләргә ҡапланды һәм урамда уттарын ялпылдатып ултырған автомобилде күрҙе. Тамам уянған, ләкин әле нимә булғанына төшөнөп етмәгән Сәлимәнең күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре күренде.
– Әллә автоматмы? – тип кенә әйтә алды ул иренә һыйынып.
– Һорап тораһың тағы, әлбиттә, автомат!
– Рушан, ҡәҙерлем, әйт әле, был өнмө, әллә төшмө?
– Был өн дә, төш тә түгел! Минең һиңә сикһеҙ һөйөүемдең бер сағылышы ғына. Сөнки һинең һымаҡ егәрле, унған ҡатын  шундай хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ. Мин һинең теләктәреңде генә тормошҡа ашырҙым. Ә һинең күҙҙәреңдә шатлыҡ сатҡыларын күреү – минең өсөн иң ҙур бәхет!

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: